Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы ойошторолдо. Ансамбль етәксеһе Азат Нәбиуллин белдереүенсә, Сибай концерт-театр берләшмәһе артистарының бер өлөшө резервтағылар иҫәбендә хәрби әҙерлек үтеүгә юлланыу сәбәпле, концертта ҡатнашыусылар составы үҙгәрҙе һәм программаны яңыртыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Уға уҙған быуаттың 60-сы — 70-се йылдарында башҡарылған бейеүҙәр, йырҙар, уйындар ингән. Режиссерҙың уй-фекере буйынса, шул заман костюмдары, музыка, сәхнә кәүҙәләнеше, һағыш тойғоһо сәхнәгә заманса профессиональ эшкәртеү аша ҡайта. Сибай артистары Күмертау, Ишембай, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ ҡалаларында сығыш яһаған, уларҙы 17 октябрҙә — Мәләүездә, 18 октябрҙә — Дүртөйлө ҡалаһында, 19 октябрҙә — Нефтекамала, 20 октябрҙә Туймазыла көтәләр.
Ә бөгөн, 16 октябрҙә, улар баш ҡалабыҙҙың сәнғәт һөйөүселәрен шатландырҙы. Концерт М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә үтте. Программа барышында Сибай филармонияһының мобилизацияланған артистары менән тура трансляция ла планлаштырылғайны. Техник ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Башҡорт дәүләт академия драма театры хеҙмәткәрҙәренең берҙәм эшләүе һөҙөмтәһендә Сибай артистары уй-фекерҙәрен тормошҡа ашыра алды, һөҙөмтәлә яҡындары менән тура бәйләнешкә сыҡты.
Мәғлүм булыуынса, республикабыҙҙан мобилизацияланғандар әле Пензала, Һарытауҙа, Ҡазанда, Еланда (Волгоград өлкәһе) һәм Вольскиҙа (Һарытау өлкәһе) хәрби әҙерлек үтә. Республика властары урындарҙа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән тығыҙ эш алып бара, шулай уҡ мобилизацияланғандарҙы хәрби әҙерлек урындарына уңайлы шарттарҙа алып барыу ойошторолдо. Билдәле булыуынса, Башҡортостандан хеҙмәткә алынған ир-егеттәр ҡатнашлығындағы видеоролик бөтә илде урап сыҡты һәм байтаҡ ватандаштарыбыҙ өсөн өлгө булды.
Видеола — Сибай концерт-театр берләшмәһе артистары. Улар автобуста хәрби әҙерлек үтеү урындарына бара һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Донбассты немец фашистарынан азат иткән генерал Шайморатов тураһында йырҙы башҡара. Башҡортостан артистары, һис арттырыуһыҙ, сәйәсмәндәрҙе лә, алып барыусыларҙы ла, чиновниктарҙы ла хайран ҡалдырҙы. Улар тиҙ арала Рәсәй халҡы араһында популярлыҡ яуланы. Хәҙерге ваҡытта Сибай артистары башҡа ватандаштары менән бергә Ҡазан ҡалаһы янындағы уҡыу полигонында.
«Сибай» бейеү ансамбле бейеүсеһе Илһөйә Бирғәлина ире Фларид Бирғәлинде хеҙмәткә оҙатҡан. Ул Сибай концерт-театр берекмәһендә солист-вокалсы булып эшләй. «Ир-егеттәребеҙҙең Тыуған илебеҙҙе һәм беҙҙе һаҡларға тейешлеген аңлайым, әммә борсолоу бар, сөнки яратҡан кешеңде оҙатыу бик ауыр», — ти ул.
Бейеүсе, «Сибай» бейеү ансамбле репетиторы Лариса Хәтмуллина һәм Татарстан Республикаһының «Ағиҙел» бейеү ансамбле репетиторы Илдар Хәтмуллин улдары Илнар Хәтмуллинды оҙатҡан. Ул — «Сибай» ансамбленең төп солисы. «Ватанды һаҡлау — һәр кемдең изге бурысы. Иң мөһиме — улыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, беҙ барыбыҙ ҙа уны көтәбеҙ», — тине ата-әсәһе.
«Сибай» бейеү ансамбле бейеүсеһе Юлиә Йәнтүрина ире Замирҙы оҙатты. Замир Таһир улын республикала К.Ә. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы етәксеһе булараҡ беләләр. «Замир һәр саҡ үҙ-үҙе һәм кешеләр алдында намыҫлы. Ул, оҙаҡ уйланмайынса, былай тигән: «Беҙҙең заман килде». Ул һәм беҙҙең бөтә ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтыр тип ышанам. Барыһын да көтәбеҙ!» — тине ҡатыны.
Тура трансляция барышында Сибай концерт-театр берләшмәһе артистары оҙаҡ булмаһа ла, тура эфирҙа аралаша һәм иң изге теләктәрен яҡындарына еткерә алды. Был концерт берҙәмлек, үҙ-ара ярҙам һәм теләктәшлек символына әүерелде.