Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Ғинуар 2023, 07:00

Секта ҡорбаны – кескәй бала

Был ғаилә тураһында Социаль адаптация үҙәгендә эшләүсе Лилиә һеңлем бер йыл са­маһы элек һөйләгәйне. Үҙәктә мәр­хәмәтлек фонды Яңы йыл байрамы үткәрә, тигәс, Зүлиә һәм уның улы Тимерйән менән танышыу өсөн генә шунда ҡатнашырға булдым. Тормошта ниндәй генә хәл булмай ҙа, ниндәй генә яҙмышлы кеше осрамай. Балалар бүлеген етәкләгән һеңлем эскесе йәки ҡаты бәғерле, ауырыу йәки донъяға битараф ата-әсәләрҙән зыян күргән сабыйҙар тураһында көн дә тиерлек әсенеп һөйләй. Ә бына Зүлиәнең улына уның бигерәк тә йәне әрней ине. Тәүге осорҙа илай-илай һөйләне: 
– Ул бит кәнфит кеүек тәмле­кәс­тәрҙе түгел, хатта һөт-ҡаймаҡ, ит ашағаны ла булмаған. Уйынсыҡтарҙан ҡурҡа, кеше менән аралашыу түгел, йүнләп һөйләшә лә белмәй. Көндәр буйы тик ултыра. Биш йәшлек бала бит ул! Физик яҡтан сәләмәт, аҡылы ла теүәл. Тик тормошҡа яраҡлаш­маған. Ҡарап тороуы йәлләүес, аңлайһыңмы?
– Ата-әсәһе эсәме?
– Бына шул-шул: һап-һау, сәләмәт кешеләр. Атаһы үҙен дин әһеле, Аллаһ балаһы, тип һанай. Әсәйһеҙ үҫкән ул. Ике йыл ярым элек ире ҡатынын ҡыуып сығарған да, баланы бөтөнләй уға күрһәтмәгән. Саҡырып килтерҙек, тик малай уны танымағас, яҡын да юллатмай. Бер-береһенә эйәләште­рергә тип, күрше бүлмәләргә урын­лаш­тырҙыҡ әлегә. Ул ҡатынға Хоҙай сабырлыҡ бирһен инде. Балам, тип өҙөлөп тора ла бит... Малайҙы ғәҙәти тормошҡа яраҡлаштырғансы бер нисә йыл кәрәк булыр, моғайын, – тигәйне Лилиә. 
Йыл самаһы ваҡыт үтеүгә, Тимерйән уйынсыҡтар менән уйнарға, өҫтәл артына ултырып ашарға, бәҙрәфкә йөрөргә, йыуынырға өйрәнгән. Әсәһе, үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән аралаша башлаған. Бер ай самаһы элек Зүлиә уны үҙе янына күсереп алып ҡайтҡан. Әммә белгестәр, малайҙы ябай балалар баҡсаһына бирергә иртәрәк, тип һанай. Шуға ла әсәһе улын аҙнаһына өс көн реабилитация үҙәгенә йөрөтә.
30 йәшлек ҡатын аралашыуға ихлас булып сыҡты. Байрам үткәс, уйын залына инеп, уның менән байтаҡ һөй­ләшеп ултырҙыҡ. Ул Тимерйән менән булған хәлдәрҙә үҙен ғәйепле һанап, ғазапланып йәшәй.
– 16 йәшемдә үк намаҙ уҡырға өйрәнгәйнем. Институтҡа ингәс, мәсеткә йөрөй башланым, яулыҡ ябындым. Шунда Ғәлийән исемле егет менән танышып, кейәүгә сыҡтым. Ҡыҙыбыҙ тыуғас, академик отпуск алырға тура килде. Ирем менән матур йәшәнек, Аллаға шөкөр. Бала тип өҙөлөп торҙо, эшләп тә йөрөнө. Тик фатирға аҡса еткерә алмай башлағас, уның тыуған ауылында ата-әсәһенән ҡалған йорт бар ине, шунда күсеп ҡайттыҡ. Абруйы ҙур булды, эштән һуң ауылдаштарына дин тәғлимәт­тәрен өйрәтте. Тик бәхетебеҙ оҙаҡҡа барманы – ирем юл фажиғәһенә эләгеп, бик йәшләй вафат булды. Көтөлмәгән ҡайғынан аңҡы-тиңке булып йөрөп, ике йылдай ваҡыт үтте. Эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ проблемалары алдында көсһөҙ инем. Тыуған яғыма күсеп ҡайтырға хәл иткәйнем инде (ни тиһәң дә, атай-әсәй ярҙамынан ташламаҫ ине), Стәрлетамаҡта бер­гәләп мәсеткә йөрөгән ҡыҙҙар өгөт­ләп, танышыу чатына индерҙе. Ул мосолман егет-ҡыҙҙарын ҡауыш­тырыу маҡсатында асылғайны. Риза булып, шунда теркәлдем. Был ҡылығым өсөн бөгөнгө көнгә тиклем үкенеп бөтә алмайым. “Йығылырымды белһәм, һалам түшәр инем”, – тиҙәр ҙә бит, киләсәктә нимә булырын әйтеп булмай шул...
Донъя тулы яңғыҙҙар икән ул, теркәлеү менән төрлө тарафтан танышырға теләк белдергән хәбәрҙәр яуа башланы. Олораҡтарын, алыҫта йәшәгәндәрен бөтөнләй ҡараманым. Ҡайһылары менән аралаша башлағас, күңелгә ятманы, ҡайһылары мине оҡшатманы. Тормошҡа ҡараштар тап килмәгәндәре лә булды. Аҙаҡҡа тиклем өс ир менән телефондан ара­лаштыҡ та, Ғәзим исемлеһе апаһы менән танышырға килергә теләүен әйтте. Тәү ҡарашҡа оҡшатҡан кеүек булдым: тыныс холоҡло, күркәм ҡиәфәтле, әҙәпле. Ҡыҙыма тип ҡурсаҡ алып килеүе лә күңелде йомшартты. Быға тиклем өйләнгәне булмаған, әсәһенең вафатынан һуң бер үҙе йәшәй икән. Ә бер туған апаһы ауыл хакимиәтендә эшләй. “Ауылда намаҙ уҡыусылар һирәк. Иманлы ҡустым Аллаһы Тәғәләне һанға һуҡмаған ҡатынды алырға теләмәй. Һинең менән аралаша башлауына бик шатландым. Атай-әсәйҙән ҡалған донъя ныҡ, ҡулдан килгәнсә беҙ ҙә ярҙам итербеҙ”, – тине апаһы.
Тәүге осрашыуҙан һуң ике аҙна ваҡыт үткәс, Ғәзим машина менән килеп, беҙҙе үҙенә күсереп алып ҡайтты ла, никах уҡыттыҡ. Ризалыҡ биреүемә тағы ла бер сәбәп бар ине: уларҙың районы беҙҙекенә күрше генә. Ата-әсәйемә яҡыныраҡ булырмын, аралашып йәшәрбеҙ, тип уйланым. Тик хәлдәр мин теләгәнсә барып сыҡманы. Танышҡан саҡта, мал то­таһыңмы, тип һорауыма: “Ағын эш итергә ҡатын булмағас бөтөрҙөм”, – тигәйне. Мин килгәс, һыйыр алырға кәрәклеген әйттем.
– Донъя малы тип, Ахирәтте онот­майыҡ, – тип яуапланы. Баҡса ла артыҡ ҡыуандырырлыҡ түгел ине: ике түтәл һуған менән берәр түтәл кишер, сөгөлдөр үҫеп ултыра.
Ялҡау, ҡулынан эш килмәгән әҙәм икән, тип уйланым. Ә сәбәп бөтөнләй икенсе булған. Намаҙ уҡый, дин тәғлимәттәре буйынса йәшәй, тигән ирем ниндәйҙер секта ағзаһы булып сыҡты. Эйе, тәү ҡарамаҡҡа барыһы ла шәриғәт закондарына ярашлы кеүек: биш намаҙ, ураҙа, гонаһтарҙан алыҫ булыу. Әммә аңлашылмаған нәмәләр ҙә бар ине: көндөҙ ҙә ҡапҡа бикләп ултыра, үҙҙәре тирәһенән булмаған кешеләр менән аралашмай, телевизор ҡарарға, китап уҡырға ярамай. Яңы әйбер алыу өсөн дә тауыш ҡуба, сөнки һәр нәмәне ул исраф итеү тип ҡабул итә. Өс йәшлек ҡыҙымды балалар баҡсаһына йөрөтөргә теләүемә лә ҡаршы төштө. “Динһеҙҙәр араһында боҙоҡлоҡҡа өйрәнәсәк. Йыр-бейеү, һүрәт төшөрөү кеүек тыйылған эш­тәргә өндәйҙәр. Бала тәрбиәләү – әсәй кешенең вазифаһы!” – тине. Ауырға ҡалғас дауаханаға йөрөргә рөхсәт итмәне. “Аллаһ ярҙамы бул­ғанда табиптар нимә эшләй ала?” – ти торғайны. Әммә мин уның һүҙенә ҡарамай, ҡасып булһа ла табипҡа күрендем, дауаландым. Сөнки тыуа­саҡ сабыйым алдында яуаплылыҡ тоя инем.
Тимерйән тыуғас, ирем бөтөнләй ҡаты бәғерлегә әйләнде. Моғайын, мине балалар менән барыр ере юҡ, тип уйлағандыр. Бәлки секталағы “уҡыуҙар” ваҡыт үтеү менән аңын нығыраҡ томалағандыр. Һәр хәлдә ҡара көндәр башланды. Күршеләр балаларға тип һөт индерә ине, шуны сығарып түгә. “Сихырланған ризыҡ килтерәләр. Әсәйемде ғүмер баҡый яратманылар, хәҙер һине минән айырырға тырышалар. Баланы үл­те­рергә әллә ниндәй әмәл эҙләйҙәр”, – ти торғайны. Ғөмүмән, апаһынан башҡа кешенән ризыҡ алырға яраманы. Хатта ауыл магазинына ла йөрөмәне ул, район үҙәгенә бара ине. 
Бер көндө картуф баҡсаһын утап, ярты көн тирәһе тышта йөрөнөм. Тимерйән коляскала йоҡлай. Сәриә ҡыҙым күренмәгәс, урамда уйнайҙыр, тип уйланым. Арып киткәс, тамаҡ ялғарға, тип өйгә индем. Ғәзим соланда табаны айырыла башлаған ҡышҡы аяҡ кейемдәрен ремонтлай ине, артымдан эйәрҙе. Самауыр ҡу­йып ебәрҙем дә, бутҡа йылыта башланым. Шул саҡ иҙән аҫтында ни­мәлер ҡыштырлауын ишетеп ҡалдым. Аптыраулы ҡарашымды күреп, ирем иҫе китмәй генә:
– Тик ултыр  тигәнемде тыңламай, һаман йүгергеләп йөрөй ине, ты­ныс­ланһын өсөн Сәриәне баҙға ултыртып торҙом, – тине.
Асыуымдан ярһыр сиккә етһәм дә, тауышланмай ғына аңлашырға булдым:
– Былай йәшәп булмай, Ғәзим. Бала робот түгел бит, уйнағыһы, шаярғыһы килә. Сабырлығың етмәй икән, айы­рылайыҡ.
– Айырылғың килһә, балаңды ал да кит. Тик мин һиңә үҙемдең улымды бирмәйем – Тимерйән бында ҡала.
– Нисек инде ҡала? Ул минең дә балам!
– Ир баланы атай кеше ҡарай. Дини китаптарҙы уҡыған булһаң, унда ир менән ҡатындың ғаиләләге урыны тураһында төплө яҙылған. Ә инде нимә менәндер риза булмаһаң, талаҡ әйтәм.
– Үҙемдең дә түҙерлек әмәлем ҡалманы инде. Айырылайыҡ. Тик үтенәм, Тимерйән бер аҙ ҙурайғансы булһа ла миндә ҡалһын. Уға бит тәрбиә кәрәк.
– Юҡ!

 Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

(Дауамы бар).


Ике йәше лә тулмаған баланы ташлап, ни йөрәгем менән китәйем инде. Күндем. Шулай ҙа ҡыҙымдың ҡыйырһытылып, кәмһенем йәшәүен теләмәнем. Әсәйем менән һөйләшеп, йәшәргә уларға ебәрҙем. Биш йәшлек бала менән айырылыуҙы ауыр кисерһәм дә, тыныс мөхиттә йәшәрен, туйғансы ашарын уйлап, тыныслана инем. Ашау мәсьәләһендә лә Ғәзим сәйер ине. Уның фекеренсә, теге донъяла ожмахта эләгеү өсөн әҙәм балаһы фанилыҡта мөмкин тиклем ыҙаланып, яфаланып, рәхәтлектәрҙән баш тартып йәшәргә тейеш. Тәү сиратта был ашауға ҡағыла ине. Тәмлекәстәр, магазиндан алынған йәшелсә-емеш ашау эләкмәне. Айҙар буйы ит күрмәй инек. Ашағаныбыҙ күпселек һыуҙа бешкән бутҡа (уныһына ла балғалаҡ менән генә үҫемлек майы һалып бутайым), ыумас ашы һәм баҡсала үҫтергән йәшелсә. Икмәк һалыу өсөн 2-се сорт он алып ҡайта. Кейем-һалымды тегерлек рәте ҡалмайынса ташларға ярамай. Йорт эсендә лә ҡайным менән ҡәйнәмдән ҡалған йыһаз, һауыт-һаба менән көн иттек. Ярай, балаға Сәриәнән ҡалған әйберҙәр булды. Улым 2,5 йәшенә тиклем ҡыҙҙар кейеме менән үҫте. Аҙаҡ инде ниҙәр күреүен күҙаллай ғына алам.
Ҡәрҙәштәре (секта ағзалары) менән улар төрлө ауылда осрашыуҙар үткәрә торғайны. Бер шулай киткәнендә Тимерйәнде алдым да, әсәйемдәр янына ҡасып ҡайтып киттем. Ике аҙна тирәһе тыныс йәшәп ҡалдыҡ, ауыл хакимиәтендәге апаһы, участковый, опека бүлегенән белгес менән килеп, баланы алып киттеләр. Ҡасан документ юллап өлгөргәндәр, һаман да аптырайым – суд беҙҙе айырып, баланы атаһында ҡалдырырға, тигән ҡарар сығарып та өлгөргән. Минең ҡасырға уйлауымды белеп, барыһын да алдан хәстәрләгән­дәрҙер, тим. Баланы күрергә тип тә, ҡабат бергә йәшәйек, тип тә ике йыл эсендә ете тапҡыр барҙым. Ҡапҡаны ла асманы. Аҙаҡҡыһында, эсеп килгән, тип полицияға ғариза яҙған. Шулай итеп, 2,5 йыл тирәһе баламды бөтөнләй күрә алманым. Күңелемде ҡыҙыма баҫып, йәшәй башланым. Тыуған ауылым яңы турбаза асылған ине, шунда эшкә урынлаштым. Бәләкәй генә йорт һатып алдым. Ҡыҙым мәктәптә уҡый. Былтыр мине эҙләп, опека органдарынан үҙҙәре шылтыраттылар.
Ҡайынбикәм ауыл хакимиәтендә эшләгәндә ҡустыһына һүҙ тей­ҙермәне. Мин ярҙам һораған саҡта ла: “Эсмәй-тартмай, ситкә йөрөмәй. Һиңә тағы ниндәй ир кәрәк, аңламайым?” – ти торғайны. Барған саҡта ирем улымды күрһәтмәгәс (ә суд ҡарары буйынса айына ике тапҡыр осрашырға хоҡуғым бар ине), район прокура­тураһына ғариза яҙҙғайным. Апаһы был юлы ла таныштары аша эш итте шикелле, һәр хәлдә ғаризам ҡарал­маны. Секретарь ҡыҙ: “Ундай ваҡ эштәргә ваҡыт еткерә алмайҙар. Суд ҡарарын тотоп, ауыл советына йәки участковыйға барығыҙ!” – тип кенә яуапланы. Районда хәл ителмәй икән, ауылда кем мине тыңлаһын инде?!
Ярай, власть тигән нәмә кешегә ваҡытлыса ғына бирелә. Ҡайын­бикәмдең ниндәйҙер ҡырын эше беленеп, эштән сығарылды. Шул мәлдә ауылға район үҙәгенән фельдшер ҡыҙ эшкә килгән булған. Бәхетемә уның үҙ эшенә намыҫ менән ҡарауы, ауыр­лыҡтарҙан ҡурҡмауы ярҙам иткән дә инде. Ауыл халҡының, балаларҙың һаулыҡ торошон ныҡлап белер өсөн ул сиратлап, кешеләрҙе ФАП-ҡа саҡырта башлаған. Ә Ғәзим бит табиптарҙы, дауаханаларҙы һанға һуҡмай. Бер нисә тапҡыр саҡыртып та килмәгәс, медицина хеҙмәткәре үҙе өйөнә барып ингән. Һөйләшә бел­мәгән, кешенән ҡурҡҡан, алама кейенгән, бысранып бөткән баланы күреп, ул тәүҙә иремде эсә тип уйлаған. Кешеләр уның диндә булыуын әйткәс, күңеленә шик төшкән. Мәктәп алдынан ике йыл рәттән балаларға медицина тикшереүе үт­кәрелә бит, ирем унан да баш тартып, өйөнән ҡыуып сығарғас, фельдшер ҡыҙ тейешле органдарға хәбәр иткән. Яҡлап сығырлыҡ апаһы бул­мағас, был юлы эш ҙурға киткән. Беләһегеҙме, йәшәү шарттарын ҡарарға килгән бер ҡатын Тимерйәнгә кәнфит биргән. Биш йәшлек бала әрсеп тә ашай белмәгәненә апты­рағандар. “Һыуыт­ҡысһыҙ, телеви­зор­һыҙ, уйынсыҡ­тарһыҙ өйҙө тәүгә күрҙек. Эскән ата-әсәләрҙең балаларында иҫке булһа ла машина, ҡурсаҡ, кешеләр биргән кейем-һалым була,” – тинеләр миңә аҙаҡ.
Ғәзим тыныслығын боҙған социаль хеҙмәткәрҙәргә асыуланып, балта менән янап, ҡыуып сығарған. Икенсе көндө полиция хеҙмәткәрҙәре яр­ҙамында ғына Тимерйәнде өйҙән алып сығып, приютҡа илткәндәр. Тик тәүге көндө уҡ уның хәл-торошон күреп, Социаль адаптация үҙәге ярҙамы кәрәклеген аңлап, бында ебәргәндәр. Хәл-ваҡиғаларҙы белгәс тә улым янына килдем. Йәшәр урыным булмағас, бында кухня хеҙмәткәре булып эшкә урынлашып торҙом. Хәҙер хәлдәр күҙгә күренеп яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Тәүлек әйләнәһенә психологтар күҙәтеүе кәрәкмәй. Һаман да бында эшләйем, ә кискелеккә фатирға ҡайтабыҙ. Ике туған апайым Мәскәүҙә эшләп йөрөй, ул хаҡлы ялға сыҡҡас ҡайтырмын, тип фатир алғайны. Беҙгә шунда йәшәргә рөхсәт итте. Тағы ла ярты йылдан ауылға ҡайтырбыҙ, тип өмөтләнәм. Унда бит әле Сәриә ҡыҙым да бар. Уға ла әсә тәрбиәһе, һөйөүе кәрәк. Былай ҙа минең һәм ҡус­тыһының проблемаларым арҡаһында ул яфа сигә. Иң ҙур хыялым – ике балама матур тәрбиә биреп, уларҙың сәләмәт, бәхетле буыуын күреү. Аллаһы Тәғәләгә ошондай ҙур һы­науҙар биреп булһа ла, улым менән бергә ҡалдырыуына рәхмәтлемен.
Һөйләшеу аҙағына еткәнен һиҙ­гәндәй, бүлмә ишеге асылып китте лә, Тимерйән йүгереп килеп инде. Һәм: “Мама!” – тип әсәһенең ҡуйынына һыйынды. Минең аптыраулы ҡара­шымды күреп, Зүлиә асыҡлыҡ индерергә булды:
– Беҙҙең яҡта инәй, тип әйтәләр ул. Тик Ғәзим махсус рәүештә баланың мейеһенә шундай тәрбиә һалған – инәй тип әйткән һайын ул төкөрә йәки йоҙроҡ сөйә. Психолог, кире хистәр уятҡан һүҙҙән бер аҙ ситләшеп торорға ҡушты ла, “мама” тип әйтергә өйрәтте. Был үҙәктә аралашыу ҙа русса барғанғамы, Тимерйән хәҙер башлыса ошо телдә һөйләшә. Сөнки мин киткәс, уның менән бөтөнләй һөйләшмәгәндәр шикелле – баш­ҡорт­са “аша”, “кил”, “ярамай” ке­үегерәк һүҙҙәрҙе генә аңлай ине. Ә теләгәнен әйтә белмәне. Хәйер, ике йылдан ашыу кеше заты менән аралашмай, тыйылып ҡына йәшәгән баланың теләге лә булмағандыр инде. Төҫ­тәрҙең, һандарҙың, йәнлектәрҙең нимә икәнен белмәй ине. Ярай, аҡылына зыян килмәгән! Әле алты йәшлек баланың аң кимәле ике йылға артта бара. Тәүҙә дүрт йыл, тиҙәр ине. Ауырыуҙан түгел, ә ваҡытында өйрәтмәгәндән. Шуға мәктәпкә алдағы йылда бирмәй торорға хәл иттек. Логик фекерләү ҡеүәһен үҫтермәйенсә, уҡыуы ауыр буласаҡ, ти белгестәр. Үҙе отҡор ғына, бигерәк тә һүрәт төшөрөргә ярата.
– Ә Ғәзим ни хәлдә икән?
– Ҡайынбикәм бер генә шылтыратып хәлде белеште. “Ярҙам кәрәкһә әйт”, – тине. Рәхмәт һүҙенә, тик унан ярҙам алғым килмәй. Мин һорармын, ә ул баланы үҙаллы ҡарай алмай, тип хәлде үҙҙәренең файҙаһына ҡулланыр. Уларға ҡарата шикләнеү, ҡурҡыу бар күңелдә. Ә Ғәзим һаман да үҙен хаҡлы һанап йәшәй, шикелле. Баланы алған саҡта уға ла реабилитация үтергә, психолог, психиатрҙарҙан консультация алырға ҡушҡандар. Шунһыҙ бала менән аралашырға тейеш түгел. Ике йылда үтмәй икән – аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителә, тинеләр. Бер йылдан ҡарайбыҙ инде нимә булырын. Яҡшы яҡҡа үҙгәреш булмаҫ ул. Сөнки уның ҡәрҙәштәр тип йөрөткән сектант дуҫтары аңын томалаған инде. Үҙҙәрен – “Аллаһ балаһы”, башҡаларҙы “шайтан ҡоло” тип йөрөтәләр. Мин балаларыма матур тормош теләгәнем, тәмле ашатҡым килгәнгә, мал тотоп, баҡса үҫтереп йәшәгәнем өсөн генә лә, мәңгелекте уйламаған нәфселе зат булып ҡалдым. Намаҙ уҡыуым да, яулыҡта йөрөүем дә, ураҙа тотоуым да күҙ буяу, кеше алдау өсөн икән. Бөгөн беҙҙең арала шул тиклем яңылышыуҙар күп. Кемдер динде ағымдарға бүлә, ҡайһыһы хаҡ, ҡайһыһы хаҡ түгел икәне тураһында ла бәхәстәр сығып тора. Шуға күрә тормош иптәше һайлаған егет-ҡыҙҙарҙы, дуҫ-әхирәт эҙләүселәрҙе һаҡ булырға саҡырам. Минең кеүек алданып ҡуймағыҙ. Ғәзимгә кейәүгә сыҡҡанға ҡәҙәр был турала бөтөнләй уйламай инем. Намаҙ уҡыуҙарын күреп, иманлылар, тип “ҡәрҙәш”тәре менән осрашыуға мин дә йөрөргә уйлағайным. Тәүге барғанда уҡ уларға ҡаршы булған дин әһелдәрен әрләп: “Шайтандар эйәләшкән мәсеттәргә йөрөмәйек” тип сығыш яһаны бер ир. Шунда уҡ күңелгә шик төштө. Изге урынды – мәсетте шулай атарға кемдең хаҡы бар?! Башҡаса иремә эйәрмәнем. Әле аҙнаһына ике көн мәҙрәсәгә уҡырға йөрөйөм. Раббым мине тура юлынан яҙҙырмағаныма рәхмәтлемен. Артабан да хаҡ, иман юлынан барыу насип булһын инде...

 Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: