Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Февраль 2022, 07:00

Фәрештәләр беҙҙе һаҡлаһын

Халҡыбыҙҙа элек-электән: «Әйтәһе һүҙеңде үлсәп әйт, Алланың рәхмәт фәрештәләренең «амин» тигән сәғәтенә тура килеүе ихтимал», – тигән һүҙ бар.

 Кемдәр һуң улар рәхмәт фәрештәләре? Аллаһы Тәғәлә фәрештәләрҙе нурҙан бар ҡылған. Кешеләр йәнәшәһендәге һаҡсы, ғәмәлдәребеҙҙе теркәүсе, нигеҙебеҙгә бәрәкәт, тыныслыҡ, именлек һораусы, Аллаға доғала булыусы рәхмәт фәрештәләре лә бар.

Мөхәммәт бәйғәмбәр әйткәнсә, биш төрлө өйгә Алланың рәхмәт фәрештәләре инмәҫ. Ниндәй йорттар һуң был?

Әгәр ҙә бер йортта, бер нигеҙҙә атай-әсәй йәберләнһә, ҡыйырһытылһа, унда Алланың рәхмәт фәрештәләре булмаҫ. Ислам динендә атай-әсәйҙәребеҙҙе рәнйетеү, ҡыйырһытыу ҙур гонаһтарҙан һанала. Бер ваҡыт бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.), сәхәбәләренә мөрәжәғәт итеп: «Эй, ҡәрҙәштәрем, һеҙгә иң ҙур гонаһтарҙан тағы ла ҙурыраҡ гонаһ тураһында хәбәр бирәйемме?» – тигәс, сәхәбәләр: «Әйтсе, Алланың Рәсүле», – тине. «Аллаға тиңдәш ҡуйыу менән ата-әсәләрегеҙҙе рәнйетеү», – тип әйтте бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.).

 Икенсе йорт –туғанлыҡ хаҡы һаҡланмаған урын. Әгәр берәйебеҙ туғанлыҡ мөнәсәбәтен өҙөп, туғанлыҡ хаҡын һаҡламайса йәшәһә, ошо нигеҙгә лә рәхмәт фәрештәләре инмәҫ. Яҡындарыбыҙҙың хәл-әхүәлен белешергә лә ваҡытыбыҙ етмәй, иренәбеҙ. Туғандарыбыҙҙың хаҡын һаҡлағанда, уларҙы хөрмәт итеп, ҙурлап йәшәгәндә генә Аллаһы Тәғәлә беҙгә һәм торған нигеҙҙәребеҙгә, йорттарыбыҙға бәрәкәт бирә. Рәхим (туғанлыҡ бәйләнештәре) Алланың тәхетендә эленеп тора. Кем уны һаҡлай, шуны Раббыбыҙ хәстәрләр, ә араларҙы өҙгәнгә ауырлыҡ өҫтәр. «Туғандар менән бәйләнеште сәләм биреп булһа ла тотоғоҙ».

Йәнә Алланың фәрештәләре инмәгән өсөнсө йорт тураһында   бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) былай ти: «Әгәр ҙә бер йортта етемдәрҙең малы ашалһа һәм золом юл менән башҡа кешеләрҙең малы тартып алынып, шул ҡулланылһа, унда ла Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт фәрештәләре инмәҫ». Йәшәгән нигеҙебеҙ мәсет һымаҡ. Шулай булғас, ошо йортта йәшәгәндә лә ашаған ризығыбыҙ, ошо нигеҙебеҙгә туплаған малыбыҙ тураһында ла уйланырға тейешбеҙ. Ниндәй юлдар менән кәсеп итәбеҙ? Ниндәй малды ҡулланабыҙ, ниндәй ризыҡ ашайбыҙ? Тыныслыҡҡа ирешергә теләйбеҙ икән, етемдәрҙең малынан, уларҙың ризығынан алыҫ булып йәшәһәк ине.

Әгәр берәүҙең йәшәгән нигеҙендә эт йәшәһә йә һүрәт булһа, унда ла Алланың рәхмәт фәрештәләре инмәҫ. Хәҙерге заманда халҡыбыҙға хас булмаған бер ғәҙәт барлыҡҡа килде. Ул да булһа – фатирҙарыбыҙҙа эт аҫрай башланыҡ. Ярай ул, әгәр һин ауылда йәшәһәң, малыңды һаҡлау өсөн урамда йәки ишек алдыңда эт тотһаң, бының зарары юҡ. Исламда эт пак хайуандарҙан түгел, мосолмандың йәшәгән йорто таҙа, саф булырға тейеш.

Әгәр ҙә  йортта һаҫыҡ еҫ булһа, унда ла Алланың рәхмәт фәрештәләре инмәҫ. Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) беҙҙе һарымһаҡ һәм һуған ашап, намаҙға баҫыуҙан тыйҙы. Эйе, был ризыҡтарҙан тәнебеҙгә шифа, дауа һәм файҙа бар, ләкин ашағандан һуң беҙҙән уларҙың еҫе килә икән, намаҙға баҫырға ярамай. Был турала бәйғәмбәребеҙ: «Фәрештәләр ләғнәт ҡылыр», – ти. Шуға ла ауыҙыбыҙҙы һуған йәки һарымһаҡ еҫенән таҙартып, намаҙға баҫһаҡ, хәйерлерәк булыр.

Бөгөн һуған менән һарымһаҡ еҫенән хәтәрерәге  таралды, ул да булһа тәмәке еҫе. Алланың берлегенә, барлығына инанған бәндәнең йортонда насар еҫ булмаһын.

Мәсеткә киләләр ҙә: «Нигеҙебеҙ тыныс түгел, бәрәкәт китте, килеп, Ҡөрьән уҡып,  аҙан әйтә алмаҫһығыҙмы икән?» – тип үтенәләр, ялбаралар. Эй, мосолман, зарланыр алдынан уйлан: бына ошо биш хәтәрҙең береһен эшләмәнеңме икән, шуның менән Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенән мәхрүм булманыңмы, ошо Алла тыйған ғәмәлдәрҙе ҡылып, Хоҙайҙың рәхмәт фәрештәләрен йәшәгән нигеҙеңдән ҡыуып сығарманыңмы?

Ғәзиз мосолмандар, йәшәгән йорттарыбыҙ бәрәкәтле, ҡотло, тыныс-имен булһа ине.  

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: