Общие статьи
29 Июня , 07:38

Мәктәп усағы – мәңге йөрәктә

Өфө ҡалаһының 108-се мәктәбенең 27 уҡыусыһы өсөн йәй сәскәләр, йүкә еҫтәре менән генә түгел, айырылыу һағыштары еҫе менән дә аңҡый. Уларҙың һигеҙе – миҙалсы, береһе Берҙәм дәүләт имтиханын йөҙ балға тапшырҙы, алтауһы юғары балл йыйҙы, тик улар бөгөн был турала уйламай. Уҡыусыларҙың уйында – беренсе тәнәфескә ҡыңғырау тауышы, контроль эштәрҙә кеҫәгә йәшерелгән шпаргалкалар, һуңғы әҙәбиәт дәресендә илаған уҡытыусылары... Алда – илдең төрлө ҡалаһына юл. Бала саҡ улар әлегә һуңғы тапҡыр баҫып торған мәктәп тупһаһының артында ҡалды.

Мәктәп усағы – мәңге йөрәктәМәктәп усағы – мәңге йөрәктә
Мәктәп усағы – мәңге йөрәктә

Кемдәр һуң улар – бөгөнгө сығарылыш уҡыусылары?

Был класты “тыныс гвардия” тип атанылар. Ситтән ҡарағанда – баҫалҡы, төптән фекер йөрөтөүсе, хатта саҡ ҡына уйсандар. Уҡыу йылында олимпиадалар, юнармия слеттары, патриотик конкурстар килеп сыҡһа, был балалар ҡапыл үҙгәрә. Улар үҙҙәре хаҡында ҡысҡырып һөйләмәйенсә, мәктәп намыҫын яҡлап, еңеүҙәр алып ҡайта.

Бар уҡыусы кеүек, улар ҙа сәйәхәттәргә йөрөнө, конкурстарҙа ҡатнашты. Уларҙың башҡа кластарҙан айырған, үҙҙәре көтөп алған бурыстары ла бар. Мөһим мәктәп сараларында тап был кластың юнармия отряды һәр саҡ илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың флагын күтәрҙе. Тап шул саҡтарҙа улар үҙҙәрен тағы ла бер башҡа өлкәнерәк, тәжрибәлерәк итеп тойҙо.

Ҡыҙыҡлы күренештәр ҙә булманы түгел. Мәҫәлән, 23 февралгә ҡыҙҙар егеттәргә гөлләмә бүләк итте. Тик ябай гөлләмә түгел, ә татлы күстәнәс менән. Әлбиттә, бер кәнфит тә өйгә тиклем ҡайтып етмәгән, бөтә класс менән һыйланғандар. Ҡыҙҙар-егеттәр класс етәкселәре Диана Илнур ҡыҙы менән киноға йөрөргә лә ярата ине – был уларҙың кескәй генә бер йолаһына әүерелде. Һәр фильмдан һуң таралышырға ашыҡмай, сюжеты, геройҙары хаҡында бәхәсләшеп, киләһе сеансҡа ла план ҡорҙолар.

Һәр класта алға этеүсе, үҙенең артынан эйәртеүсе уҡыусылар була. Был кластың “мейеһе” – Радмила Туҡаева. Ул бар нәмәне лә яҡшы белә, бәлки, беҙ уйлағандан да күберәк беләлер. Ҡатмарлы мәсьәлә килеп тыуҙымы, класташтары юғалып ҡаламы, Радмила – ҙур ярҙамсы. Ул һәр саҡ уҡытыусының уң ҡулы ла булды – ниндәй генә сараға әҙерләнмәһендәр, документар йыймаһындар – Радмилаға был эште ышанып тапшырырға мөмкин.

“Компания күңеле” – Камила Рафиҡова. Тап ул кабинетты байрамға нисек биҙәргә, имтихан йә сығыш алдынан тулҡынланыуҙы баҫырға өйрәтеүсе булды. Камила – кластың энергияһы.

Был класта “аяҡлы энциклопедия” ла бар: Азамат Нәғимов. Һәр һорауға тулы яуап биреүсе Азаматһыҙ был класс, бәлки, тулы булмаҫ та ине. Ә Александр Гуленко – алмаштырғыһыҙ алып барыусы. Унһыҙ бер концерт та үтмәне, көслө тауышы бар сараны яҡтыртып барҙы.

Баҫалҡы ғына уҡыусылар араһында ла көтөлмәгән шәп идея биреүселәр, спортсылар, рәссамдар булды. Улар бер бөтөн ине.

“11 йылда миңә дәрестәрҙән бигерәк экскурсиялар, мәктәп сараларына әҙерләнеү, тәнәфестә серләшеүҙәр иҫтә ҡалды. Ул саҡтар ябай көн кеүек кенә ине, ә хәҙер тап шул көндәрҙән мәктәп тормошо барлыҡҡа килгәнен аңлайһың”, “Мәктәптә ҡаласаҡ атмосфераны, көн һайын күрешкән класташтарҙы һағынасаҡбыҙ. Әлбиттә, уҡытыусыларыбыҙ, “икенсе әсәйебеҙ” – класс етәксебеҙҙе, һис тә хәтеребеҙҙән сығармаясаҡбыҙ”, “Беренсе кластағы үҙемә мин шуны әйтер инем: юҡ-бар өсөн ҡайғырма, өлкән булырға ашыҡма. Был ун бер йыл һинең уйлауыңа ҡарағанда хәтәр тиҙ үтер”, – ти уҡыусылар.

Хәҙер уларҙың юлдары айырыласаҡ. Медицина, педагогика, инженерия – бына улар һайлаған юлдар. Уҡыусыларыбыҙ һайлаған юғары уҡыу йорттары ҙур мөмкинлектәр картаһы кеүек: Өфө фән һәм технологиялар, нефть техник, медицина университеттары, кемдәрҙер Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларын һайлай. Улар араһында: “Мин кире әйләнеп ҡайтам”, – тиеүселәр ҙә бар. “Тыуған Башҡортостанымдың данын арттырасаҡмын”, – тигән уҡыусылар булыуына ҡыуанабыҙ.

Мәктәп ҡыңғырауы улар өсөн һуңғы тапҡыр яңғыраны. Был тормоштоң аҙағы түгел – уҡыусылар өсөн яңы бүлектең беренсе бите генә әле. Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!

 

Айнур СӘХӘҮЕТДИНОВ,

директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.

Мәктәп усағы – мәңге йөрәктә
Мәктәп усағы – мәңге йөрәктә
Мәктәп усағы – мәңге йөрәктә
Мәктәп усағы – мәңге йөрәктә
Мәктәп усағы – мәңге йөрәктә
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас