Һыуһындарым ҡанмаҫ һыуын эсмәй
Шишмәһенән тыуған яғымдың.
Күңелдәрем булмаҫ
Ҡосаҡламай
Киртләстәрен Нөгөш ярының.
Фәнил Күзбәков.
Мин йырҙарҙа йырланған Әбет ауылы донъяға килгәнмен. Тыуған төйәгемдең атамаһы 1795 йылдан билдәле. Шул ваҡытта 60 йортта 288 кеше йәшәгән. Ауыл атамаһыныңӊ килеп сығышының бер нисә варианты бар.
Бынан күп йылдар элек Әбүталип исемле ылаусы, бәпес көткән ҡатынының хәле ауырайғас, әлеге ауыл урынында туҡтарға мәжбүр була. Ҡатыны бала тапҡас, сабый нығынғансы тип, тағы бер аҙға тороп ҡалалар. Унан һуң Йәмле Нөгөш буйын оҡшатып, бында бөтөнләйгә төпләнәләр. Ошо тирәләге урыҫтар Әбүталипты үҙ яйына Абит тип йөрөткән. Шунан халыҡ телендә Әбүталиптың Әбет булып килеүе лә ихтимал.
Ауыл Ғәбит исеме менән дә бәйле. Ғәбит тигәндәре Тимгәндең улы Сәйфулланан тыуған Ғәбиҙулла булыуы мөмкин.
Тағы ла бер варианты: революцияға тиклем Хәмзә исемле ҡарт Нөгөш йылғаһында борам (паром) тотҡан. Ул Әбет менән Түбәнге Таш ауылдарының ҡап уртаһына тура килгән. Халыҡ шул урынды Паром тапҡыры (Паром тәңгәле) тип йөрөткән. Шул ваҡыттарҙа урыҫтар Красноусол, Петровск яҡтарына ошо борам аша изге һыуға барған. Юлсылар уның эргәһендә туҡтап ял иткәс, төшкө аш – обед ашап, юлын артабан дауам иткән. Әбет ауылының исеме ошо «обед» һүҙенән килеп сығыуы хаҡында фараз да йәшәй.
Яҡташ шағирҙарыбыҙ Ғәли Ильясов, Фәнил Күзбәков шиғырҙар бағышлаған шишмәләр ҙә бар. Ике шишмә лә тау башынан, бөтә тирә-яҡ күренеп торған ерҙә юл ала. Шуларҙыӊ береһен, яҙын мул һыулы, йәй етеүгә ҡорой торғанын Һуҡыр шишмә тип атағандар. Унан алыҫ түгел тағы ла берәүһе үҙенеңӊ һалҡын, таҙа һыуы менән һоҡландырып аға. Тулы һыулы булғанға Күҙле шишмә тип йөрөтәләр. Ул тау итәгенән ағып төшөп, ауылды аҫ яҡлап урап үтеп, Нөгөш йылғаһына ҡушыла. Ошо ике шишмә хаҡында халыҡ күңелендә төрлө риүәйәт һаҡланған.
Ауылымӊ эргәһендә урғылып аҡҡан Нөгөш йылғаһы буйы төрлө атамаларға бай. Күптәргә таныш булған, элегерәк һыу инә торған бер урын бар. Уны халыҡ Морон тип йөрөтә. Сөнки йылғаныңӊ боролоп ағып киткән яры текә булған һәм моронға оҡшаған.
Тағы ла бер урын – Мәстүлек бөгөлө. Нөгөш йылғаһыныңӊ Әбет менән Эткөсөк араһындағы яр буйында урынлашҡан. Борон Бөрйән яғынан Нөгөш йылғаһында батып үлгән Мәжит исемле малайҙыңӊ кәүҙәһе табылған, шуға ла был урынды Мәжит үлеге табылған ер тип йөрөтә башлағандар, аҙаҡ халыҡ телендә Мәстүлек булып киткән.
Бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып килгән тағы ла бик матур урындарҙыңӊ береһе – Хәсән баҡсаһы. Ул беҙҙеңӊ Хәсән олатайҙыңӊ умарта тотҡан баҡсаһы булған.
Хәсән 1843 йылда тыуған, алты балаһы – дүрт улы, ике ҡыҙы булған. Ул тау һыртында умарта баҡсаһы тотҡан. Ер һорап килеүсе урыҫтарға байтаҡ ҡына ерҙе һаттырмаған. «Ерһеҙ кеше – илһеҙ кеше», – тип халыҡ араһында аңлатыу эше алып барған. Үҙ биләмәһен улдарына, туғандарына бүләк итеп биргән. Төрлө формаға оҡшағанлыҡтан, халыҡта уларҙы Өскилбүләк, Дүрткилбүләк, Оҙонбүләк тип йөрөтәләр.
Борон Мотай, Ужа, Әлмәкәй ерҙәре Әбет биләмәһенә ингән. Талбазы мишәрҙәре Әбеттәрҙән ер һорап килгән, Хәсән исемле аҡһаҡал иһә рөхсәт бирмәгән. Ауылда кәләш алырға, кейәүгә сығырға булһалар ҙа, ата-әсәләр кәңәшләшергә ауыл аҡһаҡалдарына килгән. Шул аҡһаҡалдар араһында беҙҙең олатайыбыҙ Хәсән дә булған. Бик хәлле йәшәгәне билдәле Хәсән олатайҙың. Яҡын-тирәлә абруйлы аҡһаҡалдарҙың береһе һаналған ул.
Ауылыма бәйле бик күп мәғлүмәтте бабайым Фәнис Бикташев һөйләне. Уға ошо тарихи урындар хаҡында атаһы Әлемғол һөйләп ҡалдырған. Ул – ауылыбыҙ тарихын һәм Бикташевтар шәжәрәһен ентекле өйрәнгән кеше.
Һәр кеше үҙе тыуып үҫкән, йәшәгән еренең тарихын белергә һәм ошо ерҙе һаҡлап ҡалған олатайҙарыбыҙҙың рухын хөрмәт итергә, уларҙы онотмаҫҡа тейеш.
Эвелина БИКТАШЕВА,
Мәләүез районы Нөгөш мәктәбенең X класс уҡыусыһы.