Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
7 Октябрь 2021, 18:09

Ҡараяр. Хикәйә

Нисәмә йыл һөйләшмәй йөрөп-йөрөп, бөгөн теле асылды тиһеңме? Ышанғың да килмәйҙер әле. Мин бер ҡасан да телһеҙ булманым. Ҡәбергә керер алдынан булһа ла һөйләшеп ҡалайым. Тыныс күңел менән китергә кәрәк. Былайтып йәшәүе төрмәнән дә ғазаплыраҡ. Һин аҡыллы, уҡымышлы егет, аңларһың. «Ҡыҙыл Мөхәмәтша»

 

 

Отпускыға ҡайтҡаны бирле үҙен балыҡҡа саҡырып йөрөгән Кәлимулла ҡарттан Сәлимйән оялып ҡуйҙы. Күңелендә күршеһенә ҡарата әллә ни йылылыҡ һаҡламаһа ла, оло йәштәге, өҫтәүенә ғәрип кешенең үтенесенә ҡолаҡ һалмау яҡшы эш түгел. Бесәй һымаҡ йомшаҡ ҡына баҫып ихатаға кергән ҡартты шәйләгәс, шундай уй тыуҙы Сәлимйәндә. Шуға ла ул бөгөн, әгәр күршеһе яңынан өндәшһә, ризалыҡ бирергә ниәтләнде.

«Отпускы бар әле, исмаһам берәй көн сығып Еҙем буйын, тәбиғәтте ҡарап әйләнергә тейешмен дә инде,— тип уйланы ул.— Балыҡ та тоторбоҙ, ял да итербеҙ, ҡарттың да күңеле булыр».

Ғәҙәтенсә баш ҡағып ҡына иҫәнләшкәс, ҡарт йәш күршеһенә мөлдөрәберәк ҡарап торҙо ла, тегенең ихлас ҡарашын һиҙеп, ҡулын дәртле генә йылға яғына һелтәне, барабыҙмы, йәнәһе.

— Киттек.

Ҡарттың йөҙөнә ҡәнәғәтләнеү сатҡылары яғылды. «Хәҙер үкме, кискәрәкме?» — ул тәүҙә ҡулын йәнә Еҙем яғына һондо, шунан яр буйындағы йөҙйәшәр тирәктәр осона ҡаҙалырға дилбегә буйы ҡалған ҡояшҡа ымланы ла Сәлимйәндең ҡулындағы сәғәтенә күрһәтте.

— Көтөү алдынаныраҡ сыҡһаҡ, лутсы булмаҫмы?

«Ярай, хуп».

Ҡарт барыһын да аңлай, аңлата, тик яуап ҡайтарырға теле юҡ. Ул етеҙ генә кире боролдо, атлап барышлай көнгә ағарып уңған эшләпәһен бөҙрәләнеберәк торған ҡуйы ҡаштарына тиклем батырып кейҙе. Артынан ҡыҙыҡһынып ҡарап ҡалған Сәлимйән уның ҡапҡа элгесен таба алмай аҙапланғанын һәм ауыҙ эсенән генә ниҙер һөйләнеүен ишетеп, йылмайып ҡуйҙы.

Оҙаҡламай күрше ихатала балта туҡылданы, лапаҫ эсенән дөмбөр-ишкәктәр сыҡты, ике ҡатлы йәшкелт ау кәртәгә эленде. Сәлимйән һоҡланыу ҡатыш аптырап ҡуйҙы: ғәләмәт йүнсел кеше икән, әйтеүе ни ара, кәрәкле әйберҙәрҙе әҙерләп тә ҡуйҙы. Аласыҡҡа инеп арлы-бирле ҡапҡыларға ла өлгөрмәне, түҙҙермәй килеп тә етте үҙе.

«Мин әҙер».

— Ҡайһы тирәгәрәк барайыҡ? Һуңғы йылдарҙа балыҡҡа бөтөнләй йөрөгән юҡ, — ҡарттың яратҡан төйәген белә Сәлимйән, шулай ҙа һораған булды.

«Ҡараярға».

— Әйҙә, Ҡараярға икән, Ҡараярға.

Ҡартты көсәндереп аңлатырға мәжбүр итеүенә үкенеп ҡуйһа ла, уның хәрәкәттәренән Сәлимйән үҙенә кәрәген аңланы. Күңеле тертләп, йөрәге дарҫлап ҡуйҙы. Күҙе алдына ағыр-аҡмаҫ һыулы, текә ярлы һил боролош килеп баҫты.

Ҡараяр. Исеменән үк ниндәйҙер шом, ҡара сер бөркөлә. Ҡайҙан белеп ҡушҡандар тиһең. Тәрән, мул һыулы булғанғамылыр, бик тә балыҡлы ятыу, әйтерһең, бөтә Еҙем балығы шунда йыйылған. Балыҡ күп булһа ла күп ирҙәр унда ау йәки йылым менән төшөргә баҙнат итмәй, бейек ярында ҡармаҡ менән генә ултырыуҙы хуп күрә. Кәлимулла ҡарт үҙе саҡырһа инде икенсе эш, ҡыуанып риза булалар, аҙаҡтан оло дан итеп һөйләп йөрөйҙәр.

Ошондай ваҡиғаны һаҡлай Сәлимйәндең хәтере.

Малай сағы. Күрше ауылдан дүрт ир йылым һөйрәп ошонда килгәйне. Еҙем буйлатып һөҙөп киләләр икән. Тотҡан балыҡтары ла байтаҡ, ҙур полиэтилен тоҡтары, тула яҙғайны. Нәфселәренә хужа була алмай, был бөгөлдө нисек ҡалдырып уҙаһың, тип тәрәнлегенә ҡарамай төшөргә булдылар. Кәлимулла ҡарт та һыу буйында ине. Булашмағыҙ, тип иҫкәртеп тә ҡараны тегеләрҙе, тыңламанылар. Етмәһә, берәүһе, һин генә тотҡандамыни, был тирәнең балығын беҙ ҙә тәмләп ҡарайыҡ, тип көлдө.

Әммә кәсептәре фажиғәле тамамланды — арттан йөҙөп барған берәүһе йылымға уралды ла ҡуйҙы. Йөрәк ярырҙай итеп ҡысҡыра башлаған иптәшенә икенсеһе ташланғайны, уныһы ла сырмалды. Ҡалғандары бер мәлгә аҙап ҡалды, йылымды тартып та ҡаранылар, тик көстәре етмәне. Унан, тегеләй ҙә былай йүгергеләп кәмә-фәлән эҙләнеләр, тик ҡайҙа ул, кем әҙерләп ҡуйһын уны.

Малайҙар йүгереп ҡайтып ауылдан кеше килтерҙе. Кәмә менән төштөләр. Сумырға батырсылыҡтары етмәй йылымы-ние менән саҡ һөйрәп сығарҙылар тегеләрҙе. Шулай көпә-көндөҙ, әллә күпме халыҡ алдында ике кеше батып үлде әлеге боролошта.

Ошо фажиғәнән һуң, Ҡараяр Сәлимйән өсөн ҡурҡыныс урынға әйләнде. Исемен ишетһә йәки балыҡҡа барып сыҡһа, әлеге ваҡиғаны иҫенә төшөрмәй ҡалмай.

Бәй, тағы бер хәл күңелендә һаҡлана икән. Уныһы ла малай саҡ хәтирәһе. Сәлимйән быныһын көлөмһөрәп кенә иҫкә ала хәҙер.

Ул саҡ Ҡараярға яңғыҙы килгәйне. Ҡармаҡ менән. Күрше малайҙарынан элегерәк барырға кәрәк тип иртәрәк торҙо ла һыпыртты баҡса артлап. Хәтерендә, иртәнге һиллектә апаруҡ ҡаптырғайны. Күберәге алабуға ине, вағыраҡ суртандар ҙа эләкте. Шаршыла һөҙөп тотҡан сабаҡты эләктерә лә ырғыта, эләктерә лә ырғыта. Алдана балыҡ, ҡомһоҙланып ҡаба. Эләккәнен яр башына ырғыта ла ҡармағынан ысҡындырып кескәй биҙрәһенә сумдыра. Шунан һауытта айбарланып йөҙгән алабуғаның осло энәләренән тотҡолай, өйҙә нисегерәк ҡаршы аласаҡтарын күҙ алдына килтереп ҡыуана үҙе.

Уның татлы хыялдарын бүлеп, яҡында ғына кемдеңдер һөйләшкәне ишетелде. Сәлимйән яр аҫтына төшә һалып ҡармағын ырғытып сыбығын ергә ҡаҙаны ла, бер аҙ кәйефе ҡырылып, яңынан яр башына менеп китте. Ғәжәп, кеше-фәлән күренмәй, ә тауыш ваҡыт-ваҡыт ҡабатланып ҡуя, әйтерһең, уны ирештереү өсөн мөгөрләй ҙә йәшенә теге. Ҡармағы янына кире төштө Сәлимйән. Бер ҡалҡыуысына, бер тирә-яғына ҡаранып ултыра торғас, ҡаршы ярҙағы талдар араһында кәмә мороно күреп ҡалды. Бәй, был күршеләре Кәлимулла ҡарттың кәмәһе бит! Кем менән йөрөй икән? Ау һалыуҙарылыр инде. Ике кешелек бәләкәй генә кәмә тал араһынан үтеп асыҡ һыу өҫтөнә килеп сыҡты, тик шуныһы, унда ҡарттан башҡа кеше юҡ ине. Аптыраны Сәлимйән, ярҙа торғоҙоп ҡалдырҙымы икән әллә теге кешеһен тип тә уйланы. Ҡарт үҙе һөйләшмәйҙер, моғайын... Юҡтыр, телһеҙ кеше нисек һөйләшһен, ти. Ишетелгәндер генә. Сәлимйән сүкәйеп ултырған еренән нисек ҡалҡынғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡалҡынмаһа икән дә бит, ҡайҙан ғына белһен инде, ҡарт күрмәй үтеп киткән дә булыр ине. Ул ҡарттың текәлеп үҙенә ҡарағанын, ҡулына ишкәген дә алмай түбәнгә аҡҡанын күреп торҙо.

Хәҙер үк яныма килер, тип көткәйне Сәлимйән, тик ҡарт уны әллә онотто, әллә һалған ауын йыйып мәшәҡәтләнде, байтаҡ ваҡыт үткәс кенә пәйҙә булды. Яр буйлап елләнеп килде лә, ҡулдарын һелтәй-һелтәй төрлө ауаздар сығарып, геүләргә-ымларға кереште. Бер ни аңлай алманы малай, күҙҙәрен шарҙай итеп күршеһенең алдында баҫып тик торҙо. Бына бер мәл ҡарт геүләүенән туҡтаны, йәһәт кенә эйелеп биҙрәне ҡулына алды һәм яр ситенә үк килеп балыҡты һыуға һирпте лә нисек килгән, шулай күҙ алдынан юҡ та булды.

Ул саҡ күршеһе ниңә улай ҡыланды икән? Малай-шалайҙы балыҡлы төйәктән биҙҙерергә теләнеме, әллә Сәлимйәндең аҡылы етмәгән бүтән хикмәт булдымы? Бәлки, «һөйләшкәнен» ишеткәнгәлер? Улай тиһәң, Сәлимйән уны бер кемгә лә, хатта атаһына ла өндәшмәне. Ышанмаҫ тип ҡурҡты. Хәйер, күршеһенең «һөйләшеүенә» үҙе лә ныҡлап ышанмағайны ул. Нисек кенә булмаһын, ошо ваҡиғанан һуң Сәлимйән Ҡараярға һирәк аяҡ баҫты. Барғанда ла атаһы йәки малайҙар менән генә йөрөнө.

Бына бөгөн шул ваҡиғаларҙан нисә йыл үткәс йәнә юлланды Ҡараярға. Бөгөн ҡарттың үҙе менән.

Еҙем буйына килеп еткәс, шаршыны шаптыр-шоптор кистеләр ҙә йылғаның теге яғындағы ҡултыҡта ҙур ғына яҫмаҡ тимер киҫәгенә бәйләнгән кәмәгә килеп еттеләр. Ҡарт, яурынындағы ауын, Сәлимйән, күтәреп килтергән оҙон һаплы дөмбөрөн кәмәгә һалды. Кеҫәһенән асҡыс алып йоҙаҡты асты ла сылбырын кәмә эсенә ырғытты, ишкәген ҡулына тотто, унан Сәлимйәнгә ултырырға ишаралап, үҙе төпкә үтте.

Еңел кәмә ҡултыҡтан үргә, Ҡараяр йүнәлешенә, юл алды. Сәлимйән күршеһенең уны оҫта, айбарланмай-нитмәй етеҙ йөрөтөүенә һоҡланып ҡуйҙы. Тарамыш бармаҡтары ишкәк тоторға ғына яратылған тиерһең, хәс тә ҡыпһыуыр, ҡорбанын эләктергән үрмәкес һымаҡ уратҡан да алған тегене. Хәрәкәттәре ғүмер баҡый тик ошо эш менән генә шөғөлләнгән кешенеке кеүек теүәл, үлсәүле. Хәйер, Сәлимйән белә белгәндән бирле ҡарттың ярты ғүмере Еҙем буйына үтте бит.

Ҡараяр бөгөн дә серле һәм мөһәбәт ине. Дөрөҫ, ваҡыт еле уға ла ҡағылмай ҡалмаған: һыуы кәмегән, теге яҡ ярҙағы талдар ҡуйылана-арта төшкән, әммә күгелйем-ҡара зәңгәрлегендә элекке шикелле шом, ғәйрәт. Текә яр, йылға өҫтөнә үҙенең киске шәүләһен ташлап, тирә-йүнде тағы ла ҡурҡынысыраҡ итә.

Кәлимулла кәмәһен күбекләнеп ятҡан өйөрмәгә килтереп туҡтатты. Ҡараярҙың ҡурҡыныс гүзәллеге менән таныштырыуы ошо булды шикелле. Әйтерһең, бында йөрөү, балыҡ тотоу уға бер ни ҙә түгел, ғәҙәти бер кәсеп кенә икәнлеген иҫбатларға теләй ине. Ысынлап та, бында Кәлимулла ҡарт ҡына үҙен хужаларса тота, теләһә яңғыҙ йөрөй, теләһә берәйһен алып килә. Кәмә тауыш-тынһыҙ шыуып барҙы-барҙы ла ваҡ талдар араһына морон төрттө. Ҡарт ҡабаланмай ғына ишкәген һалды, күршеһенә бер һирпелеп тал ботағына ымланы ла бармаҡтары менән бәйләү ишараһы яһаны.

Бүтән көндәргә ҡарағанда күршеһе бөгөн нисектер бойоҡ күренде Сәлимйәнгә. Нимә был, балыҡ эләгеүенә икеләнеүеме, әллә берәй нәмәгә кәйефе ҡырылдымы? Улай тиһәң, аҙна буйы өгөтләп йөрөп бөгөн сыға алыуҙарына бая ана нисек ҡыуанды.

Сәлимйәндең уйын һиҙгәндәй ҡарт яй, әммә ышаныслы, өйрәнелгән хәрәкәттәр менән ауының өҫкө осон алды ла элмәкләп һыуҙан сығып торған тал ботағына бәйләп ҡуйҙы, ҡурғаш киҫәктәре теҙелгән аҫҡы яғын һыуға төшөрҙө.

— Эләгеп уралып ятмаҫмы?

— Эләгеп уралып ятмаҫмы? Кәлимулла ҡарт бәхәсләшергә урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп баш сайҡаны, унан ишкәген алды, саҡ ҡына артҡа ҡайырылып ишә башланы. Кәмә, хужаһының оҫта ҡулына буйһоноп, һул ҡабырғаһы менән йылға уртаһына ыңғайланы. Өс метрға яҡын киңлектәге ваҡ ҡына йәшел ау кәмә шылған һайын һыпырылып һыуға сумды.

«Тәрән, — тип уйланы Сәлимйән, ауҙың төпкә етмәй аҫылынып ҡалыуын күреп. — нисә метр самаһы булыр икән? Үлсәп ҡарарға ине»

Ауҙың икенсе осон һыу ҡуйынына ташлағас, ҡарт эйәк ҡаҡты, саҡ ҡына көлөмһәрп, муйындан тигән ишара яһаны, балыҡ мул эләгәсәк, йәнәһе.

Ҡарт башҡаса «өндәшмәне». Юҡ, телһеҙ булғаны өсөн түгел, кәйефе бар саҡта ымдарын аңлап ҡына өлгөр! Бойоҡ ул бөгөн. Ҡараярҙың һиҙелер-һиҙелмәҫ әйләнгән өйөрөлмәгенән ысҡынып, түбәнгә ағып барғанда Сәлимйән шул хаҡта уйланды. Ауҙы йыйғансы ошолай тауыш-тынһыҙ ғына йөрөмәйбеҙ бит инде, тип күршеһенең «һүҙ» башлауын көттө. Дөмбөрҙө лә эшкә егеү юҡ. Ҡарттың ҡарсығалай үткер ҡарашы Еҙемдең ауыр тулҡындарына ҡаҙалған да унан айырыла алмай. Береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ уйҙар яфалай уны. Әллә ҡасан булып үткән ваҡиғалар теҙмәһе, үҙенең ошо йәшел ауына сырмаласаҡ балыҡтар шикелле, хәтер ҡоршауын өҙгәләп сығырға ынтыла.

...Һыу килерен алдан һиҙгән ҡомаҡ һымаҡ, атаһы Ғәлимулла донъялар үҙгәреүен бер нисә йыл иртәрәк тойомланы ла, ишәйеп киткән малын һатҡанын һатып, һуйғанын һуйып, күҙ алдында урта хәлле булды ла ҡуйҙы. Егет ҡорона инеп килгән Кәлимулла уның был ҡылығын аңлай алманы, хәйләкәр һәм уйлап эш итә торған атаһының ҡурҡаҡлығына ғәжәпләнде. Тик донъялар үҙгәрә башлағас, уның хаҡлы булыуына төшөндө. Хәйер, атаһы өйҙә лә, урам буйында ла эс серҙәрен сисмәне, әшнәләре һымаҡ ауыҙ һыуы ҡоротоп Советты һүкмәне, үс алыу, үлтереү менән янаманы, шуныһы, хәмер һемерҙе. Иҫереп алғас ҡына уртын сәйнәп, йылан төҫлө ыҫылдап ҡуйған атаһының яңы власҡа асыу һаҡлауын, ваҡиғаларҙың, тауҙан тәгәрәтелгән таш шикеле, ҡыҙыулана барыуына бер ниндәй ҙә кәртә ҡуя алмағанына үрһәләнеүен һиҙеп була ине.

Халыҡты барыбер ҙә алдай алманы атаһы — Себер яғына ебәрелеүселәр исемлегендә үҙенең дә барлығын белгәс, тәүҙә аптырап ҡалды, аңына килгәс, мал-мөлкәтен тикшереүҙәрен һораны. Килмәнеләр, тикшермәнеләр. Шулай ҙа йоҙроҡ болғап ҡысҡырынманы, бар уйын эсенә йомоп яҙмышы менән ризалашты. Күңелендә атаһының был ҡылығына ауаздаш фекер таба алмаһа ла, йәшәрен йәшәгән инде, ундай көнитмеш бүтәндәргә эләкһә әле, ярһыу менән генә ни ҡыйрата алыр тиһең, тип үҙен тынысландырғайны ул саҡ Кәлимула. Башты ташҡа бәреп булмай, йәшәргә кәрәк. Күпмелер ваҡыт үткәс төндә атаһы ҡайтып төштө. Хәтерендә Кәлимулланың, йөҙөн-битен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, ябыҡҡан, сәстәре етек. Тышҡы ҡиәфәтенә ҡараһаң, ғүмер баҡый тамағы ашҡа туймаған, өҫтөнә рәтле кейем кейә алмаған ауылдың ярлы-ябағаһынан бер ҙә артыҡ ере юҡ. Оҙаҡ торманы: йәйге төн шыйыҡлана башлау менән ҡарана-ҡарана баҡсалар артынан Еҙем буйына юрғаланы. Киткән сағында, донъя һиңә ҡала, Алла насип итһә, ҡайтырмын, тик ятмағыҙ, кәрәктәрен бирегеҙ, тигән һүҙҙәр әйтеп Кәлимулланың икеле-микеле уйҙарын бер төйөнгә төйнәп өлгөрҙө.

Был һүҙҙәр тураһында күп уйланды Кәлимулла. Советты күрә алмау шул саҡта яралдымы икән, әллә элегерәк тыуҙымы? Ул атаһы менән бүтән осрашманы. Көттө, ныҡ көттө. Атайлығынан бигерәк, үҙе шыбырлап киткән һүҙҙәренә яуап ишеткеһе, артабан нисегерәк йәшәргә, нисек кәрәктәрен бирергә тигәнерәк һорауҙарға ишара алыр өсөн көттө. Ҡайтманы атаһы, уның ҡайҙалығын да, үлеме-тереме икәнлеген дә белә алманы Кәлимулла. Хәйер, уның ғына атаһы юғалдымы ла, ул ғына үҙен борсоған һорауҙарға яуап эҙләнеме икән ул осорҙа?

Тамам башы сатнап, ни эшләргә белмәй аптырап икеләне п йөрөгәндә, ауылға аҡтар килеп тулды. Кәлимулла атаһының һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Бәй, заманалар кире ҡайта түгелме һуң? Ҡораллы шул ҡәҙәре кеше Советтарҙы юҡ итә алмай буламы? Өтөк ярлы-ябағаның көнө бөтөүе тамам асыҡ. Оҙаҡ уйлап тормай Кәлимулла эйәрҙе лә китте аҡтарға.

Әллә һынау өсөн, әллә йөҙөнә, һөйләшеүенә, ҡылығына яҙылған икеләнеүен беренсе көндән юҡҡа сығарырға теләп, уны тәүҙә үк карателдәр төркөмөнә беркеттеләр. Үҙе лә бик ҡарышманы, ҡайҙа йөрөһә лә ярай инде. «Эше» лә бик ҡатмарлы түгел: ҡулдарына төшкән ҡыҙылдарҙың, ауыл Советы активистарының телен ҡырҡты. Атамандан, ниңә ул ҡәҙәре яза тип һорауына, артабан ҡотҡо таратып йөрөмәҫ өсөн, тип яуапланылар. Ысынлап та кем ымлап агитация таратһын да, кем был вәхшилекте һөйләй алһын! Йөҙөңдө күрһәт, исмаһам, ҡайһы яҡ яһилы һин, тип нәфрәт сәсте бисаралар. Төндә генә ҡыланғас бер кем дә уның йөҙөн шәйләмәне. Түҙҙе Кәлимулла, тәүҙә ҡоҫҡолары килеп йонсотһа ла, ҡулдары ҡанға туҙғансы тешләнеп, йөҙөнә төкөрһәләр ҙә түҙҙе, атаһының әйткәндәрен иҫенән сығарманы. Осрашһалар, ни әйтер ине икән атаһы? Моғайын, маҡтар ине.[1]

Шулай ҙа, көндәр үткән һайын, тыныс[1]ланыу урынына икеләнеүҙәре арта барҙы Кәлимулланың. Ҡайҙа ғына барып төртөлмәһендәр, халыҡтың асыуын, нәфрәтен тойҙолар, ҡаршылығына осранылар, Ҡыҙыл Армия частарына ғына түгел, ҡораллы кешеләргә тап булдылар. Гел үлтереп-ҡырып йөрөү күптәрҙе ялыҡтырҙы, уйланырға мәжбүр итте, отрядтан ҡасыуҙар йышайҙы. Бер бәрелештә банданың яртыһы ҡырылып атамандары ла дөмөккәс, уның ярҙамсыһы, бик ышаныслы күрмәйем мин һине, үҙең эшләгәнде үҙеңә лә ал, һөйләнеп йөрөмәҫһең, тине лә... телен ҡырҡтырҙы Кәлимулланың. Бәхетенә ҡаршы, ҡабаланып, теленең осон ғына эләктергәйнеләр. Банда бер ауылдан аттар талап алды, ҡаршылашҡан ун-ун биш ирҙе ҡылыс аша үткәреп урманға ҡасты. Ә Кәлимулла һаҡал-мыйығын ҡырып ташланы һәм дала яғына боҫто. Үҙенә икенсе исем таҡты, эт күрмәгәнен күреп йән аҫраны.

Байтаҡ йылдар үтеп заманалар бер төрлө һилләнгәс, ҡурҡа-боҫа ғына ауылына ҡайтты. Ҡайтты ла тауыш-тынһыҙ ғына йәшәй башланы. Колхозға инде, һорашҡан-төпсөнгәндәргә телен күрһәтеп баш сайҡаны, миңә лә эләкте, йәнәһе. Тирә-яҡ ауылдарҙа үҙе ише телһеҙҙәр булыуы ла хәлен еңеләйтте — ана, байтаҡтар дусар ителде был вәхшилеккә, мин дә шундайҙарҙың береһе. Төпсөнмәнеләр, саҡырманылар — еңеүселәрҙең күңеле киң була шулул... Һиҙәләр ине ауылдаштары, шулай ҙа ҡара эштәрен асыҡ ҡына белмәгәнлектән бәйләнеүсе булманы. Әммә ул ғүмер баҡый ҡурҡып йәшәне, киске һәр тауыш, төнгө ҡапҡа шығырлауҙары уны йылы түшәгенән һикереп торорға мәжбүр итте. Гүйә, ишек асылыр ҙа, кемдәрҙер килеп инеп кейенергә ҡушыр...

Үҙе харап иткән гөнаһһыҙ телһеҙҙәр төшөнә кереп, тел таптырып йөҙәтте, исемеңде әйт, исмаһам йөҙөңдө күрһәт, тип ҡысҡырҙылар, битенә төкөрҙөләр. Гел ҡабатланып торған таныш йөҙҙәр, таныш күҙҙәр, ара-тирә үҙенә лә осраштырғылаған телһеҙҙәрҙең төҫ-ҡиәфәтенә бик тә оҡшаш ине. Кәлимулла шыр тиргә батып уяна ла ҡулын-битен йыуырға тотона...

Уң яҡ күршеһе — «Ҡыҙыл Мөхәмәтша» — һиҙә ине шикелле уның ҡара эштәрен. Үҙ күҙҙәре менән күрмәгәс, ҡулына эләкмәгәс, ул да асыҡтан-асыҡ ғәйеп таға алманы...

Ҡарт тынысһыҙланып, ҡарағусҡыл һыу өҫтөндә һикергеләгән күҙәтеп ултырҙы ла тарамыш бармаҡтары менән кәмә ситенә йәбеште. Бит, яңаҡ мускулдары тартышып ҡуйҙы, тын алышы йышайҙы. Ирендәре дерелдәп, башы тубығына эйелде. Бер нисә секундтан һуң, кәмәне түңкәрә яҙып ҡапыл урынынан һикереп торҙо һәм ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап үкһергә тотондо. Уның илаймы, әллә көләме икәнен дә айырыуы ҡыйын ине.

— Бабай, ни булды? — тине Сәлимйән,, хафаланып.

— Юҡ, юҡ... Булманы, булды шул..

Сәлимйән артына йығылып китә яҙҙы: балыҡсының ауыҙынан һүҙ сыҡты түгелме Һуң? Әллә яңылыш ишеттемме? Юҡ, яңылыш түгел...

— Бүтәнсә булмай, бүтәнсә кеше алдап йөрөй алмайым, — ҡарт тотлоҡто. — Ярамай. Етте...

Сәлимйән һүҙ әйтергә телен әйләндерел ала алмай. Эх, янында берәйһе юҡ бит, исмаһам. Хәҙер ҡайтып, Кәлимулла һөйләшә башланы тиһәң бер кем ышанмаясаҡ.

Ҡарт башын күтәрҙе. Бер аҙ тынысланып, төҫһөҙ күҙҙәрен Сәлимйәнгә төбәне.

— Аптырайһыңмы? Нисәмә йыл һөйләшмәй йөрөп-йөрөп, бөгөн теле асылды тиһеңме? Ышанғың да килмәйҙер әле. Мин бер ҡасан да телһеҙ булманым. Ҡәбергә керер алдынан булһа ла һөйләшеп ҡалайым. Тыныс күңел менән китергә кәрәк. Былайтып йәшәүе төрмәнән дә ғазаплыраҡ. Һин аҡыллы, уҡымышлы егет, аңларһың. «Ҡыҙыл Мөхәмәтша» тоҡомо бит һин.

Ул һүҙенән туҡтап күҙ йәшенә мансылған ҡыҫҡа һаҡал-мыйығын, ас яңағын һыпырҙы, услап һыу эсте. Сәлимйән үҙенең дә тамағы кибеүен, башы шаулауын тойҙо, сикәләре ҡыҫты. Уйын эшме ни, малай сағынан телһеҙ тип өйрәнгән күршеһе ҡартайып бөткәс һөйләшә башлаһынсы. Был бит үле кешенең терелеүе менән бер. Олатаһы ла, атаһы ла уға нисектер шик менән ҡарай торғайнылар шул, һиҙенеүҙәре хаҡ булған икән.

— Аҡтыҡ бит...

— Аҡтыҡ инде, аҡтыҡ, нишләйһең. Еҙем ағыр, ә бына ғүмерҙең бушҡа ағыуы аяныс. Аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмай, тип тә йырлайҙар бит әле мәжлестәрҙә. Шуның ише...

«Мәжлестәрҙә... Әйткәндәй, ҡунаҡ-фәләндә нисек түҙеп ултыра алды икән? Әрләһәләр, төрттөрһәләр, ҡысҡырһалар йәки күңеленә тейер һүҙ әйтһәләр?»

Малай сағында ниңә Кәлимулла бабай һөйләшмәй ул тип атаһы менән әсәһенең теңкәһенә тейеп бөтә торғайны Сәлимйән. Бындай һорау урамда бирелһә, әсәһе кәнфит кәрәкме, тигән булып уны өйгә алып инә һәм икенсе улай тимә, оят була тип киҫәтер ине. Һуғыштан шулай ҡайтҡан, немец пуляһы яралаған. Яуап, әлбиттә, ул саҡтағы Сәлимйәнде ышандырырлыҡ ине. Бына хәҙер күр ҙә ишет, Кәлимулла бабайыңдың теле асылды. Әсәһе ни әйтер икән? Ышанмаҫ, моғайын.

— Тыңла, Сәлимйән, миңә йәшәргә күп ҡалманы, был гөнаһтарым менән бигерәк тә. Әҙәм ҡарғышы мине ошоға тиклем үлтермәй язалайҙыр, ахыры. Тиҫтерҙәремдән күптән инде берәү ҙә юҡ, мин генә йәшәп ятам, «Ҡыҙыл Мөхәмәтша» тоҡомо.

«Ҡыҙыл Мөхәмәтша» тигәне — Сәлимйәндең олатаһы. Кулактарҙы, шул иҫәптән Ғәли мулланы ла ҡыуып, Совет власы өсөн көрәшеп-һуғышып йөрөгән кеше. Уны ауыл ғына түгел, бар тирә-яҡ белә һәм хөрмәт итә ине. Олатаһы бынан биш йыл элек донъя ҡуйҙы — обрездарҙан алған яралары һыҙлап йонсота торғайны.

— «Ҡыҙыл Мөхәмәтша» һымаҡ йәшәй алманым. Олатаңа әйтә алманым был һүҙҙәрҙе, шуға һиңә һөйләйем. Кем икәнемде бел. Кеше язалап йөрөнөм, һуңынан үҙемде лә шул хәлгә ҡалдырҙылар. Аптырама, телең булмаһа ла һөйләшәһең бит тип. Бәндәһе миһырбанлыраҡ эләкте, атаман аттырыр ҙа ине. Әҙәм ҡарғышы төштө барыбер: ике малайҙың береһе һөйләшмәй, уның өлкән улы тағы. Минең арҡала шулай нәҫел-нәсәптә әпәүҙәр булырмы икән ни? Тегеләре һаман телдәрен таптырып йонсота. Ҡайҙан ғына табайым инде мин уларға?

Сәлимйән күршеһенең тәүбәгә килеүенә төшөнә башлағайны инде. Шулай ҙа уны үҙе һөйләгәнсә итеп күҙ алдына килтереүе ҡыйын ине, дөрөҫөрәге ышанып етмәне. Кәлимулла уның өсөн һаман телһеҙ.

— Үҙем шул хәлгә ҡалғас аңлайым уларҙың ғазабын. Ә балаларҙың ни ғәйебе? Улар минең ҡанһыҙлыҡҡа яуап бирергә тейешме ни? Табып үлтереп китерҙәр тип ҡурҡа инем, хәҙер ҡурҡмайым да — кеше ҡулынан үлһәм ғәйебем аҡланыр һымаҡ, — ҡарттың аҙмы-күпме күңеле бушанды шикелле, хәбәрен әҙәмсәрәк теҙә башланы. — Малайҙар быны баштарына ла килтермәй, ҡарсыҡ белә, тик ләм-мим. Тәүҙә үк, өндәшһәң йәнеңде алырмын тип ҡурҡытҡайным. Ғүмере буйы шул серҙе һаҡлап һығылып йәшәне. Еңел булған тиһеңме? Йәлләйем дә, нишләйһең һуң? Еҙем генә шаһит яҙмышымдың аяныслығына — нисәмә йылдар уға эс-бауырымды сисеп йәшәнем бит.

Йылға, ҡарттың ғибрәтле һүҙҙәрен аңлағандай, кәмәне ағыҙҙы ла ағыҙҙы

— Һағындым әҙәмсә һөйләшеүҙе. Түҙә алмаған саҡтарымда ошонда, Ҡараяр буйына, киләм. Ауыҙ эсенән мөгөрләп булһа ла ҡайтып китәм. Өйҙә ярамай, урамда ярамай, кешелә ярамай, тик һыу буйында ғына мөмкин. Тирә-йүнгә күҙ ташлайым да, кеше-ҡара күренмәһә, балыҡтар, талдар, тирәктәр менән һөйләшергә-серләшергә тотонам. Берәйһе тыңлап торһа, аҡылынан шашҡандыр был бәндә тип уйлағандыр әле.

Сәлимйәндең хәтеренә бала саҡтағы теге ваҡиға төштө. Бына ни өсөн күршеһе уның балыҡтарын һыуға һирпкән икән. Ҡараяр балығын ҡыҙғанып түгел, был тирәгә аяҡ баҫмаһын, биҙҙерәйем, һөйләшкәнде башҡаса ишетмәһен тип уйлаған. Биҙҙергәйне лә.

Ҡарт берауыҡ һыуға ҡарап ултырҙы ла, байтаҡ аҡҡандарын әле генә шәйләп, ишкәген алды һәм бер-ике киң генә ишеүгә кәмәне ярға килтереп тә сығарҙы.

— Мин атлайым, һин үҙең... — ҡарт кәмәһен ярға терәтеп ишкәкте Сәлимйәнғә тотторҙо, үҙе ваҡ ташлы яр буйлап үргә атлап китте.

Улар Ҡараярға килеп еткәндә, ҡояш Мағаш башына ҡунаҡлағайны инде. Әрәмәлек[1]тә көтөү күренә, ауыл яғынан быҙау баҡырған тауыштар ишетелә. Тирә-яҡ һилләнгән, дым тартылған. Оҙон йәйге көн үтеп бара.

— Йәнә бер нәмә ғазаплай мине. Олатаңдың кәләшенә күҙе янды атамандың. Вәхши бәндә ине, иҫкә төшһә әле лә тәндәр өшөп китә. Һыуға сыҡҡан еренән эләктереп мәсхәрә итте шуны. Исемен онотҡанмын инде олатаңдың тәүге кәләшенең. Ысҡынды ла ғәрлегенән һыуға ташланды. Ошонда килеп... Олатаңдың тәүге кәләше үтә һылыу ине. Быны олатаңа ла, атайыңа ла әйткәнем булманы, һиңә генә...

Сәлимйән күршеһенең һүҙе бөтәүен дә көтмәне, кәмәне сайпылта-сайпылта һикереп торҙо ла тегенең түшенән матҡып алды.

— Етәр, хәшәрәт, етәр! Нисек һине ер күтәреп йөрөй? Фашист.

Кәмә сайҡалды — бизмән кеүек әле бер яғына, әле икенсе яғына һелкенде лә түңкәрелеп китте. Тегеләр бер-береһенә йәбешкән көйө һыуға ҡоланы.

— Үлтерергә итәһеңме? — тип һөйләнде ҡарт, үҙе ҡулдарын сатай-ботай килтереп йөҙөргә маташты.— Тот кәмәне, аҡһа, бөттө, батам. Ҡараяр шаяртмаҫ.

Бәхеттәренә ҡаршы, кәмә тегеләр ҡолап төшөү менән кире әйләнеп ултырҙы — Сәлимйән уны бер ынтылыуҙа барып та тотто.

— Сәлимйән, тиҙерәк, батам бит, — балыҡсының һүҙҙәре ялбарыулы.

«Килмәҫ тип ҡурҡа, бер ҙә үлгеһе килмәй барыбер, — тип уйланы Сәлимйән.— Ғүмер баҡый ошонда йөрөп йөҙөргә лә өйрәнмәгәнме икән ни? Әллә бармаҫҡа ла ҡуйырғамы? — тигән уй ҙа зиһенен телеп үтте, тик ни тиклем асыуы килһә лә был бәндәне былай еңел генә үлтерергә ярамай. Ул халыҡ алдында, үҙе язалаған телһеҙҙәр алдында яуап бирергә тейеш», — тигән фекергә килеп һыу өҫтөндә тауыҡ кеүек сәбәләнгән күршеһен һөйрәп кәмәгә мендерҙе.

— Үлергә йыйынам тиһәң дә, бер ҙә үлгең килмәй,— тине ҡартҡа һынсыл ҡарап.— Яныңа бармаһам, нишләр инең?

— Нишләр инем, ҡысҡырыр ҡысҡырыр ҙа һыу төбөнә китер инем, — «телһеҙ» бар кәүҙәһе менән ҡалтыранып ҡуйҙы. Күлдәген сисеп һыҡты, салбар балаҡтарын төрҙө.

— Атайың да өнәмәне мине...

— Бындай яуызлыҡтарың өсөн һине атырға кәрәк.

Ҡарт өндәшмәне, мышнай-мышнай үҙе менән мәшғүл булды.

— Ярға сығар...

Сәлимйәндең был хәшәрәт бәндә менән ултырғыһы килмәй ине. Уға эйәргәненә үкенеп бөтә алманы. Кем белә, бәлки, ризалыҡ бирмәһә, мәхшәрҙәрен һөйләмәҫ, Сәлимйән уны белмәҫ ине. Тормошондағы иң ҙур серҙе үҙе менән ҡәбергә алып китер ине ҡарт. Йәшәгән ҡәҙәре йәшәр тиһеңме ни?..

Күршеһен аңланы ҡарт, ялбыр ҡаштары аҫтынан бер һирпелеп ҡараны ла уны ярға сығарып ҡуйҙы. Шунан, ике яҡлап ваҡ-ваҡ өйөрөлмәләр ҡалдырып, кәмәһен теге яҡ ярға йүнәлтте.

Ҡарт, ауҙың ботаҡҡа бәйләнгән осон сисеп торманы, кескәй балтаһы менән саба өҙҙө лә йыйырға кереште. Балыҡ ифрат күп, бая ҡарт ишаралағанса «муйындан» эләккәйне. Эре-эре алабуғалар, суртан, бурыш, ҡыҙылгүҙҙәр ауҙы тартҡан һайын йылтырашып сыға торҙо, сыға торҙо, алып ҡына өлгөр. Тик шуныһы, тағатып алған бер балыҡты ла ҡарт кәмә төбөнә ташламаны, барыһын да кире һыуға ырғыта барҙы.

«Уйлап ҡараһаң, ғәжәп бит, бынау шомло, төпһөҙ Ҡараярҙа вағыраҡ балыҡ та юҡ, ахыры, гел эреләре генә сыға, — тип уйланды Сәлимйән тартылған йылымды күҙәтә-күҙәтә. — Ә бүтән ерҙә сабаҡ та, ташбаш. Күрәһең, һәр йәндең үҙ донъяһы, үҙ төйәге, үҙ ятыуы була. Балыҡ ҡына түгел, ҡара эсле бынау ҡарт та Ҡараярҙы төйәк итеп алған бит. Һөйләшергә-серләшергә ошонда йөрөнөм, ти. Бына һиңә телһеҙ...»

Ҡарт ауын йыйып бөттө лә ҡабаланмай ғына торҙо, тороп, үҙе ултырған таҡтаға һалды, шунан күҙ асып йомған арала тегене ҡырҡҡылап та ташланы. Йәлләгәндәй итепмелер, телгеләнгән ауына берауыҡ ҡарап торҙо, унан терһәге менән һыуға һыпырып төшөрҙө. Әйтерһең, бөтә хәтәр яҙмышы, ошоғаса кисергән ғазаптары әлеге йәшел ауға сырмалғайны — турап ташлап барыһынан ҡотола, күңеленә еңеллек килтерә, ҡурҡыныс уйҙарынан арына. Ауы һыуға һеңгәс, дөмбөрөн һындырып ырғытты, балтаһын быраҡтырҙы. Шунан башын һалындырып ҡоралдары менән хушлашҡандай итеп ҡарап торҙо-торҙо ла кәмәһен ярға йүнәлтте. «Ай-һай, был минең алда ғына шулай ҡыланмамы икән, — тип уйлап ҡуйҙы Сәлимйән, — ошоға ҡәҙәр йәшенеп йәшәп, бөгөн генә тәүбәгә килеүенә бер ҙә ышанып булмай».

Еҙем өҫтөн ҡараңғылыҡ ялманы. Шаршының наҙлы сылтырауынан, йә даңғылдап, йә саңғылдап һуҡҡан ҡыңғырауҙар тауышынан (колхоздың йылҡы өйөрө ярҙағы туғайҙа утлап йөрөй) тал, муйыл араһында һандуғастарҙың, бүтән ҡоштарҙың сутылдашыуынан башҡа тауыш, әйтерһең юҡ.

Сәлимйән яй ғына ауыл яғына йүнәлде. Атлап барған килеш күлдәген сисеп һыҡты, галошындағы һыуҙы түкте. Артына боролоп ҡараны: Ҡараяр башына менеп баҫҡан күршеһенең һыны менән ҡарайған һыу өҫтө араһында ниндәйҙер уртаҡлыҡ табып тәне зымбырлап китте. Ят һәм серле ҡарт Сәлимйән өсөн кеше булыуҙан туҡтаны бөгөн. Күңелендә йәлләү ҙә, ҡыҙғаныу ҙа, хатта нәфрәт тойғолары ла юҡ. һорау билдәһен хәтерләткән һындан ул ҡарашын ауыл яғына — тәҙрәләренә ут алған йорттарға күсерҙе. Киң урам буйлап бала-саға йүгерешә, клуб урамында шау-гөр килеп йәш-елкенсәк туп һуға, килендәр һыйыр һауа. Быҙауҙар баҡырыша, һыйырҙар мөңрәшә. Тормош дауам итә, әлегә бер кем дә Кәлимулла ҡарттың һөйләшә башлауын белмәй...

Ҡапыл тирә-яҡты яңғыратып көслө һөрәнләү ишетелде. Сәлимйән миңә ҡысҡырамы әллә тип артына боролдо. Юҡ, ҡарт ауыл яғына түгел, Ҡараярға ҡарағайны. Бер аҙҙан һөрән йәмһеҙ итеп көлөүгә күсте, көлөү — үкһеп-үкһеп илауға ялғанды...

Әмир ӘМИНЕВ.

Читайте нас: