Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
10 Май 2021, 08:21

Аманатҡа итмә хыянат

“Гөлсинә, нисәмә йылдар үткәс иҫенә төшөргән был, тип аптырама инде. 25 йыл элек булған ысынбарлыҡты бөгөн генә белеп ҡалдым да, һинең менән һөйләшеп алырға кәрәклеген аңланым. Ошо арала Стәрлетамаҡҡа юлым төшә, осрашайыҡ әле. Телефон номерыңды яҙһаң, шылтыратырмын...”

Гөлсинә ноутбук экранына текәлеп, ҡатып ҡалды. Йылдар буйы оноторға тырышҡан, барлыҡ тормошоноң аҫтын-өҫкә килтергән, яҡты хыялдарын юҡҡа сығарған үткәндәре бөгөн килеп шулай сәләм бирер, тип уйламаны ул. Төндәр буйы һағыныуҙан әрнеп, илап сыҡҡанда ла ул Салауатты ҡәһәрләй, ҡарғай алманы. Тәүҙә осрашыуға өмөт итте, көттө. Аҙаҡ киреһенсә, яйға һалына башлаған тормошон емереүҙән ҡурҡып, Хоҙайҙан юлдарының киҫешмәүен теләне. Быға тиклем ишетте уны юғары көс. Тик бына бөгөн “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенә ошо хат килеп төштө. Яратмай Гөлсинә был “ауҙы”. Теркәлергә теләмәйенсә әллә күпме киреләнеп тә йөрөнө. Тик ул эшләгән шәхси компания реклама һылтауы менән барлыҡ хеҙмәткәрҙән социаль селтәрҙәргә теркәлергә бойорҙо. Һуңғы арала, пандемияны сәбәп итеп, оперативка ла үткәрелмәй, барлыҡ аралашыуҙар чат аша башҡарыла ине. Шуға ла ярты йыл элек Гөлсинә лә үҙен интернет киңлектәренә теркәне. Ике сәғәт тә үтмәне, туғандары, ауылдаштары, хеҙмәттәштәре, таныштары дуҫлыҡ тәҡдим итә башланы. Бына бит, йәшлек ауазы булған тәүге мөхәббәте – Салауат та, кәрәк булғас, уны тап ошо селтәрҙән тапҡан.
Сәхифәнең фотоһы булмаһа ла, исем-шәрифтәре тулыһынса яҙылмаһа ла, Гөлсинә уның тап йәшлектәге һөйгән йәре икәнен һиҙҙе. “Салауат Юлай улы...” Ҡатын хәбәрҙән тура уның шәхси битенә инеп китте. “5 ноябрь, 1975 йыл...” Эйе, тыуған көнө менән йылы ла тап килә. Ә нимәгә кәрәкте икән уға был осрашыу? 25 йыл элек, унан ҡош телендәй генә сәләм, йылы һүҙ көткән саҡта юҡҡа сыҡҡан кешенең бөгөн килеп хәбәр яҙыуы аптырата. Намыҫы ҡуҙғалып, ғәфү үтенергә теләйме? Әллә, киреһенсә, ниндәйҙер дәғүәләрен белдерергә итәме? Хәйер, ниндәй дәғүә булырға мөмкин һуң? Гөлсинә уға ҡарата бер генә хилафлыҡ та эшләмәне бит. Барлыҡ һынауҙы бер үҙе күтәрҙе. Ә бит күршеһендә йәшәүсе Райхана әбей әллә күпме тыҡыны: “Һеҙҙең йөрөүегеҙгә бөтә ауыл шаһит. Ата-әсәһенә бар, улар ҡабул итмәһә, хәрби комиссариатҡа барып ғариза яҙ. Кәрәк икән, ҡайтарырҙар, кәрәк икән, яҙҙырырҙар. Илдә етем арттырма! Ата-әсәйеңде лә тыңлама. Улар ни, ояттан ҡурҡа, ә гонаһын уйламай!” Тик Гөлниса ғорур булырға теләне. Йәнәһе, һөймәгәнгә һөйкәлмәй, инәлмәй. Инәлмәне лә бит, тик ғүмерлек үкенес һәм гонаһ алды башына.
Үҙ ауылындағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, Гөлсинә 5-се класҡа күрше ауылға барҙы. Оҙон ҡара сәсен ике толомлап үргән, ҡыйылып киткән ҡара ҡашлы, түңәрәк йөҙлө, йәшел күҙле ҡыҙҙың үҙенсәлекле матурлығы шул саҡта уҡ айырылып тора ине шул. Бер юлы 8-селә уҡып йөрөгән дүрт малай, хистәрен белдереп, уға хат остоғо ебәрҙе. Тәүҙә ғәрләнеп илаған булды ҡыҙсыҡ. Етмәһә, берәүһенең оло класта уҡыған апаһы белеп ҡалған да, күргән һайын Гөлсинәне, килен, тип йонсотто. Тора-бара ҡыҙ иғтибарға күнекте. Хатта араларында «иң-иң» булып тойолған Салауат менән дуҫлашып та китте. Спортта алдынғылыҡ бирмәгән ныҡышмал, сәмле малай ине ул. Каникулдар мәлендә, айырыуса йәйгеһен, район үҙәгенә һөт ташыған колхоз машинаһына ултырып, Гөлсинәләрҙең ауылына килеп етә. Шофер һөттө тапшырып, алай-былай йомоштарын эш итеп килгәнсе 2 – 3 сәғәт ваҡыт үтә. Шул арала ҡыҙ менән малай ҡапҡа төбөндә байтаҡ һөйләшеп ултыра. Атаһы өйҙә булмағанда Гөлсинә уны сәй эсергә саҡырғаны ла булды. Ә 9-сы класты тамамлаған йылда Салауат комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләп, мотоцикл һатып алды. Ҡара ер асылғандан алып ҡар ятҡансы ял һайын 13 кенә йәшлек һөйгәнен ауылына үҙе йөрөтөр булды.
Гөлсинә, ысынлап та, бик һылыу ҡыҙ булып буй еткерҙе. Йөрөгән егете барлығын белеп тә, оҙатырға теләүселәр, дуҫлыҡ тәҡдим итеүселәр табылып торҙо. Ул мәктәпте тамамлағанда Салауат педагогия училищеһының 3-сө курсын тамамлағайны инде. Егеттең: “Быйыл уҡ өйләнешәйек!” – тигән тәҡдименә ҡыҙҙың ата-әсәһе ҡаршы төштө:
– Исмаһам, әрме хеҙмәтен үтеп ҡайт. Диплом алып эшкә урынлашмай тороп, туй тип ауыҙ ҙа асмағыҙ!
Шул мәлдә йәштәр тәүге тапҡыр һүҙгә килешеп алды. “Һин ныҡышмалыраҡ булһаң, ризалыҡ бирерҙәр ине!” – тип үпкәләне егет һөйгәненә. Етмәһә, Гөлсинә Салауат белем алған ҡалалағы юғары уҡыу йортона конкурстан үтмәне. Ярай шул йылды һәр мөйөштә тиерлек иҡтисад факультеты асылып, ҡыҙ Өфө вузының студенты булып китте. Йәштәрҙең араһын башлыса хаттар бәйләне. Гөлсинә егетен юғары белем алырға, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға килергә өгөтләне. Тик Салауаттың үҙ хыялдары бар ине: “Уҡытыусылыҡ минең һөнәр түгел икән ул. Йәл, һуңлап аңланым. Уҡыуҙы ташларға ла булыр ине, дүрт йылым әрәм. Бер йыл ҡалғас тамамлайым инде, диплом ҡамасауламаҫ. Әрмегә барып ҡарайым әле, бәлки, хәрби карьера эшләрмен. Көрәш һәм еңел атлетика буйынса ярыштарға йөрөйөм бит, шунда Пермь хәрби институтының әҙерлек бүлегенә саҡырҙылар. Шуға күрә беҙгә бер аҙ айырылып торорға тура килер, моғайын...”
“...Айырылырға сәбәп юҡ. Һин әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтыуға миңә диплом алыуға бер генә йыл ҡала. Ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсәм дә, һинең менән бергә Пермь ҡалаһына юлланам. Моғайын, хисапсылар унда ла кәрәктер...”
“Рәхмәт, Гөлсинәм. Ул турала мин дә уйлағайным. Һин риза икән, тимәк, беҙ мәңге бергә буласаҡбыҙ!..”
– Эй, хыялый булғанбыҙ ҙа һуң! Мәңге бергә, имеш! Ә үҙең бер ҙә юҡҡа үпкәләп, араны өҙҙөң. Етмәһә, иң ауыр мәлдә... – Гөлсинә хәтирәләр ебен өҙөп, ноутбугын һүндереп, йоҡларға ятты. Әлдә генә ире бөгөн өйҙә түгел, юғиһә барыһын да уға аңлатырға тура килер ине. Һөнәре буйынса табип ул, һуңғы йылда эше артҡандан-арта бара. Бөгөн дә төнгө дежурҙа. Барлыҡ булмышын – үткән хаталары, гонаһтары менән ҡабул иткән иренә Гөлсинәнең хыянат иткеһе килмәй. Хатта уйында ғына булһа ла. “Салауат осрашырға тәҡдим итә, моғайын, бала тураһында һорашҡыһы киләлер”, – тиһә, белеп тора, ире ҡаршы килмәйәсәк. “Осраш, барыһын да һөйләп бир. Уның белергә хаҡы бар...” – тип үҙе үк өгөтләй башлаясаҡ. Бигерәк изге күңелле шул Рөстәме. Тик Гөлсинәнең Салауатты бөтөнләй күргеһе килмәй. Үҙ-үҙенә ышанмай шул. Ныҡ яратты бит. “Ул мөхәббәт күптән үтте инде...” – тип йөрөһә лә, осрашҡас, нимә булырын күҙаллап булмай. Теге саҡта ла башын юғалтты... Гөлсинә ҡабат хәтирәләргә бирелде.
“Салауат Өфөлә икән. Яңы ғына “Үҙәк баҙар” туҡталышында күрҙем. Дуҫы менән ике ҡыҙ эйәртеп алғандар”. Класташы Клара бүлмәгә башын тығып ҡына ошо хәбәрҙе әйтте лә юҡҡа сыҡты. Гөлсинә, ентекләп һорашайым, тип эҙләп бүлмәһенә барһа ла, тапмай ҡайтты. Тиҙ генә кейенеп, Үҙәк баҙарға юлланды. Тик төнгә тиклем шул тирәлә йөрөһә лә, Салауатты осрата алманы. Киләһе аҙнаһында 1 Май байрамы ине, йома етеү менән ҡыҙ ауылға юлланды. Һөйгәне килеү менән туранан-тура күңелен өйкәгән һорауҙы йөҙөнә ҡарап бирҙе:
– Хат һайын, һине яратам, һағынам, тип яҙаһың. Ә үҙең Өфөлә булып та, миңә килергә теләмәнеңме? Әллә яныңдағы ҡыҙҙар менән осрашырға килгәйнеңме?
Салауат, аптырап, ҡыҙға текәлде:
– Беренсенән, мин һиңә барғайным. Үҙең өйҙә булманың. Клара янына инеп, оҙаҡ ҡына көтөп ултырҙым да команда янына киттем. Клара хатты тапшырманымы ни? Икенсенән, беҙ ярышҡа барҙыҡ. Командала педучилищенан 8-әр ҡыҙ һәм егет булдыҡ. Тик беҙ дуҫтар ғына! Дөрөҫөн әйтәм, һинең янға барырға теләмәнем. Яратмағанға түгел. Ә ярыш алдынан организмға ауыр булмаһын өсөн. Төнө буйы йоҡлай алмаҫ инем. Шулай ҙа, бер аҙ һөйләшеп ултырһаҡ, тип барырға булдым.
– Ә мин Үҙәк баҙар янында төнгә тиклем һине эҙләп йөрөнөм... – Гөлсинә шиктәре буш булыу шатлығынан Салауатты ҡосаҡлап алды. – Ә ниңә беҙҙең осрашыу һинең организмыңа ауыр тәьҫир итә?
– Кейәүгә сығырға ризамын, тип хат яҙған булаһың. Ә үҙең шуны ла аңламайһың, – Салауат һөйгәнен ҡайнар ҡосағына нығыраҡ ҡыҫты. – Мин бит инде күптән һине теләйем. Үҙемде тыйыр өсөн күпме көс кәрәккәнен үҙем генә беләм. Яныңдан ҡайтам да төндәр буйы йоҡлай алмайынса ятам...
– Ә ниңә тыяһың һуң? Күптән инде бәлиғ булғанбыҙ. Мин бит һине яратам, барыбер бергә буласаҡбыҙ... – Гөлниса Салауатты шашып-шашып үбергә тотондо. Булған ҡыйыулығын йыйып, күлдәгенең өҫкө төймәләрен ысҡындыра башланы. Егет тәүҙә уны ла, үҙен дә тыйырға тырышып, ҡулы менән ҡыҙҙың бармаҡтарын эләктереп алды. Әммә сабырлығы етмәне – ҡыҙ башлаған ылыҡтырғыс иркәләүҙе үҙе үк дауам итте...
– Мин, туйға тиклем һиңә теймәйем, тип үҙ-үҙемә һүҙ биргәйнем. Ашығырға ярамаҫ ине. Әллә диплом алғаныңды көтмәй, яусылар ебәрәйемме?
– Әсәйемдәр барыбер риза булмаҫ. Ә өйләнешеүгә килгәндә, ике йыл ғына ҡалды бит. Әрме хеҙмәтен үтеп ҡайт...
– Ә һин мине көтөрһөңмө? Башҡалар әүрәтмәһә ярар ҙа бит!
– 5-се кластан бирле әүрәтә алманылар бит. Бынан һуң да ҡулдарынан килмәҫ...
Гөлсинә Өфөгә ҡанатланып барҙы. Ул инде үҙен Салауаттың ҡатыны итеп тоя ине. Быға тиклем хис-тойғолары күңелен генә ҡанатландырһа, хәҙер иһә йәне-тәне менән һөйөүҙе татыны. Ир менән ҡатын араһындағы серҙе белде ул.
Клара класташы уның һорауҙарына ғәжәпләнеп ҡалды:
– Һуң, Салауаттың бында һине көтөүен әйтергә, тип үҙем әллә нисә бүлмәңә килеп киттем дәһә. Кискә тиклем ҡайтманың. Иртәнгеһенә ҡалдырған хатын һеҙҙең ишеккә ҡыҫтырып киттем. Алманыңмы ни? Аҙаҡ күрешеп өлгөрмәнек, ауылға ҡайтып киттең. Әгәр хат һиңә барып етмәгәнен белһәм, мотлаҡ яныңа килеп китер инем. Бүлмәңдәге ҡыҙҙарҙың береһе алғандыр ҙа бирергә онотҡандыр, моғайын.
Һөйгәне менән осрашып аңлашҡас, Гөлниса хат тураһында һорашып торманы. Бәхеттең етенсе ҡатында йөрөгән кеше өсөн ундай мәсьәләләр сүп кенә кеүек тойолдо. Ә алда уларҙы йәмле йәй көтә. Кем белә, бәлки, өйләнешеп тә ҡуйырҙар. Каникулға ҡайтҡанында мотлаҡ ата-әсәһе менән был турала һөйләшеп ҡараясаҡ. Ә риза булһалар, Салауатҡа әйтергә лә була. Көҙгә хәрби хеҙмәткә саҡыртһалар, ул ир ҡатыны булып ҡаласаҡ. Стипендияһынан йыйған бер аҙ аҡсаһы ла бар. Бик алыҫҡа ебәрмәһәләр, ире янына осрашыуға ла барып килә алыр ине...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гөлнисаның хыялдары тормошҡа ашмай ҡалды. Саҡырыу ҡағыҙы көҙ килер, тип йөрөһәләр ҙә, диплом алған көндә үк Салауатты хәрби комис­сариатҡа саҡырҙылар. Һәм дүрт көндән район үҙәгендәге саҡырыу пунктына килеп тә етергә ҡушылды. Ярай, был турала осраҡлы ғына белгән Клара Гөлнисаны ауылға ҡайтырға өгөтләне.
– Кискеһен клубҡа сыҡһа, һинең ҡайтыуыңды уға әйтермен. Ә инде үҙен күрмәһәм, һеңлеһе аша хәбәр итермен. Оҙатыу табынына һине алып ҡайтып, ата-әсәһенә күрһәтер, тип уйлайым. Әгәр килеп алмаһа, үҙең беҙҙең ауылға килерһең. Беҙҙә ҡунып ҡала алаһың. 3 июлдә юлға сыға, тимәк, 2-дә һин беҙҙең ауылда булырға тейешһең...
Шул саҡта Гөлсинә һабаҡташына серен сисергә булды:
– Клара, әгәр бара алмаһам, зинһар, Салауатҡа әйт – мин унан ауырлымын. Мотлаҡ күреп китергә тырышһын. Бик булмаһа, 23 июлдә район үҙәгенә, саҡырыу пунктына барырмын.
Клара аптырап ҡалды:
– Нисек инде ауырлы? Хәҙер нимә эшләргә йыйынаһың?
– Белмәйем...
– Бәлки, аборт эшләтерһең? Район үҙәгендә минең бер туған апайым гинекология бүлегендә эшләй, беләһең...
– Тәүҙә Салауат менән осрашам әле. Бәлки, көнөндә булһа ла никах уҡытып өлгөрөрбөҙ...
Ауылға ҡайтып, күпме генә көтһә лә, һөйгәне килмәне. Оҙатыу табынына ла килеп алманы, хатта хушлашманы ла. Район үҙәгендә лә уны күңелһеҙ хәбәр көтә ине: Салауаттарҙың төркөмө 23-өндә түгел, ә 22-һе үк Өфөгә юлланған. Тәүҙәрәк Клара Салауатты күреп өлгөр­мәгәндер, тип өмөтләнде ҡыҙ. Тик һабаҡташы ҡот осҡос хәбәрҙе еткерҙе.
– Мин уны ҡайтҡан көндө үк осратып, ауылда икәнеңде әйттем һәм һинең сәләмеңде еткерҙем. Тик ул был хәбәргә ҡыуанманы, киреһенсә: “Гөлсинә мине шулай бала менән үҙенә бәйләргә теләйҙер, тип уйламаным. Белгән булһам, тырнаҡ менән дә теймәҫ инем”, – тине. Етмәһә, ул бала ысынлап минекеме икән, тип һораша башланы. Ныҡ ҡына әрләштек, һүҙгә килешеп бөттөк. Шуға үҙем дә оҙатыу табынына барып торманым. Ғүмерҙә лә уны шундай яуапһыҙ, үҙ-үҙен генә яратҡан кеше, тип уйламаным. Ун йыл буйы яратҡан кешеңдең бындай ҡылығын кисереүе ҡыйын, әлбиттә. Шулай ҙа сабыр булырға тырыш. Әле һиңә киләсәгеңде уйларға, тормошоңдо яйға һалырға кәрәк. Тиҙ арала баланан ҡотол. Юғиһә һуң булыуы бар...
Гөлсинә көтөлмәгән хәлдән шаңҡып ҡалды. Һөйгәненең был һүҙҙәренә ышанырға теләмәне. Хәлен аңлатырға ата-әсәһенән оҙаҡ ҡына ҡурҡып йөрөнө. Үҙе почта килгән һайын Салауаттан хат көттө. Әсә кеше ҡыҙының ауырлы икәнен һиҙеп ҡалғанда һуң ине инде. Табиптар аборт яһауҙан баш тартты. Өйҙә янъял ҡупты. Бигерәк тә атаһы асыулы ине ҡыҙына. “Үлтерәм!” – тип ташланғайны ла, әсәһе аралап ҡалды. Ҡыҙына тип күтәрелгән йоҙроҡ уға эләккәс, ир ҙә бер аҙ һүрелә төштө. Теш араһынан ғына: “Үҙе беләме?” – тип һорап ҡуйҙы.
– Эйе. Тик ул армияға китте. Һәм баланың тыуыуын теләмәй...
Ҡыҙының был һүҙҙәрен ишеткәс, ул ҡабат ярһыны. Ярай, был юлы йоҙроҡтарын эшкә ҡушыуҙан тыйылып ҡалды.
– Ишкәнһегеҙ икән ишәк сумарын! Мөхәббәт, мөхәббәт, тип шырҡаңдап йөрөп, хәҙер бөтә донъяға беҙҙе рисуай иттегеҙ. Ояты ни тора! Нәҫелдә, ауылда булмаған хәл! Ғәрлегеңдән аҫылынып үлмәле бит! Нисек кеше күҙенә күренергә? Ярай, ҡасып өлгөргән, юғиһә хәҙер үк барып үҙен үлтерер инем. Башҡаса был йортта ул эттең исемен атайһы булма. Ә бала менән нимә эшләргә уйлашырбыҙ, хәл итербеҙ! Бер кем белмәһен был хәлде!
Ул көндәрҙе иҫләһә, Гөлсинәгә хәҙер ҙә ҡурҡыныс булып китә. Шат күңелле, һәр саҡ йылмайып йөрөгән ҡыҙ үҙ-үҙенә йомолдо. Ихатанан да сыҡманы, бер кем менән дә аралашмаҫ булды. Өфө дауаханаһынан барып справка алды ла, уҡыуында бер йылға академик отпуск юлланы. Артабан нисек йәшәргә, баланы бер үҙем аҫырай алырмынмы, тигән һорауҙар менән яна ине ул. Тик ололарҙың үҙ планы булып сыҡты. Көндәр һыуыта башлағайны инде, атаһы ҡоро ғына һүҙ башланы:
– Ырымбур өлкәһендәге әрме дуҫым менән һөйләшеп килештек. Алдағы аҙнала уларға йәшәргә китәһең, 4 – 5 айға. Ҡатыны район хакимиәтендә эшләй, бөтәһен дә яйға һалырмын, тигән. Шунда иҫәпкә тороп, балаңды табырһың да, шунда уҡ ҡалдырырһың. Артабан Өфөгә юлланырһыңмы әллә ситкә китерһеңме, һөйләшербеҙ.
– Атай, мин уны үҙем үҫтергем килә!
– Шым! Үҙең үҫтергең килгәс, кешесә табырға ине. Кейәүгә сығып, ирле булып!
– Салауат ҡайтһа, уның менән осрашып, һөйләшеп ҡарармын. Ул мотлаҡ өйләнәсәк!
– Өйләнер булһа, киткәнсе үк сараһын күрер ине. Беҙҙең заманда яратҡан, ихтирам иткән ҡыҙҙы туйға тиклем һаҡлап йөрөй торғайныҡ. Ә инде бала яһап ҡасҡан икән, тимәк, үҙеңдә лә ғәйеп бар. Баланы үҙең үҫтергең килә икән, ике юл һиңә. Берәйһенә кейәүгә сыҡ йә булмаһа ситкә китәһең дә, үҙ йүнеңде үҙең күрәһең. Тик минең исемде бысратып, уйнаштан тыуған балаңды ҡосаҡлап, бында ҡайтып ултырма!
Оҙаҡ иланы Гөлсинә, ныҡ өҙгөләнде. Шул саҡта күршелә йәшәүсе Райхана инәһе Салауаттың ата-әсәһенә барып ҡарарға тәҡдим итте лә инде. Инәлгеһе килмәне, барырға ла оялды. Икенсенән, үҙенекеләр аңламағанды ситтәр уның хәлен аңламаҫ, тип уйланы. Бәлки, бәхетен һынап ҡарарға ла булғандыр. Тик ул атаһының һүҙен тыңланы. Ырымбур менән Ҡаҙағстан сигендә урынлашҡан районда йәшәүсе Илдар ағай менән Рәсимә апайҙарға күсеп китте. Балаһы тыуғас, унан баш тартты. Аҡ ҡына йөҙлө, йәшел күҙле ҡыҙ бала тапҡайны ул. Ҡулына ла тотторманылар. Ә дауахананан сыҡҡас, тура Өфөгә юлланды.
Бик оҙаҡ выждан ғазабы менән йәшәне Гөлсинә. Мөхәббәт тип ғазапланыу, Салауат тураһындағы хәтирәләр сүптәй генә тойолдо. Сөнки уны икенсе ут ялмап алғайны: үҙ балаңдан баш тартыу еңелдән түгел икән. Ата-әсәһенән алыҫлашты, дуҫтары ла булманы. 15 йыл шулай көн итте. Төндәрен бала илаған тауышты ишетеп уяныуҙар, урамдағы һәр сабыйҙы ҡосоп яратҡыһы килеп ашҡыныуҙар һәм, әлбиттә, бала табыу хәтирәләре... Ҡайғыһын баҫырға теләп, эсеп тә ҡараны. Тик иҫерек саҡта киреһенсә тағы ла нығыраҡ депрессияға бирелде. Үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла уйланы, бары тик ниндәйҙер эске көс уны был аҙымдан тыйҙы. Әле эшләп йөрөгән ойошмаға хисапсы булып урынлашҡас ҡына бер аҙ онотола башланы. Эш менән онотолорға теләп, һуңға тиклем ҡалып эшләне, ялдарҙа ла эшкә сығыуҙан баш тартманы. Дүрт йыл отпуск алмағаны ауырып киткәс кенә иҫенә төштө.
Ҡан баҫымы күтәрелеп, эштән «Ашығыс ярҙам» менән дауаханаға килтерҙеләр. Ире Рөстәм менән бында танышты ул. Табип булып эшләүсе ир байтаҡ йылдар элек тол ҡалған икән. Балалары үҫеп, ситкә таралышҡас, үҙенең яңғыҙлығын тойған. Ике аҙна дауаханала аралашыу аҙаҡ та дауам итте. Ике ай отпуск алып, Гөлсинә Кавказ тауҙарына сәйәхәт итергә ниәтләүен әйткәс, юлдаш булырға теләк белдерҙе. Һәм бына шунан бирле улар бергә. Сәйәхәт мәлендә ҡатын уға тормошон бәйән итте, илай-илай ҡалдырып киткән ҡыҙы тураһында ла һөйләне. Тыңланы, аңланы, ҡабул итте. Күңел әрнеүҙәре менән бүлешкәс, Гөлсинә лә бушанды. Өс йыл элек ата-әсәһе янына ҡайтып килделәр. Атаһы менән һүҙҙәре ялғанманы. Икеһе лә үҙҙәрен ғәйепле тоя ине. Әсәһе иһә ҡыҙының 20 йылдан һуң тыуған яҡтарына ҡайтыуына һөйөнөп бөтә алманы. Рөстәм менән атаһы тышта йөрөгән арала ҡыҙына әйтәһе хәбәрҙәрен дә еткерҙе.
– Ҡыҙың өсөн борсолма, балам. Рәсимә менән хатлашып торабыҙ. Бик матур ғаилә уны ҡыҙлыҡҡа алған. Һау-сәләмәт, бәхетле бала булып буй еткергән. Силәбе яҡтарында белем алып, шунда төпләнгән, ти. Беҙҙе ғәфү итергә тырыш, булдыра алһаң. Ауыл ерен беләһең, һәр ҡырын аҙымды күҙләп кенә торалар. Яманлығыңды битеңә бәреп әйтеп, йәшәргә ирек бирмәйҙәр бит. Аллаға шөкөр, тормошоң яйланды, үҙеңә тиң ир менән парлашҡанһың.
Гөлсинә Салауат тураһында һорашмай булдыра алманы.
– Һин беҙҙең менән араны бөтөнләй өҙгәс, атайың уға барып, тауыш ҡуптармаҡсы ине лә, гел тыйып торҙом. Ата-әсәһе мәрхүмдәр, ти. Ә үҙе ҡырҙа йәшәй икән. Өйләнгән, тинеләр. Артыҡ һорашҡан юҡ, Райхана әбей һөйләгәндән генә белә инем. Инде уның үлгәненә лә байтаҡ булды бит. Онот уны, балам. Ғәфү ит тә, күңелеңдән ебәр...
Ғәфү итте инде. Күптән. Тик бына нисәмә йылдан һуң, ни өсөн яҙып ята икән ул? Күргеһе килһә, хәлен белергә теләһә, ата-әсәһенә барып та һораша алыр ине. Хәйер, барыбер таба алмаҫ ине. Гөлсинә бит күптән үткәндәре менән хушлашып, барыһы менән дә араһын өҙгәйне. Шулай ҙа әсәһе: “Салауат килде, һине эҙләй ине...” – тиһә, күпкә еңелерәк булыр ине.
Ҡатын мең уй, борсолоу менән хәтирәләрен барлай торғас, йоҡлап китте. Иртәнсәк уянғанда ныҡлы ҡарарға килгәйне. Салауаттың хатына яуап бирмәҫкә, үҙен «ҡара исемлек»кә оҙатырға. Яраларҙы хәтирәләр менән ҡуҙғатыуы ла еткән. Аралашыу бер нимә лә бирмәй. Ваҡытты кире бороп булмай, ҡыҙын да ҡайтара алмай... Элек был турала уйланғаны булды ул. Тик үҙ теләге менән ҡалдырған баланы эҙләп, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе ҡайғыға, борсоуға һалғыһы килмәне. Аңлай алмауҙарынан ҡурҡты. Ҡыҫҡаһы, яҙмышына күнде...
Гөлсинә был хәлдәрҙән һуң бер аҙ уйланып йөрөнө лә, яйлап тынысланды. Тик ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, әсәһенең сираттағы шылтыратыуы тағы ла һиҫкәндереп ҡуйҙы.
– Класташың Клара һинең телефон номерыңды һорап, икенсегә килде. Теге көн һиңә әйтергә бөтөнләй онотҡанмын. Һиңә Салауат тураһында әйтәһе һүҙем бар, ти. Бирмәйем, тип ҡаты бәрелә алманым инде. Яман шеш менән ауырый икән. Әйтеүе буйынса, күп ҡалмаған. Һуңғы стадия...
– Инде килһә, бирерһең... – тиеүҙән башҡа сара ҡалманы уға.
Ҡабат килмәгән класташы. Һөйләшергә насип булмаған икән. Бары тик аҙаҡ әсәһе уның һуңғы сәләме булған хатын ғына тапшырҙы. Шаҡмаҡ дәфтәр битендәге ҡыҫҡа ғына хат уның яҙмышының яңылыштарын аңлатты ла бирҙе. Тик ул яңылыштарҙы төҙәтергә генә һуң ине.
“Гөлсинә, теге саҡтан һуң осрашырға насип булманы инде беҙгә. Тәүҙә шулай килеп сыҡҡанға шатландым. Сөнки бер туған апайым бала саҡтан Салауатҡа ғашиҡ ине. Уның мөхәббәт тип күҙ йәштәрен түгеүен күреп, һеҙҙе айырырға булып киттем. Тәүҙә Өфөлә уның ҡалдырған хатын тапшырманым. Аҙаҡ, әрмегә китер алдынан, һинең ҡайтыуыңды ла, ауырлы икәнеңде лә әйтмәнем. Киреһенсә: “Ул Өфөлә ҡалды, ошо арала икенсе егет менән йөрөй башланы”, – тинем. Ул бит әрмегә лә бер көн алдан китергә тейеш ине, юрамал был хаҡта һиңә һуңлатып әйттем. Осрашмағыҙ, тип тырыштым инде. Аҙаҡ әсәләренән, һин һорай, тип адресын алдым да, “Гөлсинә кейәүгә сыҡты ла, уҡыуын ташлап, икенсе ҡалаға күсеп китте”, – тип хат яҙҙым. Тик һинең менән айырылһа ла, Сөмбөл апайым менән бергә булманылар. Ер емертеп йөрөгән саҡта гонаһтар тураһында уйланмайһың икән ул. Тик бына теге донъяға юл яҡынайһа, бар ҡылыҡҡа ла яуап бирәсәгең иҫкә төшә. Уйлап ҡараһаң, был ауырыу бушҡа бирелмәгән миңә. Аманатҡа хыянат иттем. Иң ҙур гонаһым ошо. Һеҙ миңә ышандығыҙ, ә мин үҙ яғымды ҡайғырттым. Кисер, тип үтенмәйем, кисерә алмаҫһың.
Салауатты күреп, барыһын да һөйләнем. Битемә төкөрөп китте. Ауыл буйлап өс көн эсеп йөрөгән, тиҙәр. Ул бит бала тураһында бөтөнләй белмәй ине. Әйттем, тик һеҙҙең яҙмышты белмәгәс, артабан нимә булғанын ауылда йөрөгән имеш-мимештәрҙән генә һөйләнем инде. Бына хәҙер һин дә ул саҡта нимәләр булғанын белдең. Салауатың һине һаман ярата. Тик икегеҙҙең дә ғаиләгеҙ бар. Барыһына ла мин ғәйепле. Күңелде бушатып китәм...”
– Эх, Клара, үҙ күңелеңде бушаттың да бит! Ә минекен ҡабат ғазаптарға тултырып киткәнеңде аңламайһыңмы ни!? Күпме йылдар үткәс, дөрөҫлөктө яҙыу нимәгә кәрәкте?! – Гөлсинә уҡып бөтмәгән хатын ярһып йыртҡысланы ла үкһеп карауатҡа ауҙы....
Гөлнара САДИҠОВА.
Читайте нас: