Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Июнь 2020, 08:10

"Тормош күренештәре" - Айһылыу Ғарифуллина

Атай һабағыАтайым уҫал, әммә ныҡ ғәҙел, кешелекле кеше булды. Бер ваҡытта ла кешене кәмләргә, мыҫҡыл итергә ярамай, тип өйрәтте. Ауылда хикмәтлерәк (ауырыуы сәбәпле) Шаһымгәрәй исемле апах була торғайны. Ул үҙе шул хәтлем егәрле, һауһаҡ: утынға бер ваҡытта ла ат, трактор менән йөрөмәне, йыуан бүрәнәләрҙе лә йөкмәп ташыны, бесәнде лә. Бер ҡараһаң, Ҡаршытауҙың аҫтында торор, икенсе ҡарауға башында булыр ине. Уның үҙенең генә йөрөгән түтә юлы ла булды. Сабынына гел шунан йөрөнө. Ул һуҡмаҡты мин әле лә Шаһымгәрәй апа һуҡмағы тип йөрөтәм. Ҡәтиәләре, ендәре бар, тигәстәр, беҙ, бала-саға, улар эргәһенән тын да алмай йүгереп үтә торғайныҡ. Кешегә зыяны теймәне ул апаның – мал-тыуар көттө, донъяһын ҡараны. Аҡ һыулы ғына ҡотоғо ла бар ине. Һыңар биҙрәһен тотоп, Заһит ҡотоғона ла таң менән һыуға барыр ине. Бер мәл атайым, Шаһымгәрәй апа тимәй, Шаһым, тигән өсөн ҡолаҡты борҙо: "Нимә оло кешене ололамайың, уның бит исеме бар – Шаһымгәрәй. Бынан һуң кешегә исем тағаһы, кешенән көләһе булма!" – тип ауыҙҙы йырҙы. Башҡалар Шаһым тигәндә лә беҙ Шаһымгәрәй апа тинек. Атайымдың ошо һабағы ғүмергә етте. Бер оло ғына йәштәге инәйҙе беләм: һәр кешегә исем таға. Уйлап ҡуям: их, ваҡытында ҡолағын бороусы булмаған, тип...


Тыйылғандан тыйылмаһаң

Әйтеүемсә, әсәйем урыҫтар араһында йәшәгән. Шуғамылыр, сусҡа көттө. Ул ғына түгел, ул осорҙа ауылда башҡа сусҡа көтөүселәр ҙә бар ине. Их-х, шул сусҡа итенең тәме (тәүбә, әстәғәфирулла) һаман да тел осонда тора, ытырған­дырып-сикәндереп. Хәҙерге ғилемем булһа, яҡын да барылмаҫ ине... Сөнки Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән аяты менән сусҡа ите ашауҙан тыйған: "Алла һеҙгә бары тик үләкһә, ҡан, сусҡа ите ашауҙы һәм Алланан башҡа затҡа бағышлап (Бисмилләһи Аллаһу әкбәр, тимәй) һуйылған малды хәрәм ҡылды", – тиелә"Баҡара" сүрәһе­нең 173-сө аятында. Беҙҙең 60 – 70-ләп йорт ҡуя­ныбыҙ, 20 – 30-лап өйрәгебеҙ, йыл һайын 10 – 12-шәр себеш баҫып сығарыусы ике оя ҡаҙыбыҙ, 15 – 17-ләп баш кәзәбеҙ, бихисап һарығыбыҙ, 2 – 3 баш һыйырыбыҙ ҙа була торғайны. Ғаилә ҙур – мул ризыҡ кәрәк. Теге сусҡалар бөтә донъяны һаҫытып, йәйге эҫелә эстәре ярыла яҙып ята торғайны. Ана шул Алла тыйғандан тыйылмауҙың ғилләһелер, тим, беҙҙең ҡуяндар ҙа, йыл һайын себеш баҫып сығарған ҡаҙҙар ҙа, һарыҡ-кәзәләр ҙә яйлап бөттө.

Бөрйән баҙарына ҡайҙандыр бер апай һимеҙ-һимеҙ сало килтереп һата, татарса һөйләшә үҙе. Алалар, хатта бер ағайҙың ҡырҡып, тәмләп ҡарап, алып торғанын үҙем күрҙем... Тел осома тағы теге тәм... сусҡа ите тәме килде... Ытырғандырып...


Уҡыусым уҡытыусы булып сыҡты...

Мин дингә ураҙа тотоп килдем. Тәүҙә бер-ике йылда иртәнге намаҙҙы ғына уҡыным. Бер мәл редакцияға Ҡолғанала уҡытып киткән саҡтағы уҡыусым килде. Хәл-әхүәл белеште. Мин уға иртәнге намаҙҙы уҡыуым тураһында әйттем. "Ой, апай, Алла беҙгә бит көнөнә биш ваҡыт намаҙ уҡырға ҡушҡан, ни эшләп бишеһен дә үтәмәйһең?" – ти был. Шул хәтлем оят булды. Булһа, ер тишегенә инеп китер инем... Юҡ, мәйтәм, миңә килеп хәҙер үҙемдең уҡыусылар аҡыл өйрәтә, былай булмай... Ҡайттым да биш намаҙға баҫтым. Ошонан алып, шөкөр, ташлаған юҡ. Кешене аҡылға ултыртыу өсөн УҠЫ­ТЫУСЫ булыу ғына етмәй икән, бәғзе саҡ УҠЫУСЫ ла иң шәп, аҡыллы УҠЫТЫУСЫ була ала! Ул уҡыусыма мең рәхмәт!


Дини ғилем етмәй

Бынан 4 – 5 йыл әүәл бер инәй аятҡа саҡырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына мәжлесе, һин аят уҡырһың, тине. Мәленә барып, өҫтәл артына ултырышҡас, инәй, ниә­теңде әйт, тим. Әруахтарын һанап сыҡты ла, әллә ниндәй башлы йыланға (исемен онотҡанмын) уҡы, ти. Күҙҙәрем дүрт бул­ды: "Ҡуй, инәй, мин ундай йылан-мыланға аят бағышламайым, ундай нәмәне лә белмәйем, әруахтарыңа ғына уҡыйым", – тип, инәйҙең өҫтөндә хаҡтары булған, унан хәйер-саҙаҡа, доға өмөт итеүсе­ләргә аят бағышланым. Инәйҙе ғәйеп­ләмәйем, әммә беҙҙең быуын кешеһенең, йәштәрҙең динде өйрәнгеһе килмәүенә генә аптырайым. Ана шунан килә инде, йылан-мыланға аят уҡыйыҡ, тиеү.


Хикмәттәр әле лә етәһе

2003 – 2004 йылдарҙа иртәнге намаҙҙы уҡый башланым. Күңелем бешеп етте лә, намаҙ уҡығы килә. Баймаҡҡа барғанда Рәшиҙә Исхаҡиҙың "Намаҙ уҡыу тәртибе" тигән китабын алып ҡайттым. Намаҙлыҡ булыр тип, йәшел буйлы ҙур таҫтамал алдым. Ул саҡта әлегеләй һатыуҙа намаҙлыҡтар юҡ ине. Бер-ике көн маташҡас, ятлап алдым. Мин намаҙ уҡыған бүлмәлә креслоның ябыуы ята – шуға таҫтамал түшәп уҡыйым, кресло ябыуына теймәйем – ятып ҡала. Бер мәл ҡыҙым иҙән йыуып йөрөгәндә ҡыс­ҡыра:"Әсәй, һин намаҙ уҡыған ергә бер яҙыу яҙылған!" Барып ҡараһам, шәкәр тоғоноң ебе менән ғәрәпсә бер һүҙ яҙылған. Ул саҡта ғәрәпсә уҡый белмәй инем. Бер нисә кешегә күрһәтеп тә ҡараным. Уҡыусы булманы, теге ябыуҙы бөкләп, һандыҡҡа һалып ҡуйҙым. Аҙаҡ теге яҙыу боҙолдо – кемдер ҡыбыр­латҡан. Мәсеттә уҡый башлағас белдем – теге кресло япмаһына АЛЛА тип яҙылған ине! Шунан, мөғжизә юҡ, тип әйтеп ҡарағыҙ!


Мин дә ауырыйым шул

Бер мәл хакимиәттә эшләгән ханым (хәҙер хаҡлы ялда) редакцияға шылтырата. Таңһылыуҙы һорай икән, трубканы мин алдым. Ауырып, тауыш ғыжылдап торған саҡ. "Ә-ә-ә, һинме ни, Айһылыу, шулай сырманып йөрөп, һин дә ауы­рыйһыңмы?.." – тип сағып алырға ла онотманы. Яулыҡ ябынғандар ауырымай, тиһәләр, бөгөн үк бөтә донъя яулыҡта булыр ине. Ауырыу – Алла ебәргән һынау, шул ауырыу арҡылы, бәлки, мин Аллаға яҡынаямдыр, гонаһтарым юйылалыр – Алла ғына белә. Мосолманға сәнскәк ҡаҙалһа ла, уның гонаһтары юйылыр, тигән хәҙис бар...



Бәлки, шулайҙыр...

Әсәйем урыҫ араһында – Әүжәндә үҫмерлек осорон, йәш сағын үткәргән. Олатайҙы НКВД "тройка"һы 10 йылға хөкөм иткәс, йән аҫрар өсөн рус ауылына күскәндәр. Ә олатай кираматсы мулла, халыҡ табибы, Зәйнулла ишандың шә­керте булған. Мәһәҙейгә килен булып төшкәс, мәрйәләрҙән күрмәксе, әсәй күп итеп йәшелсә үҫтергән. Кәбеҫтәне генә мең баш ултырта ине (хәҙер шул саманы ҙур мәктәптәр ҙә ултыртмайҙыр әле). Ҡайҙа ул саҡта хәҙерге кеүек колонка, төймәгә баҫһаң, сыҡмалы һыу? Тау аҫтынан көнөнә 20-шәр көйәнтә һыу ташыу – беҙҙең елкәлә. Ауылда бәғзе берәүҙәр ул хәтлем күп йәшелсә үҫ­термәне. Избенкала толом-толом сәс һымаҡ үрелгән һуған түбәнән иҙәнгәсә аҫылынып торор ине. Ул ваҡытта артығын һатыу тигән нәмә лә булманы. Әйҙә кешегә тарата әсәй теге һуған, кәбеҫтәне. Хәҙер мин: "Әсәй, ниңә беҙҙе ыҙалатып, шул хәтлем йәшелсә үҫтерҙең, сама белмәй, барыбер кешегә тараттың?" – тим. "Туғыҙ баланы эш менән баҫмай, нимә менән баҫаһың, бәлки, шул ке­шеләрҙең (йәшелсә алған) фатихаһы менән 90-ды ҡыуып йәшәп ятамдыр, эш эшләгәндән бер ерегеҙ ҙә кәмемәгән бит", – ти. Әсәйҙең табынғаны ла, тәрбиә алымы ла ЭШ булды.


Кем аҡыллыраҡ?

Өс йәшлек ейәнсәрем бар. Намаҙ уҡый башлаһам, башына берәй нәмә сырмап алып, мин эшләгән хәрәкәттәрҙе ҡа­батлап маташа. Әйткәндәй, ул бер йәшенән шулай намаҙ "уҡый". Сәждәгә киткән сағында "Аллаһу әкбәр" тип әйтә белмәй, "Әббә" тигән була ине тәүҙә. Кескенә балала иман булыуын күреп илағылар килеп китә ине. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, теге намаҙын ташлай биреп ҡуйҙы. Әйтәләр бит: кеше (хет башҡорт, хет урыҫ, хет япон булһын) тыуған саҡта иманлы булып тыуа, тик унан ата-әсәһе, йәмғиәт башҡа нәмә яһай, тип. Шөкөр, ташламаны "намаҙ"ын, мин уҡый башлаһам, әле лә ҡушыла. 87 йәшлек әсәйемде, әгәр беҙ намаҙға тотонһаҡ, тыйып ҡуя: "Һөйҙәшмәгеҙ, Айһылыу өләсәй намаҙ уҡый". Әсәйем әйтә: "Эй, балаҡайым, Ер шарында 87 йыл йәшәгән минме әллә өс йәшлек һинме аҡыллы..." Был да һорау, эйеме?


Аҡыл

Өлкән ағайым былтыр ҡыш буйы, аяҡ һыҙлай, тип сыҡты. 24 мартта 60 йәшен билдәләнек. 18 апрелдә Өфөгә дауа­ханаға алып барҙыҡ. 4-се стадия рак, күп органына метастаз биргән, тинеләр. Ҡайттыҡ. Нимә генә ҡыландырманыҡ – ыҡҡа барманы. Рәсүл хәҙрәткә: "Ағайым яман сир менән ауырый, үлә инде", – тим. "Үлгәненә ҡайғырма, иманһыҙ китеп бармаһын тип ҡайғыр", – ти был. Ысынлап та, ағайым, русса әйткәндә, ярый атеист. Ураҙа айында эргәһендә булдым: ул өшкөрәм, ул үлән-мүләнен эсерәм. Көн дә дин тураһында һөйләйем. Юҡ, ыҡҡа бармай. Ятып китте. Мин үҙемде ашайым: "Нисек инде, Алла миңә кеше йөрәгенә үтерлек тел биргән, бер ағайымды иманға килтерә алмайым..." – тип. Беләм: Алла ғына бәндәне иманлы итә. Алланан һорайым, ялбарам. Хәле тегенең көндән-көн хөртәйә. Бер көн һорайым: "Һиңә "Ясин" сығайыммы?" – тип. Эйе, ти. Шәһәҙәт әйт, тим. Ләә иләһә иллаллаһты өс тапҡыр әйтте бит – мин инде шат­лыҡтан түгелеп илайым... "Әйтәм, әйтәм..." – ти. "Һиңә ҡыйын булған саҡта ошоно әйт”, – тим (үлеп барғаныңда, тип әйтеп булмай бит). Әйтте ағайым. Мин "Ясин" сығам, йәштәрем су­бырлап аға... Китеп барҙы ағайым. Алланың барлығын, берлеген танып... Аллам ялбарыу­ҙа­рымды ишетте. Йәне йәннәттә булһын! Амин! Төшкә лә инмәй – ризалыр... Рәсүл хәҙрәттең теге һүҙҙәре барыбыҙ өсөн АҠЫЛ – шуны тотайыҡ! Йәш кенә булһа ла ҡалай аҡыллы, тип уйлағайным ул саҡ. Аҡыл йәш менән түгел, иман, ғилем кимәле менән билдәләнә икән... Шуны аңланым...


Кем гонаһлы?

Бер ураҙа айы... Эштән ҡайтышлай ураҙа тотҡан бер әхирәтем менән, ауыҙ асырға тип, магазиндан тәмлекәстәр алып торабыҙ. Шунда торған бер ҡатын: "Ураҙаны кемдәрҙең гонаһы күп, шулар тота, минеке былай юҡ, шуға тотмайым..." – тимәһенме... Ниндәй "ҡыйыулыҡ"! Ураҙа тотоу аҡылы камил, бәлиғ йәшкә (ҡыҙҙар – 9, малайҙар –11 – 12) еткән һәр мосолманға фарыз. Рамаҙан айында ураҙа тоторға Ҡөрьән аяты менән Алла Үҙе ҡушҡан! Ураҙалы булғас, һүҙ көрәштермәнек – Алла Үҙе хөкөмдар, изге эш ҡылғанды ла, гонаһ ҡылыусыны ла күреп-белеп тора.

Аллаға шөкөр, тағы ураҙа айы етеп килә... Ошо ай еткән һайын магазиндағы теге ҡатындың әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә. Кем гонаһлы икән?..


«Ю-ю-ҡ, улай уҡыма!»

Аллаһы Тәғәлә беҙгә, ҡатын-ҡыҙға, Ҡөрьән аяты менән башты, муйынды ҡаплап йөрөргә ҡушҡан. Тик беҙ, има­ныбыҙ зәғиф булыу сәбәплеме, шай­таныбыҙ көслөмө – Уның ҡушҡанын үтәп бармайбыҙ.

Бер мәл миңә бер апай йома хәйере бирергә килде. Гел яулыҡта йөрөһәм дә, өйҙә кеше-ғара булмағас, яланбаш йөрөп ятам. "Яулыҡ бирәйем, әтеү фәрештә килмәй, ябын", – тим тегегә. "Юҡ", – тип ҡырт киҫә. "Ярай әтеү, мин дә яулыҡһыҙ уҡыйым да ҡуяйым..." – тим тегегә. "Ю-ю-уҡ, һин бөтә шартына килтереп, яулыҡ ябынып уҡы", – ти был миңә. Беҙ барыбыҙ ҙа шулай – үҙебеҙгә тигәндә тик яҡшыһы булһын, шартына килһен, тибеҙ... Ә башҡалар хаҡын, ғаләмдәр Раббыһы булған Алла хаҡын – Ул ҡушҡандарҙы онотабыҙ, икенсе, өсөнсө һ.б. планға ҡуябыҙ...


Фото: Т.Аманов.


Читайте нас: