Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Декабрь 2018, 14:43

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

1 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Юристар көнөнә һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 25 йыллығы уңайынан «XXI быуатта конституционализм» Рәсәй юридик форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Ул дәүләт власы һәм гражданлыҡ йәмғиәте диалогында кеше хоҡуҡтарына арналды.

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе
Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе
1 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Юристар көнөнә һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 25 йыллығы уңайынан «XXI быуатта конституционализм» Рәсәй юридик форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Ул дәүләт власы һәм гражданлыҡ йәмғиәте диалогында кеше хоҡуҡтарына арналды.

– Бындай майҙансыҡтар бик әһәмиәтле. Улар ғалимдарға аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә. Кешелек донъяһы бик етеҙ, заманса һәм көнәркәшле. Шуға күрә бер-береңде тыңлау һәм бер аҙ алға киткәндәрҙең тәжрибәһен үҙләштереү мөмкинлеге булыуы бик шәп, – тине Радий Хәбиров.
[/center]Республика етәксеһе форумда ҡатнашыусыларҙың күптәре менән уны оҙайлы берлектәге эшмәкәрлек бәйләүе хаҡында белдерҙе.
Пленар ултырыш барышында кеше хоҡуҡтары, власть менән йәмғиәттең үҙ-ара бәйләнеше, хәҙерге этапта Конституцияның һәм халыҡ-ара хоҡуҡ институттарының роле мәсьәләләре буйынса профессиональ һөйләшеү булды.
— Илдә һәм республикала суд власының законлылығын һәм бойондороҡһоҙлоғон, хоҡуҡ тәртибен тәьмин иткән барлыҡ тейешле структуралар булдырылған. Башҡортостаныбыҙҙа һөҙөмтәле эшләгән парламент бар, ул граждандарҙың сәйәси өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алып, заманса методика буйынса формалаштырыла. Беҙҙә суд эшмәкәрлеге параметрҙарын билдәләгән камил ҡануниәт, һөҙөмтәле процессуаль ҡануниәт, юристар әҙерләү буйынса күп юғары уҡыу йорттары, бик көслө юридик фәнни мәктәп бар. Нимә кәрәк, барыһы ла бар, — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Пленар ултырыш аҙағында Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты менән О.Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик университеты араһында үҙ-ара эш итеү тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле һәм вуз ректоры, Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйесе Виктор Блажеев ҡул ҡуйҙы.
Килешеү тәжрибә уртаҡлашыуҙы, ғилми-белем биреү һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген, консультация һәм уҡыу-методик үҙ-ара эш итеүҙе, фәнни-хоҡуҡи экспертизалар ойоштороуҙы, квалификацияны күтәреүҙе, маҡсатлы уҡытыуҙы, берлектәге программалар әҙерләүҙе һәм хеҙмәттәшлектең башҡа йүнәлештәрен күҙ уңында тота.
Модераторҙың конституцияны үҙгәртеү мөмкинлеге тураһында һорауына Башҡортостан етәксеһе ошолай тип яуап бирҙе: «Уҡығанда мине конституция – изге документ тип өйрәттеләр. Уның менән бик һаҡ эш итергә кәрәк. Дөйөм тауыш биреү юлы менән ҡабул иткәнбеҙ икән, был килешеүҙе хөрмәт итергә тейешбеҙ. Шуға күрә һәр төрлө үҙгәрештәргә етди һәм кире ҡараштамын. Конституция билдәле бер ваҡытта ҡабул ителә, тормош алға бара. Төҙәтмәләр индерелергә тейешле мәсьәләләр килеп тыуа. Тағы ла бер тапҡыр әйтәм: уйлап эш итергә кәрәк. Конституцияның изге документ булыуын юрист-студенттарҙың аңына беренсе курстан уҡ һеңдереү зарур».
Читайте нас: