Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Май 2022, 15:37

Көрән айғыр йылғаһы һәм Көрән айғыр юлы

Тыуған яғығыҙҙың ер-һыу атамаларының ни тиклем үҙенсәлекле икәненә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Мәҫәлән, беҙҙең Баймаҡ районында  Көрән айғыр йылғаһы һәм Көрән айғыр юлы бар. Һәр ер-һыу атамаһы үҙ тарихын йөрөтә, тиҙәр. Был тема минең өсөн бик ҡыҙыҡлы булды, шуға күрә күберәк мәғлүмәт алыу өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы Мырҙағәлина-Иҫәнбаеваға мөрәжәғәт иттем.

– Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы, Баймаҡ районында Көрән айғыр юлы һәм Көрән айғыр йылғаһы тип аталған урындар бар икән, тип ишеттем.
– Эйе, Баймаҡ районы Иҫән  менән Түбә ауылдары араһында бер төҫлө ат исеме менән йөрөтөлгән ике урын бар. Уның береһе Көрән айғыр йылғаһы, икенсеһе Көрән айғыр юлы исемен йөрөтә. Икеһе ике ат хөрмәтенә ҡушылған, һәм уларҙың исем-атамаһының бирелеү ваҡыты ла бер-береһенән күпкә айырыла.
– Был үҙенсәлекле атамалар тарихын һөйләп үтегеҙ әле. 
– Көрән айғыр йылғаһы боронғораҡ дәүер менән бәйле. Мин түбәндә ике кеше һөйләгән вариантты килтерәм. Тәүгеһе – тыуған яҡты өйрәнеүсе Р. Иҫәнбаева бәйән итеүенсә, элек кешеләр бер-береһенән кейем-һалымды  малға алмаштырған. Күпселек осраҡта бындай хаҡ йылҡы малы менән билдәләнгән. Ул барымтаға ҡарымта заманынан ҡалғанмы, уныһын әйтеүе ауыр. Шулай ҙа боронораҡ Ирәндек аръяғындағы Моҡас ауылынан бер бай өйөрөн өйөрөп алып йөрөрҙәй айғыр эҙләгән. Шулай эҙләй торғас, ул Һаҡмар буйындағы Муллаҡай ауылының бер кешеһенән таба һәм уны бер нисә атҡа алмаштырырға килешә. Айғырҙы алып ҡайтып, таш кәртәгә, йылҡы өйөрөнә ҡушҡан, тик уныһы өйөрҙө алмаған. Хужа айғырҙы кире бирмәй, тик кәртәлә бикләп тота. Ул яҡта аттарҙы йыйып, бикләп ҡуйған таш кәртә урыны әле лә бар. Икенсе йылын айғырҙы өйөргә ҡушып сығарған, ә ул юҡҡа сыҡҡан. Хужа атын бик яратҡан, шуға уны арымай-талмай эҙләгән. Ирәндектең иң бейек ҡаяһына менеп ҡараһа, Һаҡмарға яҡынлап барған бер атты күргән һәм шунда уҡ уны таныған. Шул урынға барып малын алып ҡайтҡан. Шулай ҙа ат күп тапҡыр ҡайтырға ынтылған. Бына шул хайуан тибенеп ашап йөрөгән ерҙәге йылға Ирәндек башынан, Иҫән ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ баш алып, түбәнгә ҡарай шишмә атылған, тигеҙ ергә төшә килә тулы һыулы йылғаға әйләнгән һәм Һаҡмарға барып ҡушылған.
– Ә ул йылға хәҙер бармы?
– Хәҙер ул юҡ, шулай ҙа 80-се йылдар аҙағында, 90-сы йылдар уртаһына тиклем булды. Хәҙер бөтөнләй кипте, тик уйһыуланып, йылға аҡҡан урыны ғына ҡалды. Был ер Көрән айғыр үҙәге, ә йылға Көрән айғыр атамаһын алған.
– Был тарихтың тағы бер варианты бар, тигәйнегеҙ...
– Эйе, ошо уҡ ерҙең атамаһының икенсе варианты тыуған яҡты өйрәнеүсе Ә. Сәйғәфәровтың яҙмаһы буйынса. Иҫән ауылынан оло йәштәге уҡытыусы Зөлҡәрнәй Йәрмөхәмәтов һөйләгән вариантта, атты ҡаҙаҡ байы күп ат өйөрө биреп ала, тиелә. Ат ерһенмәй, икенсе йылына барыбер, иреккә сыҡҡас, үҙенең яғына – Һаҡмар туғайына, Ирәндек буйына ҡасып ҡайта. Ҡалған урыны икеһенең дә бер төрлө.
– Бик мауыҡтырғыс! Ә Көрән айғыр юлы атамаһының тарихы ниндәй?
- Уны тыуған яҡты өйрәнеүсе Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров Иҫән ауылы ололарының һөйләүе буйынса аңлата. «Иҫән ауылынан бер ғаилә Темәс ауылына ҡунаҡҡа бара. Ҡайтҡан саҡта күҙ асҡыһыҙ буран сығып, хужа юлдан яҙа. Аҙаҡ уйлап, дилбегәне бушатып, яҙмыштарын көрән айғырға тапшыралар. Ат ни ғиллә менәндер уларҙы имен-аман Иҫәнгә алып ҡайтып еткерә, шуға күрә был юл Көрән айғыр юлы тип йөрөтөлә.
– Көрән айғыр юлы ҡайҙан үтә? 
– Ул юл Хәсән, Моратша, Хөсәйен тауҙарының уң яғынан Иҫәнгә килеп төшә. Хәҙерге Түбәгә барған юл был тауҙарҙың һул яғынан Талҡаҫ күленә терәлеп уҙа.
Көрән айғыр юлы тигән исем менән тәүге ҡасып ҡайтҡан айғыр юлын да атайҙар. Ул юл Муллаҡайға Һаҡмар кисеүе аша үтә. Хәҙер ул юл үлән үҫеп, тигеҙләнеп бөткән, тип һөйләйҙәр бар мәғлүмәт биреүселәр ҙә. Темәстән алып ҡайтҡан юл, Салауат исемендәге колхоздың сәсеүлек ере булғас, йыл да һөрөлөп тороу сәбәпле, тулыһынса бөтә яҙған. Шулай ҙа бесән ташыусылар ошо йомшаҡ юлды ҡулай күреп, бөтөнләй бөтөргә ирек бирмәй. 
– Ер-һыу атамаларын өйрәнеү буйынса кескәй дуҫтарыбыҙға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Ер-һыу атамаларын өйрәнеү – үҙенә күрә бер ҡыҙыҡһыныу уята торған тарих. Уның аша беҙ халыҡтың көнкүрешен, йәшәү хәлен беләбеҙ, хатта халҡыбыҙҙың тарихын да  бер ни тиклем өйрәнергә мөмкин, тип уйлайым. 
– Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы, мауыҡтырғыс,  файҙалы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА,
Баймаҡтағы 4-се лицейҙың 
X «Б» синыфы уҡыусыһы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: