2023 йылдың тәүге аҡ бурандары ла, ҡарҙары ла байрам кәйефен ҡапыл ғына юҡҡа сығарып, шомло хәбәр еткерҙе: Башҡортостандың театр сәнғәте оло юғалтыу кисерҙе. Салауат башҡорт дәүләт драма театрының йәш, әммә ҙур эштәре менән танылыу яулаған талантлы актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәркәс ЙОМАҒУЖИНА 39 ғына йәшендә ҡаты ауырыуҙан вафат булды. 7 ғинуарҙа был юғалтыуға теүәл бер йыл тула. Ваҡыт – дауа, тиһәләр ҙә, был фажиғә һалған яралар тиҙ генә уңалырлыҡ түгел. Ғаиләһенең, дуҫтарының, хеҙмәттәштәренең, тамашасыларҙың, таныштарының күңелендә ул яҡшы йәшәйеше, изге күңеле һәм башҡарған ролдәре менән яҡты шәхес, матур иҫтәлек булып оҙаҡ йылдар йәшәйәсәк. Аҡ бурандар алып киткән аҡ күңелле фәрештә – Нәркәс тураһындағы иҫтәлектәрҙе барлағандан һуң, күҙ алдына бары тик шундай образ килә. Яҡын кешеләренең йылы һүҙҙәре, яҡты хәтирәләре менән уның рухын шатландырайыҡ әле...
Мираҫ ЙОМАҒУЖИН, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры, Нәркәстең тормош иптәше:
– 2002 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә имтихан бирергә килдек. Теләүселәр күп, конкурс ҙур. Һәр тур һайын абитуриенттар һаны кәмей бара. Аҙаҡ уҡырға ингән буласаҡ студенттарҙы практика үтергә алып ҡалдылар. Шунда Нәркәс менән таныштыҡ та инде. Ул тәү ҡараштан уҡ миңә оҡшаны. Практиканан һуң күмәкләшеп һыу инергә барғайныҡ. Ҡайтҡанда уҡ бергә етәкләшеп ҡайттыҡ. Уның тап минең кешем икәнен күңелем менән аңланым. Әммә беҙҙең уҡытыусылар үтә талапсан булды, үҙебеҙҙең дә маҡсат уҡыу, һөнәр алыу ине. Шуға студент йылдарында етди мөнәсәбәттәр тураһында нисектер уйламаныҡ. Курсташтар булараҡ ҡына аралаша инек. Уҡыуҙы тамамлап, Салауатта эшләй башлағас ҡына, уға дуҫлыҡ тәҡдим иттем. Әллә ни оҙаҡ йөрөмәнек, сөнки бер-беребеҙҙе уҡыу йылдарынан уҡ яҡшы белә инек – ғаилә ҡороп ебәрҙек. Аҙаҡ танышҡан көндө һыу буйынан етәкләшеп ҡайтҡанды иҫләп, көлөшөп ала инек. Бер-беребеҙҙе тәү ҡараштан оҡшатһаҡ та, характерҙар, тормошҡа ҡараштар нығынғас, маҡсаттар барлыҡҡа килгәс ғаилә ҡорҙоҡ. Аңлап яһалған аҙым ине ул. Шуға ла беҙгә бергә йәшәүе, ижад итеүе, донъя көтөүе еңел булды. Бәхәсләшкәндә бер-беребеҙгә юл ҡуя белдек. Хужабикә булараҡ Нәркәс бик уңған ҡатын һәм хәстәрлекле, талапсан әсәй булды. Башҡорт ҡыҙҙарына хас булған барлыҡ матур сифаттарға эйә ине ул: тәртипле, аҡыллы, тура һүҙле, ҡыйыу һәм ғәҙел. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, аҙағына тиклем атҡарып сыҡты.
Ул һуңғы арала башы ауыртыуға зарлана башлағас, ҡала дауаханаһына барҙы. Әммә шунда уҡ диагноз ҡуя алманылар һәм тикшерелеү өсөн Өфөгә йүнәлтмә бирҙеләр. Бергәләп барҙыҡ. Ул МРТ үткәс, диск менән табипҡа инеп китте, мин коридорҙа көтөп ҡалдым. Сыҡты ла: “Мираҫ, яҡшы хәбәр түгел. Башымда яман шеш бар...” – тине. Нисектер икебеҙ ҙә юғалып ҡалдыҡ. Икәүләшеп ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Уйланырға, аңларға кәрәк ине, оҙаҡ ҡына һөйләшмәй барҙыҡ. Илап алды, мин ҡулымдан килгән тиклем йыуатырға, тынысландырырға, терәк булырға тырыштым. Ҡайтҡас, тағы ла нығыраҡ һыҙлана башланы. Салауат дауаханаһына ятҡас, көн һайын балалар менән янына барып йөрөнөк. Күп тә үтмәй, Өфөгә күсерҙеләр. Янына барҙым, бер аҙна тирәһе бергә булдыҡ. Бер көн хеҙмәттәшебеҙ, дуҫыбыҙ Рәмзиә Ғәйнуллина килде. Яңы йыл байрамдары алдынан хәле ауырайғас, Нәркәсте реанимация бүлегенә күсерҙеләр. Унда инергә рөхсәт булманы, бары тик шылтыратып ҡына хәлен белешә инек. 7 ғинуар көнө вафаты тураһында хәбәр иттеләр... Барыһы ла яҡшы булыр, шәбәйер, тип ышана инем. Балалар өсөн йәшәргә тырышты. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу беҙҙән көслөрәк булып сыҡты: өмөттәр аҡланманы.
Дилбәр ХИСАМИЕВА, Нәркәстең бер туған апаһы:
– Беҙ ғаиләбеҙ менән сәнғәт яратыусан булдыҡ. Атай ҡурайҙа уйнаны, йырланы, әсәй матур бейене һәм, уҡытыусы булараҡ, балаларға һәр ваҡыт бейеү һала ине. Нәркәс кәрәк булғанға ғына сәхнәгә сыҡҡандыр, тип уйлайым. Сөнки ул бер ваҡытта ла, артист булам, тип хыялланманы, “йондоҙ” булырға ла ынтылманы. Миңә ҡушылып йырланы, ҡыҙҙар менән бейене. Буш ваҡыты булһа, ауыл фельдшеры янына барып, укол һалғанын, ҡан баҫымы үлсәгәнен ҡарап, өйрәнеп йөрөнө. Бәләкәй сағында ла гел беҙҙе “дауалап” уйнай торғайны. Шуға ла беҙ уның табип булырына ышана инек. Һәм ҡапыл, 11-се класс аҙағында ул гәзит битендә сыҡҡан иғланды күреп: “Мин Сибай сәнғәт колледжының театр факультетына барам!” – тип, киләсәген ҡырҡа үҙгәртергә хәл итте. Унда ике йыл уҡығас, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инде.
Эшен, сәхнәне яратты, һәр ролен бирелеп уйнаны. Әммә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, уға ғаилә бәхете өҫтөнөрәк булды. Телефондан аралашҡанда ла, осрашҡанда ла күберәк ҡыҙҙарының уңыштарын, кейәү менән нимәләр эшләүен һөйләй ине. Эше тураһында улай бирелеп китеп бәйән иткәнен хәтерләмәйем. Туған йәнле булыуын да әйтеп үтке килә: ниндәй генә ярҙам һораһаң да, баш тартманы. алыҫтараҡ йәшәһә лә, атай менән әсәйгә беҙгә ҡарағанда күберәк ярҙам итте. Кейәүҙең туғандарына ҡарата ла яҡшы мөнәсәбәттә булды һәм улар ҙа уны яратты.
Беҙҙең ара йәш тә ун ай ғына. Бәләкәй саҡта Нәркәс яйыраҡ холоҡло, бер аҙ онотолоусан булды. Мәктәпкә барғанда мин уны көтөп ала алмай, сығып китә инем. Әсәй, һеңлеңде ҡарап йөрөт, тип әрләп ала. Үҫә килә уның ошо характеры үҙгәрҙе, нисектер яндырайға әүерелде. Хәҙер уйлайым да, алдан китерен белеп, йәшәп, эшләп ҡалырға ашыҡтымы икән әллә, тим. Ауылға йыйылһаҡ, беҙ хәбәр һөйләшеп оҙаҡлап китәбеҙ. Ә ул: “Ҡалай сәйҙе оҙаҡ эсәһегеҙ ул! Ярай, һеҙ ултыра тороғоҙ, мин мунса яға (кер йыуа, баҡса утай) торайым”, – тип сығып китә һала. Эш графигы арҡаһында байрамдарға ҡайта алмаһа, көйҙө. Тыуған йортҡа ҡайтҡан һайын бөтә ерҙе ялтыратып йыуа, йыйыштыра. Һәр эште уйлап, еренә еткереп эшләүенә һоҡлана инем.
Артист һөнәрен һайлауы менән бер аптыратһа, йырсы актер булараҡ асылыуы ла беҙҙең өсөн яңылыҡ булды. Йырҙар яҙҙырырға, Өфөлә үткән концерттарҙа ҡатнашырға күп өгөтләнек. Тик ул ниңәлер уны етди ҡабул итмәне. “Спектаклдәрҙә йырҙарым бар бит”, – ти торғайны. Нәркәс барлыҡ йырҙарҙы ла үҙ итеп барманы, бик һайлап, күңеленә оҡшағанын ғына йырланы һәм тыңланы. Күңел зауығы шулай юғары булғандыр.
Рәмзиә ҒӘЙНУЛЛИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Нәркәстең хеҙмәттәше, әхирәте:
– Нәркәс менән сәнғәт институтынан уҡ таныш булһаҡ та, төрлө курста уҡығас, артыҡ дуҫлашманыҡ. Ә Салауат театрында эш башлағас, беҙ яҡын әхирәттәргә, ғаилә дуҫтарына әүерелдек. Нимәһе ҡыҙыҡ: Мираҫ менән Нәркәс беҙҙең туйҙа шаһиттар булды ла, аҙаҡ үҙҙәре өйләнеште. Артабан уларҙың туйында шаһит булған ҡыҙ менән егет ҡауышты. Шулай ҡыҙыҡ һәм ҡыҙыу ғына ғаилә тормошо башланып китте беҙҙең.
Нәркәс менән башҡорт ҡыҙҙарының бәҫен төшөрмәйек, тип эштә лә, өйҙә лә матур булырға, лайыҡлы эшләргә, йәшәргә тырыштыҡ. Уның тәрбиәһе матур ине, бер ваҡытта ла кешегә ҡаты бәрелгәне булманы. Яҡшы кеше янында нисектер үҙең дә яҡшы булғың килә икән ул. Әхирәтем дә һиҙҙермәй генә беҙҙе яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа тартҡан фәрештә булған икән.
Ғаилә дуҫтары булғас, беҙ йыш ҡына байрамдарҙа бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөштөк. Нәркәс ҡунаҡ һайын матур, тәмле һәм зауыҡлы итеп табын әҙерләне. Уның уңғанлығы һәр саҡ һоҡландырҙы: тынғы белмәй, эшләне лә йөрөнө. Әйтерһең, өйөн генә түгел, күңелен дә рәтләп-тәҫләп, барыһын да үҙ урынында тотто. Ролдәренә лә шулай яуаплы булды, бер ваҡытта ла сәхнәгә сығыуға илке-һалҡы ҡараманы. Театрға килгәндән алып сығарған һәр роле уның ҡабатланмаҫ тауышы, моңо менән һуғарылып эшләнде. “Алмаштырғыһыҙ кешеләр булмай” тиһәләр ҙә, Нәркәс уның ысынбарлыҡҡа тура килмәгәнен күрһәтте. Ҡайһы бер кешеләрҙе бер нисек тә алыштырып булмай. Нәркәстең дә уйнаған ролдәрен унһыҙ ҡабул итеү мөмкин түгел.
Беҙ бер осорҙа кейәүгә сыҡтыҡ һәм бер осорҙа декрет ялына киттек. Таңсулпан менән Тимерхан бәләкәй саҡта икәүләп паркта йөрөй инек. Ихаталар янында ултырғыстар менән “эстрадник” – бәләкәй генә сәхнә бар. Беҙ шунда бер-беребеҙгә йырлайбыҙ, этюд күрһәтәбеҙ. Балалар атлай башлағас, бейергә өйрәттек. Мираҫ менән Рафаэль эштән ҡайтырға сыҡһа, дүртәүләшеп ҡаршы барабыҙ. Йәшлектең бер ғәмһеҙ, шатлыҡлы ваҡыты булған икән ул мәлдәр. Аралаша торғас, дуҫтар ғына түгел, туғандарға ла әүерелеп бөткәйнек.
Нәркәстең тормошона, ижадына байҡау яһайым да, кешенең күпме йәшәгәне түгел, ә нисек йәшәгәне мөһим икән, тигән фекергә киләм. Ул матур йәшәне, бар яҡлап та бәхетле була белде. Уңған ҡатын, наҙлы әсә, һоҡландырғыс артист һәм гүзәл зат ине...
Диана Хөсәйен ҡыҙы ЙОМАҒУЖИНА, Нәркәстең ҡәйнәһе:
– Киленебеҙ аҡыллы, сабыр һәм ғәҙел булып, күңелдәргә уйылып ҡалды. Мираҫ таныштырырға алып ҡайтҡас та, тәү күреүҙән күңелемә яҡын булды ла ҡуйҙы. Эске матурлығы менән шулай үҙенә ылыҡтырғандыр, тип уйлайым.
Ҡоҙағыйҙар менән осрашҡан һайын: “Аҡыллы, уңған ҡыҙ үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт!” – ти торғайным. Үҙе шул тиклем итәғәтле булды, ауылға ҡайтып инеү менән кейемен алыштыра ла эшкә тотона ине. Эше мәшәҡәтле булһа ла, балаларға, иренә иғтибарын еткерҙе, донъяһын да тәртиптә тотто. Уларҙың бөтәрләнгән, тапланған кейем кейеп йөрөгәнен күргәнем булманы. Спектаклдә уйнағанын яратып ҡараныҡ. Талантлы улыбыҙ менән киленебеҙҙең пар булыуына шатланып йәшәнек.
Нәркәс килендең үлеме оло тетрәнеү булды. Ҡоҙағыйҙарға, Мираҫ менән балаларға, үҙебеҙгә Аллаһы Тәғәлә сабырлыҡ насип итһен, тип теләйем. Уйламаған, иламаған көнөбөҙ юҡ. Тик ни хәл итәһең, ҡалғандарға йәшәргә кәрәк. Ҡулдан килгәнсә улыма ейәнсәрҙәрҙе аяҡҡа баҫтырырға, тәрбиәләргә ярҙам итергә тырышабыҙ. Үҙе лә, күңеле лә матур килендең генә йәшләй мәрхүм булыуы күңелде әрнетә...
Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.