Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Февраль 2023, 16:55

Ауыл мәктәбен ябылыуҙан алып ҡалған

Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылында йәшәүсе  Ҡадир Ишҡыуатов һигеҙ йыл буйы урындағы мәктәпкә ут яғыу өсөн утын әҙерләй. Ул диләнкәне үҙ исеменә юллай, ағастарҙы киҫә, уларҙы алып килә  һәм яра. Миҙгелгә 50 кубометр самаһы утын кәрәк, был яҡынса 5–7 трактор арбаһы тигән һүҙ.

Ауыл мәктәбен ябылыуҙан алып ҡалған
Ауыл мәктәбен ябылыуҙан алып ҡалған

Белем биреү учреждениеһында күптән инде кесе блок ҡына эшләй. 5-се кластан башлап балаларҙы күрше Ярат ауылына йөрөргә мәжбүр. Әгәр мәктәп ябылһа, иң бәләкәй уҡыусыларға ла дәрескә автобуста йөрөргә тура килер ине.

 

  • Һалҡын автобуста күрше ауылға барған кесе класс уҡыусыларын күҙ алдына килтерегеҙ. Был уларҙың уҡыуына ла йоғонто яһаясаҡ. 14 километр алыҫлыҡҡа барырға кәрәк. Юлда бәйләнеш юҡ, унда нимә генә булмауы мөмкин. Шуға күрә кешеләрҙең ҡултамғаларын йыйып, район хакимиәтенә мәктәпте ҡалдырыу үтенесе менән барҙым, – ти ир.

 

Ул саҡта урындағы властар халыҡ менән дөйөм йыйылыш уҙғарып, мәктәпте ҡалдырһалар, тынғыһыҙ уҙаман утын менән үҙм тәьмин итәм, тип вәғәҙә биргән. Һәм һүҙендә тора. – Вәғәҙә иткәс, һүҙемдә торорға тырышам. Миңә бөтөн кеше  ышанып баға бит, – ти Ҡадир ағай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: