Бөтә яңылыҡтар

Сәхнә өсөн яратылған

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында “Йәшлек” гәзите ойошторған мәҙәни сараларҙа байтаҡ талант эйәһе ҡатнашты. Үҙҙәренең йыр-моңо менән сәнғәтте генә түгел, әҙәбиәтте лә, матбуғатты ла күтәрҙе улар. Үҫеш тә, һыналыш та мәле булған ул осор йырсыларының ҡайһылары сәнғәттән алыҫлашып, үҙҙәрен башҡа өлкәлә тапты, ҡайһылары инде был донъяла юҡ. Ә күптәре яҙмыштарын сәхнә менән бәйләп, киң билдәлелек яуланы. Улар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Сәйҙә ИЛЬЯСОВА ла бар.


17 йәштә ул уйламағанда ҙур сәхнәгә сыға. Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһында санитарка булып эшләгән сағында, ҡыҙҙың таланты барлығын белгән хеҙмәттәштәре үҙҙәре менән ҙур сараға – Медицина хеҙмәткәрҙәренең республика слетына, йырларға алып бара. Шул көндән алып Сәйҙә Ғәли ҡыҙы сәхнәнән төш­мәй, тип әйтһәк, дөрөҫлөккә тура килер. Юҡ, беҙ аҙ тотҡарлыҡ була: йырсы булырға теләгән ҡыҙына Шәрифә апай артист тормошоноң ауырлыҡтарын бәйән итеп, икенсе һөнәр һайларға тәҡдим итә. Әсәһенең кәңәшен тотоп, ҡыҙ Башҡорт дәүләт уни­вер­ситетының биология факультетына уҡырға инә. Һәм уҡыу йор­тоноң “штатлы” йырсыһына әүе­релә: нин­дәй генә концерт йә сара булмаһын, уны сығыш яһарға са­ҡыралар. Әйт­кәндәй, шул сара­ларҙың береһе – “Шоңҡар” әҙәби берекмәһе ойошторған ки­сәлә Сәйҙә буласаҡ атаҡлы ҡурайсы, ә ул саҡта сәнғәт институты янын­дағы махсус музыка мәктәбе уҡыусыһы Роберт Юлдашев менән таныша. Был егет уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуын таң ҡалып тыңлаған егет: “Сәйҙә апай, һиңә йыр менән ныҡлы шөғөл­ләнергә кәрәк. Аллаһы Тәғәлә биргән талант башҡорт халҡына хеҙмәт итергә тейеш!” – тип гел генә әйтә килә. Аҙаҡ, Сәйҙә ҡулына диплом алғас, ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ йыры бүлеге уҡытыусылары менән һөй­ләшеп, Сәйҙәне әҙерлек бүлегенә уҡырға барырға өгөтләй. Был юлы инде Шәрифә апай ҙа фатихаһын бирә: “Хәҙер һин аяғыңда ныҡлы баҫып тораһың, һөнәрең бар. Тыныс күңел менән сәнғәт юлынан китә алаһың. Бәхетеңде һынап ҡара”. Шулай итеп, талантлы ҡыҙ сәнғәткә ныҡлап аяҡ баҫа.
БДУ-ны тамамлағас, ҡыҙ Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эш башлаған була. Шул уҡ ваҡытта “Аманат” рок-эстрада студияһы егеттәре менән таныша һәм бергәләп ижад итә башлайҙар. Төркөм “Нефтсе” мәҙәниәт һа­райында тәүге ҙур концертын ойоштора, республика буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Бер аҙҙан Алмас Ғафаров уны үҙе ойош­торған “Ант” төркөмөнә солист итеп саҡыра. Сәйҙә Ильясова бала саҡ хыялдарын тормошҡа ашырып, йырсы булараҡ тағы ла нығыраҡ популярлыҡ яулай. Эш, йыр, әҙерлек бүлегендә уҡыу – йәшлек дәрте урғып торған мәлдә арыу-талыуҙы белмәйһең.

1992 йылда төркөм етәксеһе Сәйҙәгә “Йәшлек” гәзите ойош­торған “Урал моңо” конкурсында айырым йырсы булараҡ ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡарарға тәҡдим итә.

– Конкурста күберәк бер тиҫ­терҙәр көс һынаныҡ. Барыбыҙ ҙа талантлы, дәртле, райондарҙан күп ҡатнаштылар – яңы исемдәр бар­лыҡҡа килде. Шуғалыр “Урал моңо” ныҡ матур булып хәтерҙә уйылды. Атайым һөнәре буйынса журналист булһа ла, ҡурайҙа уйнай ине, әсәйем менән бергә бик ма­тур итеп халыҡ һәм ретро йыр­ҙарҙы йырланы. Уларҙы тыңлап үҫкәс, күңелемә һәр саҡ халыҡсан йырҙар яҡын булды. Шуғалырмы, конкурста “Дәрүиш” төркөмөнөң сығышы аптыратты, юғары сәнғәт тураһын­дағы стереотиптарҙы юҡҡа сығар­ҙы. Беҙ сәхнәне зауыҡлы кейем һәм матурлыҡ менән күҙ алдына килтерә инек. Ә улар сәхнәгә яланаяҡ, үтә лә ябай, ысын дәрүиштәрсә кейем менән сыҡты. Шул уҡ ваҡытта егеттәр таланты менән барыһын да хайран итте, тамашасы һөйөүен яуланы. Ә мин заманса ритмдар менән, эстрада эшкәртеүендә халыҡ ижады өлгөһө – “Маһисәрүәр” һәм бик популяр булған “Эх, Өфө ҡалаһы” йырҙарын әҙерләнем. Иңемә сәскәле шәл һалып сыҡтым да, йырҙың:

Өфө баҡсалары матур,

Гөл-сәскәгә күмелгән – тигән ерендә уны иҙәнгә йәйеп, өҫтөндә һикереп бейеп киттем. Күҙ алдына сәскәләр араһында бейеп йө­рөйөм, тип килтерҙем. Аҙаҡ ул ҡылығымды тән­ҡит­ләүселәр бул­ды. Ни булһа ла, йырлап сыҡтым, тамашасы алҡыш­тарға күмде. 2-се урынды алыуымды белгәс, ныҡ шатландым. Жюри ағ­за­һы Илшат Хә­лилов, мине ҡот­лап, “Ария” радио­лаһы бүләк итте. Еңел генә икән, тип ҡулыма алғас, саҡ иҙәнгә төшөрөп ебәр­мәнем. Ярай­һы ғына ауыр ине еңеү бүләге! Әйт­кәндәй, был бүләк һаман да һаҡлана, эшләй, минең өсөн ҡәҙерле ҡо­мартҡы, – тип иҫ­ләй ул сараны Сәйҙә Ғәли ҡыҙы.

Артабан Сәйҙә Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты булып китә. 1996 йылда Стәр­летамаҡ дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар. Йыл ярым эшләгәндән һуң баш ҡалаға күсә һәм бына инде 23 йыл филармония сәхнәһендә арымай-талмай ижад итә. Халыҡ йырҙары менән бер рәттән, эстрада жанрында ла уңышлы эшләй. Ике тиҫтәнән ашыу клип төшөрөлгән, йөҙҙәрсә йырҙы сәхнәгә сығарып, мәңгеләштерҙе. Бынан тыш, республиканың Мә­ҙәниәт ми­нистрлығы тәҡдиме ме­нән баш­ҡорттар йәшәгән төбәк­тәрҙә халыҡ йырҙарын башҡарыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә бирә. Ошо уҡ төбәктәргә Өфө сәх­нәләрендә Башҡорт мәҙәниәте көндәрен үткәрергә лә ярҙам күрһәтте ул: режиссер һәм сценарий авторы булараҡ һигеҙ тамаша әҙерләне. Шулай уҡ үҙенең концерттары, гастролдәре менән дә та­машасыларҙы ҡыуандыра. Артабан да шулай уңышлы ижад ит, Йырсы!


Фото: Т.Аманов

Читайте нас: