Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
22 Май 2021, 08:37

Етеле шәм яҡты яна, Эсендә майы булһа...

Һағышлы бер йырҙы тыңларға яратам. “Етеле шәм” тип атала ул. Эсем бошҡанда, ғүмере ауыр сирҙән иртә өҙөлгән һеңлемде һағынғанда, гел шуны ҡуйып, ҡайғы-хәсрәт тулҡынына биреләм, түгелеп илайым. “Шуны ғына тыңлайһың да, үҙеңде ҡулға алаһың, артабан һис бер ни булмағандай, ҡайғы-хәтәрҙең ни икәнен белмәгәндәй йәшәйһең”, – тип үҙемә ҡайғы бушатырға сикле ваҡыт бирмәһәм, йөрәгем ярылып шартлар сиккә етә – ҡысҡырыуҙан саҡ түҙәм. Минең ише иң яҡын кешене юғалтыу һағыштарынан өҙөлгән күңел ептәрен ҡат-ҡат ҡабаттан ялғап йәшәүселәр аҙмы ни?! Бихисап...

Иң ҡурҡыныс уттарҙа ғәзиз балаҡайҙарын үҙҙәренән алда ер ҡуйынына оҙатҡан ата-әсә яна. Улар кисергәнде бер кемгә лә татырға яҙмаһын. Күңелдәрендә юғалтыуҙан хасил булған бушлыҡты бер кем дә, бер ни ҙә тултыра ла, һөйөклө кешеләрен алмаштыра ла алмаясаҡ – шул турала уйлаһаң да, сәс үрә торорлоҡ. Уларға сабырлыҡтар ғына теләргә ҡала, сөнки йыуатыу һүҙҙәре лә, яралы йөрәкте тулыһынса имләр дауалар ҙа юҡ. Урта йәштәрҙәге бер әсә:
– Йәнемдең, тәнемдең ҙур өлөшө һөлөктәй улым менән бергә үлде, – тип һөйләгәйне. – Йылмайһам да, көлһәм дә, ул өлөшөм үле килеш ҡала. Ҡарамаҡҡа һис бер сәбәпһеҙ, ниндәйҙер ҡыҙ арҡаһында, үҙ иркендә яҡты донъя менән бәхилләшкән баламды уйлап, аҡылдан яҙыр сиккә етәм. Бирешмәҫкә сирле баланы ҡарау ярҙам итә. Сирле бала һинең һәр минут иғтибарыңды талап итә, бер мәлгә лә хис-тойғолар һаҙлығына батырға форсат бирмәй. Ҡайһы ваҡытта шул бала, ағайым урынына мин үлһәмсе, тип илай: “Мин һиңә артыҡ ауырлыҡ, баҡма булып тыуғанмын”. Хатта үҙем дә, арыуым үҙәгемә үткәндә, бәләкәйе урынына өлкән улым тере булһасы, тигән уйҙарға барып төртөлөп, шунда уҡ Хоҙайҙан кисереү һорайым. Ошо баланан да яҙһам, йәшәүҙең төптө мәғәнәһе ҡалмаясаҡ.
Ә бит уның сирле балаһына табиптар күп булһа тағы тиҫтә йыл ғүмер вәғәҙәләй. Әммә йәшәү мәғәнәһен әсә булыуҙа күргән ҡатын был турала уйларға ла ҡурҡа. Тиҙерәк үҙ ишен табып, яңынан кейәүгә сығып, тағы берәй бала табып өлгөрһә ярар ине, тип ихлас теләйем. Ләкин икенсе балалары зәғиф тыуып, ире уларҙы ҡалдырып киткәс, ҡатындың йөрәге ҡырҡ йоҙаҡҡа йомолған, ирҙәрҙе үҙенә яҡын да юлатмай. Бөтә ауырлыҡты яңғыҙ күтәрә. Көслө ҡатын, тиҙәр уны барыһы ла. Тыштан көслө күренеп, эстән нисек һыҙыуын бик һирәктәр белә.
Шулай тыштан ныҡ булып күренеп, эстән үҙәккенәләре өҙөлгән әсәләрҙең береһе менән һөйләшеп киттек. Һөйөп туйғыһыҙ ҡыҙын күҙ асып йомған арала юғалтҡан әсә: “Мин кемгәлер һөйләргә тейеш һымаҡ инем. Ул кеше һин булғанһыңдыр”, – тип һүҙен башланы:
– Беҙҙең Гөлнур* исемле ҡыҙыбыҙ бар ине. Кинәт һәләк булды. Ғаиләбеҙ өсөн уңалмаҫлыҡ яра. Барыһы ла бик ныҡ ҡайғырҙы. Мин генә ул, йәнәһе, көслө кеше... Шул тиклем күп уйландыммы икән, ҡыҙым йыш ҡына төшөмәме, өнөмәме инә торғайны. Шулар араһында бер нисәүһе сәйер. Теге донъя барҙыр ул, ысынлап та. Ҡырҡына тиклем кешенең йәне килеп йөрөй тигәнгә дәлил булыр һөйләгәнем.
Шул ҡырҡ көн эсендәге бер иртәлә өйҙә яңғыҙым ҡалғайным. Ирем команди­ровкаға киткәйне. Гел ҡайғылы йөрөйөм, уяныу менән тәүге уйым – Гөлнур. Шулай бик оҙаҡ булды. Шул иртәлә тәҙрә яғына боролоп ятҡанмын да йоҡоға талғанмын. Бер ваҡыт ишетәм, арт яҡтан шап-шоп атлап (тапочкала кеүек) килде лә Гөлнур: "Эй-й, әсәйемде!" – тип яурыныма шәл япты. Йылы ғына! Мин тертләп уянып киттем дә, әйләнә һалып ҡараһам, бер кем дә юҡ. Яурындарымда шәл дә юҡ, йылыһы ғына ҡалған. Ырғып торҙом, быға тиклем булмағанса күтәренке кәйеф менән эшкә йыйына башланым. Биҙәнештерҙем, кейендем. Автобусҡа ултырып киттем. Тәғәйен туҡталышта төшөп ҡалып, эш яғына ыңғайланым. Һаман шул уҡ һәйбәт кәйефтә! Юлдың уртаһына барып еткәс, шып туҡтаным, иҫкә төштө: Гөлнур юҡ бит! Шунда тороп, өнһөҙ генә иланым...
Шул ҡырҡ көн эсендә булған тағы бер хәл. Ял көнө. Уяндыҡ. Ирем гәзит ҡараштыра. Мин, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡайғылы уйҙа, ята бирәм. Бер ваҡыт ниндәйҙер тауыштар ишетәм. Ҡош тауыштары икән! Инде матур итеп һайрашалар! Тәүҙә мин, улым менән киленемме әллә, тип уйланым: “Юҡ та, улар ҡайтып китте. Был Гөлнур ҡыҙым менән Иҙел тигән егет бит!” Һәм шул уҡ мәлдә “зыйп” итеп ҡайҙалыр олаҡҡан һымаҡ булдым да, төҫһөҙ һауа һымаҡ бушлыҡта дивандың бер ҡырыйында ғына саҡ тотоноп ултырам икән, тим. Ә теге яҡ осонда ситтән Гөлнур, уның эргәһендә Иҙел. Уларҙың араһында ниндәйҙер томан һымаҡ йәшкелт пәрҙә. Гөлнур ҡулдарын туп-тура ғына итеп тубыҡтарына һалған. Кейеме шул уҡ. Иҙел ҡыбырлай, аҡ футболкала, сәстәре елберләп тора. Улар үҙ-ара ниҙер һөйләшә. Шул тиклем ишеткем килә! Гөлнур: “Миңә бында рәхәт тиһеңме әллә? Һине дауалайҙармы һуң? Нимә эшләйҙәр?” – ти. “Витаминмы шунда”, – ти Иҙел. Һәм Гөлнурҙың яғына эйелеберәк, эй, Гөлнур, беҙ бит тере түгел – үле, тине. Мин “келт” итеп үҙ урынымда уянып киттем. Барыһы ла өндә булған кеүек, шундай һәйбәт иҫләйем!
– Мин йоҡланыммы ул? – тим иремә.
– Эйе, йоҡлап киттең шул, – ти.
– Оҙаҡмы?
– Юҡ, бер-ике минут, – тине.
Күргән-ишеткәнемде уға һөйләнем. Башҡа уй килде: мәсеткә барырға! Ул эргәлә генә. Күҙ асып йомған арала барып та еттек.
Хәҙрәттең бүлмәһендә ошо хәлде һөйләнем.
– Бына бит, кеше ышанмай, теге донъя бар тигәнгә, ә бит һин шунда булып ҡайтҡанһың, – тине.
– Башта кеше теге донъяға эләккәс, үҙен иркен тота алмай, шуға ҡул-аяҡтары ҡыбырламай. Әллә Гөлнур Иҙелде алып китергә уйлаймы икән? – тип өҫтәне.
Ә Иҙел ауыр хәлдә дауаханала. Киттек шунда. Иҙелдең эргәһендә атаһы ултыра ине. Уға төштө һөйләмәнек.
– Хәле нисек? – тип һораныҡ.
– Хәле ни шул көйөнсә. Тик бөгөн бына ныҡ тынысһыҙланды, карауаттан ҡолап төшә яҙҙы, – ти.
– Сәғәт нисә ине? – тим сабырһыҙлана яҙып.
– Туғыҙ ине, – тине.
Тап шул туғыҙҙа мин үҙемдән сығып ҡайҙалыр “йөрөп” килдем! Был төштө шулай аңланым: Гөлнур бик ныҡ Иҙелде ҡайғырта, ярҙам итеүемде һорай.
Ошо фажиғәнән һуң инде йыл үтеп китте. Ғаиләбеҙ менән икенсе ҡалаға күсергә йыйынып бөттөк, ирем шунда эшкә урынлашты. Мин фатирҙы һатыу өсөн тороп ҡалдым.
Өйҙә шыҡһыҙ, ҡайтҡы ла килмәй. Килеп тороп эш тә күп. Эштә һуңғаса ултырам. Хәҙер үҙем дә аптырайым, нисек ҡурҡмағанмындыр?.. Бер нисә ҡатлы йорт, аҙаҡҡы ҡатта – беҙҙең ойошма. Беренсе ҡатта төнгө ҡарауылсы ла һуңғы ҡатта мин. Башҡа бер әҙәм дә юҡ. Тынлыҡ. Бер кем мәшәҡәтләмәй, эшлә лә эшлә генә! Әйткәндәй, шул көндәрҙә емереп эшләгәнмен, ҙур күләмдәге эште ҡыҫҡа арауыҡта атҡарып сығарғанмын.
Төн еткәнен дә аңғармай, эшкә күмелеп ултырғанда телефон шылтыраны. Аптыраным: “Төнгө беренселә кем шылтырата икән?” Моғайын, яңылышҡандарҙыр, тип тәҙрә янындағы телефонға ыңғайланым. Трубканы алғас, ғәҙәттәгесә, алло, тинем. Бер аҙ тынлыҡтан һуң ап-асыҡ итеп кемдер: “Әсәй!” – тине. Мин ипләп кенә трубканы һалдым. Нишләптер яуапламаным. Урыныма шаҡ ҡатып барып ултырҙым: “Кем төн уртаһында әсәһен эҙләй икән? Бер хеҙмәттәшемдең балалары баш­ҡортса һөйләшә, тик улар – малайҙар. Ә был ҡыҙ тауышы...” Шундай таныш тауыш. Һаман барлаған булам: “Икенсе хеҙмәт­тәшемдең дә малайҙар, етмәһә, урыҫ теллеләр”. Ҡолағымда һаман яғымлы ла, борсоулы ла, шундай таныш ауаз: “Әс-сәй!” “Динара әле йәш, кейәүҙә лә түгел, – тип хеҙмәттәштәремде барлауымды дауам итәм, – Соня мәрйә...”
Әллә ниндәй хәлдә ҡағыҙҙарымды йыйыштырҙым да такси саҡырттым.
Таксиҙа артҡы урында ултырам, ҡолаҡта: “Әс-сәй”, – тигән яғымлы тауыш. Ҡыҙымдың тауышы! Урамдар тып-тын. Таксист та бер һүҙ өндәшмәй. Ҡайтып индем буш өйөмә. Күңелдә бушлыҡ. Гөлнурым юҡ. Ә тауышы ҡайҙан?! Шылтыратыу булды бит! Кемгәлер һөйләһәң дә, ышанмаҫтар.
Һуңынан “Экстрасенстар алышы” тапшырыуында шундайыраҡ хәл тураһында һөйләнеләр. УЛАР шулай итә ала икән! Ҡыҙым мине ҡыҙғанған, йәлләгәндер. Белмәйем, нисектер, әммә шылтыратты. Мин үҙем шаһит был хәлгә. Балаҡайым минең...
Теге донъянан үҙен белгертергә тырышҡан балаһына бәйле шундайыраҡ хәл тураһында фельдшер ҡатын да һөйләне:
– Смена аҙағына яҡынлашты. Инде тыныс ҡына сменаны тапшырып, ҡайтып тәгәрәргә ине, тигән уйҙарҙа телевизор ҡарап ултырабыҙ. Тик диспетчер сираттағы саҡырыуға беҙҙе ашыҡтырҙы: “Унда авария!” Шул мәлдә йөрәгем ҡыҫып ауыртырға кереште. Беренсе тапҡырмы ни, үҙеңде ҡулға ал, тип машинаға сығып ултырҙым. Беҙ барып еткәнсе, ҡотҡарыусылар алдараҡ өлгөрөп, тимер-томор өйөмөнә әйләнгән машинаны ҡырҡып маташа ине, беҙгә саҡ ҡына көтөргә ҡуштылар. Алғы урында таныш сағыу куртканы күрҙем дә, ҡалай минең малайҙыҡына оҡшаған, тип уйланым: “Улыма шылтыратып, уятырға кәрәк, дәресенә һуңламаһын”. Телефонды алып, уның номерын йыйҙым. Көй металлоломға әйләнгән машинанан ишетелде... Алғы пассажир урынында ҡыҫылып һәләк булған үҫмер минең балам ине... Артабан ни булғанын да йүнләп хәтерләмәйем. Терелтергә маташтым... Шул уҡ мәлдә үҙемде ҡулда тоторға... Һин бит өйҙә булырға тейеш инең, нишләп сығып киттең, тип көйҙөм...
Улыбыҙҙы ерләгәс, ҡурҡыныс депрессия башланды. Бер төн уртаһында уяндым да балконға сыҡтым. “Бишенсе генә ҡат. Асфальтҡа баш менән түбән осорға кәрәк”, – тип битараф ҡына уйлап, инде тәҙрәне шар асҡас, аш бүлмәһендә өҫтәлдә ятҡан телефоным шылтыраны. Төнгө һиллектә тауышы үтә көслө яңғыраны. Барып ҡараһам – улымдың исеме! Трубканы алып, иҫәр кеше кеүек: “Улым, улым, һин ҡайҙа, һин тереме? Ҡайт!” – тип ҡысҡырырға тотондом. Телефон сытыр-сытыр итте лә, улымдың тауышы ишетелде: “Кәрәкмәй”. Һәм телефондың заряды бөтөп һүнде. Ирем килеп сыҡты, утты ҡабыҙҙы: “Кем шылтыратты ул? Ни булды?” Ҡалтыранып, илап, бер ни әйтә алмайым, телефонды уға күрһәтәм: “Бына, бына...” Аҙаҡ ҡына бер аҙ һөйләшерлек рәткә килдем, ни булғанын һөйләп бирҙем. Ирем менән икәүләп иланыҡ... Аҡылдан яҙғанмындыр, тиер инең, ирем дә телефондың шылтырауын ап-асыҡ ишетеп уянған. Ләкин һуңынан телефонда был шылтырау тураһында яҙыу булманы, элемтә үҙәгендә лә операторҙар, шылтыратыу булмаған, тине. Улыбыҙҙың телефоны өйҙә һүнек ята ине. Был ни булғандыр, белмәйем. Әммә улым мине үлемдән араланы. “Кәрәкмәй”, – тигән һүҙе гел ҡолаҡ төбөндә яңғырап тора.
Берҙән-бер ун алты йәшлек улдарын юғалтҡан ир менән ҡатын йәшәгән ерҙәренән ҡубып, икенсе төбәктә төйәкләнгән, уллыҡҡа ике бала алып тәрбиәләй. Фельдшер әсә үҙ һөнәрен алыштырып, диспетчер булып эшләй. “Берәй көн балам тағы шылтыратмаҫмы, тип минут һайын көтәм, тауышын булһа ла ишетергә ине, тип зар-интизар булам. Нисә йыл үтһә лә, йөрәк яраһы бөтәймәй, һыҡрап тик тора”, – ти ул, әрнеп. Ә минең күңелде һағышлы йыр өтә: “Етеле шәм яҡты яна, эсендә майы булһа...”
.
* - Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.
Читайте нас: