Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Ғинуар 2025, 21:30

Һәләтең бармы? Йә, видеоконкурстан ятып ҡалма!

Журналист, шағир Ғилман Ишкининдың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан уның шиғырҙарын ятлаусылар араһында видеоконкурс иғлан иткән инек.

Һәләтең бармы? Йә, видеоконкурстан ятып ҡалма!
Һәләтең бармы? Йә, видеоконкурстан ятып ҡалма!

Иғтибар итһәгеҙ, “Бәйләнештә”ге төркөмөбөҙҙә ҡатнашыусылар төшөрөп ебәргән видеояҙмалар сыға башланы. Әйҙә, һин дә ҡатнаш! Видеоконкурстың шарттары ауыр түгел, һәр кемдең ҡулынан килә торған эш.  

Видеоконкурсты “Йәшлек” гәзите, Ейәнсура районы хакимиәте ойоштора. Бәйгелә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн бары тик шиғырҙы ятлап, видеоға төшөп, гәзитебеҙҙең электрон почтаһына (ye02@yandex.ru адресы буйынса) йәки “Бәйләнештә” сайтындағы рәсми төркөмгә (vk.com/yeshlek_gazite) ебәрергә кәрәк. Үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт һәм бәйләнеш өсөн телефон һандарын яҙырға онотмағыҙ.

Видеоконкурстың генераль бағыусыһы - MOSAFER оҫтаханаһы (vk.com/mosafer_legend);

Видеоконкурстың партнеры - “BashArt” башҡорт ижади берекмәһе (vk.com/bashart).

 

Видеоконкурстың тулы шарттары рәсми Положениела 

Һеҙгә ярҙамға шағир Ғилман Ишкининдың шиғырҙары – https://ye102.ru/articles/litra/2025-01-14/ilman-ishkinin-shi-yr-ary-4082446

 

Автор: Шамил Яубаҫаров  
Читайте нас