Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Май 2022, 15:42

Ер-һыу атамаларына бай яҡ

Йәйге каникулым   урман-тауҙарға, йылғаларға бай Белорет районының Рысыҡай ауылында үтә. Фәриха өләсәйемдең тыуған  яғы ул. Еләк-емеш йыйырға сыҡһаҡ, ул төрлө урындың атамаһын һөйләй. «Тәбиғәтебеҙ үҙенсәлекле, иҫ киткес бай. Ер-һыу атамалары ла күп. топонимиканы өйрәнеү бик тә ҡыҙыҡлы. Атамаһыҙ бер генә йылға, ялан, тау ҙа юҡ ул был тирәлә. Беҙҙән, ололарҙан, өйрәнеп ҡалығыҙ», – ти өләсәйем.
Ул ауыл тарихын мәктәптә уҡыған сағында йөҙйәшәр  аҡһаҡал  Хәйретдин мулланан яҙып алып ҡалған, ҡалған ер-һыу атамаларын да ололар һөйләгән.  Шуларҙың ҡайһы берҙәре менән һеҙҙе лә таныштырып үтәм.

Рысыҡай (Әреүәк)

Рысыҡай ауылы  төрлө яҡтан күренеп ятҡан, өсмөйөш рәүе­шендәге түбә – Рәз тауы итәгендә ултыра. Ситтән килгәндәр был тауҙы Әреүәк Рәзе тип йөрөтә. Уның иң бейек түбәһе – 1068 метр. Туристарҙың яратҡан тауы ла ул. Рысыҡайҙар уны уратып бесән саба, борон йәйләүҙәре булған. Халыҡ элек Урал тип һөйләгән, әле лә ҡарттар шулай  ти. «Рәз – Риз исемле әүлиә исеменән. Риз тигән әүлиә йәшәгән, ул үлгәс, шул тау башына ерләгәндәр. Рыҫ тип тә әйтеүселәр бар.  Борон әүлиәләрҙе шулай тау түбәһенә күмгәндәр. Шунда уның шишмәһе лә булған. Рәз – ул һыуҙың кендеге, уны емерергә ярамай, донъяны һыу баҫыр», – тип һөйләгән аҡһаҡал. Үкенескә күрә, әүлиә хаҡында башҡа мәғлүмәт юҡ. Мал-тыуар тотмаған, ғаиләһе лә булмаған, тиҙәр. Тауҙың ҡибла тарафындағы шишмәһен ололар белгән. Риз тора-бара Рәзгә әйләнгән. 
Рысыҡай – ауылға нигеҙ һалыусының исеме.  Көҫәпҡол Рысыҡаевтың улы Рама­ҙандың нәҫелен  дауам итеүселәр бар. Ә ауылдың  икенсе исеме – Әреүәк. Элекке урыны Әреүәк йылғаһы буйында, хәҙерге Юғары Әреүәк утарынан  үрҙәрәк урынлашҡан. Уны Иҫке Ҡышлау тип йөрөтәләр. Тәүҙә туғыҙ өй генә иҫәпләнгән. Ауыл ҙурайғас, Әреүәк йылғаһының уң яғындағы ерҙәр баяр ҡулына эләгә. Мал аҫрап көн иткән халыҡтың хәле ауырлаша. Шуға икенсе урынға күсенергә ҡарар итәләр. Хәйретдин мулла һөйләүенсә, икенсе сәбәп – намаҙ мәлендә сиркәү ҡыңғырауы ишетелеү.
Бындағы  бәләкәй йылға кисеү бирмәгән­лектән, күпер һалғандар. Шуға уға Күперле тип исем биргәндәр. Икенсе вариантта йылға башланған ерендә күпереп ағып ятҡан, шуға Күперлебаш тигәндәр. Рәүиз мәғлүмәттәре, ауылдар тарихын өйрәнеүсе ғалим Әнүәр Әсфәндиәров яҙыуы буйынса, ауыл ҡарттары һөйләүенә ҡарағанда, ауылға XVIII  быуаттың уртаһында нигеҙ һалынған.
Боронғо ара, урам исемдәрен күптәребеҙ белмәй ҙә. Рысыҡайҙа һарттар, септәләр, ҡараҡтар, күкбаштар, һабыуһыҙҙар аралары булған. Шуларҙың иң боронғоһо – һарт араһы хаҡында өләсәйемә  Хәйретдин мулла һөйләгән. Аҙағыраҡ  хөрмәтле ауыл­дашыбыҙ, тарихсы Тайфур Баймөхәмәтов та, рәүиз мәғлүмәттәрен тикшереп, яҙып ебәргән. 
«Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан бер туған Таңғатар, Ҡаҙаҡҡол Рысыҡайға килеп төпләнгән. Бер туған ҡустылары  Ғәбдел­ғәзиз Бохарала муллалыҡҡа уҡып ятҡан була. Уның икенсе исеме Эткенә булған. Ғәбделғәзиз бер үзбәк сауҙагәренең ҡы­ҙына өйләнеп, шунда тороп ҡала (Һартум ҡалаһыныҡы тип тә һөйләгән Хәйретдин мулла). Ағайҙары ҡустыларын үҙҙәре янына саҡырып, сәләм ебәргән. Сауҙагәр үлгәс кенә  Ғәбделғәзиз Рысыҡайға ҡайтып төшә һәм ауылдың муллаһы булып китә. Һарт килендән тыуған балаларҙың нәҫелдәрен хәҙерге ваҡытта ауылдағы Вәлиуллиндар, Ғимрановтар, Иҫәнбаевтар, Хәбетдиновтар, Мөхәмәтйәновтар  дауам итә. 
Салауат ташы
легендаһы

Байҙарҙы күрә алмаған егет йәшәгән. Уларҙың малын урлап, ярлы-ябағаға өләшеп йөрөгән. Ярлыларҙы иҙгән байҙарҙы һағалап тороп, туҡмап киткән. Үҙенсә үс алған. Халыҡ уның ҡайҙа йәшеренеп ятҡанын һатмаған. Бер мәл ауылдың бер байы 20 дуға ат менән йыйынға китеп барғанда  егетте күреп ҡала. Аттарын туғарып, баҫтыра башлай­ҙар. Бер ҡая ташты уратып ҡасҡан саҡта  атының аяғы ташҡа ҡыҫылып һына. Тотол­маҫ өсөн егеп ҡаянан ташлана. Был легенданы ла Хәйретдин аҡһаҡал һөйләгән.
Ауылға яҡын Ҡаҙаҡ үлеге  тигән яу урыны бар. Уға ҡаршы Ҡармаҡҡол тауында 1950 йылдарҙа  һуғыш ветераны Кирам Иҫәнбаев ергә күмелеп бөткән ҡалҡан (яугирҙарҙың тимер селтәр күлдәге) тап­ҡан.  Өфөгә алып барып, музейға тапшыр­ғандар, тип һөйләгән Тайфур Баймө­хәмәтов.
Ауылыбыҙҙың ер-һыу атамалары бик күп. Уларҙы өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле.  Үҙем дә бик ҡыҙыҡһынып киттем. Килә­сәктә ошо яҙмаларҙы тағы ла байыта­саҡмын.

Розалина МӨХӘМӘТЙӘНОВА,
Рәми Ғарипов исемендәге   
1-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: