Гөлшат Ҡотләхмәт ҡыҙы Дәүләкән районының Мәкәш ауылында тыуып үҫкән. Ул мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ шиғырҙар, мәҡәләләр яҙыу менән мауыға башлай. Тәүге ижад емештәре белем усағының стена гәзитендә генә түгел, район гәзитендә лә донъя күрә.
Юбиляр үҙе әйтеүенсә, яҙышыу һәләте уға атаһынан күскән. Ҡотләхмәт Самат улы балаларына өндәшкәндә лә мәрәкәләп шиғыр сығарып өндәшер булған. Кисен улдарын һәм ҡыҙҙарын янына йыйып, шиғыр, хикәйәләр уҡыған. Шуға Гөлшат апайҙың ижадында атай образы ҙур урын биләй. Йылдар үтеп, үҙе әсә булғас, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуын ҡыҙына ла тапшыра алған. Уның берҙән-бер ҡыҙы, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, күп премиялар лауреаты Лариса Абдуллина районда ғына түгел, республика, хатта Рәсәй кимәлендә лә танылыу яулаған.
Юбилей байрамында матур ҡотлауҙар, изге теләктәр ҙә күп яңғыраны.
– Бөгөн Дәүләкән ерендә, ысынлап та, бик ҙур, әһәмиәтле сара. Ҡәләм оҫтаһы, йәмәғәт эшмәкәре, күп йылдар ауыл советы эштәрен алып барыусы, шул уҡ ваҡытта бик гүзәл әсә лә булған Гөлшат апайға ниндәй генә маҡтау һүҙҙәре әйтһәк тә аҙ һымаҡ. Ул ниндәй эшкә генә тотонмаһын, барыһын еренә еткереп, дөрөҫ итеп алып барып сыға белә, – тип, район хакимиәте исеменән мәғариф идаралығы етәксеһе Рәфис Вәкил улы Әхмәтрәхимов ҡотланы.
Кисәлә ҡыҙы Лариса Абдуллина әсәһенең оло йөрәкле, ихлас кеше булыуын, уларҙың өйөнән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәүен, һәр ваҡыт килеүселәргә ярҙам ҡулы һуҙыуын билдәләне.
– Ниндәйҙер кисәләр үтә, әсәйем үҙе сценарий авторы ла, үҙе шул кисәне алып бара, шиғырҙар ҙа ятлай.Уйлап ҡараһаң, өсөһө өс һөнәр бит инде. Ә нисек итеп әсәйем туйҙар үткәрә ине, – тип әсәһе менән бәйле сағыу хәтирәләрҙе һүтте.
Байрам кисәһендә «Дим» әҙәби берекмәһе ағзалары, ауылдаштары, гәзит-журналдарҙан килгән ҡунаҡтар ҙа ҡотлап сығыш яһаны. Мәкәш һандуғасы Мөнирә Кашапова сараны моңло йыры менән биҙәне.
– Гөлшат апайҙы 40 йылдан ашыу беләм. Ул Мәкәш ауыл советында секретарь, унан һуң эштәргә идара итеүсе булып эшләне, 25 йыл ғүмерен ауыл советында эшләүгә арнаны. Халыҡ менән эшләп, йәштәрҙе туплап, концерттар ойоштороп, клуб хеҙмәткәрҙәренең ярҙамсыһы ул ине. Йыйылышҡа, кәңәшмәгә килгән саҡта: «Уф, йыйылғандарҙыр инде йәштәр, ҡайтып китә башларҙар инде, миңә репетицияға ҡайтып етергә кәрәк», – тип, ашыға торғайны. Ул һәр ваҡыт тормоштоң уртаһында ҡайнаны. Шул ваҡытта уҡ ижад өсөн нигеҙ йыйғандыр ул, тип уйлайым. Халыҡ тормошо менән яҡындан таныш, уларҙың проблемаларын белеп, хәл итергә лә өлгөрөргә кәрәк. Тәүҙә ул шиғырҙар яҙҙы. Беҙҙең редакцияға ебәрә торғайны. Матур ғаиләләр, ветерандар хаҡында күп кенә мәҡәләләр ҙә яҙҙы. Унан яйлап хикәйәгә күсте,улары ла уҡымлы, тормошсан, һәр береһенә әхлаҡи фекер һалынған. Уларҙың һәр береһенән ниндәйҙер фәһем алаһың, – ти журналистика ветераны Гөлфирә Ғәскәрова.
Ижад кисәһенә Мәкәш мәктәбе, Дәүләкәндәге 3-сө башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла килгәйне. Ҡыҙыҡлы һорау әҙерләүсе ҡыҙҙар, малайҙарға юбилярҙың ҡыҙы «Ағиҙел», «Аҡбуҙат», «Шоңҡар» журналдарына, «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәренә ярты йыллыҡҡа подписка бүләк итте.