Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2025, 07:30

Хәтәр яңылыҡты ишеттегеҙме?!

Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙары күмәкләп айыу баҫтырып йөрөгән бит урманда! Көйәнтә менән, буғай. 

Хәтәр яңылыҡты ишеттегеҙме?!Хәтәр яңылыҡты ишеттегеҙме?!
Хәтәр яңылыҡты ишеттегеҙме?!

Шаяртабыҙ, Ҡотан ауылында ҡатын-ҡыҙҙар ҡар һыуына барған. 

Был турала Әлфирә Ғәлина хәбәр итте. 

- Элек электән халҡыбыҙҙа март аҙағында, апрель башында ҡар иреп, гөрләүектәр аға башлаған мәлдә ҡар һыуына барыу йолаһы бар. Ә беҙҙең ауылда бөтә йолалар ҙа теүәл атҡарыла. Был юлы ла илебеҙгә тыныслыҡ, халҡыбыҙға именлек теләп, кинәнеп, серләшеп йөрөп ҡайттыҡ. 

Айыуҙар биҙрә-көйәнтә менән "ҡоралланған" ҡатындарҙың килгәнен әллә ҡайҙан ишетеп, ҡурҡып ҡасҡандарҙыр ул. Ә шулай ҙа хәүефһеҙлекте оноторға ярамай - иртә уянған йыртҡыстар ас бит. 

Фото: Әлфирә Ғәлина. 

Хәтәр яңылыҡты ишеттегеҙме?!
Хәтәр яңылыҡты ишеттегеҙме?!
Хәтәр яңылыҡты ишеттегеҙме?!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас