Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
4 Октябрь 2021, 08:17

Һулдан өсөнсө боролош

Сергей Довлатов 1940 йылдың 3 сентябрендә Ленинградтан эвакуацияланып килгән режиссер һәм актриса ғаиләһендә Өфөлә тыуған.

Малайҙың атаһы Донат Мячик милләте буйынса йәһүд,  улы киләсәктә бер ниндәй ҙә проблемаға юлыҡмаһын өсөн метрикаға әрмән әсәһенең фамилияһын һәм милләтен яҙҙыра. Ғаилә өс йыл Гоголь урамындағы НКВД хеҙмәткәрҙәре йортонда йәшәй.Урта мәктәпте тамамлағас, Сергей Ленинград дәүләт университетына инә, әммә ике йылдан өлгәшмәгәне өсөн вуздан ҡыуыла. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас ҡына юғары белемгә эйә була.Ленинградта һәм Таллиннда гәзит-журналдар редакцияларында эшләй, идеологик сәбәптәр табып, әҫәрҙәрен кире ҡағалар. Талантлы яҙыусы (ул үҙен шулай тип атай) юлын таба, етмешенсе йылдарҙа хикәйәләре һәм повестары сит илдәрҙә, эмиграция баҫмаларында күпләп баҫыла. Был хаҡта белеп ҡалған махсус хеҙмәттәр уны күҙәтеү аҫтына ала. Юҡ ҡына ыҙғыш арҡаһында хатта махсус приемникка ябалар, СССР Журналистар союзынан сығарыла.Үҙен тыныслыҡта ҡалдырмаясаҡтарын аңлаған Сергей Довлатов 1978 йылда Ҡушма Штаттарға эмиграциялана. Бында уның 12 китабы донъя күрә. Иң төп әҫәрҙәре – “Ҡурсаулыҡ”, “Сит ил ҡыҙы”, “Сумаҙан”, “Һөнәр”, “Зона: һаҡсы яҙмалары”, “Беҙҙекеләр” һ. б.Әҫәрҙәре донъя халыҡтарының утыҙҙан ашыу теленә тәржемә ителгән. Ул – «Нью-Йоркер» элитар журналында ун хикәйәһенең тәржемәһе баҫылған берҙән-бер рус телле яҙыусы.Сергей Довлатов 1990 йылдың 24 авгусында Нью-Йоркта йөрәк ауырыуынан вафат була. Ҡаланың Куинс районында йәһүдтәрҙең «Маунт-Хеброн» зыяратында ерләнгән.Санкт-Петербург, Таллинн һәм Өфө ҡалаларында С. Довлатов йәшәгән йорттарға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Нью-Йорк һәм Ухта ҡалаларында урамдар уның исемен йөрөтә. Былтыр Өфөлә «Әҙәби импульс» беренсе Довлатов фестивале уҙғарылды.

Ир Лораның гәзит биттәрен әйләндергәнен күҙәтте.

– Ҡарайыҡ әле, – тине ҡатын, – ниндәй яңылыҡтар бар икән?

– Бер ниндәй ҙә, – тине ир, – бына күрерһең. Тағы ла ҡайһылыр илселекте шартлатҡандарҙыр. Ҡайһылыр төрөк илсеһен атҡандарҙыр. Ҡайҙалыр Пакстанда мәктәп автобусы түңкәрелгәндер... Барыһы ла һәйбәт.

Ул ҡара ҡәһүәгә һөт ҡойҙо. Лора, ҡарамайынса ғына печенье һындырып, ҡысҡырып уҡыны:

– Шульц Дуартеның башланғысын хуплай... Япон магазиндарында ағыуланған консервалар... Элеонора Рузвельттың йөҙ йыллыҡ юбилейы...

Лора менән Алик – йәш бәхетле пар. Улар өсөн бәхет, сәләмәтлек һымаҡ, тәбиғи ине. Күңелһеҙлектәр ауырыу кешеләрҙең тәҡдире булып тойолдо.

Улар бынан алты йыл элек Мәскәүҙә үк танышты. Икеһе лә яңы ғына урта мәктәпте тамамлаған. Лора тарих факультетына инергә хыялланды. Ике туған ағаһы уға, бөтә совет тарихы ялған, тип һөйләне. Лора ысын тарих менән шөғөлләнергә теләне.

Алик табип булырға хыялланды. Уның яратҡан өләсәһе яман шештән үлде. Алик канцерогендар теорияһы менән шөғөлләнергә теләне.

Икеһе лә ҡабул итеү имтихандарын тапшыра алманы. Уларҙың бөтә танышы ла бының антисемитизм эҙемтәһе икәненә ышанды. Бәлки, шулай булғандыр ҙа.

Лора менән Алик бер йылдан тағы ла уҡырға инергә маташып ҡарарға йыйынды. Ә был йылды ғәмһеҙ һәм күңелле үткәрергә. Икеһе лә ҡаланан ситтә күңел асырға, музыкаль комедиялар һәм йомшаҡ шарап яратты. Икеһенең дә ата-әсәһе ярайһы хәлле кешеләр ине. Шулай икән, Алик менән Лораға эшләмәһәләр ҙә ярай. Алик кочегар булып иҫәпләнде, ә Лора балалар иртәлектәренә билеттар таратты.

Ҡараштары ла бер сама ине. Дуҫтарына сәйәси көләмәстәр һөйләнеләр, сит ил әйберҙәрен яраттылар һәм Би-би-си тапшырыуҙарын тыңланылар.

Алик менән Лора ата-әсәләре менән ике бүлмәле бәләкәй фатирҙа йәшәне. Урамда ғына осраша ала ине улар. Шуға күрә йыл буйы һарайҙар артындағы ҡара ишек алдында үбештеләр.

Имтихандарға әҙерләнмәнеләр. Улар мөхәббәт менән ныҡ мауыҡҡайны. Етмәһә, антисемитизм көсәйҙе. Уның ҡарауы, кешеләр күпләп эмиграцияланды.

Алик менән Лора ла китергә булды. Шулай итеп, бер нисә проблема шунда уҡ хәл ителде.

Ата-әсәләре өмөтһөҙлөккә бирелде. Беренсенән, балалар өйләнешергә йыйынды. Өҫтәүенә, тыуған илде ташлап китәләр.

Алик менән Лора уларҙы тынысландырҙы. Һеҙгә ирей торған ҡәһүә ебәрербеҙ, тинеләр.

Документтарын бирҙеләр. Өс аҙнанан рөхсәт алдылар. Оҙайлы көрәшкә әҙерләнделәр, әммә уларҙы шунда уҡ сығарҙылар. Бер аҙ хәтерҙәре лә ҡалды хатта.

Ләкин хәтер ҡалыу тойғоһо тиҙ үтте.

Эмиграция Алик менән Лораға туй сәйәхәте булды.

Нью-Йоркта төпләнделәр. Бер йылдан телде ярайһы ғына үҙләштерҙеләр. Алик программасылар курсына яҙылды. Лора маникюрша ярҙамсыһы булып урынлашты.

Был ваҡытта ике туған ағаһы ла Көнбайышҡа сығып киткәйне. Америка тарихы ла ялған, тип һөйләне ағаһы. Ә яман шештән, тине ул, бында ла, Союздағы кеүек, йыш үләләр.

Ул даланһыҙ һәм тупаҫ ине. Барыһын да һүкте. Уның өсөн бөтәһе лә иҫәрҙәр, ҡурҡаҡтар һәм жуликтар ине.

– Һин барыһын да күрә алмайһың! – тине Лора бер ваҡыт.

– Ни өсөн барыһын да? – тип яуапланы ағаһы.

Һуңынан теле телгә йоҡмай былай тип әйтте:

– Айхенвальд, Баратынский, Вампилов, Гиллеспи, Домье, Ерофеев, Жорес, Зоргенфрей... – Бер секунд уйлағас, дауам итте: – Ибсен, Колчак, Ларионов, Моне, Нострадамус, Олейников, Паркер, Рембо, Свифт, Тургенев, Уэллс... – Ағаһы йәнә тотлоғоп туҡтап ҡалды ла тамамланы: – Фицджеральд, Ходасевич, Цветаева, Чаплин, Шагал, Эйхенбаум, Юденич һәм Ясперс!.. – Ҡәнәғәтһеңме? – тип һораны ул һәм һыуытҡыстан рөхсәтһеҙ джин алды...

Ләкин ағаһы һирәк килде.

Алик менән Лораның эштәре һәйбәт барҙы.

Бер нисә айҙан Алик программасы булды. Ике йылдан – проект етәксеһе. Тағы ла бер йылдан – бай халыҡ-ара фирма консультанты. Уны алыҫ командировкаларға ебәрҙеләр. Нисектер бер мәл Гавай утрауҙарына.

Лора американдарҙы хеҙмәтләндереүсе парикмахерскийҙа эшләне. “Рустарға беҙ хеҙмәт күрһәтмәйбеҙ тиерлек. Беҙҙә хаҡтар ныҡ юғары”, – тип һөйләне ул. Лора йылына егерме мең доллар эшләне. Алик – ике тапҡырға күберәк.

Тиҙҙән йорт һатып алдылар. Нью-Йорк ситендәге  тыныс райондарҙың береһендәге бәләкәй кирбес йорт ине был. Бында башлыса Америка йәһүдтәре, поляктар һәм ҡытайҙар йәшәй. Рустар бөтөнләй юҡ.

– Беҙ рустар менән аралашмайбыҙ тиерлек... – тип һөйләне Алик.

Алик менән Лора йорттарын яратты. Алик үҙ ҡулдары менән һыу үткәргесте һәм ҡыйыҡты йүнәтте. Аҙаҡ гаражға электр уты үткәрҙе. Лора пәрҙәләр һәм керамик кәрәк-яраҡ һатып алды.

Йорт матур, уңайлы һәм сағыштырмаса арзан ине. Ике туған ағаһы уны яуыздарса “мавзолей” тип атаны.

Алик менән Лораның дуҫтары булманы. Улар үҙҙәренә ҡунаҡҡа килеүселәрҙе дуҫтар тип йөрөттө. Ике туған ағаларын торған һайын һирәгерәк саҡырҙылар. Уның ҡарауы, Америка дуҫтары йыш килде. Мәҫәлән, Аликтың менеджеры – Сет Эплбаум, күңелсәк һәм ғауғасыл йыуан кеше. Йылдан артыҡ кәләше Шелла Роуч менән килеп йөрөнө. Дүртәүләшеп артҡы болдорҙа сосиска ҡурҙылар, “Бадвайзар” эстеләр.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

(Дауамы бар).

 

 

Бер мәл Сет үҙе генә килде. “Шелла ҡайҙа?” – тигән һорауға:

– Беҙ айырылыштыҡ, – тип яуап бирҙе. – Мин өмөтһөҙлөккә бирелгәйнем. Унан һуң яңы автомобиль һатып алдым, фатирымды алмаштырҙым. Хәҙер бәхетлемен...

Лора менән Алик һәйбәт йәшәне, ләкин аҡсаны һаҡ тотондолар. Ай һайын банкыға мең доллар түләнеләр. Плюс – телефон, электр уты, газ, күңел асыуҙар...

Сәйәхәт итергә, мюзиклдар һәм йомшаҡ коктейль яраттылар. Эт алырға теләнеләр, әммә кире уйланылар. Эттең келәмдәрҙе боҙоуы ихтимал ине. Ә өйгә төшөүселәр уларҙың биҫтәһендә юҡ.

Лора менән Алик ҡайһы бер эмигранттарҙың хөрт йәшәүе хаҡында ишетте. Күрәһең, улар насар холоҡло сәләмәт булмаған кешеләрҙер. Ике туған ағалары һымағыраҡ. Шешә ауыҙынан эскән кешене сәләмәт тип әйтеп буламы?..

Алик менән Лора татыу йәшәне. Улар шундай татыу йәшәне, Лора ҡайһы берҙә:

– Һөйөклөм, мин шундай бәхетле! – тип әйтеп ҡуйҙы.

Улар шундай татыу йәшәне, хатта үҙҙәренә бәләкәй генә күңелһеҙлектәр уйлап сығарҙылар.

– Беләһеңме, иртән велосипедсыны саҡ бәреп йыҡманым, – тине Алик, сырайын һытып.

Лора ҡурҡынған күҙҙәр яһаны:

– Һағыраҡ бул. Мин һинән үтенеп һорайым – һағыраҡ бул.

– Борсолма, ҡәҙерлем. Минең реакция бына тигән...

Аликтың ғәйепле төҫтә ҡайтҡан саҡтары ла булды.

– Кәйефең юҡмы әллә? – тип һораны Лора, – ни булды?

– Ә һин асыуланмаҫһыңмы һуң?

– Белмәйем. Әйт, юҡһа, илайым.

– Асыуланмайым, тип ант ит.

– Һөйлә. Миңә дөрөҫөн генә әйт!

– Тик һин асыуланма, ҡәҙерлем. Мин ғәйепле. Мин һиңә итальян итектәре алдым.

– Аҡылдан яҙҙыңмы әллә! Аҡсаны һаҡ тотонабыҙ, тип һөйләштек тә баһа! Күрһәт...

– Шул тиклем алғым килде. Төҫө лә үҙенсәлекле. Шундай, көрән... Һин асыуланмайһыңмы? Асыуланмайым, тип ант ит!..

Йәкшәмбелә Алик менән Лора иртән бик оҙаҡ ашаны, әңгәмәләште, тәмәке тартты. Ҡайһы берҙә Лора ҡысҡырып рус гәзитен уҡыны. Эмигранттарҙы тулҡынландырған проблемалар уларға уйлап сығарылған булып тойолдо.

– Америкала һөнәре алыу ҡыйынмы икән ни? – тип һөйләне Лора.

– Ысынлап та, – тип ризалашты Алик, – һин хаҡлы. Берҙән-бер проблема – рус геттоһынан ысҡыныу...

Ул иртәлә Алик менән Лора иртәнгелекте оҙаҡ ашаны. Һуңынан магазинға барҙылар. Шунан телевизор ҡаранылар. Аҙаҡ верандала йоҡланылар.

Уянғас, Лора серле йылмайырға кереште. Алик сөсө телләнеп ҡашын йыйырҙы:

– Ни булды?

– Ә һин асыуланмаҫһыңмы?Асыуланмайым, тип ант ит.

– Ни булды?... Йә, ярай, ант итәм.

– Мин “Грек Зорба” фильмына билеттар алдым. Ҡот осҡос ҡиммәт. Уларҙы миңә Айрин Бред хаҡын төшөрөп һатты. Ә Айриндың ҡыҙы ауырып киткән... Һин асыуланмайһыңмы?

– Мин гаражды буярға йыйынғайным бит әле. Әгәр һин теләйһең икән...

– Минең ҡот осҡос барғым килә...

– Һигеҙҙә башланамы? Тимәк, өҫтө алыштырырға ла юлға сығырға.

– Һөйөклөм, мин шундай бәхетле!..

Ҡырҡ минуттан улар төп юлдан бара ине инде.

Алик машинаны еңел һәм ышаныслы алып барҙы. Уң ҡулында сигарет төтөн сығара. Лора артҡа ултырҙы.

Зыяратты, паркты уҙып киттеләр, күпергә етмәҫ борон һулға боролдолар.

Ҡыйыҡтар өҫтөндә “Филипп Моррис” рекламаһы ҡабынды һәм һүнде. Беренсе рәттәге “Бьюик” автомобиленән транзистор ауаздары ишетелде.

Яҡты булһа ла фонарҙар тоҡандырылған айырым сәғәт ине был. Келәттәрҙең стеналары күктән дә ҡараңғыраҡ. Реклама уттары өҙөк-өҙөк һәм тигеҙһеҙ яҡтырта.

Алик ҡатынына боролдо:

– Беҙ ҡыҫҡа юлдан, тоннель аша барабыҙ. Унан һуң – эстакада аҫтынан һәм күпер янынан. Сиркәү эргәһендә тағы ла бер мәртәбә һулға боролорбоҙ. Ә шунан йылға буйлап Манхэттендың үҙенә ҡәҙәр.

– Нисек кәрәк тапһаң, шулай бар, – тине Лора.

– Әлдә билет һатып алғанһың әле, – тип дауам итте Алик, – мин бик шатмын. Беҙ тар ҡарашлы кешеләргә әйләнергә тейеш түгелбеҙ. Иртәгә үк берәй абруйлы журнал яҙҙырам.

– Рекламалары әҙерәк булһын. Әтеү мин борсолормон. Беләһеңме, Америкала мине нимә борсолдора? Бында хатта хәлле кешеләрҙең кеҫәһенә һуҡҡан нәмәләр ҙә һәр ваҡыт бар. Йылына алтмыш мең алһалар ҙа.

– О`кей! Тимәк, һиккән мең, туҡһан меңгә эйә булырға кәрәк. Борсолма, беҙ шуға ынтылабыҙ ҙа. Крис менән Барни мине ныҡ баһалай.

– Мин дә яҡшы иҫәптә. Иза мине йыш ҡына ланчҡа саҡыра. Сентябрҙә хушбуй бүләк итте. Дөрөҫөрәге, одеколон.

– Хаҡтың әһәмиәте юҡ. Эш асылда...

– Ул мине баһалай.

– Икеләнмәйем... Тоннелде үтеп киттек шикелле. Һин иғтибар иттеңме?

– Мин был хаҡта уйламаным.

– О`кей, йүнәлеш дөрөҫ. Артыҡ өс минутты исрафлайбыҙ.

– Иғтибарлыраҡ бул...

Ҡараңғы төштө. Реклама уттары ялыҡтырғыс һәм сағыу яҡтыртты. Хәҙер Алик менән Лора буш урамдарҙан барҙы. Тротуарҙар сүп-сар менән тулған. Магазиндар алдына арзан сепрәк-сапраҡ эленгән. Барҙар янында шикле кешеләр тапана. Нигеҙҙә ҡара тәнлеләр һәм латиноамерикандар.

Лора үҙен ситен тойҙо. Уның ҡабат кинотеатрға барғыһы килмәне. Өйҙә ултырғыһы, телевизор ҡарағыһы килде. Коктейль эскеһе һәм музыка тыңлағыһы. Шунда ишетте:

– Беҙ Гарлемға индекме әллә?

– Булыуы мөмкин түгел!

– Шулайҙыр, тип ҡурҡам. Әле генә Ленокс буйлап бара инек. Алда – Йөҙ ҙә егерме беренсе урам. Беҙ Үҙәк парктан саҡ ҡына юғарыраҡ.Тирә-яғыңа ҡара, мөхит шуны һөйләй.

– Юлды полицейскийҙан һорарға кәрәк.

– Бында полицейскийҙар юҡтыр, тип ҡурҡам.

– Йә, Хоҙай!

– Борсолма. Барыһы ла һәйбәт булыр. Унда дер ҡалтырайһың, тиһәләр ҙә Гарлем ул ҡәҙәр ҡурҡыныс түгел. Ҡара, ана балалы ҡатын...

Артабан киттеләр. Уларға әленән-әле емерек йорттар осраны. Буш тәҙрәләр ҡараңғылыҡ менән тулы.

Стена буйҙарында берәҙәктәр ята. Урам саттарында бер төркөм ҡара тәнле тапана, улар ҡараңғылыҡта саҡ күренә. Транзисторҙарҙың үкереүе кеше тауыштарын баҫа.

Алик тағы ла бер мәртәбә һулға боролдо ла туҡтаны:

– Төпкөлгә индек шикелле. Күрәһеңме, ниндәйҙер таҡталар. Сығып, юлды һорарға кәрәк.

– Машинанан сыҡмай ғына һора.

– Был мөмкин түгел. Ҡара тәнлеләр аңлашылмаған жаргонда һөйләшә. Алыҫтан уларҙы аңлау бик ҡыйын.

– Уларҙың береһен бында саҡыр.

– Был уларға мыҫҡыл итеү булып күренәсәк.

Алик машинанан сыҡты. Шунан:

– Эске яҡтан бикләнеп ултыр, – тине.

– Мин ҡурҡам.

– Ҡурҡма. Мин бит теләһә кем менән һөйләшә алам. Хулигандар мине һәр ваҡыт хөрмәт итте.

– Тиҙерәк урап кил...

Алда төҙөлөш майҙансығы йәйелде. Компрессорға брезент ябылған. Фанир щиттар артында тәрән соҡор ҡарая. Уның ҡырында өсмө, дүртме йолҡош ултыра. “Гросери” неон вывескаһы янындараҡ ҡыйшайған машина янында тағы ла икәү тора. Береһе – диңгеҙ фуражкаһы кейгән әзмәүер. Икенсеһенең яурынында одеял һымаҡ нәмә. Марихуана еҫе ун аҙымдан аңҡый.

Алик улар янына килде, дуҫтарса йылмайып:

– Хәйерле кис, дуҫтар, шулай түгелме ни? – тине. – Бынан нисек сығып китергә икән?

Одеял аҫтынан тауыш ишетелде:

– Бында нисек килеп эләктең, аҡ кеше?

– Беҙ ҡатыным менән аҙаштыҡ, юлды юғалттыҡ... Ҡарамы әллә аҡмы, ниндәй айырмаһы бар?

Шунда фуражкалы әзмәүер телгә килде:

– Ҡара сырай һәм аҡ сырай – бына шундай айырма! Ҡара сырай һәм аҡ йән. Аҡ сырай һәм ҡара йән. Йыуынһам да мин ҡара, ә һин аҡ, хатта бысраҡ булһаң да...

– Бөтә кешеләр ҙә – туғандар, – тип әйтте ышанысһыҙ ғына Алик.

– Юҡ, – тип ҡаршы төштө одеял аҫтындағы, – ҡаралар бар, аҡтар бар. Беҙ, ҡаралар, – күңел кешеләре. Беҙҙә күңел йырҙары. Аҡтарҙың күңелдәре юҡ. Аҡтарҙа тик уйҙар, уйҙар, уйҙар...

– Мин бит юл ғына һораным. Беҙ аҙаштыҡ, аңлайһығыҙмы?

Әзмәүер феләктән уртланы.

– Тай бынан! – тине шунан. – Юҡһа, ел сыҡһа, эшләпәңде осорор.

Алик үҙенән-үҙе сәсен һыйпаны.

Әзмәүер феләкте күршеһенә бирҙе. Тегеһе уртлағас:

–Бәлки, ул тип полициянандыр? – тине.

– Полицияға бында бер эш тә юҡ, – тип яуапланы әзмәүер. – Бында полиция – мин, Фэтти Трукса.

– Кенәз-генерал Неговия-Шерман, – тип таныштырҙы үҙен одеял аҫтындағыһы.

– Һин китмәйһеңме ни, аҡ кеше? – тип һораны әзмәүер. – Минең һиңә Манхэттенға юл күрһәтеүемде теләйһеңме? Кил бында, мин һиңә юл күрһәтәм.

Алик, гипнозланғандай, алға атланы. Әзмәүер курткаһының молнияһы менән булашҡандай күренде уға. Һуңынан ҡулында нәмәлер ялтыраны. Бәлки, ҡыҫҡа күҫәктер. Йәки резина шлангыһы киҫәгелер. Шунда, көтмәгәндә, Алик барыһын да аңланы. Ҡара бандит, йылмайып, үҙенең шаҡшы ғәүрәтен һелкетә ине.

Алик машинаға сигенергә кереште. Уны эҙәрләмәнеләр. Одеял аҫтынан көлөү ишетелде. Ҡара әзмәүер йырлай-йырлай бейене...

Ике секундтан Алик машинала ине. Бер һүҙ ҙә әйтеп тормаҫтан, машинаны артҡа сикте. Лора иренә ҡурҡып ҡараны.

Бензоколонка янында Алик боролдо.

– Ҡайтабыҙ, – тине ул, – кире юлды хәтерләйем шикелле. Беҙ дөрөҫ барҙыҡ. Мин бер генә дөрөҫ булмаған боролма яһаным.

– Берәй нәмә булдымы әллә?

– Иҫ китерлек бер нәмә лә юҡ. Ярай әле, тыйылып ҡалдым. Ярай әле, теге типты туҡмап ташламаным.

– Ни булды? Һине мыҫҡыл иттеләрме? Ул һине ни эшләтте? Полиция саҡыртырға кәрәк...

– Был файҙаһыҙ. Иҫ китерлек бер нәмә лә юҡ... Бер ҡара тәнле бандит... Һиңә нисек әйтергә лә белмәйем... Ҡыҫҡаһы, ул миңә енси ағзаһын күрһәтте...

Лора әкрен генә ҡысҡырып ебәрҙе. Бер минуттан һуң ғына теле сиселде:

– Ул быны ниңә эшләне? Бының менән нимә әйтергә теләне?

– Белмәйем. Күрһәткеһе килгәндер, бына шул.

– Был миңә оҡшамай!

– Миңә оҡшай тип уйлайһыңмы әллә?

– Белмәйем... Ҡот осҡос...

Алик ҡатынының иңбашына ҡағылды:

– Һин асыуланаһыңмы?

– Миңә күңелһеҙ булды. Мин ерәнәм. Мин ерәнәм һәм ытырғанам!..

Лора иланы. Алик юлды хәтеренә төшөрҙө, ул иғтибарын ситкә бүлә алмай ине.

– Икенсе юлы үҙем менән кухня балтаһын алам, – тине ул.

– Һин бында йыш булырға уйлайһыңмы? – тип һораны Лора, үкһеп.

Ун минуттан шоссеға сыҡтылар. Ярты сәғәттән өйҙә инеләр. Аликтың сәй эскеһе килде, ләкин Лора димедрол эсте лә йоҡланы. Алик телевизор ҡарағас, верандала ятты.

Иртәгәһен бөтәһе лә онотолғайны тиерлек. Алик менән Лора яңынан бәхетле ине.

– Театрға йөрөмәҫкә лә була, – тине Лора.

– Бигерәк тә кабель телевидениеһы булғанда, – тип ризалашты Алик...

Ә ике туған ағаларын бер йылдан һуң метрола тимерсым менән саҡ быуып үлтермәнеләр. Өҫтәүенә, ҡаланың иң яҡшы райондарының береһендә.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: