Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Февраль 2023, 11:00

Билдәле шәхескә таҡтаташ ҡуйыла

Иртәгә Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Рәсәй Дәүләт премияһы , Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләковҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы була.  

Билдәле шәхескә таҡтаташ ҡуйыла
Билдәле шәхескә таҡтаташ ҡуйыла

 

  Танылған драматургтың пьессалары 150 театрҙа уңышлы ҡуйылған.

Бик күп спектаклдәре  М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә аншлаг менән барҙы.

1995 йылда режиссер Рәфҡәт Исрафилов, рәссам Таң Еникеев ҡуйған «Бибинур, аһ, Бибинур» спектакле РФ Дәүләт премияһына лайыҡ булды.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: