Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
14 Ғинуар , 04:35

Ғилман Ишкинин шиғырҙары

Арабыҙҙан бик иртә, йәш кенә килеш китеп барған дуҫыбыҙ - шағир Ғилман Ишкинин шул хәтлем киң күңелле, мәрхәмәтле, шаян ине... Йылы һүҙен, яғымлы ҡарашын бер кемдән йәлләмәне – йөрәгенә бар донъя һыя ине уның. Ул күңел йылыһын бер кемдән дә йәшермәне – бар таныштарына, дуҫтарына өләште. Урамдамы, бина эсендәме, осратһа - тәбиғәттән бирелгән эскерһеҙ ихласлығы менән ҡосаҡлап алыр ине... Их, иртә киттең, дуҫыбыҙ. Бөгөн һинһеҙ һинең 60 йәшеңде билдәләйбеҙ. Мәңгелеккә хәтеребеҙҙәһең... Ишкинин Ғилман Ғирфан улы (26 ғинуар 1965 йыл — 5 февраль 2011 йыл). Ейәнсура районында Иҙәш ауылында тыуған.

Ғилман Ишкинин шиғырҙары
Ғилман Ишкинин шиғырҙары

Йәй килде лә китте…

Япраҡтарҙа

Һеңгән көҙҙөң һары һағышы.

Ишетелә, сыңлап, һаубуллашҡан

Һуңғы торналарҙың тауышы…

Күҙеңде йом… Һиҫкәндереп

бер мәл

Керпектәргә ҡуныр һары моң,

Наҙлы һағыныуҙарҙы һүткән

йылдың

Миҙгелдәре тағы бармы һуң?

– Юҡ, юҡ, – тиеп шыбырланы

япраҡ.

Ер бирҙе лә, алды үҙенә.

Тәбиғәте шулай был донъяның –

Үпкәләмә иртә көҙөмә…

 

* * *

Алдаҡсы тәүге ҡар уйнай

Ятырҙай булып өнһөҙ,

Һүҙһеҙ генә арбай мине

Керһеҙ, һалҡын түшәгенә.

Онотолоп яуған ҡарға

“Бисмилла” итеп баҫам,

Шундай йомшаҡ һәм ҡыйыуһыҙ,

Әллә ниңә күшегәмен.

Буй-һынына ҡарайым да

Күҙем һүҙ еткән ерҙән,

Ҡамаштырырлыҡ аҡ донъя

Бер миңәме, кешегәме?

Ҡыймай ғына ярһыуымды

Баҫалмай уҡталамын.

…Табандарға йәбешә ҡар,

Ҡара эҙ ҡала артта…

 

* * *

Аҙналап ҡойған ямғырын

Ер һеңдерә алмай йонсой.

Кеше башына ҡаза бит!

Тағы башҡаһы борсой:

Икмәктән туйһа кешем –

Ни ҡырыр икән теше?

 

***

 

Ижад

Үҙеңә үҙең хужа булған ваҡыт...

 

***

 

Март аҙағы

 

Ҡара ҡарға нөктә ҡуйҙы,

Ҡысҡырҙы: ҡарр!

Йөрәгемә мәке уйҙы,

Ҡушылдым: бар!

Гел юҡтан ғына тормайым:

Йөрәк, сабыр…

Хәҙергә аҡ һәм дә ҡара,

Ә йәй – сыбар.

 

* * *

Бүтән ҡайғыларың юҡмы,

Юҡһа күктән

Икмәк яуа ерем өҫтөнә.

Күмеп китһен ҡарҙар, һелкеп

ташла,

Күрәләтә йөгөң өҫтәмә.

Ауыр булыр бер үҙеңә улай,

Йәйәүлегә артыҡ янсыҡ та,

Бер һин генә түгел,

Әйлән, күҙ һал,

Тын алайыҡ әйҙә, йән сыға.

Көйрәтәйек

Ҡап уртаға һалып,

Бөткәнме ни донъя хәстәре,

Алдап маташ,

Мин ышанған булып,

Яңыртайыҡ хәбәр хәтәрен.

Бәлки, юл ҡыҫҡарыр,

Әйҙә ауҙар,

Мин тыңларға әүәҫ, билләһи,

Тик саҡырһын алға йүнле хәбәр,

Үкенесле артта илаһын.

Әй ҡар яуһын, күмеп эҙҙәрҙе лә

Һәм йүгерһен буран йәйәүләп,

Ашығайыҡ ҡараңғыға тиклем,

Көтөп арыһындар теүәлләп.

Икмәк яуа…

Кемгә юл ғазабын,

Моң аҙабын өйә йәлләмәй.

Шатлыҡ та юҡ былай, ҡайғыһы ла,

Күңел генә ниҙер өнәмәй.

 

* * *

Яңғыҙ ҡатындың өйөндә

Яңғыҙлыҡ аңҡый.

Бер ни белмәй ойоп ята

Ҡарт бесәй – һантый.

Рөхсәтһеҙ-ниһеҙ һонола

Сәғәтле кәкүк,

Сәмләндереп һанай

Һынап

Мөхәббәткә үк.

Саҡырылмаған ҡунаҡҡа

Ҡойтораҡ табын.

Шыуыша сәғәт уҡтары

Төшлөккә табан.

Юл ыңғайы ғына

Йүнһеҙ

Боролғас атым,

Үткәндәргә етәкләне

Шул таныш ҡатын...

 

Ауыр көн

Йөкмәп китеп булырмы?

 

* * *

Йылдар уҙған һайын,

Тәрән һөрмәк булып,

Эй көсәнә хәтер төрәне!

Ғәйрәтле саҡ...

Боҙоҡ бураҙналар

Ҡалған шараҡтарға терәлеп.

Тотҡаларҙан тайып китә ҡулдар, –

Әллә хәл юҡ,

Әллә тетрәнеп...

 

***

Хәтер

 

Аҡтан ғына тормай донъя,

Һығылып илай ҡайын,

Былтырғы яраларынан –

Быйыл нығыраҡ ҡыйын.

 

***

 

Мөхәббәт яңыртыу

 

Урман буйлап барҙым,

Ҡаҡ даланан.

Кистем йылға, урап күлдәрҙе,

Мин ҡомары ташҡан бер һунарсы

Күҙгә салынғайны күлдәге.

...Етә алманым ҡыуып ҡоралайҙы,

Ул, алартып дымлы күҙҙәрен,

Сабып китте, сығып һыулауынан,

Саңдар уйнап ҡалды күгәреп.

Мин керешен тарта ала инем

Ҡабынырға торған йәнемдең.

(Туҙҙан ҡоршап ҡына яһалғанын

Үҙем беләм ғәзиз янымды).

Һыҙғырып та осҡан уғым менән

Шул кейекте тотоп яралар

Өсөн йөрөмәнем, ахырыһы...

Берәүҙең ул яҙған йәрелер.

...Шул ҡоралай мине яраланы,

Беренсеһе түгел – уңалыр.

Аҙаштырҙы был да, килгән юлым

Әле ҡайҙа, һулға-уңғалыр...

Тамды аҡҡа буй-буй булып ҡара,

Ул һоҡланыу һәм дә һыҙланыу

Ине, ахырыһы, түгелдер ҙә

Бер һунарсы булып ҡыланыу.

 

***

 

Мин

 

Өй башынан ҡолап төшкәнем бар,

Был түгел әле фәһем.

Бата яҙған бар йылғала,

Тимәк, бар, бар йөҙәһем.

 

***

Шуның өсөн генә

Йәшәү етә

Сәскәләрем, күсем-хушығыҙ

Кеше булып, әгәр тыуа ҡалһам

Алынмаһын һеҙҙең һушығыҙ.

 

***

Бик болоҡһоу.

Һуңғы япраҡтарҙың

алтындары еҙгә әйләнеп бара.

Өҙөк-өҙөк сылбырҙарын күктә

ялғамаҡсы ҡояш,

етмәй ара.

Урыҡ-һурыҡ ҡына ауаздарын

ишеткән йән әллә нишләп китә.

Ысынлап та ғүмеремдең көҙө

ошомо икән?!

Ниңә иртә етә?

Ҡоштар китә...

 

***

 

Кил

Төштәр булып түгел, өн булып кил,

Өн булып кил таңдар атҡанда.

Мин алйыным инде төштәремдән

өн булып кил ҡаҙҙар ҡайтҡанда,

Өмөт булып хистәр ташҡанда,

Көнгә сәскә тажын асҡанда.

Ҡурҡма хәҙер, көҙгө ҡырау булмай,

Тик...ҡанатым һыҙлай осҡанда.

Кил,

барыбер үс итеп кил, йәме,

Беҙҙе аралаған яҙмышҡа.

Мин көтөрмөн һине Мәжнүн кеүек

Өмөтөмдө ялғап һағышҡа.

Кил,

көҙҙәр булып һарғайып кил,

Яҙҙар, йәйҙәр булып йылмайып,

һине көтәм, бары һине генә

Башҡаларҙы инде ҡыймайым.

Кил,

Һиҙҙермәйсә генә, һаҡ ҡына кил,

Биҙҙермәйсә талған өмөттө.

Аңларһың һин, күҙҙәремдән барын

һәм әйтермен шул саҡ:

-Мин көттөм...

 

***

 

Шундай саҡ...Сәскәләр тулы ҡосаҡ,

Кемде бәхетле итергә,

Күңел ҡылдарын сиртергә

Ашҡына күңел-ҡолонсаҡ.

Шундай саҡ...талпына хистәр-усаҡ,

Барҙыр һүндермәй киткәне.

Өмөтөн өҙмәй көткәне,

Һәй! Кемдәрҙә булмай ул саҡ!..

Шундай саҡ...Таш түгел бәғер-бысаҡ,

Яра йөйҙәре һүтелгән,

Һағыш ептәре һүрелгән

(Бысағым!) Ғәмһеҙ-сәмһеҙ саҡ...

Шундай саҡ...Өҫтәлдә тулай бауырһаҡ,

Әсәй ебәргән сәләмен

Хатында яҙған, ҡәләмен

һүҙ һайын туҡтап: ауыр, һаҡ.

Шундай саҡ

Көнө лә тора алсаҡ.

Үҙемде үҙем аңламай,

Ҡәҙер-йәберҙе һынламай,

Әйтерһең, мин бер ҡасаҡ...

 

***

 

ТЫУЫМ ҺӘМ ҮЛЕМ

 

Шуның өсөн генә

Йәшәү етә...

Еләҫ майҙа аҡ ҡар булып яуған

Алмағастың сәскәләре йәл.

Мин ул туйҙы әле хәтерләйем,

Йәнгә һеңгән, тәнгә - изге мәл.

Шуның өсөн генә йәшәү етә...

Мин - бал ҡорто - тырыш, дыуамал,

Шөғөлөм шул, хеҙмәт, аңлайым да,

Кемдәргәлер - дауа, кемгә - мал.

Шуның өсөн генә

йәшәү етә...

Ятам әле

ағыу - ҡаяуһыҙ.

Ярты юлда, зарураттан урап

Һуң төшөндөм - кеше аяуһыҙ,

Шуның өсөн генә

Йәшәү етә...

Сәскәләрем, күсем - хушығыҙ

Кеше булып, әгәр тыуа ҡалһам, тағы

Алынмаһын һеҙҙең һушығыҙ.

 

***

 

Ҡалҡаным бул, халҡым, ҡалҡаным бул!

Йәшәгәндәр – йәшәр һаҡланып.

Уҡ осорҙом мин майҙанға сығып,

Бынан ары тормам аҡланып.

Ҡалҡаным бул, халҡым, ҡалҡаным бул,

Ышанма һин ялған һүҙенә.

Мәкер менән быуған яуыздарҙың

Уғым тейҙе ысын йөҙөнә.

Ҡалҡаным бул, халҡым, ҡалҡаным бул,

Бер яңғыҙым мин бит яралы.

Һеҙгә арҡа терәп, дөрөҫлөккә

Етер көсөм минең бар әле.

Ҡалҡаным бул, халҡым, ҡалҡаным бул,

Иңгә-иң терәшеп барайыҡ!

Тик көрәштә генә икән яҙмыш -

Беҙҙең тартҡылашыр сара юҡ…

 

***

 

ҮКЕНЕРҺЕҢ ӘЛЕ

 

Саҡ-саҡ эҙләп таптым өйөгөҙҙө

Ҡар бурандар араһынан.

Ә этегеҙ килеп эләктерҙе

Салбарымдың балағынан.

Аңламайһың бер нәмә лә,

Түҙерме минең күңел?

Артыңдан ҡалмай йөрөргә

Мин һиңә көсөк түгел!

Ҡарҙар бәрә-бәрә тәҙрәгеҙгә

Йөрөйөм өшөп-туңып.

Инде таң әтәстәре ҡысҡыра, эх,

Булмағас – булмай уңып.

Үкенерһең әле әбей булғас,

Булды тип шундай егет.

Ҡарҙар түгел, хатта таш яуһа ла

Килде, тип, аттар егеп.

 

***

 

ЙЫЛЫ ҒЫНА ҠАРЛЫ ЙЫР

 

Бөгөн яуған беренсе ҡар кеүек

Тыуған яҡҡа ҡайтып яуғым килде.

Көттөрмәйсә, һиҙҙермәйсә генә

Ҡар болото кеүек ауғым килде.

Арып-талып борма юлдарынан,

Интектергән саҡыр-соҡорон

Ҡарҙар һылап, бер елдереп кенә

Ҡайтып төшкө килде кис ҡорон.

Ныҡ көттөргән ҡар бөртөгө булып,

Һирәкләнгән керпек, сәсенән

Тәгәрәгем килде әсәйемдең

Аяҡ аҫтарына сәселеп.

Урамдарҙы, тыҡрыҡтарҙы урап,

Һыҙылғанда мейес төтөнө,

Ел-буранһыҙ ғына күмгем килде

Ауылымдың айлы бер төнөн.

Ашыҡмайса ғына ағылғанда

Аҡ юрғанын һөйрәп ҡар-болот,

Тыуған яҡҡа ҡайтып яуғым килде

Йылы ғына ҡарлы йыр булып...

 

***

 

СУВЕРЕНИТЕТ ЙӘКИ ЯМҒЫРҘАН ҺУҢ

 

Әллә тере, әллә үле

Өмөттәрен

Көҙгә тиклем һуҙып,

Көттөрөп,

Көҙгө кеүек һыуыҡ таш асфальтты

Тишкән селәүсендәр

Хәрәкәтһеҙ ҡалған, ҡәнәғәт.

- Көндө лә күрҙек, иркен һауа

Туңһаҡ, ҡышлаһаҡ та

ҡар аҫтында

Үкенесле түгел, йәмәғәт.

 

***

 

АКВАРИУМ

 

Яһалмалыҡ менән

һуғарылған донъя…

Алтын-көмөш,

тәтәй балыҡтар,

күҙҙең яуын алып,

ҡойроҡ сәнсеп,

бейешәләр

бер көй-ҡалыпҡа.

Ә түбәндә, ләмдә,

ылымыҡтар менән

ята моңло,

зарлы ҡабырсаҡ,

эсе тулы һағыш

диңгеҙенең

көйөн шыбырлап.

 

***

 

ИХТИРАМ

 

Өләсәйем ҡапыл донъя ҡуйҙы,

Бер кемгә лә һалмай хәсрәтен.

Ә тышта көҙ. Әбейҙәр сыуағы

Мәрхүмәнең һыйпай сәстәрен.

Өйәңкеләр тора өй алдында,

Әйтерһең дә, улар һаҡталар.

Елһеҙ көндө япраҡтарын ҡойоп,

Алмағастар илай баҡсала.

Әсәкәйем йөрөй, онотолоп,

Ҡайтып етерме, тип, туғандар.

Ишек алды тулы бәләкәстәр –

Бәхилләшер өсөн торғандар.

Эй, өләсәй, ниңә иртә киттең,

Әбей сыуаҡтарын бер күрмәй?

Күҙкәйҙәрең йомоҡ, тик үҙеңә

Кеше ихтирамы һүрелмәй.

 

***

 

ЙӨК АТЫ

 

Юл буйында уҙып киттеләр, әй,

Ҡыңғырауҙар таҡҡан шәп аттар.

Аллы-гөллө дуға, саналары,

Беҙ һоҡланып барҙыҡ шәп атлап.

– Туй аттары, һин һөйрәгән йөктө,

күргәне лә юҡтыр төштәрендә…

…Хужам моңһоу ине. Хәл алдыҡ та

юртып ҡайтып индек төш мәлендә.

 

***

 

ТЫШАУЛАНҒАН АТТАР

 

Тоноҡ ҡына төн тынлығын уйып,

Ҡыңғырауҙар ҡуя уянып.

Тупылдаған тояҡ тауышына

Күңелемде өтә уй янып.

Аттар, аттар, тышауланған аттар,

Оноттоғоҙмо әллә заманды?

Бәйгеләрҙә елгән, яуҙар сапҡан

Шаңдау бөтмәй әле һаман да.

Ҡараңғы төн, болоттарҙан ҡасып,

Йондоҙҙарын өйә ай ғына.

Кәртәләрен емерерҙәй итеп,

Әрнеп кешнәй өйөр айғыры.

Күҙ алдынан сабып үтә шул саҡ

Эйәрҙәрҙә тыуған сиреүҙәр.

Биҙҙерҙеме һеҙҙе ерегеҙҙән

Ҡарайтҡанда ҡанды иҙеүҙәр?

(«Шаңдау», 1997).

 

***

 

БИТАРАФТАРҒА

 

Сәләм, «мәрткә» киткән халыҡ,

Ҡарап торорһоғоҙ таң ҡалып,

Беҙһеҙ нисек, тиеп, донъялар?

Беләм, һеҙҙә һуңлап тоялар,

Өйрәнгәнгә көтөп әҙерен –

Яныуҙарҙың үткән ҡәҙерен.

Тормоштан да иртә туялар.

 

***

 

КАМИКАДЗЕ

 

Батырҙарса һәләк булды,

Ҡорбан итте,

Күсе өсөн һалды башҡайын,

Үҙен йәлләп торам,

Үҙемде әрләп

шешкән ҡолағымды ышҡыйым.

Бал ашағы килгәйне лә,

Ә бал ҡорто

Ҡотто алды, ҡаҙап ҡылысын.

Бал ҡайғыһы китте —

Эй, иҫәр ҡорт…

Һоҡланырлыҡ үлем — был ысын.

 

***

 

Әллә ниндәй сәйер бала -

Һүҙ өндәшмәй башын баҫып.

Килмешәктәр тартып ала,

Ә ул һаман ҡасып, боҫоп

Үҙ өйөндә, ят бауырҙай,

Бер маҡталып, мең алданып,

Йәшәй инде, бөткән бурҙай -

Эстән генә көйөп-янып.

Онотолған замандарҙа

Һыйынғанда кем ымһынып,

Икмәк, йылы бүлештең һин,

Ҡалғанда ла һуңғы һыныҡ.

Ә ул һине һанламай ҙа,

Рәхмәт әйтер, тиеп көттөң,

Ҡаныңдағы ябайлыҡтан

Улар өсөн - бурлыҡ өҫтөн.

Аҫылған да,баҫылған да

Оҙаҡҡамы атаң даны:

Кемдең кем икәнен таныр-

Ҡараңғы шул атыр таңың...

Ни хәл итһен сәйер бала,

Бышылданы сәсәй-сәсәй,

Ышанғыһы килмәгәндәй:

Ниңә, ниңә - үгәй әсәй?!

Һинең ниндәй улыңмын тип,

Булған өсөн үгәй әсәй,

Элеккеләй ярата алмам,

Ахырыһы һине, Рәсәй...

Йәшә, Рәсәй...

(«Шаңдау», 1997)

 

***

 

Ҡултамғалар йыям, ҡултамғалар,

Өйҙән өйгә йөрөп «хәйерсе».

Донъя шөкөр саҡта хәйер тимәм,

Ҡултамғаңды ҡуйып ебәрсе.

Көттөрмәйсә ишек аса кемдер,

Дөбөрҙәтеп төйәм ҡай саҡта.

Уян, мәхлүк, тормош дауам итә,

Йоҡлап ятма ҡасып, ҡосаҡта.

Уянығыҙ әле, уянығыҙ!

Мин генәме туңған, туҡмалған.

Туҡ булһа ла барҙыр ҡаңғырышып

Йөрөгәндәр тапмай һуҡмағын.

Ҡуҙғалайыҡ әле күмәк саҡта,

Һөрәнләйек ҡуйып талаптар.

Һуңлаһаҡ беҙ бөгөн, ә иртәгә

Алалмаҫбыҙ кире талап та.

Ҡултамғалар йыям, ҡултамғалар,

Әйтерһең дә мин бер хәйерсе,

Рәхмәт, тимен, осҡонланған күҙҙәр

Ҡарап ҡала арттан сәйерһеп.

(«Шаңдау», 1997)

 

 

***

 

МУЙЫЛ ТУЙЫ

Ҡаҫмарт буйҙары аҡ томан,

Ҡаҫмарт буйҙары муйыл,

Үрелеп сәскәңде өҙөргә

Етмәне түгел буйым…

Етһә лә өҙалманым шул,

Һин тиеп, һуйыл-муйыл,

Аҙаштым томандарыңда —

Буй етмәгәндә уйым…

Ҡастым, Ҡаҫмарт, ҡуйыныңда

Һағыштарымды уйып…

Ҡайтыр өсөн уйҙарыңдан

уйылғаныңда — ойоп.

…Һуңланыммы, уңманыммы —

Томанһыҙ инде буйың.

Мөлдөрәшә муйыл күҙҙәр:

гөрләтеп үткән туйың.

 

***

 

Исемең нисек йондоҙ?

Һағыш баҫһа, йоҡо ҡасһа,

текәләм йондоҙҙарға,

серҙәремде мин күптән үк

һөйләгәнмен уларға.

Йәшереп торор һүҙем юҡ:

ҡыуанысым, шатлығым

йөрәккә инеп торһа ла,

һүнгән йондоҙ сатҡыһы.

Анау, бала ғына йондоҙ,

исемең нисек һинең?

Әллә минең матурымдың

йөҙөндәгеләй миңе…

Йондоҙҙар күп, йондоҙҙар күп

һүрәмерәк, яҡтыраҡ,

ҡасышмаҡ уйнайҙар күктә,

атылалар ялтырап.

Буй етмәгәнгә үрелеп

йығылып төшкәнем бар,

Өрөп ҡабырға онотоп

ирендәр бешкәне бар.

Йондоҙ һанай, йондоҙ һанай

буталып бөттөм инде,

зарығып көттөм һине...

 

***

 

Яҙырға ла кәрәкмәйҙер был турала...

Әммә,әммә талап-донъя был!

Беребеҙ ҙә мәнгелеккә түгел-

Ғүмер тигән китап ябыла.

Йә,кемебеҙ уҡып бөтә алған

Тормош әҫәренен аҙағын?!

Кемдер йәшен булып күкрәп һүнә,

Кемдер балҡый,булып һаҙағай

Яҡынымдын шәмдәй быҫҡып янған

Күҙҙәренә баҡтым уҡталып

...................................

Йөрөшмәбеҙ инде ут алып.

 

***

 

Һыуыҡта

Йылы уйҙар килмәй башҡа,

Бары бер уй

Мейене өтә

Һыуыҡта.

Күҙ алдынан йүгереп үтә

Үткәндәрең.

Тоноҡ йондоҙ кеүек усаҡ

Юҡ-юҡта…

Һәм бер өмөт

Алдарыңа ятып сеңләй,

Һин кәрәкһең,

Һин кәрәкһең,

Бит кемгәлер…

Ҡыуа сыҡҡан

Гел йәйәүле буран булып,

Гонаһтарың аяҡ сала

Элгәре.

Һыуыҡта

Һалҡын уйҙар килә башҡа,

Йыртҡыс булып шыуышаһың

Ялҡынға.

Өркөтмәй ҙә

Йә өтмәй ҙә

Осҡон – сағым.

Һәм ул инде

усаҡ булып ялпылдай.

 

***

 

Тулғағынан арынғандай,

Эй, ҡар яуа талғын ғына.

Иҙрәп ятҡан аҡ биләүгә

Ҡарап торам мин тын ғына.

Был ҡышы ла үтеп китер,

Үтеп китер был йылы ла.

Ҡабатланмаҫ кеүек үтер

Балҡышы ла, байыуы ла

Минең һүрән генә Ҡояштың…

(«Шаңдау», 1997)

 

***

 

Минең телем

Алтын Урҙа менән

йәнәш сапҡан «һуңғы диңгеҙгәсә».

Аҡ батшалар менән солох төҙөп

тыныс ҡына йәшәй алмаған ул:

Иркен даулап яуға күтәрелгән,

язаланған,

мыҫҡыл ителгәндән

иҫән ҡалғандары тағы ишәйеп

Рәсәй өсөн ҡанға туҙа-туҙа,

илен-ерен һаҡлап ҡала алған.

…Телем тыҡрыҡ-урамдарҙа йәнә

сәхнә, экрандарҙа, мәктәптәрҙә

кәмһетелеп, күҙҙәремә баға…

Үҙ илемдә минең телем үгәй

унар, йөҙәр меңләп башҡортома

Үҙ илемдә минең тарханлығым

ташҡа үлсәйем генә аҫабалыҡ.

Ҡабатлағы килмәй Фәләстанды,

телем, йәшә, илем – Башҡортостан.

 

***

 

Минең яңғыҙлыҡтан биҙгән тараҡандар

ҡасып бөткән күршеләргә.

... һуң, ни әйтәһең инде кешеләргә?

 

***

 

Күрәһеңме, көҙҙөң бар көҙгөһө

Ерҙе япҡан һары балаҫта…

Юҡтыр, күрергә ни, киләһең бит

күҙҙәреңде алмай алыҫтан.

Ишетәһеңме, ҡыңғырауҙар сыңлай,

Тыңласы әле, йыйсы иҫеңде,

Тоноҡ ҡына, моңло тауыш менән

Ҡабатлайҙар һинең исемде.

Тояһыңмы, кемдер ҡыҙыҡһынып

Ала алмай беҙҙән ҡарашын,

Һинең моңһоу, ғорур сибәрлектән

көнләшәме, әйҙә, ҡараһын.

Үҙе бәрхәт, ҡыҙыл ҡыңғыраулы,

Тәлгәш-тәлгәш сыңы, миләш бит.

Әйтерһең дә, яныңдағын түгел,

Мине, мине ти ул – кәләш ит.

Хыялый мин, – ошо моңһоулыҡтан

татлы һағыштарға иҫереп,

Һөйләштереп өнһөҙ миләштәрҙе

Килде-китте уйҙар кисереп. –

Етәкләшеп киләм көҙ менән…

 

***

 

Ниһайәт,

йәйҙең ауырлы

ҡатынға тиңдәш сағы.

Бына тыуа,

өҙөлөп төшә

ал емешле ҡорһағы.

Аллы-гөллө киң күлмәге

елберләй елкән булып,

Зәңгәр күҙле күктән күҙләй

аҡ кәпәсле бер болот.

 

***

 

Кире ҡайтҡы килә онотолоп,

Әй, типтерге килә байрамдарҙа.

Элек сәбәп булһа, хәҙер түгел,

Ҡанға һенгән, шундай һағындырҙы.

 

Кире ҡайтҡы килә онотолоп,

Туғандарҙы йыйып табынға

Оҙон төн буйына түңәрәкләп,

Түңкәрелге килә тағы ла.

 

Эй, типтерге килә байрамдарҙа,

Күптән күрешмәгән дуҫтар бар.

Бөтмәҫ донъя мәшәҡәте менән

Һағындырған тулы туҫтаҡтар.

 

Элек сәбәп булһа, хәҙер түгел,

Иҫкә төшә һуңлап ҡәҙерҙәр.

Эх, ҡайҙа һуң үҙем шул ваҡытта

Ҡырҡҡа ярылырға әҙер ҙә...

 

Ҡанға һеңгән, шундай һағындырҙы,

Һағындырҙы дуҫтар, туғандар.

Бар ине бит заман - тамам, етте,

Үкенмәйек Ергә тыуғанға.

 

***

 

Сағандарҙан яусы килгән,

Моңая һылыу миләш.

Толомдарын елдәр сайҡай,

Бирнәһе тәлгәш-тәлгәш.

 

Ут баландар көнләшәлер,

Талғанһың тәрән уйға.

Урман көтә, ҡоштар китә,

Әҙерләнһәңсе туйға.

 

Был донъяла берәү генә

Дусар иткән һағышҡа:

Ғүмер буйы ғашиҡ икән –

Тоғро икән ул ҡышҡа.

 

Ниҙәр генә булды, миләш,

Күңелең иләҫ-миләҫ?

Яратмаған йәрҙәреңә

Булғың килмәйҙер кәләш?

(«Шаңдау», 1997).

 

***

 

Ҡала урамында ят кешеләр…

Уйҙарында аҡса һәм табыш.

Уҡып була.

Осратырмын тимә

тыныш билдәһеләй бер таныш.

Ҡайҙа ашығалар.

Шайтан белһен.

Миңә кәрәк анау туҡталыш.

 

***

 

Өйәңке төбөндә ултырам,

Бала саҡ өйәңкеһе.

Күләгәлә рәхәт, моңһоу;

һүҙ менән алдап та

килештерерлек түгел.

Сөрөкләнгән йыуан эсе

Сәүкә балаларын ҡурсып,

йылдан-йыл бөкөрөләнеп

табына бара ергә.

Ел йыуата.

Япраҡ күҙҙәр

суп та суп йәшен ҡоя,

йылға ятыуы көмөштәй

дүңгәләктәргә тула.

Аңламаным,

Күҙ йәштәре

Шатлыҡҡамы,ҡайғығамы,

Эсем бушатыум(ы) ошо

еңел булды ҡайһыбыҙға?..

Мин күләгәлә ултырам,

һыу буйында өҙөп-өҙөп

инә ҡаҙ ҡысҡыра.

Эҫе.

Түбәндәрәк

кер сайҡай әсәм.

 

***

 

Ямғыр алып килдең.

Тик һуңланың,

Мин көҙөмә инеп барамын.

Көҙөн яуған ямғырҙарға оҡшаш

алыҫлығы беҙҙең араның.

 

Ямғыр алып килдең.

Йылы ямғыр,

Татыған юҡ ине күптәнән.

Болот араһында ҡалған ҡояш

көлөп баға ине күктәрҙән.

 

Ямғыр алып килдең.

Һин ашыҡма,

Яуаһылар бөгөн түгелдер.

Һин шыбырлап ҡына ҡолағыма

үрелдең дә ҡапыл түгелдең...

 

Ямғыр алып килдең.

Иламасы,

Үҙе йығылғандар иламай.

Киләһе яҙ ҡапыл осрашырбыҙ,

һин – илаҡ ҡыҙ, ә мин – бер малай.

 

***

 

«Бер ҡасан мин тупраҡ, һин

тупраҡ

булып, ер ашлап ятҡанда,

шытып сыҡһын беҙҙән

тамырланып

бер тирәк, булмаһа - аҡ ҡайын»

 

***

 

Урынынан шылдырмағыҙ ташты

Аҫтында бар зәғиф үләндәр

Көн яҡтыһын, көн йылыһын көткән

Хыялдары күптән үлгәндер…

Күҙҙәре һуҡырайыр, йөрәк

Тағы ҡан юлдары шартлар –

Ҡояш нурҙарына түҙалмайса.

Бер шарт бар:

Бар зәғифлек күләгәлә ҡалһын.

Ышаныслы булыр.

Донъя йәшел саҡта,

Күҙгә көйөк булып тормаһын.

 

***

 

Әллә ниндәй сәйер бала

Һүҙ өндәшмәй – башын баҫып,

Килмешәктәр тартып ала,

Ә ул һаман ҡасып, боҫоп

Үҙ өйөндә, ят бауырҙай,

Бер маҡталып, мең алданып,

Йәшәй инде, бөткән бурҙай –

Эстән генә көйөп-янып.

Онотолған замандарҙа

Һыйынғанда кем ымһынып,

Икмәк, йылы бүлештең һин.

Ҡалғанда ла һуңғы һыныҡ...

 

***

 

Беҙҙе уйлап тапҡандар бит

Күп быуаттар элек.

Хакимдар халыҡты

Дар ағасына элеп.

 

***

 

Ҡанға һеңгән икән, тимәк – ҡанда

Йыр һәм көрәш тигән әләмдәр.

Майҙан киң дә, тар ҙа,

Тик тын ҡалған

еңелеүҙән ялҡҡан әҙәмдәр.

 

***

 

Алыҫта – тауҙар артында,

алыҫта – йылдар артында,

артылғанда ғүмер яҙын,

татығанда күбен- аҙын

күҙ алдына килә һәр ваҡыт:

Таң. Сабый таң. Мейес төтөнө.

Сырт-сырт килеп усаҡ телләшә

һәм сыймаҡлап ҡуян,төлкөнө

аҡ диуарҙа ҡала ялп итеп

бала саҡтың сүрәт ялҡыны.

Күҙ йомола бара, йомола,

уянғы ла килмәй йылыла.

«Гөльямал»ды көйләп шәл бәйләй,

әллә булды микән бейәләй.

Әсәй тора ҡуйып арҡаһын

мейесенә, сәсе аҡ, һары.

Күҙ йомола, тағы йомола,

йоҡо тәмле икән йылыла.

Һикерешә төштәр ялҡында,

уянаһы килмәй һалҡында...

 

***

 

ТӘҮӘККӘЛЛӘ

 

Ҡыш уртаһы… Кис… Ҡыйыҡтан

Боҙбармаҡтар,

Ғәйептәрен ауҙарырға ҡыймай,

Ҡатҡан ҡарға ҡарап, ҡаҙағандар

Тулған, талған, тонған күҙҙәрен…

(«Шаңдау», 1997)

 

***

 

ҺИНӘН – МИҢӘ, Ә МИНӘН…

 

Һинән миңә бер ни кәрәк түгел,

Тик сафлығың булһа – шул еткән.

Нәфселәрҙән тартып алған еләк –

Хур иткән дә мине, ир иткән.

Ә ҡалғанын үҙем белермен…

(«Шаңдау», 1997)

 

***

 

ҺАҒЫНЫУ

 

Ҡыш булһын зәһәр буранлы,

ябалаҡлап ҡар яуһын,

ҡашын төйөп торһон һыуыҡ,

аттар билдән көрт ярһын.

Дуғалағы ҡыңғырауға

ҡушылып көлһөн гармун,

алыҫта бүре илаһын

һәм булыр йөҙгә – бер моң…

 

***

 

Тибендәге йылҡы өйөрө

ялҡау ғына утлап йөрөй.

 

Ҡар аҫтында йәшел үлән

бармаҡтарҙы уйыр күрән.

 

Туплау яҡын усаҡтарҙа

гөлтләп китә ҡосаҡ сатыр.

 

Эттәр аяҡ араһынан

сыҡмайынса боҫоп ятыр.

 

Шымыртҡылап ҡолаҡтарын

айғыр һиҙә ҡороҡ барын.

 

Өйлөгөшөп аңра тайҙар

кеше булған яҡҡа атлайҙар.

 

Сылтыраны бына йүгән

әсе итеп кем һүгенә;

кешнәгәндәй алама тай:

«Бәхетең шул – ҡалайтайым,

дөлдөл булып үҙгәрермен,

буҙарырмын, күгәрермен.

Юғалырбыҙ ил гиҙергә

бер үк яҙмыш икебеҙгә».

 

***

 

Тулғағынан арынғандай,

Эй, ҡар яуа талғын ғына.

Иҙрәп ятҡан аҡ биләүгә

Ҡарап торам мин тын ғына.

Был ҡышы ла үтеп китер,

Үтеп китер был йылы ла.

Ҡабатланмаҫ кеүек үтер

Балҡышы ла, байыуы ла

Минең һүрән генә Ҡояштың…

(«Шаңдау», 1997)

 

***

 

ЕЙӘНСУРА

 

Һабантурғай булып ос, йырым,

Һандуғасҡай булып таңдарға.

Һайра кисен, иртән талпынып

Ҡаҫмарт буйҙарында талдарҙа.

 

Ейәнсура, Ейәнсура,

Һағындырҙың, тыуған яғым.

Йылдар аша урап-урап,

Йырҙарымда ҡайттым тағын.

 

Дуҫтарыма барып ет, йырым,

Ҡайҙа барһам улар уйымда.

Туғандарыма ла әйт сәләм, –

Осрашырбыҙ һабан туйында.

(«Шаңдау», 1997)

 

***

 

 

МИНЕ КӨТМӘ

 

Күҙҙәремә туры

Мөхәббәтһеҙ-ниһеҙ ҡара ла

Көҙгә әйлән, япраҡтары көйгән,

Алмалары шартлап ярылған.

 

Минең өсөн түгел, танымаҫлыҡ

Итеп ҡара аҙған баҡсаны,

Теләгәнеңде сәс. Мин алыҫта

Әллә ниңә иртә ҡаҡшаным.

 

Тәмен беләм һуңғы алмаларҙың,

Тик өҙөп ал икән, өҙөп ал.

Ҡара көҙгә ҡалма, миҙгелдәрҙең

Йәйе булған кеүек – көҙө бар.

 

Мине көтмә.

Һауыға ла алмам,

Ауырға ла алма, ысындың

Күҙҙәренә ҡарай алғанғамы –

Артыҡ икәнемә ышандым.

 

Ҡарт баҡсасы булып бер йөрөрмөн

Кипкән япраҡтарҙы яндырып,

Сәсәй-сәсәй төтөн һағышында,

Күктән теләп илаҡ ямғырын.

 

***

 

Мәңге боҙлоҡ араһында

туңырымды беләм бит мин…

(Салауат Әбүзәров)

 

Беҙгә тиклем дә туңғандар,

Беҙҙән һуң да туңырҙар.

Милләттең бит таянысы –

ҡашҡалар һәм ҡуңырҙар.

 

Бер саҡ ҡаҙып сығарырҙар

Мамонт һөлдәһе кеүек.

Күргәҙмәләр шаулап торор –

Туңыу билдәһе тиеп.

 

***

 

Тәҙ(е)рәмде астым яңғыҙ төнгә

Бүлешергә көҙҙөң һағышын.

Йондоҙҙар ҙа инде янып һүнгән

Һанап ғүмерҙәрҙең ағышын.

 

Алтын ҡылдар сиртеп тик көҙ көйләй

Ғашиҡтарҙың моңло күңелен.

Ошо төндә яуған япраҡ һөйләй

Араларҙың яҡын түгелен.

 

Бәлки, һин тәҙ(е)рәңде асып,

Һүтәһеңдер хәтер ептәрен.

Әллә берәү мөхәббәте ташып

Үбә наҙлап иренең ситтәрен?

 

Көҙҙәр булып әллә һин киләһең,

Татлы һағыштарҙы бүләһең…

(«Шаңдау», 1997).

 

***

 

Артығын эстем, ахырыһы,

Бөгөн табында.

Ултырам әле теҙләнеп,

Тупһа төбөндә.

 

Гел ашҡынып ҡайтып төшәм

Йөрәгем ҡупһа,

Ҡуптарһам да күп табандар,

Эх, һиндә, тупһа.

 

Был эскәндән генә түгел,

Ҡушҡанға йөрәк.

Уйлайһыңдыр теҙләнә тип

Был ниндәй өрәк?

 

Инде ситтә ҡупты табан,

Ҡыумаҫһың, юҡһа –

Күңел булды, бороламын,

Хуш, тыуған тупһа.

 

Шығырланы ул да аҙаҡ:

– Әсәйең иҫән.

Ҡайҙа киттең ялан аяҡ,

Эй, иҫерек йән.

(«Шаңдау», 1997)

 

***

 

МӨХӘББӘТЛЕ ТЕЛЕФОН

 

Һин башҡаса миңә шылтыратма,

Үҙ яҙмышым минең, үҙ донъям.

Үткән үкенестәр, һағыштарым,

Беләһеңме, һинһеҙ ҙә тоям.

 

Мөхәббәтле телефон –

Онота (а)лмай араһын.

Яңырта йөрәк яраһын,

Мәрхәмәтле тиле – һуң!

 

Беҙҙе тоташтырған тимер сымда

Ҡалһын һинең ҡайнар хистәрең.

Онотайыҡ белгән һандарҙы ла,

Яңғыҙ үтһә үтһен кистәрем.

 

Әгәр ҡабат миңә шылтыратһаң –

Хәҙер, бына ошо минутта.

Һағындырҙың тиеп әйтә (а)лмайым,

Әммә үткәндәрҙе онотма!

(«Шаңдау», 1997)

 

***

 

ҺАҒАЙЫУ – АЙЫҒАЙЫУ

 

Һағайыуҙан алйығансы –

аҡ айыу килһен.

Йөрәк ярылырҙан алда

ҡыуаныс белһен.

 

***

 

Урмандарҙа

урамдарҙа

тыҡрыҡтарҙа

парктарҙа

дәрестәрҙә

бәҙрәфтәрҙә

түтәлдәрҙә

ванналарҙа

дамбаларҙа

сәхнәләрҙә

сәхрәләрҙә –

ниңә үбешәләр икән???

Ғөмүмән, һәр

булған ғашиҡ

таба ала

елле ышыҡ

йәшлек тигән

ханһарайҙа.

Әкиәттәге кеүек

булһа ярай ҙа…

 

***

 

ӘҘӘМ МЕНӘН ҺӘУА

 

…Шул мәңгелек саҡырыуҙы юллап

башы һуҡҡан яҡҡа Әҙәм дә

Һәуа артынан сыҡҡан ҡыуалап…

 

Оҙаҡ йөрөгәндәр ҡамғаҡ кеүек

серле шул саҡырыу артынан.

Әҙәм бер тау менеп өлгөрмәгән,

Һәуа туғыҙ тауҙы артылған.

 

Арып-талып, мең михнәттәр сигеп,

табышҡандар ҡапыл был икәү

Кәрәк түгел ожмах баҡсаһы ла,

Һәуа, ниңә тәнең баллы икән.

 

Онотолоп китеп ҡар бураған

Ер боҙ булған, күктә болоттар

Әҙәм менән Һәуа бер-береһен

ҡайнар тыны менән йылытҡан.

 

Тубыҡтарың һыуыҡ тип көлгәнгә

яуаплайым әкиәт менән

Өшөнөмө аяҡ алмаларың

Бәхетлеме хәҙер һин минән…

 

***

 

Мин юлға сығыр алдынан

Эҙләмә, бөтмәҫ сәбәп,

Ятма юлымда арҡыры

Онотма, изге сәғәт.

 

Фатихаңды бир һәм телә

Иҫән-һау ҡайтырымды.

Күргең килмәһә ҡурҡаҡты,

Оҙатма батырыңды.

 

Һауап булыр тип сыҡмайым,

Изгелек өсөн янам.

Яңғыҙыңды был ят яҡта

Ҡалдырһам, түҙ, түҙ, йәнем.

 

Юлда ятып ҡалмаҫ өсөн

Юл төшмәҫ ерҙәргә лә,

Эйәрләнем мин атымды

Аяғым өҙәнгелә.

 

Һәр юлға сығыр алдынан

Ас йөҙөңдө әҙ генә.

Хәйерле юл теләп, ебәр

Атҡайымдың теҙгенен.

 

***

 

ЙӨК АТЫ

 

Юл буйында уҙып киттеләр, әй,

Ҡыңғырауҙар таҡҡан шәп аттар.

Аллы-гөллө дуға, саналары,

Беҙ һоҡланып барҙыҡ шәп атлап.

 

– Туй аттары, һин һөйрәгән йөктө,

күргәне лә юҡтыр төштәрендә…

…Хужам моңһоу ине. Хәл алдыҡ та

юртып ҡайтып индек төш мәлендә.

 

***

 

Йырлай алған еренә

йылға ҡайтты ярына,

быуылып ҡалған

күләүек

тейә иҫке ярама.

Көйәнтәләп төшмә һыуға

һыҙғырып һуғарғанда,

икебеҙгә таныш көйҙө

ат тыңлай һыуһағанға.

 

***

 

ДИУАРҘАҒЫ ЕҘ БАТМУС

 

Ялтырап торҙо майлы ҡалъяларҙан;

Ҡунаҡтарҙың терһәгенән аҡты тоҙлоҡ;

Ахры, бейеүсе ҡыҙ ҡулдарына күсте,

Еҙ үксәһе менән тапап хәлен алғас;

Яуған тәңкәләрҙән сылтырап көлдө…

Хужа бер саҡ элеп ҡуйҙы күк урҙаға…

Оноттолар.

 

***

 

Ҡоштар телен бер саҡ отормон

Һәм ҡанаттар һорап ялбарырмын.

Бер саҡ үҫер минең ҡанаттарым,

...шул саҡ ҡоштар телен онотормон.

 

***

 

Һин сәскәләр һорағайның…

Һуң, нимәгә инде улар һиңә?!

Үлгәндәр бит тереләрҙең хаҡын

әйтеп китә һәм дә шиңә.

Ә һин сәскәләр һорағайның…

 

***

 

МЫШЫЛАР

Февраль

эңер

Шәфәҡтең алһыу кершәне

офоҡ битенә буялған

һәм хушбый «Шанель»

автобуста урынһыҙға

комфорт өҫтәне.

Ир заттары, ҡатын-ҡыҙҙар

төрлө төҫтәге

төрлө яҙмыш эйәләрен

бергә бикләне,

шофер тигән бер елғыуар

– шулдыр икмәге.

Ҡайҙа бара икән халыҡ,

ҡайһы тарафҡа?

Мин, мәҫәлән, әсәйемә,

улар – битараф.

…Ойоғанмын.

Тәгәрмәстәр

туҡтай һыҙғырып.

Барыһы тышҡа бағалар

тәҙрәне һырып.

Ҡыр һыйырҙары. Мышылар,

ғорур мышылар,

пар ут көлтәһе аҫтында

үтә ҡаршынан.

Ҡараңғылыҡҡа сумалар

тәрән көрт йырып,

ишетелгәндәй була

бүреләр йыры.

Ҡуҙғалабыҙ,

күҙ алдында

һаман мышылар

ҡар ташҡынын ярып йөҙә,

йөҙә ашығып…

 

***

 

Ете төн уртаһында

Сана табаны шығырлай

Ҡараҡмы, бурмы;

Кеме төндө маҙаһыҙлай

Әллә убырмы?

Их, алыҫҡа ишетелә

Төнгө тауыштар.

Тулған айҙай кемдә тағы

Һары һағыш бар?

Бик булмаһа, туҡталып кит,

ултырт санаңа,

Әйләнәйек-бер ауылды

Теймәм маҙаңа.

Был селләлә эт баҫтырып

Тағы кем йөрөр?

Һәнәк күтәреп сыҡһындар:

бүре өйөрө!

...Йә, туған, туҡтат турыңды

Кер, йылынып сыҡ,

Ас булмаһа, туңмаҫ әле

илдә бер сыпсыҡ.

Сана табаны шығырлай,

Кем йөрөй унда?

Ҡайһығыҙ ҡайҙа шыбырлай

Эх, һеҙ туғандар...

 

***

 

Ҡайғылы бөткән әкиәт

ишеткәнем юҡ,

Шуға ла бер ҡатлы донъяға

үс иткәнем юҡ.

Дуҫтар ҙа, дошмандарым да

икәүҙән өсәү яҡшы,

Мәңге тормаҫ был батшалыҡ

ҡараңғы, һыуыҡ, шаҡшы.

Үҙ башына етәр үҙе –

был бит әкиәт иле,

һеҙгә бында хөрриәттер,

йәлләт, эскесе, тиле.

Ҡырҡмаһа ҡырҡ ҡаршылыҡтар,

бәлки, уңырһың уңда.

Туры юлдан гел туңалар,

һулырһың, китһәң һулдан.

 

Ҡайғылы бөткән әкиәт

осратҡаным юҡ.

Шуға ла бошмай йөрөйөм,

баш ватҡаным юҡ.

 

***

 

МЫШЫЛАР МӨГӨҘ ҺАЛҒАНДА

 

Ҡыр үгеҙе мөгөҙөндә

серем итә тулған ай.

Ҡайҙалыр бүре олой…

 

***

 

Кемдән, ниҙән,

ҡай тарафтан

бәхетле булалдың һин…

Һаубуллашмай, ғорур ғына

Киттең дә, юғалдың һин.

 

Өндәшмә лә, йәшермә лә

йөҙөңә сыҡҡан нурҙы.

Тағы кемдәр отто икән

һиңә йырлаған йырҙы?

 

Был һорауҙы тик мин генә

бирергә хаҡлымындыр?

Рәнйетмәһен, урап үтһен

абайһыҙ һаҡһыҙлығым.

 

Түңәрәк донъяңдың сите,

бынан һуң сатнамаһын.

Йылдар уңалта яраны

Күр, мин дә шатланамын.

 

Өндәшмә лә һәм нитмә лә,

баҫып тор бер аҙ янда.

И ғүмер…теге донъяла

күрешер беҙҙең йәндәр.

 

***

 

Дөм ҡараңғы төндө уйып

Уфтана өкө.

Миңә йоҡмаҫ йоҡоларым

Булдымы көлкө?

Әллә ҡарғай ай яҡтыһын,

Әй, ҡаңғыра ул.

Көпә-көндөҙ аҙашҡандай

Шул яңғырауы.

Һыҙланып ҡына таң ата,

Ҡараһыу офоҡ.

Өнһөҙ ҙә өркөтә өкө,

Шырлыҡта боҫоп.

Шул уйһыу моңға иҫереп,

Мин торам шаңҡып.

Һәм был Ерҙә йәшәүемә

Килә ышанғы.

 

***

 

 

Күңелһеҙ ваҡыт

Баҙарға бар,

һөйләп ҡара

әхлаҡ тураһында.

Йөрәгеңде бизмәнгә һал

һәм тураһындар.

Нотоҡ уҡы халыҡтарға,

дөрөҫлөк хаҡында.

Ишетмәҫтәр, ышанмаҫтар,

алырҙар алҡымдан.

Хакимдарҙан яҡлау һора,

таптыр хәҡиҡәтте.

Улар әйтер, сыҡтыңмы әллә

тиеп әкиәттән.

Килеп һыйын

ҡапыл ғына

туғандарыңа.

И, шағир дуҫ, уларҙан да

бер ни һорама.

 

***

 

Шайтан алғыр.

Тәҡәттәремде ҡоротоп,

Шул иманын һатҡан бәндәгә,

Ниңә әле иҫенә төшөрөргә

динен һәм милләтен тылҡыным…

 

Һинең менән миңә ҡарағанда,

яҡшы белә бит ул үҙ затын.

 

***

 

Ҡара сатыр,ала сатыр

Менән сыбар ҡала өҫтән.

Ямғыр яуа,күктән берәү

Үсәп-үсәп һүгә төҫлө.

 

Оло юлда машиналар

Бысраҡ һибә,сәсә,ҡаса,

Мин усыма таш йомарлап,

сығып барам урам аша.

 

Их,сатырһыҙ һәм дә атһыҙ

Йәшәүҙәре бигерәк ҡыйын.

Һәм дә шулай уҡ эш һуңынан,

Ҡайтыуҙары «тейәп ҡырын».

 

Өҫтә шаптыр,аҫта шаптыр

Әллә ҡупҡан инде туфан.

Йә,ни өсөн шундай матур

Минең Өфөм, һинең Уфаң?!

 

***

 

Йылҡы малы йөҙә белә бит ул

Тик алыҫҡа түгел һәм тәрән.

Тарих йәшәй икән - уларға ла

Дан йырлайҙар, бар ул ихтирам...

 

...Карап йөҙөп барған сал диңгеҙҙә

Һәм кешеләр менән бер ҡатар

морондарын сөйөп ғорур, тыныс

Трюмдарҙа торған ти аттар.

 

Меңләп йылҡы - дүрт меңләгән тояҡ

бәхет килтермәгән кәмәгә -

Ерҙән бик алыҫта төбөн тишкән

ҡаяғамы, ҡаты нәмәгә.

 

Кешеләр ни, һалға ултырғандар

аттар һыуҙа - урын юҡлыҡтан.

Йәл дә бит һуң, эх, шул сараһыҙлыҡ

йөҙөп барған улар йылҡылдап.

 

Көрән утрау булып ынтылғандар

аяуһыҙлыҡ еңгән диңгеҙҙә.

Тәүҙә диңгеҙ йылға ғына булып

күренгәндер, бәлки, тик теҙҙән.

 

Ул йылғаның осо-ҡырыйы юҡ,

тулҡын һөйрәй хәлһеҙ аттарҙы,

кешнәй-кешнәй һыу төбөнә китә

бер-бер артлы йылҡы баштары.

 

Ах, бик тә йәл, тыуған илен ташлап

сараһыҙҙан киткән был аттар.

Ир-егеткәй менән ат башына

тағы йырҙар яҙыр быуаттар.

 

***

 

Афарин! Июль ҡояшына

сисендерә малай-ҡыҙҙарҙы.

Өфө урамында тәпәй-тәпәй

туратымды киләм һыҙырып,

алған булам шунда һыҙғырып.

 

Ипподромда күргәнем бар һеҙҙе,

килештереп булмаҫ яҙып та.

Шағир өсөн шәриғәтме ҡанун –

бынан ғына китмәм аҙып та,

алдар кеүек ҡәләм, яҙыҡ та.

 

Ух, ҡыҙҙыра…Томалана күҙҙәр,

Өфө йүкәләре, ҡайҙа һеҙ?

Һырахана ишектәре асыҡ,

уға ғына былай, бай ҙа беҙ,

эс күптереү әле файҙаһыҙ.

 

Мин әлһерәп Өфө буйлап сабам,

тыҡ-тыҡ уҙып китә юртаҡтар.

Бар ти ине миндә һеҙҙең ҡайғы,

тротуарҙан башҡа юл юҡтыр,

(бәлки, беҙҙең серҙәр уртаҡтыр).

 

Һәм мин ҡасып автобусҡа сумам,

унда ла шул бер үк йәмғиәт.

Ана, берәү сүпләй төймәләрен,

тояҡтарҙы ҡапшап, ҡәнәғәт.

Тын быуыла, төшәм, йәмәғәт.

 

***

 

АХ, ИЮЛЬ...

 

Ҡыҙыу, татлы, йомарт бисә бит һин,

Хәлде алаһың, ҡанды һураһың

Шул ысыҡһыҙ таңдан тораһың.

Һуң-

Күҙгә бәреп әйтмә тураһын.

 

Ерән ҡарт бейәне ҡыуа-ҡыуа-

Сыңғыратып ҡашҡа ҡолонон,

Ҡояш ҡаршылайбыҙ өсәүләшеп,

һинең дәртлелегең ҡороһон.

 

Ҡыршылдатып ҡырып бесән сабып,

Салғы янып хәлдән таяһың.

Зыңғылдап та тора июль кереше,

Төшкөлөккә бөгә таяғың.

 

Ур-ра күгәүендәр!Тайҙыҡ өйгә

Туйтаңлата һуғып еләбеҙ.

Ҡайтыр яҡҡа ҡарт бейә лә йәш ул,

юрта, һөт сәптерә елене.

 

Йәш бесәндә тулап,уйлап киләм

Эс тә күпмәй әсе ҡымыҙға.

Ҡашҡа ҡолон көнләшәме әллә,

йәнәш саба,ҡарай ҡыҙығып.

 

Ах,ҡыҙыу ҙа һуң ҡояш,татлы июль,

ҡымыҙға ла йомарт был бейә,

ҡайтам,тағы Ҡаҫмартыма сумам,

Ялан башҡа эҫе тиҙ тейә.

 

Ҡашҡа ҡолон ана туйһын имеп

минең ҡолонсағым шикелле,

ҡыҙым әйтә яңы һауылған һөт

Әсәйҙеке кеүек шәкәрле.

 

Ах, июль...

 

***

 

Бында кеше яҡшылыҡҡа туймай

яуызлыҡтан биҙеп «килгәндер».

Ә иң дөрөҫө – фәрештәһеҙ йәндәр

битараф бер битлек кейгәндәр.

Йүнле-йүнһеҙ китә азатлыҡҡа

һирәк ҡабатлана киреһе.

Йылдар үтмәй – ғүмер үтә икән,

йәндәр алыштыра тиреһен.

 

***

 

Сәсрәп китте баллы күнәктәре

һары көйәнтә...

Тәҙрә маңлайынан күҙ йәшеләй

ағыла тамсы.

 

Туҡтат әле машинаңды,туған,

бер көйрәтәйек.

Барып урарбыҙ,

һау булһаҡ,

төш,кис ауғансы.

 

Хәбәрһеҙ юғалды,тиерҙәр

был бал ҡортона.

Күстәштәре барлап сыҡҡас

бер-береһен,

бәлки,аҙашып ҡалғандыр,

юлын тапмай йортона.

Йәш бит әле,

алабарман,

әйҙә,йөрөһөн.

 

Тартабыҙ.

Үлтерәбеҙ үҙебеҙҙе яйлап,

тәмләп

Тирә-йүн сәскәгә күмелгән

ят та үл инде.

Йөнтәҫ иңкеш ҡунды яурыныма,

ҡарай ипләп,

ысыҡ тамсылары ялтырай зөмрәт

үләндә...

 

***

 

«Шағирҙар талап ителмәй». –

«Шағирҙар талап ителмәй!» -

Шағирҙар талап ителмәй?

Ах, Аллаға шөкөр,

Ә ҡалғанына төкөр.

Илдә сәпсек үлһә - үлер,

Һәм ҡаҙна ла аҡса бүлер.

Күмер.

 

***

 

АҠ БОЛОТҠА

 

Аҡ болотҡа ҡараным да,

күрҙем һынған ҡанатты.

Кемдеке һин, ниндәй ҡоштоң

ҡалдырған аманаты?..

Ҡайҙа тоҫмаллап юл тоттоң,

яңғыҙыңмы, күмәкме?

Тыуған яҡҡамы барышың,

әллә йылы яҡҡамы,

Хәйер, күктә яҙ ҡояшы –

и, ғүмеркәй – аҡҡан һыу…

Һауаларҙа тетелеп ҡалған

ҡоштарҙың ҡауырһыны.

Болот тиһәң – болот түгел,

ниҙеңдер ауыр тыны.

…Аҡ болотҡа тағы баҡтым,

күрмәһәм булмаймы ни,

Күккә ҡарамаһам да бер,

күңелем тулмаймы ни,

күңелем тулмаймы ни…

 

***

 

ДОНЪЯ ҮҘГӘРЕҮЕ

 

Сәнскеле тимер сыбыҡҡа –

Ҡунған күгәрсен күрҙем.

 

***

 

ҠАРТАЙЫУМЫ?

 

– Мин бит һине күргәнем бар,

Иҫләмәйем ҡайҙалыр, –

Тип башланды танышыуҙар,

– Һылыу, бәлки, айҙандыр.

 

Ғәҙәттә тамамланды ул:

– Ғәфү ит, танымайым.

…Һинең ҡояш төшкөлөктә,

Минеке бара байып.

 

***

 

ҮҘЕҢ БУЛЫП

 

Урамдарҙың, тыҡрыҡтарҙың

һәр бер босмағында

хәйер һорап ултыралар

туғаның, дошманың да.

 

Бағалар ҙа тишә яҙып

һынаулы ҡараштарын

ситкә алалар, башҡаларға

йыйырмай ҙа ҡаштарын.

 

Ғәҙәттәгесә тығылам

кеҫәләремә ҡапыл

күп ваҡытта унда

уйланғанынса, таҡыр.

 

Үҙең булып ҡалған өсөн

яһаҡтар түләү кәрәк.

Аҡыл аҡлай, тиң аңлаймы

шуны дыуамал йөрәк?!

Автор:Шамил Яубаҫаров  
Читайте нас: