Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2024, 10:00

Бер ваҡыт йылғаларҙа боҙ түңәрәктәр хасил булыр! Кирегә әйләнер!..

Эйе, Нострадамус, Ванга әбей кеүектәрҙең “Ул боҙ түңәрәктәр сәғәт уҡтары ыңғайына түгел, ә кирегә әйләнер!.. Уларҙы күргән кеше торған ерендә йәшәрер!..” ише күрәҙәселектәре булманымы икән? Беҙ, кешеләр, уныһына ла рәхәтләнеп ышаныр инек, әммә һуңғы арала Бөрйән, Хәйбулла райондары йылғаларында осраған был түңәрәктәр республика халҡын аптыратты ла, һоҡландырҙы ла.

Бер ваҡыт йылғаларҙа боҙ түңәрәктәр хасил булыр! Кирегә әйләнер!..
Бер ваҡыт йылғаларҙа боҙ түңәрәктәр хасил булыр! Кирегә әйләнер!..

Тәү булып Бөрйән районынының Яңы Усман (Тарауыл) ауылы халҡы урындағы Бетерә йылғаһында барлыҡҡа килгән “түңәрәкте” донъя менән таныштырҙы. Уның артынан Хәйбулла районының Урыҫбай ауылы халҡын һыу менән туҡландырған Йылайыр йылғаһы ла боҙ түңәрәк “яһап алды” үҙенә.

Әйткәндәй, үткән йылда бындай күренеш Миәкә районында ла булған. Ҡыҙығы шунда ки, бөтә осраҡта ла боҙ түңәрәктәр сәғәт уҡтары ыңғайына түгел, ә кирегә әйләнә.

Тәбиғәтебеҙҙең был сираттағы ғәжәйеп күренешен белгестәр нисек аңлата? Баҡтиһәң, диаметры 5-10 метр тәшкил иткән боҙ түңәрәктәр ағымы көслө булмаған күл һәм йылғаларҙа осрай. Боҙ ҡатламында барлыҡҡа килгән түңәрәк тәүҙә үҙ күсәре тирәләй әкрен генә әйләнә башлай һәм уны ҡамаған боҙға ышҡыла-ышҡыла идеаль түңәрәк форма булдыра икән.

Шулай ҙа, талғын тигәндәй, Яңы Усман ауылының Бетерәһе быйыл ташып күперҙе ағыҙған.

Автор: Шамил Яубаҫаров  
Читайте нас