Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
1 Март , 11:11

Ауыл мәҙәктәре иленә рәхим итегеҙ!

Хөрмәтле дуҫтар, уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та бынан бер нисә йыл алдараҡ гәзитебеҙ биттәрендә сыҡҡан рубриканы тергеҙергә булдыҡ!

Халҡыбыҙ элек-электән мәрәкәләп һөйләүгә, көләмәстәр сығарыуға бик маһир булған, һәр дәүер һайын халыҡтың көнитмешен биҙәрҙәй әкәмәт оҫталары тыуып торған – Хужа Насретдин, Ерәнсә сәсән, Үлмәҫбай, Кәкре Сүкеш һ.б. Беҙ ҙә ошо матур традицияны дауам итеп, ауыҙ-тел ижады һандығын яңы әҫәрҙәр менән байытырға теләйбеҙ. Икенсе изге ниәтебеҙ – гәзит уҡыусыларға яҡшы кәйеф өләшеү. Дуҫтар, үҙегеҙҙең ауылығыҙҙа, районығыҙҙа булған мәҙәктәрҙе, лаҡаптарҙы беҙгә яҙып ебәрегеҙ. «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми төркөмөбөҙгә – https://vk.com/yeshlek_gazite йә – [email protected] адресы буйынса электрон почтабыҙға ебәрә алаһығыҙ.

Күҙенә күренгән

Ауылдан бер ағай машинаһы ме­нән Мораҡҡа киткән. Ҡаш­ҡа­тауҙы менеп барһа, капот аҫтында бер нәмәһе шаҡылдай, ти. Тауҙы менеп етеп, капотын асһа, унда двигатель урынында ауылдашы Ирек ултыра, ти. Иҫ-аҡылы киткән бы­ның. Ирек, имеш: 
– Вәкил, һин Мо­раҡҡа барма, унда һине хоҡуҡ һаҡ­сылары көтә! – тип бармаҡ янай, ти. 
Ҡото осҡан Вәкил ағай ауылға кире һыпыртҡан. Ҡайтып барһа, Ирек күршеһе ҡапҡа алдында ҡар көрәп йөрөй, ти. Тамам алйыған был, ҡайтып капотын асып ҡараһа, двигатель шул көйө урынында, ти. Ирек һаман ҡар көрәй.
Бер тәмәке тартып, уйланып-шаң­ҡып торған да, өйөнә инеп ятҡан Вәкил ағай.
Күп төшөрһәң, күҙеңә Ирек түгел, әллә нимәләр күренер...

Илйәм ИҪӘНГИЛДИН, 
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.

«Осонда ғына торғас,
 төкөрөгөҙ һуң»

Уҡытыусы дәрес алып барған ваҡытта ҡапыл әйтергә теләгән һүҙен онотҡан да ҡуйған. Уҡыу­сыларына:
– Тел осонда ғына тора, ләкин иҫемә төшөрә алмайым, – тип зарланған. Бер уҡыусы:
 – Осонда ғына торғас, төкө­рө­гөҙ һуң! – тип әйтмәһенме.

Үс ҡайтарған

Уҡытыусы бер уҡыусы­һына сиреккә «ике»ле билдәһе сығарған. Был егет мәктәпте бөтөп, тракторсы һөнәрен алып, ауылына ҡайтҡан эшләргә. Көҙ еткәс:
– Ҡырҙан бесәнемде алып ҡайтайыҡ әле, – тип уҡытыусы ағай уға килгән. 
–  Икеңде егеп алып ҡайт! – тип яуап биргән уҡыусы.

Рима ИБРАҺИМОВА, 

Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.



«Бомбят!»

Элек Әбйәлилдең бер ауылында Баба Маша исемле инәй йәшәне. Алама ғына мунсаһы була торғайны. Шунда көн дә яғып ингән була, сөнки мунсаны ныҡ яратты. Шуны ла әйтергә кәрәк: элек кешенең кәртә арты асыҡ булып, аҙбар, мунса айырым ултырыр ине.
Бер юлы Айҙар ағай «ҡырын тейәп» тракторы менән бесәндән ҡайтып килә икән. Йоҡлап киткәндерме әллә күҙе томаланыпмы, әбейҙең мунсаһына төкөгән.
Иҫке мунсаның бер стенаһы емерелеп төшкән. Тап шул ваҡытта йыуынып ултырған Баба Маша ҡото осоп, сыр яланғас көйөнсә, бомбяяяят, тип ҡысҡырып сығып ҡасҡан, ти.
Һуңынан Айҙар ағай, әлбиттә, әбейгә яңы мунса эшләште, тик бик күп йылдар буйы унан, Баба Машаның һөйәре, тип көлдөләр. «Бомбардировщик» тигән ҡушамат та таҡтылар.


М. НАЗАРОВ.
Әбйәлил районы.

Тәртип яратҡан ағай

Бер ағай арыу ғына ҡыҙмаса булып, ҡоймаға тотона-тотона ҡайтып бара икән. Бара-бара күршеһенә килеп еткән дә ҡысҡыра икән: 
– Ғәфүрә килен, ҡапҡаңды яп!
–  Ниңә?
– Килен, яп тигәс, яп!
Ире трактор менән ҡайта, тип көтөп ултырған теге ҡатын бер ни ҙә аңламаһа ла, иҫерек күрше менән һүҙгә килгәнсе, тип япҡан. Теге ағай, о, тәртип, тип ябыҡ ҡапҡаға тотоноп, юлын дауам иткән, иҫән-һау ҡайтып етеп, үҙ йортона инеп ауған.

Иншар АСҠАРОВ.
Стәрлебаш районы,  
Үрге Аллағыуат ауылы.

«Быйма менән туҡманы»

Беҙҙең Рысҡужа ауылында бер инәй йәшәне. Бер көндө ул ауыл хакимиәтенә барған.
– Ирем туҡманы, – тип зарлана, ти. 
– Нисек туҡманы? – тигән ауыл хакимиәте башлығы. 
– Быйма менән һуҡты, – тигән. 
– Эй, быйма йомшаҡ бит, – тип көлгән быныһы. Ә инәй: 
– Әһә, быйма туң ине, – тимәһенме.

Зөһрә МӘҺӘҘИЕВА.
Әбйәлил районы.

Иремде таныманым

Былтыр бәләкәй ҡыҙымдың алама ғәҙәте килеп сыҡты. Яҡындағы магазинға инһәк, ҡыҙым кеҫәһенә берәй бәләкәс кенә тәмлекәс һалып сыға. Ярамай икәнен дә белеп тора. Шунан мин магазиндан сығыр алдынан һәр ваҡыт уның кеҫәһен тикшерә башланым.
Бер көндө кискә табан ике ҡыҙым менән магазинға килдек. Ҡыҙҙар шунда нимәлер ҡарай, мин кассаға сиратта торам. Күҙем күрмәй, күҙлек кейергә яратмайым. Бер ваҡыт оҙон буйлы күн куртка кейгән ир магазинға инде лә, туп-тура атлап минең бәләкәй ҡыҙым янына барып, һөйләнә-һөйләнә ҡыҙымдың кеҫәләрен тикшерә башланы. Мин сиратты ташлап йүгерҙем ҡыҙым янына.
– Мужчина, вы что себе позволяете? Не трогайте моего ребенка! – тип ҡысҡырып ебәрҙем. 
Был ир миңә әйләнеп ҡараһа, үҙемдең ирем булған икән. 
– Ниңә миңә улайтып әйтәһең ул? – ти. Күмәкләшеп көлөштөк тә ҡайтып киттек.

Рүзилә ҠЫҘРАСОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




«Камата тигәс...»
Беҙҙең ауылда Камали исемле уҡытыусы булған. Күрәһең, өлкәндәр бер аҙ тупаҫыраҡ итеп уны «Камата» ҡушаматы менән йөрөткәндәр. 
Бер малай мәктәпкә китеп бара икән.  Уҡытыусыһын күреп ҡалған да: «Камата олатай, киттек мәктәпкә», – ти икән. Ә тегенеһе: «Камата тигәс, олатай тиеүең ни­мәгә?» – тип асыуланған. 
Хәҙер беҙҙә кешегә тәүҙә насарлыҡ эшләп, аҙаҡ ғәфү үтенһәләр: «Камата тигәс, олатай тиеүең нимәгә?» – тип көләләр.

«Атағыҙҙы уҡытыр инем»
Һабантуй бара. Бер әбей ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереүҙә ярышмаҡсы була. Ләкин ҡалаҡты тешләй алмай, сөнки тештәре юҡ. Кешеләрҙе көттөрөп, 5 – 10 минуттай тора был. Судья ҡыҙ асыуланып та, әрләп тә ҡарай, юҡ – һаман китмәй. Булдыра алмағас, теге судья ҡыҙ запастағы ҡалағын, йомортҡаһын алып, ярышты дауам итергә була. Ә инәй ситкәрәк китеп, һаман да ҡалаҡты тешләргә маташа. Булдыра алмағас: «Тешем юҡ, тешем булһа, атағыҙҙы уҡытыр инем», – тип янай. Йәнәһе, берәүҙе лә еткермәй инде артынан. Хәҙер берәй нәмә килеп сыҡмаһа, беҙҙә  «Тешем юҡ, тешем булһа, атағыҙҙы уҡытыр инем», – тиҙәр. 


Гөлбикә ТАНҺЫҠҠУЖИНА,
Ейәнсура районы,
Үрге Муйнаҡ ауылы. 

Телен ҡарға суҡыған
Хрущев заманында кукуруз үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеп, хатта йәш үҫентеләрҙе ҡарға суҡымаһын өсөн баҫыуға ҡарауылсылар ҡуйғандар.
Беҙҙең Зәйнулла олатай ҡарауылсы булып эшләгән сағында, ҡаланан туғандары ҡайта. Кистән ныҡ ҡунаҡ булып икенсе көндө яланда ауырып йөрөй икән. Шул заман уның янына мәрәкәсе Һаҙый олатай килеп сыҡҡан: 
– Ҡайҙа, Зәйнулла ағай, ауыҙыңды ас әле, һинең бәләкәй телең юҡ та баһа. Әллә ныҡ ҡоҫтоңмо? – тигән була икән.
Бер ҡатлы Зәйнулла олатай баҫыуҙа бәләкәй телен эҙләргә тотонған. Ә теле табылмаған.
– Ә, былай булғас, Зәйнулла ағай, һинең телеңде ҡарға суҡып киткәндер, – тип көлгән мәрәкәсе.
Хәҙер бахмурҙан башы ауыртҡандарға «ҡарға телеңде суҡымаһын» тиҙәр.


Ф. Тимербаева.
Күгәрсен районы, 
Бикбулат ауылы.


«Жигули, маһ-маһ...»

Туй төрлө яҡта төрлөсә була. Унда ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә, ҡыҙғаныстары ла етерлек. 
70-се йылдар тирәһе. Йылайыр районы егете менән Баймаҡ һылыуы ҡауыша. Ике яҡтан һөйләшеп, туй көнөн билдәләйҙәр. Бергә йыйылғас, йәштәрҙе ҡотлап, туйға бүләк бирешә башлайҙар. Ауыл ерендә шул күберәк мал әйтәләр инде. Төп ҡоҙалар һыйыр малы инселәй, ә ҡалғандары – хәленән килгәнсә. Һынташ ауылынан Иҫәкәев Хәммәт ағай йәштәрҙе ҡотлағандан һуң уларға, минән “Жигули”, тип һала. Ҡоҙалар аптырап китә, был ниндәй бай ҡоҙа булды әле, тиҙәр. Бергә килгәндәре иһә әллә ни аптырамай, уның телгә бөткәнен беләләр. 
Туй бөткәнсе ҡоҙалар был “бай”ҙы өрмәгән ергә ултыртмай. Шулай булмай ни, ул ваҡытта еңел машина ауылда һирәк күренеш бит. 
Туйҙан ҡәҙер-хөрмәт менән ҡайтып, бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡоҙалар машина алырға килә. Улар килгәс, был хәлде аңлап ала. Урамға сыға ла: “Жигули, маһ-маһ”, – тип этен саҡыра башлай. 
– Бына инде минең туйға әйткән бүләк!
Ҡоҙаларҙың күҙҙәре шарҙай була. 
Шунан бирле беҙҙең яҡта туй булған һайын ошо ваҡиғаны иҫкә алалар. 

А. АЛСЫНОВ.
Йылайыр районы, 
Һынташ ауылы.

«Минән васыят шул»

Ғүмер буйы ауылдың «йәнле анекдоты»  булған Хәмзә бабайҙың вафатына ла байтаҡ ваҡыт үткән. Урыны йәннәттә булһын инде. 
Ауыр һуғыш осоро. Быуындары нығынып та өлгөрмәгән Хәмзә колхоздың ығыш үгеҙен егеп, сатлама һыуыҡта яланда ҡалған бесәнде алып ҡайтырға юллана. Бер көн алда барғанда ныҡ өшөгән егет был юлы ике ҡат һырыған салбар кейеп ала. Ҡалын көрттө йырып, үгеҙ кәрәкле урынға алып барып еткерә. Хәмзә баҫылған бесәнде йоҡҡолай башлай. Ә тиҫкәре үгеҙ, шуны ғына көтөп торған тиерһең, ҡайтыу яғына ыңғайлай. 
«Трр ҙа трр!» – тип, үгеҙ артынан ынтыла егет, тик ҡар ҡалын, өҫтәүенә, ике ҡат һырылған салбар атларға бирмәй. Йәнтәслим ынтылып ҡарай егет – булмай. Ығыш үгеҙ еткермәй ҙә ҡуя бит! Шулай ҙа, алйый-алйый көскә үгеҙҙе ҡыуып етә ул.
Ауылға ҡайтҡас:
– Минән васыят шул – ике ҡат һырыған салбар кейеп бесәнгә бармағыҙ, – ти икән Хәмзә.
Шунан бирле беҙҙә «минән васыят шул» тигән лаҡап йөрөй.

«Толоп колхоз эше түгел»

Төкөрөк ергә боҙ булып төшөрлөк сатлама һыуыҡ. Ауыл ир-егеттәре тракторға сана тағып, колхоз йомошо менән 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Лукьяновкаға юллана. Бөтәһенең дә өҫтөндә – тун, ҡайһыһы фуфайка өҫтөнән толоп кейеп алған икән. Рәхәтләнеп тәмәке төтәтеп китеп баралар, ти, былар. Тик Хәмзә генә иҫке фуфайкала өшөп ултыра. Уның яңыраҡ толоп алыуын белгән берәүһе һорай ҡуя: 
– Хәмзә, ниңә толобоңдо кеймәнең? 
– Һе... мин колхоз эше өсөн толоп алғандыр шул, – тип яуаплай тапҡыр егет.

Рифҡәт ИШЕМЙӘРОВ, 
Ейәнсура районы,
Үтәғол ауылы.

«Твой...»

Урыҫ телендә самалы һөйләшкән бер апай Валентиновка ауылынан район үҙәгенәсә йөк машинаһы каби­наһында ултырып бар­ған. Үҙе менән улын да алған. Шофер, рус ке­шеһе булараҡ, һүҙ баш­ларға уйлапмылыр:
–  Это твой сын? – тип һорап ҡуя.
Апай кеше малай үҙенеке икәнде аңла­тырға теләп: 
– Твой, твой, – тип яуап бирә.
Шофер юл буйына башҡаса һүҙ ҡушмаған. Бәлки, тегенең ауыҙын йомоуы хәйерлегә лә булғандыр.

Ғ. ФАЗЛЫЕВ.
Архангел районы.

Ҡурайсы

Әнүәр ағай һәм Ғәтиәт ағай ҡа­тындары менән күрше ауылға ҡунаҡҡа барған. Өй хужалары был ағайҙар янына ҡунаҡ күрһәтергә тағы ла бер нисә парҙы саҡырған. Һыйланып, әҙерәк ашап-эсеп ал­ғас, ҡунаҡтарҙың бейеүен йә йырлауын һорағандар. Тегеләр оялың­ҡырап ҡалған. Ләкин әҙерәк ҡыҙ­маса булып алған Ғәтиәт ағай аптырамаған.
– Мин ҡурайҙа ғына уйнайым шул, – тигән.
Ул, күрәһең, был ялан яҡтарында ҡурайҙы таба алмаҫтар әле, тип уйлағандыр. Тик хужалар тиҙ генә ҡурай табып килтергән. Ғәтиәт ағай ҡурайҙа уйнай белмәгәс, Әнүәр ағай менән хәйлә ҡорорға булғандар: 
– Ҡурайҙы алып килеүҙәре булыр, һин өҫтөнә ҡоларһың, – тигән Ғәтиәт.
Хужалар «оҫта»ға ҡурай алып килеп тотторған. Теге ауыҙына килтереп терәүе булған, Әнүәр ағай иҫергән кеше булып, ҡурайҙың өҫтөнә ҡолап, уны һындырған. Шунан һуң был ағайға «Ҡурайсы» тип ҡушамат таҡҡандар.

Танымаған

Был хәл бик күп йыл элек булған. Өфөнән килгән вәкил менән район советы башҡарма комитеты рәйесе Кәлимуллин ураҡ барышын ҡарап йөрөгәндә Муллаҡай ауылы янында ком­байндарҙың береһе эргәһендә туҡтайҙар. Унда Ярулла исемле ағай йөрөгән. 
Иҫәнлек-һаулыҡ, эштәр барышы тураһында һорашҡас, район етәксеһе: 
– Мине танымайһыңмы һуң? – тип һорап ҡуя.
– Таныйым, Миҙзәт Кәлиевич, – тип яуап бирә комбайнсы.
– Ә был иптәште таныйһыңмы? – ти район башлығы йәнәшәһендә торған олпат ҡына кешегә күрһәтеп. 
– Бер ҙә күргән кешем түгел, һинең шо­ферыңдыр, – тип яуап бирә Ярулла ағай. 
Һуңынан башҡа механизаторҙар янында  район советы рәйесе Ярулла ағайҙы битәрләп ташлай:
– Анау һеҙҙең туңбашығыҙ Юғары Совет рәйесен танымай!
Ысынлап та, Ярулла ағайҙың «һинең шо­ферыңдыр» тигән кешеһе БАССР Юғары Советы рәйесе Ф. Солтанов булып сыға. Аҙағы билдәле инде – Ярулла ағайға «Туңбаш» ҡушаматын сә­пәйҙәр. Бындай «юғары» исемде, әлбиттә, Юғары Совет теләһә кемгә бирмәйҙер. Асылда иһә Ярулла ағай күпкә аҡыллыраҡ булып сыҡҡан­дыр, ул заманда эйәртенешеп йөрөүселәр күп ине бит...

Ғ. ФАЗЛЫЕВ,
Архангел районы.


«Мин гел глаунай юлдан йөрөйөм»

Әнүәр ағай һәм Ғәтиәт ағай ҡа­тындары менән күрше ауылға ҡунаҡҡа барған. Өй хужалары был ағайҙар янына ҡунаҡ күрһәтергә тағы ла бер нисә парҙы саҡырған. Һыйланып, әҙерәк ашап-эсеп ал­ғас, ҡунаҡтарҙың бейеүен йә йырлауын һорағандар. Тегеләр оялың­ҡырап ҡалған. Ләкин әҙерәк ҡыҙ­маса булып алған Ғәтиәт ағай аптырамаған.
– Мин ҡурайҙа ғына уйнайым шул, – тигән.
Ул, күрәһең, был ялан яҡтарында ҡурайҙы таба алмаҫтар әле, тип уйлағандыр. Тик хужалар тиҙ генә ҡурай табып килтергән. Ғәтиәт ағай ҡурайҙа уйнай белмәгәс, Әнүәр ағай менән хәйлә ҡорорға булғандар: 
– Ҡурайҙы алып килеүҙәре булыр, һин өҫтөнә ҡоларһың, – тигән Ғәтиәт.
Хужалар «оҫта»ға ҡурай алып килеп тотторған. Теге ауыҙына килтереп терәүе булған, Әнүәр ағай иҫергән кеше булып, ҡурайҙың өҫтөнә ҡолап, уны һындырған. Шунан һуң был ағайға «Ҡурайсы» тип ҡушамат таҡҡандар.
Рәхмәтулла бабайҙың ғүмер юлы машина менән айырылғыһыҙ бәйле. Яу юлдарын «полуторка»ла үткән. Ҡайт­ҡас оҙаҡ йылдар «Москвич»та йөрөнө, шунан «Жигули» һатып алды, Бөйөк Еңеү байрамы алдынан техникаһын яңыртырға теләп, район үҙәгенән ҡаҡшауы еткән, номерһыҙ «десятка» ишаратын алып ҡайтты.
Ветераныбыҙ тәүәккәл холоҡло, башкиҫәр рухлы, яндырай әҙәм. Һәр тотонғанын, үҙе әйтмешләй, «саң борҡотоп, ат өркөтөп» башҡарырға ярата, туҡһанын теүәлләһә лә, һис тә бирешергә теләмәй, өҙә баҫмаһа ла, теремек кенә ҡымғырлай. Әбейе лә уның холоҡ-фиғеленә өйрәнеп бөткән һәм күнгән. Шулай булмай тағы, етмеш йылдан ашыу бергә йәшәйҙәр. Һуңғы алған машинаһы сығынлаған аттай өҙлөкһөҙ бер яҡҡа тартһа ла, уны йүнәтергә ашыҡмай Рәхмәтулла, рулен уң яҡҡа шаҡара тартып елдерә. Мөлкәтенә дәүләт номеры һуғыуҙы ла үҙенсә ыңғай хәл итте – ал яҡҡа иҫке «Москвич»ыныҡын беркетте, артҡа уртансы «Жигули»ыныҡын таҡты. «Яттыҡы түгел, әүәле үҙемдең хәләл аҡсаға алғандарҙыҡы», – тип аңлатты ул был зирәк алымын эштең айышына төшөнөп етмәгән томаналарға. Яңыраҡ:
– Олатай, водитель танытмаң бармы ул? – тип һорарға йөрьәт иттем.
– Ә кәк же, һәр нәмәлә теүәл тәртип кәрәк. – Ҡарт белекле төҫтә һуҡ бармағын юғары күтәрҙе. – Һуғыш йылында алған дөкәминт күптән туҙып эшлектән сыҡҡас, хәҙер ветеран танытмаһын ғына ҡулланам. Юлда туҡтата һалып бармайҙар, борсоған хәлдә лә аҙаҡтан теге һөтимәр тоҡомоноҡолар, малай аҡтыҡтары, честь биреп тороп ҡала.
Күптән түгел бабайыбыҙ юлда ҡазалана биреберәк ҡуйҙы. Ауыл юлынан асфальтҡа сыҡҡан ерҙә ниндәйҙер иномаркаға барып бәрелгән. Уны «һөҙгән» «десятка» бирешмә­гән, ветераныбыҙ ҙа һин дә мин имен-аман. Юл хәрәкәте боҙолған ергә инспектор килә һалып еткән дә, бабайыбыҙға ғәйеп тағып:
– Иномарка ехала по главной дороге, Вы нарушили дорожное движение, – ти икән.
– Күреп торам, мосолман балаһыһың, бәс шулай икән, ниңә беҙ үҙебеҙсә, әсә телендә, аңлашмаҫҡа, аралашмаҫҡа тейеш?
– Так принято…
– Принято булһа, урыҫ менән – урыҫса, башҡорт менән башҡортса һөйләш. Беҙҙә ике дәүләт теле иҫәпләнә.
– Виноват, дед…
– Һәммәгеҙ ҙә ғәйеплеһегеҙ, минауатһығыҙ шул. Ниндәй гөрләп сәскә атҡан дәүләтте бөтөрөп, ошо хәлгә ҡалдырсәле! Баш китмәле енәйәт бит был!
– Дед, давайте по существу, – ти икән иномарка хужаһы.
– По существу булһа шул, атаң башын ҡарап миңә килеп бәрелдеңме? Күрмәйһеңме ни, мин килә ятам?! Һин миңә юл биреп, кеселекле баш эйеп, ихлас иҫәнләшеп ҡалырға обязан!
– Яңы ғына инспектор аңлатты бит, төп юлдан мин килгәс, һеҙ туҡтап үткәрергә бурыслыһығыҙ.
– Һин кем, Алланың ҡашҡа тәкәһеме? Көтөп тор, үткәрҙем ти үткәрмәй ҙә! Теләһә ниндәй әтрәғәләмдәр, бурҙар оло юлдан йөрөгән саҡта ветеран ниндәй йүнәлеште тоторға тейеш? Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек һуҡмағын! – тип янып киткән бабайыбыҙ. – Мин ғүмер баҡый глаунай юлды һайланым, унан һис ҡасан, ауыр шарттарҙа ла тайпылманым!
– Һуң, олатай, юл ҡағиҙәһендә шулай яҙыл­ған… – тип мығырҙай икән этеп алып барыуға бирешкән өлкән лейтенант.
– Fәҙеллек ҡағиҙәһен беҙ һуғыш яландарында ҡаныбыҙ менән яҙҙыҡ, бик беләһең килһә. Ул саҡта һин генә түгел, һинең атай-әсәйең дә тыумаған булғандыр әле. Хәҙер был иномаркалағы нарушителде ебәр, тот­ҡар­лама, мин уны ғәфү итәм, ә һин кисекмәҫтән район башлығына шылтыратып, техника саҡырт. Машинамды ҡараштырып, рәткә килтереп бирһендәр! Был маңҡа килеп бәрелгәйне, рулем дә бер яҡҡа тарта башланы, уны ла бер юлы көйләһендәр, сайпылған майҙы, түгелгән яғыулыҡты элекке кимәленә еткерһендәр, бына шу!
Ысынлап та, бер нисә көндән ремонтланған машинаһына ҡырын ята биреберәк ҡайтып төштө Рәхмәтулла бабай. Ана, ул урам тултырып саң борҡотоп килә ята. Сәләмәт кенә була күрһен инде, һайлаған һуҡмағында ла мажараһыҙ ғына йөрөһөн.
Таһир ҠОТОЕВ.

Исемен онотҡан

Бөйөк Ватан һуғышы бара. Бер апаны (беҙҙең яҡта атайҙан оло ир кешене апа, тиҙәр) район үҙәгенә хәрби комиссариатҡа саҡырғандар. Медкомиссия үтеп бөткәс, ул саҡырыу комиссияһы алдына инеп баҫҡан. Апанан фамилияһын һорайҙар икән – әйткән. Исемен һораһалар, был онотҡан да ҡуйған. Ныҡ тулҡынланғанмы, әллә русса исемен тәржемә итеп әйтә алмағанмы, сөнки исемендә өс "ә" хәрефе бар. Ул ваҡытта үҙебеҙҙең ауылда ғына түгел, тирә-яҡтағы ауылдарҙа ла гел башҡорттар йәшәгән. 
– Иди, вспомни свое имя, – тип апаны сығарып ебәргәндәр. Коридорға сығып уйланып ултырған да, күрше ауылдағы йәштәше килеп инеп: 
– ... , һаумы! Һине лә саҡырҙылармы? – ти икән. Апа күрешеп тә тормайынса, ҡапыл ғына тороп, шәп-шәп атлап комиссия эргәһенә кире инеп киткән. Тағы ла исемемде онотоп ҡуймайым, тигәндер.

Мөбәрәк БАТЫРШИН.
Әбйәлил районы.

 

«Ташларға жалко»

Ауылыма хәл белергә ҡайттым. Еңгәй йүгереп йөрөй, мин килгәс, сәй ҡайнатты, өҫтәл әҙерләне. Әйҙүкләп табынға саҡырҙы. Ҡала кешеһенә танһыҡ, тип, өҫтәлгә көршәк менән ҡаймаҡ ултыртты. Йәнәһе, аша, һинең ризығыңа яҙғандыр. Мин сәй эсеүен эстем, ҡаймаҡҡа үрелергә баҙнат итмәнем. Сөнки өҫтәлдә ултырған көршәк ағайҙың балалары бәләкәй саҡта ишек төбөндә йөрөй ине. 
– Еңгәй, нишләп гаршукка ҡаймаҡ һалдығыҙ? – тип һораным еңгәйҙән аптырап.
– Ташларға жалко, – тип яуаплай, иҫе лә китмәй.
Хәҙер өйҙә берәй нәмәне ташларға уйлаһаҡ, еңгәйҙең һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ.


Ғәҙилә СЫҢҒЫҘОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

«Йоҡлайым лутсы»

Беҙҙең бер ағай атын егеп, күрше ауылға клубҡа йүнәлгән. Бер саҡ юлда серем итеп алырға булған. Аты барған да барған. Аҙаҡ ҡайҙа барырға белмәйенсә, ауылды урап ҡайтып килгән. Ағайым арбаһынан башып ҡалҡытып ҡараһа – уттар күренә икән. Был күрше ауыл клубына етеп киләм икән тип уйлап, ҡыуанып киткән. Клубҡа инһә, таныш-тонош кешеләр, ти.
– Ниндәй ауыл был? – тип һорай ағайым.
– Шәрип ауылы, – тигәндәр быға.
Ағайым тамам аптыраған:
– Әй, мин күрше ауылға килеп еттем, тип уйлағайным. Ҡуй, ҡайтып йоҡлайым лутсы...
Хәҙер беҙҙә берәй нәмәнән уңайһыҙланһалар: “Ҡуй, ҡайтып йоҡлайым лутсы”, – тиҙәр.

Гүзәл ӘМИНЕВА.
Салауат ҡалаһы.



Ҡортсолар

Йылым ауылында йәшәгән саҡта булды был хәл. 
Ҡартатайым йәйҙең иң эҫе көндәрендә урмандан солоҡ ҡорто табып ала. Таң менән ул өлә­сәйемде һәм күрше инәйҙе алып, күтәренешеп сығып китәләр. Былар шәл ябынып, бейәләй, кәзәкейҙәр, һырмалы салбар кейә. Йыуан ғына ҡарағай ағасын ҡырҡып ҡолаталар. 
– Бына, исмаһам, бал, – тип бейәләйҙәрен, ҡа­лаҡтарын ялай-ялай һөйләшәләр. Бер заман һажлап ҡорт туҙа башлай бит, малай. Түҙеп кенә тор.
– Ҡастыҡ, ҡорт талап үлтерә бит, – тип өләсәйем иң алдан йүгерә башлай. Артынан күрше инәй төшә. Тик протез аяғын һөйрәп, ҡартатайым ғына тороп ҡала. 
– Эй, бахыр Дауыт, ҡорттан таланып үлә инде. Сатан нәмә ней, торҙо ла ҡалды инде. Дауыт, шәберәк атла, – тип һөйләнә-һөйләнә еңел кәүҙәле өләсәйем юрғалай бирә.
Өләсәй арттан “Ух, уф, ух, уф” тигән тауыш ишетеп, тағы ла шәберәк йүгерә башлай. 
Ҡартатайым таяғын әллә ҡайҙа ташлап, өләсәйҙе үтеп китә лә йылғаға сума. Унан күрмәксе өләсәй менән күрше инәй ҙә һыуға сума.
– Үәт, сатан күп йөрөр ҙә шәп йүгерер, тип бушҡа әйтмәгәндәр икән. Беҙҙең һыуға сумырға баш та етмәй әле, – тип аҙаҡтан өләсәй һөйләй ҙә көлә, һөйләй ҙә көлә.

Бесәндә

Өләсәйем менән ҡарта­тайым ярышып бесән сабалар. Өләсәйем киң итәк­ле күлдәк кейгән. Бакуйҙы сыҡҡандан һуң яныуыс юғала ла ҡуя икән. Туҡта әле, эҙләнеп йө­рөгән­се тип, уны итәгенә төрөп, алдына ҡыҫтырып ҡуя.
Ҡартатай бакуйҙы сыҡ­ҡандан һуң яныуыс эҙләй икән.
– Ҡана, баяғы нәмәне бир әле. Ҡайҙа ул? – тип тирә-яғына ҡарана.
– Мә, мә, – ти ҙә өләсәй, итәгенә йәбешә.
– Уны түгел, яныуыс бир  тим бит, – тип ҡыҙып китә ҡартатай. 
– Бынауындай эш ваҡытында әллә нәмә  уйлай бит әле, ҡартлас. Мә, яныуыс, – тип алдына ырғыта өләсәйем.

Гөлназ ЮНЫСОВА.
Баймаҡ районы,
Ишбирҙе ауылы.

«Ғилминиса әбей һалмаһы булма»

55-се йылдарҙа була был хәл. Ғилминиса инәй яңы өй һалдырып сыҡҡас, ҡалала йәшәгән улы пружиналы койкаһын биргән. Ә урындыҡ эшләргә хәлдәренән килмәгән. 
Ғилминиса инәй һалма бешереп алғас, табаҡ менән койкаға ултыртып эсмәксе була. Тәмләп ҡарағас, ҡатыҡ кәрәге иҫенә төшә лә, тороп китергә самалай. Шул ыңғайы һалма иҙәнгә түңкәрелә. Әбей ныҡ әсенеп, урамда был хәлде һөйләп, карауатты яманлап йөрөй. 
Бынан һуң беҙҙә, койканан торор булһалар (икешәр кеше ултырғанда): “Ғилминиса әбей һалмаһы булма”, – тиҙәр.

Хәсиә ВАРИСОВА. 
Әбйәлил районы,
Яңы Һамар ауылы.

«Ҡурҡам бары Аннанан...»

Элегерәк башҡорттарҙың сит милләт вәкиле менән ғаилә ҡороуына сәйерһенеп ҡарайҙар ине. Шулай ҙа бер ауылдың ағайы Анна исемле урыҫ ҡыҙына өйләнеп, 50 йылдан ашыу бик матур ғүмер итте. Һауыт-һаба шылтырағаны ишетелмәне, шулай ҙа еңгә бик уҫал ғына булғандыр, моғайын. Бер мәл теге ағай район үҙәгенә барғанында, ҡатыны һатырға һөт-ҡатыҡ биреп ебәргән, ти. Баҙар шәп булған, тип һатыуҙан килгән аҡсаны хужа дуҫ-иштәре менән эсеп бөткән дә ҡуйған.
Эскән саҡта күңелле булһа ла, ауылға етәрәк теге ағайҙың башындағы томан тарала төшкән. Өйөнә ҡайтырға ҡурҡып, ауыл осондағы күперҙә тора икән. Ә үҙе һамаҡлай ти:
– Ҡурҡмайым мин Алланан,
Ҡурҡам бары Аннанан...

Изумруд

Үткән йыл эш сәфәре менән республика райондарының береһенә тәүге тапҡыр китеп барабыҙ. Навигаторға әллә нимә булды, бара торған ауылды бөтөнләй күрһәтмәй. Етмәһә бәйләнеш тә самалы: урыны-урыны менән генә тота. Оло юлды үткәс, клуб мөдиренә шылтыратып, дөрөҫ барабыҙмы-юҡмы икәнен һорашып алам. Район үҙәген үтеп 20 саҡрымдай барғас,  машина көтөп торған юлсыны күреп ҡалдыҡ. Туҡтап, ҡайҙа барыуын һораштыҡ. Бәхет бар икән, тап беҙгә кәрәкле ауылдың кешеһе булып сыҡты. Ултыртып, танышып алдыҡ, һөйләшә-көлөшә юл үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Теге егет ауыл башындараҡ төштө лә, мәҙәниәт йортона нисек барырға икәнлеген өйрәтте.
Ҡаршыбыҙға клуб мөдире йүгереп сыҡты:
– Һаумыһығыҙ! Аҙашып, яңылышып йөрөмәһәләр ярар ине, тип хафаланып бөттөм. Ни телефоны тотмай...
– Барыһы ла һәйбәт. Һеҙҙең ауылдан юлаусы бер егетте тап итеп, ултыртып алдыҡ. Бик асыҡ, бик һәйбәт кеше булып сыҡты. Хатта төшкө ашҡа үҙҙәренә саҡырҙы.
– Ҡалай уңайлы булған! Исеме кем ул егеттең?
Ҡапыл да ғына иҫемә төшмәй йонсотто. Ниндәйҙер аҫылташ икәнен беләм инде. Алмас түгел, алтын да.
– Изумруд! – иҫкә төшкәнгә ҡыуанып ҡуйҙым.
– Беҙҙә ундай кеше юҡсы ул... – клуб мөдире аптырап ҡуйҙы.
Ярты көн үткәс, иҫемә төштө лә көлөргә тотондом.
– Рубин – теге егеттең исеме! – миңә башҡалар ҙа ҡушылып көлә башланы.
Ошо яҙма аша Рубин исемле егеттән ғәфү үтенгем килә: сөнки минең насар хәтер арҡаһында уға Изумруд тигән ҡушамат таҡтылар.

«Миңә ул яҡҡа түгел шул...»

Беҙҙең районда ике исемле ауылдар күп. Хәйер, беҙҙә генә түгел, күп яҡта шулайҙыр ул. Ҡайһы саҡта буталсыҡ та булып китә. Бер апайҙың ҡыҙы Бишөйлө ауылына кейәүгә сыҡҡан. Бер нисә ай йәшәгәс, әсәһе ҡунаҡҡа барырға йыйынған. Юл сатында үткенсе машинаға ҡул күтәреп тора. Туҡтаған беренә бара ла:
– Һеҙ ҡайһы ауылға бараһығыҙ? – тип һорай.
– Сәғиткә, апай, – тиһәләр: “Миңә ул яҡҡа түгел шул...” – тип тороп ҡала. Ярай бәхетенә Байыш ауылына барған машина тура килеп, ултырып киткән. Бишөйлөгә килеп еткәс кенә ауылдың рәсми исеме Сәғит икәнен белеп ҡала.

Гөлнур Юлдашева.

«Прописка»ға ҡуйғандар

Саҡмағош районының Тамъян ауылынан Хәлиттең хәләл ефете Хәйбулла райо­нының Вәлит ауылынан ине. Ине тип ни, хәҙер ҙә бар улар, татыу ғүмер итәләр. Хәлит үҙе йор һүҙле, шаян, гармунсы. 
СССР заманы булған, йыл ҡоро килеү сәбәпле, Саҡмағош райо­нында, колхозда бер төркөм йәштәрҙән бригада төҙөп, Хәйбулла районының Маҡан ауылына һалам пресларға командировкаға ебәр­гәндәр.
Был бригадала иң өлкәне булып Хәлит бара. Председатель көлөп:
– Бар, Хәлит, ҡәйнәңде, ҡәйнештәреңде күреп ҡайт, – тип оҙатып ҡала.
Быларҙы Маҡан ауылында бер өйгә урын­лаштыралар. Көндөҙ һалам прес­лайҙар ҙа, кисен йылы өйҙә кәрт һуғалар икән.
Ауылдарҙа ул ваҡытта йәштәр, ситтән ят ир заттары килһә, күмәкләп барып уларҙың хәлен белеп, әҙерәк биргеләп, «пропис­ка»ға ҡуйыу йолаһын башҡарған.
Бер заман Саҡмағош егеттәренә лә эштән һуң өйҙәренә Маҡан егеттәре килеп инмә­һенме! Хәлит яйын табып карауат аҫтына йәшенеп өлгөрә. Шарт та шорт лампочка ярылып китә. Шулай итеп, Саҡмағош йәш­тәрен Маҡан егеттәре «прописка»ға ҡуйып сығып китә. Кемдер ыңғыраша, һыҙлана, ҡайҙандыр лампочка табып ҡуялар.
Бер ваҡыт Хәлит карауат аҫтынан килеп сыға ла өҫтөн ҡағыштырып:
– Минең ҡәйнештәрҙе күрҙегеҙме, әгәр матур йөрөмәһәгеҙ, улар һеҙҙе шулай итәсәк, – тип әйтеп һалмаһынмы.
Бөгөн дә Хәйбулланан ҡунаҡтар килһә, Хәлит еҙнә шул хәлде, әле генә булған һымаҡ, көлә-көлә һөйләп ала.

Йәмил ИЛЕМБӘТОВ, 
Хәйбулла районы,
Төрткән ауылы.

«Был кем күлдәге?»

Мин әле мәктәпкә уҡырға ла бармағайным. Әсәйемә эйәреп, Үрге Сәлим ауылынан (Мәҡсүттән) Тү­бәнге Сәлимгә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Унда бары тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына. Сәй эсеп ултырғанда әсәйемдең яңы күлдәк кейеп килгәнен шәйләнем дә: «Әсәй, был кем күлдәге?» – тип һорайым. Әсәйем: «Тик ултыр», – тип шыбырлай. Ултыра торғас, мин тағы: «Әсәй, был кем күлдәге?» – тип һорайым онотоп. Әсәйем: «Тик ултыр тинем бит!» – тип, тубыҡтан үрҙәрәк урындан бороп семтене. Күҙҙәремә йәш тулһа ла, эштең ниҙә икәнен һаман аңламайым. Һуңынан ғына уның ҡунаҡҡа кеше күлдәген кейеп барғанын белдем...

Ойошҡан һалма

Бер ғаилә ҡунаҡ саҡыра. Килен кеше аш-һыу әҙерләй. Ҡабаланып йөрөп, һалмаһы ныҡ ойоша бының. Ойошҡан һалмаларҙы сүпләп, бер сеүәтәгә айырып ала. Ә элек бөтәһе лә бер табаҡтан ашты ҡул (биш бармаҡ) менән ашаған. Бейем-әбей ҡунаҡтарына: «Ойошҡандары ла бар, ғәфү итегеҙ инде», – тигән була икән. Ҡунаҡтарҙың береһе: «Ойошҡан һалма ашаһаң, сауап була тиҙәр», – тигән. Килен быны ишетеп: «Сауап булһа ни, күп ул ойошҡан һалма», – тип, бер сеүәтә ойошҡан һалманы табаҡҡа килтереп ауҙармаһынмы...
Булат ҒАФАРОВ,
Йылайыр районы, 
Үрге Ғәле ауылы.

Сәсеү ваҡытында
“Башҡорт” совхозының ялан зонаһындағы бүлексәләренең береһендә булған был хәл. Управляющий баҫыуҙа тир түккән тракторсының хәлен белә килә. Ер башында уны көтөп тора икән. Уны күреп, тракторсы туҡтап, һикереп төшөп, ҡулдарын һөртөштөрөп, управляющий менән күрешкән. Управ быға: “Шунан, ҡустым, катковать итеп йөрөйһөңмө?” – ти икән. Егет аптырап: “Юҡ, ағай, бороновать итеп йөрөйөм!” – тип яуаплаған.

Булат ҒАФАРОВ,
Йылайыр районы, 
Үрге Ғәле ауылы.

«Йәшәрмен әле бер үҙем...»

Бер кемгә лә сер түгел: баш­ҡорттар ҡунаҡты йырлап һыйлай. Бер шулай күрше ауылдан килгән ғаилә дуҫтары менән йорт хужаһы ҡунаҡ була икән. Табын – мул, дуҫтары – ихлас. Күңеле булған ҡунаҡ ысын йөрәктән йырлап ебәргән:
– Эх-х, дуҫтарым, дуҫтарым,
Дуҫтарым, дуҫ-иштәрем!
Һеҙ дуҫтарҙан айырылһам....
Ошо урында йырҙың һүҙҙәрен онотҡан да ҡуйған. Бер аҙ ыҡ-мыҡ килеп торғандан һуң:
– Йәшәрмен әле бер үҙем, – тип  тамамлап ҡуйған, ти.

«Йүнле булһағыҙ...»

Ейәнсура районында бер түгел дүрт Муйнаҡ ауылы бар – Үрге, Урта, Түбәнге һәм Малай. Бик һәйбәт, ҡунаҡсыл, уңған халыҡ йәшәй уларҙа.
Шул ауылдарҙың береһенән Хәйбулла районының уҙаманы кәләш алған. Иңгә-иң терәшеп, бик матур ғына итеп 40 йылға яҡын ғүмер итәләр. Әммә йәне көйгән сағында, ағайҙың “пластинкаһы” гел бер төрлө “әйләнә” икән:
– Йүнле булһағыҙ, ауылығыҙға эт исеме ҡушалармы инде? Үтте ғүмерем әрәмгә, эттән таланып...

«Минекен алып торорһоң»

Теш протезлау ҡасан баш­ланғандыр, белмәйем, әммә ауыл еренә ул үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында ғына киң таралды. Оло йәштәгеләр уға “хөкүмәт теше” тигән исем дә таҡты, сөнки ҡайһы бер категория пен­сио­нерҙарына ташламалар ҡаралғайны.
Бер әбей икенсеһенә ҡунаҡҡа килгән. Хужабикә әхирәтен сәй табынына ҡыҫтай икән.
– Ҡуй, сәйләп тормайым. Анау итеңде ашағым килер тағы. Ә мин хөкүмәт тешемде ҡуймағанмын.
– Уға переживать итеп ней. Ултыр, әйҙә, минең теште алып торорһоң...

  Гөлнара САДИҠОВА.

 Ағас бирмәй торған лесник

1979 – 1984 йылдарҙа Йылайыр районында прокурор вазифаһында эшләргә насип булды. Ул ваҡытта райкомдан һәр бер ойошмаға, кеше һанына ҡарап, задание бирәләр ине. Ҡул салғыһы менән кесерткән, сәнскәкте сабып, совхоздарға сенаж тапшырыу бурысы йөкмәтелә. Йыш ҡына транспорт тура килһә, эш урынынан эш кейеме, прокурор формаһы менән өмәгә сығып китә торғайныҡ.
Шундай өмәләрҙең береһендә «Юлдыбай» совхозының Ҡара һаҙ исемле яланында бесән сапҡанда беҙҙән алыҫ түгел ерҙә Ҡашҡар ауылы кешеләре лә бесән эшләй ине. Беҙ туҡтап ял иткән арала улар араһынан бер ир килеп, миңә мөрәжәғәт итте:
– Ағай, һеҙҙең ярҙам кәрәк ине, яңыраҡ өйләнгәйнем. Ә йәшәргә урын юҡ, өй төҙөргә кәрәк. Диләнкә, ағас алырға ярҙам итһәгеҙсе, – тимәһенме.
– Өй төҙөргә ағас кәрәк икән, урман хужалығына бараһың инде, – тип аңлатып ҡарайым, теге мине ишетергә лә теләмәй, үҙенекен ҡабатлап тик тора. 
Шул ваҡыт был тамашаны күҙәтеп торған ҡашҡарҙар шарҡылдап көлөшә башланы, теге ирҙе үҙҙәренең янына саҡырып алдылар. Баҡтиһәң, уны көлкөгә ҡалдырырға булғандар икән. «Ана, анау лесниктан өй төҙөргә ағас һора», – тип минең янға алдап ебәргән икән тегеләр.
Ул йылдарҙа прокуратура хеҙмәт­кәрҙәренең һәм урмансыларҙың форма-кейеме бер төрлө ине. Погондар булманы. Ҡашҡарҙар йәнә теге ирҙе минең янға ебәреп, оҙаҡ көлөштө.
– Ҡуй,  ул тиклем ныҡышма, юҡһа, ул лесник ағайың һиңә диләнкәне үтә күп биреп ташлар, биш йыл ҡырҡҡанда ла ҡырҡып бөтә алмаҫһың, – тип шаярта, ти, шилмалар.

Ғәйзулла ДИҢГЕҘБАЕВ, 
Күгәрсен районы.

«Бисәләрҙең һыу мейелегенә аптырарлыҡ»

Йәш килен мыжыҡ иргә кейәүгә сыҡҡан. Эштән ҡайтһа, шулайт та былайт, тип теңкәһен ҡоротҡан, ти, ире.
Бер көндө: «Инде ни эшләргә?» – тип уйға ҡалған йәш ҡатын. Ире, атын егеп, ҡапҡанан сығып киткәс, ҡайтыуына ҡурҡытмаҡсы булған. Алам-һаламдан бисура эшләгән, уға үҙенең фуфай­каһын, салбарын кейҙергән, башына дебет шәлен ябындырып, ҡапҡа уртаһына һуҙып һалған. Ә үҙе һарай тишегенән күҙәтеп торған. Имеш, үлгән. Ир ҡапҡаны шар асып ҡайтып инһә, ундағы бисураны күреп, бик аптыраған. Атын туҡтатып, бисура эргәһенә килеп: «Ошо бисәләрҙең һыу мейелегенә аптырарлыҡ, баҡсаға ҡуйыр ҡарасҡыны юлға һалып кит­сәле», – тип һалдырған.


Һыймайым, тип  аяғына типкән

Ҡәйнәһе өйҙә юҡта йәш килен ҡайныһына сәй эсермәксе булған. Сәй ҡайнағас, тәм-томдо теҙеп, табынға саҡырған.
Ҡайныһы, ҡулын йыуып, аяҡтарын өҫтәл аҫтына ҡайсылап ҡуйып, сәй эсергә тотонған.
Килен дә, үҙенә сәй яһап, аяҡтарын ҡайсылап тороп ҡайныһының ҡаршыһы­на ултырмаҡсы булған. Аяғын күтәреп, икенсе аяҡҡа һалайым тиһә, өҫтәл аҫтынан ҡайныһының аяғына типкән. Уныһының аяғы иҙәнгә топ итеп төшкән.
Улар, ҡурҡып, аптырап, бер-береһенә тексәйгән, ти. Ҡайны йылмайып ҡуйған, килен дә көлөмһөрәгән.


Рита КИНЙӘЛБАЕВА.
Әбйәлил районы,
Ҡушый ауылы.

 

«З-з-забыл!»

Был хәл Күгәрсен районында, Оло Эйек йылғаһы буйындағы бер ауылда булды. Беҙ үҫмер саҡта, 1960 – 1970 йылдарҙа, Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтыу ҙур ғорурлыҡ һанала ине. Армияға бармай тороп ҡалыу бер үҫмерҙең дә башына килмәгәндер. Унда ниндәйҙер сәбәптән бармай ҡалған егеттәргә ҡыҙҙарҙың да ҡарашы икенсе, кире була торғайны.
Хәтерҙә, 1964 йылда Ғиндулла исемле ауылдашым армияла өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтты. Етешһеҙ генә ғаиләнән булыу сәбәпле, ул башланғыс мәктәпте тамамланы ла артабан уҡыманы, ауыл фермаһында малсылыҡта эшләне, аҙаҡ Совет армияһы сафына алынды. Хеҙмәттән ҡайтҡас, уны танырлыҡ түгел ине, үҫкән, ҡыйыу егеткә әйләнгән. Тик бына башҡортса һөйләшмәй. Уға башҡортса өндәшһәң, йә рус телендә генә яуап ҡайтара, йә булмаһа, өндәшмәй ҙә ҡуя. Аптырағас, ауылдаштары уға:
– Ғиндулла, һин башҡорт егете, нишләп башҡортса һөйләшмәйһең? – тиһә, ул:
– З-з-забыл, – тип кенә яуап ҡайтара. 
Шулай ҙа ике-өс ай үтеп киткәс, Ғиндулла үҙ телендә һөйләшә башланы.

Ғәйзулла ДИҢГЕҘБАЕВ. 
Күгәрсен районы.

«Лушыт закрытый, 
не курит»

Һуғыш ваҡытында ҡышын ат менән Белорет заводына ағас ташығандар. Ул ваҡыт мал бахыр ҙа саҡ күтәртмәй йөрөгән, арыған да инде. Шунда тауға менгән ерҙә берәүҙең кир тураты өйәҙәп йығылған. Тотош ылау туҡтарға мәжбүр булған. Ни булғанын белергә тип ахылдап килеп еткән ылау башлығына:
– Лушыт закрытый, не курит (атым ябыҡ, тартмай), – тип әйткән булды, ти.
Иларһың да, көлөрһөң дә.

«Вас кругом 
диржайтмы?»

Элек бер егеттең мәрйә ҡыҙына күҙе төшкән. Килгән был осрашыуға. Үҙе ҡыйыуһыҙ. Борон егеттәр шундай ине бит, тәүфиҡлы ине. Шунан рөхсәт һорап ҡына ҡосаҡларға булып киткән. Тик һүҙен белмәй икән. Торған-торған да:
– Мужнымы вас кругом диржайт? – тип әйткән булды, ти.

«Я тоже мужился»

Бер егет армиянан ҡайтыуын көтмәй кейәүгә сыҡҡан һөйгәненә хат яҙған (был 1964 йылдар тирәһендә булған хәл):
«Раншы лубимый дивушка! Ты канишна жинилса, а я туже мужилса».
Ул да өйләнгән, йәнәһе.

Гүзәл СИТДИҠОВА.
Өфө ҡалаһы.

Бүректең 
руссаһын онотҡан

Беҙҙең күрше ауылдан ике ҡатын Магнит баҙарына барған. Береһе иренә бүрек һатып алам, тиһә, русса нисек әйтергә белмәй, ти. Иптәшенең дә иҫенә төшмәгән ул һүҙ.
Теге апай ҙа оҙаҡ аптырап тора торғандарҙан түгел ине. Яндарынан уҙып барған урыҫтың башынан бүркен тартҡан да алған.
Урыҫ аптырап ҡарағас:
– Это что? – ти икән апай. Тегеһе:
– Шапка, –  тигән.
Апайыбыҙ көлә-көлә урыҫҡа бүреген кейҙергән дә, бүрек һатып алырға киткән.

«Солнышко!»

Элегерәк Сания ҡоҙасам "городтағы килен"енән өйрәнеп "огонек" яһаған. Көҙгө эштәрҙән бер ни тиклем бушағас, бер төркөм дуҫ-иш, туғандар йыйылып, аттар егеп, тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡҡандар.
Ҡайтҡанда ҡыҙып алған ир-егеттәр аттарҙы йән-фарман ҡыуып, ярыш ойошторған да ебәргән. Ҡоҙасаның ашағандан ҡалған "огонегы" сумканан төшөп ҡалған.
Теге яр һалып ҡысҡыра ти:
– Туҡтағыҙ, солнышко төшөп ҡалды-ы-ы! –  тип. "Огонек" тигәнде онотҡан булған. Хәҙер бөтә таныш-тонош ул ашамлыҡты "солнышко" тибеҙ.

Сәрбиямал ИХСАНОВА.
Өфө ҡалаһы.


«Моя не виноват»

Бер көн беҙҙең ауылға электриктар тикшереү менән килеп төшкән. Кемдеке дөрөҫ үткәрелмәгән, штраф яҙалар. 
Беҙгә килеп етеп киләләр ине, бала-саға һарайҙа йәшендек... Ике ир-ат беҙгә инеп китте лә тиҙ генә сыҡты. 
Барыбыҙ ҙа өйгә йүгерҙек – өләсәй Берлинды алған кеүек йылмайып баҫып тора.
– Нимә һоранылар? – тип һораша башланыҡ.
– Дөрөҫ үткәрелмәгән – штраф, тигәйнеләр. Мин тегеләргә ҡаты ғына итеп яуап биргәйнем, һыпыртып сығып тайҙылар, – тигән була.
– Нимә тинең? – тип көләбеҙ.
– Моя не миноват, мантер миноват, иди вон на мантер ругай, – тип әйттем ти.
Һын ҡатҡансы көлдөк. 

Гөлнур СӘЛИХОВА. 
Мәләүез ҡалаһы.

Ҡуян

Элек Әбйәлил районы ауылдарының береһендә булған хәл. Иртәнге һауындан һуң нимәнәндер һүҙ сығып, ике һауынсы ирешеп китә. Мәҙинә апай үтә йыуаш, кешелекле кеше ине. Ул тын алырға ла ирек бирмәй әрләшкән Фәхерниса апайға:
– Ҡуян, ә һин ҡуян, – ти ҙә шыма. 
Йәнәһе, Фәхерниса апайҙың туғыҙ бала табыуына ишара яһай. Уныһы туҡтарға ла уйламай, ирешә лә ирешә. Ә Мәҙинә апай:
– Ҡуян, – тип әйтеүҙән үтә алмай бахырың.
Һуңынан Фәхерниса апай сығып киткәс, башҡа һауынсылар Мәҙинә апайға:
– Уй, Мәҙинә апай, шәп иттең, тегенең кәрәген бирҙең бит, әй, – ти көлөмһөрәп. Ә ул етди төҫ менән:
– Атыу, шулай итмәй аны, ысын ҡуян булғас һуң, – тигән була, ти. 

Гөлгөнә ЯХИНА.
Әбйәлил районы,
Буранғол ауылы.

“Зараза, һыуыҡ”

Беҙҙең Ибрай ауылының Сәмәр исемле кешеһе бахмурҙан ауырыр булһа, гелән ҡатынын: “Әгәр ҙә баш йүнәтергә араҡы тапмаһаң, Әй йылғаһына төшәм дә батып үләм”, – тип ҡурҡыта икән.
Ҡатыны иренең теләген һәр саҡ үтәр булған. Был хәл йыш ҡабатлана башлағас, ҡатын түҙмәгән, бер саҡ ҡышын иренең янауына ҡаршы килгән. Сәмәр күп уйлап тормай, Әй йылғаһындағы мәке эргәһенә киткән. 
Бара-бара ла артына ҡарай – ҡатыны юҡ. Мәкегә килеп етеп сисенә башлаған, ә ҡатыны һаман юҡ. Сисенеп бөтөп, өмөт менән тағы ауыл яғына баға, ҡатыны күренмәй. Аптырап бер аяҡ осон мәке һыуына тығып ҡарай ҙа: “Зараза, һыуыҡ икән дә, былай туңып үлергә лә була”, – тип тиҙ генә кейенеп, ҡайтып китә.
Хәҙер беҙҙә берәйһе бахмурҙан ауырып интекһә: “Зараза, һыуыҡмы әллә?” – тип ирештерәләр.

Германияла беләләр

Элегерәк булған хәл. Еңеү байрамы алдынан уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөслим олатайҙы осрашыуға саҡыра.
Яугир балаларға һуғыш тураһында һөйләп бөткәс, уҡыусыларҙың береһе: “Мөслим олатай, һуғышта Александр Матросов, Муса Гәрәев булған, уларҙы хатта дошмандар белгән. Батыр яугирҙар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?” – тип һорай.
Шаян Мөслим олатай һүҙен башлай:
– Бер заман атакаға күтәрелдек, фашистар ҡаса, минең алдан йыуан артлы немец йүгерә. Тегене ҡыуып еттем дә, бар көскә арт яғына типтем, фашист әйләнеп ҡараны ла: “Әй, Мөслим ағай, бигерәк ҡаты тибәһең, һуғыш буйына шул холҡоңдо ташламаның”, – тине. Так  что, балалар, мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел (йәнәһе, уны ла фашистар белгән).
Хәҙер беҙҙең ауылда сит яҡ кешеһе үҙҙәренең күренекле шәхестәрен маҡтай башлаһа:
– Беҙҙең Ибрайҙа ла Мөслим олатай бар, уны хатта Германияла беләләр, — тип әлеге хәлде һөйләп көлдөрәләр.

Туңған бензин

Элегерәк Мөслим ҡарт колхоз заправкаһында эшләгән.
Яңы ғына шоферлыҡҡа уҡып ҡайтҡан егет ҡышын биҙрә тотоп заправкаға килә лә машинаһына бензин ҡойоп биреүҙәрен һорай. Мөслим ҡарт:
– Эх, ҡустым, ҡаты һыуыҡ булды бит, бензин туңған шул, – тип шаярта.
Тегеһе биҙрәһен шалтыратып, кире ҡайтып китә. Икенсе көн егет тағы килә лә: 
– Мөслим олатай, ахырыһы, кисә мине алданығыҙ, быйыл ҡышын бензин туңырлыҡ һыуыҡтар булманы шикелле? – ти. 
Хәҙер беҙҙә яңы шоферлыҡҡа уҡып сыҡҡан егеттәрҙән: “Быйыл ҡышҡы һыуыҡтар бензин туңырлыҡ булырмы икән?” – тип шаяртып һорайҙар.

Урал ШАҺИЕВ.
Ҡыйғы районы.
Ибрай ауылы.

“Һыйыр һуйғандар”
Бер саҡ Нәжиптәрҙең күршеһендә һауыт-һаба шалтырап, ҡаты “ел-бурандар” уйнай. Һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан, ауылдағы бөтә яңылыҡты белеп барыусы Ғарифулла ҡарт был хәлде энәһе-ебенә хәтлем белергә тырышып:
– Кисә күршегеҙҙә аҡырып-баҡырышалар ине. Ни булды, улым? – ти.
– Һыйыр һуйғандар, олатай, – ти Нәжип, көлә биреп.
– Йә, элекке көн һыйырҙары бер аяғынан аҫҡап килә ине шул, – тип йөпләй һаңғырау Ғарифулла бабай.
Берәйһе ҡатынына ҡул күтәрһә, ябай ғына беҙҙә “беҙ һыйыр һуйҙыҡ” тип аңлаталар хәҙер. 


“Теге нәмә нишләтә ул?”
Ҡатыны Хәйбуллаға тын алырға ла ирек бирмәй, әрләй ҙә әрләй:
– Бер ҡосаҡ утынһыҙ, бер һәнәк бесәнһеҙ ултыр әле.
– Ҡалайтым һуң? Ошо арала транспорт булыр, тиҙәр, – тип ҡатынын тынысландырырға маташа ул.
– Хәнифә еңгәй, ана, ирһеҙ булһа ла, утынын да, бесәнен дә алдырта.
– Теге нәмә нишләтә ул? – ти Хәйбулла.
– Уныһы нимә тағы?
– Араҡы.
– Ә араҡы эскең килеп киттеме? Эләкмәй торһон. Биш балаңды туйҙырайыммы, араҡы алайыммы?
– Ана шул араҡы булһа, бөтә йомошҡа йөрөйҙәр, – тип аңлатырға тырыша ире.
– Ярар, һин үлһәң, шулайтырмын, – тип ризалаша ҡатыны.
Хәҙер беҙҙә эше бармағандарға: “Ниңә үлмәйһең?” тиҙәр.

Булат МӨЛӨКОВ,
Әбйәлил районы.

Ҡуян
Элек Әбйәлил районы ауылдарының береһендә булған хәл. Иртәнге һауындан һуң нимәнәндер һүҙ сығып, ике һауынсы ирешеп китә. Мәҙинә апай үтә йыуаш, кешелекле кеше ине. Ул тын алырға ла ирек бирмәй әрләшкән Фәхерниса апайға:
– Ҡуян, ә һин, ҡуян, – ти ҙә шыма. 
Йәнәһе, Фәхерниса апайҙың туғыҙ бала табыуына ишара яһай. Уныһы туҡтарға ла уйламай, ирешә лә ирешә. Ә Мәҙинә апай:
– Ҡуян, – тип әйтеүҙән үтә алмай бахырың.
Һуңынан Фәхерниса апай сығып киткәс, башҡа һауынсылар Мәҙинә апайға:
– Уй, Мәҙинә апай, шәп иттең, тегенең кәрәген бирҙең бит, әй, – ти көлөмһөрәп. Ә ул етди төҫ менән:
– Атыу, шулай итмәй аны, ысын ҡуян булғас һуң, – тигән була, ти. 

Г. ЯХИНА,
Әбйәлил районы,
Буранғол ауылы.

Сей ҡаҙы 

Беҙҙең «Айыҡ ауыл – 2021» конкурсында ҡатнашҡанды Африкала ла белгәндәрҙер ул... Бер шулай йыйынып, Баймаҡ районының Аҡморон ауылында урынлашҡан ҡарттар йортона киттек. Ололарҙы ҡыуандырып, концерт ҡуйып ҡайтырға иҫәп.
Иҫке Яңы йыл байрамын бик матур итеп үткәрҙек. Бешеренеп барҙыҡ, өҫтәл әҙерләнек, күстәнәстәр, бүләктәр тараттыҡ. Бейенек, уйнаныҡ, йырланыҡ. Ололар сабый кеүек ҡыуанып, рәхмәт әйтеп, тағы килегеҙ, тип саҡырып, күҙ йәштәре менән оҙатып тороп ҡалды.
Беҙ концерт ҡуйып йөрөп асыҡтыҡ, өшөнөк, юлда туҡтап, үҙебеҙ менән алған ризыҡтан табын йәйҙек. Автобус эсе гөж килеп тора. Бер ағайыбыҙ ҡаҙы бешереп алған. Йыуан, итле генә. Уны матур итеп телә башланылар. Ауыҙҙан һыу ағыҙып, беҙ инде икмәк тотоп алып, ҡаҙы ашарға әҙерләнеп ултырабыҙ.
Ҡаҙыны өләшеп сыҡтылар, беҙ «мәскәйебеҙ ҡойолоп» ах та ох киләбеҙ. Йәнәһе, ҡалай шәп ҡаҙы! Асыҡтырған, килеп-килеп икмәккә ҡушып тороп оҙатылды баяғыны.
Бөтәһе лә ҡаҙы ашау менән мәшғүл. Мин аңлап етеңкерәмәнем. Эй сәйнәйем, эй сәйнәйем, ҡаҙынан алда икмәк әллә ҡасан ебеп төшөп китте, был бирешерлек түгел.
Ауыҙҙан кире сығарып ултырып булмай, алан-йолан ҡарандым да, ултырғыс араһына туңҡая биреп, баяғыны ҡалайтҡанда ла йоторға булдым, арыуыраҡ тын алғайным ҡоғорлай буйлап «ғоңҡ» итеп төшөп китте. Эстән генә «һе-е-е» тинем дә, башҡаларҙы күҙәтәм.
Артта ултырған еңгәм дә өндәшмәй-нитмәй генә «еппәргән» шикелле, күҙе түп-түңәрәк булып аптырап ултыра.
Уртала баҫып торған апай ҡашын төйөп алып, ситырайып китеп ҡаҙыны тартҡылай. Тартҡылай торғас, аптырап, пассажирҙарға әйләнеп ҡараны ла:
– Был ҡаҙы сей түгелме ул? – тип һораны.
Мин ҡаҙыны әллә ҡасан уҡ тәғәйен еренә оҙатһам да:
–  Әллә мин ашаманым әле, – тинем. Ауыҙы иҫ белмәй икән, мәскәй, тип уйлап ҡуймаһындар тип уңайһыҙландым инде. 
Башҡалар ҙа:
– Эйе шул, сей түгелме ул, бешмәгән дә инде, – тип сыуылдаша башланы.
Ҡаҙының хужаһы аптырап китте:
– Бешерҙемсе....
– Юҡсы, бешмәгән!
– Бешмәгән шул...
Өндәшмәй генә сей ҡаҙыны йолҡҡолап маташҡан һәр кем терелеп киткәндәй булды:
– Ыы, бешмәгән...
Баҡтиһәң, ағайыбыҙ ҡаҙыны бешереүен бешергән ул, туңдырам тип морозильникка тыҡҡан да ҡабаланып йыйынып йөрөп, янында ятҡан бешмәгән ҡаҙыны һалып алған.
Беҙ концерт ҡуйғансы ҡаҙы имшегән, шуға матур итеп теленгән. Хәлдең айышына төшөнгәс, илағансы көлдөк.

Зөлфирә ТАҺИРОВА,
Йылайыр районы,
Сәләх ауылы.

«Әтәсе больницала»

Тәлғәт ағай иртәнсәк фермаға килһә, бер малсыһы эшкә сыҡмаған икән. Был зыҡ ҡубып туҙынып, асыуланып йөрөй.
– Ҡайҙа булды был Әғзәм? Хәҙер үк миңә уны табып килтер! – тип икенсе малсыға бойора. Ә тегеһе:
– Әтәсен больницаға алып китте, – ти икән.
– Ул ниндәй больница? Ул ниндәй әтәс? Уттай эш ваҡытында әтәс йөрөтөр саҡмы ни, һуйып ашап ҡына ҡуймай! – тип туҙына хужа.
Был мал ҡараусыһы татар кешеһе, имеш, ул аптырап ҡала – нисек аңлатырға? 
– Ул атасы, әтейсен алып китте бит больницаға, – ти аҡланып.
– Күптән шулай тиҙәр уны. Башты ҡатырып, әтәсе, тип тораһың, – тип шелтәләп ризалашҡан хужа. 
Берәйһе бахмурҙан йә башҡа сәбәп менән эшкә сыҡмай ҡалһа, хәҙер былай тиҙәр: «Әтәсең ауырымағандыр, ич».

Неүәйрә СМАКОВА,
Ишембай районы.

“Мин генә һаңғыраумы тиһәм”

Элегерәк бесән мәлендә булды был хәл. Кисен көтөүҙән алда өлкәндәрҙе өйгә ҡайтарып ебәрҙек тә, беҙ, йәштәр, бер аҙ эшләйек тип, урманда тороп ҡалдыҡ. Эңер төшә башлағас, йәйәүләп ҡайтырға сыҡтыҡ. Бер аҙ барғас, ауылдаш бабай аты менән ҡыуып етеп, арбаһына ултыртып алды. Ат тигеҙ юрта, арба тәгәрмәстәренең тауышына һөйләшкән тауышыбыҙ асыҡ ишетелеп етмәй. Бер аҙҙан олатай, миңә боролоп, «...р (тәүге һүҙе аңлашылманы) ни хәлдә?» – тип һораны. Атайымды һораша икән тип, бик яҡшы, бая үҙҙәрен машинаға ултыртып, ауылға ҡайтарып ебәрҙек, тип яуапланым. Бабай ниңәлер аптырап ҡалды, ләкин бер нәмә лә өндәшмәне. Артабан беҙҙең арала шундай диалог китте:
– Урманға үҙегеҙ менән бергә алып йөрөйһөгөҙмө ни үҙҙәрен?
– А кәк же, унһыҙ бесән эше бармай, ҡалмай ҙа ул өйҙә.
– Бына һиңә! Шуны ҡарап, бер юлы бесән эшләп тә өлгөрәһегеҙме ни?
– Ә ниңә ҡарарға, ти. Салғыһын да, тырмаһын да тотоп, беҙҙән алда бесән эшенә үҙе үк етешә. Олоғайған тиерлеге юҡ әле уның. Етмәһә, һаман руль тотоп маташа.
– ...
Ауылға еткәс, бабай атын туҡтатып, беҙҙе төшөрҙө. Унан йәнә миңә боролоп:
– Мин генә һаңғыраумы тиһәм, һин минән дә яман һаңғырауыраҡ икәнһең, улым! – тимәһенме.
– ???
– Мин бит һинән Мөхтәр түгел, ә «Ҡорттар ни хәлдә?» тип һорашҡайным.
Бына шунда ғына аңлап ҡалдым олатайҙың ниңә юл буйы минең яуаптарға ғәжәпләнеп килгәнен. Ул үҙе, ғүмере буйы оҫта умартасы булып, бал ҡорто тотто. Бер саҡ беҙгә ҡорт күсе бүләк иткәйне. Шуларҙың хәлен һорашыуы булған икән, баҡтиһәң. Олатай күптән мәрхүм, әммә уның менән булған ошо әңгәмә ғүмерлеккә хәтеремә уйылып ҡалды. 

И. САФИУЛЛИН.
Баймаҡ районы.

«Ултыра алмай!»

Тәлғәт ағай һуғыштан ҡайтҡас, бөтә ғүмерен колхозда зоотехник булып эшләп үткәрә. Һәр көн иртәнән кискә ҡәҙәр колхоз малы янында, фермала була. Бына бөгөн дә иртүк эшкә сығып киткән кеше арып-талып һуңлап ҡына иртәнге ашҡа ҡайтып керә. Ә ҡатыны мал-тыуарын ҡарап, ҡош-ҡортон ашатып, быҙауына һөт эсереп, иртәнге ашты әҙерләп, уны көтөп тора. Әле генә күп итеп һөт эскән быҙау ах-ух килеп аласыҡ янында ята икән. Арып ҡайтҡан Тәлғәт ағай:

– Был нишләп бында ята? – ти асыуланып (йәнәһе, ниңә яланға ҡыуылмаған?). Ҡатыны тыныс ҡына:

– Тәлғәт, беләһең бит, быҙау ултыра алмай, шуға ул ятып тора, ултыра алһа, ултырып торор ине, – ти икән.

Хәҙер оҡшамаған бер-бер хәл булһа, лутсы быҙауы ултырһа икән, тиҙәр.

 

Көн яҡтыһы

Тәлғәт ағай һәр эште еренә еткереп, бирелеп эшләй. Ҡыҫҡаһы, бик эш һөйөүсән кеше ул. Эшкә иртә китә, һуң ҡайта. Бер көн уларҙы күрше ауылға ҡунаҡҡа саҡыралар.

Көткән ваҡыт етте, ҡунаҡтар йыйылып бөттө, тик Тәлғәт ағай һаман килеп етә алмай. Хужалар көтөп-көтөп арығас, табынды асып ебәрә. Байтаҡ ваҡыт үтә, көн төнгә ауа, ҡунаҡтар ҡыҙмаса булып алғас, былар килеп етә. Хужа уларҙы һуҡранып ҡаршы ала:

– Был ни хикмәт, Тәлғәт, беҙ көтөп арыныҡ, көндөҙ киләһе урынға, һеҙ төндә киләһегеҙ, хужаны хөрмәт итергә, ҡунаҡҡа ваҡытында йөрөргә кәрәк.

Тәлғәт ағай ҙа юғалып ҡалмай:

– Беҙ көн яҡтыһын юлға әрәм итмәйбеҙ, ә ҡунаҡҡа һәр саҡ төндә йөрөргә кәрәк,  иртәнсәк – эшкә. Беҙ бына ҡараңғы төшкәс килдек, хәҙер төнө буйы гөрләшеп ҡунаҡ булырға ла мөмкин, – тип яуаплай.

Ҡунаҡтар шау-гөр килешеп, табынды дауам итә. Ошонан һуң ауылда «Көн яҡтыһын юлға әрәм итмәйбеҙ» тигән мәҙәк тороп ҡалды.

Неүәйрә СМАКОВА.

Ишембай районы.

«Минекенең ҡулы берәү генә бит!»

Уҙған быуаттың илленсе йылдарында беҙҙең яҡта булған хәл. 
Бер ҡатын бөтә өй-ҡура эштәрен бөтөрөп, арманһыҙ булып, ҡараңғы төшкәс кенә өйөнә инә, ут яҡтыртмай ғына (ул ваҡытта ауылдарҙа электр уты юҡ, шәмгә кәрәсин дә самалы ғына) йоҡларға ята. Ятһа, ире лә йоҡлап ята. 
– Атаҡ, был колхоз келәтенә ҡарауылға бармаған инде, – тип уйлап, ҡатын әүен баҙарына китә.
Бер мәл иренең дәрте ҡуҙғалғанына уянып китә. Ярай, бурыстарын атҡара былар, эш бөткәс, ир тороп, тышҡа сыға... Тәмәке тарталыр, тип уйлай ҡатын. Шул саҡ йәшен һуҡҡан кеүек башына бер уй килә: «Минең Ғәбиҙулланың ҡулы берәү генә бит, һуғыштан өҙҙөрөп ҡайтты, ә әле мине ике ҡуллап иркәләне лә инде?»
Йүгереп тышҡа сыҡһа, унда берәү ҙә юҡ, елдәр иҫкән. Иртәнсәк ҡарауыл­дан ҡайтҡан иренә үҙенең шиктәрен һөйләп тормай бисара ҡатын.

Химик атака

Элек бер осор колорадо ҡуңыҙына дарыу таба алмайынса яфа сигә инек. Дарыуын тапһаң, һиптерергә бер нәмә юҡ, һепертке бәйләп, биҙрәгә манып һибеп йөрөй торғайныҡ. Хәҙер нин­дәйе генә юҡ, һиптер ҙә һиптер.
Бер ағай бына шул юҡлыҡ заманында дарыуын да, һиптергесен дә табып алып ҡайтҡан. Кинәнеп баҡсаһын эш­кәртеп сыҡҡан был. Бәй, баҡса эшкәртелеп бөткән, ә дарыуҙың яртыһы тороп ҡалған... 
– Артып ҡалһа, киләһе йылға тиклем боҙола, – тинеләр һатҡан ерҙә... 
Туҡта, ҡатын, тауыҡтар бетләгән, ти ине, был дарыу уларға ла баралыр ул, барыбер шул бөжәк инде, тип уйлаған хужа. Тауыҡ кетәгенә инеп, химик эшкәртеү үткәрергә тотона был. Ояла баҫып ултырған ҡаҙға ла эләгә химик атака. 
– Бына хәҙер яҡын килеп ҡараһын беттәр минең ҡош-ҡортҡа! Дарыу ҙа исраф булманы, аҡса емеше бит, файҙаға китте! 
Хужа шулай тигән дә, эшен бөтөрөп, өйгә инеп киткән.
Иртәгәһен сығып, баҡсаһын ҡараған – тәртип, ҡуңыҙҙар тәгәрәшеп ята, ти. Тауыҡ кетәгенә инһә – тауыҡтар ҙа теҙелешеп үлеп ята икән... Ҡаҙ ғына нисек ултырған шулай ултыра. хет, быныһы ҡалған, тип төртөп ҡараһа, уныһы ла нисек ултырған, шул килеш ҡатҡан.

«Башҡорт булһағыҙ,
теймәйбеҙ»

Бөрйән районынан колхоз ағас ташый ине. Беҙҙең Аллағыуат егеттәре лә йөк машинаһына тейәлеп бара. Бер ауыл янында быларҙы ҡыҙмаса булып алған егеттәр туҡтата. Машина ишеген асып:
– Башҡорт булһағыҙ, теймәйбеҙ, русса бер генә һүҙ булһа әйтһәгеҙ, иҙмәгеҙҙе иҙәбеҙ, – тип ҡысҡырған тегеләр. Беҙҙекеләр шатланып та өлгөрмәне, ти, беҙҙең старший, Ҡараяр ауылынан әҙерәк башҡортса аңлаған рус егете (аңламаһа, яҡшыраҡ булыр ине лә бит...):
– Зачем? – тине, ти...

«Трактор терапияһы – 2»

Ҡаланан ял көндәрендә ҡайныма ярҙам итергә ҡайтып төштөм. Ул да көтөп торған, кейәү килһә, урманға барырбыҙ, тип...
Автобуста тешем һыҙлап китте бит, хет, башыңды ярғансы бәрһәң дә ундай һыҙлау булмаҫ. Саҡ-саҡ килеп еттем. Ҡайным – донъяның төрлө сағын күргән ҡарт, сырайымды күреү менән, эш нимәлә икәнен аңланы, шул минутта 100 грамм тотторҙо, рәхмәт төшкөрө. Түлке минең теш был дауалау ысулын ҡабул итмәне, тағы ла нығыраҡ ҡотороп китте... Ике усым менән яңаҡты ҡосаҡлап диванда ятам. Аңлайым, ҡайныма минең ҡайтҡан һәр минутым ҡәҙерле, нишләйем һуң? Ултырҙы-ултырҙы ла ҡарт, ниҙер иҫенә төшөп, ҡапыл сығып китте. Биш минуттан килеп инде был.
– Хәҙер, кейәү, йүнәтәбеҙ һинең тешеңде! Ҡараһам, тракторҙың генераторын тотоп ингән был. Был колхозсыларҙың теш һыҙлауын баҫыусы ҡорамал икәнен ишетә белә инем, үҙем ҡулланырмын тип һис тә уйламағайным. Ҡап-ҡара, майға батҡан «теш дауалау» ҡорамалы минең ҡулға тапшырылды, инструктаж үткәрелде...
Бөтә көскә бороп ебәрҙем бит теге әкәмәтте! Мейегә меңәрләгән уҡ  атылды, күҙҙәрҙән йәш атылып сыҡты, аҙаҡтан төтөн еҫе лә һиҙелгән кеүек булды хатта. Ошо мәлдә күҙ алдында ҡайнымдың сырайы хасил булды. Үҙем дә һиҙмәҫтән магнетоны шул яҡҡа осорғанмын... Бер нисә минут иҫһеҙ ятҡандан һуң, яйлап организм терелә башланы. Теш һыҙламай! Икенсе уй – ҡайным ҡайҙа?
Башты күтәреп ҡараһам, алғы яҡтан башын ғына тығып, йылмайып тора.
– Кейәү, ул хикмәтте бит яйлап ҡына әйләндерергә ине, – ти ҡарт. Магнето стенала арыу ғына эҙ яһаған, ярай  ҡайным сос, ялтанып өлгөргән. Ә тештәр ошо хәлдән һуң бик оҙаҡ һыҙламаны, әллә нервылары үлеп бөттө, әллә, шок терапияһы ҡабат­ланып ҡуймаһын, тип ҡурҡтылар, шуртым белһен...

Иншар АСҠАРОВ.
Стәрлебаш районы, 
Үрге Аллағыуат ауылы.

 

Трактор терапияһы
Яҙлы-көҙлө Әхтәрей ағайҙың янбашына һыҙлауыҡ сығып йонсотто. Уң яғында бөтһә – һул яҡ янбашына, һул яғында бөтһә, уң яғына сыға.
Ниндәй генә табипҡа йөрө­мәне, кемдән генә өшкөртмәне, солидол һылап, дегәнәк япрағы ла һалды, икмәк башы эсеп тә ҡараны, үкенескә күрә, бере­һенең дә ярҙамы теймәне.
Йылы май айы, колхоз баҫыуы ситендә ир-егеттәр төшкө аштан һуң көлөшә-көлөшә гәпләшеп ултыра. Тик Әхтәрей ағай ғына ситтә, фуфайкаһын түшәп, һыҙланып ята.
Барыһы ла уның сиренең тарихын белеп бөткән инде. Тик сиҙәмсе Хәнифтең генә ишеткәне юҡ.
– Һе, Әхтәрей ағай, таптың, һыҙлауыҡ та булдымы борсолор нәмә, – тип һүҙ башланы  ул. – Һыҙлауыҡтың үҙәген алып ташлар кәрәк бүтән сыҡмаһын өсөн. Белдеңме?
– Ә нисек?
– Әйҙә, былай итәбеҙ, һиңә «трактор те­рапияһы» ҡулла­набыҙ, – ти ул эре генә.
– Ә нисек ул – «трактор терапияһы»? 
– Мин ДТ – 75 тракторымды ҡабыҙам, һауа һурыу сеткаһын алам да, һин ыштаныңды сисеп, тракторҙың капотына менеп, һыҙлауығыңды һауа һурған торбаға терәһәң булған, үҙәген трактор һурып ала. Һиҙмәй ҙә ҡалаһың, Әхтәрей ағай, – тип аңлата Хәниф.
Ағай аптырап ҡала. Әммә, һыҙлауығы үҙәгенә үткән­лектәнме, әллә Хәнифкә ышаныпмы, бүтән ир-егеттәрҙең хуплауынанмы инде, риза­лашырға ҡарар итә.
Хәниф тракторын ҡабыҙып ебәрә лә, һауа һурыу торба­һының сеткаһын алып, Әхтә­рейгә менергә ҡуша.
Ағай алан-йолан ҡаранып, капот өҫтөнә менеп ултыра ла, ыштанын һалдырып, яйлап ҡына янбашын торбаға яҡы­найта.
Шул саҡ күҙ асып йомған арала трактор шап иттереп Әхтәрейҙең янбашынан эләк­тереп алды ла, ҡара төтөн сығарып, шарт-шорт итте лә һүнеп тә ҡалды. Әхтәрей капоттан һушһыҙ килеп төштө.
Яңы ғына көлөшөп, гәп һатып торған ирҙәр араһында тынлыҡ урынлашты. Барыһы ла йүгереп килеп, Әхтәрейҙе уятырға тип, сат йәбеште. 
Әхтәрей ағайҙың янбашын дауаханала тектеләр. Ватылған трактор двигателе иртәгәһенә йүнәтелде. Сиҙәмсе Хәниф колхоз рәйесенең шелтәһе менән ҡотолдо.
Ә инде ир-егеттәр был «трактор тера­пияһы»н яҙғы сәсеү осоронда йыл һайын көлөп иҫкә ала. Әйткәндән бул­маһын инде, тфү-тфү, бынан һуң Әхтәрей ағай, һыҙлауыҡ­тың нимә икәнен оноттом, тип әле лә ҡыуанып һөйләп ала.

Йәмил Илембәтов.

Хәйбулла районы, 
Төрткән ауылы.


Спирт урлаған

Элек, совет осоронда, завод, фабрика, колхоз-совхоз бул­һынмы, кем ҡайҙа эшләй, шул ерҙән нимә булһа ла урлап алып ҡайтырға тырышыр ине. Хөкүмәт эш хаҡын етерлек түләмәгәс, халыҡ шул хәтлем урлашырға өйрәнде.
Мәрзиә исемле апай Ташкентта «Миконд» тигән хрусталь заводында эшләй ине. Улар хрусталь әҙер булыр алдынан спирт менән йыуалар икән. Был апай ҙа, спирттың яртыһына һыу ҡушып, яртыһын өйөнә алып ҡайтыр булған.
Ҡапҡала һаҡта торған ағайҙарға тотолмаҫ өсөн спиртты кейеп эшләгән резина бирсәткәләренә тултырып, аяҡ араһына бәйләп алып сығалар икән.
Бер ваҡыт Мәрзиә апай бирсәткәһенең аяҡ араһында икәнен онотоп, троллейбуста ултырғысҡа ултыра. Ултырыуы була, аяҡ төбөнә бәйләгән бирсәткә шартлай ҙа ҡуя... Троллейбус эсе спирт еҫе менән тула. Ултырып барыусылар бер-береһенә ҡарашып, кемдән шулай еҫ килгәнен аңламайынса танауҙарын ба­ҫа икән. Мәрзиә апай, осаһы үлтереп әсетһә лә, һи­ҙеп ҡуймаһындар тип, ҡайтып еткәнсе түҙә. Меҫкенкәй, осаһы ғына түгел, аяҡ араһын яндырып, ай буйы эшкә бара алмай, өйҙә ятты.

«Ул минең
үҙемдеке түгел»

Был хәл Мәләүез ҡалаһында булған. 1975 йыл ҡоро килде. Малды, бесән етмә­гәнлектән, бик күп һуялар ине. Мә­ләүез ит комбинатының үҙ эшселәре етмәгәнлектән, баш­ҡа ойошманан да эшселәрҙе унда командировкаға ебәр­гәндәр. Шәкәр заводынан команди­ровкаға килгән Сергей исемле бабай һыйырҙарҙың еленен ҡырҡып бәреп торған. Комбинаттан сыҡҡанда ур­ланған еленде, салбар төбөнә һалып, ҡапҡанан алып сыға икән.
Бер ваҡыт оло ғына еленде салбарына тыҡҡан да, Сергей бабай автобусҡа инеп баҫҡан. Элек ирҙәр кейеп йөрөгән салбар башлыса төймәле була торғайны. Һыйырҙың бер имсәге бабайҙың салбар тишегенән сыҡҡанын билет һатыусы ҡатын күреп ҡалған да, эргәһенә килеп, ипле генә: «Убери!» – ти икән. Бабай уны кире тығып маташҡанда елен­дең икенсе имсәге лә килеп сыҡҡан. Был кеҫәһенән бәке алып, им­сәктәрҙе ҡырҡып алған да, кеҫәһенә һалып ҡуйған. Унан кондукторға ҡарап: 
– Ҡурҡма, ул минең үҙемдеке түгел! – тигәс, ҡатын ҡур­ҡышынан аңын юғалтып йығылған. 

Рәхимә ВӘлиуллина. 
Күгәрсен районы.


Һөтлө бал

«Ҡоро закон» заманы. Бер егет ауылдан ятаҡҡа бер биҙрә һөт алып килгән.
– Ни эшләтәһең шул хәтлем һөттө? Иртәгә әсей бит ул, – тим мин.
– Ә, дуҫ, яңы рецепт өйрәттеләр. әсетке, шәкәр һалаһың да бер аҙнаға ябып ултыртаһың. Һөтө бал була, ҡаймағы сыр булып төшә, әҙер закуска! – ти был. 
Бер аҙна был хикмәтте әпшен-өпшөн итте. Ярай әле студсовет рейд яһағанда аңғарманы. Шәмбелә дискотека алдынан сығарҙы карауат аҫтынан теге ғәләмәтте... Сыры булманы, шулай ҙа баш ауыртырлыҡ булып әсегәйне...

Иншар АСҠАРОВ.
Стәрлебаш районы, 
Үрге Аллағыуат ауылы.


«Бер ни һиҙмәй үҙҙәре»
Беҙ бала саҡта сварщик тигәндәре булманы. Исхаҡ ауылынан бер бабай килеп, самауыр ямай, беләҙектәрҙе йәбештерә ине. Бер өләсәй көмөш һыныҡтарынан ейәнсәренә беләҙек эшләтергә була. Бабайҙың мутлыҡтарын белгән әбей:
– Минең күҙ алдымда эшлә, – тигән. 
Бабай риза булған. Иретеп тора, үҙе һамаҡлап тора икән. 
– Ҡарап тора күҙҙәре лә, бер ни һиҙмәй үҙҙәре. 
Баҡтиһәң, теге бабай беләҙеккә үҙенең тимерҙәрен ҡушып йәбештергән. Был юлы ла уның мутлығын аңғармағандар.


Тәнбикә Йәһүҙина,
Әбйәлил районы.

«Яртыһы – минеке»
Ауылда бер «ҡаты ғына башлы» (һаран) ағай йәшәй, ҡатыны ла шундай уҡ. Бер ваҡыт ағай ауырып киткән, ауыл ерендә тауыҡ сүпләһә лә эш бөтмәй бит инде, эше эшләнмәйенсә тороп ҡалған. Ҡатын өтә генә, ире эшләй алмай.
Уйлаған уйлаған да, кеше яллап эшләтергә булған был. Саҡырған эшсеһен, хаҡын һөйләшеп, ҡул бирешкәндәр. Эшен эшләп бөткәс, ағай эшсеһенә аҡса һуҙған, ҡараһа, аҡсаның ҡап яртыһы юҡ, ти. 
– Эшләгән сағыңда мин һиңә булыштыммы? Булыштым! Тимәк, ярты эштең хаҡы минеке! – тигән хужа.


Миләүшә Ғарипова,
Мәсетле районы.

«Индийский фильм»
78-се йыл. Класташ егеттең әсәһе (мәрхүмә инде) киномеханик булып эшләне. Бер шәмбелә әсәһен ҡунаҡҡа саҡырғандар. Шуға ул беҙгә эшләп торорға ҡушып китте. Аҡсаһын үҙегеҙгә алырһығыҙ, тине. Беҙ дәртләнеп ризалаштыҡ та, тик Ленин тураһындағы бик күңелһеҙ 2-сериялы фильмды килтергәйнеләр.
Оҙаҡ уйлап торманыҡ, «Индийский фильм: ОКЕАН. 2 серия» тип яҙҙыҡ та, клуб алдына афиша элеп ҡуйҙыҡ. Кис бөтөн ауыл клубҡа йыйылған, урын етмәгәс, хатта ҡайһы берҙәре ҡайтып ултырғыс, бүкән тотоп та килгән.
Беҙ билет һатып, залды тыштан ҙур йоҙаҡ менән бикләп, киноны ҡабыҙҙыҡ. Китте бит ғауға. Кемдер кинобудкаға туҡылдатып әрләй, кемдер туҡмарға вәғәҙәләй. Ысынлап та, һуңынан өлкәнерәк егеттәр беҙҙең саңды ҡаҡты, шулай ҙа, иң ҡыуаныслыһы, аҡса бик шәп төшкәйне.


Майшәм ашаған
Элегерәк Иҫке Сибайҙа ятып дауалана торғайнылар. Шунда булған хәл. Бер бабайға шәфҡәт туташы «майшәм» дарыуы бирә икән. Аҙна тирәһе үткәс, бабай унан һорай ҡуйған:
– Ҡыҙым, был биргән дарыуыңды ашайым-ашайым, бер ҙә файҙаһын күрмәйем, – ти икән.


Әхәт ӘМИНЕВ,
Баймаҡ районы, 
Йәнйегет ауылы


«Бағаналар аптыраттылар»
Элегерәк булған хәл. Арыу ғына «тейәгән» ағай төндә «Беларусь» тракторы менән ауылына ҡайтып барған. Оло юлдан килә торғас геүләтеп аҫҡы юлға төшөп киткән. Аҙаҡ һөйләй, ти: 
– Эшкинмәгән бағаналарын юл буйына теҙеп ултыртҡандар ҙа, ҡаршыға килә лә сығалар, килә лә сығалар, ауылға еткәнсе аптыраттылар, әй Беҙҙең яҡта ошо һүҙ лаҡап булып йөрөй хәҙер.

З. БУЛАТОВА,
Хәйбулла районы. 

Аңлатты...
Туҡһанынсы йылдарҙа беҙҙең ауылда бер егет радиотелефон менән урамда һөйләшеп, кеше аптыратып йөрөнө. Өлкәнерәктәр уның нимә икәнен дә белмәй әле.
Бер көндө беҙҙең ҡыҙҙар радиотелефоны булған «текә» егет тураһында хәбәр һата. Мин ҡыҙҙарымдан: «Радиотелефон нимә була ул?» – тип һораным. Эргәмдә ултырған ҡустым: 
– Апай, уҡытыусы башың менән шуны ла белмәйһеңме? Өҫтәлдә радио, ә радио өҫтөндә телефон! – тимәһенме. Ҡыҙҙар йығылып ятып көлдө. Һуңынан нимә икәнен белеп алдыҡ. Иҫкә төшһә, һаман да көлөшөп алабыҙ.

Римма Ибраһимова, 
Хәйбулла районы.

Алданыу

Кискә Шәрип колхоз кө­төүенә ҡушылған һарығын алырға барҙы. Ҡайтып кил­гәндә үҙ йорто эргәһендә тәмәке көйрәткән Нурулланы осратып, уны көлкөгә ҡал­дырырға булды:

– Ҡорҙаш, эш хаҡы иҫәбенән һарыҡ бирҙеләр, әгәр теләһәң, һин дә барып ал!

Икенсе көндө эштән ҡайтып килгән Шәрипкә тағы Нурулла осраны.

– Ҡайҙан киләһең, ҡорҙаш?

– Идараға барғайным һин әйткән йомош менән. Бухгалтерияла һинең һарығың күп­мегә төштө икән тип ҡыҙыҡ­һындым. Баҡһаң, унда һинең һарыҡ алғаныңды белмәйҙәр икән.

Шәрип саҡ көлөп ебәрмәне. Тик Нурулла уға иғтибар ҙа итмәй, хәбәрен дауам итте:

– Бухгалтер ҡыҙ, моғайын, ул рәйестән йә ферма мөдиренән рөхсәт алғандыр, тине лә һинең һарыҡ алғаныңды журналына теркәп ҡуйҙы.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Шәрип шаҡ ҡатты. Йә, Хоҙай, кемделер алдайым тип, үҙем тишек кәмәлә ҡалдым бит, тип бышылданы ла идараға юрғаланы.

 

«Күҙеңдә фонаригың бар бит»

80-се йылдарҙа булған хәл. Зәбих колхоздың ырҙын табағында ҡарауылсы булып тора. игенде кешегә биреү түгел, үҙенә бер күнәк тә алып ҡайтмай. Коммунист, тиер инең, гел дөрөҫөн һөйләп йөрөгәнгә алманылар.

Үҙе һәйбәт кеше, алдаша һәм урлаша ғына белмәй. Бер көндө Зәбихте силсәүит саҡыртып ала. Ғәҙел кеше булараҡ, шунда уҡ ауыл советына йүгерә, ә унда етәксе иптәш күҙендә «фингал» менән ултыра. Көлөргә ярамай, власть кешеһе, бер ғәйепһеҙгә ун биш тәүлеккә ултыртып та ҡуйыр.

– Әйҙә, ултыр, туған, баҫып торма. Кисә һин инеңме ул ҡарауылда?

– Эйе, нимә булған?

– Кешегә һөйләнеп йөрөмә. Ҡош-ҡорттоң еме бөткәйне, шуға берәй тоҡ булһа ла тип барғайным. Бер күнәк тә алып өлгөрә алманым, ҡайҙан килеп сыҡҡанһыңдыр, дөм ҡараңғы ине.

– Шунан?

– Һиҙмәй ҙә ҡалдым, берҙе тондорҙоң, саҡ ҡасып ҡо­тол­дом. Етмәһә, колхоз рәйесенә өндәшәм, милицияға заявить итәм, тип арттан ҡыс­ҡыраһың...

– Ағай, ғәфү ит, таныманым бит. Бер кемгә лә өндәшмәнем, ҡурҡыттым ғына... Күпме әйтәм, исмаһам, бер бағана башына лампочка бороғоҙ, тип.  Колхоз рәйесенән һораһағыҙ, һеҙгә артығы менән бирә бит инде?!

– Юҡ шул, туған! Үҙең беләһеңдер, беҙ уның менән эт менән бесәй кеүек.

– Ярай, бөгөн килегеҙ, күпме кәрәк алып ҡайтырһығыҙ. Тик, ағай, әйтеп ҡуй әле, бөгөн лампочканы бормай торһондар.

– Ниңә?

– Күҙеңдә фонаригың бар бит!..

 

Айныҡ

Ауылда ҡойоп ямғыр яуып үткән. Ерҙә ҙур күләүектәр ята. Кис Фәнил апаруҡ ҡына тө­шөргән Нәзиф ағаһын һөй­рәкләп алып ҡайтып бара.

– Һин, туған, мине эскән, тиһең. Айныҡ мин. Әгәр иҫерек булһам, күптән ошо күләүектең уртаһында ятҡан булыр инем, аңланыңмы... – ти икән Нәзиф.

Ул һүҙҙәрен әйтеп тә бөттө, арты менән күләүеккә барып та төштө...

– Әйттем бит...

– Нимә әйттең?

– Телеңде тый, туған. Мин айныҡ ул. һиңә эскән кешенең ниндәй булғанын күрһәттем генә, аңланыңмы?

– Аңланым, ағай, һин айныҡ у-ул...

 

Хәйер аҡсаһы

Хөршиҙә апайҙы ерләгәндә ҡышҡы селләнең сатнама һы­уыҡ көнө ине. Әхмәт, Әкрәм һәм Ғәли зыяраттан ҡайтҡас, хәйер аҡсаһына өсөһөнә бер «аҡбаш» һатып алды.

– Әйҙәгеҙ, беҙгә барайыҡ, ҡатын да өйҙә юҡ, – тип Әхмәт үҙенә саҡырҙы.

Тегеләр баш тартманы, өйгә инеп ултырҙы. Егеттәр һы­уыҡта туңған араҡыны бер аҙ йылытыу өсөн ҡайнап ул­тырған ҡаҙанға тығырға булды. Әллә ни ваҡыт та үтмәне, Әкрәм ҡаҙандағы «аҡбаш»ты күтәреүе булды, шешәнең төбө уйылды ла төштө. Әкрәм менән Әхмәт бер ҡаҙанға, бер әле генә ватылған шешәгә ҡарап өнһөҙ ҡатты. Ситтәрәк иҫе китмәй генә ултырған бошмаҫ Ғәлиҙең теле сыҡты.

– Хәйер аҡсаһы ине бит... Әйҙә, хәйергә булһын! – тине.

Иптәштәре уның менән килеште шикелле, өндәш­мәнеләр.

 

«Гөлйөҙөм» түгел, «Курага»

Стәрлетамаҡ мәҙәниәт йортонда Гөлйөҙөм исемле апай эшләй ине. Әлеге мәҙәк хәл тап уның менән булған. Бер көндө апай бер сәбәпһеҙ эшкә килмәй ҙә ҡуя. Бер мәрйә хеҙмәттәше уны эҙләй башлай. Асыуы килеп, тегенең исемен дә онота. Аптырап, русса:

– Кураганы күрмәнегеҙме? – ти.

Күптәре тәүҙә аңлап бөтмәй. Әммә аҙаҡ был һүҙҙе кемдер теге апайға еткерә. Мәрйә Гөлйөҙөм апайҙан ғәфү үтенә.

 

«Мин һораманым, ул бирмәне»

Район үҙәгенә йомош менән барған һайын баҙарҙа Рәмис исемле танышты осратам. Һәр саҡ 10 – 50 һум аҡса һорай. Ваҡсыл әҙәм түгелмен, шуға бурысы байтаҡ ҡына йыйылһа ла, мин һораманым, ул бирмәне.

Ләкин һәр нәмәнең сиге була. Районға бер барғанымда тегене осратҡас, былай тинем:

– Рәмис, һин һорама, мин бирмәйем, үпкәләмә!

Хәҙер баҙарҙа тап булһа, өндәшеү түгел, сәләм дә бирмәй. Күңелгә ҡыйын барыбер. Әйтерһең, ул миңә түгел, мин Рәмискә бурыслы кеүек.

 

Һөйәркә

Подъезд төбөндә эскәмйәлә ир-егеттәр менән һөйләшеп ултыра инек. Зөмәрә ханым йүгерә-атлай фатирҙарына инеп китте. Иҫәнләшеү түгел, ауыҙҙы ла асып өлгөрмәнек. Күп тә үтмәне, нисек ингән, шулай атылып килеп тә сыҡты. Үҙе шат, йөҙө ҡояштай балҡый, беҙгә серле йылмайҙы ла юлын дауам итте. Беҙ тағы ла бер нәмә лә аңламай, өнһөҙ ҡалдыҡ.

Һуңынан шул билдәле булды. Баҡһаң, Зөмәрә ханымдың эш урынына кемдер шаяртып шылтыратҡан:

– Ирегеҙ фатирығыҙҙа һөйәркәһе менән ҡосаҡлашып ята.

Шул һүҙгә кемдең асыуы килмәһен дә, кем түҙһен, эш ҡайғыһымы ул ваҡытта.

Зөмәрә ханым ҡайта һәм бына нимә күрә... Ире «ләх» иҫерек, эсеп бөтә алмаған араҡы шешәһен ҡосаҡлап ята.

 

«Ҡатын рөхсәт итмәй»

Рәсим күршеләренә утын ярырға ялланған. Ауылдаштары уны күргәс, аптырап:

– Хәстрүш, тәүҙә үҙеңдекен ярыр инең! – ти.

– Ҡатын рөхсәт итмәй...

– Нисек инде?

– Һиңә араҡы эсереп расходланғансы, үҙем ярам,  ти.

 

Тимербулат МӨХӘМӘТҠОЛОВ.

Стәрлебаш районы,

Ибраҡай ауылы.

 

 

 

 

Тартай теленән таба

Ауылыбыҙға ҡаланан Нәзир исемле ағай ҡайтты. Ҡыҙмаса булып алған ҡунаҡ әйтеп ҡуйҙы:

– Элек ауылда халыҡ матур, татыу йәшәне, хәҙер кешеләр боҙолдо. Ярҙам итеү түгел, бер-береһен күрә лә алмайҙар, бигерәк тә йәштәр.

Үткән ҡайтҡанымда урамға сығып, күп тә атламағанымдыр, ике-өс егет осраны.

Күрешеү урынына минән аҡса һорай йүнһеҙҙәр, әҙ генә «аҡбаш»ҡа етмәй, башың ауыртһа, һалып та бирербеҙ, тиҙәр. Әллә мине улар үҙҙәре кеүек алкаш , тип уйланымы икән...

Ағай нимәлер әйтергә уҡталғайны, арабыҙҙан Фәнир телгә килде :

– Юҡҡа борсолмағыҙ... Бәлки, ағай, һине ҡалала йәшәгәс, аҡсалы кеше, тип уйлап шаяртырға булғандарҙыр.

Ҡапыл ағайҙың көҙгө кеүек йөҙө боҙолдо, егеткә асыулы ҡараны ла:

– Һин ҡайҙан беләһең ни уйлағандарын, әллә уларҙың араһында һин дә бар инеңме? – тине.

Фәнир өнһөҙ ҡалды, аҡланырға һүҙ тапманы.


Тимербулат МӨХӘМӘТҠОЛОВ,

Стәрлебаш районы,

Ибраҡай ауылы.



Хәйер

Бер йомала Яҡшыбикә әхирәтенең хәлен белергә килә. Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ Мәйсәрә әбей «хәлеңде белергә килдем әле» тигәнде «хәйер бирергә килдем әле» тип ишетә лә, ҡасан ғына был хәйерен бирер икән, тип көтә башлай. Тегеһе һаман да аҡсаһын сығармағас, әллә был картуф-фәлән алып килеп, өндәшмәй ултырамы икән, тип тышҡа ла сығып әйләнә. Әҙерәк ултырғас, Яҡшыбикә әбей хушлашып ҡайтып китә. Ә Мәйсәрә әбей, асыуы ҡабарып, үҙ алдына: «Алдаҡсы, хәйер бирәм, тине лә, һүҙгә әүрәп, онотто», – тип һөйләнеп тороп ҡала.

Шунан һуң беҙҙең ауылда берәйһе хәл белеп, сәйгә килһә, хәйер бирергә килдеңме, тип мәрәкәләйҙәр.

 

Күбә һанарға онотҡан

Мортаза олатай бик мәҙәк һәм тапҡыр һүҙле кеше булған. Бер ваҡыт был кәбәнен ҡутарып йөрөй икән. Эргәһенән үтеп барған бер әбей:

– Мортаза, нишләп кәбәнеңде ҡутараһың? – тип шаяртып һораған.

– Ҡойған саҡта күбәһе нисәү икәнен һанарға онотҡанмын. Хәҙер шуны һанап, яңынан ҡоям, – тип яуаплаған бабай.

Хәҙер беҙҙә бесән янһа, күбәһен һанарға онотҡанһыңдыр, тиҙәр.

М. БУРАНБАЕВ.

Баймаҡ районы.

 

Олатай кәңәштәре

Ауылыбыҙҙа элегерәк булған хәл. Яңы өйләнеп донъя көтә башлаған Хәлфетдин: «Нисек йәшәйем икән, олатай?» – ти.

Олатаһы, оҙон аҡ һаҡалын һыйпап:

– Тәүҙә, улым, тырышып эшләп ҡара. Мандый алмаһаң, урлап ҡара. Урлап та, тормошоң яйланмаһа, алдап ҡара, – тигән.

Хәлфетдин олатаһы биргән өс кәңәште тотоп, тырышып эшләй, уңайы сыҡҡанда урлаша, ышанып барыусыларҙы төп башына ултыртҡансы алдап китә. Ағайға «Уңған төлкө» тигән ҡушамат тағып ҡуйҙылар.

 

Ҙур яҫтыҡ кемгә?

Әүәле ауыл ерендә икешәр ҡатын алып йәшәгән ирҙәр була торғайны. Түҙем бирһен Хоҙай уларға! Бөтмәҫ сабырлыҡ бирһен бахыр көндәштәргә!

Эңер төшә. Йоҡлар мәл етә. Ике ҡатын ҙур яҫтыҡ өсөн талашып китә. Ә ҙур яҫтыҡ кемдеке – ир шуныҡы.

Быны күреп торған өй хужаһы яҫтыҡты һыпыра тартып ала ла балта менән урталай сабып ырғыта.

Ҡатындар икеһе лә ауыҙҙарын асып, ҡапыл: «Ой, яҫтыҡ», – тип ыңғырашып ҡуя. Асыуы ҡабарған ир:

– Һеҙгә – яҫтыҡ, мин – башҡа сыҡ, – ти ҙә сығып китә.

Шунан бирле беҙҙә дәртһеҙ егеттәргә, быға яҫтыҡ кәрәкмәй, тиҙәр.

 

Сапҡыс

Ғайсаның ҡатын алыуын күрәһең, ҡатындарының ҡойроғон һыртҡа һалыуын күрмәй ҡалаһың. Уның быға бер ҙә иҫке китмәй, «түшәк» яңыртыуҙан бушамай.

Һәр йыл был ваҡиға бесән  осорона тура килә. Ауыл халҡы быға күнеп бөткән. Ғайса тағы ҡатын алған, тип тормайҙар, Ғайса сапҡыс алып ҡайтҡан, тиҙәр.

Булат МӨЛӨКОВ.

Әбйәлил районы,

Буранғол ауылы.

«Айыу ишетте, үкерҙегеҙме?»

Бесән ваҡыты. Колхоз бесәнселәре көнө буйы эшләгәндән һуң кискеһен ҡыуышта көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп, ял итеп ята. Бер мәл уларҙың янына Фәнүр ағай ах та ух килеп инә һәм ҡысҡырып ебәрә:

– Айыу ишетте, үкерҙегеҙме?

Хәҙер урманда ятҡан ирҙәр үҙ-ара, ныҡ үкермәгеҙ, айыу ҡурҡыр, тип мәрәкәләй.

Рим МӘХМҮТОВ.

Баймаҡ районы.

 

...Һалма!

Элегерәк беҙҙең яҡтарҙа колхозға бесәнде ирҙәр урманда ҡуна ятып эшләй торғайны. Аҙыҡ-түлек бөтә башлаһа, һәр береһе, нимә кәрәклеген белдереп, хат яҙа ла, берәйһен ҡайтарып ебәрәләр. Берәү ошондай йөкмәткеле хат яҙа: «Бисәкәй, шәкәр, сәй, икмәк, тәмәке, һалма».

Ҡатыны сәпсек телендәй генә хатҡа күҙ ташлай, эй, запаслы ла инде бабаҡайым, ҡалай бының бер нәмәһе лә бөтмәгән, тип уйлап, ваҡ-төйәк кенә һалып ебәргән, ти. Бер аҙнанан ире ҡайтҡас туҙына икән.

– Исмаһам, тәмәке булһа ла һалыр инең, кеше араһында оятҡа ҡалдырҙың.

– Атаҡ, үҙең бит, шәкәр, сәй, икмәк, тәмәке һалма, тигәнһең!

– Эй, иҫәр, шуларға ҡушып һалма ла (беҙҙең яҡта ҡырҡылған туҡмасты һалма тиҙәр) ебәр, тип яҙғайным, – тип көлә ире.

Баҡһаң, ҡатыны өтөргә иғтибар итеп тормаған.

 К. ВӘЛИЕВА.

Бөрйән районы.




 «Инәмаркамы, атамаркамы, машина инде!»

Атайымдың юбилейына әҙерләнәбеҙ. Ҡунаҡ­тарҙың күбеһе ҡаланан килә, килеп туҡтаһалар, тәҙрәнән ҡарайбыҙ ҙа, ҡaршы алырға сығабыҙ. Урамға бер машина килеп туҡтаны, әсәйем: «Машина килде, ҡаршыларға сығығыҙ!» – ти. Мин тәүҙә тәҙрәнән ҡараным да: «Был иномарка, беҙгә түгел», – тинем (ул саҡта туғандарҙа иномарка юҡ ине).

Шул ваҡыт әсәйем: «Инәмаркамы, атамаркамы, машина инде, сығығыҙ ҡаршыларға!» – тип әйтмәһенме. Был ваҡиғаға 19 йыл үткән, беҙ әле һаман, ата ни, инә ни, машина инде, тип көлөп алабыҙ.

Светлана ҮҘӘНБАЕВА.

 

«Скатину собирать»

Шулай бер көндө Сәрүәр һәм Сәрби исемле ҡатындар ҡыҙыл бөрлөгән өлгөргән мәлдә емешкә сығып китә. Урман яҡын түгел, шуның өсөн берәй үткенсе машина тотмаҡсы булалар. Ҡараһалар, бер йөк машинаһы килә. Ҡатындарҙы ултырта хужа. Юл алыҫ булғас, урыҫ шофер ҡыҙыҡһынып һорай:

– Что собирать поехали?

Былар бөрлөгәндең русса нимә була икәнен яҡшылап белмәй икән. Шулай ҙа Сәрби тигәне, ҡыйыуланып, аңлатып маташа:

– Скатину, скатину собираем, варенье будет.

Шофер:

– Что за варенье такое? – тигәнгә, улар аптырап тормай:

– Сахар һалып вот так, вот сделаешь, варенье будет! – тип ҡулдары менән болғап күрһәтәләр. Шофер әллә ҡурҡа төшә, әллә әйткәндәрен аңламаймы, башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәҫ була.

Хәҙер беҙҙең яҡта егеттәр бәхәскә инһә: «Нимә, варенье сделаеммы әллә?» – тип бер-береһен ҡурҡыта.

 

«Я не Гариф»

Йәй уртаһында ауыл эшсәндәрен ҡырға бесән эшләргә ебәрә торғайнылар. Әлеге лә баяғы урыҫы ла, башҡорто ла тигәндәй, таңдан тороп, ҡара кискә ҡәҙәр бесән эшләне. Ә кисен трактор арбаһына тейәлешеп ҡайтып төшәләр.

Бер көндө шулай ҡайтып килә былар. Фәйзулла исемле кешенең фуфайкаһына тәмәке осҡоно төшөп, төтәй башлаған. Быны урыҫ ағай күреп ҡалып: «Горишь! Горишь!» – тип яу һалып ҡысҡыра икән. Ә тегеһе, трактор тауышына яңылыш ишетеп, тыныс ҡына яуап бирә:

– Я не Гариф! Я Файзулла!

Хәҙер беҙҙең яҡта һаңғырауҙарға, ишетеп тә ишетмәмешкә һалышҡандарға: «Да, точно не Гариф, точно Файзулла», – тип ҡуялар.

С. ФӘРИТОВ.

Баймаҡ районы,

Сәйғәфәр ауылы.

 

 

«Еҫкә мине...»

Беҙҙең Тәлғәт ағай, милиция органдарында эшләүенә ҡарамаҫтан, бик йыш ҡына, уңайы килеп сыҡһа, тартынып тормай, «төшөрөп» алырға ярата. Шуға күрә күп тапҡыр көлкө хәлгә ҡалғаны бар.

Бер көндө шулай юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса инспектор булып йөрөгән сағында төнгө рейдҡа ҡыҙмаса булып сыға был. КПМ алдында йөрөй торғас, баяғы «йәшел йылан» башына һуҡҡандыр инде, юлда килгән бер йөк машинаһын туҡтата. Машинала килгән егет уны-быны уйлап тормай, алдында таяҡ тотҡан инспекторҙы күреү менән туҡтай һала. Сыҡһа, ни күҙе менән күрһен, иҫерек инспектор тәгәрмәстәренә тибеп, машинаны ҡарап йөрөй. Тәлғәт ағай шофер алдына килеп баҫып, «представиться» итеү урынына,  кәүҙәһен саҡ тотоп, күҙҙәрен аҡайтып: «Нюхай меня», – ти икән. Шофер быға аптырап ҡарап торған да: «Мин һине ни эшләп еҫкәйем, һинең эскәнеңде былай ҙа күреп торам», – тигән.

Баҡтиһәң, беҙҙең ағай, теле көрмәләнеп: «Дуй на меня», – тип әйтер урынға: «Нюхай меня», – тип яңылыш ысҡындырған. Шул хәлдән һуң ауыл йәштәре үҙенә «Нюхай меня» ҡушаматы таҡты.

Ауылда әле лә урамда берәй иҫерек кеше осраһа: «Ана, Нюхай меня килә, нанюхался», – тип мәрәкәләп ҡалалар.

 

Баймаҡ – ҡаймаҡ

Йылайыр районының Юлдыбай ауылын беҙҙең яҡтарға юл йөрөгән кешеләр яҡшы белә. Исеме есеменә тап килгәндәй, ул юлға бик бай. Тап шунан оло юл өскә бүленә лә инде.

80-се йылдар башында була был хәл. Элек бит юл күрһәткестәр бик әҙ була торғайны. Булғандарын да йәштәр  йә бала-саға аҡтарып ташлап бөтөр ине. Бына шул саҡта бер юлаусы Юлдыбайға килеп еткәс, ҡайҙа китергә белмәй торғанда, Һаҡмар буйында бер көтөүсегә юлыға. Ул шул ауыл егете Абдулла була  (үҙе лә бер аҙ мәрәкә кеше булғанға уны исемләп әйтмәйҙәр, Бужа малайы Апуш ти ҙә ҡуялар). Теге юлаусы машинаһынан төшә лә: «Ҡустым, Баймаҡҡа ҡайһы юл?» – тип ҡысҡырып һорай икән. Әллә аралары алыҫ булғанғамы, әллә яңылыш ишетепме, яуап бирәһе урынға Абдулла: «Ҡайҙан алайым мин һиңә ҡаймаҡты? Күрмәйһеңме ни, башмаҡ көтөп йөрөйөм», – тип ҡысҡырып, аты менән йән-фарман сабып килеп етә. Бер нәмә лә аңлап өлгөрмәгән теге юлаусы машинаһына ултырып тайыу яғын ҡарай. Шул хәлдән һуң инде ҡырҡ йыл үтһә лә, был мәрәкә хәл онотолмай, Баймаҡҡа юл тотҡанда белгән кешеләр  иҫкә төшөрөп, көлөшөп ала...

Рәйес ХӘМЗИН.

Йылайыр районы,

Һынташ ауылы.


«Һабантуйға кем бара?»

Бер заман алдар Миндийәр тәмәке көйрәтеп, Миңлекәримдең өйө ҡаршыһында баҫып тора икән. Шунда Сәхипъямал еңгәй үтеп бара, ти. Ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһынмай түҙәме ни: «Ни эшләп тораһың, кемде көтәһең?» – тип һорай икән. Ә тегенеһе уйлап та тормайынса:

– Бына, Кәримде көтәм әле, район һабантуйына алып барырмын, тигәйне. Ашарға инеп китте, – тимәһенме.

– Ә! Ниңә уны башта уҡ әйтмәйһең? Мин дә кеше күреп ҡайтайым әле. Кибеткә инермен, тип аҡса ла алғайным. Шәп булды әле, – тип Сәхипъямал машина кузовына менеп тә ултыра.

Уныһы урынлашыуға Мөшрифә түтәй килеп сыға. Сәхипъямалдан күреп, ул да машина кузовына менеп ҡунаҡлай. Шулай ярты сәғәттә бер машина ҡатын-ҡыҙ йыйылған.

Бына бер заман өйөнән Миңлекәрим килеп сыға. Сыға ла ҡапҡа төбөндә шаҡ ҡатып ҡала.

– Апайҙарым, ни эшләйһегеҙ унда? – тип һорай икән, ғәжәпләнеп.

– Һабантуйға инде... Беҙҙе лә алып бар әле, – ти икән ҡатындар.

– Һуң, ниндәй һабантуй булһын, машинаның тәгәрмәстәре юҡ бит, бүкәндәр өҫтөндә ултыра.

Ҡараһалар, ысынлап та, машина дүрт бүкәндә ултыра, имеш. Ҡатындар Миндийәрҙең тетмәһен тетмәксе итһә, тегенән инде елдәр иҫкән.


Бошонмаҫ кеше

Тимерхан ағай йәш сағында ер һөрөп йөрөй икән. Бер заман шул тирәлә көтөү көткән егет ат менән сабып килә лә быға:

– Тимерхан ағай, ауыл яна. Әйҙә, ҡайтабыҙ! – ти.

Тегеһе тракторын туҡтатып, ауыл яғына ҡарай, ысынлап та, төтөн күренә. Әммә быға иҫе лә китмәй.

– Пускай горит, не моя горит, – ти ҙә, тыныс ҡына тракторына ултырып, ер һөрөүен дауам итә.

Кис етә, ағайыбыҙ һәлмәк кенә атлап,  эштән ҡайтып килә. Урамға етһә, ни күрһен, йортоноң ҡара бүрәнәләре генә һерәйеп ултыра.

Беҙҙең ауылда «не моя горит» тигән лаҡап бына шунан тороп ҡалған.

 

Ахмаҡ һорау

Ғариф бабай ҡартайғансы дыуамаллығын ташламаны. Бер заман иртән иртүк был мунсанан сығып килә икән. Күршеһе күреп ҡалған да:

– Нимә, Ғариф ағай, иртә таңдан мунса яғырға йөрөйһөңмө?

– Юҡ. Кисә һалған баштан ҡатын менән һүҙгә килештек.

– Шунан?

– Шунан ни, ҡыҙып китеп, бисәне өйҙән ҡыуып сығармаҡсы булғанмын.

– Әстәғәфирулла. Сығып киттеме еңгәй?

– Ахмаҡ, үҙемдең мунсала ҡунғанымды күрмәйһеңме ни!

Беҙҙә хәҙер һалмышыраҡ кешегә, мунсала ҡундыңмы, тиҙәр.

Заһит МУРАСОВ.

 

 
Шылған Фәрит

Был хәл Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында була. Атайымдың ағаһы Фәрит бабайым ҡыш көнө сана һөйрәп, ҡултыҡ аҫтына балтаһын ҡыҫтырып, урманға утынға китә. Барып, бер ҡоро ағасты йығам тигәндә генә лесничий килеп сығып, ҡулынан балтаһын тартып ала. Ул рус милләтенән икән. «Как фамилия?» – тигәнгә Фәрит бабай:
– Тотормасов Шылған, – тип яуап биргән.
Теге ҡәләм алып яҙа башлағас, бабай санаһын һөйрәп ауыл яғына һыпыртҡан. Лесник эҙенән юллап, Тәүәкән ауылына килеп сыҡҡан. Идараға барып: 
– Бына Тотормасов Шылғандың балтаһы, штраф һалам, уны бында саҡыртығыҙ, – ти икән.
Рәйес шунда уҡ балтаның тамғаһынан кемдеке икәнен таныһа ла, ауылдашын һатмаған. Рәйестең русса белеме лә самалыраҡ булған. Быға нисек итеп Тотормасов Шылғанды аңлатырға инде, тип, ахыры, өҫтәлдән ҡара һауытын шылдырып күрһәткән: «Ну, бына, шылған да киткән инде», – ти икән. Шунан бирле Фәрит бабайҙы «Шылған Фәрит» тип йөрөткәндәр.

«Самолет бит...»

Бабайымдың йәш сағында ҡатындар менән шаяра торған ғәҙәте булған. Братскиға эшкә барғас та бер татар ҡатынын осратып, бер-ике аҙна шуның менән йәшәгән. Үҙенә фатир йүнләгәс, инәйем менән ҡыҙҙарын алып килергә ҡайтҡан. «Теге бисә тураһында нисек әйтергә? Барғас, күрә бит инде. Нисек тә үҙемә әйтергә кәрәк. Әһә! Әмәлен таптым, самолетҡа ултырғас ҡына әйтер­мен», – тип план ҡорған.
Самолетҡа ултырғас, бабай нисек һүҙ башларға белмәй: 
– Миңнурый, ни бит әле, бына беҙ барғансы, өйҙө әҙерләп, ашарға бешереп торһон... – тигән.
Ләкин инәйем әйтеп бөтөргә ирек бирмәгән:
– Нимә? Тағы бисә таптыңмы? Әйҙәгеҙ! – тип ҡыҙҙарына йыйынырға ҡушҡан. Бабай көлөмһөрәп кенә: 
– Миңнурый, туҡта! Самолет бит, самолет. Нисек һикерәһең? – ти икән.
Хәҙер улар инде гүр эйәләре. Татыу, тыныс, бәхетле ғүмер итеп донъя ҡуйҙылар. 

Л. ҒӘЛИЕВА.
Күмертау ҡалаһы.

«Һабын тәме килә башланы»

Үҫмер ваҡытында Хәммәди бабай: «Әйҙә, япун һуғышы уйнайыҡ», – тип эргә-тирәләгеләрҙең тәҡәтен ҡоротор булған. Шуға ла уға «Япун» тигән ҡушамат таҡҡандар.
Уны ҡарт көнөндә килене Миңнур апай ҡараған. Килене лә бик шаян һәм изге күңелле кеше ине. «Япун» бабайҙың өҫтөндә һәр ваҡыт ап-аҡ күлдәк, ыштан, аяғында ап-аҡ йөн ойоҡ һәм йылтыр үзбәк кәлүше ине. Килене хатта бабайҙың ап-аҡ ыштанына «стрелка» ҡуйып, үтекләп кейҙергән, имеш.
Ауыл магазиндарында алма повид­лоһының яңы күренә башлаған мәле булған. «Япун» бабайҙың килене бер банка повидло алып ҡайтҡан да, самауыр ҡуйып, ҡайныһына:
– Ҡайным, бына алма повидлоһы алып ҡайттым, тәмләп кенә сәй эсеп ал, – тигән.
Бабай тәүҙә балғалаҡ менән повидлоны маҡтай-маҡтай ашаған. Килене:
– Ҡайным, күңелеңә тейер, сәй ҡушып эс, – тиһә лә, повидлоны ғына ашай биргән. Һуңынан ҙур ҡалаҡ һорап алған. Повидлоны маҡтай-маҡтай һаман ашаған, ти. Банка төбөндә генә ҡалғас, «Япун» бабай:
– Килен, был нәмәңде алып ҡуй, һабын тәме килә башланы, – тигән.
Хәҙер беҙҙә был лаҡап һүҙгә әйләнде. Әгәр берәй кеше ныҡ туйһа: «Һабын тәме килә башланы, туйҙым!» – тип әйтә.

Зифа НИҒМӘТУЛЛИНА.
Күмертау ҡалаһы.

«Хоҙайҙың көнө тарынан да күп»

Киң яурынлы, олпат кәүҙәле, юҡ-барға бошонмаҫ, ҡабаланып-ҡарһаланып бармаҫ кеше ине Сабирйән бабай. Беҙ бала саҡта үгеҙ егеп, колхозда яғыулыҡ ташый торғайны.
Шулай бер көндө ауылыбыҙ осондағы Хәҙисә баҫыуында колхозсылар иген сәсә ине. Беҙ ҙә шул тирәлә уйнап йөрөйбөҙ. Бригадир ағайҙың ҡыҙып-ҡыҙып кемделер әрләүенә иғтибар иттек. Баҡһаң, әлеге Сабирйән бабай үгеҙен етәкләп килә икән. 
– Тиҙерәк бул, исмаһам, һине техника көтөп тора ла баһа! – тип ҡысҡырған бригадирға бабай иҫе китмәй генә:
– Хоҙайҙың көнө тарынан да күп. Бөгөн сәсеп бөтмәһәгеҙ, иртәгә лә көн бар, – тип кенә ҡуйҙы. Шул көндән башлап беҙҙең ауылда эшләнеп бөтмәгән эшкә: «Хоҙайҙың көнө тарынан да күп», – тип ҡуялар.

«Үгеҙ үлһә, мин үлмәйем...»
Беҙ бала саҡта Һаҡмар йылғаһы мул һыулы булды, шуға ла яҙ көндәре ныҡ таша. Яҙғы сәсеү бөтмәҫ элек бар техниканы аръяҡҡа сығарып ҡуя торғайнылар. Боҙҙар ағып бөткәс, һал менән халыҡ та теге ярға сыға.
Шулай бер көндө Сабирйән бабайҙы үгеҙе менән аръяҡҡа орлоҡ алып сығырға ҡушалар. Хәҙрәт кисеүендә һал көтөп тора. Сабирйән үгеҙен шунда мендерә. Ҡуҙғалалар былар. Һаҡмар уртаһына еткәс, үгеҙе ниҙәндер өркөп, ситкә тайшана. Һалдағы йөк, бабай, үгеҙ, бер-бер артлы һыуға сума. Сабирйән бабай ярға табан йөҙә башлай. Ә ярҙа торған түрәләрҙең береһе: «Үгеҙҙе ҡотҡар! Үлтерәһең бит!» – тип ҡысҡыра. Ә Сабирйән бабай:
– Үлһен, үгеҙ үлһә, мин түләйем, ә мин үлһәм, кем түләй? – тип яуап бирә икән.

Ф. АМАНҒОЛОВА.
Баймаҡ районы, 
Муллаҡай ауылы.

«Ҡайһыһы дурак?»

Беҙҙең ауылда Абдулла тигән бер ағай була торғайны. Ул һәр ваҡыт: «Мин партия ҡушҡанды эшләйем», – ти ҙә йөрөй ине. Башҡарған эштәре колхозда шул инде: хисапсы, бригадир йә берәй кәзә-һарыҡ фермаһына мөдир була торғайны.
Көҙөн ашлыҡ уңһа, Абдулла ағай: «Үәт, быйыл урожай партия ҡушҡанса булды», – ти. Көндәр ҡоро килеп, яуым-төшөм булмаһа: «Былай партия ҡушмай, был партияға оҡшамай», – ти торғайны.
Партияға ныҡ бирелгән Абдулла ағайҙы бер заман партком секретары итеп һайланылар. Ағайҙың түбәһе күккә тейҙе. Ул хәҙер, КПСС ҡушҡанды эшләйбеҙ һәм партияса йәшәйбеҙ, тип кенә ебәрә.
Бер көндө райком инструкторы килеп етә. Абдулла ағайға «ҡыҙыл мөйөш»тө, клубты йыһазландырып, политбюро ағзаларының портреттарын элергә ҡуша. Аҙаҡ партйыйылыш була, тип хәбәр итә. Нишләйһең, ағай, КПСС ҡушҡанса эшләп өйрәнгән кеше, келәттәрҙә саңланып ятҡан портреттарҙы сығарып, клуб һәм «ҡыҙыл мөйөш» стеналарына йәбештерә. Брежнев менән Хрущевтыҡын бер урынға ҡуя.
Инструктор һәм секретарь йыйылыш үткәрергә килә. Тәүҙә клубты, «ҡыҙыл мөйөш»тө ҡарап сығырға булалар. Абдулла ағай улар артынан эйәрә. Райком секретары Хрущев һәм Брежнев портреттары тәңгәленә еткәс, шып туҡтай ҙа:
– Ә был дуракты кем ҡуйған? – тип Абдулла ағайҙан һорай.
Абдулла күп уйлап тормай: «Уларҙың ҡайһыһы дурак?» – ти...

Мөхлис ИСМӘҒИЛЕВ. 
Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай ауылы.

«Алла бирһә, ишек ас...»

Был хәл аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы осоронда була. Һапаш ауылында Фатима менән Аллаяр туғандарын йыйып, һуғым ашына ултыра. Фатима бешкән итте ашъяулыҡ менән иренең алдына бүлеп өләшергә килтереп ҡуя. Аллаяры нимә һөйләгәндер, Фатимаһы: 
– Алла бирһә, тип әйт, – тигән. 
– Алға килеп ултырған итте «Алла бирһә» тип әйтмәһәк тә ашарбыҙ, – ти икән Аллаяр.
Шул саҡ, ишек дөбөрләтеп, аҡтар килеп инмәһенме.
– Аллаяр, запрягай лошадь! – тип ауыҙ итеп тә өлгөрмәгән итте ашъяулығы менән алып сығып та китәләр.
Бер нисә көндән һуң Аллаяр Кананикольский яғынан төндә ҡайтып төшә:
– Фатима, Алла бирһә, ишек ас! – ти икән, ишеген шаҡып.
Шул ваҡыттан һуң ул гел генә был һүҙҙе ҡушып һөйләр булған. Ул һүҙ әле лә халыҡ телендә йөрөй. Ошо көндә ул ҡарттың ике улы, бер ҡыҙы иҫән.


«Хәмит экзаменда, ат Әғзәмдә»

Ҡорбанғәле бабай ауыл көтөүен көтөшөргә һәр саҡ ейәндәре Хәмит менән Әғзәмде саҡыра. Тегеләре иһә «айт» тигәнгә «һайт» итеп кенә тора, ни тиһәң дә, малайҙар ат йәнле, көнө буйы ат сабыштырырға форсат сыға, икенсенән, кисен рәхәтләнеп тауыҡ бото кимерәһең. Бер йылда көтөү сираты оло ейәне Хәмиттең сығарылыш имтиханына тура килә. Әғзәм малды яңғыҙы алып сыға. Әмәлгә ҡалғандай, иртә менән яр буйында бер һыйыр быҙаулап ҡала. Ун өс йәшлек үҫмер быға иғтибар бирмәйме әллә атҡа әүрәп, күрмәй ҡалғанмы, ни булһа ла, был хаҡта ауылға хәбәр ителмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, игеҙ быҙауҙар үлеп ҡала. Был хаҡта ишеткән һыйыр хужаһы Ҡорбанғәле бабайға килә.
– Бабай, нишләп хәбәр итмәнегеҙ? Быҙауҙар харап булған бит. Көтөүсегә мал ҡарап йөрөтөр өсөн тапшырыла, – тип асыулана икән.
Ҡапыл ҡаушап ҡалған бабай нимә тип аҡланырға белмәй тора-тора ла, елкәһен тырнап, урыҫсалап:
– Һуң, Хәмит экзаменда, ат Әғзәмдә, никак сообщить итеп булманы шул, – тигән. 
Хәҙер инде Йәнбәктә берәйһе сетерекле хәлгә тарыһа, «Хәмит экзаменда, ат Әғзәмдә булды бит» тиҙәр.


Ф. БАҠМАНОВА.
Күгәрсен районы,
Хоҙайбирҙин ауылы.

«Муйынға бәйлә»

Беҙҙең ауылда бөтә ғүмерен колхоз эшенә арнаған, Бөйөк Ватан һуғышының ут-ялҡынын   үткән Шаһыбал исемле ағай бар ине. Әле һөйләнәсәк әкәмәт уның хаҡында.
Яңы ғына өйләнгән Шаһыбал ҡайныһы менән күс ҡундырырға күтәргән умартаны ҡарарға киткән. Барып етһәләр, бәрәкалла, күс ҡунған, тимәк, кейәүҙең ырыҫы бар! Малайлыҡтан сығырға ла өлгөрмәгән кейәүе өйрәнә торһон типтер инде, ҡайныһы ағас башына менеп китә.
Матурлап умартаның кейәһен яба ла, арҡан менән ныҡлап бәйләп, икенсе осон йыуан ғына ботаҡ аша кейәүенә ырғыта:
– Кейәү, муйылға бәйлә!
Ағас япраҡтары шыбырлауы арҡаһында яҡшылап ишетмәгән Шаһыбал:
– Аһ-аһ, ни эшләп муйынға бәйләй, ти, билгә бәйләйемсе, – тип, арҡандың осон биленә бәйләй. Ҡайныһы бәйләгәнен һорағас, эшен башҡарғанды белдерә. Ҡайны кеше умартаны яйлап төшөрә. Инде үҙе төшәйем тиһә, кейәүе эргәһендә тора!
– Аһ-аһ, кейәү, нисек... ҡайһы арала менеп өлгөрҙөң? – тип аптырай ҡайны.
– Муйынға бәйләмәгәнгә рәхмәт әйт әле, ҡайным, – ти икән Шаһыбал.
Баҡһаң, еңел генә кәүҙәле кейәүҙе умарта үҙ ауырлығы менән күтәреп мендергән икән.

Рифҡәт ИШЕМЙӘРОВ. 
Ейәнсура районы,
Үтәғол ауылы.


"Тракторы чепуха ул!"

Бер тракторсы ағай ауылға утын алып ҡайтып килгәнендә йылға кисеүендә йөгө-ние менән бата. Бер нисек тә сыға алмай аптыранып ултыр­ғанында, быны бер егет йөк машинаһында ҡыуып етә. Тракторҙы машинаға тағып һөйрәп сығарырға булалар. Ләкин һөйрәткән саҡта машина тракторҙы яңылыш ауҙара тарта ла ҡуя. Егет, ҡото осоп, йүгереп килһә, ағай кеше бысраҡҡа буялып, һүгенә-һүгенә кабинанан имгәкләп сығып килә. Егет, нишләргә белмәй:

– Ағай, ҡайһы яҡҡа ҡасайым икән? – тип һорай, ти.

– Һиндә ҡасыу ҡайғыһы, атаң башы малай! Ә минең бәлә бында!

– Трактормы?

– Тракторы чепуха ул! Бына өр-яңы туфли әрәм булды!

"Кейәүҙең артына тыҡ"

Был хәл бесән өмәһендә булды. Кискеһен кәрәк-яраҡты йыйып, ҡайтырға йөрөйбөҙ. Ир-ат – эш ҡоралдарын, ҡа­тын-ҡыҙ һауыт-һабаны теүәл­ләй. Еңгәләрҙең береһе: "Бы­нау ҡаҙанды ҡайҙа итергә икән?" – тип һорағас, атайым, уны, ана, кейәүҙең артына тыҡ, тине. Беҙ быны үҙебеҙсә аңлап, урман яңғыратып көлөп ебәрҙек. Атай беҙгә ғәжәп­ләнеп ҡарап ҡуйҙы. Ул ҡаҙанды кейәүҙең машинаһының багажнигына һалырға ҡуш­ҡайны.

"Айыу, тор, Билал килә!" 

Ауылдашыбыҙ Билал олатай (хәҙер мәрхүм) оҫта һунарсы булды. Бер мәл, колхоз һыйырын айыу һуҡҡас, етәкселәр олатайға йыртҡысты юҡ итергә ҡушҡан. Ул һунарға бер иптәшен эйәртеп алып китә. Былар һыйыр үләкһәһе ятҡан ерҙә, ағас башына сарҙаҡ ҡороп, шунда менеп ултыра ла көтә башлай. Бер сәғәт үтә, ике сәғәт – айыу юҡ та юҡ, ти. Көтә-көтә арығас, Билал олатай йоҡлап китә. Иптәше, мылтығын ҡосаҡлап, һаман да тирә-йүнде күҙәтә икән. Бына бер заман ағас-ҡыуаҡтарҙы шатыр-ботор һындырып, ҡара урман эсенән айыу килеп сыға. Теге кеше, ҡурҡыштанмы-ниҙәндер, олатайҙы төрт­көс­ләп: "Айыу, тор, Билал килә!" – тип уята, ти.

"Зам"

Ферма мөдире эш буйынса ҡайҙалыр юлланыр алдынан, малсы егетте юрый ғына шаяртып: "Бында минең урын­баҫарым булып ҡалаһың, ферма менән һин етәкселек итерһең инде", – ти. Теге, бер ҡатлы әҙәм, быға ышана һәм ең һыҙғанып үҙ бурысын үтәргә тотона. Йөрөй икән бик етди ҡиәфәттә, һәр кемеһенә үҙенсә бойороҡ биреп. Һүл­пәнерәк эшләгән хеҙ­мәт­кәрҙәрҙе һүгеп тә ала, ти. Был хатта бер көндө, пинжәк-салбар кейеп, галстук тағып, колхоз идараһына барып инә. Инә лә бик ҡәтғи рәүештә колхоз рәйесенән фермаға кә­рәкле әйберҙәрҙе таптыра башлай. Рәйес башта бик ғәжәпләнә, әлбиттә, шулай ҙа "яңы мө­дир"ҙең кем икәнлеген һо­раша. Быныһы эре генә: "Мин – зам!" – тип яуаплай. Ошонан алып уға "зам" ҡушаматы йәбешеп ҡалған. Шулай ҙа ул фермаға тейешле әйберҙәрҙе ҡай­тар­тыуға өл­гәшкән, тиҙәр.

И. САФИУЛЛИН.

 Баймаҡ районы.


Хәйләһеҙ донъя – файҙаһыҙ

Ауылдашым Рәмзил ағай – үтә мәрәкәсел, шаян ир-егет. Элегерәк уның ҙур хәйлә ҡороп, вузға уҡырға инеүе үҙе ни тора.

Шулай бер саҡ ул Өфөгә, тарих факультетына һынау тоторға барырға була. Тәүге имтиханды ҡабул иткән уҡытыусыларҙың күптәренең урыҫ, берәүһе генә башҡорт икәнлеген белешә коридорҙа. Инеп билет алғас, үҙенең башҡорт телендә һөйләйәсәген белдерә. Уҡытыусылар риза була. Ә уның билетында Персия менән Төркиә араһындағы һуғыш хаҡында һөйләргә ҡушылған икән.

Абитуриент билдәле ваҡытта «әҙерләнеп», бик ышаныслы ҡиәфәттә уҡытыусыларҙың ҡаршыһына килеп ултыра. Һәм ҡыҙып-ҡыҙып һуғыш хаҡында һөйләй ҙә башлай:

– Алла бойорһа, Турция, ошо ҡабул итеү имтиханын, Персия, имен-аман тапшырып сыҡһам, Турцию, һеҙҙе, хөрмәтле ағай, в Персию, Өфөнөң иң затлы ресторанына индереп, Турция, елле генә итеп бер һыйлар инем. Валлаһи әйтәм, Персия. Мин үҙем ауылдан ул, Персию, шуның өсөн саҡырып, һыйлап, Турция, итен, һөтөн, майын күпләп тейәп тә килер инем. Ярай, ағай, һөйләштек, инде эш һеҙҙән ҡала. И в конце-концов победила Турция! – тип яуабын ослап ҡуя абитуриент.

Бер ниндәй тотлоғоуһыҙ, ышаныслы итеп һөйләгән абитуриент башҡа профессорҙарға оҡшап ҡала һәм уны ҡабул итәләр. Үҙ сиратында Рәмзил ағай үҙенә ярҙам иткәнен яҡшылап һыйлай, күстәнәсен дә тейәп килә. Иң мөһиме – ул уҡырға инә!

Роза ӘҘЕҺӘМОВА.

Баймаҡ районы.

 

«Һаҙый, алдап кит әле»

Бүрәнә өҫтөндә теҙелешеп ултырған Зөләйха, Мөғлифә еңгәләр, Ғөбәйҙә апайым алдаҡсы Һаҙый ағайҙы туҡтатып:

– Йә, алдап кит әле! – тип көлөшәләр.

– Ҡайҙа алдап торорға ваҡыт, ана, комплекста он һаталар, тоҡҡа йүгереп ҡайтып барам, – тигән дә юлын дауам иткән тегенеһе.

Еңгәләр өйҙәренән тоҡтарын алып сығып йүгермәһендәрме! Барһалар, ҡоштар сутылдаша ла талғын елгә аҡ ҡайындар япраҡтарын елпелдәтә икән унда. Еңгәләр ни асыуланырға, ни үпкәләргә белмәй. Шунда ғына төп башына ултырғандарын аңлайҙар.

Нәғимә СӘҒИТОВА,

Көйөргәҙе районы,

Отрада ауылы.

 

«Баяғы һүҙеңде ҡабатла әле...»

Элегерәк булған хәл. Ат менән Ырымбурға барған саҡ. Үрге Бабалар ауылына килен булып төшкән Маһикамал бер төркөм ҡатын менән баҙарға барған. Һәр ваҡыттағыса, знакумдарына сәйләргә ингәндәр, ти. Ул ваҡытта ырымбурҙарҙа ҡыҫтап сәй яһау ғәҙәте булмаған. Хужа:

– Килтер, Маһикамал, тағы берәрҙе эс әле, – тигән.

Тегеһе:

– Булды, булды, – менән сикләнгән.

Бер аҙ ваҡыт үткән. Ҡатындар менән хужалар гөрләшеп сәй эсә икән. Көлөшәләр, мәҙәк хәлдәр һөйләйҙәр, ти. Маһикамал ултыра торғас, хужаға:

– Баяғы һүҙеңде бер ҡабатла әле, – тигән, имеш.

А. БУЛАТОВА,

Көйөргәҙе районы,

Үрге Бабалар ауылы.

 

«Йыуатҡан»

Фәриҙә менән Нәғимә апай ферманан эштән ҡайтып килгәндә колхоз рәйесе быларҙы берәр литр һөт менән фаш итә. Фәриҙә апай, әхирәтенең уфтанып торғанын күреп, үҙенсә йыуатырға теләй:

– Нәғимә, ул тиклем борсолма. Беҙ нимә инде, ярай әле, бәхетенә күрә, Гөлсимә ял итә. Ул булһа, тоғо менән фуражын да йөкмәр ине.

 

«Һатманым»

Ферма мөдире икенсе көнөнә эшкә килгәс, мал ҡараусы булып эшләгән Вәлитте һорау менән ҡаршы ала:

– Дөрөҫөн генә әйт әле, ҡурҡма, кисә бер тоҡ фуражды кемгә һаттың?

– Нимә һөйләйһең? Аңламайым, – ти Вәлит, ғәжәпләнгәндәй.

– Алдашма!..

– Әйттем бит, юҡ, һатманым.

– Үрге ос Сәкинәгә алып барманыңмы ни?..

Теле осонан ысҡынған һүҙҙе Вәлит үҙе лә һиҙмәй ҡалды:

– Сәкинә өйҙә юҡ ине, Әсмәләргә илттем...

Тимер МӨХӘМӘТ.

Стәрлебаш районы,

Ибраҡай ауылы.

 

«Ҡоҙау, сәлтәне пәлтәй!»

Нуҡай ауылы яҡтарында булһа кәрәк, ике ҡоҙағый ғүмер иткән. Бик татыу булған улар, тормоштоң ағына һөйөнөп, ҡараһын күрмәҫкә тырышып йәшәгәндәр. Берҙән-бер көндө йәшерәге олоһона ашығып килеп инә. Ҡапҡанан инешләй күҙенә салына: ихаталағы бауға йыуып эленгән пәлтәне быҙау сәйнәй.

Йәш ҡоҙағый инешләй үк һөрән һала:

– Боҙағый, ҡоҙауығыҙ сәлтәңде пәлтәп тора!

 

«Ҡаумы, Сауый!»

Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында элек колхоздың бик бай йәшелсә-емеш баҡсаһы булған, тиҙәр. Нимә генә үҫмәгән унда! Берҙән-бер көндө бер инәй, аҙ булһа ла ҡайнатма ҡайнатырға уйлап, унда ҡарағат йыйырға бара. Баҡса ҡарауылсыһы Ҡауый ҡарт күрмәһен өсөн йәшеренеп кенә ҡыуаҡ төбөнә сүкәйеп, емеш тирә. Тик үткер күҙле ҡарауылсы ла йоҡламай, үҙ эшен теүәл үтәй: һаҡ ҡына “ҡараҡ” янына барып та баҫа.

“Енәйәт” урынында тотолған татар инәй ҡаушауынан саҡ ҡолап китмәй, шулай ҙа тороп баҫып, “Ҡаумы, Сауый!” – тип сәләм бирә.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Күгәрсен районы,

Мораҡ ауылы.

 

«Уҡый-уҡый сүрә ҡалманы»

Элек, кешенең һыуытҡысы юҡ саҡта, ҡаймағын, сөпрәһен, хатта әсегән балын да мөгөрәптә һаҡлай торғайнылар. Шәрифә инәй бабайына мөгәрәпкә яңы баҫҡыс яһарға кәрәклеге тураһында гелән әйтеп килгән. Ләкин бабай: «Иртәгә яһармын әле», – тип, гелән һуҙа икән. Бер көн Ғәзизйән бабай мөгәрәптән әсе бал алып тәмләп ҡарарға була. Тик серек баҫҡыс түҙмәгән – һынып киткән, бабай төпкә осҡан. Иң тәүҙә, бал да эргәлә генә булғас, бик ҡайғырмаған был. Шулай ҙа, көн кискә ауышҡас, бик өшөгән, тик сыға алмаған. Көтөү төшөп, һыйырын һауғас ҡына Шәрифә инәй уны барып тапҡан. Эштең айышын аңлап, саҡ һөйрәп сығарған быны. Бабай ҡалтырана-ҡалтырана былай ти икән: «Уҡый-уҡый сүрә ҡалманы, теләй-теләй теләк ҡалманы. Ни йәнең менән түҙеп ултыраһың, Шәрифә, шәл бәйләп?!»

Хәҙер кеше берәй хәлгә тарыһа, уҡый-уҡый сүрә ҡалманы, тиҙәр.

Г. ДӘҮЛӘТБӘКОВА.

Ейәнсура районы.

 

«Мунсаның эсен күрһәт!

Һәр ауылдың мәҙәк кешеләре була. Хәҙер мәрхүм инде, беҙҙең ауылда Хаммат ағай була торғайны.

Киномеханик булып эшләйем. Балаларға рөхсәт ителмәгән «Дом и хозяин» фильмы бара. Бер күренеш: ире мунса ишеген асып, ҡатынынан һалҡын һыу һорай. Уныһы эргәләге йылғанан һыу алып килеп биргән ваҡытта, ире биҙрәһе-ние менән мунса эсенә һөйрәп ала. Шунан һуң икенсе күренеш башлана.

Күп тә үтмәй, кино будкаһының ишеген дөбөрләтәләр. Хаммат ағай яу һалып ҡысҡыра: «Иршат, дауай мунсаның эсен күрһәт»!

Иршат ИХСАНОВ.

Әбйәлил районы,

Рыҫҡужа ауылы.

 

«Янғантау»ың ары торһон!»

Бынан 10 – 15 йыл элек эскелеккә ҡаршы ҡаты көрәш башланғайны. Магазинда «зәм-зәм» һыуы булмағас, күп кеше әсе бал ҡоя торғайны. Саҙрый еҙнәй ҙә бер феләк бал әсетә. Әсеп еткәс, «дегустация» үткәреү маҡсатында бер ярты литрлыҡты күтәреүе була, – тәҙрәнән ҡыҙыл фуражкаларҙың өйгә инеп килеүен күреп ҡала. Ни эшләргә? Әгәр  әсегән балды күреп ҡалһалар, протокол төҙөйәсәктәр, мул ғына штраф сәпәйәсәктәр, етмәһә, район гәзитендә лә «маҡтаясаҡтар», тигән уй үтә уның башынан.

Аптырап ҡалмай был: тиҙ генә салбарының балағын күтәрә лә, ойоғон да сисеп тормай,  аяғын мискәгә тыға. Килеп инә теге иптәштәр. Бөтә өй эсе әсе, һаҫыҡ  еҫ менән тулған, берәү аяғын ҙур ғына бал һауытына тығып ултыра. Иҫерек һымаҡ та түгел, тик ауыҙы ғына ҡолағына еткән.

– Ни эшләп ултыраһың, ағай? – тип һорауҙарына Саҙрый еҙнәй:

– Бына, ҡустылар, аяҡ һыҙлап, тәҡәтте ҡорота бит, табиптар кәңәше буйынса дауаланып ултырам әле. Әсе бал һыҙлауҙы баҫа, аяҡта йыйылған һары һыуҙы ла һура, «Янғантау»ың ары торһон! – тип яуаплай.

Тегеләр нишләһен, үҙенең отҡорлоғо менән ҡотолдо бит был, тип көлөшөп сығып китәләр.

 

Фәрүәт ХИСМӘТУЛЛИН.

Бөрйән районы,

Яңы Монасип ауылы.

 

 

Яңы мода

70-се йылдар аҙағында ауылға Себерҙә эшләгән Ғәлимйән исемле егет ҡайтты. Ул магазинға араҡы алырға инә. Унда шул йылдарҙағы ғәҙәти хәл – бисәләрҙән торған оҙон сират. Ирҙең өҫтөндә – һүрәтле футболка һәм беҙҙең яҡтарға модаһы килеп етмәгән лампаслы спорт салбары. Бисәләр баштан-аяҡ егетте күҙәтә (кеше Себерҙән ҡайтҡан бит). Теге араҡы ала ла, рәхмәт әйтеп, сығып китә. Шул ваҡыт магазинда йыйыштырыусы булып эшләгән Сәлиха инәй:

– Дә-ә-ә, элек кешеләр Себергә барып, машиналыҡ аҡса эшләп ҡайта торғайны, ә беҙҙең Ғәлимйән салбарлыҡ та эшләй алмаған икән. Ҡустыһының салбарын булһа ла һорап торһа, ни була икән, әтеү трико менән йөрөүе кеше алдында оят бит, – ти икән.

Шунан бирле беҙҙә «спортивка»ны трико тиҙәр.

 

Фәрзәт ҠАҺАРМАНОВ.

Бөрйән районы,

Яңы Ҡыпсаҡ ауылы.

 

«Балыңа сода өҫтә»

70-се йылдар. Ауылда гөж килеп йорттар һалалар. Тимәк, балһыҙ булмай бит инде. Гөлғәйшә апай ҙа бер мискә итеп ҡойоп ултырта. Инде әсеүе етеп килгәндә генә өй төҙөүселәргә йор һүҙле, хәйләкәр Ғиндулла ағай килеп инә.

– Ҡана әле, Гөлғәйшә һеңлекәш, балыңдың «пробаһын сымать» итеп алайым әле, әсеүе еткәнме икән? – ти был.

Гөлғәйшә апай йүгереп йөрөп, бер сүмес итеп һоҫоп та алып бирә. Ғиндулла ағай һемерә лә, мыйығын һөртөп, ирендәрен сәпелдәтеп:

– Ох! Шәп! Шәп бит был, ә! – тип баш бармағын үргә сөйөп маҡтай. – Тик бына бер ҡалаҡ самаһы сода өҫтәп ебәрһәң, балың ишу ҙа шәп буласаҡ...

Көтөлмәгән ҡунаҡтың сығып китеүе була, Гөлғәйшә апай бер ҡалаҡ соданы мискәгә тондора. Үәт, китә бит бал шажлап, күпереп – түҙеп кенә тор! Апай ни эшләргә белмәй: ҡапҡасы менән ябып та ҡарай,  яҫтыҡ менән дә томалай, ахырҙа  өҫтөнә менеп ултыра. Юҡ бит, тынмай ҙа тынмай. Шулай итеп, мискә эсендәге бөтә «ҡәҙерле ризыҡ» ташып, түгелеп бөтә.

Әле лә берәйһендә бал мискәһе күреп ҡалһалар: «Бер ҡалаҡ сода өҫтә һин быға», – тип мәрәкәләйҙәр.

 

Роза ӘҘЕҺӘМОВА.

Баймаҡ районы.

 

 

Ауылда ғына ҡәҙере юҡ

50-се йылдарҙа ирҙәр ҡыштарын күрше урыҫ ауылдарына эшкә йөрөгән. Ҡайҙа утын бысып, ярып, ҡайҙа бесән ташып, аҡса эшләйҙәр икән (уларҙы беҙҙә «зимагорҙар» тип йөрөтәләр).

Шулай йөрөгәндә бер урыҫ үлеп китә һәм быларҙы ҡәбер ҡаҙырға ебәрәләр. Ерләгәс, мәйет сыҡҡан өйгә ашҡа индерәләр. Өҫтәл артына ултырышалар. Иҙрис исемлеһенең урыны өй мөйөшөнә тура килә. Өйҙән сыҡҡан һәр урыҫ Иҙрис ағай ҡаршыһында суҡынып, баш эйеп китә икән. Шуға ла беҙҙекеләрҙең береһе:

– Иҙрис ағай, әллә урыҫ Аллаһына әйләндеңме, һәр береһе һиңә башын эйеп сыға, – тип шаярып һүҙ ҡушҡан. Тегеһе, урыҫ тәреһенең мөйөшкә ҡуйылғанын белһә лә, иҫе китмәй генә:

– Эй, егеттәр, ауылда ғына минең ҡәҙерҙе белмәйҙәр ул! – тип яуап ҡайтарған, ти.

Хәҙер ҙә, мулдаштарҙы ситтә осратып, ни эшләп йөрөүҙәре менән ҡыҙыҡһынһаң: «Эй, егеттәр, ауылда ғына минең ҡәҙерҙе белмәйҙәр ул!» – тип шаярып алалар.

 

«Жуликҡа»

Егерме йыл тирәһе элек була был хәл. Көҙгө уңыш йыйыу мәлендә ауыл ҡарттары ла эшкә сыға. Төшкө ашҡа ололарға ҡымыҙ килтерәләр һәм йән башына берешәр ҙур сынаяҡ таратып сығалар. Шул саҡ Сәғит күршеһенең икенсегә ҡымыҙ һалдырып алғанын күреп ҡала. Аптырап, сос күршеһенән уның нисек алыуын һорай. Быныһы ҡымыҙ уртлай-уртлай:

– Этемә һораным, Хәйбуллин жуликҡа, тигәйнем, бирҙе, – тип дуҫына серен аса. Сәғит яуапты ишеткәс, йәһәтләп ашнаҡсы янына бара ла, шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Баҡтиһәң, Хәйбуллин жуликҡа, тигәс, ағай малайына ала икән тип уйлаған (беҙҙә ҡайһы берәүҙәр малайҙарҙы «жулик» тип йөрөтә ине).

Хәҙер беҙҙә «Кемгә аш етмәне?» тигән һорауға «Хәйбуллин жуликҡа» тигән яуапты йыш ишетергә мөмкин.

Гөлнара.

Учалы районы.

 

«Аштан оло булып булмай»

Бер әбей кейәүенә:

– Кейәү, аш ашайһыңмы? – ти икән.

– Ашыңды этеңә бир инде, астыр...

– Әтеү һөт булһа ла эс.

– Һөтөңдө бесәйеңә эсер, – тигән, ти, тегеһе.

– Улай булғас, кейәү, араҡы ла эсмәйһеңме? – ти икән әбей, аптырап.

– Аштан оло булып булмай инде, ҡәйнәм, – тигән, имеш, кейәүе.

 

«Наҙан»

Бер ҡатындың аяғын һыйыры тибеп ауырттырған. Был мал табибына барған.

– Апай, ниңә миңә килдең, табипҡа бармай? – тип аптырай мал табибы.

– Мине һыйыр типте лаһа, бигерәк наҙанһың икән, – тип, әбей сығып киткән.

Г. ҠОҘАШЕВА.

Йылайыр районы,

Юлдыбай ауылы.

 

«Ярамағанмы миңә?!»

Элегерәк беҙҙең Ташаҫты ауылында икешәр әбейле өс ҡарт йәшәй ине (Әхмәҙулла бабай, Ишназар, Ноғман ҡарттар). Нисек ғәҙел йәшәне улар: әбейҙәр бер-береһенең балаларын ҡарай, бабайҙарҙы алмашлап тәрбиә­ләйҙәр.

Көндәшле ҡатындарҙың береһе шым ғына муллаға килә. Күрәһең, үҙен ҡыйырһытылған итеп тойғандыр инде. Өшкөртөү өсөн бер ҡаҙаҡ май, бер тәңкә аҡса килтергән ҡатын иренең яратмауына зарлана. Шуға ла бетеү өшкөрөп биреүен үтенә. Мулла шаяныраҡ булғандыр инде:

– Уны һөйҙө ни миңә,

Быны һөйҙө ни миңә.

Бер тәңкә аҡса, бер ҡаҙаҡ май

Ярамаймы ни миңә?! –

тигән бетеү яҙып биргән.

 

Дине башҡа

Ғафури районының иң эре башҡорт ауылдарының береһе Ҡауарҙының көнбайышында, Мағаш тауы итәгендә, Таҡман тигән урыҫ ауылы бар ине (унынсы йылдарҙа халҡы күсеп киткәндән һуң, Таҡман ултырышы тигән атамаһы ғына ҡала).

Ошо Таҡман урыҫының аты ауырып китә. Урыҫтар башҡорт муллаһының өшкөрөүе килешеүен белгән. Данила исемлеһе атын Тау башы муллаһына килтерә. Диндар белгән: иманһыҙҙы өшкөрһәң, доғаның киреһен уҡырға кәрәк. Мулла аттың башын һыйпап былай өшкөргән:

Даниланың аты ҡашҡа,

Минән дине башҡа.

Ике бот бәрәңге бирҙе,

Уныһы ярай ашҡа.

Даниланың аты төҙәлгән. Хужаһы өҫтәп тағы картуф килтергән.

Зәйтүнә МЫРҘАГИЛДИНА.

Ғафури районы,

Ҡауарҙы ауылы.

 

«Һал да ҡуй»

Һамар өлкәһендә урыҫтар араһында йәшәһәк тә, элегерәк улар төп башҡорт ауылдарына һирәк булһа ла килгеләп йөрөгән. Шул ваҡытта булған хәлде бәйән итмәксемен. Бер йәмле йәй көнөндә апалы-һеңлеле Һылыуҡай менән Ырыуҡай өй алдында усаҡ яғып ҡаҙанда бутҡа бешерә икән. Береһе усаҡтағы ҡуҙҙы рәтләй, ә икенсеһе ҡаҙандағы бутҡаны болғап тора, ти. Урамдан үтеп барған бер урыҫ утты күреп ҡала ла, тәмәке тартҡыһы килеп китә. Ул ҡыҙҙар янына йүнәлә. Килеп еткәс, бер ауыҙындағы тәмәкегә, бер утҡа төртөп күрһәтеп, ниҙер һөйләй икән. Ҡыҙҙар, урыҫса белмәгәс, аптырашта ҡала. Урыҫ ҡат-ҡат аңлатып ҡарай, ә тегеләр өндәшмәй. Был әҙәмдең бик ныҡ тәмәке тартҡыһы килгән, күрәһең, тотҡан да усаҡтағы утҡа эйелгән. Ҡаҙандағы бутҡаны болғап торған Ырыуҡай:

– Һылыуҡай, бынау бәндәнең башына бутҡа һалһам, ни эшләр икән? – ти икән. Һылыуҡай:

– Һалайыммы, юҡмы, тип торғансы, һал да ҡуй! – тигән.

Шуны ғына көткән Ырыуҡай бер ҡашыҡ бутҡаны урыҫтың башына һалған. Шул саҡ тегеһе әллә ниндәй тауыштар сығарып, башындағы бутҡаны тырнай-тырнай аҡырып китеп барған.

Ҡыҙҙарҙан үсен алмаҡсы булғандыр инде, идараға барып, рәйескә хәлде һөйләгән. Теге ҡыҙҙарҙы саҡыртырға ҡушҡан: «һә» тигәнсе уларҙы алып килгәндәр, ти.

– Йә, Ырыуҡай, Һылыуҡай, ни эшегеҙ был? Ни эшләп зыяны теймәгән кешегә насарлыҡ эшләйһегеҙ? Ниңә уның башына эҫе бутҡа һалдығыҙ? – ти икән рәйес.

Бер ҙә аптырап тормаған Ырыуҡай:

– Ни эшләп зыяны теймәһен, тейҙе шул. Ул бит Һылыуҡайҙың түшенән тотто, мин шуға уның башына бутҡа һалдым, – тип яуап биргән.

Шунда ултырған ҡыҙҙарҙың ағалары һикереп торған да урыҫты дөмбәҫләй башлаған. Бер ни аңламаған бахырға сығып ҡасыуҙан башҡа сара ҡалмаған.

Әле лә шул хәлде иҫкә алып, аш-һыуға ултырған кеше: «Һалайыммы-юҡмы тип торғансы, һал да ҡуй», – ти мәрәкәләй беҙҙә.

Разия УСМАНОВА.

 Һамар өлкәһе,

Костино ҡасабаһы.

 

Заводлы Юлдыбай

Граждандар һуғышы ваҡытында Юлдыбай  белорус ҡыҙын кәләш итеп алып ҡайтмаҡсы була. Ҡыҙға:

– Минең өс ҡатлы йортом, заводым бар, – ти. Шулайтып ҡыҙҙы Уралға барырға күндерә был. Кәләш килгәс, ҡайҙа икән Юлдыбайҙың өс ҡатлы йорто, заводы, тип уйлана. Ләкин бер ни өндәшмәй ғүмер кисерә. Әбйәлил районының Йәҙгәр утарында ғүмер кисерәләр, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Кәләш тыуған яғын һағына, илай башлай. Юлдыбайына:

– Һин,  алдаҡсы, мине алып ҡайтып киттең. Ҡайҙа һинең өс ҡатлы йортоң, ҡайҙа заводың? – ти икән.

Юлдыбай ҙа аптырап тормаған. Ҡатынына өйҙөң бер ҡаты тип баҙын, икенсе ҡаты тип йәшәгән өлөшөн, өсөнсө итеп ҡыйыҡты күрһәтә икән. Заводы – дегет яҡҡан соҡор, имеш. Шунан ҡатыны мыжыуҙан туҡтаған. Улар ауылда беренсе булып йәшелсә-емеш үҫтереп, күпләп мал-тыуар үрсетеп, матур ғүмер иткән.

Б. УСМАНОВА.

Әбйәлил районы, Буранғол ауылы.

«Май түш кейәү!»

Борон беҙҙең башҡорт халҡы бик әҙәпле булып, олоно оло күреп, хөрмәт иткән, кесене ҡәҙер иткән. Күрше ауылда Һиҙиәт исемле олатайым була торғайны. Егет ҡорона еткәс, күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙҙы әйттерәләр быға. Ул ваҡытта йәштәр туйҙың ҡасан булырын да белмәгән. Барыһын да ата-әсәһе хәл иткән. Олатайым иһә бик егәрле, аҡыллы, тыйнаҡ булған.

Туй көнө килеп етә. Ғәҙәт буйынса ҡыҙҙы йәшерәләр. Эҙләп тапҡас, еңгәләре кәләште кейәүгә тоттороп, ишекте бикләп сығып китә. Туй барғанда кейәү оялып, бөтөнләй ашамаған була. Бер аҙ ятҡас, ул үҙенең бик асыҡҡанын тоя. Ипләп кенә тора ла, көндөҙ еңгәләре йөрөгән түрбашҡа барып, ниҙер булһа ла ашарға уйлай. Ҡараңғыла шкафтарҙы һәрмәштерә торғас, башына ниҙер түгелеп китә. Тауышҡа кәләше һикереп тора. Кистән һөҙөп ултыртылған иттең тоҙлоғо олатайымдың өҫтөнә түгелгән икән. Ни эшләргә? Өҫтөндәге кейемдең майын бер нисек тә бөтөрә алмайҙар. Шул көндән башлап олатайымды «май түш Һиҙиәт» йә «май түш кейәү» тип йөрөткәндәр.

Нәбирә ҒӘҘЕЛШИНА.

«Туғыҙға һигеҙ күбә»

Һыуыҡтар төшөп, мал ҡураға ингәс, ҡырҙа ултырған бесәнде өйгә алып ҡайтыу өсөн Мырҙағәле бабай, трактор һорап, бүлексә етәксеһенә бара . «Управ»тың трактор бирергә ризалығын ишеткәс, бабай:

– Юҡ-юҡ, ҡустым, бер генә тракторҙың көсө етмәҫ, 9-ға 8 кәбән ҡойғайным, һин миңә мотлаҡ ике трактор бирергә тейешһең! – ти.

Етәксенең ай-вайына ҡуймай, икенсеһен дә һорап ала ул. Барасаҡ тракторсылар кәбәндең ҙурлығын ишеткәс, ҡурҡа төшә. Ундай ҙурлыҡтағы кәбәнде урынынан ҡуҙғатыуы ауыр булыр инде, бесән ҡойолоп ҡаңғыртмаһа ярар ине лә, тиҙәр икән.

Ҡарттың сабынлығына барып етһәләр, бәләкәс кенә кәбән икән. Уны бер трактор еңел генә итеп һөйрәп алып ҡайтып киткән, икенсеһенә эйәреп ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалмаған.

Шунан һуң беҙҙең яҡта «туғыҙға һигеҙ» кәбән һалыу модаһы инеп китте. Бесән мәле етһә, «туғыҙға һигеҙ кәбән һалдым әле» йә «һай, кәбәнең туғыҙға һигеҙ булған түгелме һуң» тигән шаяртыуҙарын көт тә тор.

«Йоҡларға була әле...»

Һеҙҙә нисектер, беҙҙә берәй ергә өтәләнеп, сабырһыҙланып ҡабаланған кешене: «Поезд тора әле, йоҡларға була әле», –тип туҡтаталар. Был хәлдең тарихы былай була.

Ғәлинур ҡалаға китер өсөн тимер юл станцияһына юллана. Сәғәтенә күҙ һалһа, поезд ҡуҙғалыуға тиклем байтаҡ ваҡыт бар икән. Кире боролһам – юлым уңмаҫ, бер сыҡҡас, юл ыңғайы дуҫты күреп китәйем, тип, ауыл осондағы Рәхмәтулланың өйөнә ыңғайлай. Дуҫтар осрашҡас, аҙағы билдәле инде...

Арыу ғына ҡырын төшөрөп алған ҡунаҡ станцияға юллана. Күмпелер юл үткәндән һуң быуындары тамам йомшара Ғәлинурҙың. Ергә ауа ла, бер аҙ йоҡлағандан һуң күҙен аса. Ни күрһен – ҡаршыһында вагондар. Күтәрелергә әмәле булмағас, поезд тора әле, йоҡларға була әле, тип юлсы ҡабат әүен баҙарына китә. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана: Ғәлинур күҙен нисә асһа ла, вагон уттарын күрә. Шулай итеп, юлсы «тыныс күңел» менән төн үткәрә. Иртә таңда Ғәлинур һыйыр мөңрәгән тауышҡа уянып китә һәм эштең айышына төшөнә. Иҫерек баш менән ферма эргәһендә йығылып, уның тәҙрә уттарын поезд тип уйлап төн үткәргәнен аңлай.

Ғәлинур  ҡабат ҡалаға нисек юлланғандыр, әммә шул ваҡиға яңы лаҡаптың тыуыуына сәбәпсе була.

«Ҡуяйыммы берҙе?»

Бер көн Кәрим менән Әхмәтте күрше ауылға ҡунаҡҡа саҡыралар. Мәжлестең иң ҡыҙған мәлендә, артыҡ «төшөрөп» алған бер ир килгән бөтә ҡунаҡҡа бәйләнә башлай. Әхмәттең йәне көйөп китә. «Кәрим, әллә берҙе ҡу­яйыммы шуға?» – тип ағаһының ҡолағына шыбырҙай. Кәрим: «Ҡуй, юҡ менән булма», – тип әйтеп тә өлгөрмәй, Әхмәт һикереп тороп, теге ирҙең яңағына берҙе «ҡуйып» та ебәрә.

«Нишләп буш булһын инде...»

Кәримдең малайын комсо­молға алалар. Комиссия вәкил­дәре Саматҡа төрлө һорау бирә. Американың президенты кем, тип һорағанға был өндәшмәй тик тора икән. Ғәлимә апай ярҙам итергә теләп, Бушмы, тигән. Самат аптырап ҡарап: «Нишләп буш булһын, ул урында берәү ултыра инде», – тип яуап ҡайтарған.

«Ҡарап торам»

Ауыл халҡы колхоз малы өсөн бесән әҙерләгән мәл. Аш бешереүсе Сабира еңгә төшкө ашҡа биҙрә төбөнә һалып майлы икмәк бешерергә ҡуйған да: «Тәнәй, ҡарап ҡына торсо әле!» – тип һыу буйына төшөп киткән. Һыуҙан килһә, икмәк көйөп, төтәп ята, ти.

– Ашаның ҡәһәр төшкөрө, Әхмәт, ниңә әйләндермәнең, ә? – тип йәһәтләп әйләндерә һалған. Әхмәт тыныс ҡына:

– Һин бит, еңгә, әйләндер, тип әйтмәнең миңә, ҡарап торсо, тинең. Шулай тигәс, ҡараным да торҙом, тәүҙә ҡабарып сыҡты, аҙаҡ төтәй башланы, оҙаҡламай үҙең килдең! – тип яуаплаған да эшселәр янына киткән.

Гөлнара МОСКОВА. Учалы районы.

«Ниғәмәт ни муха!»

Беҙҙең ауылда Ниғәмәт исемле бик мәҙәк ағай йәшәне. Төшөрөргә ярата ине мәрхүм.

Бер мәл бик ҡаты бахмурҙан, сәмәй тип уйлап, себен дарыуын һемергән. Зәһәр булғандыр инде тегенеһе, ағайыбыҙ, ауыҙынан күбектәр сығарып, иҫһеҙ йыйылған. Табип саҡыртҡандар, саҡ ҡотҡарып ҡалғандар.

Иҫенә килһә, ҡатыны ҡысҡырып илай икән. Үҙе бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай:

– Уй, үлә бит! Ниғәмәт! Үлә бииит!

Ағайыбыҙ ауыҙынан сыҡҡан күбектәрҙе һөртә лә:

– Ниғәмәт не муха, себен дарыуына үлеп ятырға! – тигән, ти.

Шул көндән үҙенә «Ниғәмәт не муха» тигән ҡушамат эләкте. Хәҙер беҙҙә «бирешмәйем» тигәнде «Ниғәмәт не муха!» тиҙәр.

Берйән БАЙЫМ. Баймаҡ районы.

«Мин һыйырҙан һорамайым»

Район үҙәгендә үҙ эшен белгән оҫта ветеринар булған. Ул ауырып киткән дә дауаханаға эләккән.

Табипҡа ингән.

– Йә, һөйләп ебәр, ҡайһы ерең ауырта? Нисек ауырыйһың?

– Мин, Рәхим Хамматович, һыйырҙан, ҡайһы ерең ауырта, тип һорамайым, ҡарайым да беләм, – ти икән сирле ветеринар. – Ҡарағыҙ ҙа диагноз ҡуйығыҙ.

Табип бер аҙ уйланып ултырған да быға сисенергә ҡушҡан.

Арҡаларын-түштәрен арлы-бирле баҫҡылап ҡарағандан һуң шәфҡәт туташын саҡыртып:

– Быға тоҙ һалып, бер биҙрә ашлы һыу бирегеҙ. Бер-ике көн тотҡас, мандымаһа, һуйырһығыҙ, – тигән, ти.

 

Ике майор, ун биш башҡорт

Бер бабай менән әбей йоҡларға ятҡас, уларҙың өй тәҙрәһен сиртеп:

– Ун биш баш ҡорот һәм ике йомғаҡ май Себер китте, – тигәндәр, ти.

– Йә инде, Хоҙай, ике майоры урыҫтыр әле, уларына бер ни булмаҫ, анау ун биш башҡорто ни эшләр инде, меҫкендәр, – тип йәлләгәндәр  ҡарттар.

Иртән тороп аласыҡҡа сыҡһалар, 15 баш ҡорот, ике йомғаҡ май урынында юҡ, ти.

Ф. ИШБАЕВА.

Бөрйән районы.

Донъяла төрлө төбәктә юмор баш ҡалалары булған кеүек, яҡын-тирә ауылдар араһында Йөйәк ауылы халҡы, ундай уҡ кимәл менән үлсәнмәһә лә, үҙенең тормошҡа юмор аша ҡарай алыу һәләте менән айырылып тора. Көләмәс сығарыу, лаҡаплау, кәзекләү оҫталығы тураһында ғына һүҙ бармай бында – уны ҡабул итә лә белеү һәләте булырға тейеш. Ҡайһы бер урында уйын-көлкө менән һөйләшеүҙе бөтөнләй ҡабул итмәүселәр ҙә осрай. Ә йөйәктәргә эскерһеҙлек, шаянлыҡ, ниндәй генә хәлдә ҡалһалар ҙа, уны уйын-көлкөгә һабыштырырға тырышыу хас.

Йөйәк ауылында байтаҡтан йәшәп килгән ҡыҙыҡ ваҡиғалар, төрлө хәлдең бер аҙы менән генә таныштырып үткем килә. Уларҙың геройҙарының байтағы был донъяла юҡ та инде, ауылдаштарҙы матур итеп иҫкә алайыҡ, башҡа уҡыусылар ҙа йөйәктәрҙең эске донъяһының матурлығын белһен. Ул хәл-ваҡиғаларҙы күмәк ижад емеше икәнен күҙ уңында тотайыҡ. Мин уларҙы йыйып, теркәүсе генә. Ҡайһы бер урындарына ғына, бәлки, ҡәләм тейҙергәнмендер, унда ла йөкмәткеһенә, асылына ҡағылмайынса ғына...

“А-а-а-мат, мужыт ентер ул...”

Ғәтиә әбей менән бабайы Азамат Үрғышлауҙа бесән ваҡытында ҡыуышта яталар икән. Күршеләре Ибраһим бабай, ялҡауы килмәй, ҡараңғы төшкәс, былар­ҙың ҡыуышы янына килеп, "һупылдап" тауыш бирә*. Әбей, ҡото осоп, бабайына:

– А-а-а-мат, мужыт ентер у, ҡың­ҡырауыңты шылтырат! – тип инәлә. Күр­шеләре тауыш биреүен дауам итә, әбейҙең тамам ҡото китә бит. Бабайы тыңламағас, ҡыуыш янына бәйләп ҡуйған атты менә лә ауылға саба. Йән-фарман елгән аттың ҡыңғырауы бесәндә ҡунған бөтә халыҡты уятҡан.

Иртәгәһенә "ен күргән Ғәтиә" тураһында тотош ауыл белгән. Атын ауылға еткәнсе саптырған ул. Әбей тиһәң дә, ул саҡта мин иҫтә ҡалдырған Ғәтиә әбей күпкә йәш булған, әлбиттә. Эйәрһеҙ менгәс ни, был бөтөнләй эшлектән сыҡҡан, өс көн тора алмай ятҡан, һыйырын бер аҙна буйы Ибраһим бабайҙың әбейенә һауырға тура килгән. Эш улайға уҡ китер, тип уйламаған бабайҙың этлеге әбейенә көс төшөргән шул...

 *Тауыш биреү(диал.) – берәй йәнлек, ирҙәр тауышын һ.б. тауышын сығарыу. Ҡырағай йәнлектәрҙе ҡурҡытыу йә берәйһен шаяртыу өсөн ҡулланыла.

«Уволнять будем...»

Руссаһы һайыраҡ булыуы арҡаһында бер егет төрлө ҡыҙыҡ хәлгә тарый. Бер саҡ кадрҙар бүлеге етәксеһенең ҡотон алыуы былай булған.

Инйәр урман хужалығы саҡ тын алған осор. Эш хаҡы ла йүнләп түләнмәй. Был кемдәндер эштән китергә ғариза яҙҙыртып алған да контораға йүнәлгән. Русса белмәгәс, етәксе эргәһенә инергә лә ояла икән. Конторала кадрҙар бүлеге етәксеһе өҫтәле бухгалтерҙар менән бер бүлмәлә урынлашҡанмы икән, ҡыҫҡаһы, яңғыҙы ғына булмаған. Был егет бер нисә тапҡыр ишекте аса ла яба, аса ла яба, үҙе йылмайған була икән. Һуңғы сиктә ишекте аса биргән дә, ишек ярығынан ғаризаһын ялбыратып:

– Увольнять будим, уволнять будииим, – тип һуҙа икән...

Кадрҙар бүлеге етәксеһе лә, бухгалтер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа аптырап ҡалған. Был әллә берәй ергә ялыу яҙып, улар өсөн ҡурҡыныс яуап килгәнме, тип хатта бер аҙ шөрләгәндәр ҙә. Әле ауылда берәйһе эшенән китергә йыйынһа:

– Увольнять будешь, да? – тип көлөп  алалар...

Ен тауышын ишеткәндәр

Йөйәктәрҙән өс араның ирҙәре Асыу тауында ағас ҡырҡып ята. Күрше Берештамаҡ яҡында ғына – тау аҫтын­да. Тимер юлы һалынмаҫ элек унда туранан юл тау аша була торғайны. Бер көн кискә табан ашап алырға тип ҡыуышҡа төшһәләр, күктән тауыш килә икән: "Өфө һөйләй!.."

Былар, ен, тигән дә ауылға йән-фарман сапҡан. Араларынан иң өлкән ағай: "Алға сыҡһағыҙ, муйынығыҙҙы өҙә сабам", – тип, балтаһын өҫкә күтә­реп, ян-яҡҡа ялтыратып килә икән. Ендән иң ҡурҡҡаны ул булған, тиҙәр.

Былар һә тигәнсе Һилеғорғо та­мағына килеп тә төшкән, ауыл унан күренеп тора. Йәшерәге бешеп ултыр­ған бутҡаны ла эләктергән, коте­логының боҫо сығып тора икән. Шул ерҙә быларға Хәсән бабай осраған, ауылға ла индермәй, барыһын да кире алып киткән. Юлда тегеләрҙе әрләй-әрләй: "Берештамаҡ радиоһы бит ул", – тип аңлатҡан. Леспромхоздың конто­раһы янында бағанаға радио ҡуйған ғына саҡ булған, уны белмәгән йө­йәктәр шулай ен тауышын ишеткән...

«Үс алдыҡ...»

Хәсән бабай Хызыров 1937 йылда репрессияға эләгеп, ун йылын ла­герҙа үткәреп ҡайтҡан. Һуғышҡа тиклем уҡытыусы ла, промартелдә культурник булып та эшләгән. Ауылда тәүгеләрҙән комсомол, тәү­ге ойошма секретары ла булған. Бабайҙан:

– Ул заманда комсомолдар нимә эш­ләй торғайны? – тип һорайым. Ул:

– Наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәштек, улым, дингә ҡаршы, муллаларға ҡаршы ла көрәштек, – тип яуаплай.

– Ә муллаларға ҡаршы нисек көрәштегеҙ һуң? – тип һорағас, бабай, хәйләкәр йылмайып:

– Ой, ҡаты көрәштек, улым, ныҡ көрәштек. Уларға үс итеп, барыбыҙ ҙа ҡыҙҙарын кәләш итеп алдыҡ та ҡуйҙыҡ, – тигән була...

Ринат ШӘЙБӘКОВ.

Белорет районы, Йөйәк ауылы

Галош

70-се йылдар башында магазинға килгән дефицит әйберҙәрҙе йомортҡа тапшырған кешегә генә бирәләр ине.

– Магазинға яңы тауар килтергәндәр, – тигәнгә халыҡ унда ашыға.

Һатыусы:

– Быныһы – иткә, быныһы – һөткә, ана тегеһе – күкәйгә, – тип аңлата.

Һуңлабыраҡ ингән бер олораҡ ҡына ағай:

– Һеңлем, анау галошыңды бир әле, – тип һорай.

– Ағай, ул галош – күкәйгә! Әллә яҙыуҙы уҡый белмәйһең инде, – тип асыулана ҡыҙ.

Ағай абайлабыраҡ ҡараһа, галош менән электр үтеге ҡуйылған ерҙә «Күкәйгә» тигән яҙыу эленеп тора икән.

– Һайт, шайтаның, мин ул галошты аяҡҡа кейергә икән тиһәм, ул – шунда, имеш, – ти ҙә сығып китә.

Ҡыҙ бер ни әйтә алмай, аптырап тороп ҡала.

 

Миҙхәт ХӘЛИЛОВ. Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран ауылы.

 

Ҡара быҙау

Мәсетле районының бер ауылында булған хәл. Бер апай үгеҙен бестермәй ҡалдыра. Йәнәһе лә, аҡса «һуға». Кемдең һыйыры быҙаулай, шуларҙан барып аҡса һыға икән:

– Минең үгеҙем ҡасырҙы һеҙҙең һыйырығыҙҙы, давай, шуның өсөн түләгеҙ!

Һыйырҙары быҙаулаған сираттағы йортҡа килеп, аҡса талап иткәс, йорт хужаһы:

– Үгеҙегеҙ ниндәй төҫтә һуң? – тип һораған.

Теге апай:

– Ҡыҙыл, ә ниңә? – ти икән.

– Улай булғас, бер нисек тә һеҙҙең үгеҙегеҙгә түләй алмайым, сөнки беҙҙең һыйырҙың быҙауы ҡара бит әле!..

 

Бөтөн йомортҡа

Элегерәк булған хәл. Мәсетле районының бер ауылында ир-ат бесәнгә йыйына икән. Улар бер нисә көн ҡуна ятып саба. Шуға ашарға ла арыу ғына алырға кәрәк.

Юлда ат менән китеп барғанда, егеттәр Сәмиғулла исемле ағайҙың төргәгендә бешкән ике йомортҡа ятҡанын күрә. Ҡатыны һараныраҡ булғанмы, бик етеш йәшәмәгәндәрме – уныһы мөһим түгел.

Әлеге лә баяғы шуҡ егеттәрҙең береһе ипләп кенә төргәкте асып, бер йомортҡаға ҡәләм менән «Күкәйҙең береһен алып ҡайт!» тип яҙа ла кире урынына һалып ҡуя. Сәмиғулла ағай быны һиҙмәй.

Ҡыҙыу эштән һуң төшкө ашҡа туҡтайҙар. Көлөшә-көлөшә тамаҡ ялғайҙар. Сәмиғулла ағай бер йомортҡаһын ашай ҙа икенсеһендәге яҙыуҙы күреп ҡала: әйләндереп-әйләндереп ҡарағас, кире һалып ҡуя. Кисен дә, икенсе көндә лә шул уҡ хәл ҡабатлана – алып ҡарап ултыра ла кире һала. Барыбер йомортҡаны ашамай теге. Үҙе һыр ҙа бирмәй, тәки ҡатынына «ҡуян күстәнәсе» тигән булып алып ҡайта.

Ә егеттәр ауылға ҡайтып еткәс кенә Сәмиғулла ағайға шаяртҡандарын әйтә. Шулай ҙа була тормошта.

А. СИРБАЕВ. Өфө ҡалаһы.

 

«Ғорлаһынан тотоп эсте»

Ялан яғынан бер кейәү урман яғында йәшәгән ҡайны менән ҡәйнәһенә ем алып килгән, күстәнәскә бер ярты ла алған. Емде бушатмайынса, кейәү менән ҡайны өйгә инеп, яртыны эсергә булған, ти. Шешәне өҫтәлгә ҡуйып, берҙе тотоп та өлгөрмәгәндәр, ҡәйнәһе: «Емде һыйыр ашай башланы», – тигәс, кейәү тышҡа сығып йүгергән. Ул, емде бушатып, эсергә тип инһә, ни күҙе менән күрһен, өҫтәлдә буш шешә тора, ти. Ә ҡәйнәһе, уҡлау тотоп, ҡайныһын туҡмай икән. Үҙе: «Ғорлаһынан тотоп эсте лә ҡуйҙы, мәскәй!» – тип һөйләнә, ти. Ысынында, кейәүе менән ҡартына эсермәҫ өсөн, араҡыны икенсе һауытҡа бушатып йәшергән, ти, ҡарсыҡ.

Рита КИНЙӘБАЕВА, Әбйәлил районы, Ҡушый ауылы.

 

«Егерме!»

Ғибаҙрислам бабай колхозда һарыҡ ҡараған. Һис көтмәгәндә фермаға райондан комиссия килеп төшкән. Ә һарыҡтар тулмай, ти, шуны былар һанап сығырға булған.

Райондан килгән кешеләрҙең аяғында яҡшы ботинка. Ферма эсенә үтерлек түгел, бысраҡ икән. Былар Ғибаҙрислам бабайға һанарға ҡушҡан.

– Мин бит, ағай-эне, егермегә ҡәҙәр генә һанай беләм, – тигән, ти, бабай.

– Ярай улайһа, һин егермегә тиклем һана ла беҙгә ҡысҡырырһың, ә беҙ ишек төбөндә яҙып торабыҙ, – тигән тегеләр.

Шунан Ғибаҙрислам бабай һанарға керешкән. Аҙыраҡ һарыҡ араһында йөрөй ҙә «егерме» тип ҡысҡыра, ти. Тағы ла йөрөй, тағы «егерме» тип ҡысҡыра, ти. Шулай ҡысҡыра торғас:

– Йә, ярай, башҡа һанама, бында былай ҙа артып китте, – тигән дә ревизорҙар, машиналарына ултырып, ҡайтып та киткәндәр, ти.

Ғибаҙрислам бабай уларҙың артынан серле генә йылмайып, көлөп ҡалған, ти.

Таһир Вилданов.

Ҡырмыҫҡалы районы.

 

 

Отолған башҡорттар

Бер ваҡыт ауылға төркөм-төркөм сиғандар килеп төшкән. Улар кешеләрҙе, тиҙ генә балыҡ һөҙөп бирәбеҙ, тип ышандырған һәм Өршәк йылғаһы буйына кит­кәндәр. Сиғандар эй балыҡ һөҙөп йөрөгән була, ти. Быны бөтә халыҡ ҡарарға килгән. Ә улар артынан буш ауылға килеп төшкән сиған­дар рәхәтләнеп бар нәмәгә «айыу майы һөртөп» йөрөгән.

Шулай отолоп ҡалған беҙҙең башҡорттар. Хәҙер иһә «балыҡ һөҙөү» беҙҙә халҡыбыҙҙың «айыу майы һөртөү» һүҙенә бәрәбәр.

Айһылыу Әхмәтова. Ауырғазы районы, Усман ауылы.

«Барына етешеп ултырығыҙ!»

Йәндәй яҡын дуҫтың тыуған көнөн үткәрҙек. Күлдәк еңдәрен төрөп, аяғөҫтө баҫып һыйлай был. Ихласлыҡҡа ирәмһеп, беҙ ҙә оҙағыраҡ ултырып ташлағанбыҙ. Эңерҙән таң атҡанға ҡәҙәр. Дуҫым беҙҙе оҙатҡас, мәктәпкә киткән, беренсе дәресенә ингән.

Билдәле, өйгә эште тикшерерлек, яңы теманы аңлатырлыҡ хәле лә, рәте лә юҡ. Уҡыусыларға үҙаллы эш биргән дә ултырған ерендә төнәп киткән категориялы уҡытыусы, үҙе йоҡо аралаш ҡоласын йәйеп-йәйеп ебәрә, ти:

– Ағай-эне, әйҙәгеҙ, барына етешеп ултырығыҙ, хәҙер бисәкәй ҡоротлап һурпа килтерер!

 

«Ҡоймаҡ ҡойоу бер ни түгел»

Беҙҙең күршелә бер ҡарсыҡ йәшәй ине (хәҙер мәрхүмә инде). Уның рухын рәнйетергә теләмәһәм дә, ҡалған бер мәҙәк һүҙе хәтерҙән сыҡмай.

Әбейҙең оло улы мәрйә килен алып ҡайта. Аш-һыу яғына мәрйә оҫта булһа ла, ҡарсыҡтың яратҡан ризығы – ҡоймаҡты ҡоя белмәгән. Шулай итеп, әбей киленен ҡоймаҡ ҡойорға өйрәтмәксе булған. Ә үҙе урыҫса икмәк-тоҙлоҡ ҡына һупалай. Плита янына киленен ымлап саҡырып килтергән дә, ҡыҙған табаға шыйыҡ ҡамырҙы ҡойоп, былай тип әйтә икән:

– Шаж иттереп һалғански ҙа шап иттереп алғански...

 

Фиҙаил Мөхәрмәтов. Ғафури районы.

 

«Неприятный вызов»

 

Кеҫә телефоны яңы сыҡҡан мәл. Бер инәйгә икенсе инәй сәйгә килә. Оҙаҡ ҡына гәпләшеп ултыр­ғандан һуң хужабикә телефонына күҙ һала ла хафалана башлай:

– Ой, әттәгенәһе, ни булды икән? Килендән «неприятный вызов» тигән яҙыу килгән. Улым ҡырҙа эшләй, әллә бер нәмә булдымы икән?

Сәбәләнгән ҡатынды тыныслан­дырырға теләп, әхирәте телефонын алып, үҙе уҡып ҡарай. Унда «непринятый вызов» тип яҙылған була...

«Күҙеңде йом, әбей!..»

Беҙҙә һуғыш ветераны йәшәне. Fүмере буйы күрше ятҡан Васильевка ауылынан ат менән почта ташыны, шунан пенсияға сыҡты. Йыуаш, әҙәпле, йомшаҡ һүҙле ине ул. Эргә-тирәһендәгеләргә ҡатыр­ға­нып, төрпө өндәшеүен хәтер­ләмә­йем. Бер заман ҡарсығы бының теңкәһенә тейә башлай, сабырлығын юйҙыра, түҙемен өҙә. Бабай, яһил­ланып, әбейен ҡаты ғына итеп бәргесләп алырға әҙерләнеп бөткәс, етәкләп өйгә индерә лә, мөйөшкә ҡы­ҫырыҡлап, дебет шәл менән елпетә башлай, үҙе бер юлы хәстәрлекле һа­маҡ­лай икән: «Хәҙи­сә, мин һуҡҡанда абайла, шәлдең сәсәге күҙеңә тейеп ҡуймаһын!..»

«Тешкә йәбешә лә ҡуя»

Амбулаторияла фельдшер булып эшләп йөрөйөм. Өлкән йәштәге Шәмсинур Итбаева килде. Белә-күрә гел мәрәкәләйем, әле лә уны журналға теркәгән булып ҡыланам:

– Һеҙҙе кем тип яҙып ҡуяйыҡ?

– Этбаева Шәмсинур мин.

– Этбаева. Атайығыҙҙың исеме?

– Малбай.

– Хайуанбай.

– Ни тинең, ишетмәйерәк ҡал­дым? – Әбей шау һөйәк ҡул осон ҡолағына ялғап секрәйҙе.

– Яҙып ҡуйҙыҡ, тим. Нимә борсой?

Ҡарт кешенең ауырыуҙары етерлек, иллә уны бында әлеге мәлдә әшәке геморройы килтергән. Башҡа дарыуҙарға ҡушып, осаның һыҙ­лауын баҫа торған майшәмдәр яҙҙым. Кисекмәҫтән ауырыу янына саҡырғас, дарыуҙарҙы нисек ҡул­ланырға кәрәклекте шәфҡәт тута­шының төшөндөрөүенә ышанып, сығыу яғына йүнәлдем.

Бер нисә көндән әбекәй менән яңынан әңгәмә ҡорабыҙ.

– Хәлең нисек, инәй?

– Алланың рәхмәте яуһын үҙеңә, балам, бөтәһе лә һәйбәт.

– Дауалар килешәме һуң?

– Килешә, килешмәгән ҡайҙа, тик анау һуҡ бармаҡ оҙонлоҡ кәнфит һымағын йота алмай хитланам, ауыҙға һылашып, тешкә йәбешә лә ҡуя.

«Бомба»

Һалҡын һуғыш йылдары. Америка атом бомбаһы һуғышы башламаһа ярар ине, тип ҡурҡып ҡына йәшәй халыҡ. Шулай бер төндә ҡот осҡос шартлау Сәлих бабай менән Ғәрифә әбейҙең тыныс йоҡоһон бүлә. Сос бабай, ырғып тора һалып, әбейҙе ҡабаландыра икән. «Тор, Ғәрифә, тегеләр Мәғниткә төшөрәбеҙ тип, бомбаны яңылыш беҙгә ташлағандар, буғай», – ти. Тороп ҡараһалар, бөтәһе лә имен, тик мейес башындағы бал мискәһенең ҡапҡасы ғына иҙәндә ята, ә түбәнән шапылдап бал ағып тора икән.

Хәҙер беҙҙә бал мискәһен «Америка бомбаһы» тип йөрөтәләр.

 

«Ҡал да ҡуй»

Йәйге эҫе көн. Туғайҙа бер ғаилә кәбән ҡойоп йөрөй икән. Көтмәгәндә былар эргәһенә айыу килеп сыға. Ир «һә» тигәнсе улы менгән атҡа менгәшә лә ауыл яғына саба башлайҙар. Ҡатын да етеҙ булып сыға, сабып барған аттан ҡалышмай, ти. Ире ҡысҡыра икән: «Арыйһың бит, Зилә, һин ҡал да ҡуй». Шунан алып, берәй ерҙән ҡасһалар: «Арыйһың бит, ҡал да ҡуй», – тиҙәр беҙҙә.

 (Әлфиә Хөснөтдинова. Сибай ҡалаһы.)

 

«Ну, как в России?»

Бер ваҡыт Әбйәлил районынан бер апам «гурыт»ҡа барған. Улар әйтмешләй, «гурыт» – Магнитогорск ҡалаһының халыҡ телендәге атамаһы. Элек-электән эргә-тирәләге район кешеләре бар йомошон шунда йомошлаған, май-ҡаймағын, емеш-еләген һатып донъя көткән, хәйер, әле лә шулай. Апа ла ҡыш көнөндә баҙарға берәй нәмә алырға барған булғандыр инде. Автобустан төшөп, йәһәтләп урам буйлап атлаған. Бар осраған кеше быға аптырап ҡарай икән, ауыл кешеһен тәүгә күрәләрме?..

Бер йәш егет йүгереп килгән дә: «Ну, как в России?» – ти икән. Апа аптырап: «Хорошо», – тип яуап биргән. Бесән эшләп ҡара янған былай ҙа ҡара апамды негр тип уйлағандар.

 

«Һинән алда ағаң бар әле»

Өлкәнерәк класта малайҙар бәҙрәф артында тәмәке тарта икән. Түңәрәккә тороп, бер тәмәкене алмашлап көйрәтәләр. Мәктәп директоры былар янына ипләп кенә барған да, тартып торған уҡыусыһының яурынынан ҡағып, миңә лә ҡалдыр, тигән. Хәлит апа директор икәнен абайламай: «Һинән алда ағаң бар әле», – тигән, ти.

 

Айыу менән тәмәке тартҡан

Хәлит апамдың малай сағынан ҡалған мәҙәк. Бер мәл бесән сабып йөрөгәндә, апам һаҙға инеп киткән, йәнәһе лә, хәжәтен үтәй. Ә ул һаҙға, атай-әсәйҙән йәшенеп, тәмәке көйрәтергә йөрөй икән. Был юлы эш уңмаған, янында ғына ҡыуаҡ араһында емеш ашап торған айыуҙы күреп, сығып ҡасҡанын һиҙмәй ҙә ҡалған. Сыҡһа, ауыҙҙа тәмәке, ти. Хәҙер быны көлөп иҫләйһе ҡалды, ә ул ваҡытта апаға ҡаты ғына эләккән.

(Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ. Әбйәлил районы, Буранғол ауылы.)

 

«Миңә һылта...»

Талон заманаһы. Магазинда оҙон сират, этеш-төртөш. Бер ағай сыҙамаған, күрәһең, һауаны боҙоп ҡуя. Сираттағылар әйләнеп-әйләнеп ҡарай икән. Ағай аптырап тормай, артында торған егеткә:

– Ҡустым, оялма, миңә һылта ла ҡуй. Ҡарт кешегә бара ул, – ти икән. Теге егет ҡыҙара-бүртенә сығып шыла.

Хәҙер беҙҙә ошондайыраҡ хәл булһа, «Миңә һылта ла ҡуй», – тип көләләр.

(Рим Мәхмүтов. Баймаҡ районы.)

 

«Ғорлаһынан тотоп эсте»

Ялан яғынан бер кейәү урман яғында йәшәгән ҡайны менән ҡәйнәһенә ем алып килгән, күстәнәскә бер ярты ла алған. Емде бушатмайынса, кейәү менән ҡайны өйгә инеп, яртыны эсергә булған, ти. Яртыны өҫтәлгә ҡуйып, берҙе тотоп та өлгөрмәгәндәр, ҡәйнәһе: «Емде һыйыр ашай башланы», – тигәс, кейәү тышҡа сығып йүгергән. Ул, емде бушатып, эсергә тип инһә, ни күҙе менән күрһен, өҫтәлдә буш шешә тора, ти. Ә ҡәйнәһе, уҡлау тотоп, ҡайныһын туҡмай икән. Үҙе: «Ғорлаһынан тотоп эсте лә ҡуйҙы, мәскәй!» – тип һөйләнә, ти. Ысынында, кейәү менән ҡартына эсермәҫ өсөн, араҡыны икенсе һауытҡа бушатып йәшергән, ти, ҡарсыҡ.

Рита КИНЙӘЛБАЕВА. (Әбйәлил районы, Ҡушый ауылы).

Фото: Т,Аманов

Читайте нас: