«Госуслуги.Дом» торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙарын бер урында хәл итеү өсөн «ГИС ЖКХ» системаһы аша эшләнгән. Уны илдең бар төбәктәрендә ҡулланып була.
Сервис ярҙамында фатир-йорт хужалары түбәндәгеләрҙе эшләй ала:
- иҫәпләгестәрҙең күрһәтмәләрен ебәреү,
- ЖКУ хеҙмәттәрен комиссияһыҙ СБП аша түләү,
- онлайнда дөйөм йорт йыйылышында ҡатнашыу,
- капиталь ремонт буйынса эштәр графигы менән танышыу һәм идарасы ойошмаларҙың отчеттарын ҡарау.
Ҡушымтаға инеү өсөн "Дәүләт хеҙмәттәре" порталындағы раҫланған иҫәп яҙмаһы ҡулланыла. Торлаҡ, учет приборҙары һәм иҫәп буйынса мәғлүмәт автоматик рәүештә күсәсәк. Улар әгәр булмаһа ғариза ебәрергә кәрәк.
«Госуслуги.Дом» ҡушымталарын ошо һылтанмалар буйынса үтеп алып ҡуйығыҙ:
iOS: https://apps.apple.com/ru/app/госуслуги-дом/id1616550510;
Android: https://play.google.com/store/apps/details?id=ru.sigma.gisgkh&hl=ru&gl=US.
https://www.bashkortostan.ru/presscenter/news/584826/