Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
10 Июнь 2023, 20:50

Ремонт өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға

Әгәр фатир яңы төҙөлгән йортта биҙәү эштәренән тыш һатып алынһа, проект һәм смета документацияһы төҙөтөү, биҙәү материалдары һатып алыу һәм бригаданың эшенә түләгән өсөн ҡайтарма алырға мөмкин.

Ремонт өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға
Ремонт өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға

Бының өсөн Федераль һалым хеҙмәтенә ғариза яҙырға һәм сығымдарҙы раҫларға кәрәк. Шуға күрә, барлыҡ чектарығыҙҙы, килешеүҙәрегеҙҙе, акт һәм распискаларығыҙҙы һаҡлағыҙ. Электрон чектар ҙа ярай.

Күпме аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин? Торлаҡ һатып алған өсөн һалым ҡайтармаһы менән бергә иҫәпләнә, йәғни дөйөм сумманың 13 проценты һәм иң күбе - 260 мең һум. Иғтибар итегеҙ, әгәр фатирҙы ир менән ҡатын алһа, компенсацияны уларҙың һәр береһе алырға мөмкин.

Ремонт оҙаҡҡа һуҙылһа, ҡурҡыныс түгел. Һалым ҡайтармаһына документтарҙы йыл һайын, сумма 2 миллион һумға еткәнсе тапшырырға була.

Федераль һалым хеҙмәтенә тапшырырға кәрәкле документтар исемлеге:

- 3-НДФЛ декларацияһы
- килем һәм һалым күләме тураһында белешмә
- фатирҙы эске биҙәүһеҙ һатып алыу-һатыу килешеүе (йәки өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу килешеүе)
- фатирҙы ҡабул итеү-тапшырыу акты
- ремонтҡа сығымдарҙы раҫлаған документтар (магазин чектары, хеҙмәттәр күрһәтеүгә подрядсы менән килешеү, накладнойҙар, түләү документтары)
- фатир һатып алғанда түләүҙе раҫлаған документтар
- Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә.

Фатирҙы ремонтлаған өсөн һалым ҡайтармаһы тураһында тулыраҡ - ДОМ.РФ сайтында: https://vk.cc/coFmLL

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: