Бөтә яңылыҡтар

Йөрәктәргә йылы бөркөп йәшәй

Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлшат Ғайсина өсөн һәр роле – айырым ғүмер

Гөлшаттың исеме лә, үҙе лә моңдан яралған тиерһең. Уның моңо башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас ҡыйыу, шул уҡ мәлдә наҙлы, иркә лә. Берсә шаярып ҡына әпәүләй, берсә ғәйрәтле һулыш өрөп, яныр усаҡҡа ташлағандай.


Ҙур сәхнәгә бала саҡтан ынтыл­ған­дарҙың яҙмышында ҡабатланған матур күренеш: ағас ултырғысҡа баҫтырып, микрофон урынына ағас ҡалаҡ тоттороп йырлатыуҙар, йырлауына һоҡланыуҙар, дәррәү ҡул сабыуҙар бәләкәй Гөлшатҡа ла насип була. Өфөләге дүртенсе музыка мәктәбендә шөғөлләнә, үҙе уҡыған 20-се башҡорт гимназияһында ла бер генә концертты ла ҡалдырмай, гел ҡатнаша. Сәнғәт юлынан китергә ниәтләп йөрөгән ҡыҙҙың һуҡмағы сығарылыш класында уҡығанда, уни­верситеттың тарих факультеты тирәһенә боролош яһап ала. Уны бер ниндәй һынауһыҙ уҡырға алырға тейеш булалар. Был мәғлү­мәттән Гөлшаттың тарихсы булып китеүен күҙ алдына кил­терергә тырышып ҡараным. Әллә күпме аспирант сығарып, фән ғалимдары әҙерләүгә көс һалыр... Тарихи шәхес­тәребеҙ хаҡында яңынан-яңы мәғлүмәт­тәр туплап, улар хаҡында ғилми хеҙмәттәр менән сығыш яһар ҙа ине. Бөтә яҡтан килгән кеше бит, тәҡдире ҡушһа, уҡы­тыусы йә табип һөнәре лә үҙенә килешер ине. Ләкин ул бала саҡ хыялына хыянат итә алмай, сәнғәтте һайлай.

Гөлшат, һәр ваҡыт тырышлығы, таланты менән алдырып өйрәнгәнгә, алдына сығып торған ауырлыҡтарға һис тә иғтибар итмәй. Өфө дәүләт сәнғәт институтында Ғабдулла Ғиләжев етәксе­легендәге Сибай театры өсөн махсус төркөмдә уҡый. Беренсе курста, легендалар буйынса эшләгәндә, Гөлшат «Һары ла сәс» легендаһында төп ролдә уйнай. Икенсе курста Мостай Кәримдең әҫәр­ҙәренән өҙөктәр әҙер­ләгәндә, «Ай тотолған төндә» драмаһынан әхирәте менән Зөбәржәт һәм Шәфәҡ сәхнәһен күрһәтәләр. Баш ҡалала тыуып үҫкән ҡыҙ ауыл мөхитендә тәрбиә­ләнеп, тик туған телдә генә аралашып үҫкән тиҫ­терҙәренән бер нисек тә айырылмай.

1995 йылда, Арыҫлан Мөбәрәков исе­мендәге драма театрында Заһир Исмә­ғилевтың Баязит Бикбай либрет­тоһына яҙылған «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын әҙерләй башлайҙар. Наза ролен уйнарға тейешле йырсы актриса Алһыу Бәх­тиеваның тап ошо мәлдә декрет отпускыһына сығыр ваҡыты етә. Режиссер Дамир Ғәлимов Башҡор­тос­тандың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева менән Өфө сәнғәт институтына төп роль өсөн йырсы актриса эҙләп киләләр. Бер нисә кешене тыңлап ҡарағас, Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙы Гөлшат Ғайсинаға ынтылып: «Ошо ҡыҙыл нәскиҙәге ҡыҙҙы алып ҡайтабыҙ!» – ти... Тормошта бер хәрәкәт тә бушҡа яһалмай, бер осрашыу ҙа эҙһеҙ үтмәй, тиҙәр. Был осраҡта ла шулай килеп сыға. 1995 йылдың 15 мартында, бынан 25 йыл элек, Гөлшат Ғайсина, икенсе курс студенты, ун туғыҙ ғына йәшендә Сибай театрында үҙенең тәүге ролен – Назаны уйнай. Ролде сығарыр алдынан тынғы бирмәгән күпме йоҡоһоҙ төн, тулҡынла­ныулы көн сыуалышында йәшәгәндер актриса, тамашасы өсөн ул мөһим түгел. Халыҡ был сығышты көттө, һәм, ниһайәт, көтөп алды. Уны ысынбарлығында, Гөлшатса Назаны яратты ла ҡуйҙы! Ә Гөлшат, был уңышты, та­ма­шасының ихлас һөйөүен тыйнаҡ ҡына ҡабул иткәндәй күренһә лә, күңел ҡуҙғалыуын, йөрәгенең тәненән айырылып сығырҙай булып ярһып тибеүен үҙе генә һиҙгәндер. Бер айҙан, апрелдә, «Ҡоҙаса» менән театр Салауатҡа «Театр яҙы» фестиваленә юлланды. Фести­валдең 12 призының дүртәүһен сибайҙар алып ҡайтты. Бындай еңеүҙән һуң йырсы актриса булмай ҡара!..

Сәнғәт институтын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Гөлшат баш ҡалала, әсәһе янында, ҡала. Быны ла ул яҙмыш ҡушыуы тип ҡабул итә алыуы менән бәхетле. 1997 йылдың көҙөндә Милли йәштәр театрына эшкә сыға.

Күңел һалып башҡарылмаған хеҙмәттең бәрәкәте булмай. Ундай хеҙмәт емешенең тәме лә әсерәк, миңә ҡалһа. Ә Гөлшат, тырышлыҡтың ниндәй тәмле емеш биреүен татып өлгөргән актриса булараҡ, театрҙағы тәүге көнөнән баш­көллө эшкә сума. Репетициялар, гастролдәр, спек­таклдәр, концерттар, осрашыуҙар уның өсөн тормош мәғәнәһенә әйләнә, тиһәм дә артыҡ булмаҫ. Венер Камалов менән сығарған дуэттары ғына ла ни тора!

Т. Миңнуллиндың “Ен алыш­тырған” әкиә­тендә – Енһылыу, Н. Асанбаевтың «Ҡың­ғырау сәскә»һендә – Гөлдәр, М. Кә­римдең – «Ҡыҙ урлау» коме­дияһында – Йәмилә, Т. Ға­рипованың «Ғилмияза»һында – Ғилмия­за, М. Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!»ында – Агазия, Н. Ғәйетбайҙың «Ауыл­ға ҡыҙҙар килде» коме­дияһында – Ләйсәндәрҙән баш­ланған ижад юлы бөгөн Т. Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү»ендә – Диләфрүз, М. Буранғоловтың «Башҡорт туйы» романтик драмаһында – йырларға яратҡан шаян Йәмилә, М. Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме»ндә – Оксана, М. Багаевтың «Аҡса булһа бер муҡса» музыкаль коме­дия­һында Сөмбөлә кеүек йырлы-моңло ролдәре менән тамашасы һөйөүенә ҡойоноп йәшәй. «Беҙҙең өйҙөң йә­ме»ндәге Оксана республикала ғына түгел, Ҡазан, Мәскәү тамашасыһын хайран ҡалдырыуы менән ҡәҙерле. Быларҙан тыш, режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтың «Ел аулаусы» фильмында Гөлсара, Айнур Асҡаровтың «Өс таған»ында – Гөлйемеш, йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның «Дауалаусы дошманым» фильмында атаһын дауаханаға алып килеүсе ҡатын, режиссер Булат Йосопов ҡуйған кино­фильмдарҙан: «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» – Гөлсәриә, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»та – Мәрәһимдең ҡатыны, «Беренсе республи­ка»ла Маһруй Хоҙайбирҙина образдарын кәүҙәләндерҙе.

Маһруй... Революционер, журналист, шағир Шәһит Хоҙайбирҙин менән ике йыл ғына йәшәп ҡалған, артабан етмеш йылдан ашыу ошо исемде күтәреп, киләсәк быуынға еткерә килгән герой ҡатын ул. Оло мөхәббәткә эйә шәхес ире менән бергә заман көрәшенең ауырлығын тоя белгән, хәүеф-хәтәрен дә кисерә. Улай ғына түгел, ҡыҙы Тамараны ла Рәсәй Феде­ра­цияһының атҡаҙанған, Башҡор­тос­тандың халыҡ артисы, атаһының исе­менә тап төшөрмәҫлек балерина итеп тәрбиәләй ала. Фильмдағы бер генә эпизодта Маһруй Хоҙайбирҙина ҡыҙын Ле­нинградтағы хореография учили­щеһына ебәреү өсөн имтиханға алып килә. Ролдең бер һүҙе лә юҡ. Әммә бер минутлыҡ ролде уйнар өсөн Гөлшат Ғайсина Маһруй Хоҙайбирҙинаның тормошо ха­ҡындағы мәғлүмәттәрҙе өйрәнә. Үҙ өҫтөнә яуап­лылыҡ итеп алғас, образды тамашасы хөкөмөнә ысын­бар­лыҡҡа яҡын итеп сыға­рырға тейешлеген белеп эшләй. Етмәһә, Маһруй Хоҙай­бирҙинаның ҡыҙы Тамара Шәһит ҡыҙының сәнғәт институтында эшләгән йылдарында Гөлшат Риф ҡыҙына уның дәрестәренә йөрөү бәхете эләккән!

Актриса өсөн һәр роль – айырым ғүмер. Уларҙы әҙерләгәндә, ошо ғүмерҙе йәшәү зарур. Быларҙан тыш, һәр геройыңдың төрлө холҡон үҙ итә белергә лә кәрәк, шунһыҙ һин тыуҙырған образ тулы килеш тамашасы күңеленә барып етмәүе лә мөмкин. Ә шул ваҡытта үҙеңде икеләнеү-һыҙланыуҙарҙан, юғалыуҙан һаҡлап алып ҡалыуы ауыр түгелме икән?.. Әлбиттә, еңел түгелдер. Әммә һәр роленән актриса яҡшылыҡҡа өйрәнә, үҙен үҫтерергә, байытырға тырыша. Был – һәр кемгә лә бирелмәгән шарттыр. Юҡҡа ғына актер һөнәрен шахтерҙарҙыҡы менән сағыш­тырмайҙар.

Көндәлек тормошта туҡтауһыҙ камил­лыҡҡа ынтылыусылар менән аралашыу ҙа анһат, улар үҙ эше тураһында ихлас әңгәмәләшә. Гөлшат илһамланып китеп бер нисә йыл буйы Башҡортостаныбыҙҙың төрлө район, ҡала, ауылынан йыйылған һәләтле балалар өсөн ойошторолған республика Башлығы Яңы йыл шыршыһында Ҡарһылыу булып сығыш яһауын бәйән итә:

– Балаларыбыҙға мөғжизәгә ышанырға ярҙам итәйек. Мөғжизәгә инанғандар ғына уның ысынбарлыҡҡа әйләнеүен күрәсәк.

Бынан дүрт йыл элек Гөлшат Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында балалар театр студияһы ойоштороп ебәрҙе. Үрҙәге әйтелгән мөғжизәгә ышандырыу ниәте лә бар һымаҡ был эштә. Уның тәрбиәләнеүселәре – баш ҡала мәктәп­тәре уҡыусылары мөкиббән китеп театр сәнғәте серҙәренә өйрәнә. Дәрестәренең нисек үткәнен ҡарап торғаным булды: Гөлшат Риф ҡыҙы – уҡыусыларынан, уҡыусылары етәк­селәренән өйрәнә кеүек. Актриса уҡыу­сылары әйткәнде оло ихтирам менән мәҙәни кимәлдә ҡабул итә. Уҡыусылар иһә, уҡытыусының ым-ишаратын, хатта күҙ ҡараштарын да диҡҡәт менән, күңел биреп ала, аңлай беләләр. Бер-береһенә ҡәҙер, һөйөү аша мөрәжәғәт итеүҙәре күҙгә ташлана. Сәнғәт – матурлыҡ донъяһы, унда бүтәнсә мөмкин түгел.

Республикабыҙҙың мәҙәни усаҡ­тары араһында йәш һаналған, утыҙ йыллыҡ тарихҡа эйә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Баш­ҡортос­тандың ат­ҡаҙанған артисы Гөлшат Ғайсина бар булмышы менән йөрәктәргә йылы бөркөп, йәшәйешебеҙгә ҡот өҫтәп йәшәй.


Фото: Т.Аманов

Читайте нас: