Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Март 2022, 11:01

Тарих һаҡлаусы тауҙарым

Тыуған ауылымды бейек мәғрур тауҙар уратып алған. Уларҙың һәр береһе тарих һаҡлай.

Ауыл халҡының төрөк һундарына ҡаршы көрәше хаҡында Бейәғаҙа тауына ҡағылышлы риүәйәттәр һөйләһә, ҡаҙаҡ­тарға ҡаршы һуғыштарҙағы ҡырылыш арҡаһында Бәләғаҙа тауы барлыҡҡа килгән. Шул яуҙа һәләк булыусылар ерләнгән урындың Теләк түбәһе тип  аталыуы тарихтан билдәле. Шулай уҡ ошо тауҙар 1812 йылғы Ватан, 1904 – 1905  йылдарҙағы рус-япон, 1914 йылда  башланған Беренсе донъя, 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғыштарына ла ауылымдың яугирҙарын оҙатып ҡалған һәм иҫән-һау ҡайтҡандарын тын ғына ҡаршы алған. Граждандар һуғышы осоронда Рауил ауылында башҡорт ғәскәрҙәренең Муса Мортазин етәкләгән полкының штабы урынлаша, сөнки тауҙарға менеп, дошмандың ҡайһы тарафтан килеүен күҙәтеү өсөн уңайлы була.

Һәр береһе серле тарих һаҡлаған тауҙарҙың береһе – Бейәғаҙа тауы. Уның оҙонлоғо – алты, киңлеге ике саҡрымға етә. Тауҙың көньяҡ осо Ҡыҙыл йылғаһының һыуын «эсә» һәм яр ситенән ҡапыл күтәрелеп китә. Ошо урынды Ташморон тип йөрөтәләр. Көнбайыштан тау итәге буйлап Иҙәш Ҡусҡары ауылы ултырған. Бейәғаҙаның ауылға ҡараған битендә бер-береһенән өсәр йөҙ метр самаһы аралыҡта Алатай, Ҡарамалы, Инсеғол тигән тәрән үҙәктәр бар, уларҙың һәр береһенән кескәй генә шишмәләр ағып сыға. Мул һыулы булмаһалар ҙа, улар йәй көнө лә ҡоромай.

Бейәғаҙа тауының килеп сығышы тураһында бик күп риүәйәт йөрөй. Шуларҙың береһен сәсән Мөғәлләм Мирхәйҙәров 1928 йылда яҙып ҡалдырған.

...Бынан ике быуат элек ҡалмыҡтар башҡорттарға һөжүм итә. Бик ҡаты һәм ҡанлы һуғыш була. Ике яҡтан да кеше күп ҡырыла. Эйәһеҙ ҡалған бейәләр өйөрө тауҙан төшмәй. Ул ваҡытта бында ҡара­ғастар үҫә. Бахыр малҡайҙар, шундағы ағас­тарҙы кимереп бөткәндән һуң, үлә башлай. Шуға күрә халыҡ был тауға Бейәғаҙа тигән исем бирә. Тере ҡалған аттарҙы бергә йыйыу өсөн кешеләр Һупай тауының көнсығыш битенә тоҙ һибә. Ул ер һуңыраҡ Тоҙтүбә атамаһын ала. Уның эргәһенән аҡҡан шишмә лә Тоҙшишмә тип йөрөтөлә.

Бейәғаҙаның Инсеғол үҙәгенең битендә ап-аҡ таш ята, халыҡ уны Аҡташ тип йөрөтә. Геолог Басир Мәһәҙиевтың яҙмаларына ҡарағанда, был таштың составында эзбиз һәм бынан йөҙәр йылдар элек янартау  урғылыуынан барлыҡҡа килгән диңгеҙ йәнлектәренең ҡалдыҡтары ла бар икән. Шулай итеп, Бейәғаҙа тауы бынан 360 миллион йыл элек  барлыҡҡа килгән тау тип фаразлана. Бында халыҡ медицинаһында киң файҙаланылған шифалы артыш үҫә, яҙғыһын тау итәгендә оҫҡон, тарғыл, селек йыуаһы, мәтрүшкә һәм умырзая күп була.

Бейәғаҙаның башҡа ҡая таштары тураһында ла риүәйәттәр бар. Тауҙың төньяҡ битендә бер һунарсы кейек аулап йөрөй, шул саҡ ҡыр кәзәһе (илек) һунарсынан ҡасып, ҡаянан оса. Был ҡая хәҙер Илек осҡан тип йөрөтөлә.

Ҡаялар буйлап төньяҡҡа киткәндә бер ҡаяла үтә күренеп торған тишек бар. Риүәйәт буйынса, ауылға яу килгәс, бер әбей был урынға бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы индереп йәшергән дә, үҙе, мәргән уҡсы булараҡ, тауға үрмәләгән һәр бер дошманды юҡ иткән. Батыр әбей хөрмәтенә был ергә хәҙер Әбейүткән тигән исем бирелгән.

Ҡыҙыл йылғаһын аша сығып, 100 метр самаһы киткәс тә, ауылға ҡарата 90 градуста теп-текә баҫып торған Бәләғаҙа исемле тау урынлашҡан. Риүәйәттә һөйләнгәнсә, элек ҡаҙаҡ баҫҡынсыларының килеүен ауыл халҡына тау башына менеп, күҙәтеп тороу­сылар хәбәр иткән. Ир-ат яман хәбәрҙе ишеткәс тә, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм мал-тыуарҙы йәшерә һалып, яуға ҡаршы сыҡҡан. Бәлә-ҡаза килеүен белдереп торғанға, тауға ошо исем бирелгән. Бәләғаҙа тауы, ауылды төрлө ел-дауылдан һаҡлаған ҡалҡан кеүек, ғорур баҫып тора.

Ҡаҙаҡтар Айранды тауына ышыҡланып, тәрән уйпат ерҙән килеп сыҡҡан. Был ерҙе Урта уй тип йөрөтәләр. Ул Рауил яғынан Айранды, күрше Ишҡол ауылы яғынан Һупай тауҙарын бүлеп ята. Рауилдар Урта уйҙы Эт аяҡ тип йөрөтә. Ә көн­сығыш яғы –  ҡаҙанға оҡшаған тәрән уйпат түңәрәк  ер  – Ҡа­ҙаҡъ­ятҡан исеме менән атала.

Айранды тауының тарихы хаҡында ошондай риүәйәт билдәле. Дошмандар Урта уй буйлап килгәндә күп кенә башҡорт яугиры уларға һөжүм иткән. Ҡаҙаҡтар Ҡыҙыл йылғаһы буйлап һуғышып килеп, тауҙы уратып алған. Бер аҙналай һуғышҡан, һыуһаған яугирҙарға, тауҙан төшөп, һыу алырға мөмкинлек булмаған. Ә тауҙың үҙендә шишмәләр юҡ. Ауыл халҡы һыуһаған батырҙарына, һыу урынына айран эшләп, нисек тә булһа алып барып, эсергән. Яуҙан иҫән ҡалғандар: «Әгәр ҙә шул айранлы һыу булмаһа, беҙ тере ҡалмаҫ инек», – тигән. Шул ваҡыттан бирле тауҙы Айранды тип исемләгәндәр.

Ауылымда, бейеклеге менән Бейәғаҙа тауынан ҡалышмаһа ла, бик текә лә түгел һәм ҡаялары ла булмаған Торпай исемле тағы бер тау бар. Ул ауылдан тура барғанда бер саҡрым алыҫлыҡта ҡояш ҡалҡҡанын ҡаплап, тырпайып торғанға Тырпай, һуңынан Торпай тип йөрөтә башлайҙар.

Тауҙың иң бейек ерендә ҙур таш ята, уны Ҡараташ тип йөрөтәләр. Ошо дәү ташҡа баҫып ҡараһаң, көнсығыштан зәңгәрләнеп Бөрсөнсө, Атауҙы күлдәре, арыраҡ Сыбаркүл буйҙары, ауылдар, көтөүлектәр, иген баҫыуҙары, тағы ла алыҫтараҡ, төтөн бөркөп, Магнитогорск ҡалаһы күренә. Ә инде көнбайыш яҡта исемдәрендә бына ошондай серле тарих һаҡлаған тауҙар уратып алған һәм Ҡыҙыл йылғаһы буйында ултырған алтын бишегем – тыуған Рауил ауылым ултыра. Күпте күргән ғәзиз еремдең үткәне лә, бөгөнгөһө лә ер-һыу атамаларында сағылыш тапҡан. Үҙен уратып алған ғорур тауҙарындай, төрлө ел-дауылға бирешмәйенсә, республикабыҙҙың гүзәл бер төбәге булып йәшәп ята ғәзиз төйәгем. Мин үҙемдең ауылым менән сикһеҙ ғорурланам!

                   

  Айзилә РӘХМӘТУЛЛИНА,

Рауил мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы.

Әбйәлил районы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: