Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәттән йырҙар ҡала

24 мартта Билдәле йырҙар авторы Ғилман ИҘРИСОВТЫҢ йырҙары йәнә сәхнәлә яңғыраясаҡ

Радиобыҙҙың WhatsApp мессенджерына “Ягуар” ҡушаматлы яугирҙан хат килгән. “Өйҙә мине яратҡан әсәйем көтә. “Юлдаш” радиоһы аша уның өсөн “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит!” йырын ишеттереүегеҙҙе һорайым. Ғилман Иҙрисов яҙған йыр минең хис-тойғоларымды еткерер. Һағындым, әсәй! Көт! Еңеү менән ҡайтырбыҙ”, – тигән “Ягуар”.  Ғилман Иҙрисов һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы  бер нисә быуын яратып йырлай. Йылдар үтеү менән дә һүҙҙәре иҫкермәй, көйҙәре ялҡытмай.

Ғилман Иҙрисов 1948 йылда Ейәнсура районының Мөхә­мәтйән ауылында тыуа. “Олатайым Уйылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Фронттан ҡайтҡас, бригадир булып эшләй. Өләсәйем Фәрхиямалға бик һирәктәр генә исеме менән өндәшә. Уны барыһы ла хөрмәт итеп, Оло апай тип йөрөтә. Ул аш-һыуға оҫта була. Тәмле бәлеш, сәк-сәк, ҡоймаҡтары менән тирә-яҡта дан тота. Олатайым һуғыш яраларынан һыҙланғандыр, бик иртә донъя ҡуя. Ошо ҡайғыһын атайым моң менән баҫырға тырышҡан. Тальян гармунда уйнарға өйрәнгән. Ул хис-тойғоларын һүҙҙәр менән генә түгел, һүрәттәр менән дә сағылдыра, бик оҫта рәссам була. Мәктәптә уҡығанда пьесалар яҙа башлай. Иң яратҡан шөғөлө китап уҡыу була. Бер төндә 200–250 битлек китаптарҙы уҡып сыға”, – ти шағирҙың ҡыҙы Ләйсән Но­ғоманова.  
1969 йылда Ғилман Иҙрисов Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә. Курсташтарының береһе Салауат Итбаев уны композитор Рим Хәсәнов менән таныштыра. Ейәнсура егете  баш ҡалала әсәһен бик ныҡ һағына. Һағышын баҫыу өсөн “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит” тигән шиғыр яҙа. Рим Хәсәнов уға көй ижад итә. Уны тәү­геләрҙән булып Татарстан йыр­сыһы Илһам Шакиров баш­ҡара. Артист Өфөгә гас­тролгә килгән була. Йыр халыҡ ара­һында танылыу яулай. 
– Атайыбыҙ Өфөлә тормош иптәшен – әсәйебеҙ Рәйсәне осрата. Ул Башҡорт дәүләт уни­верситетының география факультетында уҡып йөрөгән. Бейеү түңәрәгендә шөғөл­ләнгән. Йәштәр ғаилә ҡора. Атайым Өфө сәнғәт институтын ҡыҙыл димломға тамамлай. 4-се курста уҡығанда уҡ райондың мәҙәниәт бүлеген етәкләргә саҡыралар. Ҡайтыу менән тап ошо эште йөк­мә­тәләр. Әсәйем бейеү түңәрәге ойоштора. Ейәнсура артистары конкурс һәм фестивалдәрҙә алдынғы урындар яулай. Атайым район мәҙәниәтен үҫте­реүгә тос өлөш индерә. Ул тыуған яғында 12 йыл эшләй. Ошо осорҙа  Венер Мөхәмәҙиев менән бергә байтаҡ йыр яҙа. Иң билдәле­ләренең береһе – “Зәңгәр томандар артында” йыры, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Ләйсән Ноғо­ма­нова. 
1990 йылда Иҙрисовтар ғаи­ләһе баш ҡалаға күсенә. Ғилман Уйылдан улы Баш­ҡортостан телевидениеһында эшләй башлай. “Ул йылдарҙа телевидение менән хеҙмәт­тәшлек итә инем. Ғилман Иҙрисов Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль мәсьәләләр буйынса тапшырыуҙар бүлеген етәкләй. Мин “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” тигән тапшырыу алып барам. Ғилман һәр саҡ ярҙам итә торғайны. Ул баҫалҡы, ипле, аҙ һүҙле кеше. 70-се йылдар. Мин Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыйым. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Тапшырылмаған хаттар” спектакле бара. Ролдәрҙе танылған артистар Гөлли Мөбәрәкова, Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров башҡара. Нисә тапҡыр ҡуйылһа ла, һәр ваҡыт аншлаг була. Был спектаклгә билет табыу үтә лә ҡыйын. Нурия ханымдың бер туған һеңлеһе Тәғлимә Ирсаева медицина институтында беҙҙең менән бергә уҡый. Уның яр­ҙамында билет алабыҙ.  Спек­таклдә “Һиңә килдем, иркәм” тигән йыр бар. Ул иң популяр йырҙарҙың береһе, табын­дар­ҙа, урамдарҙа йыр­лайҙар, студенттар айырыуса ныҡ ярата. Телевидениела эшләгәндә ошо йыр һүҙҙәренең авторы Ғилман Иҙрисов икәнен белгәс, хайран ҡалдым. “Ғил­ман, был ши­ғырҙы нисек яҙҙығыҙ, кемгә бағышланған?” – тип һорайым.  Ул бик оялсан кеше ине. “18 йәшемдә яҙҙым, дуҫымдың туйында бер ҡыҙға ғашиҡ бул­ғайным. Был йыр – мөхәббәткә мәҙхиә”, – тине автор. Ми­неңсә, спектаклдең уңышы ундағы йырҙарға ла бәйле. Күп сәхнә әҫәре тап матур, моңло, халыҡсан йырҙарҙан торғанға  тамашасы һөйөүен яуланы”, – тип һөйләй медицина фәндәре докторы, профессор Мәхмүзә Ғәйнул­лина. 
“Ғилман Иҙрисов менән телевидениеның сыға­рылыш бүлегендә эшләнек. Тәрбиәле, сабыр, алсаҡ кеше ине. Эшен яҡшы белә. Һөнәрҙәштәр ме­нән һәр саҡ итәғәтле итеп һөйләшә. Аҙаҡ мин диктор булып киттем. Киске сәғәттәрҙә бергә дежур итә торғайныҡ. Ул йылдарҙа Башҡортостан ра­диоһының концерт студия­һында Феликс Әбдрәшитов эшләй ине. Улар – Ғилман Уйылдан улы менән ижадташ дуҫтар. Саҡ ҡына бушыраҡ ваҡыты булдымы, коллегам радиоға йүгерә. Бер көндө Ғилман ағай миңә автографлы  ҡағыҙ бүләк итте. Унда шиғыр юлдары яҙылған:
Беҙҙең ғүмер – мәңгелектә 
Бер күҙ асып йомған ара.
Шул арала миңә һөйөү
 килгән,
Мөхәббәтһеҙ был донъяла 
йәшәп ҡара.
Мөхәббәттән йырҙар ҡала, 
Йырҙарым һеҙгә ҡала.
Беҙҙең ғүмер – мәңгелектә 
Бер күҙ асып йомған ара.
Шул арала шатлыҡтарым
 булған, 
Һағыштарҙан йырҙар,
 моңдар ҡала,
Йырҙарым һеҙгә, дуҫтар, 
ҡала. 
Был – уның һуңғы шиғыр­ҙарының береһе. Ул ошо һүҙ­ҙәре менән беҙҙең менән хуш­лашҡан һымаҡ”, – ти танылған диктор Флүрә Мурзина. 
“Беҙҙе Башҡортостан ра­дио­һының тауыш режиссеры Феликс Әбдрәшитов таныштырҙы. Ул да йырҙар яҙа. Ғилман Иҙ­ри­совтың дуҫы, фекерҙәше булды. Илһамланып ижад иттеләр. Миңә “Һиңә килдем, иркәм” йырын бирҙеләр. Кистән өй­рәндем, иртән студияға килеп яҙылдым. Ғилман ағайҙың йырҙары кешене кеше иткән хис-тойғоларға арнала. Ул бик тыйнаҡ ине. Бер ҡасан да: “Мин – шағир”, – тип күкрәк һуғып йөрөмәне. Маһайманы, үҙен күрһәтергә ынтылманы. Әҫәрҙәрендә хистәр ташып торҙо, шағир иһә үҙе баҫалҡы, оялсан булды”, – ти Башҡор­тостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев. 
Ғилман Иҙрисовты йырсы-шағир, тиҙәр. Уның шиғыр­ҙарына байтаҡ йыр яҙылған. Йырҙары бер яңғырағас та халыҡ араһында популяр булып киткән. Бөгөн дә улар сәхнәлә башҡарыла, радио һәм телевидение эфирында яңғырай, табындарҙа, байрамдарҙа йырлана. Уларҙы, ваҡыт һынауын үткән, ысын йырҙарыбыҙ,  тип әйтә алабыҙ. 
2000 йылда Ғилман Иҙрисов 52 йәшендә генә фажиғәле һәләк була. Ҡатыны Рәйсә ханым да был ҡайғыны күтәрә алмай, өс йылдан һуң баҡый донъяға күсә. “Атайыбыҙҙы юҡһы­на­быҙ. Йыуаныр өсөн әлдә йыр­ҙары ҡалды. Улар донъяға, кешеләргә, беҙгә оло һәм саф һөйөү менән һуға­рылған”, – ти Ләйсән Ноғо­ма­нова. 
Ысынлап та, мөхәббәттән йырҙар һәм атайҙарының юлын дауам итер балалар ҡала. Ләйсән, Ирәндек һәм Иҙел атайҙарын онотмай, оноттормай. 24 мартта Өфөлә Ғилман Иҙрисовтың йырҙары йәнә сәхнәлә яңғыраясаҡ. Тама­шасыларҙы Хөсәйен Әх­мәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына са­ҡырабыҙ. Ғилман Иҙрисовтың эскерһеҙ, ярһыу хис-той­ғо­ла­рын күңе­лебеҙ аша бергәләп үткәрәйек әле. 
...Радионан йыр яңғырай. “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит!”. “Ягуар” ҡушаматлы яугирыбыҙ ҙа көттөрмәһен, Еңеү менән иҫән-һау ҡайтып етһен!  
               
  Зөһрә АРСАЕВА, 
“Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе.   

 

Читайте нас: