Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Октябрь 2020, 08:35

Һорау-яуап

Сирләгән кешенең гонаһтары ярлыҡана, тигәнде ишеткәнем бар. Шул дөрөҫмө? Айһылыу.

Мөхәммәт бәйғәмбәр ауырыған кешегә: «Борсолмағыҙ, әҙәм балаһының сирләүе – пакланыу өсөн», – тип әйтә торған булған. Кешегә ниндәй генә ауырыу килмәһен, ниндәй генә борсолоу-ҡайғы булмаһын, гонаһтары ярлыҡана. Хатта бармағына сүп инеү ҙә гонаһтарынан азат итә, тигән ул. Һынауҙар-ауырлыҡтар кисергәне лә гонаһтарынан арынасаҡ. Кеше үҙенә һынау, ауырыу килһә, гонаһым өсөн, тип ҡабул итһен һәм истиғфар ҡылһын. Ул уны, һис шикһеҙ, изгелеккә алып барасаҡ. Ә бына ауырыу кеше тураһында, Хоҙай быны язалай икән, тип уйларға тейеш түгелбеҙ. Раббыбыҙ уның дәрәжәһен арттырырға теләй, тип уйларға кәрәк.
Фото: Т,Аманов
Читайте нас: