Шығай ауылы
Шығай ауылының, тарих төпкөлөнә бирелеп китһәң, тамыры XIV – XV быуатҡа барып тоташа. Уға Шығай исемле кеше нигеҙ һалған. Риүәйәттәр буйынса, ул Шәғәле Шаҡмандың буй еткән, ир ҡорона ингән ейәне була. Шығай ошо яҡтарҙың хозур тәбиғәтенә ғашиҡ була һәм шунда уҡ төйәк итергә ниәтләй. Уның яҡты ниәтенә ата-олатайҙары ризалыҡ бирә. Ошонан башлап ауыл Шығай исемен йөрөтә башлай.
Кеше аҫҡан ере
Граждандар һуғышы ваҡытында ауылыбыҙ тирәһендә бик күпләп каратель отрядтары күренгеләй башлай. Кемдәре аҡтар йә ҡыҙылдар икәнен дә белмәгәндәр. Улар көсләп тигәндәй үҙҙәренә яҙылырға ҡушҡан. Бик күптәр һуғышҡа китергә теләмәгән. Шуға улар, халыҡты ҡурҡытыу өсөн, һуғышҡа яраҡлы йәп-йәш егеттәрҙе ауылыбыҙҙан биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан бер йылға буйына сығарып аҫҡан. Шунан һуң әлеге йылға буйы Кеше аҫҡан ере тип атала.
Үлек өҫтө, Әүлиә ташы
Был урын ауылыбыҙҙан бер саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ята. Борон XII – XIII быуатта башҡорттар менән ҡырғыҙ-ҡаҙаҡтар араһында йыш ҡына болалар сығып торған. Улар менән заманына күрә бик уҡымышлы Әүлиә етәкселек иткән. Ул үҙенә шул бәләкәй генә ҡалҡыулыҡты һайлаған. Сөнки дошманды күҙәтеү өсөн бик уңайлы урын тип иҫәпләнгән. Шул ҡалҡыулыҡта һуғыш, ҡан ҡойош булған. Хәҙер был ерҙә – элекке ҡәберлек. Әлегә тиклем бында таҡтаташтар тора. Ә Әүлиәнең ҡәберен кәртәләп алғандар. Ташында боронғо ғәрәп телендәге яҙыуҙар әле лә һаҡлана. Ул соҡоп яҙылған. Төрлө ерҙән кешеләр килеп, ошо яҙыуҙарҙы өйрәнә. Әүлиә ҡәберлеге ташы Белорет ҡалаһының үҙәк музейында ла һаҡлана.
Әминә батҡан
Был легенданы бәләкәй саҡтан беләм. Уны миңә өләсәйем һөйләй торғайны. Әминә исемле ҡыҙ һылыулығы, аҡыллылығы менән хайран ҡалдырған. Ярлы ғаиләнән яратып йөрөгән егете лә була. Шул уҡ ерҙә үҙе ҡарт, үҙе һаран бай йәшәгән. Ошо бабай Әминәгә яусы ебәрә. Ҡыҙ риза булмай. Ләкин ата-әсәһе ҡарттың байлығына ҡыҙығып, уны көсләп кейәүгә бирергә уйлай. Шул кистә Әминә күрше ауылда йәшәгән апаһына ҡаса һәм һаҙлыҡты сыҡҡанда батып үлә. Шунан һуң был урын ҡыҙҙың исеме менән атап йөрөтөлә башлай.
Ҡара сәкмән ере
Төпкөл урындарҙың береһе. Тирә-яғы урмандар менән уратып алынған. Уртаһында бер бәләкәй генә аҡлан бар, үҙенә күрә сабынлыҡ инде.
Элек ауылыбыҙҙың бер кешеһе ҡыш көнө һыуыҡта ат менән бесәнгә китә. Кейергә кейем юҡ, өҫтә сәкмән генә. Шул китеүҙән ҡайтмай. Ололарҙың һөйләүенсә, ул ас бүреләр өйөрөнә осрай. Ике-өс көн үткәс, ауыл халҡы эҙләргә сыға. Тик йыртҡыстарға кәрәкмәгән сәкмән генә ятып ҡала. Шунан алып был ерҙе Ҡара сәкмән тиҙәр.
Аҡ һыйыр яланы
Элегерәк ауыл халҡы ҡыш үтеп, яҙ етеү менән йәйләүгә күсер булған. Уларҙың малы һәр саҡ ситтә йөрөгән. Шунда бер кешенең малы араһында аҡ һыйыр булған. Ул үҙенекеләрҙән дә, башҡаларҙың да көтөүенән айырылып, һәр ваҡыт бер яланда йөрөгән. Шуға ла ул ерҙе Аҡ һыйыр яланы тип йөрөтәләр.
Рәсим ЮНЫСОВ,
Шығай мәктәбе уҡыусыһы.
Белорет районы.