Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
16 Февраль , 12:00

Татарстандың атҡаҙанған артисы Илсиә БӘҘРЕТДИНОВА: "Башҡортса йырлар өсөн башҡорт булыр кәрәк"

***

Башҡортостандың мәҙәни тормошонда йыл һайын ҡабатланып торған матур ваҡиға бар – Татарстандың атҡаҙанған артисы Илсиә Бәҙретдинованың концерттары. Кемдер йырсыны ҡабул итә алмай, кемдер тәнҡитләп тә маташа. Әммә бер кем дә уның рекордын үтәгәне юҡ әле: 10 – 11 көн – баш ҡалабыҙ Өфөлә, шулай уҡ айҙан ашыу республика  райондарында тулы залдар йыя. Концертына алыҫ райондарҙан машиналар, хатта автобустар менән тамашасылар килә, билеттар бер ай алдан һатылып бөтә. Һәр программаһы оло яңылыҡ булған, һәр йыры хитка әүерелгән ижадсының ғүмер юлы ла, тормошҡа ҡарашы ла үҙенсәлекле. Уның менән аралашыу үҙе бер байрам кеүек. Һәм беҙ был байрамды “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға ла бүләк итеп, яратҡан йырсыбыҙ менән әңгәмә ҡорорға булдыҡ.

 

– Илсиә, һин – ун көн дауамында һәр кис өсәр сәғәт Өфөнөң иң ҙур залдарының береһен “тотоп торған” кеше. Ә алдымда йылмайып-көлөп, матур булып ултырған ҡатынға ҡарап, был ысынлап улмы, тигән фекер тыуа. Һәр көн һығылған емеш хәленә  ҡалғансы эшләп, иртәнсәк йылмайып торорға көс-ҡеүәт ҡайҙан алаһың?

– Артистарға ғына түгел, бөтә кешегә лә йоҡо мөһим роль уйнай. Әгәр миңә көнөнә алты сәғәт йоҡо эләгә икән, был бик һәйбәт, минән дә бәхетле кеше булмай. Сөнки ғәҙәттә ул дүрт сәғәт кенә була. Икенсенән, мин эшемде яратам. Әгәр көн һайын үҙемде көсләп сәхнәгә сығарһам, бер ниндәй ҙә йоҡо, ял күңел тыныслығы бирә алмаҫ ине. Тамашасының алҡышы, рәхмәте үҙе үк рәхәтлек бирә бит. Һис арттырыу һәм ярамһаҡланыу түгел – Башҡортостан тамашасыһы ихлас һәм күңелле. Арыу һиҙелмәй, бары тик концерт тамамланғас ҡына аяҡтың ҡалтыраныуын, баҫып торорға ла хәл ҡалмауын аңлап ҡалаһың.

– Меңәр кеше ултырған зал, алҡыштар, сәскәләр... Һәм шулар араһында һинең уңышҡа көнләшкән, күлдәгең йыртылғанын, туфлийыңдың үксәһе һынып, сәхнәлә ҡолап киткәнеңде көткән бер нисә кеше ултыра. Ундайҙар һиҙеләме?

– Энергияны ашай торған, негативҡа көйләнгән залдар була. Ауыр тамашасы, тибеҙ инде ундай саҡта. Ике сәғәт буйына уларға күңел хистәрен бирә-бирә, нисектер ҡуҙғалтып ебәрергә тырышабыҙ. Ә бына айырым тамашасыға килгәндә, ҡайһы берәүҙәрҙең асыуы, мине күрә алмаусанлығы шул тиклем көслө була, күҙәнәктәр менән уның ҡайһы тирәлә ултырғанын шунда уҡ һиҙеп алаһың. Нимәһе ҡыҙыҡ, минең төркөмдә эшләүсе яҡут ҡыҙы Айсхананың нәҫелендә шамандар бар. Һәм уның үҙенә лә ниндәйҙер көс күскән. Сәхнәгә сығыу менән һиҙә лә, кейем алыштырған арала: “Шул рәттә, шул урында ултырыусының ҡара энергияһы бар, һеҙҙе күрәлмай. Уға ҡарамаҫҡа тырышығыҙ,” – тип әйтә һала. Тик минең холҡом шундай: юрамал ул кешегә ҡарап, йылмайып йырлайым. “Үҙеңде ғазаплап ултыр инде, аҡсаңды ла йәлләмәй, билет һатып алып килгәнһең бит әле...” – тип эстән генә уны йәлләп тә ҡуям. Ғөмүмән, кешеләрҙең башҡаларҙан көнләшеүен, тормошҡа зарланыуын, һәр саҡ нимәгәлер риза булмауын аңлай алмайым.

– 21 йыл, хатта 15 йыл элекке Илсиә менән бөгөнгөһө араһында ҙур айырма. Йырҙар ҙа, кейем дә, үҙен тотошонда ла... Үҙеңә ҡайһыһы яҡын?

– Һәр мәлдең үҙ матурлығы, үҙ йәме. Бер нәмәне аныҡ әйтә алам: йәшлеккә ҡайтҡым килмәй. Миңә хәҙер рәхәт. Ошо тәнемдә, ошо аҡылымда, ошо булмышымда. Бер кемгә бер нәмә иҫбатламайым, бер кемдән  дә  ҡурҡмайым. Бары тик Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡам һәм уға һыйынам. Ә кешеләргә килгәндә, яратмайһығыҙ икән – мәйелегеҙ. Бөтә кешене лә, йырсыны ла яратып бөтөп булмай.

– Ижадың ҡабатланмаҫ, үҙеңә генә тәғәйен юлың бар. Шулай ҙа тәүге йырҙарың бик үҙенсәлекле ине...

– Ул саҡта бәлки аңлап та етмәгәнмендер, сөнки 21 йәшлек бала-саға ғына инем. Әммә ул йырҙарҙың авторы, ирем һәм продюсерым Илфак  Шиғапов мине эстрадала үҙенсәлекле артист итеп күрһәтергә теләне һәм маҡсатына иреште лә. Бөтә артис,  тыуған ауылым, яратам, әсәйем, тип йырлап торған саҡта, мин сығып, фәшихәләр, яңғыҙ әсәләр, эскелек һәм башҡалар тураһында йырлауым менән иғтибарҙы йәлеп иттем. Ә ул саҡта Илфактың һүҙе миңә закон булды – барлыҡ донъяла унан башҡа кешене күрмәнем. Әлбиттә, ул тәҡдим иткән йырҙарҙың барыһын да йырламаным, аяҡ терәп ҡаршы сыҡҡан мәлдәр ҙә булды. Әммә репертуар уның күҙлегенән сығып төҙөлдө.

Шуныһы ла бар – ул йырҙарҙан бер аҙ ситләштем. Әммә барыбер тамашасы күңелендә мин һаман да таҡмаҡ йырлаусы, президентҡа ҡаршы әйтеүсе булып тороп ҡалам.

– Ә шул социаль темаларҙы күтәреүсе Илсиәнең ҡырҡа үҙгәреп, бөгөнгө тамашасыларҙы яулауы оҙаҡҡа һуҙылдымы?

– 2 – 3 йыл тирәһе. Дөрөҫөн әйткәндә, был минең теләк түгел ине, тормош үҙе бөгөнгө юлыма баҫтырҙы. Илфак менән 13 йыл йәшәгәс, төрлө сәбәптәр арҡаһында юлдарыбыҙ айырылды. Һәм айырылғас ҡына үҙемдең уның менән контракт төҙөүемде белеп ҡалдым. Бергә йәшәгән саҡта нисектер ҡул ҡуйҙырып алған. Шул осорҙа мине телевидениеға, радиоға бөтөнләй сығарманылар. Һәм Илфактың йырҙарын йырларға ярамай ине. Ә минең репертуар тулыһынса уның йырҙарынан тора. Улай ғына ла түгел, концерт ҡуйырға ла бөтөнләй хоҡуғым юҡ ине. Судтар аша сәхнәгә сығырға хоҡуғымды яҡлай алдым. Тормошомдағы был мәжбүри боролош  минән көслө ҡатын яһаны ла инде. Ҡулымда – бәләкәй бала, уны ашатырға кәрәк. Ә минең бер генә яратҡан шөғөлөм бар – йырлау. Шул саҡта халыҡ йырҙарына һәм башҡа авторҙарға мөрәжәғәт иттем. Хәҙер аңлайым: кеше бер төрлө уйлай, ниәт итә. Ә Аллаһы Тәғәлә уны үҙенең урынына ҡуя. Мине лә ошо һынау аша үҙемә тәғәйен юлға сығарған.

Илфактың вафатынан һуң, уның тәүге ғаиләһе менән һөйләшеп (улар менән элек-электән матур мөнәсәбәт булды, хәҙер ҙә аралашып торабыҙ), тәүге йырҙарҙы башҡарыу хоҡуғын кире ҡайтарҙым. Шуға күрә хәҙер концерттарымда, һирәкләп булһа ла элекке йырҙарымды ла башҡарам.

– Белеүемсә, һин бөгөн яңғыҙ. Быға яҡын күргән, тормош юлдашы итеп һайлаған кешеңдең ошондай насар аҙымы сәбәпсе түгелме? Бәлки, Илфаҡтың ҡайһы бер ҡылыҡтары һиндә ит-атҡа ҡарата ышанмаусанлыҡ тойғоһо ҡалдырғандыр?

– Бер ваҡытта ла Илфак тураһында насар һүҙ һөйләмәйем. Ул мине сәхнәгә сығарҙы, танылыу килтерҙе. 20 йәшлек ҡыҙ баланан тормошто аңлаған, аяғына ныҡлы баҫҡан 33 йәшлек ҡатын булғансы тормош юлым уның менән үтте. Бөгөнгө көндә уға ике тамсы һыу кеүек оҡшаған улым – ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешем – Нариман үҫеп килә. Беҙҙең ара гел насар ғына булып торманы, бик күп матур, яҡшы, күңелле мәлдәр уның менән бәйле. Шуға күрә  уға рәхмәтлемен һәм насар ҡылыҡтарын күптән ғәфү иттем.

Ә инде яңғыҙлыҡҡа килгәндә... Бына һин ҡатын-ҡыҙ булараҡ уйлап ҡара: минең йылына 220 концерт. Кемгә кәрәк шундай кеше? Ирем йә минең менән гастролдәрҙә бергә йөрөргә (ә был бик ауыр), йә: “Матурым, йөрөмә юлда, үҙеңде лә, улыңды ла үҙем ҡарайым”, – тип әйтергә тейеш. Юлыма ундайҙар осрағаны юҡ. Әлбиттә, янымда булырға теләүселәр, хистәрен белдереүселәр күп. Бик күп. Йәштәре лә, ололары ла, дәрәжәлеләре лә, ябайҙары ла бар. Тик мин бит уларҙы түшәк өсөн генә һайлай алмайым. Минең барлыҡ тараҡаным менән ҡабул иткән, баламды яҡын күргән кеше кәрәк.

– Тормошта күпте күреп, ҡайғылар кисереп, ҡаҡҡыланып-һуҡҡыланып, бер аҙ ҡата төшкән күңелең мөхәббәткә ышанамы? Күңелеңде яуларҙай ир-егеттәр бармы?

– Ышанам. Тик янымда бөтөрөлгән ир-егеттәрҙең күбеһе өйләнгән. Минең күңел иләҫ-миләҫ килгәндән фәтеүә юҡ – нисек матур итеп килгәндәр, шулай матур ғына итеп юҡҡа ла сығалар. Нимәһе ҡыҙыҡ: уларҙың теле телгә йоҡмай, барлыҡ кәртәне емереп, янда булырға тырышалар. Ә бына буйҙаҡ ирҙәр яныма килергә лә, һүҙ ҡушырға ла ҡыймай ситтә баҫып ҡала.

– Нариман бөр көндө ҡайтып: “Әсәй, мин йырсы булырға теләйем,” – тиһә, нимә әйтерһең?

– Әйтмәйәсәк, ул сәхнәне, йырҙы бөтөнләй яратмай. Минең йырлауыма ла битараф. Анда-бында телевизор ҡабыҙып ҡуям, концерт барһа, ризаһыҙлығы йөҙөнә сыға. Бәлки минең артист булыуым да быға йоғонто яһағандыр – сәхнә уның әсәһен тартып алды. Наримандың әсәһе телевизорҙа. Илфак әйтә ине, бәләкәй сағында: “Әсәйең ҡайҙа?” – тип һораһаң, телевизорға төртөп күрһәтә”, – тип. Бәлки, күңел төпкөлөндә үпкә хистәре лә йәшәйҙер, әммә 21 йәшлек ир-егет булараҡ, уның өсөн тырышыуымды аңлап ҡабул итә.

Нариман әлеге ваҡытта 3-сө курста уҡый, эшләп тә өлгөрә. Буласаҡ кино режиссеры. Һиңә кино ене ҡағылған, тим уға. Аллаға шөкөр, үҙ-ара бик яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ. Беҙҙең аралашҡанды күргәндәр, әсәле-уллы, тип уйламаясаҡ та – дуҫтарбыҙ. Үҙ аллы, университетҡа уҡырға инеү менән айырым йәшәй башланы. “Әсәй, яңғыҙ ҡалма, һәйбәт кеше осраһа, кейәүгә сығыуыңа ҡаршы түгелмен,” – тип әйтеп тә ҡуйҙы.

– Ҡыҙ бала ла тапмағанмын, тип үкендереп ҡуймаймы?

– Үкенес, тип әйтеп булмайҙыр... Булманы шул. Хәҙер һуңдыр инде, миңә бит 43 йәш тулды... Хәйер, хәҙер медицина көслө, 50 йәштә лә табалар. Тик бала табыу өсөн ир кәрәк бит әле. Шуға хәҙер ейәнсәрем булыр әле, тип өмөтләнергә генә ҡала.

– Тамашасылар биргән бүләктәрҙе һаҡлайһыңмы?

– Бүләктәрҙең ниндәйе генә юҡ! Ҡулдан эшләнгән әйбер булһа, сабый кеүек ҡыуанам. Үҙем ҡул эше менән булышҡан кеше бит, уларға күпме күҙ нуры, оҫталыҡ, ваҡыт кәрәклеген яҡшы аңлайым. Шуға күрә уларҙың барыһын да һаҡларға тырышам, фатирымдың бер мөйөшөндә махсус урын бар. Бешереп килтергән ризыҡтарҙы, тәмлекәстәрҙе төркөм артистары менән бергә ултырып ашайбыҙ. Сәскәләрҙе лә мөмкин тиклем оҙағыраҡ һаҡларға тырышам, тәрбиәләйем. Ә бына йомшаҡ уйынсыҡтарҙы һаҡлай алмайым – әгәр барыһын бергә йыйһаң, фатирымда үҙемә урын ҡалмаҫ ине. Уларҙы балалар баҡсаһына тапшырам, ҡунаҡҡа килеүселәргә бүләк итәбеҙ.

– Бер концерт программаһын эшләүҙә нисә кеше ҡатнаша?

– Күп. Фотографтар, дизайнерҙар, видеографтар, авторҙар – ҙур состав. Бер күлдәкте генә алып ҡарағанда ла, уның биллеген бер оҫта эшләй, икенсеһе – сигә, шләпәләрҙе – өсөнсөһө. Минең өсөн махсус рәүештә аяҡ кейеме тектерәбеҙ. Биҙәүестәр инде бөтөнләй айырым тема. Шунан инде уйлап ҡарағыҙ: бер образ өсөн генә күпме кеше эшләй? Ә һәр программала кәм тигәндә ун күлдәк алыштырам. Ҡыҫҡаһы, һәр программа – күп кешенең көсө һәм ҙур сығымдар.

Ә программаны беҙ команда менән бергәләшеп әҙерләйбеҙ. Режиссерым да, продюссерым да, сценарий яҙыусым да, хатта алып барыусым да юҡ. “Һин сәхнәлә һөйләгәндәрҙе кем яҙып бирә?” – тип һорайҙар. Нисек инде үҙем менән булған, кисергән хәлдәрҙе кемдәндер яҙҙырып алайым? Мине минән дә яҡшыраҡ кем белһен? Тормошта ла, сәхнәлә лә үҙ кисерештәремде, тормошомдо һөйләйем.

– Үткән миҙгелдәге сәхнә күлдәктәрен нимә эшләтәһегеҙ?

– Махсус рәүештә ҙур гардероб эшләттем, барыһы ла шунда эленеп тора. Концерт директорым Гүзәл Алик ҡыҙы киләсәктә музей асырға хыяллана (көлә – авт.).

– Күҙаллаған концерт программаһында тормошҡа ашмай ҡалған идеялар буламы?

– О-о! Идеялар күп ул, мөмкинлектәр юҡ. Ҙур-ҙур концерт залдарының техник мөмкинлектәре самалы булып сыға. Ә беҙҙең программаларҙың техник ҡоролошо үтә ҡатмарлы – 20 кешенән торған бригада тәүлек буйы сәхнә биҙәй, утты, видеоны, тауышты көйләй. Райондағы мәҙәниәт һарайҙарын иһә әйтеп тә тораһы түгел. Грим бүлмәләре аҙ, бәләкәй. Ҡайһы саҡта минең егеттәр розетка йүнәтә, үҙ аҡсаһына лампочка һатып ала – сәс киптерерлек, телефонға зарядка йыйырлыҡ та мөмкинлек юҡ,башҡаһын инде үҙегеҙ аңлағыҙ. Беҙ бит аренда хаҡы түләйбеҙ – шарттар юҡ. Һәм был Башҡортостан, Татарстан ғына түгел, ә бөтә Рәсәй буйынса шулай.

– Кешегә һәр ваҡыт икенсе кешенең кеҫәһендәге аҡса ҡыҙыҡ. Мин йыш ҡына: “Татарстан артистары килә лә, кеҫәләренә фәләнсә аҡса һалып, ҡайтып китә...” – тигәндәрен ишеткәнем булды. Йәнәһе, билет хаҡы ҡиммәт, тулы зал йыйыла...

– Әлеге ваҡытта минең төркөмдә 17 кеше эшләй. Уларҙың береһе менән дә контракт төҙөлмәгән – теләһә ҡайһы мәлдә китә алалар. Һәм китмәһендәр өсөн уларға лайыҡлы эш хаҡы түләргә тейешмен. Был минең бурысым – һәр береһенең ғаиләһе бар, ипотека түләргә кәрәк. Бынан тыш аренда, транспорт, ашау һәм башҡа төрлө сығымдар – иҫәбе-һаны юҡ. Ярай, Өфө, Ҡазан һәм тағы ла бер нисә шундай ҡалаларҙың ҙур мәҙәниәт һарайҙары бар. беҙ башлыса 350 – 600 урынлыҡ залдарҙа эшләйбеҙ. Бындай саҡта инде йыш ҡына өйгә буш кеҫә менән дә ҡайтып ингәнем була.

– Ә шундай саҡта барыһына ла ҡул һелтәп, икенсе эшкә күсергә теләк булмаймы?

– Юҡ. Сөнки мин һәр тамашасы өсөн тиремде түктем, эшләнем. Хәҙер генә ул “йондоҙ” булыуы бик тиҙ – аҙ ғына аҡсаң булһа, йыр яҙҙырып, видеолар төшөрөп, интернет ярҙамында, популярлыҡ яулайһың. Зал йыйыуы ла ауыр түгел – реклама мөмкинлеге бар, “Пушкин карта”лары менән йәштәрҙе йәлеп итергә була. 2 – 3 айҙа популярлыҡ яулаған йәш артистың башы әйләнә – ул бит “йондоҙ”! Дандың, таланттың ҡәҙерен белмәй. Ә һин йылдар буйы шул йондоҙҙо һүндермәй тотоп ҡара. тәүге концерттарым да 20 – 25 кеше килә ине. Һәм минең кеүектәрҙең бер ваҡытта ла уңыштан башы әйләнмәй, сөнки улар ниндәй хеҙмәт, сығым менән юғарыға менгәнен онотмай. Тағы ла шуны иҫтән сығарырға ярамай: эстрадаға аҡса эшләр өсөн генә килергә уйлайһың икән, юлыңды башламаһаң да була. Мин һәр концертта һуңғы тапҡыр кеүек күреп сәхнәгә сығам – бар күңелемде биреп, үҙемде йәлләмәй эшләйем. Ярат, йәшә, йырла! Был – минең девизым. Икенсенән, эшемде, сәхнәне яратам, ҡул һелтәп кенә китә алмайым. Ғөмүмән, бизнеста ла үҙенең эшен яратҡандар ғына уңышҡа өлгәшә ала. Мин ысын күңелдән эшен яратмаған кешеләрҙе йәлләйем. Етәкселәрен әрләйҙәр, эш шарттарына зарланалар, аҡсаһына риза түгелдәр һәм үҙҙәрен көн һайын мәжбүр итеп, ошо эшкә йөрөйҙәр. Иң бәхетһеҙ кешеләр улар.

Тамашасының күңелен ҡалдырыу анһат – улар маһайыуҙы, яһалмалыҡты, ялҡаулыҡты шунда уҡ һиҙә. Күңелдән сыҡҡан ғына күңелгә етә. Аҡсаһын түләп килгән һәр тамашасыға рәхмәтле булырға кәрәк. Ул өйҙәге эшен ҡалдырып, мәшәҡәттәрен барлап, һине ҡарар өсөн ашҡына. Нисек инде шундай кеше алдына сығып: “Мин шундай талантлы, шәп кешемен, мине ҡарағыҙ!” – тигән уй-ҡиәфәт менән баҫып тормаҡ кәрәк?!

– Йәш йырсылар, артистар, нисек эшләргә, нимәнән башларға, тип кәңәш һорап киләме? Ярҙам итәһегеҙме?

– Килһәләр рәхмәт әйтер инем. Тик күпселек осраҡта улар минекен, йә булмаһа башҡа йырсыныҡын күсереп (үҙләштереп, урлап) эшләй ҙә ҡуя. Һорап та тормайҙар. Уларҙы хатта тамашасылар үҙҙәре үк күреп, беҙгә әйткәне бар. Мөнәсәбәт асыҡлап, әрләшеп кенә йөрөгөм килмәй. Аранжировка, башҡарыу манераһы, сәхнәлә тотош – мин йәки башҡа йырсы кеүек ҡыланып ҡына уңышҡа өлгәшеп булмай.  Минең өсөн, һин шул йырсыны ҡабатлайһың, тип әйтәләр икән, иң-иң ҙур мыҫҡыл кеүек буласаҡ. Әле өйөмдә бик матур, ҡимәтле һәм зауыҡлы өр-яңы ике күлдәк эленеп тора. Уларҙы бер ҡасан да кеймәйәсәкмен, сөнки тап шундай уҡ күлдәктәрҙе икенсе йырсылар минән алдараҡ тектереп,   өлгөрҙө.

– Үҙеңдең тормошоң, ижад юлың, сәхнәләге ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында китап яҙырға уйламайһыңмы? Ни тиһәң дә һин беҙҙең коллега – журналист булараҡ та танылыу яулағайның.

– Уй бар. Концерт директорым Гүзәл Алик ҡыҙы гастролдәр мәлендә булған ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс хәлдәрҙе, осрашыуҙарҙы, сәхнәләге ҡыҙыҡтарҙы, хатта интернет селтәрендәге комментарийҙарҙы теркәп бара. Үҙем дә уға бала саҡтағы, йәшлектәге иҫтәлектәрҙе һөйләйем. Байтаҡ ҡына йыйылды. Тыныс ҡына ултырып яҙыр өсөн ваҡыт кәрәк, ә ул әлегә юҡ.

Китап яҙылыр, тик уны яҙғас, бер нисә йылға барыһынан да йәшенеп, ҡасып сит илдә ятырға тура килер, тим. Фотолар, йыр текстары һәм матур һүҙҙәрҙән генә торған китап минеке түгел. Уҡып, үҙен танығандар мине атып үлтерәсәк. Унда бары тик дөрөҫлөк буласаҡ. Юғиһә беҙҙең татар-башҡортта, нисек? Эскелек тә, уйнаш та, наркомания ла, коррупция ла юҡ. Барыһы ла ал да гөл. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай түгел шул. Сәхнә артындағы дөрөҫлөктө ҡайһы саҡ ҡабул итеп булмай кеүек.

– Ғәйбәт – билдәле кешеләрҙең айырылғыһыҙ “тормош юлдашы”. Уларҙан һин дә азат түгел, ниндәй генә имеш-мимештәр йөрөмәй...

– Минең төркөм артистарына йыш ҡына: “Һеҙ нисек уның менән эшләйһегеҙ? Ул бит шул тиклем тәккәббер, үҙе тураһында юғары фекерҙә...” – тип әйтәләр. Был сәскәләре генә әле. “Ул бит уйнаш итә! Сәхнәгә бер генә тапҡыр ҙа айыҡ сыҡҡаны юҡ бит! Уның һөйәрҙәре күп...” Ҡайҙан сыға икән ул һүҙҙәр – аптырарлыҡ. Әле Өфөнән алда райондарҙа сығыш яһаныҡ. Дүртөйлөлә ауырып киттем, температурам 39-ҙан төшмәй, көн һайын иртәле-кисле система алып, саҡ концерттарҙы ҡуйҙыҡ. Бөтә районға таралды. “Илсиә запойға киткән икән, көнө-төнө система менән дә сығара алмайҙар, ти. Илештә концерттары буламы икән, беҙ билеттар алғайныҡ....” Ә мин бына хәҙер ҡулымды ризыҡҡа ҡуйып әйтә алам:  21 йыл эсендә бер тапҡыр ҙа, бер бокал шампан шарабы эсеп сәхнәгә сыҡҡаным юҡ. Үҙемде фәрештә тимәйем, бөтөнләй эсмәйем, тип тә әйтә алмайым. Бик һирәк осраҡта ике бокал ҡыҙыл шарап эсәм, тик сәхнәгә сыҡҡанда түгел. Ярай, ҡылған гонаһтарымды кешеләр сәйнәй-сәйнәй, шулай йыуып бараларҙыр, тип үҙемде йыуатам да, артабан атлайым.

Тәккәббер тигәнгә инде, шундай аңлатма бар. Ҡайһы бер тамашасылар социаль селтәрҙә: “Беҙ һине концерттан һуң ярты сәғәт буйы көтөп торҙоҡ, фото төшөргә сығыуы ауыр инеме ни? Беҙ башҡаса концерттарыңа килмәйбеҙ,” – тип яҙып ебәрәләр. Өс сәғәт буйы сәхнәлә йырлап, бейеп, мин дә, башҡа артистар ҙа арый бит. Шыбыр тиргә батҡан кейемде алыштырырға ла хәл булмай, ултырып ҡына торабыҙ. Йөрәкте тынысландырырға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр шуны аңларға теләмәй.

Икенсе осраҡ бар. Магазиға, баҙарға сығам. Шул мәлдә сит кеше мине телефонына төшөрөп, комментарий биреп, интернетҡа һала. Ойоҡбаш, эске кейем, кишер-кәбеҫтә алып йөрөйөм – ул бит шәхси эш. Йәки тирләп-бешеп, сәсем туҙып спортзалда шөғөлләнәм, тағы ла видеоға төшөрә башлайҙар. “Ҡыҙҙар, һүндерегеҙ инде. Улай ярамай,” – тип әйтеүем була, башлана:  “О-о, бик эре ҡыланаһың. Ә беҙ һинең концерттарға йөрөйбөҙ, йырҙарығыҙҙы тыңлайбыҙ...” Шундай аңлашылмаусанлыҡтар күп. Шәхси биләмәгә инергә ярамай.

– Ғәйбәт тигәндән, һеҙҙе күптән инде, тәүге дуэтығыҙ сығыу менән Башҡортостан килене яһап, төркөмөңдә эшләгән Учалы егете Илнур менән ҡауыштырып та ҡуйҙылар...

– Ҡатыны Айгөл менән аралашып торабыҙ, улар – бик матур пар. Өс малайҙары үҫә. Кеше бит үҙе уйлап сығара ла, үҙе шуға ышана. Кесе улдарын дауахананан төркөм артистары менән бергә ҡаршы алырға барҙыҡ. Фотоларҙы күргәс ҡайһы берәүҙәр: “Был ниндәй ике йөҙлөлөк? Ире менән йоҡлап йөрөп, ҡатыны күҙенә нисек күренәһең?” – тип яҙҙы интернет селтәрендә. Аллаға шөкөр, Айгөл аҡыллы ҡатын, иренең эшен аңлай, уға ышана. Көнләшкән, яһил ҡатындың ире артист була алмай.

– Ә кешенең ниндәй холҡо һинең сығырыңдан сығара?

– Ике йөҙлөлөк. Ул кешенең минең турала нимә уйлағанын, кешегә нимә тип һөйләгәнен беләм. Үҙемә килеп, матур һүҙ һөйләгән, дуҫ булып ҡыланған була. Ундайҙарҙы бөтөнләй ҡабул итә алмайым. Икенсенән, “мужик” була белмәгән ир-атҡа асыуым килә. Әйткән һүҙҙәрендә тора белмәйҙәр. Эш буйынса шылтыратаһың, ваҡытын әйтеп, осрашырға килешәһең. Бөтөн мәшәҡәте ҡалдырып, ҡаланың бер осонан икенсе осона бараһың – ул юҡ. Шылтыратһаң, ғәфү ит, бөгөн булмай йәки ике сәғәттән килермен, тип яуап бирә. телефонын алмаҫҡа ла мөмкин. Был нимә ул? Ошо холҡонан һуң ул ирме? Килә алмайһың икән, шылтырат, аңлат. Бөгөнгө көндә иң ҡиммәтлеһе – ваҡыт. Минең күп көнөм минуты менән билдәләп ҡуйылған.

– Башҡортостандың бер районында үтә лә талантлы бер кеше йәшәй икән, ти. Һинең менән эшләү – уның хыялы. Нисек һиңә күренә ала?

– Интернет селтәрендә Гүзәл Алик ҡыҙының телефон номеры, сәхифәһе бар. Уға мөрәжәғәт итһендәр. Тик минең менән бергә эшләү өсөн үтә лә талантлы һәм тырыш булырға кәрәк. Характер һәм йәш тә мөһим роль уйнай. 16 йәшлек баланы нисек гастролгә алып йөрөйөм? Йәки эсергә яратҡан кеше көн һайын сәхнәгә сыға аламы? Күптән түгел музыканттарға кастинг иғлан иткәйнек, 200-ләп кеше араһынан бары тик 2 – 3-һе генә күңелгә ятты. Сөнки талаптар юғары.

– Һинең төркөмдәге артистарҙы башҡалар үҙҙәренә “әүрәтергә” теләмәйме?

– Көн аша тиерлек саҡыралар, юғары эш хаҡы вәғәҙәләйҙәр. Киткәндәргә үпкәм юҡ – кеше ғүмере буйы миңә бәйләнеп ята алмай. Бер кемде лә контракт менән тотмайым. Шуныһы ҡыуаныслы – күптәре китергә теләмәй. Сөнки беҙ бер ғаилә кеүек. Тыуған көндәр, ғаилә байрамдары бергә үтә. Бергә ҡайғырабыҙ, бергә шатланабыҙ. Шуға ла беҙ берҙәм.

– Һинең махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға даими ярҙам итеүеңде үҙең һөйләмәһәң дә беләбеҙ, аҡсаһы күп икән, тип айырым кешеләр ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәйме?

– Кемгә, ниндәй суммала ярҙам иткәнемде һөйләмәҫкә тырышам. Илгә һынау килгән саҡта мин ситтә ҡала алмайым – ҡулдан килгән тиклем ярҙам итәм. Интернет селтәрендә мөрәжәғәт итеүсе күп. Кемдер яман ауырыуға дусар булған, кемдер янғындан зыян күргән, кемдер юл фажиғәһенә осраған. Битараф ҡала алмайым. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһына ла ярҙам итерлек мөмкинлегем юҡ. Нимәһе ҡыҙыҡ: ярҙам алған кешеләрҙең береһе лә интернет селтәрендә рәхмәт белдергәне юҡ. Яңылыш ҡына ла. Аллаһ риза булһын. Сөнки аҡса күсергән һайын: “Аллаһы Тәғәләм, улымды һаҡла. Был кешеләргә күрһәткәнеңде улыма күрһәтмә,” – тип риза булып, доғалар ҡылам.

– Башҡортса йырҙар өйрәнеп, сығыш яһарға теләгең юҡмы?

– Башҡорттарҙа, әллә һауаһы шулаймы, әллә һыуымы – халыҡ үтә лә талантлы, моңло. Башҡорт йырындағы бормаларҙы, милизматиканы ҡабатлап булмай, ул ҡан менән биреләлер. Туғандаш халыҡ тиһәләр ҙә, беҙ улай булдыра алмайбыҙ.

Башҡорт телендә йырла, тип әйтәләр. Ҡаршы түгелмен, тик булдыра алмайым. Бер нисә йырымдың башҡортса варианты бар –  студияла эшләгәндә төркөмөмдәге башҡорт егеттәре Илнур Ҡоләхмәтов менән Илдус Дәүләнов яңылыш әйткән урындарҙы төҙәтеп, өйрәтеп тора. Тик мин бит сәхнәлә тере тауышҡа йырлайым. Халыҡ алдына сығып, ярым-ярты йырлап тороу матур күренеш түгел.

– Алла бирһә, башҡорт телендә башҡарған йырҙарың радио, теле­видение аша яңғырап торор, тип ышанабыҙ. Тығыҙ эштәрең араһында ваҡыт табып, беҙҙең менән осра­шыуыңа ҙур рәхмәт, Илсиә. Килә­сәктә лә шулай Өфө – Ҡазан дуҫлығының илсеһе булып, оҙаҡ йылдар ижад итергә яҙһын һиңә!

 

  Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: