Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Ноябрь 2021, 18:15

Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп, әйҙә, йырла, башҡорт балаһы!

Башҡорт халҡы кеүек ғәзиз ерен, азатлығын даулап быуаттар буйы йән аямай көрәшкән, әммә бер ваҡытта ла баш эймәгән, шундай хәтәр шарттарҙа ла үҙ йөҙөн, булмышын, аһәңле йыр-моңдарын, мәҙәниәтен, рухиәтен бөгөнгәсә һаҡлап ҡала алған милләт бик һирәктер.

Башҡорт халҡы кеүек ғәзиз ерен, азатлығын даулап быуаттар буйы йән аямай көрәшкән, әммә бер ваҡытта ла баш эймәгән, шундай хәтәр шарттарҙа ла үҙ йөҙөн, булмышын, аһәңле йыр-моңдарын, мәҙәниәтен, рухиәтен бөгөнгәсә һаҡлап ҡала алған милләт бик һирәктер. Ана шул бай ҙа, шанлы ла, данлы ла тарихыбыҙ беҙҙең ҡабатланмаҫ йырҙарыбыҙҙа, бейеүҙәребеҙҙә, фольклорыбыҙҙа, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙә сағылыш тапҡан.

Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылынан халыҡ йырсыһы Мөхәммәт Ғәлимовты тыңлағанда милләтебеҙ мәҙәниәтенең һәм сәнғәтенең ни тиклем бай икәнлегенә тағы бер ҡат инанаһың. Мөхәммәт Хатип улын күптәр “ысын самородок” тип атай һәм бер ҙә яңылышмай. Ысынлап та, ул башҡорт йырҙарын нәҡ халыҡсан башҡарыуы, көслө, аһәңле тауышы менән хайран итте. Һуңғы аҙнала социаль селтәрҙәрҙә ул иң популяр кешегә әүерелде. Быға Мөхәммәт Хатип улы башҡарыуында “Уйыл” халыҡ йыры видеоһын һалыу ҙа сәбәпсе булғандыр.

Бынан аҙна-ун көн элек Әбйәлил районының Йәнгел ҡасабаһы мәктәбендә эшләүсе Айҙар ҡустым миңә видеояҙма “ташланы” ла аҫтына яҙып ҡуйҙы: “Бына ошо ябай ағайҙы тыңлап ҡара әле. Шәп йырлай бит!” Тыңлағас, йырсының тәбиғәттән бирелгән үҙенсәлекле моңона, талантына, халыҡсан башҡарыу оҫта­лығына таң ҡалдым. Ысын мәғәнәһендә хазина бит был! Кем икәнен белмәһәм дә, ошо видеояҙмаға бер аҙ комментарий яҙып, “Һаҡмар” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөнә һалдым. Бер аҙҙан халыҡ йырсыһының исеме лә билдәле булды –  Әбйәлил ра­йо­нының Ҡаҙмаш ауылынан Мөхәммәт Ғәлимов икән. Был хаҡта ауылдаштары хәбәр итте. Һанаулы ғына  ваҡытта уның башҡарыуында “Уйыл” йыры иң популяр яҙма булып китте һәм шул көндән алып бөгөнгәсә Мөхәммәт Хатип улының йырҙары иң күп тауыш һәм комментарий йыйыуы менән айырылып тора.

Социаль селтәрҙәр аша йырсы­ның күршеһе Рәшиҙә Фәттәхова менән танышып, бер аҙ мәғлүмәт алғандан һуң, ул беҙҙе Ҡаҙмашҡа ҡунаҡҡа саҡырҙы. Маҡсаты – моң оҫтаһын халыҡҡа танытыу, ҙур сәхнәгә сығарырға ярҙам күр­һәтеү, ижади конкурстарға йәлеп итеү. Рәшиҙә Әхәт ҡыҙының был изге теләген беҙ ҡушҡуллап күтәреп алдыҡ һәм үткән йомала Баймаҡ телевидениеһы журналистары менән күршеләргә сәфәр ҡылып ҡайттыҡ.

Халҡы менән матур ауыл

Эйе, күршеһе Лилиә Ғәйфул­лина, ауылдың иң әүҙем ағи­нәйҙәренең береһе, мәғариф ветераны Фирүзә Сафина һәм ҡустыһы Хәлит Әхәт улы менән үҙенең йорто алдында ҡолас йәйеп ҡаршы алған Рәшиҙә Фәттәхованы күргәс тә, ошондай фекер тыуҙы. Сөнки тап уларҙың тырышлығы, ысын мәғәнәһендә моң илсеһен күтәрмәләп йөрөү­ҙәре маҡтауға лайыҡ. Әйткәндәй, Рәшиҙә ханым – ошо ауылдан сыҡҡан Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, танылған композитор һәм журналист Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллинаның бер туған килене лә. Тормош ҡаты һынауҙар ҡуйһа ла, Рәшиҙә Фәттәхованың уларҙы йырып сығып, ауылдаштарына изгелек өләшеп йәшәүе –  һоҡланғыс күренеш.

Алсаҡ, күңеле асыҡ моң оҫтаһы 

Мөхәммәт Хатип улы менән тәүләп танышыу уның ни тиклем ябай, алсаҡ, шаян телле, ғорур ҙа икәнлеген күрһәтте. Үҙебеҙ менән алып барған баянды (был тәң­гәлдә беҙ Баймаҡтан уҡытыусы Гөлсинә Зәйнуллинаға рәхмәт­лебеҙ) күрһәтеү менән, уны шул арала ҡулына алып, беҙ яратҡан “Уйыл”ды  уйнап, йырлап та ебәрҙе. Вәт моң, вәт тауыш исмаһам!

Баймаҡ телевидениеһы журналистары Әлфиә Хәмитова һәм Рим Йәнтүрин менән халыҡ йырсыһының тормош юлы менән ҡыҙыҡһынабыҙ, уны моң юлына ниндәй һуҡмаҡ илткәнен белергә ынтылабыҙ. Баҡтиһәң, Мөхәммәт ағайға талант тәбиғәттән генә би­релмәгән, бала саҡтан уҡ ғаиләлә лә һалынған икән. Әйткәндәй, уның йор һүҙле булыуы, халыҡ йырҙарын, уларҙың тарихын, танылған йырсыларҙы яҡшы белеүе һоҡландырмай ҡалманы.

Йыр-моңға һөйөү – ырыҫлы нигеҙҙән

Мөхәммәт Ғәлимов 1958 йылда Ҡаҙмаш ауылында ырыҫлы нигеҙҙә, йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә тыуған. Атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хатип Хәким улы бар ғүмерен урман хужалығын үҫтереүгә арнай, ойошмала бухгалтер булып эшләй. Башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған. Әммә уның ғүмере бик иртә өҙөлә – яуҙа алған яраларҙан 40 йәшендә генә баҡый донъяға күсә. Ул ваҡытта ғаиләлә иң кесеһе Мөхәммәткә ни бары 12 йәш була.

Ҡатыны Әминә Сабирйән ҡыҙы Кирәева – Шишмә районының Са­фар ауылы һылыуы. Ул респуб­ликаның педагогия институты­ның химия-биология факультетын тамамлап, Әбйәлил райо­нының Асҡар урта мәктәбенә эшкә ебәрелә. 1948 йылда Хатип Хәким улына тормошҡа сыға һәм ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Утыҙ ике йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлай, намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт һәм дан ҡаҙана.

Ауыл халҡы, Әминә Сабирйән ҡыҙы моңға ғашиҡ кеше булды, халыҡ йырҙарын иҫ киткес шәп башҡара ине, тип хәтерләй. Ғө­мүмән, Мөхәммәт ағай бала саҡтан ата-әсәһе башҡары­уындағы йыр­ҙарҙы тыңлап үҫкән, моңдо күңе­ленә һеңдергән, уларҙы үҙенең юлдашы иткән. 6-сы класта уҡығанда уҡ әсәһе уға “Этюд” исемле баян һатып алып биргән. Тимәк, Ғәлимовтар балалары күңеленә кесе йәштән үк йыр-моң орлоғо һалған.

“Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡмын”

“Бала саҡтан башҡорт һәм татар йырҙарына, гармун һәм баян моңдарына ғашиҡмын, – тип һөйләй Мөхәммәт ағай. – 4–5 йәштәрҙә гармунда үҙаллы уйнарға өйрәндем. 6-сы класта уҡығанда әсәйем баян һатып алып биргәс, йыр-моңға ҡыҙыҡһыныуым артты ғына. 9-сы класта иһә уҡытыусым Рәйлә Миһманова “Аҡҡош” йырын өйрәтте һәм мин тәүләп Амангилде клубы сәхнәһендә сығыш яһаным. Бер аҙҙан уҡытыусым Фирүзә Сафина район сәхнәһенә алып сыҡты. Шул осорҙан алып йырҙарҙы пластинканан тыңлап өйрәнә башланым. Айырыуса Рамаҙан Йәнбәков башҡары­уындағы йырҙарҙы яраттым, уның моңона ғашиҡ булдым. Иң беренсе “Уйыл”, шунан “Абдрахман”, “Ильяс” көйҙәрен өйрәндем, үҙ алдыма көйләп-йырлап йөрөнөм. Һәм бөгөн дә тап ошо йырҙарҙы башҡарырға яратам. Татар йырсылары Илһам Ша­кировтың “Ҡарурман”, Ғабдул­ла Рәхимҡолов башҡарыуында “Зәң­гәр күлдәк”, “Яҙмыш” йырҙарын ныҡ яраттым.  Аҙаҡтаныраҡ “Урал”, “Буранбай”, “Сәли­мәкәй”гә сират етте.

8-се класты тамамлағас, Учалы сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға индем. Бер нисә ай уҡығас, тыуған ауылымды, ғаиләмде һағынып, уҡыу йортон ташлап ҡайттым да киттем. Һуңынан да уҡырға саҡырҙылар, әммә, яҙмыш шулайҙыр инде, барырға тура килмәне.

Ҡаҙмаш һигеҙ йыллыҡ, Амангилде урта мәктәптәрен тамам­лағас, үҙебеҙҙең “Заветы Ильича” колхозында хеҙмәт юлын башланым. Һуңынан хужалыҡ “Амангилде” совхозы булып китте. 1992 йылға тиклем, хужалыҡ тарҡал­ғанға ҡәҙәр, шунда эшләнем. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, бер ҡасан да йыр-моңдан айырылманым. Бесән сапҡанда ла, кәбән ҡойғанда ла, көтөү көткәндә лә, башҡа эште эшләгәндә лә үҙ алдыма көйләп-йырлап йөрөнөм. Һәм бөгөн дә мин ошо холҡома тоғро ҡалам, күңелемә ҡыйын булып китһә, тыуған төйәгем тәбиғәтенә сығып, йырлап ҡайтам. Был миңә дәрт-илһам һәм көс өҫтәй”.

“Иң яратҡан йырсым – Рамаҙан Йәнбәков”

– Рамаҙан Йәнбәков, Ил­һам Шакиров, Ғабдулла Рәхимҡолов, Хәйҙәр Бигичев, йәшерәктәрҙән бер туған Туйсиндар, Фәрүәз Урманшин, Айгөл Һағынбаева, Рәүилә Мәсәлимова, Фәдис Ғәниев башҡарыуындағы йырҙар миңә бик оҡшай. Улар – ысын мәғә­нәһендә талант эйәләре, – тип билдәләй Мөхәммәт Хатип улы. –  Әммә иң яратҡан йырсым – Рамаҙан Йәнбәков.  Ә бына Сөләймән Абдуллин менән Абдулла Солтановты “башҡорт халыҡ йырының королдәре” тип атар инем.

Башҡорт халыҡ йырҙарын 45 йәшкә еткәс ныҡлап йырлай башланым. Миңә өйрәтеүсе кеше булманы, барыһын да пластинка, радио тыңлап күңелемә һеңдерҙем. Һәм бөгөн дә уларҙы яратып башҡарам. Баянда уйнап йырлау миңә айырыуса оҡшай.

“Башҡорт йыры”на, “Голос”ҡа сығарырға кәрәк!

Мөхәммәт Ғәлимов башҡа­ры­уында йырҙар видеоһын һалғас, социаль селтәрҙәр “Ысын мәғә­нәһендә “самородок”, “Бына ҡайҙа ул моң!”, “Оло талант эйәһе”, “Моңо үҙенән-үҙе шишмә кеүек ағыла, йырҙы һис көсәнмәйенсә башҡара”, “Йөрәктән сыҡҡан тәбиғи моң”, “Ишмулла Дилмө­хәмәтов, Рамаҙан Йәнбәковтан һис ҡалышмай бит!”, “Был ағайға моңдо һәм талантты Хоҙай үҙе биргән”, “Бына кемдән өйрәнергә кәрәк халыҡ йырҙарын башҡа­рырға!” тигән комментарийҙар менән тулды. Һәм бөгөн дә уларҙың туҡтағаны юҡ. Араларында “Мөхәммәт ағайҙы “Баш­ҡорт йыры”на һәм Мәскәүҙең “Голос” тапшырыуына сығарырға кәрәк”, тигән фекерҙәр ҙә булды.

Ошо хаҡта үҙенән һорағас, халыҡ йырсыһы бына нимә тине: “Миңә 1982 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йыр конкурсында ҡатнашырға тура килде. Унда мин “Шәүрә” йырын башҡарҙым.  Әммә аккомпаниа­торҙың көйҙө уйнағанда яңы­лышыуы арҡаһында  конкурстан үтә алманым. Һуңғараҡ “Оҙон көй”гә лә, “Дуҫлыҡ моңо”на ла саҡырҙылар, әммә барырға мөмкинлек булманы...”

Ысын мәғәнәһендә моң илсеһе

 Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай концерт-театр берекмәһе директоры­ның ижад буйынса урынбаҫары, республика кимәлендә танылған халыҡ йырсыһы, башҡорт йыр сәнғәтен үҫтереүгә, йәш таланттар әҙерләүгә күп көс һалған Рәмил Париж улы Туйсинға әлеге яҙмаларҙы  күрһәткәс, бына нимә тине:

– Мөхәммәт Ғәлимовтың тауышында халҡыбыҙға хас бөйөклөк тә, ғорурлыҡ та, ихласлыҡ та ярылып ята. Мин уны халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ йырҙарын бөтөн теүәллегендә бөгөнгө заманға килтереп еткереүсе моң илсеһе тип ҡабул иттем. Бөгөн был – бик һирәк күренеш. Уның тауышында бер ниндәй ҙә яһалмалыҡ юҡ, йырсы берәүҙе лә ҡабатламай, үҙенә генә хас башҡарыу оҫта­лығы бар. Мөхәммәт ағай халыҡ моңон тәбиғи рәүештә, бөтөн тулылығында, үҙенсәле­гендә еткерә белә. Ошо йәшкә етеп тә тауышының саф, көслө, моңло булыуы хайран итә.

Сибай концерт-театр берекмәһе ғәжәйеп талантҡа эйә Мөхәммәт Ғәлимовты профессиональ сәх­нәгә сығарыуҙы үҙенең маҡсаты итеп ала. Сөнки уның кеүек таланттар юғалып ҡалмаһын, халҡыбыҙҙы аһәңле йыр-моңдары менән ҡыуандырһын ине.

Талантты мәлендә күрә беләйек

Мөхәммәт Ғәлимов кеүек таланттарҙы һаҡлай белергә, мәлендә үҫтерергә кәрәктер. Уның ваҡытында профессиональ сәнғәт юлына баҫа алмауының, әлбиттә, төрлө сәбәптәре лә булғандыр, әммә халыҡ күңелендә һөйөү яулаған йырсыны оҙаҡламай ҙур сәхнәгә сығарыу зарурҙыр. Шул уҡ ваҡытта  Мөхәммәт Хатип улын лайыҡлы эш менән тәьмин итеү, уның көнкүрештәге проблемаларын күмәк көс менән атҡарып сығыу ҙа үҙе бер егетлек булыр ине. Юғиһә, уның башҡарыуын­дағы йырҙарҙың видеоһы социаль селтәрҙәрҙә таралғас, йырсыны Ҡазан, Өфө тарафтарына “алып китергә” теләүселәр үтә лә күбәйеп китте. Һәр кем үҙ яғын ҡайғырталыр, әлбиттә. Минеңсә, иң беренсе сиратта ағайға ярҙам итеү тураһында уйланырға кәрәктер. Сөнки Мөхәммәт Ғәлимов кеүек ысын таланттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

Азамат МӨХӘМӘТШИН.

Читайте нас: