Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Июль 2023, 14:20

Нөгөш – затлы йөҙөк ҡашы

* * *

«Нөгөш буйҡайҙары аҡ томан, 
Нөгөш буйҡайҙары күк томан...
Таңдар атыр, ирер был томан,
Һағынам бит һине мин һаман...»
Ғәлиә Кәлимуллина.

Уны барып күрмәй тороп, Башҡортостандың гүзәл тә­биғәте тураһында барыһын да беләм тип һүҙ йөрөтөү урын­һыҙ. Һүҙ халыҡ телендә «тау әкиәте», «өс ҡала диңгеҙе» тип һөйләнелгән  Нөгөш һыуһаҡлағысы тураһында булыр.
Бөтә донъяға  билдәле «Урал батыр» эпосында, Урал  батыр тере һыуҙы  бөрккәндән һуң,  Урал тауы буйында йән эйә­ләре, кешеләр үрсеп, күбәйеп китә, хатта уларға эсәр һыу етмәй башлай. Шул ваҡытта Иҙел, Һомайҙың кәңәше буйынса атаһының булат ҡы­лысын алып, бейек тауҙы яра саба. Унан ағып киткән һыуҙы Иҙел тип атағандар. Иҙелдән күрмәксе, уның өс туғаны ла, булат ҡылыс менән алмашлап сабып, тағы өс йылға ағыҙып ебәргән. Уларын Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмар тип исемләгәндәр.
Нөгөш (Оло Нөгөш) — Баш­ҡортостандағы йылға, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы. Кама йылғаһы бассейнына ҡарай. Белорет районы Күк­ҡашҡа ауылынан (бөткән ауыл) көнсығыштараҡ, Юрматау һырты­ның көнбайыш бит­ләүенән башлана. Белорет, Бөрйән, Мәләүез райондары буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аға. Унан Мәләүез районының Эт­көсөк ауылы янында төньяҡ көнбайышҡа борола һәм Ағиҙел йылғаһына  уң яҡтан  килеп ҡушыла.
Башҡа йылғалар кеүек, Нө­гөштөң  дә  һыуы бик ныҡ кәмей  башлағас, урындағы халыҡ, уны быуып һыу запасы булдырырға тип, Мәләүез районында Нөгөш һыуһаҡлағысын төҙөргә ниәт­ләй. Нөгөш йылғаһын быуып, йылдам үҫешкән Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Салауат ҡала­ларын эсәр һыу һәм электр энергияһы менән тәьмин итеү ниәте үткән быуаттың 50-се йылдарында уҡ тыуа. 2187 метр оҙонлоғондағы һәм 31 метр бейеклектәге бетон плотина 1965 йылда сафҡа инә. Ә төҙөлөш эштәре ике йылдан һуң ғына, 11,25 МВт ҡеүәтле ГЭС ҡоролғас, тулыһынса тамамлана. Шуға һыуһаҡлағыстың рәсми тарихын 1967 йылдан алып баралар.
Яһалма диңгеҙҙең оҙонлоғо – 21, иң киң урынында яҫылығы – 5 саҡрым, уртаса тәрәнлеге – 5 метр, иң тәрән урыны 30 метр тәшкил итә. Нөгөш һыуһаҡ­лағысы үҙе, уның тирәһендәге тәбиғәт    бик матур. Ярҙары баш­лыса ташлы, күп урында ул ҡаялы тауҙар менән ҡаймалған. Ә тауҙар иһә ҡалын урмандар менән ҡапланған. Нөгөштә   алабуға, бәрҙе, суртан һәм башҡа бик күп балыҡ үрсегән, «Ҡыҙыл китап»ҡа ингәндәре лә бар.
Республикабыҙҙың ҡап ур­таһында, урманлы ҡая-тауҙар ҡыҫымында ялтырап ятҡан Нөгөш һыуһаҡлағысы – төбәк халҡының, ситтән килгән туристарҙың яратҡан ял урыны.  «Таллы» һәм «Бейек Тау» экологик һуҡмаҡтары буйлап сәйәхәт  һыуһаҡлағыс тирә­һендәге тәбиғәт, Урал тауының мәғрур хозурлығы менән танышыу мөмкинлеген бирә.
«Бейек Тау» экологик һуҡ­мағы дүрт саҡрымға һуҙылған. Ул Серле мәмерйәһенә һу­ғылып үтә. Күтәрелгән тауҙан Нөгөш һыуһаҡлағысы ус тө­бөндәге кеүек күренеп ята. «Таллы» маршруты иһә ҡыҫ­ҡараҡ. Ул да был төбәктең тәбиғәте тураһында бик күп мәғлүмәт бирә.
Нөгөш йылғаһының Күперле ҡушылдығындағы шарлауыҡты һәм карст күперен күрмәй ҡайтыу ҙа яҙыҡ булыр. Улар ҙа  йылға исеменән алынып, Кү­перле шарлауығы һәм Күперле күпере тип атала.
Нөгөш һыуһаҡлағысы «Баш­ҡортостан» милли паркы би­ләмәһендә урынлашҡан. Шуға күрә турис­тар өсөн талаптар етди ҡуйылған. Шулай ҙа унда туризм тармағының киң ҡолас менән үҫешеүе хайран ҡал­дыра. Ярҙарының ял өсөн яраҡ­лы һәр метры тиерлек фай­ҙаланыла. Ял һәм турист ба­заларының һәр береһенең төҙөкләндерелгән үҙ һыу инеү урыны бар. Унда ятыу ҡу­лайламалары, әңгәмәләшеп ултырыу, еңелсә ҡапҡылап алыу өсөн эскәмйәләр һәм өҫтәлдәр ҡуйылған. Төнгөлөккә йә бер нисә көнгә туҡтау урында­рының төрлөһөн тәҡдим итә­ләр. Май айынан алып сентябрь бөткәнсе кәмәлә, катерҙа йөҙөп, һыуһаҡлағысты күреп сығырға, һыу саңғыһында шы­уырға, һыуҙа ялдың заманса башҡа төрҙәрен һайларға мөмкин. Хатта акваланг менән сумырға ла өйрәтәләр.
Нөгөш таҙа һыу тигәнде аң­лата. Шуға күрәлерме, бөтә Башҡортостан буйлап эҙләһәң дә, уның  һыуынан да таҙа һыуҙы таба алмаҫһың.
Яҡташтарым минең, беҙгә, Нөгөшөбөҙгә, ял итергә килгән ҡунаҡтар, һеҙгә өндәшәм: Баш­ҡортостаныбыҙҙың  йөҙөк ҡашы булған Нөгөшөбөҙҙөң  матур­лығын, таҙалығын һаҡлайыҡ! Был  матурлыҡ киләһе бы­уындарға ла етһен ине.

Илүзә ӘХМӘТШИНА,
Салауат белем биреү һәм 
һөнәри технологиялар колледжының 
I курс студенты.

Читайте нас: