Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ноябрь 2018, 11:00

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Былтыр көҙ танышым биргән лилиә сәскәләрен ваҡытында ултыртып өлгөрмәнем. Шуға торттың пластик ҡапҡасына тупраҡ һалып, йылытылған соланға ултыртып ҡуйҙым. Сәскәләрем ҡыш буйына тамырҙарын үҫтерҙе. Ара-тирә аҙ ғына тупраҡты дымландырып торҙом. Мартта улар буйға үҫеп китте. Май аҙағында тышҡа сығарып ултырттым. Барыһы ла сәскә атты. Күршемдең көҙ ултыртып ҡалдырған минеке кеүек лилиәләренең ботаҡтары бәләкәй, сәскә атманы. Сәскә үҫтерергә яратҡан хужабикәләргә минең тәжрибә файҙалы булыр.З. НӘҒИМОВА.Ҡырмыҫҡалы районы.

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ
Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Былтыр көҙ танышым биргән лилиә сәскәләрен ваҡытында ултыртып өлгөрмәнем. Шуға торттың пластик ҡапҡасына тупраҡ һалып, йылытылған соланға ултыртып ҡуйҙым. Сәскәләрем ҡыш буйына тамырҙарын үҫтерҙе. Ара-тирә аҙ ғына тупраҡты дымландырып торҙом. Мартта улар буйға үҫеп китте. Май аҙағында тышҡа сығарып ултырттым. Барыһы ла сәскә атты. Күршемдең көҙ ултыртып ҡалдырған минеке кеүек лилиәләренең ботаҡтары бәләкәй, сәскә атманы. Сәскә үҫтерергә яратҡан хужабикәләргә минең тәжрибә файҙалы булыр.

З. НӘҒИМОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.
Читайте нас: