“Йәшлек”тең тәүге ике һанында Гөлдәриә Вәлитованың сираттағы мәҡәләһен уҡыған бер кеше лә уға битараф ҡала алмағандыр. “Секта ҡорбаны – кескәй бала” тип аталған был мәҡәлә (ошо: https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-01-21/sekta-orbany-kesk-y-bala-3111163 ) һәр кемде тетрәндерерлек шул: Тимерйән исемле уртаҡ балалары булған Ғәзим менән Зүлиәнең ғаиләһендәге хәл хаҡында. Ир менән ҡатын – икеһе лә дин юлындағы кешеләр. Әммә тормошҡа уларҙың ҡараштары бөтөнләйгә айырыла. Ғәзим донъяуи тормошто, фани донъяның ниғмәттәрен бөтөнләйгә тиерлек инҡар итеп, ғаилә хәлен, уның көнкүрешен мөмкин тиклем ауырайтыу яғында. Айырыуса был ашау, кейенеү мәсьәләһендә сағыла. Бынан тыш, табип ярҙамынан баш тартыу һымаҡ бихисап сәйер талаптар ҡуйған ирҙең “ҡәрҙәштәре” лә ана шундай тормош алып бара, тип аңланым. Мосолмандар ғибәҙәткә йөрөгән мәсетте “шайтандар эйәләшкән” тип, үҙенең ойошма ағзаларын – “Аллаһ балаһы”, ә башҡаларҙы “шайтан ҡоло” тип атарға ла тартынмай ир. Зүлиәнең тәүге иренән булған биш йәшлек эйәрсән ҡыҙын баҙға бикләп ҡуйыуғаса барып еткән хәләл ефетенән ҡатын айырылырға мәжбүр була. Малай атаһы янында ҡала. Атай кеше яңғыҙы уны тейешенсә тәрбиәләй алмаған, әлбиттә. Ике йылда бала “ҡырағайланып” киткән. Өйҙә насар, сифатһыҙ ашамлыҡтар менән туҡланған, алам-һолам кейем кейгән был бала башҡа кешеләргә яҡын барырға ла ҡурҡа. “Ожмахҡа эләгеү өсөн әҙәм балаһы был донъяла мотлаҡ ыҙаланып, яфаланып, төрлө рәхәтлектән баш тартып йәшәргә тейеш” тигән инаныуҙа булған һәм ана шул тәғлимәтте башҡаларға ла таратыу менән булышҡан ойошма ағзаһына ҡатынлыҡҡа барып эләгеүен Зүлиә үҙе лә һиҙмәй ҡалғандыр. Эсмәй, тартмай, намаҙ уҡый, башҡа ни кәрәк инде бәхет өсөн, тип уйлағандыр ул башта…
Бәғзе берәү ошо мәҡәләне уҡығас та, аңын-тоңон асыҡлап, уны-быны айырып тормаҫтан, был хәлдә динебеҙҙе яманларға тотоноуы ла бар, әғүҙү билләһ! Сөнки мәҡәлә яҙылыуға сәбәпсе булған ир – дин тотҡан, намаҙ уҡыған кеше. Үҙенең һәр ғәмәлен, әлбиттә, дин ҡанундарына һылтанып атҡара ул. Дин ҡанундарына тигәндән, тап бына шул хаҡта һүҙ алып бармаҡсымын әле, ҡәҙерле ҡәрҙәштәр. Баштан уҡ әйтеп ҡуйыу кәрәк: үҙҙәрен мосолман тип һанап йөрөүсе халыҡтарҙа таралған төрлө фирҡә тап ана шул динебеҙ талаптарын яҡшылап белмәү арҡаһында барлыҡҡа килә лә инде. Мөхәммәт с.ғ.с аша Аллаһ тарафынан беҙгә төшөрөлгән динде тәрәнерәк өйрәнеүҙән баш тартып, уны тик бер яҡлы ғына аңларға тырышыу бер ваҡытта ла яҡшыға алып бармай. Әлеге Ғәзим исемле йәш ир-егеттең үҙен дә шул секталарҙың береһенең ҡорбаны, тип атарға булалыр. Динде өҫтән-мөҫтән генә белгән бәғзе берәүҙәрҙе шайтан үәсүәсәһе тап ана шундай саманан тыш шаштырыуҙарға этәрә лә инде.
Беҙгә ислам динен өйрәткән Аллаһ илсеһенең: “Диндә шаштырыуҙан һаҡланығыҙ. Һеҙҙән алдағы йәшәгән ҡәүемдәр (халыҡтар) диндә шаштырыу арҡаһында һәләк булды”, – тип әйткән хәҙисе бар. Динде ауырлаштырыуҙан тыйыусы хәҙистәр күп кенә ул, тик бәғзеләрҙең ошо хаҡта белергә теләмәүе үкенесле. “Кешеләрҙе дингә саҡырығыҙ, уларҙы шатландырығыҙ, әммә биҙҙермәгеҙ, динде ауырлаштырмағыҙ, ә еңеләйтегеҙ”, – тигән мәғәнәле сахих хәҙис тә бар. (“Еңеләйтегеҙ” тигәнде “ҡатмарландырмағыҙ” тип аңлау кәрәк, әлбиттә. Мотлаҡ ҡушылған көндәлек биш намаҙ, рамаҙан айындағы ураҙа, ир-егеттәрҙең йома көндө мәсеткә йөрөүе, мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына яулыҡ ябыныу һәм оҙон еңле, итәкле күлдәк кейеү тейешлеге һымаҡ фарыз нәмәләрҙе үтәмәү ҙә мөмкин икән, тип уйларға ярамай, әғүҙү билләһ!)
Динебеҙ, әлбиттә, иңебеҙгә төрлө бәлә-ҡаза, ауырлыҡтар килгән мәлдә сабыр булырға өйрәтә. Әммә, әлеге мәҡәләләге ойошма ағзалары һымаҡ, үҙеңә яһалма ауырлыҡ тыуҙырыу һис кенә лә ҡушылмаған, хатта тыйылған да. Бер мәл, Аллаһ Тәғәләгә нығыраҡ яҡынайыу ниәте менән, сәхәбәләрҙең береһе ғүмер буйы ураҙала булырға, икенсеһе төндәр буйы намаҙҙа торорға, өсөнсөһө бөтөнләйгә ҡатын-ҡыҙ менән аралашмаҫҡа ант итергә йыйынғас, бәйғәмбәр с.ғ.с уларға ошондайыраҡ һүҙҙәр әйтә: “…Мин һеҙгә ҡарағанда Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡағыраҡ, тәҡүәлерәк. Шулай булһа ла, ураҙаны үҙ ваҡытында ғына тотам, намаҙ уҡығас, йоҡларға ла ятам, ҡатындарым менән дә ҡатышам. Минең сөннәтем – ошо! Кем дә кем сөннәтемдән йөҙ сөйөрһә, ул минең юлымдан йөрөүселәрҙән булмаҫ!” Аңларға теләгән кешеләр өсөн был хәҙис бик тә фәһемле. ана шундай хәҙистәрҙе йыбанмай, яҡшылап өйрәнгән хәлдә, үҙең өсөн тағы әллә күпме файҙалы мәғлүмәт табырға була. Мәҫәлән, бәйғәмбәребеҙ һәр эштә сама белергә ҡушҡан. Әйтәйек, саҙаҡа биргәндә тәүҙә үҙеңә, унан балаларыңа биреүҙән башлау тейешле. Әгәр үҙең һәм балаларың мохтажлыҡ кисерә икән, һин башҡаларға бирергә бурыслы түгелһең, тип аңлау кәрәк был риүәйәтте.
Тағы бер хәҙистә бәйғәмбәр с.ғ.с.: “Аллаһ Тәғәлә әгәр бер кешегә ниндәйҙер ниғмәт (матди байлыҡ) бирһә, ул был кешелә күренһен”, – тигән. (Етеш йәшәү мөмкинлеге булған кеше үҙен ярлы итеп күрһәтергә тырышмаһын тигән мәғәнәлә). Бер мосолман үҙенең күпмелер байлығы булыуы һәм шул байлығын тулыһынса фәҡирҙәргә васыят итеп ҡалдырырға теләген әйткәс, Аллаһ илсеһе: “Һинең балаларың бармы?” – тип һораған. Әлеге кешенең әллә күпме балаһы барлығы хаҡында белгәс: “Һинән һуң фәҡирлектә йәшәмәһендәр өсөн, ана шул малыңды үҙеңдең балаларыңа ҡалдыр”, – тигән кәңәш биргән. Ғөмүмән, бай йәшәү ҙә динебеҙҙә тыйылмаған. Әгәр бай булһаң, йылына бер мәртәбә йыллыҡ уңышыңдың (йә малыңдың, һаҡлыҡта ятҡан байлығыңдың) ҡырҡтан бер өлөшөн мохтаждарға зәкәт итеп бирергә генә ҡушылған. Был – ислам диненең биш терәгенең береһе.
айырым мәлдәрҙә көндәлек ғибәҙәттәрҙе үтәүҙе еңеләйтергә рөхсәт иткән хәҙистәр бар. Мәҫәлән, намаҙ ваҡыты еткәс ашарға саҡырһалар, башта ашап алырға ҡушылған. Хатта аҙан һәм кәмәт әйтелгән булһа ла. Намаҙ ваҡытында бик ныҡ йоҡоһо килгән кешегә лә тәүҙә бер аҙ ғына йоҡлап алыу зарур. Сәфәрҙә булған мосолмандарға фарыз намаҙҙы ике мәртәбәгә ҡыҫҡартып (дүрт раҡәғәтте икәү итеп), ә сөннәт намаҙҙарын уҡымаҫҡа, ә йома намаҙы урынына өйлә намаҙы менән сикләнеү ҙә рөхсәт ителеүе хаҡында белеү кәрәк. Ураҙа мәсьәләһенә килгәндә лә, һаулығы ярамаған кешегә, ғөҙөрлө (ғөҙөр ғәр. – оправдание) ҡатындарға уны кисектереү мотлаҡлығы бар. Ә бала тыуҙырғандан һуң күпмелер ваҡыт, шулай уҡ күреме килгән мәлдә намаҙ уҡыуҙан ҡатын-ҡыҙ бөтөнләйгә азат ителә (һуңынан хатта уларға ҡаза ҡылып уҡырға ла кәрәкмәй).
Ә балаларға килгәндә, бәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. уларға иң йылы, йомшаҡ мөнәсәбәт ҡылыуҙы талап иткән. Ниндәйҙер булһа берәй тәмлекәс биреп, уларҙың башынан һыйпап, һөйөп китер булған. Аллаһ илсеһе намаҙ уҡыған саҡта янына бәләкәй сабый килгәс, ҡыямда торған мәлендә уны ҡулына алып, күтәреп торған, сәждә ваҡытында ғына ергә төшөргән. Намаҙ мәлендә бала илаған тауыш сыҡһа, йәмәғәт намаҙын да ҡыҫҡартырға тырышҡан.
Остазыбыҙ Ризаитдин Фәхретдин дә ошо юҫыҡта үҙенең “Жәүәмиғүл-кәлим шәрхе” китабында бәйғәмбәрҙең с.ғ.с. күп кенә хәҙисен тәржемәләп, аңлатма биргән. Баш ҡалабыҙҙа сыҡҡан бер дини гәзиттә “Ризаитдин Фәхретдин мираҫы” тип аталған рубрика була торғайны. Ғалимыбыҙҙың ана шул гәзиттә баҫылған түбәндәге һүҙҙәренә иғтибар итәйек әле: “Диндә шаштырыу ул сиктән сығыу, ҡатылыҡ күрһәтеү һәм дә фанатизмдан ғибәрәт. Аллаһ расүленән с.ғ.с. риүәйәт ителмәгән рәүештә иғтиҡад һәм ғәмәлдәр өҫтәү, Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу ниәте менән тормош һәм тәртипкә тура килмәгән рәүештә тәнде, нәфсене ғазаплау, мәҙһәп низағтары менән ғүмерҙе тәләфләү диндә шаштырыу була. Диндең һәм, бигерәк тә, Ислам диненең маҡсаты – кешеләрҙең яфа һәм тығыҙлыҡ күреүҙәре түгел, ә иркенлек, рәхәтлек һәм сәғәҙәт күреүҙәре… “Беҙгә донъя кәрәкмәй, бәлки, Ахирәт кенә кәрәк”, – тиеүселәр кәсеп һәм эштән туҡтала. Эшһеҙ тороу сәбәпле уларҙа фекер ҡеүәте юҡ һәм бар ғүмерҙәре иҫнәү һәм һуҙылып ятыу менән үтә. Был рәүештә эште, көстө ташлау сәбәпле бөтөн милләт зарарлана…”
Ҡайһы берәүҙәрҙең бөгөнгө көндә лә, унан-бынан ишетеп, дин талаптарын артыҡ “ҡатыртыу” миҫалдары юҡ түгел. “Тәһәрәтһеҙ кеше менән күрешергә ярамай” йәиһә, “сөннәтләнмәгән ир кешегә мал салырға, ат менергә, хатта кәләш алырға ла рөхсәт ителмәй” тигән тыйыуҙар ҙа йөрөй. Шамбы, йәйен кеүек тәңкәһеҙ балыҡтарҙы ашауҙы динебеҙ исеменән тыйырға маташҡандар ҙа бар хатта! Был – Аллаһ илсеһенең тыйыуы түгел! Ҡайһы бер ерҙәрҙә бәғзе мосолмандар бер туҡтауһыҙ йөҙәр көнләп ураҙа тотоп, үҙен яфалай. Хатта үҙенең тәненә яра һалып, “Аллаһ һөйөүенә ынтылыусы” төркөмдәр ҙә осрай. Ҡасандыр гәзитебеҙҙә “Динебеҙҙе ауырлаштырмайыҡ!” тигән мәҡәләм дә сыҡҡайны. Һәммә яҙмамды, әлбиттә, изге Ҡөрьән-Кәрим һәм бәйғәмбәр сөннәтенә ярашлы төҙөргә тырышам. Бына шул ике сығанаҡҡа ғына таянһаҡ, беҙ һис бер ваҡытта ла яңылышмаҫбыҙ, иншә Аллаһ.
Йәштәребеҙ, ололарыбыҙ ҙа динде фәҡәт дөрөҫ сығанаҡтарҙан ғына өйрәнергә тейеш. Әгәр ҙә һәр беребеҙ диндә ниҙер фаразлап, уға өҫтәп ҡушылған нәмәләргә йәбешеп ятһаҡ, мотлаҡ аҙашасаҡбыҙ. Әлеге әйтмешләй, шаштырырға яратҡан секта ойошмаларына барып инеүеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Бәхеткә күрә, дин юлындағы йәштәребеҙҙең күпселеге үҙенә тура юлды тапҡан. Шундай йәш егеттәр менән йома һайын мәсетебеҙҙә осрашабыҙ, әлхәмдүлиллаһ. Барыһы ла матур кейенгән, шат йөҙлө. Йәмәғәт намаҙы тамам булғас, һәммәһе үҙ эшенә таралыша.
Динебеҙҙе белеү барыбыҙ өсөн дә мотлаҡ. “Дин тик муллалар өсөн генә һәм ул башҡаларға бөтөнләйгә кәрәк түгел” тигән хаталы уйҙан ҡотолорға ваҡыт. Уны мәҙрәсәлә уҡып сыҡҡан ғилемле имам-мөғәллимдәребеҙҙән өйрәнергә тырышыу кәрәк. Дингә өҫтәп индерелгән уйҙырмаларҙың (бидәғәттәрҙең) Аллаһ расүле тарафынан ҡәтғи тыйылыуы хаҡында хәҙрәттәребеҙ бик яҡшы белә. Шул дин белгестәренә төрлө һорау биреүҙән тартынмайыҡ. Минеңсә, әлеге Ғәзим дә берәй ваҡыт үҙенең хатаһын аңлар һымаҡ…
Динебеҙ мәсьәләһендә ниндәй генә һорауым килеп сыҡмаһын йә берәй нәмәлә икеләнһәм, әленән-әле мәсетебеҙ имамы Әғләмитдин хәҙрәттән консультация алып торорға тырышам. Ваҡыты тар булған мәлдә лә, киң күңелле был дин әһеле бер ҡасан да яуапһыҙ ҡалдырмай. Аллаһ китабына, сахих хәҙистәргә нигеҙләнеп, шуларҙан дәлилдәр килтереп, мөғәллимдәребеҙ беҙгә һәр саҡ дөрөҫ динде аңлатып бирергә әҙер. Улар шуның өсөн ҡуйылған кешеләр бит. Ана шул саҡта ғына беҙ төрлө секта-фәләндән имен булырбыҙ, иншалла.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.