Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Май 2022, 15:44

Үткәнде белмәйенсә, бөгөнгөнө белеп булмай

Мәләүез районындағы  Нөгөш ауыл биләмәһенә өс ауыл ҡарай – Нөгөш, Һәргәй һәм Кәшәле. Һүҙем Кәшәле ауылы (утары) тураһында булыр. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ауыл Йомағужа районына ҡараған. Теүәл генә нисәнсе йылда барлыҡҡа килеүе билдәһеҙ, шулай ҙа тикшеренеүселәр бик борон уҡ кешеләрҙең был урында йәшәүен дәлилләй. Ауыл халҡы 40 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Кинйәбай, Һәргәй ауылдарын берләштергән «Ҡыҙыл Урал» колхозы ағзалары булып китә.  1930 – 1970 йылдар арауығында 13 – 14 башҡорт ғаиләһе, 3 – 4 урыҫ ғаиләһе йәшәгән. Беҙҙекеләр араһында  Көҫәповтар фамилияһы киң тарала. Уның килеп сығышы ошолай: ике быуат элек Йылайыр яҡтарында Көҫәп исемле батыр булыуы билдәле. Ул 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан. Оҙаҡламай был батырҙың тоҡомо Нөгөш йылғаһы буйына килеп төпләнә. Батыр исеме фамилияға әйләнеп китә. Ауыл халҡы мал тотоп, солоҡсолоҡ  менән шөғөлләнгән, ағас әҙерләгән. Оҙаҡ йылдар дегет тә ҡайнатҡандар. Баҡсаларында һуған-һарымһаҡ, картуф, ҡабаҡ сәскәндәр. Һунар­сылыҡ менән шөғөллән­гәндәр, балыҡ тотҡандар. 
1932 – 1933  йылдарҙа элекке мәсет бинаһында мәктәп эшләй башлай, һуңғараҡ кәшәлеләр  яңы мәктәп төҙөй. Беренсе уҡытыусы  Үрге Сорғояҙ кешеһе Ғимран  Фәтҡуллин була. Ә 1977 – 1978 йылдарҙа белем усағы бөтөнләйгә ябыла. Юл, ут-һыу юҡлығынан ауыл кешеләре Кәшәленән күсенә башлай. Тик  Рәшит Шаһивәли улы Көҫәпов  тыуған ерен ташлап китергә риза булмай. Ул ҡатыны Нажиә инәй менән Кәшәлелә тороп ҡала. Уларҙың ете балаһы – Ринат, Әнүәр, Фәнүзә, Минзиә, Радик, Рәмил, Нәзирә була. Олораҡтары башланғыс мәктәпте Кәшәлелә тамамлай, Радик икенсе, Минзиә өсөнсө синыфҡа Һәргәй  мәктәбенә  килә. Ҡалғандары йәштәре етеү менән ошо уҡ ауылға сыға тора.  Нажиә инәй 2006 йылға тиклем бабайы менән йәшәп, ауырыу сәбәпле, Һәргәйгә күсенә. Ә Рәшит ағай, 2012 йылға тиклем ошонда йәшәп, инде олоғайып, Кәшәлеһен ҡалдырырға мәжбүр була. Һәргәйгә килеп 3 – 4 ай ғына йәшәп, баҡыйлыҡҡа күсә. Ошо бер кеше арҡаһында ауыл юғалмай, йәшәй. Туристар һәр ваҡыт уның өйөндә туҡталып, ҡунаҡ булып, ял итеп, тәбиғәт менән һоҡ­ланып китә торған булған.
Кәшәлелә әле лә боронғо ике өй ултыра. Эргәләренә Башҡортостан милли паркы ике ҡатлы итеп ҙур өй һалған, ҡояш  электр станцияһы төҙөгәндәр. Тарих, флора, фауна, мәмерйәләр менән ҡыҙыҡһынып, был яҡтарға сит илдәрҙән дә туристар өҙөлмәй. Йылдан-йыл улар­ҙың һаны арта ғына. Көнсығыштан – Үтәмеш, көнбайышта – Кибез, көньяҡтан – Ҡаршытау, төньяҡтан Масаҡ, Аҡһыйыр тауҙары уратып алған был ауылды.  Тәбиғәт тарафынан таштан һалынған Күперле шарлауығына кемдәр генә барманы икән?!
Һуғыш Кәшәле ауылын да ситләп үтмәй. 1941 – 1942 йылдарҙа 15 кеше фронтҡа алына. Шуларҙың бишеһе генә әйләнеп ҡайта тыуған яҡтарына. Батырҙарҙың исемдәре Һәргәй ауылындағы обелискка уйылып яҙылған. 
Кәшәленән Һәргәй ауылына – 40, Мәләүезгә тиклем – 80 саҡрым. Электән юл булмаған, йәйен – ат, ҡышын ҡаргиҙәр менән  йөрөргә тура килә. 
Нөгөш ауылынан Нурмөхә­мәтовтарҙың йәш ғаиләһе 2016 йылда ике бәләкәй балаһы менән ошонда күсеп, ике йыл ҡырағай тәбиғәттә йәшәп ҡайтты. Улар һәр кем менән онотолмаҫлыҡ тәьҫорат­тары менән бүлешә. Миңә лә ошо бәхет тейҙе. Ата-бабалар тормошо менән йәшәп, ғилми-тикшеренеү эштәре алып баралар. Ундағы тәбиғәтте – үҫемлектәрҙе, ҡош-ҡортто, ҡырағай хайуандарҙы өйрәнеп, күҙәтеп, бай материал туплап,  улар «Кәшәлелә 600 көн» тип аталған китап та сығарҙы.  Ошо мәғлүмәттәр менән танышҡас, үҙемдең дә утарҙа бер нисә көн генә булһа ла йәшәп ҡайтҡым килде. Әлбиттә, был хыялымды яҡын киләсәктә тормошҡа ашы­расаҡмын. Сөнки беҙ, йәш быуын, тарихыбыҙҙы өйрәнергә, һаҡларға, киләсәк быуындарға еткерергә бурыслы. 

Рамаҙан ҒӘББӘСОВ,
Мәләүез районы Нөгөш мәктәбенең X синыф уҡыусыһы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: