Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Ғинуар 2022, 08:00

Башҡортостаныбыҙҙың моңло һандуғасы Флүрә Килдейәроваға – 70 йәш

«Уны яҙмыш был ергә, әйтерһең дә, ошо хазинаның – оҙон көйҙәребеҙҙең бөйөклөгөн барлыҡ донъяға хайран ҡалдырып ишеттерер өсөн генә яратҡан. Ошондай бөйөк йырсыбыҙ булғанға сәнғәтебеҙ бәхетле».

Башҡортостаныбыҙҙың моңло һандуғасы  Флүрә Килдейәроваға – 70 йәш
Башҡортостаныбыҙҙың моңло һандуғасы Флүрә Килдейәроваға – 70 йәш

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Флүрә Килдейәрова хаҡында шулай тип яҙған.

Флүрә Әхмәтша ҡыҙы 1952 йылдың 15 ғинуарында  Учалы районының Илсеғол ауылында тыуған. 1981 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын  тамамлаған.

1981—89 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы була, 1989 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә.

— Көйҙәрҙе мин тиҙ отоп ала торғайным, — тип хәтергә ала йырсы. — Радионан тыңлап отоп, хатта Салауат арияһын йырлап йөрөй торғайным. Миңә элек-электән етди музыка оҡшаны, классик ариялар, романстар тыңларға ярата инем. Шуға күрә һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, һис икеләнмәй, йырсы булам, тинем. Сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә алманылар, хор дирижерлығы бүлегенә уҡырға индем. Имтиханда «Таштуғай» менән «Былбылым»ды йырланым.

Флүрә Әхмәтша ҡыҙының репертуарында рус, сит ил, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары. Килдейәрованың йырсы булараҡ оҫталыҡ кимәле башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөһө булған оҙон көйҙө башҡарыуында күренә. Ул Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы булып тора.

— Халыҡ йырҙарын башҡарып, мин бөтә Еропаны — Германия, Бельгия, Голландия, Венгрия, Румыния, Польша, Италия, Франция — буйлап йөрөп сыҡтым, — тип һөйләй Флүрә Килдейәрова. Фольклор программаһы менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Копенгагенда сығыш яһай. Германияла Дрезденда, Лейпцигта, Һаллела була. 2006 йылда Флүрә Килдейәрова үҙ тормошо һәм ижады хаҡында «Урал ынйыһы» китабын сығара.

 

Мәғлүмәт 2022 йылғы Башҡортостан календарынан һәм википедиянан әҙерләнде.

 

Фото: интернет селтәренән.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: