Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
17 Июнь 2021, 18:37

Янғын

Петр Алексеевич йоҡонан иртә уянды. Түшәгендә әйләнеп-тулғанып ятырға ғәҙ-әтләнмәгәнгә етеҙ ҡуҙғалып торҙо, спорт салбарын кейҙе, аяҡтарына шипатайҙарын ҡатты. Бүлмә эсе һиҙелеп яҡтырған. Күҙ ҡырыйы менән генә тумбочка өҫтөн-дәге будильникҡа һирпелде. Биш тулып яңы алтынсы киткән. Яҙғы таң шаҡтай иртә ата шул хәҙер. Ҡатынын, Мәликә Хөрмәтовнаны ваҡытынан алда уятып борсоғоһо килмәгәнгә шыпырт баҫып аш бүлмәһенә ҡарай йүнәлде, газ плитәһенә сәй ҡойоп ебәрҙе, шунан залға сығып етеҙ хәрәкәттәр менән ҡатҡан тәнен яҙып физзарядка яһап алды. Йоҡо бүлмәһенең ишеген ябып телевизорҙы тоҡандырғайны ғына ҡатынының ризаһыҙ мыжыуы ишетелде: «Үҙең ятып сыҙамағас та һәммәһен аяғөҫтө тип уйлайһың инде әллә… - Башҡаларҙы ҡайғыртҡандай итеп өҫтәне лә. - Исмаһам күршеләргә йоҡларға бир! Баҫ шул нимәңдең тауышын!» Уңғансы сәйнүк ҡайнап сығыуын белгертеп һыҙғырырға тотондо. Һыуытҡыстан һөт, колбаса, май сығарҙы, икмәк телде, ҡуйы итеп шәкәрһеҙ ҡара кофе әҙерләне. Диабет менән яфаланғанлыҡтан ризыҡтағы тәм-томдо сикләргә мәжбүр. Теләкһеҙ генә ризыҡҡа үрелде.
Сығырға йыйынып үткелектә мөштөрләй генә башлағайны, зал яғынан күбәләй йыуан кәүҙәһен мөлкөтөп Мәликә Хөрмәтовна сыҡты ла ойпаланған йоҡа сәстәр-ен бармаҡтарына аралап, оҙон итеп иҫнәп алғас шешмәк күҙ ҡабаҡтарын секрәйт-те:
– Һәйбәтләп ашаныңмы?
– Эйе.
– Ҡайҙа йыйындың инде, эшем эйәһе?
– Хакимиәткә. Шунан ветерандарҙың йәшәү шарттары менән танышаһым бар.
– Теге емереккә бараһыңмы?
– Шунда инде.
– Таң һарыһынан төртәңләһәң ҡарт-ҡороларың ташландыҡ йортта әҙәмсә йәшәй башлайҙар инде! Кемгә кәрәктәре бар ул һалыҡтарыңдың? Бөтәһе бер юлы ҡырылһалар ҙа ҡайғырыусы табылмаҫ, киреһенсә ҡыуанасаҡтар ғына! Һин генә сабаһың ул елгә еленләп, боҙға быҙаулап, бесплатный работник! - Йоҡоһонан там-ам айныған һүҙсән Мәликә Хөрмәтовна стенаға һөйәлеп бер тынанан теҙҙе.
– Нимә, тотоноробоҙға етмәйме?
– Ике пенсияны бергә ҡушһаҡ кейенеребеҙгә ҡалмаһа ла ашарыбыҙға етә, шуныһына ла ризамын. Бушлай һемтәңләүеңә генә эсем боша.
– Бушлай уҡ түгеллекте яҡшы беләһең.
– Исем өсөн генә ай һайын алдаштырып саҙаҡа бирәләр.
– Шул тиндәргә ымһына тиһеңме әллә? Һин әйткән ҡарт-ҡороно мин хәстә-рләмәһәм кем хәстәрләй? Төшкә ҡарай ҡайтырмын!
– Эй, илаһым, ошоноң ҡыланыуҙарын! Муйыл сәскә атҡан осорҙа көндәр һалҡынайта, йылы курткаңды кей! - Ғүмере буйы балалар баҡсаһында мөдир ваз-ифаһында эшләгән ҡатыны уны ҡайғыртырға, ваҡ ҡына йомоштарын да олонан ҡубарып хәстәрләргә әүәҫ, аҙым һайын иҫкәрмә яһарға ла тартынмай. Әйҙә, ҡыл-андырһын, күнгән, күнеү генә түгел шундайыраҡ ҡапаҡлауҙарһыҙ бер нимә етм-әгәндәй ҙә һымаҡ әле. - Дарыуыңды ҡабул иттеңме? - Мәликә Хөрмәтовна мөһим нимәне хәтеренә төшөргәндәй ҡабаланып һораны ла ауыр кәүҙәһен еңел ҡуҙғат-ып аш бүлмәһе яғына байпаңланы. - Ҡарайым әле, моғайын да онотҡанһыңдыр?
– Көн һайын бер үк ваҡытта эсергә кәрәклекте беләм дә… - Ризаһыҙ һөйлә-неп тәпәш аяҡ кейемдәре шкафынан туфлиҙарын сығарып кейҙе лә шалтылдатып ишектең биген борҙо.
– Түрә әфәнде, күҙлегеңде, блокнотыңды алдыңмы?.. - Арттан эйәреп килеп һөйләнеү ишеккә ҡыҫылып ҡалды.
Ысынлап та таң үтә лә саф ине. Саф һәм һалҡынса. «Алай ҙа кисә ошондайыр-аҡ һауа торошоноң килерен белгәндәй асыҡ түтәлдәге үҫентеләрҙе полиэтилен япма менән ҡаплаштырғайным. Бирешмәҫтәр. Ә бына сәскә атып өлгөргән алма, груша, сейәләрҙе ҡырау һуғыуы бар. Баҡсаға барып ағастар төбөнә төтөнлөк һал-ғанда килешер ине. Ярай, бер ниәтләгәс кире боролмайым …» Һалҡындан ҡалты-ранғандай итте лә өҫтөндәге ветровкаһының замогын өҫкә ҡарай тартып ҡулдар-ын кеҫәләргә йәшерҙе.
Тынлыҡта әүелйегән ҡала әле йоҡонан уянмаған. Автобустар ҙа маршрутҡа сыҡ-маған. Һирәк-һаяҡ үткән-һүткәндәрҙе иҫәпкә алмағанда урамдар ҙа буш. Йорт-тарҙы ҡырлатып теҙелеп күкрәп сәскә атҡан сирен ҡыуаҡтарынан ҡуйы хуш еҫ бө-ркөлә. Аҙға ғына туҡталды. Баш осондағы ботаҡты үҙенә ҡарай һаҡ ҡына эйелдер-еп ҡараһыу зәңгәр сәскәләр суғын танауына килтерҙе, аҙға ғына күҙҙәрен йомдо. « Ығы-зығы шауҡымда йәшәйбеҙ, әйләнә-тирәләге ябай ғына йәмде лә күрә белмә-йбеҙ. Ә бит тәбиғәт үҙ ҡанундарынан бер ҡасан да ситкә тайпылмай - мәлендә ми-ҙгелдәр алмашына, ҡоштар йылы яҡтан һуңламай ҡайтып төйәктәрендә оя ҡора-лар.Ҡайһылай ҙа һәйбәт, һәйбәт, шайтан алғыры!..»
Ҡала хакимиәтенә парк аша үтеп барырға кәрәк. Уртала, суҡ ҡайындар ҡамауын-дағы «Мәңгелек ут» комплексы янында туҡталды. Йыл һайын Еңеү көнө алдынан постаменттағы ҡоростан ҡойолған һалдат һәйкәлен ҡош тиҙәктәренән таҙартып йыуалар, майҙанды һеперештерәләр, декоратив ҡыуаҡтарҙы ҡырҡып тигеҙләйҙ-әр. Шулайтып тантанаға әҙерләнәләр. Байрам саралары үтеп бөткәнгәлер, әле бы-нда дөйөм тәртипһеҙлек: тирә-йүн ҡайҙа етте шунда ырғытылған ҡағыҙ киҫәктәре, тәмәке төпсөктәре, буш пластик һауыттар менән тулған. Шулай булмай тағы, па-рк эскеселәрҙең өйкөлөшөп кәйеф-сафа ҡороу, ә тимер тояҡлы, ултырыр, арҡа те-рәр ерҙәре урта ҡалынлыҡтағы рейканан рәшәткәләп эшләнгән ултырғыстар әт-рәгәләмдәрҙең төн үткәреү урыны. Ана, яуҙа ятып ҡалған яугирҙәр исемлеге яҙыл-ған ялпаҡ плитәгә арҡаһын терәп кесе ярауында күлбегән ир салҡан тырпыраған. Эргәһенә сүкәйгән икенсеһе тамуҡ киҫәүеләй һерәйгән.
Тәү ҡарашҡа йоҡомһорағандай ҡыланған Киҫәү көнитмешкә бөтөнләй үк би-тараф түгел икән дә баһа. Бына ул ҡаҡашып төҫөн юғалтҡан джинсы курткаһын-ың түш кеҫәһенән таушалып бөткән тәмәке ҡабын килтереп сығарып сигарет тоҡ-андырып ҡапҡас, берауыҡ мейесе ҡабынып китә алмаған ҡара мунсалай быҫҡы-ны, шунан йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған, ситтәренә эрен уҡмашып ҡатҡан, аң-зиһен осмото тойомланмаған ташбыҡ күҙҙәрен түбәндән юғарыға йүнәлтеп ғыжылданы:
– Братан, бер шешә һыралыҡ ҡына аҡса бир, прошу?
– Мин һиңә ниндәй братан булайым?
– Әйҙә, һинеңсә булһын, ағай. - Сыбыҡланған бысраҡ сәстәрен артҡа һып-ырып усын иртә һырҙар сыбарлаған маңлайына баҫты. – Уф-ф-ф… Үләм… Әлегә ничего, сыҙарлыҡ, ә бына айыға төшһәм похмелдән интегәсәкмен. Шуны ҡайғырт-ыуым…
– Бар өйөңә ҡайт. Ғаиләң көтәлер.
– Өйөм?! Йортло, ғаиләле кеше бында тинтерәйме тағы? Сәйер, бер ҡатлы күренәһең, брат… әй, ағай… Э-э-э…йә, бирәһеңме юҡмы? - Шау һөйәк, ҡыштыҡ-тан суғырмаҡланған бармаҡтарын сүместәй бөршәйтеп һондо.
– Икенсе маҡсатҡа һораһаң баш тартмаҫ инем, ә араҡыға тигәндә юҡ!
– Араҡыға тимәйем дә, хотя бы на пиво… Принципиальный значит?! Телә-мәйһең икән, мәйелең, һине, старикашканы талай алмайым да. - Хәйер таммаған усын өмөтһөҙ һелтәне. - Һаранланһаң ни аҡса табыуҙың икенсе юлын да беләбеҙ. Йәш өйләнеүселәр бына ошонда, - ул ут бөрккән йондоҙ уртаһына һуҡ бармағын төрттө, - ваҡ аҡса ырғыталар. Шулайтып яуҙа ятып ҡалғандарға үҙҙәренсә хөрмәт күрһәтәләр. Наивные… Ә беҙ утлыҡты бушлат ябып томалайбыҙ ҙа улар ҡалдыр-ғанды сүпләйбеҙ. Ә ниңә, имеем право! Мәҫәлән минең ҡартатай ҙа һуғышта ҡат-нашҡан, егерме ике йәше лә тулмаған, яңы ғына кәләш ҡуйынына ингән пацан шунда, яу ҡырында ятып ҡалған. Урыны йәннәттә, ә беҙгә ауыртҡан башты төҙәт-еү необходимо!
– Тфү! - Петр Алексеевич бер яҡ ситкә ҡайырылып төкөрҙө. - Ниндәй кеше-ләр һеҙ!
– Ниндәй булһын, обыкновенныйҙар, минең кеүектәр аҙым һайын! Кемдәр-ҙер сереп байый, ә күптәр тормош төпкөлөндә, бөлгөнлөктә көн күрә, сөнки ил муйынынан енәйәт һаҙлығына батҡан. - Фәлсәфә һатыуҙан илһамланған Киҫәү аяғүрә баҫты ла дәрес аңлатҡан уҡытыусылай башын юғары сөйөп сыбыртҡылай һалынҡы ҡулын алға ташланы. - Юғарыла дәүләт милкен тартынмайынса мил-лиардлап урлайҙар. Ә ябай халыҡ бөлгөнлөктә интегә. Нимә эшләргә беҙгә? Что нам делать? Һуңғы тиндәрҙе йыйып ҡайғыны йыуырға ҡала! Эйе, мин алкаш, мы-нау ҙа! Инәңде… - Эскенән миңрәүләнгән тотороҡһоҙ холҡо күҙ менән ҡаш араһ-ында үҙгәргән асарбаҡ иламһырап бысраҡ ҡул һырты менән йәш эркелгән күҙҙә-рен тызыны ла иҫ-оҫ белмәй аунаған әшнәһенә типте. Тегеһе салҡан әйләнеп ауыр ыңғырашып ҡына ҡуйҙы. Ыңғайы бер уҡшытҡыс һыҡра еҫе танауҙы ярҙы. - Ни өс-өн кипмәйенсә эскәнемде беләһеңме, ағай? Донъяға айыҡ ҡарарға ҡурҡам! Ысын-барлыҡ ҡурҡыныс, ай, нисегерәк ҡурҡыныс! Нәфсеһен тыя белмәгән түрәләрҙе һис ҡасан эләктермәйәсәктәр, сөнки закон улар яғында. Ә ваҡ кеҫә ҡараҡтарын те-ләһә ниндәй мәлдә төрмәгә ырғытырға әҙерҙәр. Ҡайҙа ғәҙеллек? Юҡ ул, булмаған
һәм булмаҫ та! Рәсәйҙә велосипед урлауға ҡарғанда сит илгә вагонлап алтын күсе-реү күпкә еңелерәк һәм хәүефһеҙерәк. Берүк ғәфү ит, ағай, телемдең сиселеп, гәп һатырға ҡысытҡан сағы. - Асҡалаҡ, шырт баҫҡан йөҙҙә көтмәгәндә йылмайыу иш-араты төҫмөрләнде. - Ни тиһәң дә ғәжәп был донъя тигәнең! Яҙ етте, күгүләнгә аяҡ баҫтыҡ, көҙгә тиклем йәшәргә була! - Киҫәү ҡабаттан теләнселәүгә күсте. – Йә-шәргә мөмкин, но все таки баштың шаулауын баҫыу көнүҙәк мәсьәлә… Бир?!. Беҙ-гә бер шешә һыралыҡ та етә?.. Нимә, тиндәрең йәлме?..
Хәбәр һатыуҙы тыңлағыһы килмәгәнгә ары атланы, ҡала үҙәгендәге майҙанға сыҡҡас эскәмйәгә һағып тәмәке тоҡандырҙы, әлеге йәмһеҙ аралашыуҙан арыныр-ға, йөҙөнә яғылып өлгөргән күҙгә күренмәҫ бысраҡтан ҡотолорға теләгәндәй бит-тәрен ыуҙы.
Ҡалала тау техникумында белем алып ҡырҡ йылдан ашыу ошонда йәшәп, урын-дағы тау байыҡтырыу комбинатында мастер вазифаһында пенсияға оҙатылһа ла ул сығышы менән ауылдан. Ауыл тәрбиәһе, ауыл ғәҙәттәре аңына һеңгән. Саҡ ҡы-на ла эшһеҙ тора алмай. Пенсияға сыҡҡандың тәүге көндәрендә үҙенә урын таба алмай ҡаңғырып, ыҙаланып бөттө: былай ҙа тәртиптән ялт иткән баҡсаһына бара ла ҡаҙылған, йомшартылған түтәлдәрҙе ҡабаттан тырматырға, йомшартырға тото-на, емеш ағастарының төптәрен көн һайын тейерлек яңынан аҡбалсыҡлай, шунан ҡайтып ингәс фатирында күңеленә ятҡан шөғөл эҙләп унда-бында һуғыла. Кешел-әр менән өҙлөкһөҙ аралашып, уларҙың хәстәре менән көн итеп өйрәнгәнлектән барыбер йәненә толҡа тапмай. Шуны аңланы - эшенән, коллективындағы мәшәҡ-әттәрҙән йәм һәм тәм алып йәшәгән икән дә баһа. Аҙна-ун көн тирәһе унда-бында бәргеләнеп аптыранғас юҡ йомошон бар итеп кире комбинатҡа китте, ҡабул ите-үгә яҙылды. Мөрәжәғәттең сәбәбен асыҡлауҙы үҙенең һөнәри бурысы итеп иҫәпл-әгән секретарь ҡыҙҙың төпсөнөүенә «шәхси мәсьәлә буйынса», тине танауы аҫтын-ан мығырҙап. Генераль директор Заманов Рәфҡәт Уралович көттөрөңкөрәп ҡабул итһә лә хөрмәтләп ҡаршы алды. Ҡунағын йомшаҡ күн креслоға урынлаштырғас тиң икәнлектәренә ишаралап йәнәшәһенән урын алды, сәй килтерергә ҡушты. Һауа торошо, хәл-әхүәлләшеүҙән башланған дежур һөйләшеү бер аҙҙан тормош-көнкүреш мәсьәләләренә килеп ялғанды. «Арыу ятам әле», тине теләкһеҙ генә. «Урыныңа ҡалған мастер егеттең быуыны шыйыҡ һымаҡ күренә. Ә һин эшләгән-дә цех өсөн тыныс инем. Хәҙер көн һайын тиерлек, урындағы хәлде белешәм, тик-шерәм, бөтәһен шәхсән контролләйем. Шунһыҙ мөмкин түгел.» Лимонлы сәйҙе уртлай-уртлай ваҡ-төйәк етешһеҙлектәр хаҡында оҙаҡ һандыраны директор, әм-мә күпме генә көтһә лә элекке хеҙмәткәрен ҡабаттан эшкә саҡырманы. Ысынында иһә шуға өмөтләнеп килгәйне бит. Кабинеттан күңеле һүрелеп сыҡты. Бында ба-шҡаса ике аяғының береһен баҫмаҫ. Ул - пенсионер, бында артыҡ кеше.
Шулай ҙа был осрашыу эҙһеҙ үтмәне. Бер нисә көндән шылтыраттылар. Секре-тарь ҡыҙ генераль директор менән тоташтырҙы.
– Һаумы, Петр Алексеевич, нисек ятыш?
– Ҡарттарҙың хәле билдәле, Рәфҡәт Уралович.
– Улайтып олоғайып китмәгеҙ, хөрмәтле ветеран!
– Ветеранды моғайын да мәктәп балалары менән осрашыуға саҡыраһығыҙ-ҙыр? Башҡаһын карьераға ынтылыусы йәштәр урын-еренә еткерә түгелме? Ҡулд-арынан киләме-юҡмы, уныһы инде икенсе мәсьәлә.
– Тураһын ярып әйтмәһәгеҙ ҙә үткәндәге визитығыҙҙың маҡсатын бер аҙ то-йомлағайным. Ни хәл итәһең, теләйбеҙме беҙ быны әллә юҡмы, тормош шул, бул-дыҡһыҙ йәштәргә ҡала. Пенсияға яҡынлаған һайын уйландыра, йәшермәйем, ши-кләндерә лә. Урыныма дәғүә итеүселәр быуа быуырлыҡ, табышын аңдыған ҡоҙғо-ндарҙай яңылыш баҫмаҫмы был, тип һәр аҙымымды күҙәтәләр.
– Йәшәүегеҙ еңелдән түгел икән! - Саманан арттырып ебәреүен һиҙемләп һөйләшеү тонын үҙгәртте. - Хәл белеп шылтыратыуығыҙға рәхмәт, Рәфҡәт Урало-вич!
– Хәл белеү кәрәк әлбиттә, бында мәсьәлә икенсерәк тора. Күптән инде ҡал-ан-ың ветерандар Советына рәйеслеккә лайыҡлы кандидатура эҙләйҙәр. Кисә ба-шлыҡ менән осрашҡанда шул хаҡта һүҙ сыҡҡайны һеҙҙең рөхсәттән тыш исем-шәрифегеҙҙе атаным да ҡуйҙым. Нисек?
– Нисек тип, ҡапыл ғына ҡарар ҡабул итер тәҡдим түгел.
– Шуға бит хакимиәткә саҡыртҡандарынса тип борсоуым.
– Советтың бурыстары билдәле - өлкәндәрҙе ҡайғыртыу. Булдырып булыр-мы икән?
– Нишләп булмаһын! Ҙур коллективтың профсоюз етәксеһе инегеҙ заманы-нда. Бер һүҙ менән әйткәндә һеҙҙең өсөн күнегелгән ҡамыт.
– Холҡом билдәле.
– Әйтмә лә. Бигерәк тынғыһыҙһығыҙ, алдығыҙға алғанды аҙағынаса еткерә-һегеҙ. Рәйескә шундайыраҡ кеше кәрәк тә.
– Уйлармын.
– Ҡулай урын, башҡа варианттар күрмәйем. Әйткәндәй, унда бер аҙ эш ха-ҡы ла түләйҙәр шикелле, иш янына ҡуш, тигәндәй.
– Аҡса тигәнең бер ҡасан да етмәй инде ул.
Заманов ары ҡыҫҡа тотто:
– Шуны әйтер өсөн шылтыратҡайным. Ҡалғанын һеҙгә хәл итәһе. Хушығыҙ! - Трубкала ҡыҫҡа гудоктар ишетелде.
Аҙна-ун көндән хакимиәткә саҡыртып әңгәмәләшкәндән һуң тиҙ арала ветеран-дарҙың отчет-һайлау йыйылышын йыйып уны рәйес итеп һайлап та ҡуйҙылар. Хә ҙер ошо, йәмәғәт башланғысындағы тынғыһыҙ урынды биләүенә биш йыл тулып та киткән.
Ҡул сәғәтенә сәғәтенә күҙ атты. Иртәрәк сыҡҡан, был мәлдә башлыҡ ғәҙәттә ур-ын-баҫарҙарын йыйып ала. Алдан барһа ла инә алмаясаҡ, ингән хәлдә лә тығыҙ графикта эшләгән етәксе иғтибар менән тыңламаясаҡ. Ә ул йомошон йомошлам-ай сығып өйрәнмәгән.
Тирә-яғына күҙ атты. Ситке ултырғыста оло кәүҙәле ир һуйҙайған. Көслө ғырыл-дауға эйәреп таралған зәһәр араҡы еҫе бында ла килеп етә төҫлө. «Ниндәй илдә йәшәйбеҙ? Ҡайҙа баҡма, иҫеректәр. Тотош мир эсә… Бынауҙың һыны ауылдаш-ым Ҡотлобайҙыҡы ише ҙур… Ул араҡы шауҡымынан иртә быуынһыҙланды, шуға исеме ҡотло булһа ла ҡотһоҙ йәшәүенән мәғәнә тапмай иртә китте фанилыҡт-
ан…» Ҡулындағы һүнергә өлгөргән тәмәке төпсөгөн эргәләге сүп һауытына ырғ-ытты ла яңыһын тоҡандырып ҡапты, көйәләнеүен баҫырға теләп тәрән һурып та-рта башланы.
…Таң алдынан ауыл осонда янғын сыҡты. Йоҡолары асылып өлгөрмәгән халыҡ ҡулына нимә етте шуны эләктереп ялҡыны күккә олғашҡан йорт яғына ҡарай йү-герҙе. Ҡоро ҡул килгәндәр дөйөм ығы-зығыға буталсыҡлыҡ өҫтәп, сарғаланып ул-ай-былай йүгергеләй. Иртә моронлаған йәйге таңға ут ялҡыны өҫтәлгәс тирә-йүн һыуҙай яҡтырып киткән. Алты мөйөшлө өй эсенән сыҡҡан ҡеүәтле ялҡын асыҡ тәҙрә аша тышҡа бәреп стена буйлап үрмәләп фронтонға тоҡанған. Ҡыҙып өлгөр-гән шифер шартлап ярылып ярсыҡтарын ян-тирәгә һибә, шуға тиҙ генә яҡынлар-мын тимә. Ишек алдының ҡалҡыуыраҡ ерендәге сирәмдә аяҡтарын ҡосоп башын түбән эйгән уҫлаптай кәүҙәле Ҡотлобай суҡайған. Булмышы тыныс, үтә лә тыныс, әйтерһең был оло ҡазаға бөтөнләй ҡыҫылышы юҡ. Бына ул һиҫкәнгәндәй башын ҡалҡытты ла мәғәнәһеҙ ҡарашын йорт яғына йүнәлткәс телен көрмәлдереп һөрә-нләне: «Нимә, янамы? Янһын, хәләл көсөм менән берәмтәләп йыйыған мөлкәтем, һеҙҙеке түгел! Нишләп беҙгә ҡыйын саҡта бына ошолайтып йыйылышып килеп етмәнегеҙ? Эш үткәс сәбәләнәһегеҙ. Һеҙ гел шулай инде, после пожара… Ә ҡаты-ным, берҙән-бер ҡыҙым ҡайҙа тиһегеҙме? Улар тегендә, ут эсендә. Үртте кем һал-дымы? Үҙем! Тиҙҙән яҡты донъяла эҙебеҙ ҙә ҡалмаҫ!..» Лауылдап һөйләнгән ир ки-нәт ҡалҡып ауа-түнә өйө яғына ҡарай йүгерҙе. Кемеһелер тегенең юлына арҡыры төштө: «Нимә ҡылмаҡсыһың ағай? Унда ярамай, күрәһең бит эскә үтерлек түг-ел…» Ҡотлобай ҡосорға маташҡан сибек кәүҙәне ситкә ырғытты: «Кит әле, сәүек, ҡамасаулама!» Шулай тине лә еңел генә солан, ары өй ишеген тартып асып ут эсе-нә сумды. Шуны ғына көткәндәй саң-туҙан борхотоп түшәм ишелеп төштө…
Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Викторович Еремкин тотҡарлыҡһыҙ ҡабул итте.
– Хәлдәрегеҙ нисек, Петр Алексеевич? - Ҡаршы килеп ихлас күреште лә һы-нағандай итеп төбәлде. Бер нисә тапҡыр бына ошолай, күҙмә-күҙ осрашыуҙан һуң шуға иғтибар итте, башлыҡтың итләс йөҙө тиҙ үҙгәреүсән, уның ҡасан балҡып ки-терен йә һөмһөрө ҡойолорон алдан күҙаллау мөмкин түгел. Әле лә төҫһөҙ, йүгер-ек күҙҙәренә атайҙарса хәстәрләү ишаратын йәбештерҙе - Берәй ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡмағандыр бит, иртәләгәнһегеҙ, йәнә кәйефһеҙ күренәһегеҙ?
– Именлек әле… - Уратып яуапланы.
– Беренсе май байрамын бик күркәм итеп билдәләнек. Хәҙер инде киләһе Еңеү көнөнә бөгөндән әҙерлек башларға кәрәк.
– Владимир Викторович, һуңғы алты айҙа ике тиҫтәгә яҡын һуғыш һәм тыл ветеранын ерләнек. Тағы ла бер йылдан уларҙың кемеһе ҡалыр икән?
– Шулай…
Уңғансы телефон шылтыраны. Ярҙамсыларының береһе шылтыратыуын һиҙ-гән башлыҡ тәкәббер өндәште:
– Тыңлайым!.. Һуң һиңә күпме ҡабатларға мөмкин, ҡала урамдарындағы соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлауҙы ошо аҙнала тамамлайһың… Уныһы инде һинең проблема, хәл ит! - Телефон трубкаһы тирәсенә төшөп ятыуға йәнәшәләге аппа-
раттың микрофоны тоҡандырылды. - Владимир Викторович, төҙөлөш минист-ры…
– Хәйерле иртә, Николай Степанович! - Башлыҡтың йөҙө күҙ менән ҡаш ар-аһында яҡтырып китте, һалынҡы ирендәре татлы ризыҡ ҡапҡандай йәйелде. – Сәләмәтлек, кәйефтәр нисек?.. Беҙҙең дә сыҙарлыҡ, ҡуласалағы тейен һымаҡ көнд-әлек эштәр уратаһында әйләнәбеҙ… Эйе, «Иҫкергән торлаҡ» программаһы көндә-лек күҙәтеүем аҫтында… Үткәндә өлкә кәңәшмәһендә ыңғай яҡтан телгә алдығыҙ. Һәр ваҡыт, һәр ерҙә һеҙҙең хәстәрлекте тоябыҙ. Әгәр өҫтәмә ярҙам булғанда төҙөл-өштө тағы ла йәнләндереп ебәрергә мөмкин… Урында танышам, тиһегеҙме, рәх-им итегеҙ! Юғары кимәлдә ҡаршы алырмын: мунсаһы ла, шешлеге лә тигәндәй. Һунарға сығып әйләнербеҙ! Һеҙ оҫта балыҡсы ла бит әле. Эйе, урынды әҙерләй то-рормон! - Һыуға ем һибеп балыҡ әүрәткән хәрәкәттәр яһаны. - Көтәм, Николай Степанович! Шылтыратыуығыҙға рәхмәт! - Ҡурылған ит киҙәге ҡапҡандай бер ки-лке ирендәрен сәпелдәтеп торҙо ла ысынбарлыҡҡа ҡайтҡас урынына килеп ялпа-шып ҡоласын йәйҙе:
– Бына шулай, бер минут тынғы юҡ!
– Владимир Викторович, йомош менән бик урынлы килеп индем һымаҡ.
– Ниндәй йомош икәнлеген әлегә белмәйем. Һөйләгеҙ, тыңлайым.
– Теге, ҡала ситендә ташландыҡ йорт бар бит әле…
Май бөргән йәйенке биттәр ризаһыҙ тартылды:
– Ну?!.
– Шул «хрущевка» ныҡ туҙған.
– Беләм. Тәҡдимегеҙҙе әйтегеҙ!
– Йортто һеҙ яңы ғына атаған «Иҫкергән торлаҡ» программаһына кереткә-ндә проблеманы ыңғай хәл итергә мөмкин.
– Ҡулдан килһә әллә ҡасан уҡ хәл итер инем бит!
– Аңлап бөтмәйем.
– Баланста инмәгән шул нимә һыҙлауыҡ ише ҡаланы йәмһеҙләп һерәйгән, асылда иһә, ул - юҡ!
– Унда бит халыҡ йәшәй. Араларында һуғыш һәм хеҙмәт ветераны ла бар.
– Уныһын да беләм! Һеҙ атағандарҙың яҡындары ҡалмаған, үҙҙәре склероз-дан яфаланалар, ике һүҙҙе ялғап әйтә алмайҙар. Одним словом мертвые души!
– Улар иң әүәл кешеләр, Владимир Викторович!
– Бәлки. Беҙ ҙә бит онотмайбыҙ, байрам һайын бүләген, күстәнәсен бирәбеҙ.
– Ундай нәмәләр эткә ырғытылған һөйәк һымаҡ ҡына. Конкрет ярҙам кәр-әк!
– Ниндәй ярҙам?! Ҡабатлап әйтәм, һеҙ һүҙ алып барған йорт та, унда йәш-әүселәр ҙә кадастрға инмәгәндәр. Значит, ярҙам итеп тә булмай! Иҫәпкә инмәгән йортҡа ҡайһылайтып ремонт үткәрмәк кәрәк, шул хаҡта уйланығыҙмы?
– Әгәр торлаҡ емерелеп бәләгә ҡалһаҡ!
– Бер ни ҙә ҡыла алмайым! Үткәндә унда полиция хеҙмәткәрҙәрен ебәреү нимә менән барып бөттө, беләһегеҙме? Оло ғауға ҡупты.
– Бер кем дә урамға һөрөлөргә теләмәй.
– Шул шул. Петр Алексеевич, - Еремкин төйөлгән ҡаштарын яҙып һүҙҙе ик-ен-сегә борҙо, - илдәге ваҡиғаларҙы моғайын да гәзит-журналдар, телевидение аша күҙәтеп бараһығыҙҙыр?
– Көн һайын.
– Бик нескә, әйтеп еткерелмәгән факттарға ла иғтибар ҙа иткәнһегеҙҙер… Үтә байҙар, хәҙергесә итеп әйткәндә олигархтар әллә ҡасан сит илдәрҙән йорт, ер һатып алып бөттөләр. Әгәр илебеҙ менән бер-бер хәл була ҡалһа улар батып бар-ған караптан ҡасҡан ҡомаҡтарҙай шунда таясаҡ. Ә беҙ бында, сөнки башҡа барыр еребеҙ юҡ. Ташландыҡ йортта йәшәргә маташҡан ярлылар хәлендәбеҙ. Төшөндө-гөҙмө?..
– Ошо ине йомош. Һау булығыҙ - Петр Алексеевич әңгәмә тамамланыуҙы иҫкәртеп алдан һонолған йомшаҡ усты тарамыш бармаҡтарына ҡыҫты ла сығыу яғына ҡарай атланы. Артынан аҡланыуға тартым өгөт ишетелде: «Рәсәй көнөн киң билдәләргә әҙерләнәйек. Тамағы туҡ халыҡ ҡына тамаша ярата. Байрамда хәстәр-ләп йөрөгән ветерандарығыҙға ла өлөш сығарырбыҙ, исемлеккә керетегеҙ!.. »
Ишек тотҡаһына йәбешкәс боролоп күңелһеҙ йылмайҙы:
– Ҡырғын осоронда шайтан туйы ойошторабыҙ түгелме, Владимир Викто-рович?
2
Ҡала бәләкәй, шуға барыр еренә йәйәү йөрөп күнеккән, әле лә ашыҡмай ғына һәлмәк аҙымлап килә.
Ике ҡатлы ҡыйыҡһыҙ хараба* һөҙәк ҡалҡыулыҡта ҡарасҡылай ҡалҡҡан. Ҡасан-дыр асфальт түшәлеп тә хәҙер теткеләнеп бөткән юлдан барыуы яйһыҙ, яҙа баҫып абынып китеүең бар. Артына ҡайырылды. Бынан ҡала ус төбөндәгеләй асыҡ күре-нә. Ана, улар йәшәгән йорт. Дүртенсе ҡаттағы болкон. Шунда сығып күп тапҡыр-ҙар был тарафҡа ҡарап торғаны бар. Әле лә ҡояш офоҡтағы ялпаҡ тау һыртынан ҡарыш самаһы күтәрелергә өлгөргән. Ҡулын маңлай өҫтөнә ҡуйып килгән ерен тәү ҡат күргәндәй иғтибарлап текәлде.
Ҡыйыҡ урыны ҡасандыр ыҫмала менән ҡатырылған, әле ашыҡ-бошоҡ ябылған рубероиды елдә ялпылдаған түбәнән буйлатып һырғалап һыу һарҡҡан стенаның штукатуркаһы ҡутыры ҡупҡан таҙ ише урын-урыны менән ҡойолған. Сереп бөтк-ән тәҙрә өлгөләренең бер нисәүһе тотошлайы менән полиэтилен менән көпләнг-ән, шуға улар тотошлайы менән аҡ һалған күҙҙәй килгән-киткәндәргә томан аша ҡарайҙар. Урта тоштағы берҙән-бер көрән төҫкә буялған ишеккә кемдер яңы ғына типография станогында баҫылған плакат йәбештергән. Шунда яҡынлағас түш ке-ҫәһенән күҙлеген алып кейҙе. «Беҙҙе яҡты киләсәк көтә!» Аллы-гөллө яҙылған тек-ст өҫтөнән йәш егет менән һылыу ҡыҙ йылмайып ҡарай. «Кемеһе уйлап сығарған был кәмитте? Урынын да тапҡан бит әле!»
Эскә, ярым ҡараңғылыҡҡа атланы, танауына тәмәке көйөгө, ҡуйы һыҡра, серег-ән ағас ҡатнашмаһының уҡшытҡыс еҫе бәрелде.
Беренсе ҡаттағы бәҙрәф эргәһендәге бүлмәлә тыл ветераны йәшәй. Ишекте ша-ҡыны:
– Клавдия Станиславовна, һеҙ өйҙәме?
– Ҡайҙа ғына китмәйем… Инегеҙ… - Ҡолағына хәлһеҙ тауыш салынды.
Көн яҡтыһы үтә лә насар үтеп ингән ҡыҫынҡы торлаҡта эңер бөләңгертлеге. Бын-да тәү тапҡыр ғына инмәй, шуға уң яҡҡа үрелеп утты тоҡандырҙы. Туҙан ҡаплай барып яҡтыртыу һәләтен юғалтҡан лампочка урын-урыны менән ысҡынып түбән һалынған һары төҫтәге обойҙарҙы, һулаҡай яҡ стенаға терәлгән, аллюмин ҡалаҡ менән буш тәрилкә, наҡыҫ ҡына ризыҡ тупланмаһы ҡуйылған һары япмалы өҫт-әлде, уң яҡтағы карауат эргәһендәге һары тумбочканы, тумбочка өҫтөндәге һары юшҡын ҡаплаған ҡырлы стаканды, һары буяғы яртылаш һыҙырылып ярыҡтары беленгән сүп- сарлы иҙәнде яҡтыртты. Сырхау төҫө был мөхиткә китмәҫ, елләмәҫ өсөн һеңешкән төҫлө. Карауаттағы инергә саҡырып өндәшкән һын ҡымғырлап биреп ҡуйҙы ла бөркәнелгән одеал ситенән сал сәсле баш сысайып сыҡты.
– Клавдия апай, һаумыһығыҙ?
– Ә-ә-ә, был һеҙме ни әле? - Күрәғара күҙҙәрҙең шешмәк ҡабаҡтары ҡыҫыл-ды. - Арыу, тиер инем ҡул-аяҡтарым тышалған, хөрт, тиер инем, әлегә теремен. Сыҙарлыҡ. Һүндерегеҙ шуны. - Ҡулын түшәмгә һондо. - Комендант белеп ҡалһа икенселәй ҡараңғыла ла ҡабыҙырға рөхсәт итмәҫ.
– Һәр кем торлағында нисек теләй, шулай йәшәй.
– Һеҙ киләһегеҙ ҙә китәһегеҙ, бында беҙгә ҡалырға…Төнөн дарыу эсергә кә-рәк, икенсе йомоштар ҙа килеп сыҡҡылай. Петр Алексеевич, боролоп баҫығыҙ зи-нһар, ҡунаҡты ятҡан килеш ҡабул итеү килешмәҫ.
Бер аҙҙан ҡабаттан саҡырыу ишетелде:
– Ә хәҙер үтегеҙ.
Йәшме ул, әллә ҡартмы, ҡайҙа ла ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ булып ҡала. Шул ар-ала хужабикә түшәген йыйыштырып, сәстәрен тарап рәткә килтереп өлгөргәйне. Яҫы ҡашлы, ҡасандыр тулы булып та әле еле сыҡҡан туптай яртылаш бушап сөр-өшкән һалпыш битле, оло ауыҙлы үтә лә күрмәлекһеҙ йөҙ ҡунаҡты ихластан ҡаб-ул итеүен белгертеп балҡып китте.
– Бына, бынауында үтеп ултырығыҙ. - Ипле өндәшеп өҫтәл эргәһендәге бер-ҙән-бер артһыҙ ултырғыстан урын тәҡдим иткән Клавдия Станиславовна үҙе кар-ауатта урынлашты ла оҙон, тоҡ һымаҡ һалынҡы күлдәгенең итәген тартып төҙәт-ештерҙе.
Көп шешек, урын-урыны менән ҡан һауып күгәргән сираҡтарҙағы* ҡан тамыр-ҙары бүлтәйеп өҫкә ҡалҡҡайны.
Ҡаҡшап ҡалсылдаған ултырғыс ир ауырлығына һуҡранғандай сыйнай биреп ҡуйҙы. Эс яҡтан көпләнгән тәҙрәгә ҡарағанды күргән ҡарсыҡ элә һалып алды:
– Рам ҡаҡшаған, шуға йылы тотмағас ошо нимә менән эсле-тышлы ҡаплат-тым. Революцияға тиклемге ауылдарҙа ҡарындыҡ тәҙрәләр булған.
– Эйе, китаптарҙан уҡып, ишетеп беләм.
– Бына егерме беренсе быуатта шул көнгә ҡалып барабыҙ, тик айырма шун-да- тәбиғи материал урынына химиянан әүәләнгән материал ҡулланабыҙ. Тарих ҡабатлана, быныһы инде бәхәсһеҙ.
– Ашарығыҙға аҙыҡ-түлегегеҙ бармы?
– Собестан тәғәйенләнгән ҡыҙ ике көнгә бер килеп күренә, икмәк-һөт, ыуы-нырға дарыуҙар килтерә.
– Пенсияғыҙҙы ваҡытында килтерәләрме һуң?
– Зарланаһы түгел. Тик ул тамаҡтан, әле әйткән дарыуҙарҙан, ошо бүлмә өсөн квартплата түләүҙән үтмәй.
– Ниндәй квартплата тағы, ниндәй түләү?
– Бындағы дөйөм тәртипте комендант тота, ҡарарҙы ул сығара. Беҙҙә бит шулай: дәүләт тотош халыҡты, ә бәғзе берәүҙәр айырым кешеләрҙе талай. Йә, мы-жымайым әле, үҙегеҙ беҙҙе ҡайғыртып нисек йөрөп ятаһығыҙ?
– Һеҙ комендант тип атаған әҙәмгә күпме тыҡырға мөмкин, аңламаһа аңла-май икән кеше. Уның менән икенсерәк һөйләшергә тура килер! - Тыныслана алм-ай үҙ алдына шулай һөйләнде лә кире әңгәмә айышына ҡайтты. - Ҡайғыртыуға килгәндә маҡтанырлыҡ түгел.
– Алай ҙа онотмай һеҙ инеп сығаһығыҙ. Шул саҡта донъяла әле тере кеше-ләр барлығына ышанаһың. Бында һин баш тығаһың да, йәнә теге ҡыҙ, шунан ко-мендант.
– Ейәнегеҙ килмәйме?
– Яңы йылдан алда инеп сыҡҡайны. Үлемем хаҡында уға яңылыш хәбәр ет-кергәндәр, күмеү аҡсаһын ҡайғыртып сабыулағандыр. Мин бит уларҙа иҫәптә. Фа-тирымды заманында улыма яҙҙырғайным, улым ейәнемә бирҙе. Ә ул мине бында килтереп ырғытты. Бына ошолайыраҡ хәлдәр, хәйер был хаҡта һеҙгә тәүге тапҡыр ғына һөйләмәйем. Бер балыҡ башын өҙлөкһөҙ сәйнәгән алйотто кисерә күрегеҙ.
– Күңелдәген кемгәлер һөйләргә тейешбеҙҙер.
– Шул шул. Мин үҙемдең әлеге хәлемә күнгәнмен: беҙ ҡарттар китәбеҙ, уры-ныбыҙға йәштәр килә. Японияла борон әжәлдәре яҡынлашҡан ололарҙы яҡынд-ары үлем тауына алып барып ырғытҡан. Ошо йорт шул әжәл тауынан бер яғы ме-нән дә айырылмай, бында онотолорға дусар ителгәндәр йәшәй. Мине, мәҫәлән, бер кем дә бер ҡайҙа ла көтмәй. Ә мин барыбер көтәм, өмөтләнәм. Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр бит. - Урынынан торҙо. - Сәй ҡуйып ебәрәйем. - Ишек төбөндә, иҙ-әндә торған плитә өҫтөндәге тимер сәйнүккә ынтылды. - Икмәгем, сәйем, бер киҫ-әк майым бар. Барына шөкөр итәйек, ҡамауҙа саҡта аҙналар буйы ас ултырғаным булды. Шул саҡта аяҡ һонмағанды әле лә бирешмәбеҙ.
– Клавдия апай, урынһыҙ борсолмағыҙ. Юл ыңғайы магазинға һуғылмағас күстәнәсһеҙ ҡунаҡмын. Икенсе ваҡыт ҡоро ҡул килмәҫмен. Хакимиәттән дә шун-дайыраҡ нимә вәғәҙә иттеләр.
– Ярай, улайһа, үҙең ҡара. - Фәҡирҙәр ризығы менән һыйларға тартынған ҡарсыҡ шундуҡ ризалашты, шулай ҙа килер күстәнәс хаҡында белешә һалды. – Беҙҙе ниндәй байрам хөрмәтенә һыйламаҡсылар?
– Рәсәй көнөндә ҡаланың юбилейын да билдәләйҙәр.
– Ҡаланың юбилейы, тиген сәле! - Ҡасандыр зәңгәр булып та әле баҙыҡлы-ғын юғалтҡан төҫһөҙ күҙҙәр янып киттеләр
– Ошо ҡалаға нигеҙ һалыусы булараҡ һеҙҙе лә ҡунаҡтар исемлегенә индер-еүҙәрен һораясаҡмын.
– Беҙгә ҡайҙа инде унда! Беренсенән аяҡтар ебәрмәй, икенсенән ошо ҡиәф-әттә күрһәләр килгән ҡунаҡтарҙың ҡото алыныр. Минән башҡа ла байрам итеү-селәр табылыр. Ә төҙөүгә килгәндә ҡаланың яртыһынан күбенә беҙ ун ике ҡатын нигеҙ һалдыҡ.
– Тимәк һеҙ почетлы гражданин булырға хаҡлыһығыҙ.
– Элекке йыл ул исемде өлкәлә ултырған берәүгә биргәндәр икән, тип ишет-тем. Ул түрә беҙҙең ҡаланы үҫтереүгә бармаҡ башындай берәй файҙа эшләгәнме икән? Игелек менән гөнаһ, яҡшы менән яман, ғәҙеллек менән ғәҙелһеҙлек буталғ-ан осор. - Аяғөҫтө баҫҡан ҡарсыҡ билен матҡып кире карауатына ялпашты.
– Киләһе йыл Бөйөк Еңеүҙең билдәләйбеҙ. Шул юбилей миҙалына докум-енттар әҙерләргә кәрәк. Юллауға килгәндә уныһы минең эш. Бер килгәндә алып китәйем әле.
– Китсе, бигерәк йомартһығыҙ, мине почетлы граждан итмәксеһегеҙ, әле килеп түшемә миҙал ҡаҙарға йыйынаһығыҙ. - Ҡарсыҡ тешһеҙ ауыҙын усы менән ҡаплап кеткелдәп көлөп алды. - Әйҙә, тырыштырығыҙ, тәҡдим ителгән барлыҡ бүләктәрҙән баш тартмайыҡ әле. Кәрәкле ҡағыҙҙарым һәр ваҡыт үҙем менән. - Карауат аҫтына ҡулын тығып тышы туҙып бөткән сумаҙанды һөйрәп сығарып эр-гәһенә һалды, ҡапҡасын усы менән һыйпаны. - Ошоно көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡарайым. Үткәнемде бөгөнгөгә ялғаусы ҡәҙерле нимә был!
Сумаҙан эсенән ныҡ иҫкергән, тышы таушалып, шымарған альбом, ситтәре йыр-тылып-туҙып, төҫө һарғайып бөткән гәзиттәр тупланмаһы килеп сыҡты. Йөҙө ир-әмһеп онотола биргән Клавдия ҡарсыҡ тыйнаҡ ҡына ҡыҙыҡһынды:
– Һеҙ эш кешеһе, ә мин оҙон хәтирәгә бирелергә йыйынам…
– Беҙ бит көн һайын осрашмайбыҙ. Тағы нисә йыл ошолай аралашабыҙ. Һеҙҙең хаҡта хәбәрҙармын тип яңылышмайыммы икән?
– Биографиямды һәр кем яттан белергә билдәле шәхес түгелмен дә. – Аль-бомын асып алдына һалды.
– Ленинградта тыуғанмын. Бала ғына көйөнә блокаданың бөтә михнәттәрен үҙ елкәмдә татыным. Аслыҡтан халыҡ күп ҡырылды, иллә ҡаланы фашистарға би-рмәне. Атайым һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китеп хәбәрһеҙ юғалғай-ны, әсәйемдең ҡарамағында беҙ ике ҡыҙ ҡалдыҡ, һеңлем һәм мин. Аслыҡтан баш-та һеңлем үлде, шунан ғһ- се йылдың декабрендә - әсәйем. Япа-яңғыҙым тороп ҡа-лдым. Ни тере, ни үле түгел тереклек итәм. Бар шөғөлөм - аҙыҡ складынан тәғәй-ен паегымды барып алыу ҙа көндәр буйы юрғанға төрөнөп өйҙә ултырыу. Көнө-төнө ҡаланы утҡа тоталар, ә минең бомбоубежищыға төшөп йәшеренергә уйымда ла юҡ. Ҡурҡышымдан мөйөшкә һырлығып ҡулдарым менән ҡолаҡтарымды том-алап, күҙҙәремде сытырҙатып йомоп тик ултырам. Бер көн һалҡын фатирыма кү-ршебеҙҙә йәшәгән ҡарт килеп инде лә түшәгемде йомарлап ҡултығы аҫтына ҡыҫ-тырып мине үҙенең фатирына алып инде. Шулай итеп бергә йәшәй башланыҡ. Заводта эшләй ине ул. Кискеһен арып-талып, аяҡтарын көскә һөйрәп ҡайтып инә
лә өлөшөн - резина ише һығылмалы, ҡатып бөткән икмәк киҫәген миңә тоттора. «Мә, аша, һиңә үҫергә кәрәк…», ти, үҙе һурылып киткән йөҙөн ситкә бора. Тимәк ас. Шулай йәшәнек. Ҡаланы блокаданан азат иткәс 44-се йылдың февралендә ми-не Уралға оҙаттылар. Ә теге күршем, үлемдән әрсәләп алып ҡалған Василий баб-ай, ни күрһәм дә ошонда күрәм, ошонда үләм тип тороп ҡалды. Был альбомда ба-ла саҡ фотолары юҡ. Улар ғүмерем таңынан уҡ аҙашҡан, аймылышҡан яҙмышым һымаҡ Ленинградта ҡалып юғалдылар.
Бында килгәс балалар йортонда тәрбиәләнеләр. Шунан мәктәпте тамамлағас ПТУ-ла уҡып ташсы һөнәрен үҙләштерҙем. Теләгем дә аңлашыла - ул осорҙа илд-ең көнбайышы тотош емерелгәйне, ә яу үтмәгән тыл хужалыҡтары ташландыҡҡа ҡалғайны. Комсомол путевкаһы менән ошонда ебәрҙеләр, баракта урынлашҡан ятаҡтан бүлмә бирҙеләр, ҡатын-ҡыҙҙар бригадаһының бригадиры итеп тәғәйенл-әнеләр. Шулай булмай тағы, ул саҡта ир-атҡа ҡытлыҡ ине бит. Ҡалаға нигеҙ һалд-ыҡ. Ул саҡта ер ҡаҙыу өсөн сүмесле техника ҡайҙа инде, иң башта кәйлә, лом көр-әк менән һалынасаҡ йорттоң нигеҙен соҡойбоҙ. Бигерәк тә ҡышҡы селләлә ауырға тура килә, туң ҡыртышты ҡарышлап кимереп устар ҡанлы һөйәл менән ҡаплана. Иртәгеһен илай-һыҡтай тағы эшкә барабыҙ, сөнки һине алыштырыр кеше юҡ. Шулай ыҙаланып, тормош мәшәҡәттәренә күмелеп йөрөй торғас ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй ҡалғанмын, утыҙға ла аяҡ баҫылған. Үҙ ишемде табып төҙөлөштә балта оҫтаһы булып эшләгән Артем исемле егеткә кейәүгә сыҡтым. Башта шул уҡ ятаҡ-тан айырым бүлмә алып йәшәнек, ни тиһәң дә элек ябай эшсегә ихтирам-хөрмәт юғары ине, торараҡ яңы төҙөгән йорттан ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Көн итме-шебеҙ яйланды, тамағыбыҙ ашҡа туя башланы. Беренсе улыбыҙ Сергей тыуҙы, шу-нан Егор.
Альбомдан яңғыҙ, парлап, күмәкләп төшкән фотолар алынып берәм-берәм түшәк өҫтөнә теҙелде:
– Бына ошолар инде яҡындарым, ер йөҙөндәге иң ғәзиз кешеләрем. - Улар минең өсөн әле лә тере, әле лә көн һайын ғаиләмде алдыма һалып һөйләшеп-кә-ңәшләшеп алам.
Көндәлек мәшәҡәттәргә сумып һин дә мин йәшәп ятҡанда Артем яҙа баҫып, тө-ҙөлөп ятҡан йорттоң бишенсе ҡатынан осоп төшөп үлеп ҡалды. Бәлә ағас башы-нан ғына йөрөмәй, әҙәм башынан да йөрөй бит, ирем ҡайғыһы баҫылып та өлгөр-мәне Сережаны Армия сафына алдылар. Афғанстанға эләкте. Ул сит ҡитғала тоҡа-нған янғынды баҫам, тип батырҙарса һәләк булды. Ике йыл үтеү менән йүгереп ҡайтып инермен, тип хөр күңел менән сәфәргә юлланған баламды ҡурғаш табутта алып ҡайттылар. Оҙата килгән төркөмдөң етәксеһе офицер ғәҙәти бурыс башҡар-ғандай усыма бәрхәт менән тышланған ҡумтаны йомдорҙо: «Был һеҙгә…» «Рәх-мәт…» Ҡыҙыл Йондоҙ ордены икән. Йәнемде ярып сыҡҡан улымды ус аяһылай тимер киҫәгенә алмаштырҙым.
Шул мәлде яңынан кисергән Клавдия ҡарсыҡтың күҙҙәренән һаран йәштәр һығылып сыҡтылар ҙа арыҡ, һарғылт биттәре буйлап түбәнгә һарҡтылар. Оҙаҡ һүҙһеҙ һерәйешкәндән һуң хикәйә дауам итте:
– Егор менән тороп ҡалдыҡ. Ул башта насар бала түгел ине. Беҙҙең юлды ҡыуып ГПТУ-ны бөтөрҙө, төҙөлөштә эшләне. Педучилищыны тамамлаған ҡыҙға
өйләнде. Фатир алып айырымланып сыҡтылар, балалары тыуҙы. Тормошҡа ҡыуа-нып ҡына йәшәһәләр ҡана ла һуң! Яйлап эсеүгә әүәҫләнде. Тыйырға ла тырышып ҡараным, файҙаһы теймәне, кәңәшемде ҡолағына ла элмәне. Төпсөк улым шулай итеп араҡыға янып үлде, балаларын үҫтереп аяҡҡа баҫтырғас киленем яман сирҙ-ән донъя ҡуйҙы. Көнөм ейәнемә ҡалды, ул - Алланы аҡса менән бутаған замана ке-шеһе. Байлыҡ тип күҙҙәре тона, табыш артынан көнө-төнө йүгерә. Билдәле - сама белмәй алйып сапҡан ат та иртәме-һуңмы сәсәп йығыла, эҫеләй эсеп яна. Шулай булып ҡуймағайы тип хәүефләнәм. Йәшермәйем, уға рәнйемәйем, ни тиһәң дә баламдың балаһы бит, тәнендә тоҡомобоҙҙоң ҡаны аға. Бәлки, бер килеп иманына ҡайтыр, тәүбәгә килер ҙә ҡартәсәһен кире килеп алыр. Шунан бергәләп йәшәй ба-шларбыҙ. Миңә ни бер мөйөш еткән, һалығымды ла һалмам. Бәлки, ысынлап та шулай булыр, ә, Петр Алексеевич, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Өмөтләндерер өсөн башҡа һүҙ тапмағанға ышанысһыҙ ғына йөпләне:
– Нишләп килеп алмаһындар, бик тә мөмкин…
– Ана бит, ҡайһылай дөрөҫ уйлайһығыҙ. Һеҙ әйткәс һис һүҙһеҙ тормошҡа ашыр. Ә әҙерләнеүгә, төйнәнеүгә килгәндә һә, тигәнсе йыйынырмын да ҡуйырм-ын, шулай быуындарым ебәрмәй ығыш күренһәм дә кәрәк саҡта ғәләмәт етеҙмен.
Дәртләнеүенән теремекләнеп киткән әбей әйберҙәрен йыйыштырырға тотонға-ндай ырғып тороп өҫтәлдәге стаканды, бер яҡта ситтә торған тәрилкә-ҡалағын бер урынға өйҙө, тәҙрә төбөндә ятҡан яулығын алып ябынды.
– Мин ҡуҙғалайым…
– Рәхмәт бында баш тығыуығыҙға. Килгеләп йөрөгөҙ, ана ҡайһылай күңел-ем күтәрелеп китте! - Ишек төбөндә икеләнгәндәй бүлеп-бүлеп әйтте:
– Петр Алексеевич, тағы ла бер үтенесем бар… Һаулығымдың хөртөгө бил-дәле, әгәр ейәнем командировкала саҡта бер-бер хәл була ҡалһа мине ерләү мәсь-әләһен ойоштороғоҙ… Ейәнемдән һуң һеҙ инде минең өсөн яҡын кеше… Ошо ар-ала нишләптер төштәрем дә болара…
– Бирешмәйек, Клавдия Станиславовна!
– Эйе шул, тағы яҙ етте. Муйыл еҫе бынау көпләүле тәҙрә аша үтеп инә хат-та… - Бер күрергә ине сәскә төҫөн, еҫкәргә ине хуш еҫте, ошо таш ҡабырсыҡты ват-ып ҡына сыға алмайым…
3
Икенсе ҡатҡа күтәрелде. Һуғыш ветераны Хөснулла Өмөтбаевтың бүлмәһе урта тирәлә. Бихисап сирҙәрҙән яфаланған ветеран үткәнен хәтерләмәгән, көндәлек мәшәҡәттәр менән генә тереклек киткән зыянһыҙ, ҡырағаһыҙ зат. Ауылда саҡта әбейе үлеп киткән яңғыҙаҡты бер туған ҡустыһы ҡалаға күсереп ала. Ҡусты-килене лә көтмәгәндә бер-бер артлы донъя ҡуялар. Билдәле, был осраҡта вариҫһыҙ мөлкәткә дәғүә итеүселәр күбәйә, ҡартҡа тиҙ арала фатирҙы бушатырға ҡушалар. Күршелә йәшәгән йәш ғаилә ярҙам итеү һылтауынан һуғыш ветеранына тейеш фатирҙы юллай башлай. Хөснулла кәрәкле ҡағыҙҙар, орден-миҙалдар һалынған ҡумтаны сығарып тоттора. Тиҙҙән ул сәйер шарттарҙа юғала. Ошо хаҡта мәлендә милицияға хәбәр итергә кәрәклекте ҡайҙан ғына башына килтерһен эскерһеҙ, бер ҡатлы йән, йәнә теге, йылғыр күршеһенең документтарҙы үҙем юғалтҡанмын икән, үҙем табып ҡайтарам тигән вәғәҙәһенә ышана. Тиҙҙән хәтерен юя барған Хөснулланы, дауаханаға илтеп һалалар, дауахананан тура бында килтерәләр. Әле бер кемдән бер нимә таптырмай ошонда йәшәп ятҡан көнө. Тағы ла яҙ етеү менән Өмөтбаевтың хәтере яңыра, ҡайһылыр кимәлдә үткәндәрҙе иҫенә төшөрөр, бөгөнгө хәл-ваҡиғаларға баһа бирер кимәлгә ҡайта. Ул документһыҙ яугир. Өҙөк-йыртыҡ һөйләгәндәренә кемдер ышана, бәғзеләр бер ҡатлы уйҙырма, йә мөғжизәле әкиәт итеп кенә тыңлай.
Шаҡымай ғына ишекте асып эс яҡҡа күҙ атты. Хөснулла Өмөтбаев тәҙрә ҡаршыһына баҫып тышты күҙәтә ине.
– Һаумыһығыҙ! Инергә мөмкинме?
Ҡарт ялт итеп ҡайырылды лә киң йылмайып ебәрҙе:
– Әйҙә, улым, үт, һиңә тигән фатир хаҡын әҙерләп ҡуйҙым. Кисә бит пен-сиямды килтерҙеләр.
– Ғәфү итегеҙ, Хөснулла Биктимерович, мин бит ҡаланың ветерандар Со-веты рәйесе. Хәлегеҙҙе беләйем, тип килдем.
– Бәй, һине генә хәтерләйбеҙ инде ул! Хәтерләйбеҙ! Хәтерләмәгән ҡайҙа! Әйҙә, рәхим итеп үтегеҙ! - Стена ҡырына ҡуйылған оҙон ағас эскәмйәгә ымланы, үҙе уның бер башына ҡуналҡаға ҡунған әтәс һымаҡ килеп һаҡты. - Коридорҙа то-рған ошо нимәне керетеп ҡуйҙым әле. Миңә бит инеп-сығыусылар күп!
Өмөтбаев ап-аҡ һаҡал-мыйыҡлы, киң битле, тәрән яра йөйө ярылып ятҡан яҫы маңлайлы, етек сәсле, ҡаҡса буйлы, еңел һөйәкле ҡарт. Һуңғы арала кибә бар-ған йоҡа кәүҙәһе ҡорҙай ғына булып ҡалған.
Бүлмәлә сағыштырмаса таҙа ла, яҡты ла. Эскәмйәгә ҡаршы ҡуйылған карауат һалдаттарса матур итеп йыйыштырылған. Карауат өҫтөндәге стенаға ебәк суҡлы, уртаһына «Пионерская организация» тип яҙылған бәрхәт туҡыманан эшләнгән һапһыҙ ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаҡлап ҡуйылған. Ҡорғанһыҙ тәҙрәгә тәртипле итеп һа-уыт-һаба урынлаштырылған өҫтәл терәлгән. Өҫтәл эргәһендә спирале ҡыҙарып янған плитә күренә. Бүлмә Совет заманындағы Ҡыҙыл мөйөштө хәтерләтә.
Өмөтбаевтың зиһене яҡтырған мәлелер, ҡыҙыл байраҡтың бында килеп эләгеү тарихын асыҡлауҙы кәрәк тапты:
– Бынан бер нисә йыл элек, хәтерем теүәл саҡта, мәктәпкә осрашыуға саҡ-ырғанда был нимә инде беҙгә кәрәк түгел тип миңә бүләк иттеләр. Һуғышта бай-рағын юғалтҡан полкты тарҡата инеләр. Мәктәптең йәшәүе лә шуға ҡалып бара-лыр, күрәһең. Һин нисек уйлайһың. мырҙа?
Көтөлмәгән фәлсәфәүи һығымтаға яуап таба алмай баҙаңҡырап ҡалғайны, ауыр хәлдән Хөснулла үҙе ҡотҡарҙы:
– Ә мин ҡыуанып ҡабул иттем. Еллеме?
– Үтә лә күркәм, Хөснулла Биктимерович.
– Әүәле бөтә нимә шулай затлы ине. Күрәһеңме, нисек бүлмәмде йәмләй был нәмә! - Бер аҙ ирәйгәндән һуң баштағы һорауын ҡабатланы. - Әләйгәс, һин аҡса артынан килмәнең була?
– Әйтәм бит, мин ветерандар Советы рәйесе.
– Хәтер тигәнең! Әйткәйнең шул. Ә рәйескә аҡса кәрәкмәй, шулаймы!? - Юҡтан ҡыҙыҡ тапҡан Хөснулла Өмөтбаев рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе лә өшөгәндә-геләй ҡулдарын ҡаушырҙы. - Һыуыҡ, шуға өҙлөкһөҙ плитә яғам. Теге, 53-се йыл-дағы көҙ көнө кеүек һалҡын…
Хөснулла ҡарт бер аҙ тын ултырғас сеймәлгән яҙмыш ебенең осон табырға телә-гәндәй дауам итте:
– Мин бит халыҡ дошманы… Йәш кенә көйгә ойоштороу һәләтемде иҫәпкә алыптыр колхоз рәйесе итеп ҡуйҙылар. Атайһыҙ үҫкәс бөтә яуаплылыҡты өҫтөмә алып эшләй ҙә белә инем шул. Иртә өйләндем. Тормош мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәп ятҡанда бәлә көтмәгәндә килде. Яҙҙың ҡара төнөндә келәттең нигеҙ ташын һүтеп ингәндәр ҙә иҙәнде тишеп сәсеү орлоғон ағыҙып алғандар. Сәсеү алдынан үлсәп ҡарағайнылар ике тоҡ иген етмәне. Халыҡ дошманы исемен тағып мине хө-көм иттеләр… Ауыл ҡапҡаһына әсәйем, ҡатыным, яңы айтай баҫҡан улым оҙата сыҡтылар. Ул йыл яҙ үтә лә һалҡын килде, өсәүһе лә дерелдәп өшөйҙәр, ә мин ул-арҙы йылытырға тырышып ҡосаҡлаған булам. Хәҙер яҡындарым юҡ инде, төрмә-лә саҡта өсәүһе бер төптән тифтән үлеп ҡалғандар, ә мин һаман да өшөйөм…
– Тышта яҙ, Хөснулла Биктимерович, көндәр йылыныр.
– Бер тапҡыр үтәләй һуғып һыуыҡ үткәс ҡабаттан мандый алмамдыр инде ул… - Тороп плитә өҫтөнә ҡулдарын ҡуйҙы. - Плитә генә шул, ауыл мейесе түг-ел… Яҙ етте, тиһеңме? Урамға сыҡмағас ни миҙгелде лә бутағанмын. Тышта нисә-нсе йылдың яҙы килде һуң әле? Хәйер, ул мөһим дә түгел инде, хәҙер бит бөтә ер-ҙә ваҡытһыҙлыҡ бәләһе. Һуғыштың икенсе йылына бер төркөм халыҡ дошманда-рын төрмәнән һуғышҡа оҙаттылар. Штрафбатҡа. Алдан да аталар, арттан да. Ата-каға барғанда ғына ҡорал тотторалар ҙа аҙаҡ йыйып алалар, үҙебеҙҙе сәнскеле ти-мер сыбыҡ менән уратылған барактарға ябалар, һаҡ ҡуялар. Аҡыллы, белемле, нахаҡҡа хөкөм ителгән аҫыл ир-егеттәр күпләп ҡырылды. Шунан ҙур йылғаны ки-сеп сыҡтыҡ. Һыу өҫтө шартлауҙарҙан, пулялар ямғырынан ҡайнаған ҡаҙан һымаҡ урғый. Шул киң йылғаны һал менән улай-былай әллә нисә тапҡыр үтергә тура килде. Һалдаттар ташыйым. Ҡорал. Яраланған, үлгән һалдаттар һыуға ҡолай. Ул-арға ярҙам итеү ҡайҙа, ишкәкте һыу ағыма ҡаршы шаҡара тотҡанмын да һерәйг-әнмен, шулай итмәй аҫҡараҡ аҡһаң стеналай ҡалҡҡан текә ярға төртөлдөң тигән һүҙ. Шунан эргәлә генә һыу бағанаһы һау-аға күтәрелде. Маңлайымды нимәлер көйҙөрөп алды… Иҫемә килдем… Ап-аҡ донъя… Шул алышта күрһәткән ҡаһар-манлығым өсөн башта миҙал тапшырҙылар, торараҡ - орден. Ғәҙәти частҡа күсер-ҙеләр. Наградаларым күп ине ул. Бөгөн генә юҡ…
Ҡапыл ишек асылып китеп унан ҡулына йоҡа ғына полиэтилен пакет тотҡан әз-мәүер кәүҙәле ир килеп инде. Сиртһәң ҡаны сыҡмалы ҡыҙғылт йөҙ сәсһеҙ ялтыр пеләштә дауам итеп муйынһыҙ йомро башты уты гөлтләп янған лампочка һымаҡ итеп күрһәтә. Ауыр, һалынҡы ҡабаҡтар ҡара болот күләгәһе ер өҫтөнән йүгергә-ндәй торлаҡтағы һәр ҡаралтыны берәмтәләп теүәлләп һөҙҙө. Ниһайәт дүрткел ауыр эйәк түбән һалынып йоҡа иренле ауыҙҙан асыулы һүҙҙәр һығылып сыҡты:
– Һин, старик, бер килеп янғын сығараһың, бына күрерһең! Күпме ҡабатл-арға мөмкин!
Хөснулла Өмөтбаев та инеүсене таныны шикелле, үрә баҫып ихлас иҫәнләште:
– Һаумы, мырҙа!
– Таптың мырҙаны, мин ошо йорттоң хужаһы. Хужаһы! Аңлашылдымы? - Плитәнең шнурын розетканан һура тартып алды. - Все, отопительный сезон за-кончился! - Ҡулындағын карауатҡа ырғытты. - Бына, һине ҡайғыртып йөрөүем, ашарыңа килтерҙем!
Был ирҙе яҡшы таный. Ул ошондағы буш ятҡан ерҙе тотошлайы менән һатып алған, шуға үҙен бында тулы хоҡуҡлы хужа итеп иҫәпләй. Хосуси милеккә әүер-елгән ма-йҙандағы ташландыҡ йорт бер ҡайҙа ла теркәлмәгәс Хужа уны теләгән мәлдә емереп ырғыта ала. Тик ниңә еңел, бушлай тиерлек табыш килтергән нимә-не емерергә? Хужа дөйөм ятаҡҡа әүерелдергән йортонда комендант сифатында хужалыҡ эштәрен алып бара; юлдарын табып йыл әйләнәһенә электр утын, һал-ҡын һыу биреүҙе тәьмин итә, көҙ етһә йылылыҡ селтәренең эшен шартлы рәүе-штә булһа ла яйға һала. Ел үтәнән-үтә өргән бүлмәләрҙе, сереп бөткән, тут япҡан батареялар бер нисек тә йылыта алмай. Ятаҡта ҡыш көндәре эт бәйләһәң тормаҫ-лыҡ һалҡын, йәшәү шарттары ла саманан тыш насар, әммә комендант коммуналь хеҙмәттәр хаҡын икеләтә-өсләтә арттырған да айыныҡын айына ҡайырып түләтә. Һәм, әлбиттә аҡсаны әшнәләре менән ғәҙел бүлешә, шуғалыр ҙа уға ел-ямғыр тей-мәй. Хакимиәт тә мутлыҡтарға бармаҡ аша ҡарай, һуң ҡала халҡын ҡайһылайт-ып яҙмыш ҡосағына сығарып ырғытмаҡ! Хужа фатирһыҙҙар дәүләтендә тулы хо-ҡуҡлы хан да, аяуһыҙ хөкөмдар ҙа. Һәр бирелгән фарман өнһөҙ-һүҙһеҙ еренә ет-кереп үтәлә. Дөрөҫлөктө даулап ҡаршы торорға маташыусы шундуҡ биләгән мө-йөшөнән һөрөлә, урынына һәр ҡушылғанды күндәм башҡарыусы икенсе берәү килә.
Бүлмәләгеләрҙе һанға һуҡмаған Хужа Хөснулла Өмөтбаевтың ҡаршыһына ба-ҫып бөйөрөнә таянды:
– Ну, старик, квартплатаны әҙерләнеңме? Күпме көтөргә мөмкин!
Ҡарт түшәге аҫтынан гәзит киҫәгенә уралған йоҡа төргәк килтереп сығарҙы ла ҡулындағын ҡайҙа итергә белмәгәндәй ғәйепле төҫтә һөйләнде:
– Берүк ғәфү ит, мырҙа…
– Андрей Геннадьевич!
– Эйе, эйе… Пенсиямды кисә генә килтергәйнеләр шул, шуға һуңлап кит-тем…
– Килтер бында! - Хужа төргәкте тартып тиерлек алып ҡағыҙын тағатты ла аҡсаны иҫәпләп тә тормай кеҫәһенә тыҡты. - Иҫең китер, хисаплау ғына түгел хә-терен юйған, мәшәүгә әүерелгән, ә килеменән айырылғыһы килмәй, ана бит ҡайҙа йәшергән! Ошоно бирҙем дә ҡотолдом, тиһеңме, бирәсәгең башыңдан ашҡан, ми-ңә ғүмерең буйы бурыслыһың, шуны онотма. Хәйерсе һымаҡ көн һайын аҡса тел-әнселәй алмайым, рәсми мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу маҡсатында берәйһенән ми-нең исемгә ышаныс ҡағыҙы яҙҙырып бир ҙә, бөттө-китте! Һиңә көн һайын аҙыҡ-түлекте кем ташый? - Эсендә йоҙроҡтай нимә тупайған пакетҡа төрттө.
– Һеҙ инде, һеҙ…
– Шулай булғас! Урамда хаҡтар көнләп түгел, сәғәтләп арта, рационыңды ҡыҫҡарып аппетитыңды ауыҙлыҡларға тура килер!
– Миңә ни күп кәрәкмәй, шәкәр-сәй ҙә икмәк…
– Улай талымһыҙ* булғасың бынан бүтән ашарыңа ике көнгә бер килтерер-мен! Әйткәндәй, ярҙамсым Серега бөгөн-иртән ошонда йәшәгән пенсионерҙарҙы йыйып алып һөйләшер. Мин ҡушҡан доверенносты әҙерләгеҙ. Пенсияны централ-изованно килтерә башлаясаҡбыҙ.
Ниһайәт ҡунаҡтың барлығын иғтибарға алғандай һыртын ҡуйып тамаҡ төбө мен-ән екерҙе:
– Әйҙә, һөйләшәһе һүҙҙәр бар!
Күтәрмәгә сығып баҫтылар. Хужа затлы күн курткаһының кеҫәһенән ҡиммә-тле сигарет килтереп сығарҙы ла тоҡандырып ирендәренә ҡыҫты, ҡала яғына ҡа-рап оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ һерәйгәс алтын тештәрен ҡояш нурҙарында ялтыратып һораны:
– Бында йышлайһың һуңғы осорҙа. Ни йомош?
– Йомошом һеҙҙә түгел, ветерандарҙа! Мин ҡаланың ветерандар Советы рәйесе!
– Беләм. Был йортҡа минең рөхсәттән башҡа килергә ярамағанлыҡты мо-ғайын да әйткәндәрҙер, киҫәткәндәрҙер.
– Үҙ сиратымда мин дә ветерандарҙың йәшәү шарттары менән даими тан-ышырға бурыслы.
– Ә һин атаған ветерандарҙы мин ҡайғыртам түгелме?!
– Күрәм! - Аламалары һалынған ҡыйыҡҡа, серек тәҙрәләргә төрттө. - Ҡайғыртаһығыҙ! - Ҡәнәғәт сырайлы был һимеҙ әҙәмгә ҡарата асыуының ҡайнай барыуын тойҙо.
– Дорфа ҡыланыуығыҙға ҡарағанда башҡарған эштәремдән риза түгелһег-еҙ?! Улайһа бөгөндән ҡарттарыңа яңы урын эҙлә, әҙерлә! Нигеҙһеҙ дәғүәң менән бик наивный күренәһең, рәйес! Был мөлкәт бит минеке түгел, ул бары минең ерҙә урынлашҡан, шуға ҡый өйөмөн теләгән мәлдә һепереп түгә алам. Ә емерелеүгә килгәндә тотош ил яна, тотош ил емерелә. Иртәгәме, әллә һуңғараҡмы, көл-күме-ргә әүереләсәкбеҙ. Шуның өсөн дә һәр кем үҙенсә йәшәп ҡалырға ынтыла!
– Тәрәнгә төшмәйек. Беҙгә бындағы хәлдәрҙе хәл итергә! - Петр Алексеевич ярһыуын йотоп, тыныс ҡалырға тырышып өҫтәне. - Ә уҙасаҡ йыйылышҡа килгә-ндә уның сығарған ҡарарын ғәмәлгә яраҡһыҙ итеп табыу өсөн бөтәһен дә эшләй-әсәкмен. Бында йәшәгән һәр кем тәғәйен пенсияһын ҡултамға ҡуйып үҙе алыр һәм кәрәгенә тотонор!
– Уныһы инде һинең хәсрәт түгел! Әйткән һәр һүҙем бында йәшәгәндәр өсөн закон!
– Законығыҙҙы үҙгәртергә тура килер!
– О-о-о, һин миңә бойораһыңмы?!
– Бойормайым. Талап итәм!
– Бар, икенсе урынға барып талап ит! - Әрепләшеүҙе ҡабул итмәгән Хужа ҡулындағы сигаретын сәбәләнеп ситкә ырғытты ла күтәрмә иҙәненә ласылдатҡ-ансы төкөрөп уны туфли үксәһе менән тызып уҡ ҡуйҙы. - Вон! Башҡаса бында килеп халыҡты миңә ҡаршы һөсләтеп йөрөйһө булма! Аҙағы насар бөтөр!
Ҡала яғына атланы ла бер ни тиклем ер киткәс кире боролдо. Хужа аяҡтарын тарбайта баҫып һаман да урынында тора ине. Ошоғаса йәнендә ҡайнаған асыуы тышҡа урғылды, һәр һүҙенә баҫым яһап ҡысҡырҙы:
– Ә һеҙ йәмғиәттең ҡанын һурған ҡандала! Һеҙҙең ише ҡараҡтар бөлдөрә дәүләтте!
– Ҡандала?! Бур?! Бына был һүҙҙәрең өсөн яуап бирергә тура килер! - Хужа ҡулдарын янаулы болғаны. - Ныҡ рәнйеттең! Ә мин рәнйеткәндәрҙе кисерә, ғәфү итә белмәйем!
4
Бер ни тиклем ер киткәс ҡалаға йүнәлгән оло юл ситендәге һандыҡтай ҡалҡҡан таш өҫтөнә барып ултырҙы. Әле генә булып үткән сәкәләшеүҙән тамам кәйефе ки-ткәйне. Хәйер, ошонда килеп ҡайтыу, кешеләр, етәкселәр тарафынан онотолғанд-арҙың аяныслы йәшәүҙәрен күреү ауыр, тик бер ни ҡыла, ярҙам итә алмай.
– Тартырға бир әле!
Янына терәлеп тигәндәй өс йәш егет килеп баҫҡан имеш. Кеҫәһенән тәмәке ҡабын сығарҙы.
– Һин нимә, ҡартлас, беҙгә арзанлыны тәҡдим итеп мыҫҡыл итәһеңме?! - Һонтор буйлыһы ҡаршыһына баҫып бөйөрөнә таянды.
– Ошо ғына.
– Бәлки ауыртҡан башыбыҙҙы төҙәтергә аҡса ла тәҡдим итерһең, ә? – Быны-һын инде биттәрен эре ҡыҙыл сәбертке баҫҡан ерән сәслеһе әйтте. Ситкәрәк баҫҡ-ан кәлберләк буйлы баҙнатһыҙ ҡиәфәтле үҫмер һүҙ ҡатырға ҡыймай. Моғайын уны йомош-юлға йүгертергә алып йөрөйҙәрҙер.
– Аҡсаны хәйерселәп түгел, эшләп табалар, егеттәр!
– Ах, һин беҙҙе хәйерсегә тиңләйһеңме ни әле! - Көтмәгәндә эйәге аҫтына эләккән тос йоҙроҡтан салҡан тәкмәсте. Аҙға ғына һеңгәҙәп-шаңғындан һуң яйлап ҡына урынынан ҡалҡты, йығылған саҡта таш һыҙырған сикәһен ыуҙы, туҙанланғ-ан өҫ-кейемен ҡаҡты. Аңлап өлгөрҙө, быларҙы теге Хужа ебәргән. «Һаҡланмаһаң, ҡаршы тормаһаң кәрәкте бирәсәктәр… Ул бит заманында десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте, моғайын да быуындары шыйыҡ был шпаналарға ғына бирешмәҫ…» Үҙен еңеүсе ҡиәфәтендә тотҡан Һонтор ҡаршылыҡ күрһәтә алыу ихтималлығына ышанмай, шуға һаҡланырға йыйынмай ҙа. Уға шул кәрәк ине, ҡабатлап эйәгенә йүнәлтелгән йоҙроҡтан янтайып беләк быуынынан эләктерҙе лә етеҙ генә ҡултыҡ аҫтына сумып дошманын башынан аша алып осорҙо. Йоҡа кәүҙә туптай тәгәрәп китте. Юғалып, албырғап ҡалған Ерәндең сатына типкәйне, теге ауыртыуҙан олоп ебәрҙе. Көтмәгәндә ауыр әйбер менән арт яҡтан башына тондорҙолар. Күҙ алдары ҡараңғыланып бөгөлөп төштө. «Кәлберләк булһа кәрәк, ә ул уны иҫәпкә лә алма-ғайны…» Ҡолағына иҫ-оҫ йыйып өлгөргән Һонторҙоң екереүе ишетелде: «Нимә унда һерәйеп ҡаттығыҙ? Бирә һалығыҙ!.. » Ике яҡлап ҡултығынан ҡалҡыттылар, эйәген шаҡарып ауыҙына шешә ҡоғорлайын тыҡтылар. Тамағын зәһәр көмөшкә әсеттерҙе. Төкөрөргә итә, ирек бирмәйҙәр, ирендәре ситенән һарҡҡан шыйыҡса
пинжәген, күлдәген еүешләне. Ҡарлыға-уҡшый ике-өс тапҡыр йотҡас быуылып йүтәлләй башланы.Тағы сикәһенә тондорҙолар. Ҡабырғаһына ҡоланы.
Ҡәнәғәт һөйләнеү алыҫтан, мөгәрәптән килгәндәй ишетелде:
– Бына шулай, старик, ауыҙыңды үлсәп ас, кәрәккән-кәрәкмәгән ергә тығ-ылма, юғиһә бөтөнләй эшлектән сығыуың бар. Ә хәҙер эскән, иҫерек килеш поли-цияға, йә башҡа урынға барып мөрәжәғәт итеп ҡара, ҡабул итерҙәр микән!
Сал сәстәрен елдә елберҙәтеп, сикәләрен ҡушуслап биниһая ваҡыт һерәйҙе. Оло юлдан юғары тиҙлектә елгән машиналар ҡала яғына ҡарай ағыла, исмаһам берәүһе уның яғына иғтибар итеп саҡҡа ғына тиҙлеген кәметһәсе! Тирә - яғында тормош ҡайнаһа ла үҙен яңғыҙ, ҡараусыһыҙ, яҡлаусыһыҙ итеп тойҙо. Күптән эск-әне булмағанға көмөшкә башына сыҡты, күҙ алдында ҡала күренеше, асманға ын-тылған комбинат торбалары, төҙөлөш крандары, баҡсалағы ағастар зыр әйләнеп бейергә тотондо. Ауырлыҡ менән торҙо, ауыҙына экрелгән ҡара ҡанды ситкә төк-өрҙө:
– Ҡәбәхәттәр!.. Еңел генә ҡурҡытырбыҙ, бөгөрбөҙ, тиһегеҙме, барып сыҡм-аҫ! Мин һеҙгә һуғыш иғлан итәм…
Ошо килеш ҡайтып күренергә теләмәй уң яҡҡа, ҡаланы балдаҡҡа алып аҡҡан инеш яғына ҡарай йүнәлде, яр ситенә ятып салт аяҙ күккә баҡты ла йоҡлағандай онотолдо.
5
Кисләтеп ҡайтып ингәйне, ишек төбөнә үк килеп ҡаршы алған Мәликә Хөрмәт-овна аптырап бот сапты:
– Ҡайҙа юғалдың бығаса? Борсолоп шылтыратам-шылтыратам, телефон-ыңды өйҙә онотоп ҡалдырғанһың! - Аяҡ кейемен һалып аҡһай-туҡһай залға сыҡ-ҡайны иренең күгәреп сыҡҡан күҙ төптәрен, һыҙырылған сикәһен, бысранып бөткән кейемен күреп бөтөнләй телдән ҡалды, шунан тотлоға-тотлоға һораны. - Петя, кем һине был тиклем итеп?..
– Ғауғаланма, ҡатын, бөтәһе лә һәйбәт…
– Нимәһе һәйбәт, эт итеп туҡмағандар бит һине…
– Туҡмаманылар, йығылдым, яҙа баҫтым…
– Йығылғанға оҡшағанһың, ышандырҙың! Хәҙер полицияға шылтыратам!
– Уныһы артыҡ. Кәрәкһә үҙем асыҡлармын.
– Нимәне асыҡларға?! Туҡта! - Яҡынланы ла тишерҙәй итеп төбәлде. – Лая-ҡыл иҫергәнсе, аҡылыңды юйғансы эскәнһең дә, Петя! Көмөшкә еҫе тотош өй эсе-нә тулды! Оят, олоғайған көнөңдә ейәндәреңә өлгө күрһәтәһеңме? Ишетеп ҡалһа-лар ҡыҙҙарың, подъездағылар ни тиер? Һиндә бит диабет, эсергә ҡәтғи ярамай, шуны ла аңламайһыңмы ни, ҡарт алйот?! - Мәликә Хөрмәтовна иламһырап йоҡо бүлмәһе яғына ҡарай туйтаңланы ла артынан шартлатҡансы ишекте япты.
Өҫ-башын алмаштырҙы, ванна бүлмәһенә инеп йыуынып алды, мамыҡ киҫәгенә спиртлы шыйыҡса һеңдереп ҡан таптары ҡатҡан сикәһен таҙартты, бармаҡтары менән тупайған түбәһен ҡапшаны. Башы зыңҡып ауырта. Кранды асып һалҡын
һыу услап маңлайына баҫты. Зиһене яҡтырып киткәндәй итте. Стеналағы дәү кө-ҙгөнән күҙ-башы күгәргән, сал сәстәре ялбыраған, ҡарасҡыға тартым йонсоу йөҙлө ир ҡараны. Шыбырҙаны: «Ничего, еңел генә ҡолата алмаҫһығыҙ, мин әле көрәшәс-әкмен!»
Йоҡо бүлмәһенән шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Диванды ҙурайтып шунда урын йәйҙе. Көн арауығындағы киҫкен ваҡиғаларҙан һуң ошоғаса һиллеккә күн-еккән күңеле ярһығайны, ҡуҙғығайны. Түшәгендә әйләнгеләне лә ҡулдарын баш аҫтына ҡуйып тынып ҡалды. Мәликә Хөрмәтовна менән һөйләшеп-аңлашһалар еңелерәк булыр ине, ә ул ысынтылап, оҙаҡҡа үпкәләне шикелле. Тәҙрәнән эс яҡҡа урам фонарҙарының һары нурҙары һарҡа. «Был сырхау төҫтән ҡотолоп буламы-юҡмы?!.» Ҡалын ҡорғанды тартып йөҙө менән стена яғына боролоп ятты ла таң алдынан ғына әүелйеп китте.
Һуң ғына торҙо, пәрҙәне асып ебәргәйне апаруҡ күтәрелергә өлгөргән яҙ ҡояш-ының нурҙары залға инеп тулды. Кире килеп урынында ҡайҡайып бер килке һең-гәҙәне, усы менән үҙенең барлығын белгертеп сәнсеп-сәнсеп алған йөрәк тапҡыр-ын ҡапшаны. Тән ағзалары еңелсә дерелдәй, теҙ быуындары бушаған, һаман да ба-шы шаулай.
Йоҡо бүлмәһенән Мәликә Хөрмәтовна күренде. Ҡуҙғалыуы һүлпән, рыя. Ти-мәк ул да йүнләп йоҡламағандыр.
– Сәй эсәбеҙме, Петя?- Ярашырға теләк белдерә ҡатыны.
– Сәй ҡуйып ебәр, өҫтәл тирәһен ҡараштыр, мин хәҙер. - Фатирға йәнлелек керетеү уйынан телевизорҙы тоҡандырғайны эфирҙа ҡала яңылыҡтары бара икән:
– Бөгөнгө төндә көнсығыш биҫтәләге шәхси йорттарҙа көслө янғын сыҡты. Янғын һүндереүселәр ваҡытында барып етеп оператив эш итеүгә ҡарамаҫтан фа-жиғәлә һәләк булыусылар бар...
Терт, итеп ҡалды, мейеһенә ҡайнар ҡан бәрҙе. «Унда теге емеректән башҡа шәх-си йорттар төҙөлмәгән дә баһа…» Ишеткәндәренә ышанырға теләмәй ҡабал-анып телевизорҙың тауышын көсәйтте.
– Эске эштәр бүлеге, прокуратуранан хәбәр итеүҙәренә ҡарағанда килеп ты-уған хәлдә бер ниндәй енәйәт элементтары табылмаған. Янғын төҙөк булмаған эл-ектр сымынан килеп сыҡҡандыр, тип фаразлай тикшереүселәр…
«Енәйәт элементтары табылмаған… Көн һайын ҡабатланған ялған дөрөҫлөк…»
Тәнтерәкләп болконға сыҡты. Күҙ күреме ерҙә, ташландыҡ йорт урынында тү-мәләстәй ҡарайып торомбаш өйөмө генә быҫҡый ине.
– Мәликә?!.
Саҡырыуҙы ишетеп артынан сыҡҡан ҡатыны ни әйтергә белмәй урынында ҡатты ла ҡалды.
Кире инде. Телевизорҙан үҙәк телевидение яңылыҡтарын тапшыра башлағайны-лар:
– Иртә яҙҙан башланған урман янғындары бер нисә ҡасабаны юҡҡа сығарҙы, тәбиғәткә генә түгел, халыҡҡа ла күп зыян килтерҙе. - Бер аҙ паузанан һуң диктор дауам итте. - Ә хәҙер мәҙәниәт яңылыҡтары. Башҡалабыҙҙа бөтә Рәсәй һылыулыҡ конкурсы үткәрелә. Был грандиоз гүзәллек һәм нәфислек байрамында илебеҙҙең бөтә төбәктәренән йөҙҙән ашыу конкурсант ҡатнашасаҡ…
Эргәһендәге ҡәнәфигә гөрһөлдәп ауып сикәләрен ҡушусланы, тештәрен шы-ғырҙатып кисә башлыҡта әйткән һүҙҙәрен ҡабатланы:
– Ҡырғын осоронда шайтан туйы ойошторабыҙ, үткәрәбеҙ… Ә беҙ бит яна-быҙ!.. Янабыҙ!..
Хәйҙәр ТАПАҠОВ
Читайте нас: