Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
4 Сентябрь 2010, 17:53

"Таҡмаҡ" бәйгеһе дауам итә!

Тә-әк, отпускылар тамам. Эйе, эшкә тотонорға ваҡыт. Ялыбыҙ бигерәк оҙон булып китте. Йәйҙең дә булды хәтәре, ҡояш төндә лә йоҡламаны, эҫеһе һүрелмәне, күргәне – күрҙе, күбеһе аңламаны-күрмәне, хатта Башҡортостанда алмаштырҙылар түрәне... Шул ваҡытта таҡмаҡ ҡайғыһы ла, тамаҡ ҡайғыһымы? Йөрәкте тотоп, һыу эсеп йәшәлде был өс ай. Бер аҙ һүрелгәс, яңы түрәгә лә күнегелгәс, бер сама сылатҡас тамаҡты, дауам итәйек «Таҡмаҡ»ты.

Читайте нас: