Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
11 Ғинуар , 12:20

Крокодил

(Юмореска)

Мәләүезгә килгән күсмә зоопарктан крокодил ҡасҡан, тигән хәбәр Ғәббәс ауылында йәшен тиҙлегендә таралды.
Баҙарҙан төшкө автобус менән ҡайтып төшкән Ғәбиҙә алып ҡайтты был яңы­лыҡты. “Бик уңышлы сәфәр булды бөгөн,  – тип маҡтанды осраған бер кешегә туҡтап. – Өс шәлде эт һейгәнсә осорҙом, хатта һатыулашып та торманылар. Ҡулдан шунда уҡ арыу хаҡҡа һатып алып киттеләр. Ней ти бит, Мәләүезгә килгән күсмә заупарктан ҙур каркадил ҡасҡан тей, баҙарҙа бисәләр һөйләп торҙо. Иҙел буйлап беҙҙең яҡҡа үрләп киткән тей”.
Ғәбиҙәнең был хәбәренән кешеләр шомланды. Быға тиклем телевизорҙан ғына күргән имәнес хайуандың ауыл тирәһендә йөрөп ятыу ихтималлығы халыҡты хафаға һалды. Бала-сағаға өйҙән сығыуҙы тыйҙылар. Иренде күленә һыу инергә тип барған малайҙар йүгерешеп ҡайтты. “Крокодил күрҙек, ныҡ ҙур ине. Һыуҙан арҡаһы ғына күренә”, – тип һөйләнеләр.
Был хәбәргә ишек алдында көпә-көндөҙ байрам итеп ултырған Дамир менән Сабирҙың ғына әллә ни иҫе китмәне. Уларға күңелле ине был мәлдә. Әмәлгә ҡалғандай, ауыл өҫтөнән түбәндә генә ике вертолет осоп үтте.
– Шул крокодилды эҙләйҙәр инде былар, – тип ҡуйҙы Дамир, тәмәкеһен ҡабыҙып.
– Яңы вертолеттарҙы һынайҙарҙыр, – тине Сабир. – Гәзиттән уҡығайным, Кү­мертау заводына ҡытайҙар йөҙ вертолетҡа заказ биргән тип.
Күршеләр ҡалған көмөшкәләрен төпләп ҡуйҙы ла, тағы ҡайҙан алырға, тип уйға ҡалды.
– Идея! – тип ҡысҡырып  ебәрҙе Дамир.  – Көтөүҙән ҡайтмаған бер һарыҡты эләктерә алһаҡ, беҙҙән дә шәп кеше булмай. “Крокодил ашаған” тиерҙәр ҙә ҡуйырҙар.
Крокодил юғалыуы тураһындағы хәбәр ауыл хакимиәтенә лә барып етте: 
– Тәк. Берәй нәмә уйларға кәрәк! – тип ҡуйҙы Ғамир Ғәмулла улы Торомбашев. – Халыҡты киҫәтергә кәрәк булыр. Юғиһә, крокодил берәйһен тотоп ашай ҡалһа, миңә яуап тоторға тура киләсәк.
Шунда уҡ секретарь Фәриҙәне саҡырып алды ла, крокодилдың ауылдар буйлап йөрөүе, кешеләргә хәүеф янауы хаҡында иҫкәрмә яҙып, принтерҙан үткәреп, почтальондар аша һәр өйгә таратып сығырға ҡушты. 
Ун йыллап ауыл хакимиәте башлығы булған Ғамир Торомбашев алдын-артын ҡарап эш итергә өйрәнгән. Уның уйлауынса, бар эш тә тейешенсә эшләнергә тейеш. Былтыр Өфөнән ауыл зыяратындағы боронғо ҡәберҙәрҙәге яҙыуҙарҙы өйрәнергә ҙур ғалимдар килгәйне. Уларҙы шартына килтереп ҡаршы алырға булдылар. Был ваҡиғаны барыһы ла күрһен өсөн район теле­видениеһы һәм гәзитенең хәбәрсе­ләрен саҡырҙы. Рәсем уҡытыусыһы Морат Шәйҙуллин зыярат ҡапҡаһына ҙур итеп: “Хуш киләһегеҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар!” – тигән лозунг яҙып элдерҙе. Бына мәр­тәбәле ғалимдар ауыл зыяраты янына килеп етте. Уларҙы зыярат ҡапҡаһы алдында икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән әбей­ҙәрҙең “Әхирәттәр” ансамбле таҡмаҡтар әйтеп ҡаршы алды. Был хәлгә ғилми етәксе, академик Аҙнағолов шаҡ ҡатты: “Һеҙҙә мәйет күмгәндә лә шулай итәләрме ул?” – тип һорап ҡуйҙы аптырап.
Эңер төштө. Кешеләр, йүгереп йөрөп малын йыя башланы. Барыһы ла шул ауыл тирәһендә йөрөгән крокодил хаҡында һөйләне.
– Уй Хоҙайым! Ҡалай афәт булды әле был крокодил тигән нәмә. Телевизорҙан яңыраҡ күрһәттеләр, Африкала шул крокодилдар мыжғып йөрөй, ти бит. Бала-сағаны ғына түгел, оло кешене лә бер ҡабыуҙа йота ла ҡуя тей, – тип хафаланды Ғәлимә.
– Ҡуй инде, кешенең былай ҙа малы юғала, – тип йөпләне Ғәшүрә, – көтөүсенән һораһалар, белмәй ҙә күрмәй.
Ауылды тынлыҡ баҫты. Халыҡ бәҙрәфкә лә сығырға ҡурҡып таң аттырҙы.
– Бер һарығым тәки ҡайтманы ла ҡуйҙы, – тип зарланды Ғәлимә көтөү ҡыуғанда. – Шул ҡороғор крокодил ғына  тамаҡлап ҡуйҙы микән?
Кешеләр: “Берәй сараһын күрегеҙ!” – тип ауыл хакимиәтенә барҙы.
Башлыҡ Ғамир Торомбашев машина­һына ултырҙы ла Мәләүезгә юлланды. Ауылда крокодил арҡаһында тыныслыҡ юғалыуы, кешеләрҙең малы юғалыуы хаҡында район хакимиәтенә еткерҙе. Унда ҡораллы полиция хеҙмәткәрҙәренең эҙләргә сығасағын әйттеләр. Ғамир бер ыңғай күсмә зоопаркка ла һуғылырға булды. “Ул ниндәй яуапһыҙлыҡ? Ни сәбәпле крокодилығыҙ сығып ҡасҡан?” – тип ташланды ул зоопарк етәксеһен күреү менән. Тегенеһе аптырап ҡалды:  “Ниндәй крокодил? Барлыҡ  хайуандар үҙ урынында. Ә крокодилдың беҙҙә булғаны ла юҡ”. 
Был яҡшы хәбәрҙе ишеткәс, халыҡ иркен тын алып ҡалды. Иренде күлендәге крокодил булып күренгән нәмә Сәлим­йәндең  күпсеп ҡалҡып сыҡҡан һалабашы булып сыҡты. Бер нисә көндән Ғәлимәнең юғалған һарығын Дамир менән Сабирҙың урлап һатыуы асыҡланды. Улар яуапҡа тарттырылды. Баҙарҙан төшкө автобус менән Ғәбиҙә ҡайтып төштө. Ауыл өҫтөнән тағы вертолеттар осоп үтте. Был юлы, Мәләүез төрмәһенән ике ҡасҡын ҡасҡан, тигән хәбәр таралды...


Харис ШӘРИПОВ.

Читайте нас: