Төштәрҙең асылын аңлатып, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм үҙенең бер мөбәрәк хәҙисендә: «Төштәр өс төрлө була: Аллаһтан, кешенең көн буйы уйлаған ғәҙәти нәмәләрҙе күреүе, шайтандан күргәндәр. Әгәр ҙә кемдер яҡшы, күңеленә хуш килгән төш күрһә, дөрөҫлөктә, был төш – Хоҙайҙан. Уны күреүсе Раббыбыҙға маҡтау әйтһен һәм күргәне тураһында кемгә теләй, шуға һөйләһен. Әгәр кеше насар, ҡурҡыныс төш күрһә, был төш шайтандан булыр. Бындай осраҡта төштөң яманлығынан Аллаһҡа һыйынып, Унан ярҙам һорарға һәм күргәнең тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә кәрәк. Шулай эшләнһә, кешегә зарары теймәҫ.
Насар төш күреүсегә ошо аятты уҡып, Аллаһы Тәғәләгә һыйынырға кәрәк:
“Иннә Аллаһү лә йәхфә ғәләйһи шәй-үн фил арды үә лә фис-сәмәи үә һүәс сәмиғул-ғалим”.
Мәғәнәһе: “Аллаһы Тәғәлә өсөн ысындан да ерҙә һәм күктәрҙә йәшерен серҙәр юҡ һәм Ул бар нәмәләрҙе белеп тороусы ғалим”.
Был мосолманға тәһәрәт алып, ике рәҡәғәт намаҙ уҡырға кәңәш ителә.
Халыҡ телендә «Төштөң башы ҡаҙандай, муйыны ептәй» тигән мәҡәл дә бар. Йәғни, нимә тип юрайһың, шул яҡҡа “ауып төшә”.
Насар төш күргән осраҡта, кешенең кәйефе ҡырылып, борсолоп йөрөй. Борсоулы, уйға һалған төштәр күрмәйенсә тыныс йоҡларға теләһәк, шәриғәттә ҡаралған «Йоҡо әҙәптәре» тип аталған ҡағиҙәләрҙе үтәү шарт.
Тыныс йоҡлар өсөн ятыр алдынан тәһәрәт алырға кәңәш ителә. Тәһәрәтле әҙәмдең йоҡоһо тыныс булыр, ғибәҙәт һаналыр. Сөннәт буйынса уң яҡҡа ятып, уң ҡулды яңаҡ аҫтына ҡуйып йоҡлау дөрөҫ һанала. Шулай ятҡанда йөҙөң ҡибла тарафына йүнәлгән булырға тейеш. Ошо рәүешле йоҡлау «мөьминдәр йоҡоһо» тип атала. Баш осо менән ҡиблаға табан ятып йоҡлау ҙа дөрөҫ, әммә аяҡтарҙы ҡиблаға табан һуҙып ятыу дөрөҫ түгел. Шәриғәт буйынса йөҙтүбән (эскә) ҡапланып ятырға ярамай. Бының насар төштәр күреүгә сәбәпсе булыуы ихтимал. Йоҡо ваҡытында тәндең ҡаплаулы булыуын, ғәүрәт урындарының асылып китмәүен дә ҡайғыртырға кәрәк. Сөннәткә тура килтереп ятҡас, «Аятел көрси»ҙе уҡыу файҙалы. Хәҙистәрҙә әйтелеүенсә, был аятты уҡығас, фәрештәләр һеҙҙе төнө буйы һаҡлар, ен-шайтандар бер ниндәй ҙә зыян килтерә алмаҫ.
Шуныһы мөһим: йоҡларға ятҡас, көн дауамында башҡарылған эш-ғәмәлдәреңде барлап, хата-кәмселектәрең, гонаһтарың өсөн тәүбә итеп, Аллаһтан ярлыҡауҙы һорарға. Һуңынан һиңә ниндәйҙер насарлыҡ эшләгән, зыян һалған кешеләрҙе ихластан ғәфү итергә кәрәк. Был таҙа күңел менән йоҡлап китеү, төн дауамында тыныс йоҡлау һәм ял итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Иртән торғас, битте ҡул менән һыпырырға һәм «Әлхәмдүлиллаһ!» тип Аллаһты иҫкә төшөрөү шарт. Тороп ултырғас, ошо доғаны уҡыу сөннәт һанала: «Әлхәмдүлиллаһи ләзии әхйәәнәә бәғд мәә әмәәтәнәә үә иләйһиннүшүүр» (Үлемдән һуң беҙҙе яңынан терелткән Аллаһҡа маҡтау булһын, беҙ барыбыҙ ҙа Уға ҡайтасаҡбыҙ).
Бына шулай ислам әҙәбе буйынса йоҡлаһаң, иртән тороп доға уҡыһаң, тәһәрәтләнеп яңы көндө башлаһаң, шул көн дауамында кәйефең күтәренке булыр. Әлбиттә, бының нигеҙ-маҡсаты Хоҙайҙың ризалығын алыу булырға тейеш.