+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
22 Октябрь , 16:54

Ҡапҡа. Хикәйә

Хөснулла арлы-бирле һыйлаған ҡунаҡтарын оҙатты ла әле генә килтереп ауҙарылған имән өҫтөнә ултырҙы. Өй алдына килеп яттылар ятыуын, хәҙер юнып-сапҡылап ултыртаһы бар. Эше етерлек, дөрөҫөрәге башлана ғына әле. Хөснулла, киске һиллектә күңелле генә һөйләшеп ҡайтып барған егеттәрҙе күҙәтә күҙәтә

Хөснулла арлы-бирле һыйлаған ҡунаҡтарын оҙатты ла әле генә килтереп ауҙарылған имән өҫтөнә ултырҙы. Өй алдына килеп яттылар ятыуын, хәҙер юнып-сапҡылап ултыртаһы бар. Эше етерлек, дөрөҫөрәге башлана ғына әле.

Хөснулла, киске һиллектә күңелле генә һөйләшеп ҡайтып барған егеттәрҙе күҙәтәкүҙәтә, ҡабаланмай ғына тәмәке тоҡандырҙы. Ҡарашы ирекһеҙҙән күршеләренең ҡапҡаһына төштө. Быға тиклем бөтөнләй иғтибар итмәгән, ҡайһы яҡҡа асылғанын да абайламаған ҡапҡаларҙы буласаҡ үҙ ҡапҡаһы менән сағыштырырға тотондо.

Мал эйәһенә оҡшамаһа, харам була тиҙәр: ҡаршылағы Батыргәрәйҙең ҡапҡа ишараты ғүмер баҡый аушайып торҙо. Аҫ яғы ергә һөйрәлә, сереп тә бөткән, шуны берәй тимерсыбыҡ киҫәге менән тарттырып та ҡуя белмәне, исмаһам. Үҙе һис тә өйөнә йоҡманы, нисә ҡарама шул тракторында, сәсеү, ураҡ, сөгөлдөр тине лә сапты. Ҡараңғынан ҡараңғығаса йөрөнө — ҡасан китеп ҡасан ҡайтҡанын да күрмәҫһең.

Уң яҡтағы күршеһе Бәкергә йүнһеҙлеге өсөн «Бахыр» ҡушаматы тағылған. Ул кәртәһен быраҡтырып, үткән көҙ ҡапҡа йораты әтмәләп ҡуйҙы ҡуйыуын, тик ҡыш һалам килтергәндә бағанаһын һындыртҡайны, һаман рәтләп ҡуя алғаны юҡ. Йәй үтеп бара, нимә уйлайҙыр.

Һул яҡ күршеһе Һылыубикә апайҙың ҡалалағы малайҙары былтыр ғына ел ҡапҡа ҡоршап китте. Әбей кешегә ярай инде. Шулай, яҡын-тирәлә рәтле ҡапҡа юҡ. Ә ҡапҡа кәрәк. Ҡапҡа бит ул кемдең кемлеген күрһәтә торған мөлкәт. Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр. Дөрөҫ, Хөснулланың үҙ ҡапҡаһы ла танау сөйөрлөк түгел әлегә, әммә оҙаҡламай ул яҡын-тирәлә иң күркәмдәрҙән буласаҡ. Нейәт иттереп эшләп ҡуймаһамы! Ауылдыҡылар аптыраһын, үткән-һүткәндең иҫ-аҡылы китһен! Бындай ҙа елле ҡапҡа кемдеке икән, тип хайран ҡалһындар.

Хөснулла хыял донъяһына сумып, тәмәкеһенең һүнгәнен дә шәйләмәне. Төпсөгөн әйләндереп-тулғандырып иҙгеләп ултырҙы ла сиртеп ебәрҙе. Киләһе аҙнанан, юҡ, иртәгәнән үк тотонасаҡ. Бындай эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, ҡалған эшкә ҡар яуырға тора. Күрһендәр әле Хөснулланың кем икәнен. Ауылда «кадр» тип мыҫҡыллаһалар ҙа, ул үҙен «кадровый конторский работник» тип иҫәпләй әле. Иртәнге туғыҙға бара, киске алты тулыр-тулмаҫтан ҡайтып та керә. Берәй сәғәт һуңлаһа ла, берәй сәғәт иртәрәк ысҡынһа ла, бер һүҙ юҡ — түрәләр менән сере килешә.

Хөснулланың йәне көйә: урамдан үткән һәр береһе, муйынын һындыра яҙып, ихата эсенә ҡарап үтә. Шуға күрә бейек итеп, ихата эсе күренмәҫлек итеп яһатырға ине ҡапҡаларҙы. Береһе — үҙҙәре йөрөргә, икенсеһе — ике яҡҡа асылмалыһы — йөк менән инеү өсөн. Ҡапҡа алдына һис юғы бер-ике йөк ҡырсын түктерергә кәрәк булыр. Юҡһа, яҙын-көҙөн батҡағы әйләнеп ята торған, яңы ҡапҡаның да йәмен ебәрер.

— Ыһым-ыһым... Ял итеүме?

 Хөснулла, ғәйеп эш ҡылып тотолған кешеләй, йәлп итеп тауыш килгән яҡҡа боролдо. Янында ат ҡараусы Иҫәнбай ҡарт тора икән.

— Эйе, ултырам әле, — тигән булды, бер аҙ тынысланғас. — Егеттәрҙе оҙаттым да.

— Имәндәр арыу, таҙа. Иртәнсәк кенә күренмәй ине түгелме һуң?

— Әле генә килтерттем бит. Ана, егеттәр менән. — Хөснулла ауылдың теге осона ҡарап башын ҡаҡты.

— Нимәгә инде былар?

— Ҡапҡаға. — Хөснулла, шуға ла башың етмәйме тигәндәй, ҡартҡа күтәрелеп ҡарап ҡуйҙы ла яңынан тәмәке тоҡандырҙы. Иҫәнбай ҡарт, имәндәрҙең ныҡлығын белергә теләгәндәй, һәр береһен сыбыртҡы һабы менән һуҡҡылап сыҡты, башын сайҡап, телен шартлатты.

— Ҡайҙан таптың быларҙы? Яҡын-тирәлә йүнле ағас ҡалманы бит хәҙер.

— Эҙләһәң осрай у л .— Хөснулла хәйләкәр генә йылмайҙы, әйтерһең, бындай ағастарҙың ҡайҙа үҫеүен ул ғына белә. — Әллә һинең дә уйың бармы?

— Ҡыйыш китмәҫ ине лә ул, — тигән булды ат ҡараусы. Әллә шаярып, әллә ысын әйтте, Хөснулла аңлай алманы.— Урыҫ ҡапҡаһы эшләтәһеңдер инде?

— Шулай тип уйлаған баш.

— Арыу ҡапҡа — урам күрке. Әйҙә инде, күңелең тартылғас. — Ҡарт саҡ ҡына тын торҙо. — Үҙең генә тотонмаҫһың бит, ни тиһәң дә оҫталыҡ талап итә торған эш. Ҡулы белгән берәйһен таба алһаң.-.

— Әллә тағы. Яллаһам, килер инеңме?

— Ниңә килмәҫкә? — тип йылмайҙы ҡарт.— Малай саҡтан уҡ балта ҡулдан төшкәне юҡ. Элгәре кантурға беҙ начальствонан әрләнергә йәки эш алырға ғына йөрөй торғайныҡ. Хәҙер генә ул эшләрҙәйе лә, эшләмәҫтәйе лә шунда һырыға. Йылы урын таптылар, һәр бер колхозникка бер начальник тура киләлер.

Хөснулла, әрем тел, тип ҡуйҙы эстән генө, миңә төрттөрәлер, төрттөрмәһә исеме Иҫәнбай буламы ни уның. Үҙе эшләп ҡараһын ине әле конторҙа. Ундағы эште ат ҡыуыу тип белә әллә?

— һин лутсы һарыташтағы Мәғәфүргә өндәш, — тине Иҫәнбай, етди тонға күсеп.— Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Өйөн дә һала, рам-фәлән дә яһай, мейесен дә сығара.

— Мейесе кәрәкмәҫ, ҡапҡаға тотонғаны бармы һуң?

— Ә кәк же. Әйтеп торам бит, оҫта. Бал кәрәҙенә оҡшатып солан тәҙрәләре яһаған кеше ҡапҡа эшләмәй буламы? Теге, нимә тиҙәр әле?.. — Ҡарт, сирылып, берауыҡ уйланып алды. — Широкий профиль. Был да шулайыраҡ. Һырлап-семәрләп тә ебәрһә. Кешегә лә үҙенә эшләгән шикелле тотона. Быларҙы ултыртып ҡына бирһәң, — ҡарт йәнә имәнгә һуҡҡылап алды, — ҡалғанын үҙе ҡылыр- Өндәш, үкенмәҫһең.

— Шулаймы? Күргеләгәнем бар, тик яҡындан танышлыҡ юҡ. Тыңлаһа ярай ҙа.

— Һы, уның нимәһе, тотоп бараһың да танышаһың, шунда йомошоңдо ла әйтәһең. Һинең менән минең һымаҡ ябай кеше ул. Инәлтеп маташмаҫ, эше булмаһа.

— Тотоп барырға заманы икенсе бит хәҙер. Элекке саҡ түгел..

— Ҡуйсәле, һин дә шулай тип торғас. — Ат ҡараусы, йөҙөн йәмрәйтеп, сыбыртҡы һабын балтырына һуғып алды. — Егеттәреңде, моғайын, сәй менән генә һыйламағанһыңдыр бит?

— Юҡ та...

— Шулай булғас.

Берауыҡ һүҙһеҙ ултырҙылар.

— Да, шулай итеп, донъянан бикләнергә булдың инде? — Иҫәнбай ҡарт ҡапыл мәғәнәле генә итеп һорап ҡуйҙы. — Туясы яраған эш, закон тыймай бындай теләкте.

Оҙаҡламай ҡарт китте, әммә Хөснулланы ҡаты уйға һалып китте. Төрттөрөп һөйләүе бөтмәне инде, әрем тел. Аҡыл өйрәтте лә йөрөнө- Хөснулла урынынан ҡалҡынды, быуындарын шартлатҡансы кирелде, ата ҡаҙ ише муйынын борғолап, тирә-яғына ҡаранып алды.

Ауыл өҫтөнә ғәжәйеп һиллек ятҡайны. Көндөҙгө эҫелектән һуң бар йән эйәһе ял иткәндәй. Ара-тирә ҡапҡа, ишек шығырлаған тауыштар ишетелеп ҡала, баҡса артындағы күлдән баҡаларҙың баҡылдашҡаны һыйырҙар мышнауына, эт сәңкелдәүенә ҡушыла.

Хөснулла ошо тауыштарға иғтибар итеп саҡ ҡына торҙо ла, ярар, ятырға кәрәк, тип йортона ыңғайланы. Иҫке ҡапҡаһы, көндәрем бөттө тигәндәй, йәлләткес тауыштар сығарып шығырланы. Иртәгә үк алып ырғытырға кәрәк, кеше көлдөрөп тормаһын, тип Хөснулла төрлө оҙонлоҡтағы, төрлө яҫылыҡтағы таҡталарҙан яһалған ҡапҡаһына боролоп ҡараны. Ҡараны ла, оялмай бынау ҡапҡа менән ошоғаса нисек йәшәлгән, тип уйлап ҡуйҙы.

Иртәгәһенә, уйлағанса, ҡапҡаһын алып ташлай алманы Хөснулла, автомашина шинынан телеп ҡағылған резина киҫәген генә һурып алды. Бағаналарына тотонорға ҡулы етмәне, дөрөҫөрәге, форсат бирмәнеләр, ауыл халҡы һөйләшкән шикелле, бесәнгә төштө. Ҡыҙыҡ бит ул кеше, берәйһе генә салғы күтәреп сыҡһын, икенсеһенә, өсөнсөһөнә етә ҡала. Ауылда береһенең дә тәғәйен генә сабынлығы юҡ хәҙер, шуға күрә һәр кем һис юғы үҙенең былтыр сапҡан төйәгенән ҡолаҡ ҡаҡмаҫҡа тырыша. Ә уның өсөн ауылдаштарың менән бергәрәк сығыуың хәйерле. Берәйһе һинең өлөшөңдө эләктерһә, киләһе йылына инде үҙенекендәй күреп иркенләп саба башлай.

Хөснулланың ситтән ярҙам көтөр кешеһе юҡ. Улы быйыл алтынсыны бөттө, ҡыҙҙары бәләкәй. Яҙ башынан, быйыл малай ныҡлап ҡул араһына инә башлар инде, тип тора ине, йәйгә сыға килә тегеңә салғы тоттороу теләгенән һүрелде. Уны өйрәткеләгәнсе әллә күпме ваҡыт үтәсәк, ә ваҡыт алтын бәрәбәрс-ндә.

Хөснулла Батыргәрәйҙең таң тишегенән салғы тапағанын ишетте лә (үҙе йөрөмәҫ, йылдағыса, малайҙарын ҡушырға самалайҙыр), килеп ятҡан бағаналар әллә ҡайҙа китмәҫ, ултыртылыр әле, тип лапаҫта ҡыҫтырыулы торған салғыһын төшөрҙө. Төшөрҙө лә, ихата уртаһына кәжәнен, иҫке фуфайкаһын сығарып йәйеп, сүкеш-түшен эҙләп алды. Оҙаҡламай уның салғы сүкегән тауышына, таң алдынан кем уҙарҙан ҡысҡырышҡан әтәстәр шикелле, Бәкер менән Кинйәғол, һылыубикә апайҙың ҡаланан ҡайтҡан малайының сүкеш сыңдары өҫтәлде- Бесән арҡаһында атай улды, инә ҡыҙҙы белмәгән ошо мәлдә бер кемдең дә аҙаҡҡа ҡалғыһы килмәне.

Хөснулланың сабынлығы Батыргәрәйҙеке менән йәнәш, ул күп уйлап тормаҫ, буйҙанбуйға һелтәр ҙә китер, шуға күрә Хөснулла күршеһенән алдараҡ барырға тырышты.

Хөснулла «биләмә»һен өс көндә бакуйға һалды ла Һарыташҡа юлланды. Оҫтаның иртәгә үк килеренә ныҡ ышанып-өмөтләнеп барһа ла — контора кешеһе бит әле — юлы уңманы: Мәғәфүр, быйыл малайҙар ҡайтмаҫҡа уйлай, бесән үҙемә ҡала, әле генә ҡуҙғалып булмаҫ, тип сығарҙы. Әллә дөрөҫөн әйтте, әллә тәү күргән кешегә инәлтеү холҡо бар ине, Хөснулла быны аңлап етә алманы. Иҫәнбай ҡарттан холоҡ-фиғелен ныҡлап һорашмаған йәки уның үҙе менән килмәгән бит, исмаһам. Ҡыҫҡаһы, Хөснулланың йәһәт кенә яһатып ҡуям тигән ниәте килеп сыҡманы.

Шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултырманы ул. Сапҡан бесәне кипкәнсе имәндәрен ихатаға индерҙе. Әрсене, Сәкинәһе менән баштарын тигеҙләп бысты. Кибеп китмәҫ элек тип, сикәләрен юнды, ат һарайынан бер биҙрә дегет алып ҡайтты (Иҫәнбай, тағы кил, етмәҫ ул, тип ҡалды) — бағананың ергә күмелгән өлөшөн шуның менән буяһаң, серемәгәнен ишеткәне бар ине. Ни тиһәң дә, ҡапҡа ике-өс йылға ғына эшләнмәй бит, балаларына, ейәндәренә ҡалыр.

Сиңерткә сырылдағы һымаҡ, йәйҙең дә ғүмере ҡыҫҡа. Оҙаҡламай бакуйҙарҙағы бесән кибеп йыйылды, күбәләргә, унан кәбәндәргә һалынды. Бер кисте Хөснулла туп һуғып йөрөгән йәш-елкенсәкте саҡырҙы ла тегеләрҙән соҡор ҡаҙҙырып, бағаналарын ултыртып ҡуйҙы. Ә иртәгәһенә түҙмәне, көтөү менән тороп, йәнә Карыташҡа юлланды. Бесәнде кәбәнгә ултыртайым да барырмын, тип ҡалды оҫта.

Дүрт көндән килде Мәғәфүр ҡарт. Килде лз эшкә лә тотондо: таҡталар һайланы, Хөснулла әҙерләгәндәрҙе бик оҡшатмай, икенселәрен бысты, уларҙы юнды, йышты, сит-ситен һырланы. Оҫта — оҫта инде, ҡулдары килешеп тора. Ҡабаланманы, бик яйламаны ла, хужаға оҡшарға тырышып та ҡыланманы, үҙ яйына йөрөй бирҙе- Әйтерһең, ғүмер баҡый ҡапҡа яһап ҡына йөрөгән: бөтә хәрәкәте теүәл, иҫәпле ине уның. Иҫәнбай ҡарт быны белеп маҡтаған икән.

Хөснулла тәүге көн хаҡын-ниен һөйләшеп-килешеүгә, кәңәшләшеүгә китер тип уйлағайны, ә был ихатаға керҙе лә, ҡапҡаң, ызначит ошонда була, ҡайҙа материалың, тип алан-йолан ҡарана ла башланы. Хужа кеше, туҡта, сабыр ит, уйлашайыҡ, һис юғы сәй эсеп сығайыҡ, тиеберәк һүҙ ҡушып ҡарағайны ла тегегә, бәй, өй һалмайбыҙ ҙа, эш барышы үҙе күрһәтә ул, тип кенә яуапланы. Шунан үҙе бер-ике һүҙ менән буласаҡ ҡалҡаның рәүешен һөйләп тә бирҙе.

Ҡарт көн дә көтөү ҡыуыуға килеп етә, сәйләп алғас, эшкә тотона. Төшкә ҡәҙәр бөтөнләй туҡтамай — ауыҙ эсенән бер көйҙө көйләп һәүетемсә генә туҡылдап йөрөй бирә. Төшкөһен ашап алғас, йәнә эшкә сума. Кис еткәс, велосипедына атланып ҡайтып китә.

Ҡапҡаның таҡталарын ҡаҡҡылап, бағаналарға элеүе әллә ни оҙаҡҡа һуҙылманы. Хөснулланың эштән махсус рәүештә иртәрәк ҡайтҡан сағы ине.

— Нисек? — тигән булды оҫта, ҡапҡаларҙың өсөһөн дә ябып ҡарағас.

Хөснулла береһен, әле икенсеһен алмашлап асып ҡараны, тигеҙлеген, бейеклеген тикшерҙе.

— Таҡталары ҡыҫыбыраҡ ҡағылмаған икән түлке. Ара ҡалмаһын ине.

Оҫтаның һөмһөрө ҡойолдо.

— Бәй, улай ғына булыр инде ул, һыу тултырып ҡуймайһың даһа. Ҡаҡҡанды күрә йөрөнөң, ә өндәшмәнең. Әле килеп, аралы тип тораһың.

— Урам эсен теләһә кем ҡарап-тикшереп үтмәһен тигәйнем шул. Ҡапҡа ҡуйҙырыуҙың да бар маҡсаты шул ине. Былайҙы үҙем дә төрәкәләр инем.

Утҡа май һиптеләрме ни, ҡарт ҡыҙҙы ла китте:

— Бәй, улай булғас, ниңә әйттең? Ирегеп йөрөгәндән килгән тиһеңме әллә? Ҡыйыш-мыйыш торһа бер хәл. Аралы, имеш...

— Ярай инде, ярай, Мәғәфүр ағай, үпкәләмә. — Эштең бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа төшә башлауын һиҙгән хужаның йөҙө үҙгәрҙе. — Бәйләнерҙән түгел бит. Шаярттым даһа, — тип оҫтаның ҡылығына тамам аптырағандай итеп яурындарын бөрөштөрҙө, ҡулдарын йәйеп ебәрҙе.

— Шаярттым. — Оҫта хужаның һүҙен ҡабатланы. — Шулай шаярталарҙыр.

Хәбәрҙе уйынға борҙо бороуын, әммә Хөснулла иртәгәһенә иртәнсәк, ҡапҡаларҙы кире алдыртып, таҡталарын яңынан ҡаҡтырҙы. Мәғәфүр киреләнеп ҡарағайны ла, хужа ҡаты торҙо — үҙен ҡапҡа хужаһы ғына итеп түгел, контор работнигы ҡиәфәтендә тотто. Кисәге һымаҡ уйынсалап маташманы, ҡаты ғына әйтте лә эшенә китергә ашыҡты. Эште яртылаш ҡалдырып китеп булмай бит инде, күнде оҫта. Кисен ҡапҡаны яңынан элгәс, Хөснулла ҡараны ла ҡәнәғәт булып Мәғәфүр ҡарттың яурынына «порядок» тип һуғып алды. Кәйефләнеп, киске аш ваҡытында бер шешә шарап та сығарғайны, ҡарт эсемлектән ҡырҡа баш тартты. Китек күңеле менән нисек эсеп ултырһын инде.

— Иҫәнлекме? — Аласыҡты киң асып, Кинйәғол ҡарт килеп инде. Аш йәмен ебәреп йөрөмәһә тигән һымаҡ, Хөснулла ҡаш аҫтынан ғына ҡарап алды ла өндәшмәне, ашауын белде.

—- Арыубыҙ. Үт әйҙә. — Хужа тауыш бирмәгәс, һаулыҡты Мәғәфүр оҫта үҙе алды.

— Һаумы, Мәғәфүр, һаумы! — Ҡарттар таныш булып сыҡты, йылмайышып күрештеләр. — Элгәре көн килгәнеңде күреп ҡалғайным. Иҫәнбайҙан һорашһам, ул Хөснуллала оҫталай тип тора һине. Яраған эш. Бирешмәйһең былай, маладис, ә минең рәт самалы хәҙер. Таяҡҡа ҡалып бара көн.

— Улай тимә, ҡорҙаш. Ҡартайырға ашыҡмайыҡ. Әйҙә, ултыр, хәл-әхүәлеңде һөйләп ебәр. Күптән осрашҡан юҡ.

Көйәнтә һымаҡ бөкрәйеп ашап ултырған Хөснуллаға ҡапыл ҡыйын булып китте. Ике ҡарт, үҙҙәренең ҡайҙа, кемдә ултырғандарын да онотоп, йорт эйәһенә тамсы ла иғтибар итмәй гәпләшергә тотондо. Асыуың килерме, юҡмы. Конторға килһәләр, яман кеселекле булып һораныуҙарын ғына беләләр. Барырһың әле конторға ла...

— Ярар, үтеп тормам инде. Йомош менән ингәйнем Хөснуллаға, — Кинйәғол хужаның асыулы йөҙөн шәйләп тегегә боролдо- — Сират һиңә ҡасан етә әле, күрше?

Хөснулла теләр-теләмәҫ кенә башын күтәрҙе.

— Ниндәй сират? Зыяратҡамы? — Ул үҙенсә шаяртҡан булды. — Ьәр хәлдә һинән һуңыраҡтыр инде.

Кинйәғолдоң кәйефе ҡырылды: йәш-елкенсәк һымаҡ, ҡолаҡҡа ятмаған һүҙ һөйләмәһә.

— Зыяратҡа сират юҡ инде ул, көтөүҙе әйтәм.

— Ә көтөүҙеме ни? — Хөснулла үҙенең һүҙенән ҡыҙыҡ табып көлгән булды. — Иртәнән һуңға шикелле. Нимәһенә хәжәт булды әле минең сират?

— Ғүмәрҙең отпускыһы бөтә, шәмбе китәм, ти. Ул киткәнсе, шул көтөүҙе үткәреп ебәрһәк тигәйнем. Бирмәҫһеңме икән сиратыңды?

— Юҡты бушҡа ауҙарып йөрөгән малайшалай бөткәнме ни урам буйында? Ҡуш. Пенсияғыҙҙы тоҙлайһығыҙмы әллә?

— Тоҙлайһыңмы тип ни... Көтөп китһә зыян булмаҫ ине лә ул. Былай ҙа йылдың-йылы кеше ҡушам, — Кинйәғол ҡарттың өмөтө өҙөлгәйне инде.

— Юҡ, үҙем көтәм. һинең сират еткәнсе йә көн боҙолоп китер, йә икенсе бер сәбәп килеп сығыр, ҡапҡаның да эшен бөтөрөргә кәрәк.

— Миңә ул тиклем ҡабалан түгел, йәй оҙон, пенсионерға ни, — тип һүҙ ҡыҫтырҙы Мәғәфүр ҡарт, тегеләрҙең араларын йомшартырға теләп.

— һиңә ҡабалан булмаһа, миңә ҡабалан. Көҙгә тиклем шуның менән маташмабыҙ бит. Әйткәс тә килһәң, мыңарсы бөткән дә булыр инек. — Хужа ҡаш аҫтынан ғына оҫтаға ҡарап алды. — Үҙең уйлап ҡара, һин оло кеше бит, бирҙем дә ти. Шунан икенсе берәү, әйтәйек, Һылыубикә апай һорап керһә? Уның да малайы ҡайтҡан. Барыһына ла, мә, ал, тип ултырайыммы?

— Ярай, шулай тип әйтереңде белгәйнем дә.

— Белгәс, ниңә керәһең һуң?

— Өмөт бит, мужыт тыңлашырһың тигәйнем. Күңелең дә әлеге ҡапҡаң шикелле бикле шул. — Ҡарт аласыҡтан сыҡты.

— Ә һин ҡапҡаға ҡағылма. Хәлең булһа, һин дә эшләт... Ишшу... — Хөснулла, аласыҡ эсендә үҙенә урын таба алмайынса, үрле-ҡырлы йөрөргә тотондо. Эсендә ҡайнаған утты тышҡа бик сығармаҫҡа тырышһа ла, ярһыуы, әйтергә теләгән һүҙҙәре әйтеп бөтөлмәгәне күренеп тора ине. Түҙмәй тышҡа атылды. Ҡабаланып, шырпыһына ҡулын бешерә-бешерә, тәмәке тоҡандырҙы. Артына ла ҡулы етмәй, тип асыҡ ҡапҡаны шартлата барып япты, унан бөгөн генә ҡағып ҡуйған элгесен элде, өс ҡапҡаны ла быуып һуҙылған һайғауҙы тартты. Шунан ғына бер аҙ тынысланып хәле бөткән кешеләй күтәрмәһенә сүгәләне.

Мәғәфүр ҡарт, велосипедын лапаҫтан сығарып, ҡапҡаны яңынан асты. Хушлашырға ла онотто шикелле. Хәйер, хужа үҙе лә башын эйеп ултырып ҡалды, һаубуллашыу ҡайғыһы түгел ине унда.

Көтөү сиратын Хөснулла, әлбиттә, бирмәне, үҙе көттө. Хатта малайын да эйәртмәне, бабайыңа булыш, урам-тирәһенә күҙ-ҡолаҡ бул, малай-шалай ҡапҡаны бысратып ҡуймаһын, тип өйҙә ҡалдырҙы. Теләһә кемдең темеҫкенеп, йомошо булһа, булмаһа ла кәләп һалғанын йәне һөймәй Хөснулланың. Шулай ҙа алып бармағанына үкенде аҙаҡ (мал артынан йүгереүгә бесән сапҡандағы шикелле әллә ни таҫыллыҡ кәрәкмәй бит)— көтөүҙән һуң, ике көн кәүҙәһен ҡалҡыта алмай ятты: ултыраҡ тормошҡа күнеккән контор работнигы мал артынан йөрөп тамам эшлектән сыҡҡайны. Сәкинәһенең, берәйһенә генә ҡушмай, бынау уттай эш мәлендә ят инде һуйлайып, тип һуҡраныуына, уның ҡарауы аҡса янда ҡалды, арығанлыҡ үтер әле, тип кенә яуапланы.

Кешеләр үҙҙәренең ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрен бөтөрһөн, бигерәк тә бесәнен өйһөн, утынын әҙерләп ҡалһын тигәндәй, көндәр ҡоро торҙо. Халыҡ ҡәҙимге тормошо менән йәшәне: бала-саға, йәш килендәр көтөү ҡыуҙы, кистәрен ҡаршыланы, йәшелсә, картуф баҡсаһында булашты. Йәштәр эңерҙәрен клуб урамында туп һуҡты. Күҙ бәйләнгәнсе сырсыуҙар тымыр тимә. Торараҡ уға гармун моңо ҡушыла, йыр, көлөү тауыштары яңғырай. Йылға буйындағы ялбыр тирәктәр араһында усаҡ яна, йүгерешкән-бейешкән кәүҙәләр күҙгә салына.

Хөснулла ошоноң ише еңел-елпе уйындар менән йәштән үк мауыҡманы. Армияға тиклем сыҡҡылағанда ла ситтән генә ҡарап тәмәке көйрәтер ҙә әйләнер ине. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ике йыл йөрөнөмө-юҡмы, медпунктта эшләгән Сәкинәне бисәлеккә алып бер аҙ аталарында йәшәне, өй һалырға тотондо. Дөрөҫөрәге, атаһы эшләтте. Үҙе ҡыл да ҡыбырлатманы, колхоз эшендә лә илке-һалҡы йөрөнө, гел еңелерәк кәсепкә ынтылды. Тәүҙәрәк тимер-томор мастерскойында ләстит һатты, шунан халыҡтан һөт йыйҙы. Иртә тороуҙан елкәһе сейләнеп, уныһына ла ҡул һелтәне оҙаҡламай. Экспедитор булып керҙе, уны ла ташланы, әле — кадрҙар бүлегендә.

Йортто уның ҙур, киң итеп һалынған (ҡулы эш белмәһә лә, өйрәтеп торорға оҫта ул). Минең өй ауылда иң шәбе булырға тейеш, тип ынтылды. Өй шулай килеп сыҡты ла. Тын да, тауыш та үтеп инә алмаҫлыҡ ҡалын стеналы, ваҡ алты тәҙрәле, тимер ҡыйыҡлы йорт ине был. Шундай уҡ эре бүрәнәләрҙән мал һарайы, мунса һалдырҙы. Бына әле ҡапҡа...

...Мәғәфүр ҡарт аҙна тигәндә эшен теүәлләне. Һуңғы ике көнө колхоз мастерскойына барып ҡапҡа мөйөштәренә семәр-һырҙар яһау, уларҙы ҡаҙаҡлап буяу, аҫҡы өлөштәренә төрлө биҙәк йәбештереү менән үтте. Бағана баштарына кәпләп «эшләпә »лэр кейҙерҙе. Хужаның теләге буйынса тимерҙән элгестәр яһаны, асҡанда-япҡанда шығырлап йәнгә теймәһен тип, күгәндәрен майлап та ҡуйҙы. Ҡапҡаһы дан ҡапҡа булып күҙгә күренде.

— Ярай, рәхмәт, Мәғәфүр ағай, — тине хужа, ҡорамалдар, таҡта киҫәктәре йыйышып, ҡапҡаның һайғауын тартып ҡуйғас.— Тыңланың, бына тигән итеп эшләп тә ҡуйҙың. Ризамын! Килешелгән хаҡты Сәкинә бирерИнәйек әйҙә.

— Ярыҡ ҡалмағанмы? Ипләберәк ҡара әле!

— Ярар инде, иҫкә төшөрмә шуны.— Хужа, теге ваҡыттағы ҡылығынан уңайһыҙланғандай, сырайын һытып, ҡулын һелтәне

Эш бөткәс, ҡул-бит сайҙылар ҙа аласыҡҡа кереп ултырҙылар. Икеһенең дә кәйефе күтәренке. Береһе, ҡапҡалы булдым, тип һөйөнһә, икенсеһе, эште бөтөрҙөм, тип ҡыуанды. Хөснулла теге көн сығарған шешәһен асты ла стакандарға эсемлек ҡойҙо.

— Тондорайыҡ әле берҙе, ағай. Бөгөн төшөрөргә хаҡыбыҙ бар. Эш бөткәс, уйнарға ярай тиҙәрме әле?!

Оҫта, ауыҙы йырылған хужаға ҡарамай ғына, стаканды ҡулына алды. Эсмәйем тип кенә ҡотола алмаясағын һиҙә ине ул. Сирыла-сирыла бер-ике йоторға мәжбүр булды.

— Ниңә улай ғына?

— Етте. Бүтән өҫтәй күрмә.

— Ҡалай мәрәкә кеше һин, Мәғәфүр ағай. Йөҙ грамм эсте лә, етте, тип ултырасы. Эшләгән һымаҡ эс.

— Эшләгән һымаҡ эсеп булмай шул хәҙер, эшкә лә элекке таҫыллыҡ юҡ. Һинең йәштә булһам, үҙең әйтмешләй, тондороп та ҡуйыр инем. Олоғайтыла. — Оҫта тәрән көрһөндө.

— Кин дә олоғаям тигәс...

— Һы, минең йәшкә еткәс нисегерәк һөйләнерһең икән. Йәш саҡта һәр нәмәгә үҙ манараңдан ҡарала шул.

Хужа өндәшмәне, аптырап ҡалғандай итте, ҡарт ыңғайына үҙе лә ҡалағына тотондо. Байтаҡ тауыш-тынһыҙ ашағас, оҫта һүҙҙе яңыртты.

— Һиңә бер һүҙ әйтке килә, Хөснулла. Белмәйем, мужыт хаҡым да юҡтыр...

— Икене әйт, ниңә берҙе генә? — Хәбәрҙең ялғаныуына ҡыуанған хужа шаяртырға маташты

— Берәүһен аңлаһаң дә шәп әле.— Ҡарт төпкәрәк тартылып ултырҙы. — Ҡапҡаны эшләнек, уйымеа бик хөрт тә сыҡманы шикелле. Ярай, кәрәк әйбер, булмағандан булғаны яҡшы, өйөң, ҡура-ҡаралтың ҡараулы тигәндәй.

— Кәнишнә...

— Бүлдермә, башлағас әйтеп бөтәйем. Барыһы ла дөрөҫ, ҡустым, тик ҡапҡа бикле торорға тейеш түгел. — Мәғәфүр ҡарт күҙҙәрен ҡыҫыңҡырап ҡараны — һынсыл да, серле лә ине уның был ҡарашы.

Хужа бер аҙға юғалып ҡалды.

 — Аңламаным. Бикле торһон өсөн яһайҙар түгелме һуң ҡапҡаны? Үҙең дә шулай тип тораһың бит... Бикләмәгәс, яһап та тормаҫҡа ине.

Оҫта Һиҙелер-Һиҙелмәҫ кенә көлөмһөрәне.

— Дөрөҫ, ҡапҡа бикләү өсөн яһала, тик күңелең ҡапҡаларын бикләй күрмә.

Хужа тағы аптыраны.

— Әллә нәмәләр һөйләй башланың әле, Мәғәфүр ағай. — Хужа йылмайғандай итте, унан йөҙөнә күләгә ятты, ҡолаҡтарына ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.— Балта оҫтаһы ғына түгел, аҡыл эйәһ

— Нотоҡ түгел, теләк

— Ҡуй әле, ағай, таптың хәбәр, әйҙә эсәйек лутсы. — Хөснулла стакандарҙы тултырҙы.

— Эсмәйем, әйттем бит!

Хөснулла ул тиклем дә аңра малай иҫәпләмәй үҙен, ҡарттың тел төбөн бик яҡшы төшөндө. Белгертмәне, эсенә йомдо. Уның ни ҡыҫылышы бар Хөснуллала? Нисек теләй, шулай йәшәй. Ҡапҡаһын бикле тотамы, асыҡ тотамы — үҙ теләгендә. Быға ҡәҙәр тауыш-тыны сыҡмай ине, бөгөн килеп, батырайып, аҡыл өйрәтеп ултырған буласы. Эш бөткәс ярай тейме икән. Кинйәғолга сират бирмәү оҡшамаған, күрәһең. Ҡорҙаштар тип өндәшкән булдылар бит бер-береһенә.

Ҡарт ашын ашап бөттө. Эшләнем, ашаным, әйтер һүҙҙе әйттем тигән ҡиәфәт менән урынынан ҡалҡынды.

— Рәхмәт, хуш итә1тек. Эш тамам, ҡабул иттең, юлсының юлда булыуы хәйерле.

— Туҡта, туҡта, ҡайҙа ашығаһың? Сәй ҙә эсмәнек бит. Сәкинә, ин әле, ағай ҡуҙғалам ти. Аҡсаны... — Хужа, өтәләнеп, көтөүҙән ҡайтҡан мал-тыуары менән булашҡан ҡатынына һөрәнләне, үҙе лә оҫтаның былай тиҙ генә ҡайтырға йыйЫныуын көтмәй ине шикелле. — Ултыр, ҡабаланма. Рәтләп һөйләшеп тә булманы.

— Нөйләштек-аңлаштыҡ.— Ҡарт Сәкинә ҡулынан аҡсаны алды ла урамға сыҡты. Урам уртаһына аяҡтарын кирә баҫып, берсә һоҡланып, берсә һағайып тигәндәй оҙаҡ ҡына итеп үҙенең эшенә ҡарап торҙо. Күпме хеҙмәт һалған ошо ҡапҡаны ҡалдырып китеүе уға йәл дә ине шикелле. Ҡарт йәһәт кенә лапаҫ аҫтынан велосипедын алып сыҡты ла, аптырап торған Хөснуллаға тауыштынһыҙ ғына ҡулын һоноп хушлашҡас, ҡапҡаны аса башланы. Ниңәлер бик оҙаҡ асты, һыңар ҡулы менән генә булдыра алмағас, велосипедын бағанаға һөйәп, ике ҡуллап тотондо. Йәш һайғауҙы тартыуы ҡыйын, элгесе лә әлегә тығыҙ ине шул.

Велосипед күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо Хөснулла. Ҡапҡа эше теүәлләнеүгә ҡыуаныслы тойғолар кисерһә лә, ҡарттың һүҙҙәренән күңеле иләҫ-миләҫ килеп болоҡһоно. Араларында бер нәмә лә булманы һымаҡ, һүҙгә лә килешмәнеләр, ә бына билдәһеҙ төйөн ҡапыл ғына йөрәген өйкәп алды ла китте. Ҡарт әллә юрамал, әллә ысынлап, әллә көнләшеп уның күңеленә шөбһә сәсеп китте. Хөрт тә ашатманы шикелле, килешелгән хаҡты ла бирҙе, бик ҡабаландырманы ла, ҡулынан килгәнсе ярҙам да иткеләне, тик барыбер Иҫәнбай ҡарт һымаҡ әремен һирпеп китте...

...Таң тишегенән ҡапҡа ҡаҡтылар.

—- Кем унда? — Тертләп уянған Хөснулланың тауышы ғәҙәттәгенән ҡалыныраҡ та сыҡты шикелле, һәр хәлдә үҙенә шулай тойолдо

— Мин, Айсыуаҡ, ас әле, ағай.

Хөснулла тегенең тауышынан Иҫәнбайҙың төпсөк малайын таныны,

— Мынау ваҡытта кеше уятып йөрөмәһәң... Ат урынына яланға ҡыуырға килдеңме әллә?

— Сәкинә апай кәрәк ине. Атайым ҡапыл сирләп китте. Эсенән түҙмәй.

— Ярамаған берәй нәмә ашағандыр күп булһа.

Был эскә үк инеп китмәһен тигәндәй, Хөснулла бер ҡулы менән ярым асылған ҡапҡаһына, икенсеһе менән бағанаға йәбешкән килеш тора бирҙе. Ҡатынының яңы ғына уянып, һыйыр һауырға йыйыныуын белһә лә өндәшмәне. Бөтмәҫ бимазалауҙары! Өҙлөкһөҙ талауҙарынан ялҡып бөткән Хөснулла. Тегеһе кәрәк, быныһы кәрәк тип хәйерселәй ҙә йөрөйҙәр. Сөскөрһәләр-йүткерһәләр ҙә, ҡул-биттәре һыҙырылһа ла сабышып килеп етәләр. Ул медпунктын нимәгә төҙөгәндәрҙер? Торалар ҙа өйгә ябырылалар. Ана, председатель бер ҡасан да өйөндә ҡабул итмәй, тәғәйен көнө, сәғәте бар. Сәкинәнең дә эше шулай булырға тейеш.

— Әйтегеҙ әле Сәкинә апайға. — Айсыуаҡ түҙемһеҙләнде.

— Үҙең кер ҙә әйт, — Хөснулла ҡырт ҡына боролдо ла аҙбары яғына китте.

Айсыуаҡ туп-тура аласыҡҡа йүнәлде. Иҫәнләшеп, Сәкинәгә хәлде аңлатып бирҙе. Бер аҙҙан улар эйәртенешеп өйгә инделәр. Бисәһе дарыу тултырылған ҡумтанан ниндәйҙер таблеткалар алып тегенең ҡулына тотторҙо. Егет нисек, ҡайсан һәм күпме эсергә кәрәклеген баш ҡағып тыңланы ла, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй сығып йүгерҙе. Әммә ярты сәғәт үттеме, юҡмы, яңынан килеп керҙе, Был юлы тамам әлһерәгән, йөҙө ағарған ине уның.

— Сәкинә апай, ауыртыуы туҡтамай, ти, барып әйләнегеҙ инде, зинһар.

— Биргән дарыуҙарҙы эстеме һуң?

— Эсте, ебәрмәй, ти.

— Әсенең ҡайһы тирәһе ауырта?

 — Уң яҡлап, ти.

— Һуҡыр эсәк булып ҡуймағайы... Ҡайыл ғына ебәрмәҫ инде ул. Түҙһен,— Сәкинә Айсыуаҡҡа һиҙҙермәй генә иренә ҡарап алды. Хөснулла «йөрөмә!» тигәнде аңлатып, баш һелкте. Теге ваҡыт йыйылышта, сәсеүгә сығырға кеше етмәй, ә кадрҙар бүлегендә уттай эш ваҡытында ла әллә нисәү буш ултыра, өҫтәп бынау Хөснулланы ла алып ҡуйҙылар, тип бар ғаләм алдында һөйләнгәне өсөн этләнһен әле. Ат ҡараһа ла, көндөҙҙәрен ырҙын табағында булған имеш берәү. Әллә нисә урында эшләп ҡараным, ҡәҙерҙе белмәнеләр, конторға кереп ултырғас тиҙ генә сыҡмам мин. Көтмәгеҙ ҙә. Дүрәктәр заманы үтте.

— Әйҙәгеҙ инде. Ныҡ һораны, бәлки, больницаға ла алып китергә тура килер, — егет, күҙҙәренә йәш төйөлдөрөп, ишек төбөндә тапаныуын белде.

— Сәй эсеп, быҙауҙы ғына ҡыуайым да...

Айсыуаҡ һаман тапанды. Хөснулланың быға йәне көйҙө.

— Әйтте бит барырмын тип, ҡайта тор! Түҙһен, оло кеше лә баһа!

Айсыуаҡҡа сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Оҙаҡламай Иҫәнбай ҡарттың әбейе пәйҙә булды.

— Сәкинә, ниңә барып китмәйһең инде? Йыраҡ та түгел. Ебәрмәй ти бит, иҙәндә тәгәрәп йөрөй.

— Ниңә прием ваҡытында килмәйһегеҙ? Минең дә эшем, өйөм, балаларым бар. Кыйыр һауып та өлгөрмәйем, килә башлайһығыҙ, ҡараңғы төшкәнсе шулай.

— Һуң ирегеп йөрөймө кеше? Аяҡтан йығылмаһа килмәҫ тә инем. Сир һорап торамы? Эшең шул.

—- Эшең шул. Эшем шул булғас, медпунктҡа барығыҙ. Өйҙә мин фельдшер түгел.

Ҡарсыҡ һаман ныҡышты.

Бисәләр бәхәсенә Хөснулла ла ҡыҫылыуҙы кәрәк тапты — ҡарсыҡ Сәкинәһен тамам бөрөп алып бара ла баһа. Ҡартты больницаға илтә ҡалһалар, участка врачы иң беренсе, фельдшерығыҙ ни ҡараны, тип һораясаҡ бит.

— Әйттем бит бар тип. Әллә нимәһенә мыштырланың. Мыңарсы онотоп бөтөр ине.

Сәкинә иренә аңшайып ҡараны ла ҡатты. Күҙҙәре, вәт нәмә һөйләй, үҙең бит йөрөмә тигән ым бирҙең, хәҙер ике йөҙлөләнеп, апай алдында ярамһаҡланаһың, тип әйтеп тора ине.

Оҙаҡламай ҡапҡа алдына йәйелгән ҡырсынташта арба тәгәрмәстәренең шығырлағаны ишетелде. Ҡапыл ярһып Аҡтырнаҡ өрөргә тотондо, урамда йөрөгән тауыҡ себештәре картуф баҡсаһына ҡарай сапты. Хөснулла ла тертләп ҡуйҙы. Ниңәлер ул Һаман Иҫәнбай ҡарттың ауырыуына ышанып етә алмай — кисәле-бөгөнлө шап-шаҡтай бәндә әле килеп ни эшләп сирләп ятһын инде.

Хөснулла урамға сыҡты. Артынан Сәкинәһе лә эйәрҙе. Хөснулла арбаға күҙ ташланы — фуфайкалар өҫтөндә бөгәрләнеп Иҫәнбай ҡарт ята. Бер ҡулы менән эсен тотҡан, икенсеһен ярҙам һораған шикелле былар яғына һуҙған. Һирәк сәсле сал башы яланғас, яңаҡтары ҡыҫылған, күҙҙәре йомоҡ, йөҙө һыҙланыуҙан сырышып-тартышып ҡатып ҡалған. Хөснулланың тын алышын нимәлер бөрөп алды, уны ҡарттың тышҡы ҡиәфәтенән бигерәк үҙҙәренең яғына боролоп ҡуйыуҙары ҡурҡыта ине. Бәләһенән баш аяҡ, кем белә... Уның бәхетенә ҡаршы, арба был яҡҡа ҡайырылманы, ары китте. Больницаға бараларҙыр.

Ул арала күрше-тирә сыҡты. Берәүҙәр, ни булды тип аптыраһа, икенселәр Хөснуллалар яғына ымлап йәки бармаҡ менән төртөп нимәлер һөйләне. Күпме саҡырып-саҡырып та бармаған бит әле бынау Сәкинә, тип сутырлашҡандарҙыр инде. Ә Сәкинәнең Иҫәнбай ҡартты күргәс, ҡобараһы осто, ҡалтыранған ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, телһеҙ ҡалды. Әйтерһең, уны арбанылар. Быға тиклем сирҙең нимә икәнен белмәгән кешенең шулай ҡапыл ғына аяҡтан йығылыу ына, моғайын, ул саҡ ышанғандыр ошо мәлдә. Күҙҙәренә йәш төйөлдөрөп өйҙәренә бармағанына ныҡ үкенде хәҙер. Әллә ниңә Хөснулланың һүҙенән сыға алманы бит...

Ҡаушауын бик белдермәҫкә тырышҡан Хөснулланың аңшайыуы оҙаҡҡа барманы: ҡатынының иламһыраған ҡарашы ярҙам эҙләгәндәй үҙенә туҡталыу менән, ул, һис икеләнмәй, ҡапҡа яғына ымланы. Йәнәһе, һерәйеп торма, кер тиҙерәк. Тегеһе икеләнде, шулай ҙа тыңланы — Хөснулла уның артынса уҡ ҡапҡаны шартлата ябып һайғауҙы тартты.

Ҡапыл тирә-йүндә һиллек урынлашты. Әллә шул арала ат йыраҡлашып өлгөрҙө,, әллә ҡапҡа тыштағы тауыштарҙы ихатаға үткәрмәне, Хөснулла аңлай алманы. Күңелен бер мәлгә шом баҫты, иркен, төҙөк ишек алды, ҡаралтылары, сайыр еҫе лә китмәгән күркәм ҡапҡаһы уга һалҡын бәргәндәй то-г йолдо.

— Бикләнделәр... — ҡапҡа аша ҡолағына килеп ингән ошо бер һүҙ Хөснулланың күңеленә яғылған әлеге шомдо шунда уҡ алып ташланы, һәм ул яңынан контор работнигы ҡиәфәтенә инде — ихата уртаһында ҡаҡҡан бағаналай торған Сәкинәһенә бер һирпелде лә ышаныслы эре-эре аҙымдар менән өйөнә атланы...