Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
18 Октябрь 2021, 16:13

Сиңерткә. Хикәйә

Тәлғәт «Беларусь»ын йылға ярына уҡ терәлгән ялан башына килтереп һүндерҙе лә ҡайтып төшкә ашап килер алдынан һыу инеп сығырға булды. Тейәүселәр, кәбән ҡойоусылар күптән ҡуҙғалған, ул ғына йөгөн бушатҡылап йөрөп оҙаҡлаған икән. Көн эҫе. Кабинала бигерәк яндыра, етмәһә, томра, саң.

Инсаф Хужабирганов
Фото:Инсаф Хужабирганов

Тәлғәт «Беларусь»ын йылға ярына уҡ терәлгән ялан башына килтереп һүндерҙе лә ҡайтып төшкә ашап килер алдынан һыу инеп сығырға булды. Тейәүселәр, кәбән ҡойоусылар күптән ҡуҙғалған, ул ғына йөгөн бушатҡылап йөрөп оҙаҡлаған икән. Көн эҫе. Кабинала бигерәк яндыра, етмәһә, томра, саң.

Йылға был тирәлә боролош яһай. Шунлыҡтан яҙғы ташҡын ярҙы ашап, яланды ҡыҫырыҡлай. Ә ҡаршы яҡтың яры хәҙер беленмәй ҙә, күренмәй ҙә тиерлек — алыҫая, элек йылға төбө булған ерҙәрҙе йәш ағастар баҫҡан. Улар буйға тартылып, үҙҙәрен ғүмер баҡый ошонда үҫкәндәй иркен хис итә хәҙер. Был яҡтағыларына ғына тынғылыҡ юҡ: йылдың-йылы боҙҙар тапауына, ҡаты ағымға дусар ителә. Шул арҡала улар ныҡлап үҫеп өлгөрә алмай. Йәйҙәрен тын алдым инде тиһәләр, яҙын әлеге мәхшәр яңынан ҡабатлана.

Ярҙан ҡырсынлыҡҡа төшкәс, Тәлғәт ха[1]лыҡтың күплегенә ғәжәп итте. Көндөҙҙәрен урамда берәйһен осратырмын тимә, ә бында... Әйтерһең, барыһы ла эшен ташлап ҡыҙынырға төшкән. Бына ҡайҙа көс! Бер унлабын ғына ал, кискә тиклем әллә күпме эш башҡарып булыр ине. Юҡһа, иртән кеше таба алмай күҙе тона бит бригадирҙың. Төр[1]лө төҫтәге костюмдар, трусик-плавкиҙар, эшләпә-кәпәстәр, бала-сағаның һыу инеү кәрәк-яраҡтары, камералар. Төрлө оҙонлоҡтағы, төрлө йыуанлыҡтағы кәүҙәләр. Күбеһе ҡаланан ялға йәки отпускыға ҡайтҡан, ҡунаҡҡа килгән халыҡтыр. Ауылдыҡылар былай ғәмһеҙ йөрөмәҫ. Бесән мәле, һәр кем эш тип яна.

Тәлғәт сыбар кешеләр өйөмөнә бер аҙ ҡарап торҙо ла түбәнгәрәк атланы. Бала-саға, ҡатын-ҡыҙ араһында йөрөмәҫ быстырлап. Аҫта тәрәнерәк тә. һыу инеү рәхәтлеген оҙаҡҡараҡ һуҙырға теләп, ҡабаланмай ғына аяғын систе, өҫтөн һалды һәм... түшенә бер нәмә килеп бәрелгәнен шәйләне. Берәйһе шаярып таш ташлайҙыр тип уйлап, тирә-яғына күҙ һалды. Кеше-фәлән тойолмағас, аптырап, себен йәки күгәүен һуғылғандыр тине лә сисенеүен белде. Әммә бер аҙҙан күкрәгендә ҡытыҡлағандай нимәнеңдер ҡыбырлауын, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һелкенеүен тойғас, ҡарай ҡуйҙы. Ни күрһен, күкрәгенә бармаҡ буйы тиерлек ҙур, һимеҙ, йәп-йәшел сиңерткә йәбешкәйне. Тәбиғәттең уның ише ваҡ-төйәгенән ҡурҡмаһа ла, ҡапыл ҡарағанғамы, егеттең тәне ытырғанып, зымбырлап киткәндәй булды, һәм ул йәһәт кенә тегене һыпырып та төшөрҙө. Алыҫ османы, күлдәге өҫтөнә барып төштө сиңерткә. Тәлғәт кәпәс менән ҡаплайым тип эйелгәйне, теге әйләнде лә фырылдап ағастар яғына һикерҙе. Барып төшкәс, тарбаңлай-тарбаңлай ялпаҡ ташҡа менеп баҫты, үсекләгәндәй, йылтыр күҙҙәрен егеткә текәне. Тәнендәге ҡалтыраныу һаман да үтеп етмәгәнгәме, был ҡараштан Тәлғәткә әллә нисек булып китте, әйтерһең дә, сиңерткә уның шөрләгәнен, үҙенә һағайып ҡарағанын аңлап-белеп тора, үсектереп, шунан ләззәт таба. Түшенә йәбешеүе осраҡлы хәл икәнен генә аңлай Тәлғәт, текәлеп ҡарап ултырыуынан да әллә ниндәй һығымталар сығарырға йыйынмай, шулай ҙа быға тиклем бер ҙә күрмәгән ҙур сиңерткәнең осрауы — сәйер күренеш. Ҡармаҡҡа эләктереп ырғытһаң, моғайын да, елле генә балыҡ ҡабыр ине быға. Алабуға йәки суртан, әйтәйек. Тәлғәт, сиңерткәне йәнә бер ҡапларға теләп, ағастар яғына атланы. Теге бының килгәнен тойоптор, ахыры, оҙон мыйығын ҡуҙғата, һикерергә әҙерләнеп аяҡтарын күсерә. Тәлғәт яҡын килә алмаясағын аңлап кәпәсен сөйҙө. Ҡайҙа, өҫтөнә ҡапланғанын көттө ти һиңә, осто китте. Барып ултырғас, таш бәрергә самалағайны ла, был уйынан кире ҡайтты Тәлғәт: кеше лә күп, уңайһыҙ ҙа, йә берәйһенә тейгеҙеп ҡуйыр. Ул, ышаныс аҙ, арҡаға һикерер тигәндәй, ҡыуаҡлыҡҡа йәнә бер күҙ ташланы ла һыуға төштө.

Һыу ифрат йылы ине. Тәлғәт унан ниндәйҙер рәхәтлек, кинәнес тапты, әйтерһең, һыуға түгел, ә яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ эсенә инеп бара. Аяуһыҙ эҫелектән талсыҡҡан тәне яҙыла, тын юлдары иркенәйә, күңеле иләҫләнә. Ул ҡулдарын, битен йыуа, күкрәген сылата, унан салҡан ята ла ҡаршы яҡҡа ҡарай йөҙөп китә.

Һыуҙан сыҡҡас, иң беренсе кейеменә күҙ һалды Тәлғәт: теге йәнә килеп ултырмағанмы? Юҡ, күренмәй. Сиңерткәне эҙләй торғас, ҡарашы йәш ағастар янындараҡ ятҡан бер егеткә төштө. Ҡара күҙлек кейгән, тәне ап-аҡ, сәсе ҡала малайҙарыныҡы ише етеү, ә иң аптыратҡаны — һонторлоғо. Сәғит тиһәң?.. Атаһы, һабантуйға ҡайта, тип һөйләнә ине. Хәйер, ул булһа, моғайын да, күрер, өндәшер ине, ни тиһәң дә класташтар. Шул саҡ Тәлғәткә мәрәкә булып китте: бер сиңерткәне юғалтты, икенсеһен тапты түгелме һуң? Сәғитте уҡығанда «сиңерткә» тип үсекләйҙәр ине. Бала саҡта бит шулай исем аташыу була торғайны. Физкультура дәресендә кемдер, сиңерткә кеүек ҡалай йыраҡ һикерәһең, тип шаяртҡайны, ауылда бүтән Сәғит булмаһа ла, тегегә «сиңерткә Сәғит» ҡушаматы тағылды ла ҡуйҙы. Мәктәпте бөткәнсе тиерлек шулай йөрөнө. Уҡыуға барымы юҡ ине әллә ни, ә спортҡа күндәм булды: йүгерҙе, саңғыла йөрөнө, волейбол һуҡты, шулай ҙа иң яратҡан шөғөлө оҙонлоҡҡа һикереү ине. Бер кемде, хатта юғары класс малайҙарын да алға сығармай торғайны. Йәшләй генә мәктәп, унан район ярыштарын[1]да, колхоз һабантуйҙарында ҡатнаша башланы. Гел беренсе урынды алмаһа ла үҙ тиҫтерҙәрен байтаҡҡа артта ҡалдыра ине. Шулай булғас, сиңерткә тимәй кем тиәһең инде.

Һонтор аяғына баҫты. Башын борғолап, жираф һымаҡ тирә-яғына ҡаранды, ҡулда[1]рын ҡаушырҙы. Ҡарашында, үҙ-үҙен тотошонда ниндәйҙер һауалыҡ, эрелек бар ине. Торҙо-торҙо ла аяҡтарын һелккеләп боттарын ыуырға кереште. Сәғит, тип уйланы Тәлғәт, тик ни эшләп һыуға төшмәҫ элек күрмәне һуң әле? Моғайын да, яңы ғына килеп ятҡандыр.

— Һаумы, Сәғит! — Тәлғәт аяҡтарын ауырттыра-ауырттыра тегенең янына барҙы ла ҡулын һуҙҙы. — Баянан бирле ҡарап тораһың, өндәшмәйһең, ә.

— Ә иптәш беларус, сәләм! Үҙең ниңә өндәшмәйһең һуң? — тине класташы һорауға һорау менән.

— Әле саҡ таныным бит. Ҡара күҙлек, эшләпә кейеп алғанһың, — «мин сиңерткә ҡыуып йөрөйөм» тип әйтергә уйлағайны ла, үпкәләр тип өндәшмәне — шулай тиһәң һуғышыр сиккә етә торғайны уҡығанда. — Осрашыуға ҡайттыңмы?

— Ниндәй осрашыу?

— Мәктәптә. Беҙҙекеләрҙең байтағы ҡайтҡан.

— Тәүге ишетеүем. Ҡасан?

— Шәмбе көн кис.

— Һабантуй ҙа шәмбеме?

— Эйе. һабантуйҙың ҡасан икәнен беләһең, осрашыуҙы белмәйһең, ә?

Сәғит саҡ ҡына уйланып торҙо.

— Мин һикерермен дә китермен тим. Воскресенье икенсе бер һабантуйға өлгөрөргә кәрәк. Бер иптәш менән шулай килешкәйнек.

— Үҙебеҙҙекендә ҡатнашаһыңмы?

— Шуға ҡайттым инде, рөхсәт булһа. Былтыр бит спортсмендарҙы ҡатнаштырмайыҡ, ауыл егеттәренә бер нәмә ҡалмай, тип бузить иттеләр. Атай ҡарт ҡыҫылмаһа, һикерә алмай инем. Транзистор тәтемәй ине.

— Районда киләһе аҙнала тиҙәр, ҡайтаһыңмы?

— Ҡайтырға ине берәй төрлө ярышҡа китеп барылмаһа.

— Һай-һай, һин дә еңел тормошҡа өйрәнеп алдың. Тегендә һикереп, бында һикереп тик йөрөйһөң, — тине Тәлғәт, көлөп. — Отпускы түгелдер?

— Отпускы, тик тренер оҙаҡҡа ебәрмәй, ауылыңа ҡайтһаң, лишний вес тейәп килә[1]ең, ти. Шуға күберәк тегендә ятырға тура килә.

— Әҙерәк аша.

— Тамаҡты былай ҙа ҡыҫам инде. Кәүҙәне күрәһең бит...

Сәғит, бына мин нисегерәк тигәндәй, ҡулдарын йәнә бөйөрөнә таянып, көҙгө алдында өйрөлгән ҡылансыҡ ҡыҙ кеүек әйләнгеләп алды.

— Үҙең дә ныҡыш, ташламайһың һаман. Ялҡтырмаймы ни?

— Юҡ. Ҡасан ташларға кәрәклеген организм үҙе белгертер, мастерға еткәнсе йөрөйөм әле. Ун көндән Анапағга китәбеҙ, унан Свердловскиҙа первенство Урала, зона ярыш[1]тары, сбор. Яңыраҡ Фрунзела булдым. Хөрт[1]мө ни донъя күреп йөрөүе? Ваҡыт яғы ҡы[1]ҫынҡы инде былай, режим, күнекмәләр, ярыштар. Шулай ҙа гел генә ҡара тир түгеп, ахаллыға төшөп һикереп йөрөй икән тип уйлама. Спорт булғас еңеүе лә, еңелеүе лә бар, тренер менән конфликттар ҙа булғылай. Яңыраҡ саҡ ҡыуманы, илке-һалҡы йөрөйһөң, результаттарың үҫмәй, давай, мине лә, үҙеңде лә йонсотма, ти. Ай самаһы тренировкаларҙа ныҡ ҡына тир түгергә тура килде. Дөрөҫөн әйткәндә, колхоздағы ише инде: бригадир ҡарап торһа эшләйһең, ситкә китһә — туҡтайһың. Әллә һин үҙең белеп сығаһың, үҙең белеп ҡайтаһыңмы? — Сәғит ҡыҙыҡ һүҙ әйттем типтер инде бар кәүҙәһен һелкетеп көлдө.

— Мин, ысынлап та, шулайтам, миңә эшкә әйтеүсе юҡ.

— О, маладис, һин тамам үҙгәртеп ҡороу һалдаты булғанһың!

Тәлғәткә класташының ҡыланыуы оҡшаманы, шуға күрә һүҙҙе икенсе яҡҡа борҙо:

— Мастерға күпме ҡалды инде һинең?

— Егерме биш сантиметр.

— Һи-и, бер-ике метрҙыр тиһәм...

— Спорт менән шөғөлләнмәгәс, результат үҫкән һайын үтәүе ҡыйыныраҡ икәнен аңламайһың инде. Әйтеүе генә еңел, егерме биш сантиметр, һикерә башлаһаң...

Берауыҡ һөйләшмәй торҙолар. Унан, минең турала һорашып-белешеп бөттөң, хәҙер минең сират тигәндәй, Сәғит һүҙ башланы:

— Шул тракторҙамы һаман?

— Шунда, — Тәлғәт яр башындағы «Беларусь»ына күҙ ташланы.

— Мең ғәләмдең тамағын туйҙырам тип тир түгәһең икән. Кәләш алмағанһыңдыр?

— Юҡ. Ваҡыты ҡайҙа? Булат ағайым да былтыр ғына өйләнде. Ошо көндәрҙә балалары булырға тора.

— Уже?..

— Бәй, уныһы оҙаҡмы ни?

— Үҙең дә өйлән. Ана бит, Булат... — Сәғит, мәҙәк һүҙ әйттем типтер инде, йәнә көлгән булды.

— Үҙең алдыңмы һуң?

— «Жигули» алдым. Спортклубтан бер бүлмәле квартир бирҙеләр, — теге йәнә кеткелдәне.

Ошо урында класташтарҙың күңелле генә барған әңгәмәһе өҙөлдө: әйтелә торған ғәҙәти һүҙҙәр әйтелеп, ғәҙәти һорауҙар бирелеп бөттө. Сәғит тирә-яғына ҡаранғылай башлағас Тәлғәт, ҡайтып килергә кәрәклекте иҫенә төшөрҙө лә кейенеп тракторына атланы.

* * *

Иртәгәһенә кис, дөрөҫөрәге төнөн, еңгәһе ауырып китте Тәлғәттең. Ваҡыты еткәндер, кисә машина барҙа китмәне лутсы, хәҙер ни эшләйбеҙ инде, тип үрһәләнде әсәһе. Булат транспорт эҙләргә сыҡты, тик байтаҡ йөрөп буш ҡайтты: ауылдағы ике машинаның береһен Өфөгә запчасҡа ебәргәндәр, икенсеһенең кистән генә тәгәрмәсе тишелгән икән. Ағаһы Тәлғәткә тракторын ҡабыҙырға ҡушты. (Тәлғәт «Беларусь»ын йәйге ҡыҙыу эш мәлендә паркка илтмәй, өй янына ҡуя ине.) Был вариантты Тәлғәт үҙе лә уйлай ине, әммә һәр соҡорҙо «һанаусы» был трактор менән алып барып еткерә алырмынмы, тип икеләнгәйне. яап-һау кешенең дә эсәген уралтыр трактор менән райүҙәккә бара башлаһаң, ай-һай. Хәйер, бынан ун саҡрымдағы участка больницаһына еткерһә, тегенән үҙҙәренең машинаһында оҙатырҙар ине әле.

Урамға сыҡҡайны, Сәғиттең машина менән ҡайтҡанлығы иҫенә төштө. Ҡара, ни эшләп бая уҡ хәтеренә килмәгән? Тәлғәт, эх, тип маңлайына һуғып алды ла, ҡыуана-шатлана класташына йүгерҙе.

Рәхмәтулла ҡарттың мөгөрләгәне ишетелеп, соландағы ут тоҡанды, килеүсенең кем икәнен белгәс келә лә ысҡынды. Тәлғәт килеүенең сәбәбен әйтте. Өндәшмәй-бүлдермәй генә тыңланы ҡарт, шунан, белмәйем шул, үҙе менән һөйләш, тип соландың теге башында йоҡлаған улын уятты. Тегеһе ҡәнәғәтһеҙ генә ҡалҡынды. Шул шаҡыуға ла йоҡлап ятмағандыр инде, тип уйланы Тәлғәт класташының соланда икәнлеген белгәс. Ишек төбөнә одеялына төрөнөп сыҡҡан Сәғиткә хәбәрҙе яңынан һөйләргә тура килде. Тегеһе күҙен асыр-асмаҫ иҙән уртаһында түбәне терәткән бағаналай һерәйеп торҙо ла, Тәлғәттең һөйләп бөтәүен дә көтмәй, ошонда ҡайтһаң рәтле отдыхать итеп булмай, һуң яталар, иртә торалар, таң тишегенән әтәсе, эте, көтөүе тип һөйләнергә кереште. Әйтерһең, ошонда тыуып ошонда үҫмәгән дә, эт, әтәс, көтөү тауышын бер ҡасан да ишетмәгән. Тәлғәт, аптырап, әллә был һаман уянмағанмы, тип тә уйлап ҡуйҙы. Килеүенә үкенде, кәмһенеп торғансы, «Беларусь»ы ме[1]нән китһә ни булған. Ишеккә боролғайны, Сәғит йылт итеп өйөнә инеп китте лә бер аҙҙан йөҙө-башы асылып килеп сыҡты.

— Кискә бесәнде килтерәһеңме?

— Ниндәй бесәнде? — Тәлғәт аптырап ҡалды. — Кемдекен?

— Бәй, беҙҙекен, атайымдыҡын.

Һүҙҙең мәғәнәһе саҡ барып етте Тәлғәткә. Тимәк, Тәлғәт тракторы менән бесәндәрен килтерһә, Сәғит еңгәһен больницаға ил[1]тәсәк.

— Барырбыҙ, — ризалыҡ биреүҙән башҡа сара юҡ ине Тәлғәткә.

Сәғит етеҙ генә спорт костюмын кейҙе, өйгә инеп ниҙер әйтте лә асҡысын тотоп килеп сыҡты.

— Ҡапҡаны ас...

...Улар райүҙәктән әйләнеп ҡайтҡанда таң беленә башлағайны.

* * *

Бесәнгә барыуҙы өлкән бригадирҙан һорарға тура килде Тәлғәткә. Өндәшмәйенсә ярамай, уттай саҡ, кәрәк булһа ҡайҙан эҙләрҙәр. Күңелен нимәлер өйкәп торһа ла, вәғәҙә биргәс, кире һуғыр хәлдә түгел шул, барырға кәрәк. Бригадирға ла аңлатты быны, еңгәһен больницаға илтеүҙәрен әйтте. Уларҙан былай ғына ҡотола алһаң ярай ҙа тип көлдө бригадир.

...Һуң ғына ҡайттылар. Йөктө урамға индереп лапаҫ янына ауҙарғас, Мәстүрә әбей соланға сәйгә саҡырҙы. Тәлғәт, ҡайтайым, тип ҡарағайны ла, аһ, аһ, аштан оло булма алай, тип туҡтатты.

— Ярҙамдары юҡ малайҙарҙың, берәү түгел бишәү, бишәүҙең биш тинлек тә файҙалары юҡ, — Рәхмәтулла ҡарт күтәрмәлә аяғын сисеп ҡаҡҡылаған арала шулай тип һөйләнде. Холҡо шул — ҡайтып теге йәки был эшен эшләшеп китһәләр, ярҙамдары юҡ тип зарлана, үҙҙәре юҡта маҡтауҙан башҡа һүҙ белмәй. Әртисләнә башланы, тип уйланы Тәлғәт.

— Ярар, әкиәтеңде һөйләмә, ошо ярҙам түгелме ни һиңә? — тине Сәғит Тәлғәттең уйын белгәндәй.

— Береһе Себергә олаҡты, икенсеһе, атай, ғәфү ит, быйыл да ебәрмәйҙәр, киләһе йыл әбизәтелне ҡайтам, тип таҫма телләнә йылдың-йылы. Быныһы ла һабантуйҙа ғына күренә. Исмаһам, береһе ауылда ҡалып трактор или машина йөрөтһә, хөрт булыр инеме ни? Ҡулында аты, техникаһы булғандар ана ниндәй еңел йәшәй — өйөнә ҡайтҡан һайын арба, сана төбө ҡайта. Фермала эшләгәндәр бесән әҙерләмәй хатта — ҡыш буйы шунан ташып ашата малына. Ә һин, һикерәнләп ғүмер уҙғараң, — ҡарт сирылып ҡулын һелтәне.

— Бахырланма! — тине өҫтәлгә аш-һыу ултыртып йөрөгән Мәстүрә әбей. — Уларҙа ни ҡыҫылышың бар? Шәп булғас, һин дә ташы. Әйҙәгеҙ, ултырышығыҙ, Тәлғәт, яҡынай.

— Киңә һөйләмәйем, ирҙәр һүҙенә ҡыҫылғансы, берәй нәмә сығар лутсы. Арығанлыҡты бөтөрәйек. Икәүләп нисә күбәне «һә» тигәнсе ырғыттылар ҙа ҡуйҙылар, саҡ алып өлгөрәм.

Ҡарт йыуынып кергән Тәлғәтте өҫтәл янына ымлап ултыртты ла, ҡәнәғәт көрһөнөп ҡуйҙы.

— Кем уйлаһын, Тәлғәт, бынау һинең эшкинмәгән генә класташыңдан шулай данлыҡлы кеше сығыр тип, ә? Нәҫелдә булғаны юҡ ундайҙарҙың. Уҡып йөрөгәндә берәйегеҙ уйланымы икән ошоно, юҡмы?

— Күп һөйләнмә, ашат малайҙарҙы!

— Ете ярымға осам ти бит. Шуға ышанаһыңмы, юҡмы? Һеҙҙең өй оҙонлоғо,— ҡарт әбейенең һүҙҙәренә иғтибар итмәй улын маҡтауын белде.

— Уларҙың өйө шул оҙонлоҡмо ни? — тигән булды һаман ултырмай, нимәлер эҙләп йөрөгән Сәғит.

— Һигеҙ метр. Атаһының диләнкә ҡырҡтырғаны иҫтә. Бурарға миңә лә өндәшкәйне, бара алманым. Шул өй оҙонлоғо һикереүе лә, малай...

— Байтаҡ инде, — тине Тәлғәт, баш ҡаҡҡан булып.

Ҡарттың ауыҙы йырыла, күҙҙәре майлана, йөҙөндә ирәүәнлек, ҡәнәғәт сатҡылар уйнай. Ғөмүмән, улын маҡтауҙан оло ләззәт таба ул. Шым ғына йөрөгән кеше асылып, йөрөмтәл-һүҙсәнгә әйләнә, ике хәбәренең береһендә Сәғите тураһында һөйләй. Шунан үҙе тетмәһен тетеп яманларға керешә тегене, ҡайтмай, ярҙамы юҡ, ҡыш етһә ит алып китергә белә, тип һуҡрана. Мәстүрә әбей бик ҡыҫылмай, Сәғит тә өйрәнеп бөткән атаһының ҡылыҡтарына, йөрөй-йөрөй ҙә тағы, берәйһенең ауылда уның һымаҡ күтәрелгәне бармы, тип ебәрә. Әйтерһең, Сәғит фән әлкәһендә оло асыш яһаған, ҙур батырлыҡ эшләгән. Ауыл халҡы ла өйрәнеп-күнегеп бөткән быға: йылмайып, иғтибарһыҙ ғына тыңлайҙар ҙа, эйе, шулай, тип китеү яғын ҡарайҙар. Мәлендә ысҡына алмаһаң, теге йәки был ярыштарҙың ҡайһы ҡалала үткә[1]нен, атаҡлы спортсыларҙан кемдәр ҡатнаш[1]ҡанын, ул ҡалаға Сәғиттәрҙең ниндәй самолет менән осҡанын, нисә метр, нисә сантметр һикергәнен һәм нисәнсе урын алғанын беләһең.

Сәғит кейемен алыштырып, сәсен тарап, һыланып-һыйпанып Тәлғәт ҡаршыһына килеп ултырҙы. Артҡа ҡайҡайып оҙон аяҡта[1]рын һуҙып ебәргәйне, улары Тәлғәт яғына уҡ сыҡты.

— Йә, һөйләп ебәр, беларус, ни хәлдәр, ниндәй яңылыҡтар бар был донъяла? Тормошоң менән ҡәнәғәтһеңме?..

«Мин уға бесән килтерҙем, ә ул уҡытыусы һымаҡ һорау алмаҡсы. Ярата кешене мыҫ[1]ҡыллап, төрттөрөп алыуҙы. Ана бит, исемде әйтмәй, беларус тип кенә ебәрә. Үҙең дә тракторыңдан алыҫ китмәгәнһең тимәкселер инде».

Дөрөҫөн әйткәндә, тормошон Тәлғәт бер ваҡытта ла бизмәнгә һалып үлсәп ҡарағаны юҡ. Мәктәпте тамамлаған йыл ауыл хужалығы институтының механика факультетына барып ҡарағайны былай (теүәл фәндәргә, техникаға һәләтең бар, тип уҡытыусылары көсләп тигәндәй ебәргәйне) конкурстан үтмәне. Колхоздың баш инженеры менән һөйләшеп-кәңәшләшеп (мәктәптә трактор[1]машиналарҙы ул өйрәткәйне) документтарын алып кире ҡайтҡас эйәһеҙ ҡалған иҫке генә бер «Беларусь»ҡа ултырҙы ла ҡуйҙы. Ҡыш, әллә тағы барып ҡарарғамы, тип дәртләнә ине, тик хыялын ауыҙлыҡларға тура килде — яңы «Беларусь» ҡайтты. Үҙен арыу яҡтан күрһәтеп өлгөргән егетте шуға ултырттылар. Береһенә ялғанып эштең икенсеһе кит[1]те: яланға тиреҫ сығарҙы, орлоҡ, фураж ташыны, унан сәсеү... Ошо ауылда тыуып, бәпкә үләнле урамдарында аунап, туғайҙарында бесән сабып, төнгөлөккә ат ҡыуып, йылғаһында йөҙөп, бала саҡтан бар кешеһен күреп-белеп үҫкәнгәме, ошонда йәшәргә тейешмен, тип уйланы ул. Тиҫтерҙәре киткәндә лә икеләнмәне. Әйтеп бирә, табып күрһәтә алмаҫлыҡ ептәр менән йәбешкәйне ул был ергә, әйтерһең кендеге өҙөлмәгән. Күрәһең, өҙөлмәҫ тә. Ул үҙенең тормошон әлеге «Беларусь»ынан, ауылда ҡалып үҙе һымаҡ эшләп йөрөгән бер нисә класташынан, ауыр, әммә күңеленә яҡын эшенән башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Ҡыҙғаныс, быларҙы ул Сәғиткә һөйләп аңлата алмай. Ьөйләү менәнме, үҙе менән бергә үҫеп, бергә уҡып, бергә уйнап йөрөһә лә «сиңерткә» уны барыбер аңлай торған кеше түгел.

— Газетаға интервью биргәндәге һымаҡ, бәхетлемен, миңә бүтән бер нәмә лә кәрәкмәй, донъям етеш, күңелем көр, тип әйтә алмайым, һәр эштең үҙ ауырлығы, үҙ еңеллеге бар.

— Әйтә лә алмаҫһың. Интервью ҙа алдылармы әллә?

— Булды. Йәштәр газетаһында фотоны ла баҫып сығарҙылар хатта, — тине Тәлғәт, көлөмһөрәп. — Зарланғы килмәй барыбер, ә иң мөһиме, мин үҙ өйөмдә, үҙ еремдә, үҙ ауылымда йәшәйем.

— Ҡай берәүҙәр һымаҡ рәхәт тормош эҙләп сығып китмәнем тиһең инде?

Тәлғәт яурындарын һикертте, әммә ҡаты гына тауыш менән:

— Һәр кемдең үҙ юлы. Өй, мәктәп, ер, ауыл, кеше тәрбиәһе шул кимәлдә генә булған тимәк. Ә күпселеге эштән, ауырлыҡтан ҡаса, — тине.

— Минең сәбәптәр икенсерәк бит, беларус...

— Эҙләһәң, һәр нәмәгә сәбәп табып була...

— Миңә һикерергә кәрәк ине. Әйткәйнем бит, РСФСР масштабындағы ярыштарҙа йөрөйөм. Талон буйынса ашайым, үҙ машинамда елдерәм. Донъяға тыуғас, йәшәп, күреп, алырға мөмкин булған рәхәтлектәрҙе алып ҡалырға кәрәк тип уйлайым мин. Эш айыу түгел, урманға ҡасмаҫ. Әллә яңылышаммы? Яңылышһам, әйт, ҡаршы төш, бәхәсләш, бындағы тормоштоң еллерәк икәнен иҫбатла. Нимә генә тимә, бер ни күрмәй, батҡаҡ, навозға батып, йәшәү ошолай булалыр инде көн итеү — аҡылһыҙлыҡ. Ул быуындан быуынға, атай-бабайҙан тапшырыла килгән мөлкәт-васыят булырға тейеш түгел.

— Сәғит, етәр, әллә ниҙә бер осрашаһығыҙ, матур ғына һөйләшеп ашап ултырығыҙ. Ана, атайың шешәне яртылығына еткергән дә, —- Мәстүрә әбей тағы кереп, был икәүҙең һаман йүнләп ашай башламағанын күреп шулай тине.

— Ысынлап та, әллә нимәгә төшөп киттегеҙ,— тип һүҙ ҡыҫтырҙы Рәхмәтулла ҡарт, кикереп.— Пока Сочи, Анапаларҙы ситкәрәк ҡуй, Тәлғәттең унда ни ҡыҫылышы бар? Хөрт кеше түгел ул.

— Уны әле бер кем дә хөрт тимәй. Көйләшеп ултырабыҙ бит.

Берауыҡ тын ғына ашап алдылар.

— Эсәһеңме?

— Юҡ, иртүк эшкә бит.

— Алла-а, тикшерәләрме әллә?

— Юҡ та.

— Был яҡҡа ла Совет власы яҡынлай икән. Еңгәңдең хәле нисек?

— Хәбәр-хәтере юҡ әлегә.

Йәнә һүҙҙәре бөттө.

— Иҫеңдәлер, уҡығанда сиңерткә ти торғайнығыҙ.

— Шәп һикергәс әйткәнбеҙҙер инде. Үсе[1]гәһеңме шуға? — Тәлғәт бөгөн беренсе тапҡыр рәхәтләнеп көлдө.

— Үсекмәйем, нишләп үсегә ти. Мин шуны ғына әйтергә теләйем, мин һикерҙем, ә бына минән арыу иҫәпләнгәндәрҙең барыһы ла ҡалды бит әле.

— Ҡалды тип ни... Ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит. Һикереү буйынса барыһын да уҙҙың — һүҙ ҙә юҡ. Бына мин үҙемде бер ҙә ҡалдым тип әйтә алмайым — ауылда йәшәү тормоштан артта ҡалыу тигән һүҙ түгел.

— Һинеңсә шулай, ә минеңсә улай түгел. Барыбер ҙә ҡалала икенсе донъя. Кеше иң беренсе үҙенең ихтыяждарын ҡайғыртырға тейеш. Ана, әйтеп ултыра бит, фермала эшләгән кеше ҡыш буйы ҡурмыны шунан ташый, малын шуның менән ҡыш сығара. Ҡала менән ауыл араһында тигеҙлек булмаған һымаҡ кеше араһында ла тигеҙлек юҡ.

 — Ундайҙар берәү, икәү...

— Йән биргәнгә йүн бирер әле, аллаға шөкөр, былай ҙа хөрт йәшәмәйбеҙ, малайҙар ярҙамдарынан өҙгәндәре юҡ, — ҡарт йәнә һүҙгә ҡыҫылды. Ул ҡыҙмаса булып алғайны инде. — Бына бит тренеры эшкә урынлаштырған. Айына ике мәртәбә аҡса барып алам да эшкә йөрөмәйем, ти. Күпме алаң, тим. Өс йөҙ, ти күҙен дә йоммай. Бына һинеке шуға барып етәме, Тәлғәт? Әллә, донъяны аңламаҫһың, ул аҡсаны колхозда ярты йыл йөрөп тә алып булмай, э был бер айҙа һуға. Тигеҙлек бар тиң инде шунан һуң.

— Ярар, беҙме инде юғары материялар тураһында һөйләшер кешеләр? Аҡыллыраҡтар ҙа осона сыға алғаны юҡ бының. Яуап тапһалар, күптән етешерәк йәшәр инек. Үҙгәртеп ҡороу тип күпме һөйләйҙәр, яҙалар, бәхәсләшәләр, ә бер ниндәй үҙгәреш тә юҡ әле.

Һинең тракторың эшләп йөрөһә, миңә имгәнмәй генә һикереп йөрөһәм шул еткән. Иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын, — быға тиклем һөмһөрө ҡойолоп ултырған Сәғит көлөп алды.

— Ә барыбер күңелһеҙ кеше һин.

— Ниңә улай тиһең?

— Тормоштоң гел ҡара яғын ғына күрәһең. Яҡтылары ла етерлек бит. Эсең асыу, күрә алмаусанлыҡ, көнсөллөк менән тулы. Үҙеңдән бер нәмә лә килеп сыҡмағанға һикерә башламаныңмы икән? Һикереү һөнәрме ни ул? Эшләп йөрөп буш ваҡытыңда, ял көндәрендә шөғөлләнһәң бер хәл.

— Дөрөҫ, Тәлғәт улым, — Рәхмәтулла ҡарт урынынан тороп уҡ китте. — Мин уға әйткәнем бар был турала, бар. Тик тыңларға теләмәй. Әле лә һабантуйҙа һикереү өсөн генә ҡайтҡан. Ҡуй, биш малайҙың береһенән рәтле кеше сыҡманы инде...

Сәғит ҡаш аҫтынан ғына ҡарап алды ла өндәшмәне. Атаһынан ишетһә лә, Тәлғәттән дә бындай һүҙҙәр сығыуы уның өсөн көтөлмәгән хәл ине.

Тышҡа сыҡтылар. Тирә-йүнде ҡараңғылыҡ ялмаған, һиҙелер-һиҙелмәҫ йомшаҡ ҡына ел иҫә. Клуб тирәһендәлер, ахыры, йәштәрҙең көлгәне, гармун тауышы ишетелә, теге оста кемдеңдер сәүеге ярһый. Тәлғәт тракторын ҡабыҙып торманы, иртәнсәк ошонан китер ҙә барырмын тип хушлашты ла ҡайтыу яғына атланы. Юл буйында теге йәшел сиңерткә иҫенә төшөп, һаман да түшендә аҫылынып торғандай, тәне дерелдәп ҡуйҙы...

* * *

Һабантуй!

Ер ҡарҙан әрселеү менән көтә башлаған байрам. Ауыл менән Бейек күпер тип йөрөтөлгән тау һыртындағы тигеҙ яланда халыҡ ҡайнаша. Йәше-ҡарты, олоһо-кесеһе, ир-ат, ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға — һәммәһе лә ҡупшы кейенгән, һәр береһенең йөҙө яҡты, күңеле көр, дәрте сапсып тора. Ойоштороусылар, яуаплы кешеләр йүгерешә, тегеһен-быныһын ташый, йомош ҡуша; арыраҡ сабышасаҡ аттар, йүгерәсәк егеттәр йыйыла, олораҡтар арҡан менән уратылған көрәш майҙаны тирәһендә өйөрөлә. Ереклек янындараҡ һатыу итәләр, машина, мотоциклдар ултыра, аттар йәш үлән ашай.

...Сәғит һуң ғына килде. Алдан күренеп йәш-елкенсәкте өркөтмәйем тигәндер инде. Ярыш судъяһына фамилияһын әйтте лә, сәғәт нисәлә башланғанын һорашып, ситкәрәк атланы.

Тәлғәт бында иртүк килгәйне. Бар теләге — ҙур спорт вәкиле Сәғиттең нисек һикергәнен күреү.

Сәғит йәшен һуғып йыҡҡан ҡарт тирәк төбөнә барҙы ла ҡабаланмай ғына бөгөлөргә[1]һығылырға кереште. Урынында бейеп ала, атылып ҡарай, унан ергә ултырып аяҡтарын һуҙа, мускулдарын һуҡҡылай. Һикереү майҙанын кире килеп тикшерҙе, ҡом тултырылған соҡорҙоң йомшаҡлығын ҡараны, аҙымы менән үлсәне лә, башын сайҡап, судъяға уның майҙаны бәләкәй итеп ҡаҙылыуын, арыраҡ осһаң, аяҡты һындырыу ҡурҡынысы барлығын әйтте. Судъяға нимә, унда етерҙәр тиһеңме, тип көлдө генә. Оҙайтам тип хәҙер ҡаҙып йөрөй алмай бит инде.

Ваҡыты еткәс, ярыш башланып китте. Яҙылыу тәртибе буйынса һикерҙеләр—судъя фамилияларын ҡысҡыра, былар һикерә. Йәнә ике кеше оҙон метрлыҡ тотоп үлсәү менән мәшғүл. Әллә ни ырата алмайҙар, иң арыу тигәндәре — биш метр. Сират — Сәғиткә. Ул таҡтанан ун биш-егерме метр самаһы йыраҡлыҡҡа барып баҫты ла, башын артҡа ташлап, күҙҙәрен йомдо. Ҡулдарын сыбыртҡы һымаҡ һелккеләп алды, шунан һул аяғын саҡ ҡына алғараҡ баҫып, һыуҙы йөҙөп сыҡҡан ат шикелле, бар кәүҙәһе менән һелкенде лә, ҡапыл алға эйелеп, йүгереп китте. Матур ине йүгереүе — оҙон, көслө аяҡтар алышыныуы страус сабыуына оҡшап еңел, киң, һығылмалы. Ҡыҙыл трусигы ла, зәңгәр менән ҡаймаланған аҡ майкаһы ла үҙенә килешеп тора. Соҡорға яҡынайған һайын тегенең тиҙлеге артты, ҡулдары ҡыҙыуыраҡ һелтәнде. Эйе, мәктәптә уҡығанда һикереп йөрөгән сиңерткә Сәғит түгел ине был, бөтөнләй икенсе Сәғит, үҙе әйтмешләй, РСФСР масштабындағы ярыштарҙа ҡатнашҡан Сәғит ине. Һәр хәлдә йүгереүенә ҡарап ошолай уйларға була. Тик, барып төшкәс үлсәп ҡараһалар, аптырап ҡалдылар: һөҙөмтә күрше ауыл мәктәбенең физкультура уҡытыусыһыныҡынан ун сантиметрға ҡайтыш булып сыҡты. Әҙерләнеүенә, йүгереп килеүенә, кейеменә ҡарап күпте көткәнгәме күҙәтеп тороусылар ғәжәп итте. Шулай ҡойто ғына булыр икән тип берәү ҙә көтмәгәйне.

- Ҡайһы берәүҙәр, булмаҫ, тигәндәй ҡул һелтәне, китә башланы, икенселәре, тағы ла берәр һикерәләр бит, бәлки, ысынлап һикерер, тип һөйләнеп алды. Билдәле, Сәғиткә иғтибар кәмей төштө, ә ярышта ҡатнашыусы егеттәрҙең бермә-бер сәмдәре артты. Тәүҙә Тәлғәт тә аңламайыраҡ торҙо, ышанғыһы ла килмәне: нисек ете метр ярымға һикергән, үҙе әйтмешләй, РСФСР масштабындағы ярыштарҙа ҡатнашҡан кеше ябай ғына колхоз һабантуйында танауына сиртелеп торһон? Атаһына ҡарағас ҡына, егет-еләндең уяулығын томалар өсөн ҡыланыуына төшөндө Тәлғәт. Рәхмәтулла ҡарт артҡа ҡайҡая биреп ҡулдарын күкрәгенә ҡаушырған, аяҡтарын айырып баҫҡан, йөҙө һауалы һәм ҡәнәғәт. Сәғит әллә һиңә икенсе урынды алыу өсөн ҡайтҡанмы, уға мотлаҡ беренсе булыу кәрәк. Буласаҡ та. Ана бит ниндәй тыныс, күрәләтә иғтибарһыҙ, ялҡау булып күренергә тырыша, йәнәһе, уға бөтәһе лә барыбер. Нимә уйлағанын, ни кисергәнен йөҙөнә ҡарап ҡына белермен тимә. Уҡығанда ла шулай шымаҡай, һаҡ булды, алға тығылманы, арттан ғына йөрөнө. Хатта кеше баҡсаһынан ҡыяр сәлдергәндә лә гел һаҡта, ҡарауылда ултырҙы, ҡурҡыныс тыуған саҡтарҙа иң беренсе ул ҡасты. Шуға күрә малайҙар уны етди эшкә түгел, урлашыуға ла алғылары килмәй ине. Ә был үпкәләп, үсегеп, һөмһөрө ҡойолоп арттарынан эйәреп йөрөнө. Уның шатланғанын да күрмәҫһең, ҡайғыһын да һиҙмәҫһең, сырайы үҙгәрешһеҙ була торғайны.

Икенсе әйләнеште йәштәр сәмле башланы — һикерә торҙолар, бер-береһенекен генә түгел, үҙҙәренең тәүге һөҙөмтәләрен дә яҡшырта барҙылар. Иң шәбе күпме, тип һораны Сәғит үҙ сираты еткәс. Таҡтанан баяғыса ун биш-егерме метр алыҫлыҡҡа барып баҫҡас күккә ҡарап алды, кәүҙәһен һелкетте, унан ҡапыл урынынан ҡубып йүгереп китте лә үргә атылды. Был юлы алыҫ осасағы таҡтанан атылыуынан уҡ күренеп тора ине: соҡорҙоң иң ситенә барып төштө! Үлсәп ҡарағайнылар алты метр ҡырҡ туғыҙ сантиметр! Теге физкультура уҡытыусыһынан теүәл ярты метрға йырағыраҡ. Тамашасылар геү итеп ҡалды, ҡайһылары ышанмай барып та ҡараны хатта. Рәхмәтулла ҡарт сәбәкәйләп ебәрҙе. Кемдер, ысынлап та, бәләкәйерәк ҡаҙылған икән шул соҡорҙары тигәс, Сәғит судъяға барып, күрәһең бит, аяҡты саҡ һындырманым, киләһе йылға бер метрға оҙонораҡ итеп ҡаҙығыҙ, тип әйтеп китте.

— Ҡотлайым! — тине Тәлғәт, класташының ҡулын ҡыҫып.

Сәғит, был миңә нимә инде тигәндәй, башын ғына сайҡаны.

Яндарына класташ егеттәре йыйылып китте, еңеүсенең яурынынан ҡаҡтылар, ҡотланылар, йылы һүҙҙәр әйттеләр, маҡтанылар, «һай» үҙебеҙҙең класс тип ғорурландылар. һүҙ яйлап бөгөн буласаҡ кисәгә барып ялғанды. Кемдер Сәғиткә:

— Һин ҡалаһыңдыр бит? — тине.

— Юҡ, хәҙер ҡайтып ҡапҡылап алам да ысҡынам, — тип яуапланы Сәғит.

Барыһы ла бер-береһенә ҡарап аптырашып ҡалды.

— Нисек китәһең? Бөгөн мәктәптә осрашыу, иртәгә бергә китербеҙ.

— Юҡ, булмай.

— Мәктәптән һуң йылға буйына сығыу ҙа планлаштырыла, — тине икенсеһе.— Римма Абдрахмановнаның тыуған көнө лә бөгөн. Тәүге уҡытыусыбыҙ бит. Ҡайтҡаныңды ишетһә, йәпһеҙ булыр.

— Икенсе аҙнаға ойоштороп булмаймы ул осрашыуҙы?

— Юҡ. Халыҡҡа күптән әйтелгән. Һабантуйҙан элек. Ике байрамдың бергә тура килеүе хөртмө ни?

— Һабантуй бөттө инде, — тине Сәғит, бер аҙ һүҙһеҙ торғас.

— Бөтмәгән әле, иң ҡыҙығы башлана ғына.

— Аҙна һайын ҡайтып йөрөп буламы ни? — тине кемдер, быларҙы тәүге һүҙгә бороп. — Теләгән саҡта ҡайтырға һинеке һымаҡ машина юҡ шул.

Һикереү ярыштарын үткәргән өс егет килеп Сәғитте алып китте һәм ҡулын ҡыҫып беренсе урынды яулағаны өсөн транзистор тотторҙо.

— Әпәт шарманка, бүтән йүнлерәк әйберегеҙ юҡмы ни? Улар минең хәҙер унға тула. Белһәм, һикереп тә йонсомаҫ инем, — тип мөгөрләгәне ишетелде Сәғиттең.

— Шулай бүлгәндәр, беҙ нишләйек? — тип аҡланды егеттәр.

Сәғит ҡашын емереп тегеләргә ҡараны ла, класташтары янына ла килмәй, ауыл яғына атланы.

Егеттәр тамам аптырашта ҡалды.

— Бәй, туҡтаманы ла түгелме һуң?

— Һөйләшкеһе лә килмәй, әҙәмгә һанамағаны күренеп тора.

— Һаман шул сиңерткә инде, холҡо бер ҙә үҙгәрмәгән.

— Киреһенсә, боҙолған.

— Ҡуйсәле класташ бит, беренселекте алыуына ҡыуанырға, ғорурланырға кәрәк, ә һеҙ... Кем уның кеүек һикерә ала?

— Ә ул һикереүҙән тыш берәй эш эшләй аламы? Маҡтансыҡ бит ул.

— Нәфсеһе үҙенән дә оҙонораҡ — ҡырҡ биш һумлыҡ транзисторға риза түгел...

Тәлғәт класташтарына уның бөгөн Өфөгә барып етергә тейешлеген, иртәгә иртүк бер иптәше менән икенсе районда үтәсәк һабантуйға китәсәктәрен һөйләп торманы. Хәйер, шулай икәнлеген улар үҙҙәре лә һиҙҙе буғай. Кисәлә ҡатнашып, иртәгә лә китә ала ине бит — мәктәптәге осрашыуҙы, класташтар, беренсе уҡытыусыһы менән ултырыуҙы сит районда аласаҡ бүләккә алыштырҙы...

Оҙаҡламай аттар килде, көслөләр ярышы — гер күтәреүҙәр башланды, түңәрәктә көрәш ҡыҙҙы. Класташтар Сәғитте онотоп, шаулаша-гөрләшә шул яҡҡа йүнәлде.

* * *

Һабантуй бөтмәгәйне әле. һаман шау-гөр килгән түңәрәк аҡланды урап үткән саңлы юлда аҡ «Жигули» күренде. Ул, кешеләрҙән ҡурҡҡандай, ергә һылашып тигәндәй үтә һаҡ килә, әйтерһең, берәйһе юлына арҡыры сығыр ҙа ебәрмәҫ. Дуға кеүек ярым түңәрәк урау юлды үтеп, Бейек күпер һыртына менгәс, ул яйланы, унан, артҡы тәгәрмәстәре аҫтынан ваҡ таштар атып, алға ынтылды. Юл өҫтөндә ҡуйы аҡһыл саң болото күтәрелде. Оҙаҡламай «Жигули» ағастарға ышыҡланды. Тәлғәткә, һыу буйында күкрәгенә йәбешкән бармаҡ буйы, йәм-йәшел, иләмһеҙ һимеҙ сиңерткәне һыпырып ташлағандай, күңеленә нисектер еңел булып ҡалды...

Әмир Әминев

Читайте нас: