Бөтә яңылыҡтар
Иман
23 Октябрь 2020, 08:29

Ғалим кешенең өҫтөнлөгө

Бер аҡыл эйәһе атта барғанда ағас күләгәһе аҫтында йоҡлап ятҡан кешене күрә. Ул кешенең ауыҙына йылан үрмәләп ингән икән. Атта килеүсе кеше һөйрәлеүсегә ҡамасау итергә теләһә лә, өлгөрмәй ҡала. Ул әлеге кешене үлемдән һаҡлау өсөн бар көсөн һала: бер нисә мәртәбә ҡамсы менән һуға. Теге ауыртыныуҙан һикереп тора, ҡаса башлай. Һыбайлы йылан йотоусыға көсләп серек алма ашатырға тотона. Меҫкен бәндә: «Ни өсөн һин мине был тиклем интектерәһең? Ҡылысың менән муйынымды киҫ! Күрәһең бит, алҡымымдан ҡан аға! Эй, Аллаһым, был уҫал бәндәгә язаңды бир!» – ти. Әммә һыбайлы уны йәлләмәй, һаман да ҡамсы менән туҡмауын дауам итә. Теге ҡасырға ынтылып, тағы йүгерергә тотона, әммә ашҡаҙаны тулы серек алма булыуы сәбәпле, хәле бөтә, ҡоҫа башлай. Бөтөн серек алмалар менән йыланды ла ҡоҫоп сығара.

Был кеше аптырап китә. Ергә йөҙтүбән ятҡан килеш: «Хаҡтыр ки, Һин мине ҡотҡарҙың, ғүмеремде һаҡлап алып ҡалдың. Эй, ҡотҡарыусым! Һине ҡәһәрләп, күпме ауыр һүҙҙәр әйттем. Ғәфү ит мине! Ҡамсы менән туҡмағанда ниңә минең ауыр хәлдә булыуымды киҫәтмәнең», – ти.
Шунда ғалим кеше йылмайып ебәрә. «Әгәр ҙә йылан йотҡаныңды белһәң, шунда уҡ ҡурҡып үлер инең. Инде йүгерергә лә, серек алмалар ашарға ла хәлең ҡалмаҫ ине. Мин һинең әйткән һүҙҙәреңә түҙҙем, был меҫкенгә ярҙам ит, тип Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылдым», – ти.
Яңы ғына ҡотолғоһоҙ үлемдән ҡалған кеше: «Мине ҡотҡарғаның өсөн нисек кенә ризалатайым икән? Хоҙай үҙеңә мәрхәмәт күрһәтһен. Был хәлдән һуң шуны аңланым: хатта ағыу ҙа ғалим кешенең ҡулында булһа, тәнгә файҙа килтерә ала икән»,– тип рәхмәт әйткән.
Фото: Т,Аманов
Читайте нас: