Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
11 Сентябрь 2012, 16:29

Башҡорт яугирҙарына дан!

Бородино һуғышының 200 йыллығын билдәләгән көндө яу яланынан алыҫ түгел ерҙә, Можайск ҡалаһы янында башҡорт яугирҙары хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылды. Ете метрлыҡ обелиск Беренсе башҡорт атлы полкы һуғышсыларының яҡты иҫтәлегенә Марфа кисеүе ауылында ҡалҡып сыҡты. 1812 йылдағы ваҡиғаларҙа был ауылдың роле хаҡында Лев Толстой «һуғыш һәм солох» романында ентекләп яҙа. Тап ошо ерҙә меңәрләгән яралы һуғыш утынан сығарыла һәм дауаланырға оҙатыла, ә башҡорт яугирҙарына уларҙы һаҡлау бурысы йөкмәтелә.

Башҡорт яугирҙарына дан!
Башҡорт яугирҙарына дан!

Бородино һуғышының 200 йыллығын билдәләгән көндө яу яланынан алыҫ түгел ерҙә, Можайск ҡалаһы янында башҡорт яугирҙары хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылды.
Ете метрлыҡ обелиск Беренсе башҡорт атлы полкы һуғышсыларының яҡты иҫтәлегенә Марфа кисеүе ауылында ҡалҡып сыҡты. 1812 йылдағы ваҡиғаларҙа был ауылдың роле хаҡында Лев Толстой «һуғыш һәм солох» романында ентекләп яҙа. Тап ошо ерҙә меңәрләгән яралы һуғыш утынан сығарыла һәм дауаланырға оҙатыла, ә башҡорт яугирҙарына уларҙы һаҡлау бурысы йөкмәтелә.
Беренсе башҡорт атлы полкының Наполеонды еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тарихсылар иҫбатлауынса, Бородино алышында Марфа кисеүендәге һаҡтан башҡа, башҡорттар­ҙың бер өлөшө яу яланында һуғыша, икенсеһе Кутузовтың үҙен ҡарауыллай.
Быға тиклем был ерҙәрҙә рус армияһының төрлө частарына 52 һәйкәл ҡуйыл­ған – 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм ошо уҡ төбәктә дошманға ҡаршы көрәшкән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары хөрмәтенә. Бородино һуғышында Ватан өсөн йәнен аямаған баш­ҡорт яу­гир­ҙарын да иҫкә алыу мөҡәддәс бурыс тип иҫәпләй Башҡортос­тан вәкилдәре. Ниһа­йәт, һәйкәл ҡурҡыу белмәҫ баш­ҡорт яу­гир­ҙарына ла ҡуйылды, тарихи ғәҙел­лек тергеҙелде.
Биш тонналыҡ обелиск «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клу­бы ағзалары тәҡдиме һәм көсө менән баш­ҡорт һуғышсыларының йәнтөйәгенән – Баш­ҡортос­тан­дың Учалы районынан Мәскәү өлкәһенә килтерелә. Мәскәү архитекторы Наталья Полякова проекты буйынса һәйкәл дүрт йыл дауамында әҙерләнә. Мемориал урынын һайлау һәм уға рөхсәт алыу ҙа апаруҡ ваҡыт талап итә. Ике йыл элек һәйкәл буласаҡ ергә таш ҡуйылһа, юбилейға ҡарата Мансур гранитынан обелиск яһала. Уны әҙерләү һәм урынлаштырыу өсөн республиканың социаль маҡсатлы программалары фонды 2 миллион һум аҡса бүлә. Киләсәктә обелискыны рәсми асыу көтөлә – ул ағымдағы йылдың аҙағына планлаштырыла, сараға президент Р. Хәмитов, Мәскәү өлкәһе губернаторы С. Шойгу һәм РФ Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре саҡырыласаҡ.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Читайте нас: