Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Февраль 2023, 12:30

Түләүле трасса эшләй башлай

Республикала яҡын арала берҙән-бер түләүле трасса эшләй башлаясаҡ.  

Түләүле трасса эшләй башлай
Түләүле трасса эшләй башлай

 

– Быйыл «Көнсығыш сығыу юлы» объектын төҙөп бөтөргә ниәтләйбеҙ. Ул М-5 «Урал» һәм М-7 «Волга» федераль трассаларын тоташтырасаҡ. Концессия килешеүенә ярашлы, уны файҙаланыу түләүле нигеҙҙә планлаштырыла. Ташламаға эйә булған граждандар өсөн махсус тарифтарҙы һәм юлда йыш йөрөгәндә дисконт системаны күҙ уңында тотоп, тариф селтәрен ентекле өйрәнеү мөһим, – тип белдерҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Республиканың төбәк һәм муниципаль-ара тәғәйенләнештәге түләүле юлдарға ҡарата нормалар һәм тарификациялар тураһында Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова биргән мәғлүмәттәр буйынса, концессия проекттарына ҡарата юл хаҡын түләүле юл операторы билдәләй. Шул иҫәптән түләүле юлға ихтыяждан сығып, ул сикке хаҡтан юғарыраҡ була алмай. Юл хаҡының сикке күләме бер саҡрым өсөн –12-38,5 һум, ә яһалма ҡоролмалар менән бәйләнгән түләүле юл участкаларында транспорттың категорияһына ҡарап бер саҡрым өсөн 84 һумдан 269 һумға тиклем хаҡ ҡуйыласаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: