Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Апрель 2022, 16:43

Һәр бер ҡая-ташты күрһәтеп, тарихын һөйләне

Йәйҙең бер матур көнөндә ғаиләбеҙ менән Ылаҡты тама­ғынан алып Ағиҙел буйлап кәмә менән ағып төшкәйнек. Ылаҡты кисеүенән аръяҡҡа ҡарай Түбәнге Әүжәнгә юл сыға. «Борон ошо юлдан өләсәйҙәр йәйәүләп Әүжәнгә кәртүк алырға йөрөгән», – ти атайым. Унан түбәндәрәк – туристар туҡталышы. Анау тауҙы Кирбес тип йөрөтәләр. Унда руда иретеү өсөн күмер яндыр­ғандар... Бара биргәс, бер утрау­ҙы урап үттек. 
– Мамалы утрауҙары ошонан башлана инде. Борон Мораҙым ауылына тиклем ун ике утрау булған, хәҙер күбеһе юҡҡа сыҡҡан, – тип ҡуйҙы. – Был Иҙел туғай­ҙарын таныйһы­ғыҙҙыр, беҙҙең бесән эшләгән ерҙәр. Ишбулды туғайы тип атала. Анау әрә­мәлектән Ҡорлаҡты йылғаһы ағып сығып, Иҙелгә ҡоя. Һыуы шул тиклем һыуыҡ, теш сатнатырлыҡ. Артабан – Һалҡын шишмә. Уның үр яғындағы ялан ситендә элегерәк күле була торғайны. Шул күлдә торналар йыл һайын оя ҡороп, бала сығара ине. Бесән сапҡанда йәй буйы торна тауыштары тынмай торғайны.
Борғоланып-борғоланып аҡҡан Ағиҙелгә,  яр буйында ҡояшта ялтырап ҡалған ҡаяларға, мөһабәт ҡарағайҙарға, матур тәбиғәткә һоҡланып, хайран ҡалып барҙыҡ. Йылға буйлап талғын ғына кәмәлә ағып барабыҙ. Атайым һәр бер боролошто, ҡая-ташты күрһәтеп, ер-һыу атамаһы менән таныштырыуын дауам итә. 
Йәнә бер йылға килеп ҡушыла. Уныһы Кәрҙек йылғаһы икән. 
– Был яланда – боронғо урыҫ умарталығы. Уның ситендәгеһе  –  Рудник тауы, ҙур-ҙур карьер­ҙарҙан тора. Элек тотҡондар шунда руда сығарып, Әүжәнгә руда иретеү заводына ташыған...
Быны, күреүегеҙсә, Ишембай ҡаяһы тип йөрөтәләр. Ҡайһылыр бер «аҡыллыһы» (моғайын, турист булғандыр) аҡ буяу менән ҙур итеп яҙып киткән. Халыҡ телендә шулай атала башлаған, тик уның ысын исеме – Кәмә тартҡан. Борон Бейеш ҡараҡ исемле бер батыр булған. Юл ыратыу өсөн ошо ҡаяның морононан кәмәһен йөк­мәп аша төшкән.
Яңылышмаҫ өсөн элегерәк ике ҡарағайға сабып, билдә лә һал­ғайным. Ана, ҡарағыҙ әле, һуҡ­мағы күренеп ята. Тимәк, унан әле лә йөрөйҙәр, күрәһең, туристар­мы, ба­лыҡсылармы, аша төшә­ләрҙер инде. Урап сығып, ошо ҡаяны теге яғынан ҡараһаң, ҡая башында ҙур дүрткел таш ята, хас та тракторға оҡшаған. Шуға күрә уны Белорус ҡаяһы ла тиҙәр.
Бер аҙ ял итеп алғас, бына тағы ниҙәр һөйләне беҙгә атайым: 
– Әбйәлил, Баймаҡ яҡтарында урман-тауҙарҙы, мәмерйәләрҙе тө­йәк иткән Бейеш исемле батыр йәшәгән. Ҡыраҡа тауҙары буйлап һыбай йөрөгән. Башҡорт йыйындарында, һабантуйҙарҙа уға тиң батыр булмаған. Көслө, батыр булып тирә-яҡҡа даны таралған. Ҡыраҡа буйлап беҙҙең Бөрйән яҡтарына ла, урыҫ ерҙәренә лә барып сыҡҡан. Уның йөрөгән һуҡмағы бөгөн дә бар. Ағиҙел буйлап кәшмәктә лә оҫта йөҙгән. Байҙарҙың кәмәһен урлап, ҡараҡ исеме алған. Уны һәр саҡ байҙарҙың ярандары эҙәр­лек­ләгән, тик тота алмаған. 
Ҡыраҡа буйлап һыбай барып, Урыҫ Ҡыраҡаһына еткәс, менеп барған атын ҡайтарып ебәргән дә, үҙе урыҫ байҙарының атын урлап, менеп китер булған. Бер саҡ шулай бер белешенә килеп ингәнендә тегенең һарыҡ салып йөрөгән са­ғына тура килгән. «Был һарыҡты бер ултырыуҙа ашап бөтәм»,  – тип хәбәр һалған. Белеше башта ышанмаһа ла, һуңынан бының ысын булыуына инанған. Әлбиттә, көс-ғәйрәте та­шып торған, киң яурынлы, баһадир кәүҙәле кешегә бер ултырыуҙа бер һарыҡты ашап бөтөүе бер ни тормағандыр ул.
Ә бына бикле торған таш һарайҙан атты нисек алып ҡас­ҡандыр – уныһы билдәһеҙ. Бер байҙың бик шәп  ҡара айғыры булған. Ул уны ете йоҙаҡ аҫтына, таш һарайҙа бикләп тотҡан. Тик, ни ғәләмәт, иртән торһа, ат юҡ, ти. Йоҙаҡтар ҙа, һарай ҙа емерел­мәгән, шул көйө, имеш. Айғырҙы менеп алғас, Бейеш ҡараҡ юлда тап булған юлсыларға: «Айғырын Урыҫ Ҡыраҡаһынан барып алһын. Йөҙйәшәр ҡарағас төбөндә бәйле булыр»,  – ти. Барып ҡараһалар, ысынлап та, ат шул урында торған.
Бейеште байҙар ҡараҡ тип атаған, ярлы ябай халыҡ уны батыр тип таныған. Сөнки ул байҙарҙың бай­лығын талап, йө­рөгән ерендә ярлы-ябағаға тарат­ҡан. Байҙар Бейеш ҡараҡты тотоу өсөн, төрлө яҡтан батырҙарҙы йыйып, уның артынан ҡыуа төшкән. Бейеш  йәше­неп ятҡан мәмерйәһенән ҡасырға мәжбүр була. Сөнки бай­ҙарҙың шымсылары аңдып йөрөп, белеп ҡала. Ҡая ташына ултырып, ҡурайында һыҙҙырып уйнап, моңло йырҙарын һуҙып ебәрер булған. 
Ул эҙәрлекләүселәрҙән ҡасып, кәмәлә Ағиҙел буйлап ағып китә.  Ҡыуғын­сылар ҙа бының артынан төшә. йылғаның бер бөгөлөндә      40 – 50 метр самаһы ерҙе кәмәһен һөйрәп барып, тура сыға һәм ҡыуғынсыларҙы  7 – 8 саҡрымға  артта ҡалдырып китә. Шуға ул үткән урынды халыҡ телендә  Кәмә тартҡан тип атайҙар, ә Иҙел буйлап йәйелгән туғайҙарҙы Кәкре туғай тип йөрөтәләр. 
Беҙҙең райондың Байназар ауылына килеп тә еткән ул. Хатта Вәхит хәҙрәт уның менән көс һынашып ҡараған, тиҙәр. Мулла кеше ни тиклем белгән доғаларын уҡып көрәшмәһен, Бейеш ҡараҡты еңә алмаған.

Вәсилә ӘЙҮПОВА,
Байназар мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: