Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Август 2023, 14:05

100 халыҡ йырсыһына торошло йырсы 100 йылға бер тыуа

* * *

 

 

 

    1983 йылда, йәйге ял мәлендә, Өфөнөң үҙәк урамдарының береһе буйлап ни йомош менәндер китеп барғанымда яҙыусы Булат Заһретдин улы Рафиҡов менән осраштыҡ. Күрешкәс, ул, Юлай, Куйбышев (хәҙер Һамар өлкәһе) өлкәһенә, Ырғыҙ буйына сәфәргә йыйынабыҙ, һине делегация составында күрге килә ине, тине. Мин ҡыуанып риза булдым. Йырсы ла кәрәк, кемде тәҡдим итәһең, тип һораны. Сөләймән Абдуллинды, тинем. Төшөрмәйме һуң (ағайға  мөһөр тағылып, ситләтелеп йөрөгән сағы ине), тип һораны. Бер йыл элек Сөләймән ағай менән Баймаҡ ял йортонда бергә ял иткәндә халыҡтың һорауы буйынса, Сөләймән ағай йырлап, мин уға ҡурайҙа уйнап, башҡорт халыҡ йырҙарынан торған концерт ҡуйғайныҡ, артынса шунда булған һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән бергә сәй эсеү ойошторҙолар. Йәшерен-батырын түгел, табында фронтовой 100 грамы ла булды. Сөләймән ағай филармонияла эшләгәндә гастролдәрҙә башлыса ҡурайсы Рәхмәтулла Бүләкәнов менән бергә йөрөгән, яҡын дуҫтар. Рәхмәтулла ағайҙың фатирында йырлашып ултыра торғайнылар, мин икеһенә лә ҡурайҙа уйнайым. Рәхмәтулла ағай ҡунаҡсыл ине, бик тәмле итеп аш бешерә торғайны, шифоньерында, үҙе әйтмешләй, спиртзавод. Ҡыҫҡаһы, Сөләймән ағай менән табындаш булырға тура килгеләне. Һәм Булат ағайға, йәшермәйенсә, минән артыҡ эсмәй, тинем. Делегация составында шағирҙар Муса Ғәли, Рафаэль Сафин, Фәүзиә Рәхимғолова, Таңһылыу Ҡарамышева бар ине. Ырғыҙ буйы башҡорттары алдында илһамланып сығыш яһанылар. Сөләймән Абдуллинды халыҡ онотмаған ғына түгел, һағынған. “Зәлифәкәй” – Ырғыҙ буйында, Рәшит Ниғмәтиҙең тыуған ауылы Диңгеҙбайҙа сыҡҡан йыр.   Халыҡ шағирының һуңғы үтенесен – мәңгелек йортҡа оҙатҡанда, Ырғыҙ буйынан дала сәскәләренән гөлләмә йыйып алып килеүҙәрен һәм Сөләймән Абдуллин башҡарыуында “Зәлифәкәй” яңғырағанын диңгеҙбайҙар онотмаған. “Зәлифәкәй”ҙе илап тыңлайҙар. 1982 йылда Баймаҡ ял йортонда яугир-ветерандар алдында Сөләймән ағай “Әрме”не йырлағанда ағайҙарҙың, араларында билдәле дәүләт эшмәкәре, яҙыусы Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев та бар ине, тынһыҙ ғына илап ултырғандарын күреп, алҡымыма тығылып, саҡ уйнап бөттөм. Халҡыбыҙҙа утты-һыуҙы үткән, ҡоростай ҡаты ихтыярлы азаматтарҙың моңға әҫәрләнеп, күҙ йәше сығыуы тәбиғи күренеш. Әйткәндәй, Рафаэль Сафиндың 1953 йылда Сөләймән Абдуллинға арнап яҙған “Йырсыға”  тигән шиғырында шундай юлдар бар:

          Ишетеүем булды, мин ир булып,

          Йәш эркелде минең күҙемдән.

          Был хәтлем моң ҡайҙан, сығамы әллә

          Урал йөрәгенең үҙенән...

   Ысынлап та, ҡайҙан сыға был моң?

   Сөләймән Әйүп улы Абдуллин 1928 йылдың 15 авгусында хәҙерге Ейәнсура районының Үтәғол ауылында донъяға килә. Бәләкәйҙән арбала бергә йөрөгәндә, атаһы, Ҡаҫмарт буйҙарының данлыҡлы йыраусыһы Әйүп Дәүләтбай улы Абдуллиндың әкрен генә йырлағандарын тыңлау  буласаҡ мәшһүр йыраусы өсөн асылда башҡорт халыҡ йыры сәнғәте мәктәбе була. Колхоз рәйесе Әйүп Абдуллин бесәнселәр эргәһенә барһынмы, һауынсылар эргәһенә барһынмы, улын арбала баҫтырып, оҙон көйҙәрҙе йырлата. Әйүп йыраусы Бөйөк Ватан һуғышына китер алдынан тыуған ауылы эргәһендәге Бирҙеғол тауына менеп, Ҡаҫмарт буйы йырҙарын йырлай һәм, улым, бәлки, ҡайта алмаҫмын, Өфөгә бар, йырҙарыбыҙҙы халыҡҡа еткер, ти.

Сөләймән Абдуллин 18 йәшендә Өфөгә килә, филармонияла йырсы булып эшләй башлай һәм шул мәлдән, вафатынаса, тип әйтергә мөмкин, яу ҡырҙарынан ҡайта алмаған атаһының васыятын үтәй. 50-се йылдар башында филармонияла бер концерттан һуң Сөләймән ағайҙың эргәһенә бер олпат ағай килер, Тәхәүи Ҡаҙиҡовмын, тип үҙе менән таныштырыр. “Атайың менән бер окопта яттыҡ, беҙ, яугирҙар, уның йырҙарын иҫебеҙ китеп тыңлай торғайныҡ. Пушкалар туҡтата алманы, бер немец танкыһы йырып үтеп инеп окоптарҙы үтекләй башлағайны, атайың гранаталар бәйләме менән аҫтына ташланып шартлатты”,– тип, Сөләймәнде ҡосаҡлап, илап һөйләйәсәк. 

   “Әсәйем Зарыубикә сығышы менән Ейәнсура районының Ергәйеш йылғаһы буйында урынлашҡан Ағурҙа ауылынан, – тип һөйләгәйне Сөләймән ағай. – Бик тә моңло итеп йырлай торғайны. Әлегеләй күҙ алдымда: Ергәйеш буйында муйыл тирәбеҙ, әсәйем әкрен генә ғәжәп моңло бер көй көйләй. Тирә-яҡ тып-тын, әйтерһең, тәбиғәт үҙе уны тыңлай. Ергәйештең талғын ғына ағышы әсәйемдең моңона ҡушылғандай. Өфөгә килгәс, әсәйемде ныҡ һағына торғайным. Үҙем әсәйемде уйлайым, ә ҡолағымда әсәйемдең моңо сыңлай. Күңелемдәге тойғоларым үҙенән-үҙе йырға әүерелде. “Ергәйеш буйы” тип йырлап йөрөй башланым...”

     ...Һандуғастар һайрай сут-сут итеп,

   Йәмле Ергәйештең буйында.

   Йоҡоларҙа төштә, көнөн өндә,

   Һин генәһең, әсәй, уйымда...  

   Оләсәйем сығышы менән Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының Ҡара Сурай йылғаһы буйында урынлашҡан Бохарсын ауылынан. Утыҙынсы йылдарҙың аҙағында йәше туҡһанға етте, йыш сырхаулай торғайны. Эргәһенә саҡырып ала ла, башымдан һыйпап: “Балам, бына Ырымбур башҡорттарының йырын отоп ҡал”,– тип әкрен генә “Ҡара Сурай”ҙы йырлай торғайны:

       Ҡара Сурай буйы ҡара ерек,

       Ҡара ҡоштар ҡунмай, тиһеңме.

       Уйнап ҡына көлөп йөрөгәс тә,

       Уйламай ҙа йөрөй, тиһеңме...”

   Беҙҙең өйҙә оҙон көйҙөң, ҡурайҙың ҡәҙерен белделәр. Әсәйемдең ҡустылары Ғарифулла, Әҙһәм ағайымдар, атайымдың ағайҙары Ғәтиәт, Хөсәйен олатайымдар ҡурайсы булды. Атайым үҙе айырыуса “Шәүрә”не, әсәйем “Ғилмияза”ны яратып йырланы. Өйҙә гел башҡорт халыҡ йырҙары яҙылған пластинкалар әйләнде. Бәләкәйҙән башҡорт моңона сорналып үҫтем, тип әйтә алам. Сөләймән ағайҙың пластинкаһынан “Хисам” йырын, моңона иҫем китеп, ҡат-ҡат тыңлайым. Радионан бирелгән йырҙары ла күңелгә һеңә барҙы. 14 йәшемдә ҡулыма ҡурай алдым. 1978 йылда ҡурайсыларҙың Йомабай Иҫәнбаев исемендәге  1-се республика бәйгеһендә жюри рәйесе, мәшһүр композитор һәм ҡурайсы Заһир Исмәғилев миңә гран-при тапшырҙы. Үҙем турала бер аҙ мәғлүмәттәр килтереү фәҡәт шуның өсөн: 1982 йылда яугир-ветерандар алдында Сөләймән ағайға ҡушылып ҡурайҙа уйнау өсөн бер аҙ әҙерлегем булғандыр, күрәһең. Беҙгә репетиция бөтөнләй кәрәк булманы, сөнки мин Сөләймән ағайҙың моңонда үҫкән кеше, йырҙары күңелемә һеңгән.

   Мәшһүр йыраусы Сөләймән Абдуллин менән беҙ, йәш айырмаһына ҡарамай, яҡын дуҫтар булдыҡ, тип әйтә алам. 82-се йыл йәйендә, бергә концерт ҡуйғандан башлап, вафатынаса, ул йырлап, мин ҡурайҙа уйнап, Башҡортостан радиоһына дүрт тиҫтәнән ашыу башҡорт халыҡ йырын яҙҙырҙыҡ.  1991 йылдың 23 июлендә телевидениеға эшкә килдем, 28 июлдә иң беренсе “Хазина” тапшырыуын яҙҙыҡ, ул, әлбиттә, Сөләймән ағайға арналды. 1993 һәм 1998 йылдарҙа уның ижадына арналған өс тапшырыу әҙерләнем,  уларфондта һаҡлана. Ағайҙың, ҡәҙерем юҡ, тип кәйефе төшөп йөрөгән сағы ине, башҡарыу сәнғәте икенсе һулыш алды.

   Телевидениеға, минең эш кабинетына килеп инә, ҡосаҡлашып күрешәбеҙ. Хәл-әхүәлде белешәбеҙ, шунан Сөләймән ағай, Юлай ҡустым, атайҙың тағы бер йыры иҫкә төштө бит әле, ти. Мин, әйҙә яҙҙырайыҡ, тип, концерт студияһына шылтыратам. Унда бер-ике аҙна алдан график төҙөлә, кемдәр ҡайһы көнө сәғәт нисәлә килеп яҙыласағы теркәлгән. Ғәжәп, ғәҙәттә, мин шылтыратһам, шул ваҡытҡа килә торған кеше булмай, килмәгән. Барабыҙ, яҙылабыҙ.

“Ҡысҡырмасы, кәкүк” йырын яҙҙырыу ҡыҙыҡ булды. Кабинетта йырҙы бер йырлағайны, шунда уҡ күңелемә ятты, отоп та алдым. Студияға барҙыҡ, ағайыма, репетиция ғына, тинем. Тауыш режиссеры Феликс Әбдрәшитов, Сөләймән ағайҙың моңона ғашиҡ кеше, беҙҙең икебеҙгә лә айырым микрофон ҡуйып, студияның ишеген япты ла, пульт артына ултырып, быяла тәҙрә аша ымланы. Мин көйҙөң башынан бер өлөштө уйнаным да Сөләймән ағай йырлай башланы. Уртала тағы уйнаным һәм Сөләймән ағай дауам итте. Тәҙрәгә күҙ һалһам, Феликс илап ултыра. Йыр бөткәйне, баш бармағын күтәрә. Сөләймән ағайға, булды, яҙылдыҡ, тигәйнем, ағайым ярһып китмәһенме. Мин репетиция тип йырланым бит, ти. Еңгәйең төндә форточканы асҡан, һыуыҡ тейгән, бына ҡара, тип танауын мышҡылдатҡан була. Феликс яҙманы тыңлатҡайны, тынысланды.

   Еңгәй тигәс, ҡыйын булһа ла шуныһын да әйтеп үтергә кәрәктер: Сөләймән ағайҙың яҙмышы үтә лә аяныслы булды. Гастролдән ҡайтҡас, етди сәбәп булғандыр, күрәһең, фатирын тәүге ҡатынына ҡалдырып сығып китә. Йәшәр урын юҡ, сәнғәт институтының фойеһында, төрлө урында ҡунып йөрөй. Рәхмәт, Хәҙисә еңгәйгә осрап, ҡауышалар. 1982 йылда Баймаҡ ял йортонда танышҡанда улар бергә ине, Шота Руставели урамындағы бер бүлмәле фатирҙарында мин күп булдым. Хәҙисә еңгәй ағайымдың ҡәҙерен белде. Рәхмәт Сөләймән ағайҙың дуҫының улы, күренекле юрист Ирек Ғәфүр улы Мусинға! Уның юллауы арҡаһында мәҙәниәт чиновниктары ҡыбырланы һәм 70-те үткәс, Сөләймән ағай, ниһәйәт, фатирлы булды. Фатирлы булғайны, офоҡта тәүге ҡатыны, улы хасил булды. Мин бер Хәҙисә еңгәмде беләсәкмен.

   Түбәндә “Хазина” тапшырыуҙарында һәм 2008 йылда Иҫәнғол ауылында Сөләймән Абдуллиндың Хәтер кисәһендә яҙылған хәтирәләрҙән өҙөктәр:

   Тутыя Алсынбаева, хеҙмәт ветераны: “Сөләймән ағай мин тыуған йыл ауылдан сығып киткән. Радионан уның йырын бирһәләр, әсәй бахырҙың һөйләнә-һөйләнә илағаны иҫемдә. Ауылға концерт менән килгәнендә ошо турала һөйләп, ағай, үҙеңде һаҡла, һыуыҡ теймәһен, тип, дебет шарф, бирсәткә бүләк иткәйнем, иланы.”

   Зәки Мәхмүтов: “Сөләймән ағай менән гастролдәрҙә фатирға бергә төшә инек. Ҡустым, моңоң бар, киләсәгең бар, тип үҙе менән бергә йөрөтә ине. Йылға буйына сығып китәбеҙ, миңә берәй йырҙы йырлай. Уның моңо үҙенән үҙе ағып сыҡҡан йылға кеүек, ул йырлағанда тәбиғәт йырлаған кеүек, уның тауышы йөрәгеңә май булып ята  ине. Ҡустым, бына ошо йырҙы өйрән, һинең тауышыңа бара, ти, мин унан күп йыр өйрәнеп ҡалдым. Уны 50-се йылдарҙан башлап, башҡорт халыҡ йырҙары буйынса күптәр өсөн остаз, тип әйтеп була. Йыр тарихында мәңгелеккә ҡала торған дәрәжәле йырсы ул.”

   Мәғәфүр Хисмәтуллин: “Сөләймән Абдуллинды тәү тапҡыр бынан 40 йыл самаһы элек бер концертта күрҙем. Йөҙө яҡты, шундай матур, һылыу, һөлөк кеүек бер егет. Ҡайҙа уҡының, ҡустым, бигерәк матур йырлайһың, тинем. Тауышының тембры бигерәк һоҡландырҙы. Моң, тибеҙ бит әле. Төрлө кешелә төрлө моң. Тәбиғи моң була, ҡайҙан сыҡҡанын йырсы үҙе лә белмәй. Йөрәктән сыҡҡан бер импровизация бара. Ә бына шул моңдо яһап, кәрәгенән артыҡ борғолай башлаһалар, моң бөттө тигән һүҙ. Яһап, яһап күбәйтә башлаһаң моңдо, майға май яғып ашаған кеүек була. Сөләймәндә неуловимый ноталар, уны фиксировать итеп тә булмай. Бына ошондай моң ғына кешене тулҡынландыра. Сөләймәндә бына ошондай моң, неуловимый, эфирҙа аҡҡан кеүек уның моңо. Сөләймәндең моңо лаконичный, определенный, конкретный. Ошоноң менән айырыла Сөләймән бик күп йырсынан. Беҙ бит, йырсылар, күмәгәйеп киттек, барыһы ла моңло йырларға тырышалар инде. Ә бына Сөләймән тырышмай, сөнки шишмәнән аҡҡан кеүек уның моңо, үҙенән үҙе сыға. Сөләймән кеүек йыраусылар 100 йылға бер тыуа.”

   2002  йылдың башында Сөләймән ағайҙың йырҙарынан торған аудиодиск әҙерләү идеяһы килде башҡа. Телерадиокомпанияла махсус бүлек шөғөлләнә бының менән, магазинға һатыуға сығаралар. Йырҙарын һайлау, тышында фотоһы аҫтына уның тураһында текст әҙерләү минең өҫтә булды. Сюрприз булһын, тип, үҙенә әйтмәнем. Март башында сигнал экземпляр әҙер булды. Дискты тотоп, ҡыуанысым күкрәккә һыймай, Сөләймән ағайға ашыҡтым. Ишегендәге звонокка баҫам, зыңғырлағаны ишетелә, асмай. Шылтырата торғас, күңелде шом баҫты, ишекте туҡылдата башланым, бер заман ярһып та киткәнмендер. Күршеләре ишектәрен асып, тауыш күтәрҙеләр, милиция саҡырабыҙ, тиҙәр. Киттем, күп тә үтмәй белдем: инсульт булған, мин барған мәлдә иҫһеҙ ятҡан. 22-се дауаханала реанимацияла иҫһеҙ ятҡанын белеп, ҙур дәрәжәле танышыма мөрәжәғәт иттем: аудиодиск алып барам, баш осонда уйнатһындар, бәлки, ярҙамы булыр, һәр хәлдә йөрәге типкәнсә йырын бирһендәр, тинем. 11  мартта мәшһүр йыраусының йөрәге туҡтаны...

   Башҡорт халыҡ йыр сәнғәте донъяһында Сөләймән Абдуллин тәрән, ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Бихисап йыр гәүһәребеҙ Сөләймән Абдуллин йырлауы аша үҙенең тулы моң йөкмәткеһе менән балҡыны, халҡыбыҙҙың күңеленә үтеп инде һәм классикаға әйләнде. Мәшһүр Мәғәфүр Хисмәтуллин әйтмешләй, Сөләймән Абдуллин кеүек йыраусылар 100 йылға бер тыуа.

 

  Юлай ҒӘЙНЕТДИНОВ.

     

                        

 

 

Читайте нас: