Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Октябрь 2022, 07:00

“Һәр бер изге эш – саҙаҡа”

Изгелек – ул хәйерле яҡшы эш-ғәмәл, кемгәлер хәлеңдән килгәнсә ярҙам итеү, насарлыҡтан тыйылыу, тормошобоҙҙоң күркәм әҙәп-әхлаҡ сифаты. Кешеләрҙе һөйөндөрөүсе зат – ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белгән кеше. Игелекле булыу – иманлы, мәрхәмәтле, шәфҡәтле, сабыр ғына һөй­ләшеү, мөләйем, ярҙамсыл булыу. Был сифаттар беҙгә борон-борондан халҡыбыҙҙың мираҫы булып ҡалған.

Әҙәм балаһын биҙәүсе күркәм сифаттар – игелек ҡылыу, кеше хәленә инә белеү, ситтәр хәсрәтенә һөйөнмәү һ.б.  Үҙен мосолман  тип һанаған кеше бик бәләкәй булып тойолған яҡшылыҡты эшләүгә лә кәмһенеп ҡарарға тейеш түгел. Изгелектең ниндәй генә ҙурлыҡта булыуына, миҡдарына ҡарамаҫтан, уны ҡылырға ашығыу зарур.
Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә үҙенең бер хәҙисендә: «Һәр бер изге эш саҙаҡа», – тине (Бохари риүәйәте).
Ошо хәҙистән аңлашылғанса, ҙур изгелекме йәки бәләкәйме, уның өсөн саҙаҡаға аҡса биргән кеүек әжер сауабы буласаҡ. Ошо хәҙискә таянып, беҙ яҡшы ғәмәлдәр ҡылғанда ваҡланып тормаҫҡа, «был бәләкәй генә ғәмәлдән бер ниндәй файҙа булмаҫ» тип икеләнмәҫкә, ә, киреһенсә, хәле­беҙҙән килгәнсә изге ғәмәлде ҡылып ҡалырға тырышайыҡ. Изгелек тормошобоҙға нур һәм бәрәкәт алып килер, күңелебеҙгә еңеллек килтерер.
Изгелеккә – асҡыс, яуызлыҡҡа – йоҙаҡ – ул ислам диненә саҡырыу һәм уға тоғро хеҙмәт итеү, ихлас күңелебеҙ менән диндә булыу. Был ике ғәмәл – хаҡ, улар өсөн кеше ҙур әжер-сауап ала һәм Алланың рәхмәтенә ирешә. Шуға ла Хоҙай Тәғәлә беҙҙе был тура юлдан яҙҙырмаһын.
Аллаһы Тәғәлә «Ер тетрәү» сүрәһендә: «Кемдер саң бөртөгө хәтле генә изгелек ҡылған булһа ла, уны күрәсәк», – тигән. Йәғни ул ғәмәле юҡҡа сыҡмай, әжер-сауабы буласаҡ. 
Ниндәй генә яҡшы, изге эш ҡылһаҡ та, иң мөһиме – ул ихласлыҡ, Алла ризалығы өсөн  башҡарылһын. Ҡылған ғәмәлдәребеҙ риянан (кеше күрһен өсөн) булмаһын.
Аллаһы Тәғәләнең беҙҙе был донъяға һынау өсөн ебәргәнен онотмайыҡ. Был донъяла изгелеккә һәм яуызлыҡҡа алып бара торған юлдар һәр ваҡыт булған, улар әле лә бар. Иманлы кешеләргә изгелектәрҙең ҡапҡаларын асыу һәм яуыз­лыҡ­тарҙың ҡапҡаларын ябыу вазифаһы йөк­мәтелгән. Иманлылар был донъяла изгелектәргә алып бара торған юлдарҙы күрһәтергә һәм төрлө яуызлыҡты тыйырға тырышырға тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта киреһенсә лә була. Күңелебеҙгә насар уйҙар алып, кемгәлер асыуланып, хөсөтлөк уйлайбыҙ. Ә насарлыҡты бик тиҙ эшләп була, уның өсөн хатта уйларға ла кәрәкмәй. 
Бөйөк Раббыбыҙ үҙенең Ҡөрьән Кәрим китабында: «Кем берәй изгелеккә аралашсы булһа, ул эштән уға ла өлөш (сауап) сығыр. Кем яманлыҡ ҡылыусыға аралашлыҡ итһә, уның да өлөшө шул яманлыҡтан булыр. Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле», – ти («Ниса» сүрәһе, 85-се аят).
Ҡәрҙәшеңә йылмайыу ҙа, уны асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыу ҙа, ҡул биреп күрешеү ҙә, йылы һүҙҙәр әйтеү ҙә – изге ғәмәл. Әлбиттә, уларҙың ихлас рәхмәте, доға һымаҡ, Аллаға барып етәсәк. Изгелек ҡылыусы кешеләргә: «Алланың рәхмәте булһын», – тип әйтергә кәрәк. 
Шулай уҡ ҡылған изгелектәребеҙ мәрхүмдәрҙең дә рухына ирешә. Әйтелә бит: үҙ артығыҙҙан игелекле бала ҡалдырығыҙ,  уның өлгәшкән әжере һеҙгә лә теге донъяла ирешәсәк, тип.
Изгелек – ҡояш нурына тиң. Бер-береңә ярҙам итешеп йәшәү, асыҡ йөҙлө, яғымлы һүҙле булыу кешеләргә ҡояштың яҡты нурҙары кеүек үк кәрәк. Изгелек тормошто, йәшәүҙе һаҡлай, ә яуызлыҡты емерә.
Бер изгелек мең бәләнән ҡотҡарыр.

Нәзир САБИТОВ, 
Әбйәлил районының
 Таштимер ауылы мәсете имам-хатибы.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: