Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
6 Март 2021, 08:26

Имсе ҡыҙ

Нәзифә – ата-әсәһенең күптән көткән, теләп кенә алған бер бөртөк ҡыҙҙары. Был яҡ халҡы өсөн бик үк хас булмаған һаламдай һап-һары сәсле, аяҙ күк көмбәҙеләй зәп-зәңгәр күҙҙәре гел осҡон һибеп торған, һөйләшергә әүәҫ, ҡаҡса кәүҙәле был баланы ауылдаш ағай-апайҙар бик мәҙәк күрә ине.

Осратһалар, туҡтап бер-икене генә булһа ла һүҙ ҡушалар. Шулай булмайса ни! Сабый бар йортта гөнаһ булмаҫ, тигән бит боронғолар. “Атай-әсәйең нишләй?” – тип һораусыларға Нәзифә иртәнән бирле өйҙәрендә нимә булған – энәһенән-ебенә тиклем сығарып һала. Әңгәмә ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн үҙенән дә өҫтәп ебәрә, тик быныһын инде өлкәндәр саф алтын тип ҡабул итә. Бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, ата-әсәй үҙҙәре тураһында әллә ниндәй яңылыҡтарҙы белеп шаҡ ҡата ине. Тик бер ҡасан да ҡыҙҙарын бының өсөн артыҡ шелтәләмәнеләр.
Күрше ауылда әсәһенең бер туған апайы йәшәй. Ул – тирә-яҡта дан тотҡан имсе ҡарсыҡ. Һөлөк һалып, үләндәр менән күптәрҙе ауырыу­ҙарҙан ҡурсалап алып ҡалған, тигән даны ла бар. Нәзифә әбейенә барған саҡта банкалағы һыуҙа йөҙөп йөрөгән һөлөктәрҙе күҙәтергә ярата. Улар шундай ялтыр, шыма булып күренә. Ә соландағы киптерергә эленгән үләндәрҙең еҫе! Шундай хуш еҫлеләр!
Нәзифәгә биш йәш тулған ҡыштың бер кисендә ошо әбей үҙе уларға ҡу­наҡҡа килде. Ҡунаҡ тигәс тә, хәл бе­лешергә инде. Атаһы күрше ағайҙар менән бер юл бесән алып ҡайтты ла ҡабат яланға киттеләр. Өйҙә Нәзифә, әсәһе һәм әбей генә ҡалды.
Әбей ҡыҙҙы тупылдатып һөйҙө лә:
– Нәсимә һылыу, һинең ҡыҙың ауырыу бит, эсенә ҡорт төшкәндер, моғайын, шуға бер ҙә ит ҡунмай уға, – тип диагноз ҡуя һалды. Мейес янында аш бешереп йөрөгән Нәсимә берсә апайына, берсә тәү күргәндәй Нәзифәгә аптырап ҡараны.
– Ай, Аллам! Һуң нишләргә инде хәҙер?!
– Ана, үҙебеҙҙең ауыл Ибәт ниндәй ябыҡ ине, дауалағайным, бына ошоноң оҙонлоҡ, – әбей ике ҡулы менән апаруҡ оҙонлоҡто самаланы,– эйе, ошо сама булыр, ҡорт сыҡты, тине үҙе аҙаҡ. Шунан китте таҙарып, тулыланып. Ниндәй баһадир хәҙер, ҡарап торорлоҡ!
– Нисек дауаланың?– Нәзифәнең әсәһе ҡулына әрсергә алған картуфты кире ҡуйҙы.
– Араҡы менән. Бына күр ҙә тор, матурланып, таҙарып китер ҡыҙың.
– Араҡы менән? Баланымы?
– Балаға күп кәрәкмәй. Ҡана, бер рюмка һалып бир әле. Ҡыҙым, Нәзифә, кил әле бында.
Ҡурсағына күлдәк кейҙереп ултырған Нәзифә йүгереп, әбейе янына килде.
– Ҡыҙым, һинең эсеңә йоҡлағанда бынауындай оҙон ҡорт ингән. Ашаған бөтә ризығыңды шул ҡороғор һоғоноп тик тора икән. Бына хәҙер ошоно, балам, эсәһең дә, ҡортоң һинән сығып ҡаса. Шунан матурланып үҫеп китерһең! – Әбей Нәзифәне күтәреп алдына ултыртты.
– Ҡыҙым, бер тында ғына эс, тын алып торма, юҡһа әсе ул. Файҙа өсөн генә, ти ана әбейең, – тип әсәһе лә, шикләнһә лә, Нәзифәне өгөтләй башланы.
– Фу-у-у, был һаҫыҡ, мин уны эсмәйем! – Нәзифә һикереп төшмәксе булғайны ла, әбей уны аяҡтары менән тубығы араһына ҡыҫты.
– Балам, ҡарышма, атайың ҡайтҡансы минең бесәнде арбанан бушатаһым бар, йәһәт бул! – әсәһе үтенесле ҡарашын ҡыҙына төбәне.
Кескәй Нәзифә ике өлкән ҡатынға ҡаршы тора алманы: һаҫы шыйыҡса ауыҙын, тамаҡ төбөн, унан бөтә эсен ҡыҙҙырып эскә ағылды.
– Ярай, һылыу, кейәү ҡайтҡансы, мин дә юлланайым, ҡараңғы ла төштө,– тип әбей ҡайтырға ашыҡты.
Әсәһе апайын оҙатыр-оҙатмаҫтан уҡ ашығып кейенә башланы – бесәнде бушатып бөтөрөргә кәрәк, юғиһә, ҡырҙан асығып, өшөп ҡайтҡан иренә был оҡшамаҫ.
Ишек төбөнә еткәс, Нәсимә, ҡапыл нимәлер иҫенә төшкәндәй, туҡтаны ла, кире килеп, ҡыҙын кейендерергә тотондо.
– Әйҙә, ҡыҙым, мин эшләгәндә, саф һауала санаңда ултырып торорһоң, тышта улай уҡ һыуыҡ түгел, – тине.
Ҡыҙының аяҡтары һығылып барған­лыҡтан, әсәһе уны күтәреп үк алды. Бына тышҡа сыҡтылар. Нәзифә быға­са булмаған әллә ниндәй тойғолар кисерҙе. Башы ла әйләнгән кеүек. Әллә нисек инде бына, һораһалар, аңлата ла алмаҫ ине, моғайын.
Нәсимә, ҡыҙы өшөмәһен тип, са­наға ултыртҡас, өҫтөнән һырылған юрған менән ябындырҙы ла йәһәт кенә арбаға үрмәләне.
Нәзифәнең ҡапыл шаярғыһы, уйнағыһы килеп китте, ә үҙенең шырҡылдап көлгөһө килә. Әсәһенең арба башына үрмәләп менгәнен ҡарап ултырҙы ла менеп еткәс кенә:
– Әсәй, ҡара,– тип санаһынан әйләнеп ҡарға тәгәрәне.
Нәсимә артына боролоп ҡараһа, ҡыҙы ап-аҡ ҡарға йөҙтүбән ятҡан да телен сығарып ҡарҙы ашарға маташа.
– Ай, аллам, балам, нишләйһең, туҡта! – Нәсимә йылт шыуып арбанан төштө лә ҡыҙына йүгерҙе. Уны күтәреп алып, ҡарын ҡаҡҡыланы, биттәрен йылы усы менән һыпырҙы ла күлдәк итәге менән ҡороторға тотондо.
– Ҡыҙым, ҡуҙғалмайса ғына ултырып тор инде, йәме,– әсәһенең тауышы ялбарыулы сыҡты.
Бына Нәзифә тағы ла санала йылы юрған аҫтында ултыра, ә әсәһе арбаға үрмәләй. Ҡалай ҡыҙыҡ булды ул әсәһе арбанан шыуып килеп төшкәне! Ә үҙенәсе! Сананан ҡалай ирмәк ап-аҡ йомшаҡ ҡарға йөҙтүбән сумыуы!
Әсәһенең арба башына менеп еткәнен генә көтөп алды ла:
– Әсәй, ҡара!– тип тағы ла сананан тәгәрләне.
Нәсимәгә тағы ла арбанан аҫҡа шыуырға тура килде.
– Балам, тик кенә ултыр инде, зинһар!
Был уйын тағы ла ике-өс ҡабатланғас, әсә кеше, бесән бушатҡандан да былайыраҡ арып, иҫергән сабыйын күтәреп, өйгә инеп китте. Саф һауанан ингәс, Нәзифә ҡаты йоҡоға талды. Тик әсә кеше генә нимә уйларға ла белмәйенсә аптырап ултырҙы. Улай ҙа башҡаса бесәнгә сығып торманы.
Әбейенең име-томо тейгәндерме, юҡмы, ләкин Нәзифә ниндәй сибек кенә ине, шулай уҡ ҡалды, бары буйға ҡалҡа бирҙе. Бер ниндәй ҡорт та, әлбиттә, күренмәне.
Был хәлдәрҙән өс-дүрт йыллап ваҡыт уҙҙы. Нәзифә хәҙер апай кеше – уның күптән көтөп алған ҡустыһы бар. Атаһы гел эштә булғанлыҡтан, әсәһе бер-бер ергә барыр булһа, күҙ-ҡолаҡ булып тор, тип гел яуаплылыҡты ҡыҙына тапшыра. Тиктормаҫ ҡыҙ үҙе белгәнсә әсәһенә ярҙам итергә тырыша. Бер шулай, әсәһе магазинға киткән арала, ҡустыһын аш табағына ултыртып йылымыс һыу менән йыуындырып та алды әле. Тиңдәштәре менән аралашыуҙан йәм тапмаған ҡыҙыҡай хәҙер күп ваҡытын өйҙә ҡустыһы менән үткәрә, уны һүрәт төшөрөргә лә, уҡырға ла өйрәтә. Үҙенең яратҡан уҡытыусыһы Әлфирә апайға оҡшатырға тырышып, мәктәптәгесә дәрестәр ҙә бирә.
Балалар һаны ишәйә башлағас, ата-әсәй яңы йорт төҙөү тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Атай кеше эшенән буш ваҡытта бар көсөн йорт төҙөүгә йүнәлтте. Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Йорт тиклем йортто яңғыҙ ғына төҙөп булмай. Бураһын яһаһаң да, ҡыйығын күтәрһәң дә, өмә әйтергә кәрәк. Тик ауыл еренең үҙ «валюта»һы бар. Бер генә эште лә яртыһыҙ еренә еткереп булмай. Тик яңы хөкүмәт башлығы сығарған «ҡоро закон» эш барышын апаруҡ ҡатмарландырҙы. «Ҡоро закон»да табып ҡара берәй ярты! Хатта өйләнешеп донъя ҡорорға әҙерләнеүсе йәштәр ҙә ЗАГС-тан ҡағыҙ алып, район үҙәгенә барып рөхсәт алғас ҡына магазиндан туйға бер йәшник араҡы йә «вермут» һатып ала ине.
Ҡыш етеүгә Нәсимә йорт төҙөүгә үҙ өлөшөн индерер өсөн ҡасып ҡына көмөшкә ҡыуа башланы. Көпә-көндөҙ законға ҡаршы ундай эш эшләп булмай бит инде! Улай-былай берәйһе һиҙеп ҡалһа, ғәмәлдәрен тәртип һаҡлау менән аҡлаған ялыусылар хәҙер табаҡ-табаҡ ялыу яҙып, район үҙәгенә йүгерәсәк. Абай булырға кәрәк. Ҡәҙимге эштәр тамамланып, ауыл йорттарында уттар һүнеп бөткәс, тәҙрәләренән яҡты төшмәһен, тип юрғандар элеп, Нәсимә көмөшкә ҡыуырға тотона. Ҡаҙанға шыттырылған бойҙай менән шәкәрҙән яһалған шыйыҡса тултырыла, унан ҡаҙан өҫтөнә ире ҡайҙандыр йүнәткән аппарат менеп ултыра, унан пар ситкә сыҡмаһын өсөн, тирә-яғын ҡамыр менән һылап сығалар. Ҡаҙандағы бойҙай шыйыҡсаһы ҡайнап сыҡҡас, аппараттың оҙон мороно аша пар сыға башлай. Шул парҙы тамсыларға әйләндереү өсөн теге оҙон морондо ҡар тултырылған һауыт аша сығаралар. Һәм китә эш хутҡа! Морондан зәңгәрһыуланып торған “первач” тамсылай башлай. Шәп ағыҙырға ярамай, юғиһә сәмәйҙең градусы кәмей. «Первач»ты ҡалаҡҡа һалып, уға янып торған шырпы төшөрәләр. Ҡалаҡтағы шыйыҡса зәңгәр ялҡындар менән яна икән, тимәк, градусы зәһәр, артабан да ҡыуырға мөмкин. Аҙаҡҡа ҡалғаны инде һүлпән генә яна, йә бөтөнләй янмай, ҡеүәте менән бары һыраға тиңләшә ала. Уныһы, әлбиттә, айырым һауытҡа йыйыла. Аҙаҡ, етмеш градуслы “первач”ты әҙерәк ҡушҡас, табынға ҡуйырлыҡ була.
Таң яҡтыһы һыҙылыуға, Нәсимә ҡыуылған эсемлекте өс литрлы банкаларға тултырып, баҙҙағы картуф араһына йәшерә, ҡаҙанда ҡалған апраны һыу менән шыйыҡлатып, малына эсереп бөтөрөп, аппаратты һарайҙағы һалам араһына күмеп ҡуя ла, парланған өй эсен елләтеп, ире менән ҡыҙына иртән ашап китергә тамаҡ әҙерләй. Ошо эштәр тамамланғас ҡына, йоҡоға тала.
Светлана ШӘРИПОВА.
(Дауамы бар).
Ҡыш буйы ҡыуылған сәмәй арыу ғына булды, йәй буйы йорт төҙөтөргә етергә тейеш. Ялыусылар инде ҡурҡыныс түгел. Эш эшләгәндә нимә эсергәндәрен бер кем дә тикшереп йөрөмәйәсәк, ә эскәндәре төшөмлө урынды һатмаясаҡ.
Йәй етеп, баҡса эштәре менән бесән хәстәрләү ваҡыты араһында ара бар, ошо арала төҙөлөштөң иң ҡыҙыу мәле. Өмәгә әйтелеп, йорт күтәрәләр. Нәсимә оса-ҡуна табын хәстәрләй: ярты менән генә булмай, өмәселәрҙе ашатырға ла кәрәк. Аш-һыуға оҫта ҡатынға был һис ауыр түгел, киреһенсә, бар оҫталығын һалып ашын да, былауын да бешерә, күпертеп икмәген дә һала – тик йорт ҡына төҙөлһөн.
Нәзифәнең йәйге каникулы, шуға бәләкәс ҡустыһы тулыһынса уның ҡарамағында. Апай кеше бәләкәс малайға абруй булғанғалыр, әсәһенә уларҙан артыҡ мәшәҡәт юҡ. Етәкләшеп тауға менеп еләк тә йыялар, ҡураларына төшөп уйнайҙар ҙа, бала саҡта һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табыла инде ул.
Шундай көндәрҙең берендә тағы өмәгә сыҡтылар. Был юлы буласаҡ йорттоң ҡыйыҡ күтәрәләр ине.Бер төркөм әзмәүерҙәй ир төшкө ашты ашап-эсеп сығып киткәс, Нәсимә ашығыс ҡына бысраҡ һауыт-һабаларҙы йыйып алып ҡуйҙы ла, өмәселәр артынан төҙөлөшкә ашыҡты. Иренең ҡулынан килмәгән эш юҡ юҡлыҡҡа, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ кәңәше йорт төҙөгәндә артыҡ булмаҫ.
Көн буйы уйнап йөрөгән балалар, ололарҙан йорт эсе бушап, ир-аттың көр тауыштары ауылдың үрге осона юлланғас, өҫтәл артына менеп ҡунаҡланы. Ҡыҙына тулыһынса ышанып, бәләкәй улын уның ҡарамағына көн оҙонға ҡалдырған әсә кеше өҫтәл өҫтөнән бысраған һауыт-һабанан ары бер нәмәне лә алып ҡуймаған, бешкән ит тә, былау ҙа, икмәк-күмәстәр ҙә табында. Балалар асыҡҡан икән, былауҙы һә тигәнсе ашап ҡуйҙылар.
Өҫтәлдең уртаһындараҡ торған шешәләге зәңгәрһыу шыйыҡса Нәзифәнең иғтибарын йәлеп итте. Үрелеп алды ла, гәзиттән уралған бөкөһөн тартып алып, шешә ауыҙын танауына яҡынайтты.
“Фууу, һаҫы, мин быны эсмәйем!” Ҡыҙыҡайҙың хәтеренең бик төпкөл мөйөшөнән ниндәйҙер хәтирәләр йым-йым итеп ҡалҡты-һелкенде лә, тағы юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа, ҡасандыр имсе әбейҙең уны дауалағаны, ҡорт ингән, тип ҡурҡытҡаны иҫенә төштө. Ул иғтибар менән өҫтәл аша ултырған ҡустыһына ҡараны. Туп-тумалаҡ , Нәзифәнең үҙе һымаҡ Һаламдай һары сәсле, ап-аҡ түңәрәк йөҙлө Ҡәҙим һаман тәмләп-тәмләп ашауын белә ине.
– Ҡәҙим, –тине Нәзифә һаҡ ҡына, – һин беләһеңме, кешеләрҙең эсенә ҡурҡыныс ҡорттар инә икән.
– Ниндәй ҡорттар?– тине дүрт йәшлек Ҡәҙим, ауыҙындағы итте саҡ әйләндереп.
– Ныҡ ҡурҡыныс!– тине етдиләнеп апайы.
– Ҡайҙан инә?
– Уныһын бер кем дә белмәй. Ә бына уны нисек сығарырға мин беләм! Миндә лә бар ине. Имсе әбейем сығарҙы. Бына ошоно эсһәң,– ҡыҙый шешәне үҙенә тартып килтерҙе,– ҡорттар үҙе сығып китә,ти. Китә лә, башҡа бер ҡасан да, бер ҡасан да һиңә килмәй, ти.
Нәзифә өмәселәрҙән ҡалған ҡырлы йөҙ грамм һыйышлы бәләкәй стаканға шешәнән сәмәй ҡойҙо.
– Йә, бына ошоно эс! Тик тын алма, бына ошолай итеп тыныңды сығар ҙа, унан эс, эсеп бөткәс ошолай итеп өрөп ҡуй,– Нәзифә өлкәндәрсә ситкә ҡарап “һоһ” тип өрөп күрһәтте.
– Ә һин?– Ҡәҙим апайыннан ярҙам һорағандай текәлде.
- Мин дә.
Нәзифә икенсе стаканға ла сәмәй ҡойҙо.
- Әйҙә, өлкәндәр ошолай итәләр: миңә һуҙ ҙа, стакандар үпәс итешһендәр.-Балалар стакандарын сәкәштереп алдылар.
Ҡустыһына сәмәйҙе өҫтәл аша үрелеп, тотоп эсерҙе, үҙе лә йотоп ҡуйҙы.
Ҡәҙимдең быға тиклем бик тулып етмәгән стаканы бушағас, апайы яңынан ҡойҙо. Шешәләге сәмәй өмәселәрҙән бик үк күп ҡалмаһа ла, ике сабыйға етерлек булды. Улар өҫтәл артынан алыҫ китә алманы, Ҡәҙимдең тәне мамыҡ һымаҡ йомшарыуға, ултырғысынан шыуып төштө лә, өҫтәл аяғына арҡаһын терәп йоҡоға талды; Нәзифә ҡустыһын күтәрергә тырышып ҡарағайны ла, әкиәттәге яуыз сихырсы ҡағылғандай, ҡапыл бөтә тәне ауырайҙы ла, ҡустыһы янына тәгәрәне.
Көн кискә ауышып, ҡояш урман артына төшә башлағас ҡына, ата-әсәй төҙөлөштән йорттарына атланы. Өмәселәр күптән таралышҡан булһа ла, сүп-сарҙы йыйыштырып, төҙөлөш кәрәк-яраҡтарын йыйнап, эштәрен тамамлап, әлһерәп ҡайтып инделәр улар. Әле мал-тыуарҙы ҡураға индереп ябаһы ла, һыйырҙарҙы һауып, төнгө ыулауға төшөрәһе лә бар. Тик ҡапҡаны асып инеү менән өй эсендәге тынлыҡ уларҙың күңеленә шөбһә һалды: был ваҡытта әле балалар йоҡламай, әсәләренең һыйырҙы һауғас, йылы һөт ҡойоп биреүен көтә торғайнылар.
– Ҡыҙым, Нәзифә! Ҡәҙим, улым!– Нәсимә лә, ире Хәлит тә кемуҙарҙан балаларын саҡырҙы.
Ишектең асыҡ икәнлеген күргәс, Нәсимә йүгереп өйгә инеп китте.
– Хәлит!– ҡатынының ҡысҡырғанынан атай кешенең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, ул йән-фарман эскә ташланды.
Өҫтәл аҫтында тәгәрәшеп ятҡан сабыйҙарын күреп, тораташтай ҡатып ҡалдылар. Хәлит һушына тиҙерәк килде. Эйелеп икеһенең дә муйынына ҡулын ҡуйып ҡараны. Пульстары бар, тимәк, иҫәндәр. Тик нимә булған балаларға?
Ҡәҙим,ярышта ҡатнашҡан йүгректәй, тын өҫтөнә тын алып ята, ап-аҡ ҡына йөҙө ҡып-ҡыҙыл булып уттай яна. Нәзифәнең тын алышы тыныс ҡына, ләкин тәрән йоҡола.
Хәлит улын ике ҡуллап күтәреп алды ла, һыҡтап туҡтамай илаған ҡатынына екерҙе:
– Йәй урынды! Әйттем мин һиңә, йөрөмә буталып, өйгә ҡайт, төҙөлөш бисәләр эше түгел, тип! Өйҙә эш бөткәндер! Балаларға күҙ-ҡолаҡ булыр урынға, йөрөйһең ирҙәрҙе эшкә өйрәтеп! – Ир кеше көн буйы ҡатынының үҙенә әмер биреп йөрөүенә йыйған бар асыуын сығарҙы.
– Бығаса икәү ултыралар ине бит әле,– ҡатын аҡланырҙай һүҙҙәр эҙләне.
– Нимә булды икән? – Ир тыныслана төшөп, ҡыҙын күтәреп карауатҡа һалды.
– Һис кенә лә аңламайым. – Нәсимә эйелеп улының маңлайына иренен тейҙерҙе лә, шаңҡып ҡалды-баланан, эскесе кешеләрҙән килгәндәй, иҫерткес еҫе аңҡый ине. Нәсимә йүгереп ҡыҙы ятҡан карауатҡа килде, эйелеп Нәзифәнең тынын еҫкәне. Унан да, Ҡәҙимдән килгән ҡәҙәр көслө булмаһа ла, насар еҫ килә.
– Атаһы, балалар эскән, ахрыһы...– Нәсимә таяҡтың ауыр башы уҙенә төшөрен бик яҡшы аңлай ине.
– Нисек эскән? Нимә эскән? Һин нимә, бисә, нимәне өҫтәлдә ҡалдырып сығып киттеңме?!- Хәлит яй ғына урынынан торҙо.– Балаларға бер-бер хәл булып ҡуймаһын, юҡһа иманыңды уҡытырмын!
Ире ҡул күтәреп һуҡҡаны булмаһа ла, Нәсимәнең өҫтөнә боҙло һыу ҡойғандай булды. Тиҙ генә сәйнүктән һыуынған һыу алып, сәй яһаны ла, улы бәләкәсерәк саҡта имеҙлек кейҙерелгән шешәләрҙе табып, сәйҙе шешәләргә тултырҙы. Әле бер, әле икенсе балаһы янына барып, имеҙлектән сәй эсерергә тырышты.
- Бәпесем, зинһар, эсә күр, зинһар, терел, айны, балаҡайым, тип һамаҡлай-һамаҡлай бер карауаттан икенсеһенә йүгергәләне...
Икенсе көнгә балалар һин дә мин йүгерешеп уйнап йөрөй ине инде. Кисәге хәлдәрҙе атаһы һорашҡас, Нәзифә аңлатты: ул ҡустыһының эсенә ингән ҡорттарҙы сығарыу өсөн генә тырышты, бәләкәстең матурланып үҫеп китеүен теләне, сөнки ҡасандыр уның үҙен дә әсәһе менән имсе әбейе шулай дауалағайны...
Был һөйләшеүҙән һуң ғаиләлә булған хәлдәр бөтөнләй башҡа хикәйә.
Күп ваҡыт ата-әсә нимәлер эшләгәндә, үҙҙәре артынан шул уҡ хәрәкәттәрҙе, ҡыланыштарҙы үҫеп килгән балалары ла ҡабатлағанын онота шул. Донъя көтәбеҙ, мәшәҡәттәребеҙ күп, тип, балаларыбыҙға тейешлесә иғтибар бирмәйбеҙ. Ә инде иғтибар йәлеп иткәндә, йәғни йәлеп иттергәндә, күпселектә һуң була. Ярай был хәлдәр ҡайғы-хәсрәтһеҙ генә уҙып китте. Әгәр балалары эсеү арҡаһында ағыуланып, тауыш ҙурға китһә, Нәсимәне лә, Хәлитте лә – заманының законы буйынса төрмә,ә Нәзифә менән Ҡәҙимде балалар йорто көтөргә тейеш ине. Күпме кешенең яҙмышы емерелгән, йәндәре ғәрипләнгән булыр ине ул саҡта.
Фото: Светлана ШӘРИПОВА.
Читайте нас: